Шоңҡар
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм ижад
23 Апрель , 14:51

“Серек” һуйыр

Әсәйемдең сеңләп-сеңләп илағаны әле лә ҡолағымда ишетелә һымаҡ. Йәш сағында колхоздың аҫау айғырҙарын өйрәтеп, аттың атын үҙенә буйһондорған әсәйем бахыр ғына булып илайсы...

“Серек” һуйыр
“Серек” һуйыр

Телефонымды ҡулға алып, ниндәй яңылыҡтар бар икән тип ҡараштыра башланым. Эйе, бөгөн ололарҙы хөрмәтләү көнө. Халыҡ ата-әсәһен, өләсәй, олатайҙарын кемуҙарҙан ҡотлай. Ҡараштыра торғас, бер әбейҙең фотоһында туҡтап ҡалдым, яҡындан ғына төшөрөп ҡуйғандарсы. Бөтә һырҙары ла асыҡ күренеп тора. Сырамытам бит әй тегене. Таныш күҙҙәр... Туҡта, был кем булды әле ул тип, аҫтағы яҙыуҙарҙы уҡырға булдым. Әһә, ейәндәр өләсәйҙәрен ҡотлай икән. Туҡта, улар араһында минең ике туған һеңлем үҙенең ҡоҙағыйын ҡотлай ҙа баһа?! Был бит беҙҙең күрше ауыл бисәһе Мәхмүзә - “серек һуйыр!” Заманында минең һәм береһенән-береһе матур дүрт һеңлемдең бәхетле баласағын, шатлыҡ-ҡыуаныстарын, әсәкәйемде ҡан илатып тыныслығын урлаған бәндә! Интернатта уҡыған саҡта уҡ өйрәнгән әр һүҙҙәре үҙенән-үҙе теҙелеп китмәһенме!.. Фотоһүрәт аҫтына ҡотлауҙар эргәһенә: “Һеҙҙең шәп өләсәйегеҙ заманында беҙҙе ҡан илатты!” - тип яҙырға уҡталдым. Туҡта! Һикһән йәшлек әбей Бәйләнештә селтәрендә ултырмай бит инде, нимуй. Ул балаларҙың ниндәй ғәйебе бар! Яҙмай торайым әле. Ыста, кеше шул хәтлем нәфрәтләнер икән! Үҙемде бер аҙ тынысландырырға итәм. Кис ятыр алдынан нимә тип телефонды соҡойомдор инде. Ваҡытында йоҡланың инде былай булғас...

Нисәмә тиҫтә йыл үткән, ә минең күҙ алдыма бала саҡтың хәтирәләре иҫкә төшә лә башланы. Әлегеләй хәтерләйем, атайым урманға һунарға тип сығып китеп, ошо бәндәлә уйнаш итеп ятыуын. Беҙ икенсе көндө үк ишеттек. Әсәйем әсенеп “серек һуйыр” тип һөйләнеп йөрөгәндер инде. Атайымдың ҡайтып килгәнен күргәс, минән бәләкәс һеңлем уға ҡаршы йүгереп сығып: “Һунарҙа "серек һуйыр"ҙа булдыңмы атай?” - тигән. Атайым ҡайтып инеп, өйҙә ниндәй буран уйнағанын күрһәгеҙ! Беҙҙең өсөн ул ҙур күңел яраһы булды. Бындай күңелһеҙ хәлдәр бик йыш ҡабатланып торҙо. Сөнки атайым колхозда шофер булып эшләне, рейстан ҡайтышлай «серек һуйыр»ға туҡтап, инеп сыҡҡан һайын, кис ул ҡайтҡас беҙҙең өйҙө ҡара һөрөм ҡаплай торған ине. Әсәйемдең сеңләп-сеңләп илағаны әле лә ҡолағымда ишетелә һымаҡ. Йәш сағында колхоздың аҫау айғырҙарын өйрәтеп, аттың атын үҙенә буйһондорған әсәйем бахыр ғына булып илайсы...


Ауылда бер телефон, уныһы ла силсәүиттә генә. Уның ҡарауы, йүкә телефон шәп эшләй ине ул ваҡытта. Күрше ауылдарҙа ниндәй хәлдәр булыуын еткереп кенә торҙолар. Апай, инәйҙәр ара-тирә инеп әсәйемә яңылыҡтарҙы тәфсирләп һөйләп бирәләр. «Серек һуйыр»ҙың әсәһе Әлимә әбей, ҡыҙын бәхетле итәм тип, ҡара эш менән булышҡан кешегә бер һарығын да йәлләмәгән, ти. Әмәлләгәндәр ул иреңде! Һин бында йоҡлап йөрөйһөң. Әсәйем: «Әстәғииин! Ярай мин-мин инде, береһенән-береһе матур биш баланың атаһын айырып алып кешене бәхетле итеп була микән ни ул?» - тип әсенеп һөйләнеүҙән ары китмәне. Әллә әсәйемдең рәнйеүе төштө, әллә теге “серек һуйыр”ҙың тәрбиәһе шулайыраҡ булды инде, уның ҡыҙы ла, йәш кенә булыуына ҡарамаҫтан, ҡырҙан колхозға һарай төҙөргә эшкә тип килгән әрмәндәр менән теттерә икән, тигән тауыштар ишетелә башланы...


Бер ваҡыт йоҡлап ятһам, түрбашта атайым әсәйем менән тағы талаша. Әсәйем: «Серек һуйырға» высший сорттан бер тоҡ он алғанһың икән... Ә беҙгә ҡара он ғына”, - ти. Атайымдың ауыҙынан йылан ышылдағандай итеп сыҡҡан һүҙенә иҫем-аҡылым китеп тыңлап ятам. “Эсең китәр!” - тине атайым. Атак! Ҡарасы! Беҙ бит шул икмәкте ашайбыҙ! Минең дә эсем китәсәк бит, былай булғас! Аптырап тороп уҡ ултырҙым! Башта төрлө уйҙар ҡайнай башламаһынмы? Атайымды алмаштырғандар! Ул беҙҙе күрмәй ҙә, яратмай ҙа! Вәт әй, һарыҡ та йәлләмәгәндәр бит әле! Бына «әмәл» тигән нәмә ошолайыраҡ була икән... Иң матур, шаян, йор һүҙле атайым урынында икенсе насаҡай кеше ултыра бит! Бына ҡара эштәр, кешене шулай итә икән... Беҙ бит уны рейстан ҡайтҡанын һағынып, көтөп ала, бензин, сәләрке һеңеп бөткән еҫен еҫкәп туя алмайбыҙ, ҡайтһа алдынан төшмәй, уның алға оҙон итеп төшкән сәсен үрәбеҙ, арҡаһын тапайбыҙ, әкиәт һөйләшәбеҙ. Ул һәр беребеҙҙең сәсен һыйпай, беҙгә рәхәт, шаярабыҙ көлөшәбеҙ. Беҙгә генә түгел күрше күләндең балаларына ла наҙы етә ине. Күрше ҡыҙҙары: “Ништәп кенә беҙҙең атай һеҙҙеке кеүек түгел икән?” - тип әйтә торғайны. Ул беҙҙе ныҡ ярата ине. Ә хәҙер атайым урынында сәпсим икенсе кеше ултыра. Ә әсәйемдең беҙҙе сөсөлдәтеп ултырырға ваҡыты ла етмәгәндер инде. Өй тулы бала, һарайҙа ике һыйыр, башмаҡтары, ҡырҡлаған һарыҡ-кәзә, ишек алды ҡош-ҡорт менән туп-тулы. Улары һыу буйынан ҡайтһалар, бер башы беҙҙең ишек алдында, аҙаҡҡы ҡош һыуҙа була торғайны. Ә баҡсаны тутырғансы сәсә, ҡарайбыҙ шунда бергәләп, бер сүп тә булмай торғайны. Төнө буйы шәм яндырып кәзә мамығынан шәл, ҡуяндыҡынан шапка, һарыҡ йөнөнән ойоҡ, бейәләй, күкрәксендәр бәйләй. Иҫке кейемдең береһен дә әрәм итмәй, уны йыртып төрлө төҫтәргә мана ла тирүгә һуға. Элек колхоз яландарын ҙурайтабыҙ тип ағастарҙы йығып “гаршауайт” итә торған инеләр бит. Әсәйем малға бесәнде шул ере тигеҙһеҙ, йығылған ағас араһын сабып әҙерләй. Унда өйөлгән әҙер бесәнде, атайым колхоз эшенән бушай алмайынса, әсәйем әллә нисә тапҡыр күбәләрҙе рәтләп, бер нисә тапҡыр таратып киптергәс кенә, машинаһы менән барып ала. Нисек өлгөргәндер инде әсәкәйем, белмәйем.


Их, ана тағы талашалар. Нишләп кенә ауылдағы инәйҙәр, бабайҙар кеүек татыу ғына йәшәмәйҙәр икән? Уларҙың һөйләшкәненә ҡолаҡ һалам. Атайым: “Бер-ике ҡыҙҙы бир! Мин китәм”, - тине. Әсәйемдең ҡаты итеп кенә: “Юҡ! Кешегә таратып бирерлек бер артыҡ ҡыҙым да юҡ! Биреп ебәр имеш, улар һиңә әйберме ни? Үҙегеҙ табығыҙ! Шыпа уҡымаған тигәс тә ҡыҙҙарҙы үҫтерә алмаҫ тиһеңме! (Әсәйем уҡый алмаған, бәләкәйҙән колхоз малдарын көткән). Балаларҙы үҫтереүе ауыр булһа булыр, кеше ҡалдығын кейһәләр кейерҙәр, бирмәйем береһен дә!” - тине. Атайым бешкән ашты ашап та тормайынса ҡабаланып сығып китте. Машинаһының тауышын һуңғы тапҡыр ишетәмдер инде тип, мин шым ғына илап тәҙрәнән ҡарап ҡалдым (бәләкәй саҡта мин һытыҡ ҡына була торғайным ул, әле лә аптырамайым инде, тыштан шарылдап торһам да). Бәләкәс һеңлеләрем аңламағандарҙыр инде. Хәҙер атайһыҙ ҡалдыҡ инде беҙ, тип бик оҙаҡ ҡайғырып йөрөнөм. Ауырып та алдым. Элек беҙ ҡыш көнө урамдан инмәй торған инек, сана, саңғы шыуабыҙ. Санамды һөйрәп тауға үҙемдең тиҫтерҙәрем янына барҙым. Бөтәһе лә миңә һораулы ҡараш ташлап торҙолар ҙа: “Ишеттеңме? Атайыңдың аяғы һынған, ҡулы һынған, ти. Бына шулай булған. Юҡ бына ул былай булған”, - тип бер-береһен бүлдерә-бүлдерә хәбәр һөйләй башламаһындармы! Мин уларҙы аяҡтарым ҡалтырай-ҡалтырай тыңлайым. Атаҡайымдың нисек итеп ауыртынып ятҡанын күҙ алдына килтереп, күҙҙәремдән сөбөрләп йәш аға башланы. Илай-илай өйөбөҙ яғына йүгерҙем. Ҡараһам, беҙҙең өй янында почта таратыусы ағай әсәйем менән һөйләшеп тора. Ана, ниндәйҙер ҡағыҙ тотторҙо. Минең йөрәк жыу итте. Ысынлап та атайыма бер-бер хәл булдымы икән?! Почтальон тыныс ҡына тауыш менән: “Ҡурҡмағыҙ, атайығыҙ имен-һау, тик әле балниста ята, телеграммала урыҫса шулай яҙылған”, - тине. Беҙҙе ташлап сығып киткәс, рейсҡа уны Биләриткә ебәргәндәр. Көн буранлы булған, ныҡ ҡар яуған. Ҡалаға етмәҫ элек тимер юлы үтә. Шуның аша сыҡҡан саҡта атайым абайламай ҡалған, машинаһын паровоз эләктереп етмеш биш метр һөйрәп алып киткән. Руль аҫтына төшөп ятып ҡына зәғифләнмәй ҡалған.
Уйланғандыр инде атайым Биләрит балнисында... Өйгә ҡайтты. Яйлап ҡына һәүетемсә генә тыныс тормош башланды. Шофер булып эшләүҙән туҡтағас, тағы тынысландыҡ. Ир эштәре ир елкәһенә төшкәс, беҙгә лә еңел булып ҡалды.
Күрше ауылда интернатта ятып уҡыйбыҙ. Теге бисәнең заттары, ағайҙарының улдары менән уҡыйым. Бер көн иртән улар класҡа килеп инделәр ҙә миңә мыҫҡыллы ғына итеп ҡарап: “Һин хәҙер беҙгә “ҡоҙаса” булаһың инде”, - тиҙәр. Бөтә һабаҡташтарым миңә ҡарап көлөштө. Ундағы хәлемде үҙем генә беләм. Һеңлеләрем үҫеп бер бер артлы уҡырға интернатҡа килделәр. Уларға апай булған булып ҡараштырып йөрөйөм. Уларҙы ҡыйырһытһалар, малайҙар менән һуғышам, ағайлыларға теймәйҙәр, беҙҙең ағай юҡ бит инде. Төрлө ваҡыттар булды: туҡмалған саҡтарым да, малайҙар менән тасма-тас һуғышып, еңеп һеңлеләремде яҡлаған саҡтар ҙа, көсһөҙлөктән ғәрләнеп ултырып илаған ваҡыттар ҙа. Һеңлеләремә: “Ҡарағыҙ уны, әгәр ҙә мәгәр берәйегеҙ «cерек һуйыр» заттары менән йөрөһә, кәрәгегеҙҙе бирәм!” - тим. Политика шәп, алдан әҙерләйем, йәнәһе. Уларға өйрәтеп маташҡан булам, ә унынсы класта уҡыған саҡта теге заттарҙың береһе миңә записка яҙа башламаһынмы! Исемен яҙмайынса запискаһын көндәлек араһына һала. Яҙыуҙарына ҡарап ипләп кенә сағыштырып йөрөйөм. Әһә! Самалап алдым бит тегенең кем икәненлеген. Ҡыҫыҡ күҙҙәремде шарҙай итеп тазырайтып бер ҡарауым етте. Хәстрүш! Ҡыҙ кәрәк булған икән берәүгә! Дүртенсе класта уҡыған саҡта “ҡоҙаса” тип мыҫҡыллап ҡарап торғанын онотҡан! Шулай ныҡ кенә тотҡанмын ахырыһы, әллә ныҡ ауыр алдым микән күңелемә...
Сытырлатып күҙҙе йомоп йоҡларға самалайым, төн уртаһы ла еткән һаман ошо уйҙарымдан арына алмайымсы. Асыҡҡан һымаҡ булғас тороп һыу эсеп алдым. Уйланып ята торғас тағы бер хәл иҫкә төштө.
Беҙ ауылда атайымдарға бесәнде эшләшеп бөтөп улдарым, ике туған апайымдар менән бергәләшеп ҡалаға ҡайтырға сыҡтыҡ. Юлда йәйләү һымаҡ урын бар. Унда һәр саҡ ҡымыҙ һаталар. Беҙҙекеләр: “Әйҙәгеҙ ҡымыҙ алайыҡ”, - тиештеләр. Күмәкләп ҡымыҙ һатҡан аласыҡҡа яҡынлаштыҡ. “Беҙгә ҡымыҙ һатығыҙ әле”, - тиһәк: “Мәхмүзә апай бөрлөгәнгә китте, беҙ белмәйбеҙ”, - тине урындыҡта ятҡан егеттәр. Онотолоп бөткән кеүек ине лә бит, «серек һуйыр»ҙың исемен ишетеү менән мине ҡорт саҡтымы ни, күркә кеүек ҡабарҙым. Йүгереп ишектән аласыҡҡа индем дә ҡымыҙ һатҡан тәҙрә төбөнә нисек барып баҫҡанымды һиҙмәй ҙә ҡалдым. “Тәәк егеттәр! Бына шулай. Заманында Мәхмүз беҙҙең өлөшкә нисауа ғына инде. Балалар ауыҙынан өҙөп алып хәрәм ашап ятты. Хәҙер мин уның өлөшөнә инәм. Бер нәмә лә буш булмай, - тип һөйләнә-һөйләнә, үҙем еҙнәләремдең, апайҙарымдың һауыттарына ҡымыҙ тултыра башланым. - Апайығыҙ ҡайтҡас түкмәй-сәсмәй һөйләп бирерһегеҙ инде, йәме. Мин шул-шул ҡарттың иң өлкән ҡыҙы булам. Бәхете бар икән, бөрлөгәнгә сығып шылған, “серек һуйыр”ҙың, битен арыу ғына сапсып, сәсенән йолҡҡолар инем”, - тип һөйләнәм. Егеттәр хихылдашып көлөшә башланылар. Ул эште белгәндәрҙер, күрәһең...


Интернатта уҡыған саҡта записка яҙған класташым телефон номерын кемдәндер алып, әле яңыраҡ ҡына шылтыратты, һирәкләп булһа ла хәл-әхүәл белешеп тора. Ҡарасы ул “класташ та класташ” тип өҙөлөп кенә тора, башҡа бергә уҡыған һабаҡташтарыма ике ятып бер төштәренә лә инмәйем. Йәш саҡта әллә үҙенсә ысынлап та яратып йөрөгән булдымы икән, тип уйлап ҡуйҙым. Яңыраҡ тағын шылтырата. “Класташ, тыңла әле, ней телефоныңды бәреп ҡуйма, тыңла инде, зинһар! Шунан уйҙарһың да яуап бирерһең, йәме, әле ҡабаландырмайым. - Минең ҡолаҡ ҡарпайҙы. - Миңә кейәүгә сыҡ әле!” “Бәтәс! Иҫке ауыҙға яңы һүҙ! Туҡта, туҡта бисәңде ҡайҙа итәһең?” - тинем аптырағас. “Эй, ул өйгә ҡайтмайынса эсеп тик йөрөй шул”, - тине ул көрһөнөп. “Ә балаларың?” “Улдарым башлы күҙле инде, ҡыҙым дүртенсе класта ғына уҡый шул”. Ул ҡыҙ баланың минең кеүек ғәрләнеп баҫып торғанын күҙ алдына килтерҙем дә, нимә кисергәнен беләм бит инде баштан үткәс, ҡаты ғына итеп: “Класташ, һин үҙеңде йәлләтмә, йәме! Кемгә, кемгә һинең ҡыҙыңа ныҡ ҡыйын, беләһеңме? Иптәштәре бармаҡ төртөп күрһәтмәй тиһеңме? Үсекләмәйҙәр тиһеңме? Ә һин бирешмәйәсәкһең! Сөнки һин намаҙҙа! Минең ҡулдан килмәй бит әле намаҙ уҡырға! Аллаһы Тәғәләнән сабырлыҡ һорайһың инде. Ҡатыныңды кеше итеп тәрбиәләп ал, йәме. Ҡатының ниндәй генә булһа ла, ҡыҙыңа ул ҡәҙерле әсәй! Ә үҙеңә ныҡ ҡыйын булһа, шылтырат йәме, һөйләшербеҙ", - тинем. Уның апаһы «серек һуйыр» эште боҙмаһа, тормош саҡ ҡына икенсе төрлөрәк тә булыр ине, бәлки. Насар егет түгел, сабыр холоҡло, тик бәхете генә булманы.


Яңыраҡ ҡына әсәйемдең бер туған ҡустыһының ейәне “серек һуйыр”ҙың ейәнсәрен ала икән, тигән хәбәр ишеттек. Беҙҙе ижәпкә саҡырҙылар. Атайым менән әсәйемә әйтмәй генә иң бәләкәй һеңлем менән үҙебеҙ барырға булдыҡ. Саҡырырға килгән ике туған һеңлемә: “Тик үпкәләмәгеҙ, һин беләһең бит инде. Мәжлес боҙғом килмәй, тегеләр эргәһендә шым ғына ултыра алмамдыр ул. Мин әле лә ул бисәнең битен тырнағым килә. Улар ҡайтып китһендәр, барып ҡотларбыҙ йәме”, - тинем. “Апай, һаман шул балыҡ башын сәйнәйһең, онот шуны, ул тәккәберлек була, тыныслан”, - ти һеңлем.
Һеңлем менән һуң ғына барып йәштәргә бүләктәр биреп, ҡотлап ҡайттыҡ. Һуңынан ишетәбеҙ: уларҙың балалары тыуған, тик зәғиф икән. Эй, Аллам! Ул бәпестең ниндәй генә ғәйебе бар икән. Уйлап-уйлап йөрөйөм дә, әллә әсәйем теге ауыр ваҡыттарҙа ҡарғаны микән? Ҡарғыш бит ике осло була, тиҙәр. Шуға рәнйеткән кешегә һәр ваҡыт ҡаршы талашмайынса, һаулыҡ теләргә кәрәк, тиҙәр. Әсәйемдең яғынан туған йәштәребеҙҙең бер ғәйепһеҙ балаһы этләнә...


Атайым менән әсәйем бик татыу йәшәнеләр. Ошоға тиклем атайым ишек алдында нимәнелер йүнәтә, туҡ та туҡ килеп эшләй, теплицалар ҡуйып баҡса үҫтерә. Тәмәке тартманы, эсеп урамда йөрөмәне. Бала саҡта булған хәлде ауыр кисерһәк тә, һин шулай булдың тип уға бер ваҡытта үпкә һүҙҙәре әйтмәнек. Күҙ теймәһен, быйыл да, көндәр эҫе тороуға ҡарамаҫтан, бергәләп бесән саптыҡ әле, туҡһан йәшкә етеп барһа ла. Салғыларыбыҙҙы янып, сүкеп биреп кенә торҙо. Быйыл улдарымдың вахталары тура килмәне шул. Ҡул менән бесән сабыу һеңлемә, атайыма һәм миңә төштө. Еңел машина һатып алып ебәргәс, уға ҡанат ҡуйҙылармы ни! Һеңлем водитель танытмаһы алһа ла, атайым уны машинаға яҡын да ебәрмәй. Үҙе елдерә. Туйҙарҙа, байрамдарҙа мәжлескә йәм, йән өрөүсе. Бейергә төшһә, туҡтатып алырмын тимә! Рәхмәтлемен мин уларға - улдарымды эшкә өйрәттеләр, тәрбиәләштеләр. Атайлы, арҡалы булдыҡ. Өләсәй булһам да, әле лә кәңәштәрен бирә ул. Ул ҡыҙыу, өтөк һымаҡ булһа, әсәйем сабыр холоҡло булды. Тик өс йыл элек был доъянан китте, йәне йәннәттә булһын!


Йоҡо-йоҡо булманы, йөрәк дөрөлдәп кенә тора. Саҡ-саҡ тороп эшкә килдем. Ултырып балауыҙ һығып та алдым, ошо арала илаған юҡ ине шикелле. Урыҫтар әйтмешләй эстә “обида” тоторға ярамайҙыр, илап булһа ла сығарайым әле, таш йөрәк булып күпме йөрөргә була, ауыр йөк итеп йөрөтөргә тимәгән бит. Яҙып та ҡуяйым әле. Бар йәштәр уҡыһын, фәһем алһындар, тормош ҡаршылыҡтарына бирешмәһендәр, беҙҙең ғаилә хаталарын ҡабатламаһындар ине...


“Серек һуйыр”ҙың фотоһүрәте аҫтына бер-ике һүҙ генә яҙырға ине, бына күпме хәбәр яҙылды...


Нөгөш башы һылыуы.

Автор:
Читайте нас: