Шоңҡар
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм ижад
2 Апрель , 10:09

Ҙур залда - ҙур «Көлдөрмөш» булды

Өфөлә Мар. Сәлимдең юбилей кисәһе үтте. 

Ҙур залда - ҙур «Көлдөрмөш» булды
Ҙур залда - ҙур «Көлдөрмөш» булды

Башҡортостандың сатиригы һәм юмористик шағиры һәм яҙыусыһы, журналисы һәм тәржемәсеһе, йәмәғәт эшмәкәре,Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Марсель Сәлимовҡа быйыл 75 йәш тулды. 

1 апрель көнө "Башҡортостан" дәүләт концерт залынды Мар. Сәлимдең юбилейына арналған юмор һәм сатира кисәһе үтте. 

Байрамда "Ҡыҙыҡ менән Мәҙәк" эстрада театры, Рим Хәсәнов, Фәнүнә Сиражетдинова, Гөлзәмиә Ситдиҡова, Зөлфиә Ҡудашева кеүек легендар сәхнә оҫталары сығыш яһаны. 

Юбилярҙы Республика мәҙәниәт министры урынбаҫары Ринат Ғайсин,  Яҙыусылар союзы рәйесе, БР Дәүләт Йыйылышы –Ҡоролтай депутаты Айгиз Баймөхәмәтов ҡотланы. 

Белешмә: 

Марсель Шәйнур улы Сәлимов (Мар. Сәлим) 1949 йылдың 3 ғинуарында Борай районының Сәйет-Көрйә ауылында тыуа. Башҡорт дәүләт университетын һәм Свердловск юғары партия мәктәбен ҡыҙыл дипломдарға тамамлай. Совет Армияһы офицеры булараҡ Польшала хеҙмәт итә (1971–1973). 1973 йылдан алып хаҡлы ялға сыҡҡансы “Һәнәк” журналында эшләй: башта әҙәби хеҙмәткәр, бүлек мөхәррире; унан утыҙ йыл буйына (1980–2010) – баш мөхәррир. Тиҫтә йылдан артыҡ (1996–2006) йәмәғәт башланғысы менән Башҡортостан журналистар союзы рәйесе вазифаһын башҡара.

Һигеҙ йәштән шиғырҙар яҙа, ун ике йәшендә әҫәрҙәре матбуғатта баҫыла башлай. “Һәнәк”тә уның беренсе фельетоны ун дүрт йәшендә донъя күрә. Бөгөн Мар. Сәлим – исеме доньяға танылған яҙыусы-сатирик, шағир, публицист һәм йәмәғәт эшмәкәре. Өфө, Мәскәү, Ҡазан, Шупашҡар, Симферополь һәм Лондон ҡалаларында башҡорт, урыҫ, татар, сыуаш, болгар һәм инглиз телдәрендә нәшер ителгән илленән ашыу китаптың һәм Рәсәй халыҡтары әҙәбиәте тарихында беренсе сатирик ике томлыҡтың (Әскелле-сөскөллө әҫәрҙәр. – Өфө : Китап, 2002–2005) авторы. Әҫәрҙәре иллеләп телгә тәржемә ителеп, төрлө илдәрҙә сыҡҡан гәзит, журналдарҙа, йыйынтыҡтарҙа донъя күрҙе.

Бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара ижади бәйгеләрҙә ҡатнашып, яҙыусы-сатирик күп тапҡыр еңеүҙәр яуланы. Мар. Сәлим – Сергей Михалков, Владимир Гиляровский, Владимир Набоков (Рәсәй), «Алеко» (Болгария), Николай Гоголь (Украина), Эрнест Хемингуэй, Марк Твен (Канада), Джек Лондон (АҠШ), Чарльз Диккенс (Бөйөк Британия) исемдәрендәге халыҡ-ара премиялар лауреаты. Ул шулай уҡ халыҡ-ара Евразия һәм Рәсәй әҙәби премиялары лауреаты, Рәсәй халыҡтарының XIV Артиадаһы, Мәскәү, Псков, Сочи, Әстерхан, Ялта, Саки ҡалаларында үткәрелгән халыҡ-ара фестивалдәр лауреаты, Рәсәй Журналистар Союзы һәм БР Хөкүмәтенең Ш. Хоҙайбирҙин исемендәге премиялары лауреаты. “Асыҡ Евразия” (Лондон), Де Ришелье исемендәге (Одесса – Майндағы Франкфурт) халыҡ-ара конкурстарҙа, Рәсәй Журналистар һәм Яҙыусылар союздары үткәргән “Ватан журналистикаһының алтын китап кәштәһе”, “Рәсәйҙең иң яҡшы шағирҙары һәм яҙыусылары” бәйгеләрендә лә еңеп сыҡты. “Мәғрифәткә өлөшө өсөн” һәм В. Маяковский ордендары, “Маҡтаулы хеҙмәте өсөн”, “Әҙәбиәт һәм сәнғәт өлкәһендәге хеҙмәттәре өсөн”, М. Лермонтов, Н. Надсон, М. Булгаков, С. Михалков, В. Шукшин (Рәсәй), А. Мицкевич (Польша), М. Басё (Япония), Г. Бёлль (Германия), С. Бейбарыс (Ҡаҙағстан), “Тыныслыҡ күгәрсене” (Ҡырғызстан) миҙалдары, Алтын, Көмөш һәм Агальматолит ҡәләмдәр менән бүләкләнде. Ул ЛИффТ фестиваленең Алтын лауреаты. Габровола Халыҡ-ара юмор һәм сатира йортоноң Индульгенцияһын (Болгария) һәм Нью-Йоркта Ильф менән Петров бүләген (АҠШ) алды. Ижади ҡаҙаныштары өсөн арҙаҡлы мөхәррир-сатиригыбыҙ “Рәсәйҙең алтын ҡәләме” һәм “Рустың алтын ҡәләме”, “Тыныслыҡ илсеһе” (Германия), “Иң яҡшы шағир” (Ҡытай) тигән маҡтаулы исемдәргә лайыҡ булды. Шул уҡ ваҡытта ул «Литературная газета», «Литературная Россия» һ.б. гәзит, журналдарҙың да лауреаты.

Автор:Загида Мусина
Читайте нас: