Шоңҡар
-1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

КҮҢЕЛ ТЫНЫСЛЫҒЫ

Малайҙар һарайҙың өҫтөн аҫҡа әйләндереп эҙләй, әммә сәғәтте күреүсе булмай. Ахырҙа, арып, ялҡып ҡайтып китәләр...

КҮҢЕЛ ТЫНЫСЛЫҒЫ
КҮҢЕЛ ТЫНЫСЛЫҒЫ

Фермер ихатаһында сәғәтен юғалта. Эй, эҙләй, ҡарамаған ере ҡалмай... Тик таба алмай.

-Бәлки, күҙем насар күрәлер, — тип уйлай ҙа күрше малайҙарынан ярҙам һорай. Кемеһе сәғәтте табып бирә, шуға аҡса бирергә лә вәғәҙәләй.

Малайҙар һарайҙың өҫтөн аҫҡа әйләндереп эҙләй, әммә сәғәтте күреүсе булмай. Ахырҙа, арып, ялҡып ҡайтып китәләр. Тик береһе генә күңелһеҙләнеп ултырған фермерҙан тағы ла эҙләп ҡарарға рөхсәт һорай. Табыр тип уйламаһа ла, фермер ризалаша.

Бер мәл үткәс, малай һарайҙан сәғәтте тотоп сыға.

-Нисек таптың ул? Нимә эшләнең? — тип һорай аптырған фермер.

- Иҙәнгә ултырҙым да, тынлыҡты тыңланым. Шунан сәғәт тауышын ишетеп ҡалдым...

 

ҺАЛҠЫН АҢ, ТЫНЫС КҮҢЕЛ АУЫР ХӘЛДӘН СЫҒЫУ ЮЛЫН ТИҘЕРӘК ТАБА. ҠАЙҺЫ БЕР ҘӘ ТУҠТАП, ТЫНЛЫҠТА БУЛЫУ, ТИК ФАЙҘАҒА ҒЫНА: ДОНЪЯ ЫҒЫ-ЗЫҒЫҺАНАН АРЫНАҺАҢ, КҮҢЕЛ ТЫНЫСЛАНА, АҢ ТАҘАРА.

 

Тәржемә. 

Автор:Загида Мусина
Читайте нас: