Шоңҡар
+7 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм ижад
26 Апрель , 14:53

Марал күҙҙәре

Хәниф тағы әллә нимәләр өҫтәргә теләгәйне лә, уйҙары сыуалып китте. Унан аңҡы-тиңке булып, лифт яғына ыңғайланы. Бүлексәгә күтәрелгәнсе манма тиргә батты. Ошо 10 секунд эсендә мейеһенә мең төрлө уй ояланы. Кәрәкле ҡатта лифт ишеге асылғанда мөһим бер ҡарар ҡабул итергә өлгөргәйне шулай ҙа.

Марал күҙҙәре
Марал күҙҙәре

– Ноотропил бармы? – тип һораны Хәнифтең алдында торған ҡатын, аптека тәҙрәһенә эйелә биреберәк, ҡулындағы ҡағыҙына ҡарап. Провизор ҡыҙ компьютерына текәлде. Бер аҙҙан:

– Бар, 400 һум, – тигән тауыш ишетелде.

– Бигерәк ҡиммәт икән, – тине ҡатын ауыр көрһөнөп. – Ә осһоҙораҡ шундай уҡ дарыу юҡмы?

Былай ҙа ҡабаланған Хәнифтең түҙемлеге шартлап һынды. Киҫкен тауыш менән:

– Пирацетам алығыҙ, ханым! Күүпкә осһоҙораҡ! – тине.

Тертләп киткән ҡатын, өтәләнеп, ике ҡап пирацетам һатып алды. Уф, ниһайәт, сираты етте ирҙең. Тауышы бойороҡ биргәндәй яңғыраны:

– Йод, зелёнка, бинт!

Иҫәпләшеп, тышҡа сығыуына, тупһала теге ҡатын менән йөҙгә-йөҙ осрашты. Осрашты ла ҡара тон төҫлө түңәрәк күлдәй күҙҙәре упҡынына осто... Ҡайҙандыр алыҫтан бәрхәттәй тауыш аҡланғандай ишетелде:

– Рәхмәт инде һеҙгә. Дарыуҙар бигерәк ҡиммәт бит хәҙер...

«Дарыу» һүҙен ишетеп, ысынбарлыҡҡа әйләнеп ҡайтты Хәниф.

– Ә-ә-ә. Ә һеҙгә ҡайҙа? Әйҙәгеҙ, машинала илтеп ҡуям.

– Китсәле, эшегеҙҙән айырылып ни, – тип ҡаршылашып маташҡан ҡатынды, ай-вайына ҡуймай, машинаһына индереп ултыртты ул.

– Өмөт урамына миңә, – «такси» табылыуына ҡыуанғандай итте ҡатын.

Ярты сәғәт ваҡыт осоп тигәндәй үтте Хәниф өсөн. Шул арала ҡатын менән ныҡлап танышырға ла өлгөрҙө. Наилә исемле, автотранспорт ойошмаһында бухгалтер булып эшләй, яңғыҙы ғына ҡыҙ үҫтерә.

Барып еткәс, уйынлы-ысынлы хәбәрен теҙеп, албырғатып, йәһәт кенә телефон номерын белешеп яҙып алды, ә ҡатынға үҙенең визиткаһын тотторҙо. Осраҡлы танышын бер күреүҙән оҡшатһа ла, артабан ҡылын сиртергә ваҡыты юҡ ине. Таулы төпкөл районда һунарсы танышы көтә уны. Ҡулынан килгән ярҙамын күрһәткәйне бер заман, шуның хаҡын ҡайтара хәҙер. Әллә ҡасандан, һунарға алып сығам, тип вәғәҙәләй ине. Бына яйы ла тура килде лә бит. Их, ниңә бер булмаһа, булмай, булһа – бөтәһе бер юлы икән, ә?!

Эстән генә һүгенеп, Хәниф газға баҫты. Ҡаланы сығып, юл бер аҙ һилләнгәс, уйға сумды. 50 йәшлек ир уртаһы ул. Исем-дәрәжәһе, абруйы, елле машинаһы, ҡыҙыл кирбес өйҙә 125 квадрат метрлы өс бүлмәле фатиры бар. Тик унда шыҡһыҙ, күңелһеҙ. Кәләше менән 15 йыл элек үк айырылыштылар. Ике балаһын сабый саҡтарынан уҡ күргәне юҡ – үҫкәндәрҙер инде. Кәкүк әсәйҙәр була, ә бына ул – кәкүк атай.

Тәүҙә әллә ни иғтибар бирмәне быға. Йәш саҡта уйланырға ваҡыт буламы ни? Йоҡоң туйһа, шәп әле! Иртән – эшкә, кис кафе-клубҡа кәйеф-сафа ҡорорға йүгерәһең. Таң ата ла кис була, таң ата ла кис була... Йә, Хоҙай, шул рәүешле нисәмә йыл үтеп тә киткән, әй...

Еңел-елпе тормоштан да туйҙы. Иртәгәһе көнгә яҡты өмөт менән ҡарағыһы килде. Үс иткәндәй, ишек алдарында коляска эткән, бәпәй күтәреп-етәкләгән әсәйҙәр генә түгел, атайҙар ҙа күбәйҙе. Ғаилә культы, имеш. Хөкүмәте лә быны хуплап ҡына тора. Һәр төрлө дәртләндерә, ташламалар яһай. Хәниф кенә һаман эштән сыҡҡас та: «Мин ҡайтам, магазиндан нимә алайым?» – тип бер кемгә лә шылтыратмай. Фатир ишеге төбөндә ҡыңғырауға ла түҙемһеҙләнеп баҫмай...

Танышманы түгел, танышты. Ҡыҙҙар быуа быуырлыҡ. Тик барыһы ла уның аҡсаһын, иномаркаһын, фатирын яратты, ә үҙен түгел. Ундай саҡта эҫенмәҫ борон тип араларҙы өҙҙө, бер аҙнанан йөҙөн, ике аҙнанан исемен онотто.

«Һе, ҡыҙыҡ, ә был сөм-ҡара күҙле ҡатын ниндәй ҡамырҙан икән? Үҙе иң осһоҙ дарыуҙы таптыра, үҙе илтеп ҡуйған өсөн аҡса һоноп маташа. Кем әйтмешләй, ярлыбыҙ беҙ, әммә ғорурбыҙ». Их, яҡынданыраҡ танышырға ине лә, ике көн генә ялы бар. Башын елләтеп ҡайтырға иҫәбе. Арыуы сигенә еткән. Былай ҙа мөдир отпускыға ебәрмәҫкә итә, йәнәһе лә, тороп тор, кеше етмәй. Шулай ҙа: «Теләһә нимә эшләгеҙ, инде сентябрь бит инде, бер аҙнанан барыбер китәм», – тип ғариза яҙып сыҡты бөгөн генә.

* * *

Таң менән бишәү сыҡтылар һунарға. Кәрәгенсә кейенеп, ҡоралланып. Ғилметдин йышылып бөткән был эштә. Һәр ҡунағының күңелен ошолай күрә-белә ул ҡала ирҙәренә нимә оҡшағанын. Әле ярҙамға тип ауылдың өс әтрәгәләмен дә алды.

Тау теҙмәләрен бер күтәрелә, бер төшә торғас, килеп туҡтанылар, ниһайәт. Машинанан төшкәс, Ғилметдин теге өс ирҙе төньяҡ һырт буйлап уңға ебәрҙе. «Ҡарағыҙ уны, һаҡ ҡыланығыҙ, тотҡан урындан һындырып ҡуймағыҙ. Унан эсерһегеҙ эсмәй сәмәйҙе», – тип киҫәтеп-янап алырға ла онотманы. Унан ҡулындағы ике мылтыҡтың береһен Хәнифкә һоноп, үҙен икенсе яҡҡа әйҙәне: «Киттек. Хәҙер теге биғәләштәр ҡаршыға ҡыуып сығарасаҡ беҙҙең ҡорбанды». Үҙе ҡәнәғәт кеткелдәне. Ҡунаҡ һәр нәмәне белеп эш итеүсе танышына көнләшеп ҡарап алды ла өндәшмәй генә артынан эйәрҙе. Оҫта барҙа теленде тый, тиҙәр бит.

Шырлыҡ эсенән оҙаҡ барҙылар. Хәлдән тайҙы Хәниф. Һаҡ атларға ла, ҡулындағы ауыр мылтыҡты әҙер тоторға ла кәрәк. Бер мәл үкергән хайуан тауышы яңғыраны. Хәниф тертләп китте лә, Ғилметдингә ҡараны. «Тс-с-с. Маралдарҙың ҡарығыу осоро. Ошо таш өҫтөндә, ҡыуаҡтар араһында көтәйек», – тине юлдашы.

Минуттар һуҙылды. Көтөүе еңел түгел икән. Аптырап, аяҡ аҫтындағы һарғая башлаған үләнде итеге менән иҙгесләй башлаған Хәнифте иптәшенең һаҡ ҡына ҡабырғаһына төртөүе һиҫкәндерҙе. һүҙһеҙ генә ымлауы «сәпкә ал» тигәнде аңлатты, буғай.

Ҡул һуҙымы ғына алдараҡ ағас араһынан асыҡлыҡҡа килеп сыҡҡан һомғол буйлы, нескә тояҡлы мөгөҙлө йән эйәһен дә күрмәй торасы. «Болан. Марал тиҙәр уны был яҡтарҙа. Нисек шулай яҡын ебәрҙе һуң уларҙы? Әжәле көткәнен самаламаймы икән?» Мылтығын күтәреп тоҫҡауы булды, хайуанҡай йылп итеп боролоп ҡарамаһынмы! Йә, Хоҙай, күҙҙәре! Ялбарып текләгән кеүек үҙҙәре. Ир ҡаушаны. Ғилметдин быны тиҙ һиҙҙе. Тауышы бойороулы сыҡты:

– Ат!

Ҡолаҡ тондорғос тауыш яңғырауға, марал гөрҫ итеп ергә ауҙы. Аҡландың теге яғынан өс әшнә, был осонан Ғилметдин уға табан йүгерҙе. Хәниф кенә башы әйләнеп, ҡоҫҡоһо килеп, ергә сүгәләне...

Кисен ауылда туйҙай байрам ҡупты. Уңған хужабикәләр мунса яҡты, марал ите бешерҙе. Ишеге асыҡ торған аласыҡ эсенән сыҡҡан тәмле еҫтәр иртәнән бирле танауҙы ҡытыҡланы. Ҡапҡа эсендә түбәлек аҫтында ҡоролған табынға бер-бер артлы буҙа-ҡымыҙы ла, балы-сәк-сәге лә, талҡан-эремсеге лә килеп ҡунаҡланы. «Ҡалай был яҡтарҙа аш-һыуҙы төрләндереп әҙерләйҙәр, хәҙер магазинда әҙер ризыҡ та тулып ята бит», – тип уйланы Хәниф. Мунсала ҡайын миндек менән сабынып, бөтә арыу-һыҙлауҙары юҡҡа сыҡҡан ҡала ҡунағы әле бер ашамлыҡҡа, әле икенсеһенә һонолдо, тик иткә генә ҡағылманы. Хатта үлтереп ҡыҫтаусы хужа ла берәй киҫәк тәмләргә мәжбүр итә алманы. «Ашҡаҙан аҫты биҙенә килешмәй», – тигәс кенә бәйләнеүҙән туҡтанылар.

Ысынында иһә, сәбәп башҡа ине. Ашау ҡайҙа, ҡарай алманы Хәниф болан итенә. Эш хатта маралға һунар тыйылыуҙа ла түгел. Теге әжәлгә дусар ителгән бахыр хайуанҡайҙың ҡарашы күҙ алдынан китмәне. Ә Хәнифтең ҡулында ине бит уның яҙмышы. Бер һыҙғырып ебәрһә әгәр шунда...

* * *

Наилә ҡабаланып ҡайтып инде. Хатта юлдашы биргән визиткаға күҙ һалырға ла яйын тапманы. Уйһыҙ, иркенләп китә алмай ул ҡайһы берәүҙәр төҫлө. Ҡыҙын яңғыҙын ҡалдырһа, йөрәген гел усына тотоп йөрөй. 25 йәшкә етһә лә, кеше көнлө шул ғәзизе. Ҡаты ауырый. Ире түҙмәне, китте. Икәү генә йәшәгәс, Наилә эштә саҡта бер үҙе ҡала. Ярай әле, телефондан сәғәт һайын шылтыратып тора. Эшләмәй сара юҡ – бөтә аҡсаһы дарыуҙарға китә.

Ҡатын бүлмәгә үтте. Ҡыҙы устары менән башын ҡыҫып тотоп, диванда ята ине. «Ауыртамы?» – тине әсә йәлләп ҡарап. Яуап урынына «А-а-аы-ы-ы», тигән аңлайышһыҙ өндәр ишетелде. Яҡыныраҡ килеүгә, ҡыҙының һыңар күҙенең тартышыуын, йөҙөнөң салшайып китеүен, тәнен көҙән йыйырыуын самаланы. Ул телефонға ташланды: «Алло, скораямы? Ҡыҙымдың хәле насар! Баш өйәнәге ҡуҙғалды! 25 йәш... Өмөт урамы, 9-сы йорт, 11-се фатир...»

* * *

Палатала өс карауат. Берәүгә операциянан һуң торорға ярамай. Икәү операция көтә. Уң рәттән тәҙрә янында аварияға осраған ҡыҙ ята. Башы бинтҡа сорналған. Янындағы әсәһенә ураған һайын бер һорауҙы бирә: «Ҡасан сәсем үҫә инде?»

Уларҙың карауатына ҡаршы ғына ятҡан йәш ҡатындың мейе тамырҙары эшмәкәрлеге боҙолған. Кисә дауалаусы табибы килеп, күрһәтмәләр биреп китте. Әле шәфҡәт туташы инеп, укол һалып сыҡты. Тимәк, бына-бына операцияға алып китәсәктәр. Эргәһендә оло ғына йәштәге әсәһе йыуатып-тынысландырып ултыра.

Ҡапыл тәҙрә төбөндәге ҡыҙҙың әсәһе уға ҡарап:

– Һеҙҙән күпме һоранылар? -тип ҡуйҙы.

Әбей һиҫкәнеп китте:

– Нимәне күпме?

– Ыста. Нисек нимәне? Аҡсаны, тим. Аңламағанға һалышмағыҙ инде, бында бөтәһе лә операция өсөн түләй. Ғүмер һәр кемгә ҡәҙерле.

Оло кеше ни тиергә лә белмәй шаңҡып ҡалды. Унан ҡыуанып китеп:

– Бер тин дә һораманыларсы. Врач врачҡа тура килмәй инде ул. Һеҙҙеке һораһа һорағандыр, – тип яуапланы.

Теге ҡатын да һүҙен биргеһе килмәне:

– Тимәк, операция уңышлы үтер тигән ышаныс юҡ. Былай бөтәһенән дә йыпырып алалар аҡсаны. Аҙаҡ бүлешәләр, ахыры.

Ҡарт әсә сеңләп илап ебәрҙе. Тартай теленән таба, тигәндәй, тәҙрә төбөндәге ҡатын эште боҙғанын аңлағанда һуң ине инде. Бүлмә эсе ҡара ҡайғыға батты.

Наилә нимә эшләргә лә белмәй үрһәләнде. Ауыртыуҙы баҫҡан уколдан һуң йоҡлап киткән ҡыҙының одеялын рәтләштергән булды. Тумбочка өҫтөндә торған шешәләге һыуҙы эсеп ҡуйҙы. Шунан әбейҙе йыуатырға теләп:

– Юҡсы, бөтәһенән дә алмайҙарсы. Бына беҙҙән бер ҙә һораманылар, – тине.

– Ысынмы? – Бер мәлдә йөҙө ҡартайып киткән ҡарсыҡ уға өмөт менән текләне.

– Ысын.

Әбейҙең күҙҙәре һағышлы булһа ла, ирендәренә йылмайыу ҡунды. Өнһөҙ ятҡан ҡыҙының арҡаһынан һөйөп алып, ҡолағына ниҙер шыбырланы.

Наилә әйтте лә һүҙҙәрен, эстән таш һындай ҡатты. Унан да аҡса талап итмәнеләр бит. Кинәйәләп тә белгертмәнеләр хатта, һөйләгәне раҫ булһа теге ҡатындың...

Илап ебәрмәҫ өсөн, ирендәрен ҡымтып, коридорға сыҡты. Тәҙрә аша тышҡа баҡты. Көнө лә эс бошороп боҙолоп тора. Ярай, һоранылар ҙа, ти. Ҡайҙан алып бирер ул кәрәкле сумманы?

Иртәгеһенә иртүк Наиләнең ике туған һеңлеһе килде. Ҡатын иркен тын алып ҡуйҙы. Рәхмәт яуғыры, операцияға тиклем кәрәк-яраҡ артынан тышҡа сығып әйләнер. Аҙаҡ карауат янынан да китә алмаҫ.

Эштәрен тамамлап, кире әйләнеп килгәндә, һеңлеһе табиптарҙың инеп сығыуы тураһында хәбәр итте. Ярай, дауалаусы табип менән таныш инде, йәл, бына анестезиологы менән күрешеп-һөйләшә алманы Наилә. Бында һәр ваҡ-төйәк мөһим булырға мөмкин.

* * *

Елләнеп йөрөп ҡайтты Хәниф. Ғилметдин дуҫының «мәҙәни» программаһынан күнеле күтәрелеп, ғарҡ булғансы ҡунаҡ булды, хәҙер отпускыға тиклем берәй аҙна түҙһә...

Иртән эшкә барғанда юл буйындағы банкоматтан 20 мең аҡса алды. Сменанан һуң тура турагентлыҡҡа инеп, диңгеҙгә юллама хәстәрләр.

Дауаханаға килеп, ординатура бүлмәһенә ингәс, бөгөнгә тигән мөһим ҡағыҙҙарҙы аҡтарҙы. «Тә-ә-әк, операция. Аневризма. Гөлфиә Әхмәтова... Әһә, кисә инеп күреп сыҡҡайны бит әле».

Уйҙарын шәфҡәт туташы Асия бүлде. Ҡыҙ ишекте ҡыҫып асып: Хәниф Муллахмәтович, әйҙәгеҙ, күстәнәс менән сәй эсергә, – тине шыпырт ҡына.

– Була ул, Асияҡай, – тип йылмайырға ла өлгөрмәне, кеҫә телефонына шылтыраттылар. Тиҙ генә беренсе ҡаттағы операционныйға килеп етеүен үтенәләр, хәйерһеҙҙәр.

Хәниф – анестезиолог-реаниматолог. Эш бурыстарының береһе – операция өҫтәлендә ятҡан ауырыуға наркоз биреү. Ул әҙ ҙә түгел, күп тә түгел, тап-таман булырға тейеш. Яңылышырға хаҡы юҡ уның. Ана, үткән аҙнала хирургияла яп-ябай операциянан һуң йәш егет наркоздан уянмаған да ҡуйған. Доза артыҡ булған.

Операция блогында һалҡынса. Хәниф барып инеүгә, ауырыуҙы әҙерләгәйнеләр инде. Шәфҡәт туташтары ҡорамалдарҙы ла теҙеп һалып, өҫтөн ябып ҡуйғандар. Ир өҫтәлгә яҡынайып, унда ятҡан ҡыҙға ҡарау менән тертләп китте. Ниндәй таныш йөҙ был? Берәй танышымы? Ҙур асылған күҙҙәр һағайып, мөлдөрәп ҡарай. Бында килеп эләккән һәр кем шундай тойғолар кисерә. Шулай ҙа... ниңә уның күңеле тыныс түгел? Күҙгә күренмәгән ниндәй көс төпкөлдәге нескә ҡылдарға ҡағылып үтте һуң? Туҡта-туҡта, ҡайҙа тап иткәйне әле был ҡарашты? Һунарҙа! Ҡапыл уның күҙ алдына алтынһыу-ҡыҙғылт төҫтәргә күмелеп йәйрәп ятҡан хозур ҡыр, иртәнге ҡояш нурҙарында аҡлан уртаһында иҙрәп баҫып торған марал килеп баҫты. Ул да тап шундай итеп баҡҡайны бит уға! Ялбарып, ярҙам өмөт итеп...

Хәниф ҡара болоттарҙай ябырылған уйҙарын ҡыуырға тырышты. Ваҡыты бөгөн түгел. Әле уның етди бурысы бар.

Ул эшен тамамлап сыҡты ла, оҙон коридор буйлап кире нейрохирургия бүлексәһенә йүнәлде. Код менән бикләнә торған ауыр тимер ишектәге ҡара төймәгә баҫыуы булды, уныһы еңел генә асылып китте.

Ғәҙәттә, дауахананың был мөйөшөндә кеше мыжғып тормай, ҡараңғы, һил була. Бер генә ишек, уныһында ла «Ситтәргә инеү тыйыла» тип яҙылған. Шуға ла ҡаршы стенаға һөйәлгән кеше һөлдәһен сырамытып тертләп китте. «Кемеһелер операция өҫтәлендә, ахыры», тип уйлап та өлгөрмәне, ҙур асылып өмөт менән баҡҡан сөм-ҡара күҙҙәрҙе шәйләп, баҫҡан урынында ҡатып ҡалды. «Абау, бигерәк һағышлылар. Әйтерһең, донъялағы бөтә ҡайғы һыйған үҙҙәренә», тип уйлап өлгөрөүгә, ҡатында бая операция өҫтәлендә ятҡан сибек ҡыҙҙы сырамытты. Әллә?.. Аһ!..

– Наиләү...

– Хәниф? Һин бында нимә эшләйһең?

– М-мин... эшләйем. Ә һин...

– Ҡыҙыма операция яһағандарын көтәм. Баш мейеһе тамырында аневризма.

– Гөлфиә Әхмәтовамы?..

– Эйе, шул. Нисек икән хәле?

– Яҡшыға юрайыҡ. Операциянан һуң бер аҙ реанимацияла ятыр ятыуын. Хәҙер хирург сығып бөтәһен дә әйтер.

– Хәниф, һеҙ бында эшләгәс, һорайым әле... Хирургҡа, анестизиологҡа түләргә кәрәк, тиҙәр палаталағылар...

– Юҡ... Белмәйем... Мин – өҫкә, 9-сы ҡатҡа...

Хәниф тағы әллә нимәләр өҫтәргә теләгәйне лә, уйҙары сыуалып китте. Унан аңҡы-тиңке булып, лифт яғына ыңғайланы. Бүлексәгә күтәрелгәнсе манма тиргә батты. Ошо 10 секунд эсендә мейеһенә мең төрлө уй ояланы. Кәрәкле ҡатта лифт ишеге асылғанда мөһим бер ҡарар ҡабул итергә өлгөргәйне шулай ҙа.

Хәниф ишекте шар асып, ординатура бүлмәһенә барып инде. Шкафтан кейемен, сумкаһын сығарып, диванға атты. Барсеткаһын аҡтарып, юлламаға тигән аҡсаһын туҙҙырып һанап алды. Машина документтары араһынан 500 һумлыҡты ла табып өҫтәне. Шунан аптырап ҡарап ултырған хеҙмәттәшенә боролдо:

– Аҡсаң бармы? Бир! Вис кенә!

Тауышы үтенесле лә түгел, ике уйларға урын ҡалдырмағандай яңғыраны. Йәш табип өтәләнә-өтәләнә кеҫәләрен ҡапшарға тотондо. Булған менлектәрен йыйып, Хәнифкә һондо, тик һорау бирергә ҡыйманы. Хәниф өҫтәл тартмаһын асып, конверт алды. Аҡсаларҙы тыңҡыслап шунда тултырҙы ла ишеккә йүнәлде.

Коридорҙа елбәҙәк Асияның нескә тауышы ҡыуып етте:

– Хәниф Муллахмәтович! Сәй эсмәйһегеҙме ни?

– Юҡ, Асия, ҡабаланам! Үҙегеҙ әсегеҙ! – һуңғы һүҙҙәр ул инеп киткән 12-се палата төпкөлөнән яңғыраны.

Палатала ауырыуҙар ҙа, яндарында ултырыусылар ҙа урындарында ине. Хәниф тәҙрә төбөнә үтте. Ҡулындағы конвертты аварияға осраған ҡыҙҙың әсәһенә һуҙҙы. Ҡатын ғәжәпләнде, әммә конвертҡа үрелмәне.

– Алығыҙ, алығыҙ. Ҡыҙығыҙҙың тиҙерәк һауығыуын теләйем, – ир Гөлфиәнең етемһерәп ҡалған карауаты яғына күҙ һалып-һалып алды.

Коридорға сыҡҡас, Хәниф тура мөдир бүлмәһенә йүнәлде. Йән-фарман килеп ингән хеҙмәткәренә аптырап ҡараны бүлексә етәксеһе. Танау осондағы күҙлеген төҙөткеләп, ауыҙ асырға өлгөрмәне, көтөлмәгән һорау яңғыраны:

– Әхәт Шәүкәтович, минең ғаризам ҡайҙа икән? Бирегеҙ әле.

Мөдир өҫтә генә ятҡан ҡағыҙҙы ҡулына тотоуы булды, Хәниф үрелеп, уны йолҡоп тигәндәй алып, йыртҡылап, мөйөштәге кәрзингә ырғытты. Ҡабаланып сығып китешләй:

– Әхәт Шәүкәтович, әле генә отпускыға китмәҫкә булдым әле мин! – тип ҡысҡырҙы.

Коридорҙа бер мәлгә туҡтап ҡалды ир. Өҫтөнән ауыр йөк төшкәндәй, тәрән итеп тын алды. Унан ҡырт боролоп, беренсе ҡатҡа – реанимация блогына атланы. Күҙ алдынан үтенгән, ялбарған марал ҡараштары китмәне. Наиләнең ҡыҙында ла шул уҡ ҡараш. Мәрхәмәт һораған ҡараштар, күҙҙәр һәр йән эйәһендә лә бер үк төрлө була икән дә. Хәниф маралды ҡотҡара алманы, ә бына Гөлфиәне мотлаҡ ҡотҡарырға тейеш. Хәҙер инде йәшәүенең мәғәнәһе шуға бәйле...

Гөлдәр БҮЛӘКБАЕВА-БИРГӘНОВА.

Автор:
Читайте нас: