Шоңҡар
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Тауҙар ғына осрашмай

Инсафы мәрхүм булғандан һуң йүнләп бер кеше менән дә аралашмай Айгөл,бер кемде лә күргеһе лә килмәй...

Тауҙар ғына осрашмай
Тауҙар ғына осрашмай

Туҡ-туҡ,ишек тукылдаталар,кем йөрөй икән таң һарыһынан,тип уйлап ишеккә табан атланы Айгөл апай...

....Инсафы мәрхүм булғандан һуң йүнләп бер кеше менән дә аралашмай Айгөл,бер кемде лә күргеһе лә килмәй.Балаларына рәхмәт,яңғыҙ итмәйҙәр,аҙна һайын ял көндәрендә ҡайтып,әсәләренең хәлен белешмә йөрөйҙәр.
....Айгөл менән Инсаф китаптағы яҙылған,әкиәттәрҙәге ялҡынлы мөхәббәт кисереп өйләнешмәнеләр,уларҙы димләп ҡауыштырҙылар.Икеһе лә йәш кенә булһалар ҙа был тормоштоң әсеһен-сөсөһен татып өлгөргәндәр ине инде.
Айгөл 26йәшлек өс бала әсәһе, тол ҡалған йәш ҡатын,уның тормош иптәше ҡәһәрле Афған ерендә хәбәрһеҙ юғалған.
Ә Инсаф бәләкәй генә өс ҡыҙсығын ҡосаҡлап ҡалған 34 йәшлек тол ир уҙаманы,уның һөйөклө ҡатыны йәшләй генә китеп барҙы был яҡты донъяларҙан.
...Айгөл тормош иптәше менән ҡалала йәшәйҙәр ине,ике ҡыҙ һәм бер малай үҫтерәләр, әсәләре балалар баҡсаһында эшләй,ә Заһиры милиционер булып хеҙмәт итә.
Ҡәһәрле Афған барған осор Заһирҙы командировкаға шунда ебәрәләр.Ике ай ҙа үтмәне, хәбәрһеҙ юғалған тигән яҙыу килтерҙеләр.
Күпме йоҡоһоҙ,мендәр ҡосаклап үткәргән төндәр булғанын Айгөл үҙе генә белә... Йоҡоһоҙ төндәр үтеү менән яңы көн тыуа,күҙенә ҡарап торған өс балаһы йәшәүгә дәрт,көс бирә.Тик ҡалала йәшәргә ауыр була,шуға Айгөл өс балаһын алып ауылға атай йортона ҡайтырға ҡарар итә.
...Ә Инсафтарҙың ғаиләһе күрше ауылда йәшәйҙәр ине .Инсаф менән Әлфиә яратып өйләнештеләр,йәш ғаиләнең шатлығы булып, мөхәббәт емештәре бер-бер артлы өс ҡыҙҙары донъяға килде.Инсаф ауылдары фермала мал ҡараусы булып эшләй,Әлиә ҡыҙҙары менән өйҙә ултыра.
Ауылда тик ултырып булмай инде,урам тулы мал-тыуар, ҡош-ҡорт барыһы ла Әлиәнең иңендә,ул ваҡытта һыуҙы ла, утынды ла ташырға кәрәк бит инде.Инсафы ярҙам итмәй түгел,шулай ҙа өй,һарай,урам тирәһендәге күп эште Әлиә башҡара .
Шулай яйлап ҡына тормош көтөп ятҡанда,аяз көндө йәшен атҡан кеүек,ҡайғы килә ғаиләгә,ҡапылдан ғына Әлиәне ҡаты сир харап итә,ҡан ауырыуы менән сирләп мәрхүм була.

Инсаф ҡатынын нисек итеп күмгәндәрен дә йүнләп хәтерләмәй,юҡ,уйлап ҡуймағыҙ ул хәмер эсә башлаған тип,Инсаф ҡайғыны ауыр кисерә,төшөнкөлөккә бирелә,ярай әле янында атаһы-әсәһе,туғандары була,улар ҡыҙҙары үҙҙәренә алып ҡайталар,бер ауылда йәшәгәс быны эшләү ҡыйын булмай.
Яҙмыштыр инде,шул уҡ ваҡытта күрше ауылға ҡаланан Айгөл өс балаһы менән ҡайтҡан,тигән хәбәр сыға. Инсафтың ата-әсәһе күп уйлап тормай Айгөлдәрҙең ауылына баралар яусылап.
Инсаф менән Айгөл бер-береһен яҡшылап белмәһәләрҙә,күп уйлап тормай,балалар хаҡына ғаилә ҡорорға ҡарар итәләр.
Бына шулай ҙур ғаилә барлыҡҡа килә,биш ҡыҙ һәм бер малай.Айгөл менән Инсаф бик татыу донъя көтәләр, бер-береһен хөрмәт итеп, һәр эштә лә кәңәшләшеп тормош йөгөн бергә тарталар.
Балалар ҙа үҙ-ара тиҙ генә уртаҡ тел табалар,апай-һеңлем тип кенә торалар,ә бәләкәй берҙән-бер ҡустыларын ҡулдан төшөрмәйҙәр.

Тормош дауам итә,балалар үҫеп тора,ғаилә шатлығы булып тағы бер ҡыҙ һәм ике малай донъяға килә .
Инсаф менән Айгөл ауылдың күркәм ғаиләләренең береһе була.Барыһыла уларға һоҡланып ҡарайҙар,һоҡланмаҫлыҡ та түгел шул, өс төрлө туғыҙ бала, һәр береһенең үҙ ҡылығы,барыһы менән дә уртаҡ тел таба белеү кәрәк.
Инсаф ғүмер буйы мал ҡараусы булып эшләй,ә Айгөл сөгөлдөр утауҙа, колхоз ашханаһында эшләй. Ғаиләлә балаларҙың һәр береһенең үҙенең бурысы, ҡыҙҙар өйҙө бөхтә тота,ата-әсәләре ҡайтыуына ашарға әҙерләп ҡуялар.Ә малайҙар инде урам,һарай тирәһендә атайҙарының оло ярҙамсылары,урманға утын,бесән әҙерләүҙә улар ярҙам итәләр .
Бына шулай иңгә-иң терәшеп тормош арбаһын тарталар,балалар үҫтереп үтеп тә китә инде 20йыл ғүмер.Рәхәтләнеп ҡартайған көндә йәшәргә лә йәшәргә бит инде,тик донъя без уйлағанса ғына бармай шул...
Ғүмер буйы мал ҡарап, ямғыр,ҡар тип тормай йөрөгән Инсаф ҡаты ауырып китте,бер ятҡандан кире тора алманы,үпкәһенә һыуыҡ ныҡ тейгән тинелар.
Айгөл өсөн донъяның йәме юғалды,тормоштоң шәме һүнде,тамағына аш,ҡулына эш барманы.

Таң ата ла кис була,өйрәнелгәнсә,һәр көндәгесә йәшәне,кеше менән аралашманы. Ярай әле балалары бар,барыһы ла ҡалала йәшәйҙәр инде,биш ҡыҙҙары ғаиләле,бер ҡыҙҙары менән оло улдары ҡалала эшләйҙәр,ә бына ике бәләкәй малайҙары спорт мәктәбендә уҡыйҙар. Айгөл ауылда ҙур йортта яңғыҙы ғына.
....Ишекте тағы тукылдаталар, Айгөл ишектең келәһен асты ла,ҡатып ҡалды,әллә төш күрә инде, әллә яңғыҙлыҡтан аңын юя башлағанмы???Уның ҡаршыһында сәстәренә сал төшкән,мыҡты кәүҙәле, күҙҙең яуын алып торған погодарын таҡҡан,хәрби форма кейгән ир-уҙаман баҫып тора ине.
-Һаумы Айгөлөм минең!!!Таныманыңмы әллә?Был мин Заһирың-тине. Айгөл телһеҙ ҡалған ине,нисек,ҡайҙан килеп сыҡҡан,ҡайҙа булған,ул 20 йыл буйы ни эшләп бер ҙә үҙенең иҫән икәнен белгертмәгән? Ә өс сабыйын онотҡанмы ни???
Айгөл Заһирға:"Һаумы,түргә үт,һиңә һорауҙарым күп булыр"-тине .
...Заһир Афған һуғышында ҡаты яралана,ҡоллоҡҡа эләгә, иҫен юғалта,исемен дә,кем икәнен дә хәтерләмәй,уны хәбәрһеҙ юғалғандар рәтенә яҙалар.Заһир хәтерен юғалтҡан икәнен белгәс уны ҡоллоҡтан ебәрәләр, тик ҡайҙа барыһын инде үҙен кем икәнен белмәгәс.Шунда уны йәлләп бер ғаилә үҙҙәренә алып ҡайталар, исем бирәләр-Мөхәммәт тип .Бер нисә йылдан шул ауылдан Зөһрә исемле ҡыҙға өйләнә. Шул яңы исеме,кәләше менән 18йыл ғүмер кисерә,биш балаға атай булырға өлгөрә.Ә бына 2 йыл элек өй ҡыйығынан йығылып төшөп иҫен юғалтып,ҡабаттан терелгәс Заһирға хәтере кире ҡайта.Ул шундуҡ ҡатынына барыһында, хәтерендәгеләрен һөйләй һәм уға Башҡортостанға тиҙерәк ҡайтып килергә кәрәген әйтә. Зөһрә аҡыллы ҡатын,ирен аңлай Заһирҙы ҡеүәтләй. Заһир оҙон юлға сыға,ҡайта әсәһе менән атаһы мәрхүм булғандар,ҡәберҙәренә бара. Ә Айгөлө менән балалары ҡайҙа икән? Күп уйлап тормай Айгөлдәрҙең ауылына юл тота.
Айгөлдең дә ата-әсәһе мәрхүмдәр икән,күрше апай белгәндәрен еткерә Заһирға . Бына Заһир килеп етте Айгөлөнә,20 йыл үткәс....
Яҙмыштарҙан-уҙмыш барҙыр ул.Күпме ғүмер үтһә лә, күпме һыуҙар аҡһа ла осрашасаҡ кешеләр барыбер бер саҡ күрешәләр."Тау менән тау ғына осрашмай"-тип бушҡа ғына әйтмәгәндәр...
 
Лена Шәйәхмәтова
Автор:
Читайте нас: