Шоңҡар
+12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Бысаҡ осондағы мөхәббәт

Яратҡан ҡатыны ике ул табып үҫтерҙе, эштән арынмаған Юрий Иванович ғаилә хәлдәренән ары булды. Тормош мәшәҡәттәрен ҡатыны һүрәтләнеүенсә ҡабул итте...

Бысаҡ осондағы мөхәббәт
Бысаҡ осондағы мөхәббәт

Юрий Иванович операция өҫтәле янынан ситкәрәк китте, битлеге яңаҡтары уйнауын йәшерһә лә, тештәре шығырҙауын янындағылар ишетмәй ҡалманы.

Артынан уның бите буйлап аҡҡан тирен һөртөп өлгөрә алмаған кесе медицина хеҙмәткәренең  тағы ла һөртөргә үрелгән ҡулын тупаҫ этәрҙе. Уңайһыҙланып ҡалған табиб ҡыҙ, ғәрләнеп, иларға етешеп ҡыҙарынды.  Уны был хәлдән операция өҫтәле янындағы табиптарҙың һүҙ башлауы ғына ҡотҡарҙы.

.    -Юрий Иванович, ярҙам кәрәкмәйме үҙегеҙгә?...

.  -Юҡ! Юҡ!... Башлағыҙ, мин хәҙер...

.     Илле йәштәр тирәһендәге табиб, быяла дарыуҙар шкафы янда торған йәш кенә табибә ҡыҙ янына килеп, уның ҡолағына үҙенә һалынасаҡ уколдың исемен атаны.

Яланғас беләген һуҙып әҙерләнеп көтөп торған Юрий Ивановичкә табиб ҡыҙҙың һораулы, әммә ҡурҡыу ҡатыш күҙҙәре төбәлгәйне.

.   -Тиҙ генә!

.   Йәһәт ҡыланып, артыҡ һорауҙар бирмәй кесе табиб уға һораған уколын ҡаҙаны, Юрий Иванович битлеген сисеп тирен һөрттө, ауыр һулап бер минуттай ултырғыста ҡайҡайып ултырғас, кире операция өҫтәле янына килде.

.  Дөйөм наркоз аҫтында ятҡан ҡатындың янында өйөрөлгән табиптарҙы ҡаты ҡына этәреп үҙенең урынын биләне. Докторҙар үҙ эшен белә, ауырыуҙың дауалаусы табибын көтөп тормай ҡатындың ҡорһағына һыҙылған скальпель эҙенән һарҡып ҡан аға, Юрий Ивановичтең таныш еҫтән еңелсә башы әйләнде.

.   -Бәлки үҙебеҙ дауам итербеҙ, әлбиттә хәлегеҙгә ҡарағыҙ...

.   -Үҙем!

.   Операция оҙаҡҡа ғына һуҙылды, ниһәйәт Юрий Иванович йыуынып ял бүлмәһенә сыҡты, һуңғы мәшәҡәттәрҙе коллегаларына һүҙһеҙ тапшырып диванға ауҙы.

.   Уның янына килеп сәй тәҡдим иткән табибәгә ҡарамай ғына ҡулын һелтәне.

.   -Эсмәйем, артабанғы әмәлиәттәрҙә ҡатнаша алмайым, хәбәр итерһең.

.   Алда яһаласаҡ тағы ике операцияға уның хәле лә, теләге лә ҡалмағайны, баяғы һалдырған укол тәьҫиренәнме, бәлки организмдың һаҡланыу реакцияһылыр, ҡапыл йоҡоға талды.

.  Ял бүлмәһенә инеп уны борсоусы булманы, һуңғы көндәрҙә Юрий Ивановичтың сәйер ҡылыҡтарын аңларға тырышып күрше бүлмәлә табибтар уның ғәйбәтен һаттылар.

.   Уянғас та байтаҡ ятты диванда аунап, төшкө ашҡа саҡырыуҙарына яуап бирмәне, бүлмәнән кәрәк-яраҡтарын алырға теләп, инеп-сығыусыларға боролоп ҡараманы, өйөнә лә ҡайтҡыһы килмәй ине.

.  Уның холҡон, ҡырҡыу ғәҙәттәрен белгән коллегалары әлеге мәлдә табибты тыныслыҡта ҡалдырырға тырыштылар, билдәле арауыҡта ҡалдылар.

.    Яҡшы гинеколог, оҫта хирург даны тирә яҡҡа таралған, күптәр дөрөҫ, дөрөҫ түгел юлдар менән уның ғына операция яһауын теләйҙәр, уға эләгер өсөн медсестраларға аҡса төртәләр, үҙенә лә рәхмәт йөҙөнән бүләктәр тейәп киләләр. Тәүҙә уңайһыҙланһа аҙаҡ үҙе һораны, насар даны тарала башлағас аҡсалата алды, юғиһә больница холодильниктәре ҡаҙ, ҡаҙылыҡ, ит, бал, торт менән тулып ашҡына ине. Аҡсалата еңел, халат кеҫәһенә һәр саҡ уңайлы мәлендә тығырға мөмкин, артыҡ күҙҙәрҙең күрмәүе хәйерле.

.    Яратҡан ҡатыны ике ул табып үҫтерҙе, эштән арынмаған Юрий Иванович ғаилә хәлдәренән ары булды. Тормош мәшәҡәттәрен ҡатыны һүрәтләнеүенсә ҡабул итте, балалары мәктәп, институтта уҡыйҙар, өйләнделәр, айырым квартиралары бар, балалары тыуған, һәм бының өсөн күп күләмдә аҡса талап ителә. Әлбиттә күп осраҡта үҙ исеме менән эш итеүҙәрен белде, үҙе лә бик күптәргә ярҙам итте, ҡатынын хөрмәтләне, эш ерендә ҡатын-ҡыҙ менән сыуалманы, әммә уларҙы ихтибарһыҙ ҙа ҡалдырманы.

.  Больница тирәһендә ҡатын-ҡыҙҙар араһында ғәйбәт көслө, бер береһен күрә алмаусанлыҡ көслө булһа ла Юрий Ивановичкә  берәүҙең дә теше үтмәне, хатта һағайып, арыраҡ йөрөргә тырыштылар.

.     Әсе теле менән, һәр хәлдән төрттөрөүлө әйтемдәр,  анекдоттар һөйләп сетерекле хәлдән сыға белде, ауырыуҙарға операция мәлендә оятһыҙ төрлө көләмәстәр һөйләргә лә тартынманы, әлбиттә улар өлөшләтә наркозда булғанда үҙенең өҫтөнлөгөн тойоп ирәүәнләне.

.   Был ауырыу ҡатынды республика буйлап ,, Сәләмәтлек поезы" рейдында ҡатнашҡан сағында осратты. Республиканан алыҫ районда сираттағы ауырыуҙы ҡабул итергә әҙерләнәләр, ғәҙәттәгесә кесе табиб ауырыу ҡатынды әҙерләй, Юрий Иванович медкарта буйынса  ауырыу тарихын өйрәнә.

.   -Алтмыш ике йәш, ошоғаса ҡатын-ҡыҙҙар ауырыуы буйынса бер ваҡытта ла табиптарға мөрәжәғәт итмәгән, бер бала тыуҙырған, башҡаса ауырға ҡалмаған, һуңғы ваҡытта эсенең түбән яғы ауыртыуға зарлана, ире бар, ғаиләле.

.  -Ә һеҙ нимә уйлағайнығыҙ, мәңге йәш булып ҡалырға теләгәйнегеҙме?..

.   Ҡатын-ҡыҙҙарҙы тикшереү өсөн яһалған махсус кресло янына килгәс ғәҙәттәгесә төрлө мәрәкәләр һөйләргә ҡалыплашҡан теле аңҡауына йәбеште, креслола тартынып ҡына ятҡан ҡатындан килгән еҫ уның бар булмышын, аңын томалап алды. Был уныҡы!!! Бер ниндәй хушбуй еҫтәренә алыштырғыһыҙ тәбиғи еҫ.

.   Эш дәүерендә үҙенә сараһыҙҙан мөрәжәғәт иткән төрлө йәштәрҙәге һылыуҙарҙы күп күрҙе, сибәр ҡыҙҙар, ҡатындар, буласаҡ әсәләр, төрлө милләт ҡатын-ҡыҙҙары. Һәр береһенең үҙенә хас еҫтәре була, кемдер ҡиммәтле еҫле майҙар һөртөп килә, бомждарҙан, эскесе ҡатындарҙан килгән һаҫыҡ еҫтәргә лә күнде, тәбиғи еҫтәрҙе лә айырырға өйрәнде.

.   Быныҡы үҙенсәлекле, бар күҙәнәктәргә тулып, ҡырағай дәрт уятыусы көс, барлыҡ әхлаҡи ҡанундарға баш бирмәҫлек ярһыу, сабырлыҡ сылбырын өҙөрлөк хәләт тыуҙырыусы еҫ. Юрий Ивановичтең  был ҡатын эргәһендә ни өсөн торғанын онотторорлоҡ хистәренән арындырып янында торған кесе табиб уның янына ауыр тимер инструменттарҙы шалтыратып  кескәй тәгәрмәсле тумбаны шылдырҙы.

.     Кипкән телен көскә әйләндереп ҡатынға төрлө һорауҙар биргәндә, уны тикшергәндә үҙенең аҙғын ҡырағай һәләтен көслөк менән баҫа алды.

.   -Балаятҡылыҡҡа һыу йыйылған, киста, кисекмәҫтән әмәлиәт яһарға. Әлегә тейешле анализдар, табибтәр тикшенеүҙәрен үтергә. Башҡала больницаһында һис бер икеләнеүһеҙ минең бүлеккә килегеҙ, үҙем дауалап ҡарармын, бәлки операцияһыҙ бөтөрөү юлын табырбыҙ, хәҙер  юллама яҙырҙар.

.  Күргәҙмәләргә ҡуйылып бар ғаләм һоҡланырлыҡ кәүҙә, алтмыш ике йәштә булһа ла ун алты йәшлектәр һоҡланырлыҡ тән, һәм ылыҡтырғыс еҫ бөркөлә был ҡатындан. Кейгән кейеме, һиҙелер-һиҙелмәҫ сыҡҡан ҡиммәтле хушбуй уның нәзәкәтле икәнлегенә, үҙ үҙен хөрмәт иткәнлегенә ишара яһай.

.   -Тиҙ арала килергә форсатығыҙ булырмы, ҡасанға яҙылырға һеҙгә уңайлы?

.    Ҡатындың нәфис тауышын ишетергә, аралашырға, яҡындан белергә теләүҙән ине был һорауҙар.
.   Сығышы менән ауылдан, ошо ҡалала үҙҙәренең юғары ҡатламға һатырға иҫәпләнгән магазиндәре бар икән, эшен күптәнән ябай ,, челнок" булып башлап ебәргән, ваҡытында, йөкмәп тауарын да ташыған, алыҫ Төркиә иленән килтереп һатҡан тауарҙарынан ҙур килемдәр алып күтәрелгән.

.  Ауыр йөк күтәреп имгәнгән ҡатындар күп осраны уның эш тәжрибәһендә, был ундайҙарға оҡшамаған, саф ҡыҙҙарҙыҡылай һоҡланғыс тәненә һалҡын ауыр тимерҙәрҙе ҡыҫтырғанда ҡулдары ҡалтыранғаны әле лә хәтеренә төшһә ҡаны уйнай, тиҫтәләгән  йылдар ғүмер итеүҙән барлыҡҡа килергә тейешле тәбиғи тән тутының эҙе лә булмаған тиреһе нәфис аҡ төҫтә. Ҡатын ҡыҙҙарҙың изге тәғәйенләнеше булған бала табыуҙан һуң ҡалған эҙҙәр бөтөнләй юҡ.

.  Үҙенең был ҡатындан һуң башҡа ауырыуҙарҙы ҡарарға хәле лә, теләге лә юҡлығын белеп бер аҙға тышҡа, күтәрмәгә саф һауа һуларға сыҡты, дөрөҫөрәге әлеге ҡатынды күҙ ҡарашы менән булһа ла оҙатырға теләне.

.   Сәстәренә сал төшһә лә һаман да көйәҙ күренгән алтмыш йәштәр тирәһендәге ир ҡиммәтле бейек машина янында ҡатынын көтә, ишектән сыҡҡанын күргәс тә уға ынтылды, әммә ҡаршы барманы, машинаһының ишеген асты. Үҙ баһаһын белеп кенә ҡатын килешле итеп машинаға урынлашты, тиҙ генә ҡуҙғалып китмәнеләр, ҡатынынан һаулығы торошон һорашҡандыр  ир кешенең йөҙөндә борсолоу һыҙаттары яғылды.

.   Икеһе бер бөтөнгә әүерелгәндәр, туғанлашып бөткәндәр тиҙәр ундайҙар хаҡында, бәхетлеләрҙер.

.  Юрий Ивановичтең йәне һыҡраны, тәбиғәт ҡушыуы, Аллаһтың тәғәйенләнеше буйынса, еҫе тәңгәл килеүе менән, үҙенә тейешле ҡатын яттар ҡулында, көнләшеүенән үҙе күҙәтеп торған баҫҡыс күтәрмәһенә усы менән һуҡты, скальпельдән ауыр әйбер тотмаған ҡулының әрнеүенә сыҙай алмай аҙаҡтан ыуғыланы.

.  Документтарында Юлиә тип яҙылған ҡатындың башҡала больницаһына килер көнөн ашҡынып көттө, ул көндө эшенә дәртләнеп, ҙур сараға әҙерләнгәндәй кейенде, махсус һайлап хушбуй һатып алды, үҙенең дә тәбиғи еҫенең уға тап килеүен ысын күңеленән теләй ине.

.   Тәжрибәле табиб тикшеренеүҙәрҙән күренеүенсә кисектергеһеҙ әмәлиәт кәрәклеген аңланы, әммә йәне, тәне теләгенә ҡаршы килә алмай дарыуҙар ҡулланыу ысулы менән дауаларға теләне, нисек тә ҡатынды оҙаҡҡараҡ янында ҡалдырғыһы килде, сәбәпһеҙ осрашыуҙар эҙләне.

.   Берсә ярһып үҙенә ташланған, аҙаҡтан ҡырҡа һүрелгән иренә ҡарап уның күңелендә ниндәй дауыл уйнағанын һиҙенә ине ҡатыны. Элек ризаһыҙлыҡ менән барған дежурстволарына байрамға барғандай әҙерләнеп бара, коллегаларына алмашҡа эшкә  сығыуы ла йышайҙы, тик артыҡ ихтибар бирмәне.

.  Профессор ҡыҙы, Юрий Ивановичтың ҡатыны үҙенең өҫтөнлөктәрен белә ине, күптән түгел атаһы вафат булғас әсәһенең һаулығы ныҡ ҡаҡшаны, ныҡлап ауырып урын өҫтөнә ятты. Берҙән бер ҡыҙы булараҡ бай мираҫҡа Юрий Ивановичтең ҡатыны эйә буласаҡ, ире иллене ашатлағас үҙе ултырған ботаҡҡа балта сапмаҫын белер йәштә.

.   Юрий Иванович шашынып яуапһыҙ  мөхәббәт  диңгеҙенә сумды, һәм уны башын әйләндергес илерткес еҫ, ошоғаса тоймаған хистәр, үҙеңдең иң беренсе сиратта ир икәнлегеңде таныу, көнләшеү, үҙ хыялыңа өлгәшеү тойғоһо биләп алды.

.  Ҡапма ҡаршы тойғолар тәьҫирендә яңғыҙы урынлашҡан ауырыу ҡатын янында кисергән, йәш ҡыҙҙарға ҡарата булған саф мөхәббәт хистәрендә яныу, эйе яныу, икеһе лә белә уртаҡ хистәр булмаҫын.

.   Тыйнаҡ мосолман ҡатыны ихлас аралаша, осрашҡанда докторға хөрмәт йөҙөнән үҙенең тормош юлын һөйләй, әммә тыумыштан инсафлы күңеле иренә хыянат итеүҙе белмәй.

.   Юрий Ивановичтең кинәйәле өгөтләүен ишетмәй ҙә тиерлек, алсаҡ ҡатын ейәндәре, ҡыҙы, ире хаҡында матур иҫтәлектәргә төшә, күңелле аралаша, ауырыуына зарланмай, киләсәктә барыһы ла яҡшы булырына ышана.

.  Ә унан айырылырға теләмәгән табиб уның иренән көнләшеп үртәлә, хәленән килһә ғүмергә ошо палатала бикләп ҡалдырыр ине, ҡатыны менән  айырылышыуҙы башына ла килтермәй, уңайлы, яҡшы мөхитте кем үҙгәртергә теләһен.

.     Үҙенән ун йәшкә оло ҡатынды яратасағын элек кемдер ҡолағына әйтһә хахылдап мыҫҡыллы көлөр ине, эшендә  күпме йәш, һылыу ҡыҙҙар күҙ алдынан үтә, бәйләнеш булдырыу өсөн Юрий Ивановичтең бер ҡаш һикертеүе  етә, һынамаҡҡа бирелгән һынау, тип ҡабул итте әлегә үҙенең хәлен.

.  Ябай яңғыҙ ауыл ҡатынының берҙәнбер ҡыҙы Юлиә юғары уҡыуға инергә документтар тапшырғанда уҡ таныша буласаҡ ире менән. Ниндәйҙер заводта директор булып эшләгән буласаҡ ҡайныһы уларҙың осрашыуына тәүҙән үк ҡаршы була, әсәһе ишетергә лә теләмәй. Юғары уҡыу йортоноң ишектәре үҙе өсөн асыҡ, урыны алдан тәғәйенләнгән йәш егеттең бергәләп уҡыу теләге юҡҡа сыға, Юлиә конкурстан үтмәй, аҙаҡ ауылына ҡайтырға теләмәй ҡалалағы магазингә һатыусы булып урынлаша. Ул ваҡытта кәштәләре буш хөкүмәт магазиненән килем булмағас, егеттән бурысҡа аҡса алып үҙ тауарын килтереп ҡушып һатыуға сығара. Тырыш ҡыҙ төшөмдөң артыуын күреп алыҫыраҡ юлдарға сығырға ла тәүәккәлләй, һуңынан магазин бинаһын арендаға алып үҙ эшен аса.

.   Уның янында өйөрөлгән күптәрҙе күреп, уны һаҡлау маҡсатында һөйгәне юғары уҡыуын ташлап ҡыҙға булыша, ата-әсәһенең ҡаршы булыуына ҡарамаҫтан бергә йәшәй башлайҙар.

.  Эштәре алға ыңғайлап, һөҙөмтәләре күренгәс тә яратмай килендәрен ҡайны-ҡәйнәһе, улдары уның арҡаһында дипломһыҙ ҡалған имеш. Юғары белеме булғанлығын раҫлаған һатып алынған дипломды күрһәткәс кенә аралары көйләнә, ихлас аралаша башлайҙар, эшкә ашмаған ҡатырғаның бизнестәрен үҫтерер өсөн кәрәге лә теймәй.

.  Хәҙер хөрмәтле бизнес-ледигә әйләнгән Юлиәнең дәрәжәһе юғары, ире менән татыу ғүмер итәләр, эштәрен аҡыллы, эшкә сос, таһыллы тотонған ҡыҙҙары дауам итә, үҫтерә, үҙҙәре лә хәлдәренсә тырышалар икән.

.  Ошоларҙы белде уның тураһында Юрий Иванович, бәхетле ирҙән көнләшеүенән шартлай яҙҙы, үҙе ҡайныһы ярҙамында юғары уҡыу йортон тамамлағас, уның байлығына көнләшеп, үҙенекеләй күреп ғүмер итеүенә ғәрләнде, эшендә лә үрләүе, исемдәр алыуы уның йоғонтоһо икәнлеген таныу тәүге тапҡыр әсендерҙе.

.   Юҡ, эше оҡшай Юрий Ивановичтең, йылы урын, ҡатын-ҡыҙҙар араһында еңел флирт күңеленә хуш килә, һәйбәт эш хаҡы, һулдан яуған аҡсалар, өйҙәге уңай, өйрәнгән мөхит, әммә ирлек ғорурлығы юҡ, ғаилә башлығы була алманы, үҙ ҡарашы, үҙ һүҙе юҡ.

.  Әле лә табибтар консилиумында Юлиәне артабан дауалау файҙаһыҙ тип таптылар, уны операцияға әҙерләргә ҡушылды, Юрий Ивановичтың һүҙе аҫҡа ҡалды. Һуңғы тапҡыр Юлиәнең ҡылын тартҡылау алдағы өмөтөнән дә ваз кистерҙе, ҡатындың иренә үлгәнсе тоғро буласағын белде.

.  Эштәге кисерештәрен өйгә алып ҡайтырға тырышмаған Юрий Иванович  үҙҙәре тормош көткәндән алып ҡатынына беренсе тапҡыр ауыр һүҙ күтәрҙе, һәм уға ишеккә юлды күрһәттеләр, уның һүҙе һүҙ түгеллеген аңлаттылар, бер мөлкәткә лә хужалығы юҡлығын белде.

.  Тиреһенән сыға яҙып ярһыған Юрий Иванович операцияға шул хәлендә тотонғайны, әлбиттә теләһә баш тарта ала ине, әммә Юлиәгә үҙе яһарға теләне.

.  Ассистенттары уның үтә ярһыулыҡ менән ҡатындың тән ағзаһын артыҡ телгеләүенә ризаһыҙлыҡ белдерҙеләр, билгеле таҙа өлөшөн ҡалдырырға мөмкин ине, был ғаилә бәхетендә, артабан ғүмер итеү өсөн ҡатындар яҙмышында ҙур роль уйнай.

.    -Артабан кистаның тәндә сәсрәп күбәйеп, үрсеү ихтималы бар, тип аңлатты үҙенең әмәлиәтен, тамырҙары таралған, - был бары аҡланыу икәнлеген үҙе генә белгәндер, үс алыу тойғоһо ине унда.

.  Бәхетле ирҙән көнләште, үҙ иренә тоғро ҡатынды унан ҡыҙғанды, илерткес тәбиғи еҫте бөтөрөргә теләне, йәшәрһегеҙ микән хәҙер тән яҡынлығынан башҡа, ҡоро хистәрегеҙ күпмегә етер. Үҙенең кире ҡағылған мөхәббәтен, ҡанмаған һыуһынын ошолай баҫырға теләп, ҡатын кешенең ҡалдырырға мөмкин булған ағзаһын аяуһыҙ тураҡлап алып ташлап, Юрий Иванович тормоштан, бар донъянан үс алырға теләне.

.     Иртәгәһе эш көнөндә, килгәс тә тура үҙенең пациентының палатаһына ашыҡты. Наркоздан әле ныҡлап айнығып бөтмәгән Юлиә тимер карауатының башына ике ҡуллап тотоноп аяғурә баҫҡан, тәне еңелсә ҡалтырана, иҙәндә ҡан күләүеге йыйылған. Үҙенә магниттай тартылдырған илерткес еҫ ҡан еҫенә ҡушылып кәмегән, элеккесә ылыҡтырмай. Үҙендә еңеү, өйөр башлығы хисен тойоп, Юрий Иванович Юлиәгә яҡын килде.

.  -Беҙҙең Һыуһылыуыбыҙ ярға йөҙөп сыҡтымы, күшекмәнеңме, хәлдәрең нисек.

.     Яуап бирергә тырышҡан ҡатын өндәшә алманы, теле сарсауҙан ҡороғайны, янында һыу бирерлек палаталаш иптәштәре лә юҡ, был да докторҙың тырышлығы.

.   -Яҡшы, яҡшы, тик кенә ятмағыҙ, шулай баҫырға, торорға тырышыуығыҙ бик һәйбәт. Ҡан йөрөргә тейеш, насар һүлдәр ағып сығырға тейеш, нимә кәрәк әйтегеҙ, ауыртыныуҙарға түҙергә тырышмағыҙ, тейешле уколдарҙы яһарҙар. Әйткәндәй һеҙҙең ауырыу бик аҙған, бөрсөк-бөрсөк булып бөтә ағзағыҙға таралған ине, бер өлөш тә ҡалдырмай алып ташларға, һуңынан бөтәштереп тегеп ҡуйырға тура килде, был сараһыҙҙан һеҙҙең ғүмерегеҙҙе һаҡлап ҡалыу өсөн эшләнде, -унан күҙҙәрен уҫал ялтыратып өҫтәне, -әлбиттә ирегеҙ һуҡраныр инде беҙ ғәли йәнәптәренә, әммә ауырыуҙың ғүмере беҙҙең өсөн мөһим.Беҙҙән йүнәлеп сыҡҡас та онкология больницаһына юнәлтмә бирербеҙ, унда тулы тикшеренеү үтергә тура килер, әлегә анализдарығыҙҙы унда ебәрҙек, яуап көтәбеҙ, шикләнерлек сәбәптәре бар.

.  Был Юлиәгә һуңғы контроль атыу икәнлеген белә ине, нисек ҡабул итеүен күҙҙәренә ҡарап белергә тырышты ла, башын юғары күтәреп палатанан сығып китте.

.   Зифа тәне ап-аҡ гипстан яһалғандай ағарынған, йөҙөндә тамсы ла ҡан әҫәре ҡалмаған Юлиә тимер карауат башына тотоноп оҙаҡ ҡатып торҙо, хәйер, урынына барып ятырлыҡ хәле лә юҡ ине, тик ҡоларға ғына ярамай. Күпме торғандыр өшөп ҡалтыранып көскә карауатына йығылды, уколдар яһаусы кесе табип ингәнсе шул хәлендә биҙгәк тотҡандай ҡалтыранып ятты.

.   Уколдан һуң бер аҙ йоҡлап алғас ҡына, доктор әйткәндәр башына етте, яратҡан ирен, һөйөклө ейәндәрен, берҙән-бер ҡыҙын ҡалдырырға ваҡыт еттеме. Тырышып һалған ике ҡатлы затлы өйөндә йәшәргә лә өлгөрмәҫме, кем килер унда хужабикә булып, әле был яҡты ер йөҙөндә йәшәргә лә өлгөрмәне, гел донъяһын алға һөрҙө, эштән бушаманы.

.    Юҡ, бирешмәҫкә, янында таяныр тормош юлдашы бар, күпме ауырлыҡтарға, ,, челнок" сағында эҙәрлекләүҙәргә түҙгәнде, хәҙер сыҙар, хәлен берәүгә лә белдермәҫ, балалары хаҡына йәшәргә тейеш.


Гөлдәр Кәлимуллина.

Автор:
Читайте нас: