Шоңҡар
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм ижад
17 Апрель , 20:55

Йәшләй генә йәне Аллаһ хозурына юлланһа ла

Йәмил Сәйҙәлиев... Был исем баймаҡтарҙың күңеленә тәрән һоҡланыу һәм сикһеҙ тетрәнеү булып уйылған..

Йәшләй генә йәне Аллаһ хозурына юлланһа ла
Йәшләй генә йәне Аллаһ хозурына юлланһа ла

Йәмил Сәйҙәлиев... Был исем баймаҡтарҙың күңеленә тәрән һоҡланыу һәм сикһеҙ тетрәнеү булып уйылған... Башҡорт әҙәбиәтендә йондоҙ атылғандай ҡыҫҡа ғына ғүмерендә көслө фәлсәфәүи ижады, ораторлыҡ һәләте, йыр-бейеүгә һәм музыка ҡоралдарына маһирлығы менән таң ҡалдырған Шәйехзада Бабичтың ижады һәм яҙмышы ниндәй хистәр йәйғоро уятһа, шиғри күңелле, йыр-моңға ғашиҡ Йәмил Сәйҙәлиевтың ижады һәм булмышы ла баймаҡтар өсөн ана шулай күңелдәрҙе йәшнәтер көскә эйә.

Йәшләй генә йәне Аллаһ хозурына юлланһа ла, 17 йыл ғүмере эсендә ул байтаҡ уңыштарға ирешеп, бихисап эштәр эшләп өлгөргән шәхес булып беҙҙең хәтерҙәрҙә ҡаласаҡ. Йәмилдең үҙе яныбыҙҙа булмаһа ла, баймаҡтар уның менән бәйле шатлыҡлы ваҡиға кисерҙе. Йәмилдең “Баймағымда алһыу таң атты” китабы донъя күргәйне.

Район китапханаһы балаларҙы ижадҡа йәлеп итеү өсөн Йәмил Сәйҙәлиев исемендәге конкурс иғлан итте. Унда бик һәләтле балалар ҡатнашты. Уларҙың эшен баһалау өсөн Мостай Кәримдең ҡыҙы Әлфиә апай ҙа килеп етте.

Гүзәл Сәлихова.

"Һаҡмар" гәзитенән.

Автор:
Читайте нас: