Шоңҡар
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Ауыш мөрйә

Мин дә бирешергә теләмәйем:- Беҙҙең мөрйә ҡыйыш булһа ла, төтөнө барығыҙҙыҡына ҡарағанда ла турараҡ сыға. Һеҙҙекеләр кәйелеп-кәйелеп күтәрелгәнсе, беҙҙеке Айға барып етә, - тим.

Ауыш мөрйә
Ауыш мөрйә

Был донъяға килеп, тәү тапҡыр аяҡҡа баҫып, ауа-түнә атлап, әйләнә-тирә тормошто ентекләп өйрәнә һәм әкренләп яраҡлаша башлаған саҡта ауылда күпселек өйҙәр һалам йәки ҡамыш менән ҡапланған түбәле ине әле. Бер нисә өй таҡта башлы, бер-икеһе генә ҡалай менән ябылған. Нимә менән ябылыуына ҡарамаҫтан, һәр өй түбәһенән әллә нимәләй булып мөрйәләр ҡуҡырайып тора.Шулай булмаҫлыҡ та түгел шул: уларһыҙ бит донъя һанһыҙ. Ҡыш көндәрендә, айырыуса, сатлама һалҡындарҙа һәр өйҙөң шул мөрйәләренән борхолдап, өйөрөлөп-өйөрөлөп, бер-береһе менән уҙышҡандай, төтөндәр күтәрелә. Мөрйәләрҙең дә төрлөһө бар: оҙоно, ҡыҫҡаһы, тураһы, ҡыйышы. Ана, беҙҙең мөрйә лә ниңәлер ҡыйшайыбыраҡ киткән. Нәнәйем былай һәр саҡ балсыҡ менән һылап тора-тороуын. "Яңыһына хәл етенкерәмәй бит әле," - ти үҙе. Күрше малайы Сәғәҙәт шул мөрйәбеҙгә ишаралап:
- Һеҙҙең мөрйәгеҙ туп-тура фермаға ҡараған да ҡыйшайған, ибет. Вәт, Сәғүрә әбейҙеке менән беҙҙеке тура, исмаһам, - тигән була. Мин дә бирешергә теләмәйем:
- Беҙҙең мөрйә ҡыйыш булһа ла, төтөнө барығыҙҙыҡына ҡарағанда ла турараҡ сыға. Һеҙҙекеләр кәйелеп-кәйелеп күтәрелгәнсе, беҙҙеке Айға барып етә, - тим.
Өндәшмәй. Әлегә ул хаҡта уйлап еткермәгәндер, моғайын. Ә ысынында, төтөн мөрйәнең кәкрелегенә лә, төҙлөгөнә лә ҡарамай. Уның юлы туп-тура: бейеккә, күккә күтәрелә.
...Кеше лә шулай юғарыға үрләй. Тик мөрйәнән сыҡҡан төтөндән айырмалы, етеш, матур ғаиләләрҙән сыҡҡан ҡайһы берәүҙәрҙең дә яҙыҡ юлдан китеүе мөмкин. Тәртипһеҙ тип һаналған ғаиләлә тәрбиәләнгәндәрҙең дә үҙ юлын табып, һин дә мин донъя көтөүҙәренә шаһит булған бар.

 

РИМ ИСХАҠОВ

Автор:
Читайте нас: