Шоңҡар
+2 °С
Облачно
Әҙәбиәт һәм ижад
22 Мая 2024, 18:00

Арҙаҡлы яҙыусының хәтер кисәһе үтте

Ҡырмыҫҡалы районының Ҡарлыман ауылында күренекле шәхес, шағир-фронтовик Шәриф Бикҡолдың 100 йылығына арналған кисә уҙғарылды.

Добавить в предпочтительные источники Google
Арҙаҡлы яҙыусының хәтер кисәһе үттеАрҙаҡлы яҙыусының хәтер кисәһе үтте
Арҙаҡлы яҙыусының хәтер кисәһе үтте

Бөгөн, 22 майҙа, Ҡырмыҫҡалы районының Ҡарлыман ауылында күренекле шәхес, шағир-фронтовик Шәриф Бикҡолдың 100 йылығына арналған кисә уҙғарылды. Яҙыусының ауылдаштары ҡунаҡтарҙы милли ризыҡтар, концерт программаһы менән ҡаршы алды. Ҡунаҡтар тәүҙә  шағирҙың һәм хәл ефетенең ҡәберенә зыярат ҡылды, аят тыңланы. Бер аҙҙан Шәриф Бикҡол музейы менән таныштылар. Сарала шағирҙың туғандары, балалары, ҡәләмдәштәре сығыш яһап иҫкә алды. Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбай Шәриф Бикҡолдың ижады менән таныштырҙы, хәтирәләре менән уртаҡлашты.

Автор:Фагим Ахмеров
Читайте нас