Быйыл йәй эҫе килеүгә ҡарамаҫтан, Зәлиәнең сейәләре иҫ киткес уңды. Оҙон көн буйы ҡояш тәнде өтә генә, шуға иртәнге һалҡында ыратып ҡалайым, тип тырышҡан башы. Ярата ул ошо иртәнге һиллекте. Ҡоштар сутылдашҡанын тыңлай-тыңлай бер төптән инде икенсе биҙрә емеш тирә. Шул саҡта йоҡонан уянған ейәнсәре килеп сыҡты. Яңғыҙын өйҙә ҡалдырғанға ауыҙын бәлшәйтеп, иларға етешкән Әминәнең күҙе дүрт булды.
– Өләсәй, был тиклем сейәне нишләтергә уйлайһың ул? Бигерәк күп тә баһа! – тип аптырап, ҡулдарын ике яҡҡа йәйҙе.
– Эй, балам, ҡыш бауыры оҙон бит. Быйыл компотты күберәк ябырбыҙ. Һәләк тәмле була ул. Ҡышҡы һалҡын көндәрҙә банканы асып ебәрһәң, хатта йәй еҫтәре сыҡҡандай тойола.
– Мин дә компотын нығыраҡ яратам, өләс, ивет. Беҙгә лә бирерһең, йәме, – Әминә Зәлиәнең аяғынан ҡосаҡлап, иркәләнеп торҙо.
– Шул инде, һеҙгә булһын, тип йөрөйөм бит. Бер кешенең ашы ни ҙә, үҙе ни? Күмәк саҡта ғына бөтә нәмә тәмле була икән. - Ейәнсәренең башынан үбеп алды.
Ошо биш йәшлек теремек ейәнсәрен үҙенән бер тотам да ҡалдырмай эйәртеп йөрөтә Зәлиә. Уныһы ла бик мыжып бармай, һәр бер эште уйынға әүерелдереп, "мин" дә "мин" тип алдан сығып, күтәрмәләп тора. Икәүһенә күңелле ул. Бына әле лә ҡыҙыҡай йүгереп барып бит-ҡулын сайҙы ла, бәләкәй биҙрәһен тотоп, ағас төбөнә килеп баҫты. Әминәһенең күгәрсен һымаҡ гөрөлдәүен тыңлай-тыңлай, нисек хәтирәләргә төшөп киткәнен дә һиҙмәй ҡалды ҡатын.
Күп булһа, ул ваҡытта Зәлиәгә лә шул 5 – 6 йәштәр самаһы булғандыр. Атайҙары баҡса үҫтерергә яратты, ҡайҙа ғына бармаһын, төрлө ят емеш-еләк үҫентеһен алып ҡайтып, баҡсаһында үҫтерә ине. Эре-эре ҡарағаттарҙан тыш, бер кемдә лә булмаған әллә нисә төрлө алма, крыжовник, виноград, сливалар йыл да бай уңышы менән һөйөндөрөп тора. Бына сейәһе генә, йыл да шау сәскәгә төрөнһә лә, ни эшләптер өс бөртөк кенә емеш бирә ине. Ә ул йылда беренсе тапҡыр мул уңыш бирҙе, һырғалаҡ һымаҡ күп, хатта япраҡтары ла күренмәй.
Бер кис атаһы бал ҡорттарын ҡарап йөрөгәндә, ишек алдында уйнап йөрөгән Зәлиәне саҡырып алды:
– Кил әле, ҡыҙым, бер нәмә күрһәтәм. – Уны күтәреп ҡып-ҡыҙыл булып бешкән сейә ҡыуағына килде. Ҡыҙ юғарынан сейә ағасының бөтә ҙурлығын, ҡеүәтен күреп, иҫе китте.
– Ҡайһыһы оҡшай, өҙөп ал әле, ҡыҙым, – тине атаһы ниндәйҙер бер кинәнес менән.
– Иҫке ауыҙға яңы аш, бөтә ауырыу ҙа минән ҡас. Ин-на-һа-а-а!.. – Зәлиә усына йыйып ергә төшкәс, тәмләп кенә ашап ҡуйҙы. Емештәре ҡояшта бешеп етеп тулышҡан, ауыҙҙа иреп тора ине. Башҡа бер ҡасан да ундай татлы сейә ашағаны булманы, тәме әле лә тел осонда торған кеүек.
Атаһы үҙе лә бер-икене ауыҙына ҡапты:
– Үәт, тамам бешкән былар. Тағы әҙерәк балланһындар ҙа, бер-ике көндән әсәйең йыйыр, кис көнө күмәкләп ултырып ашарбыҙ, – тип ҡыуаҡты уратып йөрөп ҡарап сыҡты. Ауыр аслыҡ йылдарын күргән атаһы бөтә нәмәне ғаиләһе менән бергә йыйылып, ғәҙел бүлешергә өйрәтә.
Шул ваҡыт ҡапҡа төптәренә ҡыҙыл төҫтәге еңел машина килеп туҡтаны. Ауылда машина – һирәк күренеш. Кем булыр икән, тип атаһы ҡабаланып ҡаршы сыҡты, Өфөнән ике туған һеңлеһе килгән икән. Күптән юлдары төшмәгәйне. Ҡунаҡсыл атаһы шатланып китте, ҡуш ҡуллап күреште.
– Бына, ағай, шатлығыбыҙ менән бүлешергә килдек, – тип һеңлеһе машинаһын уратып-суратып күрһәтте.
– Хуп-хуп, бәрәкәтле булһын! – Зарифулла ағай ысын күңелдән шатланды. Шул арала кейәүе ҡыҙҙарын ултыртып, урам буйлап йөрөтөп әйләнде.
Һы, машина һынлы машина алғандар, ә өй тулы бала-сағаға һыңар кәнфит тә тотторманы, тип эстән генә билдәләне. Йөҙөнә сығарманы. Мохтажлыҡтары юҡ былай, тик бала күңелен уйлай белергә кәрәк бит. Белеп әйткәндәр, алтылағы – алтмышта, холҡо һаман ҡалған икән. Атайҙан иртә ҡалған Зарифулла бер телем икмәккә йонсоғанда, һеңлеһе бәләкәйҙән үҙенең атайлы булыуы, хәлле йәшәүҙәре менән маһайыр ине. Ярай, хәҙер ул да бик арыу йәшәй: аҙбар тулы ҡош-ҡорт, һыйыр-һарығы, баҡса тулып умартаһы ултыра, еләк-емештәре үҫә, оло баҡса тулы бәрәңгеһе уңа. Шөкөр.
Шулай ҙа мул ҡуллы Зарифулла ҡунаҡтарҙың күңелен күрергә булды, кис бер бәрәнен һуйып ебәрҙе. Ҡатыны күп итеп ит һалып, һалма ҡабартты, эсәк-бауырынан майҙа йөҙҙөрөп кенә пирожки бешерҙе. Бесән мәле тип торманылар, һығылып торған өҫтәл артында төн буйы һөйләшеп, йәш саҡтарын иҫкә төшөрөп ултырҙылар.
– Тормош хәҙер ауылда ла яйланды. Колхоз аҡсаһын да түләй, игенен дә буйтым бирә. Тырышһаң, бөтә нәмә бар. Һуғыш ҡына ҡабат булмаһын, – тип атаһы яратҡан йырын һуҙҙы,
– Һәр ваҡыт шулай һайраһын турғай
Тыуған илемдең зәңгәр күгендә!
Малай ғына килеш ҡот осҡос һуғыштан иҫән ҡайтҡан уҙаман тыныс тормоштоң һәр көнөнөң ҡәҙерен белеп йәшәй.
...Иртә таңдан бесәнгә ҡабаланған Камила ҡунаҡтарға күстәнәс итеп бер нисә киҫәк йәш һарыҡ ите, ярты литр бал, хуш еҫле икмәген төрөп бирҙе.
– Еңгәй, кисә күреп ҡалғайным, баҡсағыҙҙа шәп сортлы сейә үҫә икән, әҙерәк йыйып алайым әле. Балмы ни, бигерәк тәмле, ундайҙы күргәнем дә юҡ ине, – тине Әлсинә йомшаҡ ҡына.
Камила иренең ғәҙәтен, ғаиләләге тәртипте һөйләп торманы. Бер аҙ уйланып торғас, ни әйтергә белмәй:
– Йый һуң... – тине лә эргәләренән үтеп барған ылауға йүгереп сығып саҡ ултырып өлгөрҙө.
Ялан кеүек өйҙә ҡалған һеңлеһе иркенләп донъяларын ҡарап йөрөнө, шунан биҙрә тотоп, баҡсаға сығып китте. Әҙ генә йыйып алайым тиһә лә, әллә ни эшләне лә ҡуйҙы. Башын да ҡалҡытмай тирҙе лә тирҙе. Ҡыуаҡтың иң осонда ғына бер нисә бөртөк сейә ялтырап тороп ҡалды...
Йоҡонан уянып сыҡҡан Зәлиә кисә кис буйы тәмле хушбуй еҫтәре аңҡып торған нәзәкәтле апайҙың ҡот осҡос йәмһеҙ вәхшилек ҡылғанына иҫе китеп, ғәжәпләнеп ҡарап ҡатты.
– Беҙ... әле... беребеҙ ҙә ашап та ҡарамаған инек әле, – тине илай яҙып.
Әлсинә тәүҙә уңыштың яртыһын бүлеп ҡалдырырға уйлаһа ла, ҡыҙғанып киттеме әллә баланың шелтәһе оҡшаманымы, оло биҙрә сейәне машина эсенә индереп ҡуйҙы. Үҙенең йөҙө салшайып киткән, күҙҙәре сәйер ялтырай. Еҙнәһе әллә күрмәне, әллә белмәмешкә һалышты. Өндәшмәне. Ҡуҙғалып киттеләр.
Зәлиә шул күренеште көнө буйы башында әйләндерҙе лә әйләндерҙе. Оло кешенең шул тиклем оятһыҙлығына, һөмһөҙлөгөнә телһеҙ ҡалды. Кәйефе бөттө, хатта тамағына ашай ҙа алманы. Баҡсам, тип, балаларыма булһын, тип иртә яҙҙан ҡара көҙгә тиклем мәж килгән атаһын уйланы, бер бөртөгөн дә ауыҙ итә алмаған апай-ағайҙарын йәлләне.
Кис етте. Көнө буйы үҙенә урын тапмаған Зәлиә атаһы күренеү менән уның ҡаршыһына йүгерҙе.
– Ни булды, ҡыҙым? Төҫөң ныҡ ҡасҡан. Ауырып тораһыңмы әллә? – Зарифулла ағай борсолдо, ҡыҙының маңлайына усын ҡуйҙы.
Ҡыҙыҡай бер ни өндәшә алмай, атаһын етәкләп баҡсаға алып инде лә сейә ҡаршыһына килтереп баҫтырҙы. Һаман ҡыҙына ҡарап хәүефләнеп килгән Зарифулла башын күтәрҙе. Шаңҡыны:
– Ыһ!!! – Тауышы иңрәп сыҡты. Иртән иртүк кенә емештәренә көсө етмәй һығылып ултырған ботаҡтар йәшел япраҡтарын елпелдәтеп үрә ҡарап тора ине. Үҙ күҙенә үҙе ышанмай, япраҡтарын күтәреп-күтәреп ҡараны.
Йөрәге ярылырҙай булып типһә лә:
– Кем тейҙе, балам? – тине тыныс тауыш менән.
– Әлсинә апайым ата биҙрәне* тултырып йыйып алып китте-е-е-е.... - Көнө буйы ныҡ булырға тырышҡан ҡыҙ буҙлап илап ебәрҙе.
Балаларым менән бер байрам эшләрбеҙ, тигән атай ҡапыл албырғап ҡалды. Шулай ҙа һалҡын ҡанлы булырға тырышты:
– Камила, кил әле бында, – тип аласыҡтағы ҡатынын саҡырҙы.
– Һин рөхсәт иттеңме теге бумала башҡа?
– Әҙ генә йыйып алам, тигәйне бит! – тине ҡатыны ғәйепле тауыш менән. Баянан бирле балауыҙ һыҡҡан Камила шешмәкләнеп бөткән күҙҙәре менән иренә баҡты.
– И-и-их! Булдырғанһың икән! – Зарифулла башын сайҡаны.
– Биш балаңдың өлөшөн ашаттыңмы? – Тауышы зыңлап китте. Аш менән атҡанға таш менән атҡан һеңлеһенә шул тиклем рәнйене. Тештәрен шығырлатты. Ҡатынының үтә йомшаҡлығына, кешегә бер ваҡытта ла "юҡ" тип әйтә белмәгәненә ярһыны.
Күңеле әрнегән Зарифулла йүгерә-атлай барып, келәттән балтаһын алды ла үсе ҡанғансы ярһып-ярһып сейәнең төбөнә сапты ла сапты.
Эргәһендә биш балаһы, ҡатыны өнһөҙ иланы.
... Көҙгө бер сыуаҡ көндә Өфөгә киткән атаһы шат йылмайып ҡайтып инде.
– Әйҙәгеҙ әле, балалар, кейенеп сығығыҙ. Көн үҙәгендә эшләп ҡуяйыҡ.
Күмәкләшеп баҡсаға сыҡтылар. Атаһы ике улына тиреҫ ташырға, ҡыҙҙарына һыу килтерергә ҡушты, ә үҙе тәрән итеп соҡорҙар әҙерләне. Шунан келәттән тоҡ менән үҫентеләр алып сыҡты.
– Бына, балаҡайҙар, һеҙҙең һәр берегеҙгә берәр сейә ағасы, сорттары төрлө-төрлө. Ҡайһыһы оҡшай, шуны һайлап алығыҙ.
Балалар кемуҙарҙан йүгереп йөрөп аталарына ярҙамлашты. Барыһына ла күңелле ине. Эш бөткәс, Зарифулла балаларын ҡосоп:
– Был донъяға һәр кеше үҙ өлөшө менән тыуа. Бәхетле, өлөшлө, ырыҫлы булығыҙ, балаларым, – тине.
Ғаилә бер-береһенә ҡарап ихлас йылмайҙы, өҫтәренән бер йөк төшкәндәй булды...
– Өләсәй, өләсәй, тим, минең биҙрәм күптән тулды бит. Ни эшләп өндәшмәйһең ул? – тине ейәнсәре сағыу тауышы менән.
Зәлиә ирекһеҙҙән сыҡҡан күҙ йәштәре аша йылмайып, ейәнсәренә ҡараны. Улар тап атаһы менән ултыртҡан сейә төбөндә тора ине.
Гөлназ НАФИҠОВА-ҒӘБИТОВА.