Шоңҡар
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Яҙыусылар - Баймаҡта!

Ике көн буйы барған осрашыуҙар күңелдәрҙә йылы тойғолар ҡалдырҙы.  

Яҙыусылар - Баймаҡта!
Яҙыусылар - Баймаҡта!

"Баймаҡтар яҙыусыларҙы ярата, хөрмәт итә. Ошондай осрашыуҙар бик фәһемле, сөнки яҙыусылар менән күҙмә-күҙ осрашып, үҙебеҙҙе борсоған мәсьәләләр хаҡында һөйләшеү бик кәрәк", - тип ҡыуанып бөтә алманы баймаҡтар. 

 Осрашыу Баймаҡ үҙәк китапханаһында  башланды. Билдәле булыуынса, Баймаҡта ижад дәрте менән янған халыҡ йәшәй. Уларҙың әҫәрҙәре ваҡытлы матбуғатта йыш донъя күрә, шулай ҙа баш ҡаланан ситтә йәшәгән ижадсылар кәңәшкә, ярҙамға мохтаж. Проза һәм поэзия секцияларында ҡулъяҙмалар тикшерелде, етешһеҙлектәр билдәләнде. Республика Милли әҙәбиәт музейы  директоры Миләүшә Ҡаһарманова, Башҡортостан Яҙыусылар союзы рәйесе урынбаҫары Тәнзилә Дәүләтбирҙина «Башҡортостан ҡыҙы» журналының баш мөхәррире Гөлназ Ҡотоева, “Шоңҡар” журналының яуаплы сәркәтибе Венер Исхаҡов, прозаик, тәржемәсе Рәйлә Сабитова, тәнҡитсе, әҙәбиәт белгесе, филология фәндәре кандидаты, Мәжит Ғафуриҙың Өфөләге мемориаль йорт-музейы мөдире Ғәҙилә Бүләкова  биргән фәһемле кәңәштәр киләсәктә үҙ һөҙөмтәһен бирмәй ҡалмаҫ, әлбиттә.

Урал аръяғы агросәнәғәт колледжында үткән осрашыу ҙа күңелдәрҙә йылы хәтирә ҡалдырҙы. Киләсәген сәнәғәт тармағы менән бәйләргә ниәт иткән йәштәр араһында ла ижад ҡомары менән янған йәштәр байтаҡ.  Уҡыу йорто директоры Илдус Әдиф улы Зәйнуллин тырышлығы менән  бына тигән ремонт яһалған.  Ҡунаҡтар йәштәргә шиғырҙарын уҡыны, бөгөнгө көндә эшсе һөнәренең бик кәрәкле  булыуы хаҡында  һөйләне.

Сыңғыҙ, Билал ауыл китапханаларында үткән осрашыуҙар ҙа үҙенсәлекле,  йәнле барҙы. Яҙыусылар  әҙәбиәт һөйөүселәргә шиғырҙарын уҡыны, хикәйә, повестары буйынса фекер алышты, һорауҙарға яуаптар бирҙе.



Яҙыусылар - Баймаҡта!
Яҙыусылар - Баймаҡта!
Яҙыусылар - Баймаҡта!
Яҙыусылар - Баймаҡта!
Яҙыусылар - Баймаҡта!
Яҙыусылар - Баймаҡта!
Яҙыусылар - Баймаҡта!
Яҙыусылар - Баймаҡта!
Автор:
Читайте нас: