Мәрзиә, дәрестәрҙән һуң ҡалып, хаталар өҫтөндә эшләп ултыра. Инша яҙғайнылар, уҡытыусы уның эшенән
ҡәнәғәт түгел. «Үҙеңдең ҡағиҙәләреңде уйлап сығарырға
яратаһың, грамматикаңды нығыт», ти. Мәрзиә лә үҙ һүҙле,
бер ҙә бирешкеһе килмәй. Хаталарын төҙәтеп тә булыша,
шул уҡ мәлдә әрепләшергә лә өлгөрә.
Апай, башҡортса «кәнвирт» булырға тейеш. Урыҫ
телеНән инһә ни! Үҙегеҙ, «өҫтәл» дә урыҫтан ингән, тинегеҙ. Ә нишләп береһен башҡортса яҙырға ярай, икенсеһен
ярамай?
— Телеңә һалышма, төҙәт.
— Нишләп мин башҡортса яҙа алмайым? Башҡортса
яҙһам, халыҡ дошманы буламмы әллә?
Уҡытыусы апайҙың йөҙө ағарып китте. Ҡ апыл күҙе
тартышҡандай булды. Әллә нимә тип әйтергә һүҙ таба алмаймы, бынағайыш! Мәрзиә мыш итеп танау тартып алды:
— Ярай «конверт» тип төҙәтәм, тик барыбер башҡортса әйтәм мин уны! һуҡ ы р тин дә тормаған кәнвирт миңә эй ҡыйбатҡа төшә бит, апай!
Уҡытыусы апай ахыр уға ҡул ғына һелтәне. Мәрзиә еңеүсе ҡиәфәтендә тышҡа атылды. Үҙҙәренең урам яғына боролоуға, эргәлә генә көслө тауыш яңғыраны:
— Мәрзиә һылыу, туҡтап тор әле!
Йәнғәле ағай баҫып тора. Былтырҙан бирле күҙгә-башҡа салынғаны юҡ ине. Мәрзиә уға ризаһыҙ ғына ҡарап алды, шулай ҙа туҡтаны.
° Ошо кәнвиртте апайыңа бирерһең әле, йәме!
Ана и.,., ул да «кәнвирт» ти. Ҡыҙыҡ та инде был уҡытыусы апай!.. Мәрзиә, ун ике йәштәрҙәге ҡыҙ бала, танауын сирыштырып ҡуйҙы, шулай ҙа үҙенә һуҙылған кәнвирттән баш тарта алманы. Бигерәк йылмайып, өмөтләнеп ҡарай бит Йәнғәле ағай. Кит, ыста, әллә ҡулы ла
ҡалтырай... Ҡыҙыҡай дүрткел ҡағыҙҙы яйлап ҡына сумкаһына һалды.
Онотмаҫһыңмы? — тип түҙемһеҙләнеп һораны егет.
Мәрзиә уға йәнә күтәрелеп ҡарап алды. Ҡыйғас күҙҙәр көлөп ҡарай, ялбарыу, үтенесте лә ап-асыҡ сағылдыра. Хатта йәлләнес тә был ҡараш. Тик Мәрзиә уны йәлләргә уйламай. Ризаһыҙ ғына тамағын ҡырып алды. Ҡыҙыҡай бер нәмә лә тип яуап ҡайтарманы, өйҙәренә табан атланы.
Мәрзиә был егеттең Сәүиә апаһына күҙе төшөп йөргәнен күптән белә инде. Дөрөҫөрәге, былтырҙан бирле.
Ә Мәрзиә апаһын бөтә кешенән дә ҡыҙғана. Уға һоҡланып
ҡараған берәй егет әҫәрен күрһә, айырыуса. Эйе, ысынлап тороп йөҙө ҡарая. Ни хаҡтары бар уларҙың Сәүиә апаһына күҙ һалырға? Әгәр ҙә апаһы йылмайып уларға һүҙ ҡатһа, был ваҡытта Мәрзиә шартлай яҙа. Мотлаҡ апаһының кәйефен боҙорға тырыша. Йыш ҡына шулай эшләй
ҙә. Апаһы кем менәндер һөйләшер булһа, рөхсәт һорағандай, Мәрзиәгә ҡарап ала. Ә инде һеңлекәшенең ҡашы йыйырылғанын күрһә, йәһәтләп китеү яғына борола. Тик бына апаҡайының Йәнғәлегә мөнәсәбәте икенсе төрлөрәк.
Эргәһендә аҡайып ҡарап торған һылыуын да онота. Күҙендә нур ҡабынғандай. Тауышы серлерәк яңғырағандай...
Мәрзиә Сәүиә апаһының хистәренә хужа була алмай, ләкин... Их, былтыр апаһын ҡырға эшкә сығармаҫҡа кәрәк булған да бит! Бына бит, тегенеһе лә өҙмәй ҙә ҡуймай. Хат тоттора.
һәр йылдағыса, йәштәр колхозға бесәнгә сыҡтылар. Эш етерлек. Сәүиә апаһы бер көндө Мәрзиәне лә үҙе менән алды. Бесәнселәргә төшкө аштан һуң бер аҙ ял бирелә. Ә йәштәргә ниндәй ял ти инде! Бына шаяралар, исмаһам! Ҡыҙыҡай шунда апаһы тирәһендә тик бер генә
егеттең бөтөрөлөп йөрөгәнен абайланы. Әлеге Йәнғәле ине ул. Йүгереп килеп туҫтаҡ менән апаһының өҫтөнә һыу ҡойһонмо, сыйыш тотоп алып, шуны күлдәк яғаһының эсенә һалһынмы. Мәрзиә асыуҙан иренен ауырттырғансы тешләне. Нишләп апаһы менән шул тиклем булыша был егет йораты? Ни хаҡы бар? Ә Сәүиә апаһысы! Ҡалай
кинәнеп көлә бит әле! Кит, шул хәтлем дә булмаҫ... Былай ҡыланырға бәләкәй түгелдәр ҙә баһа. Апаһы күлдәк яғаһын һелкә-һелкә сыйышты төшөрөргә итә. Шунан яғаһын алға тартты, үҙенең эсенә күҙ һалды, һе, бына оятһыҙ! Ҡыҙыҡайҙың сикәһе яныу ғына түгел, өтөп алғандай
булды был юлы. Бала-саға түгел дә баһа, нисек инде күкрәге ҡалҡып торған апай кеше шулай ҡылана ала? Быныһы бит төптө саманан уҙыу! Ғәрлегенән нишләргә белмәгән Мәрзиәнең тыны ҡыҫылды. Ә өйҙә Сәүиә апаһы ҡалай етди, аҡыллы ҡыланған була. Мәктәптә әйтергә лә
түгел! Бында ике йөҙлөләр йыйылған. Әлеге хәлдәрҙе әсәләре күрһә, нимә тиер ине икән? Сәүиәнең ауыҙы бер яҡҡа салшайғансы тондорасаҡ бит! Мәрзиә тешен шығырлатты. Буй еткән апай-ағайҙарҙың ҡыланыштары уға һис кенә лә оҡшаманы. Ҡайтҡас уҡ әсәһенә унда булған хәлдәрҙе еткерҙе.
Әсәһе бер нәмә лә өндәшмәй генә тыңланы, ҡыҙыҡай көткәнсә «ах» та, «ух» та итмәне, аптыраманы. Ләкин иртәгәһен апаһы мендәргә йөҙөн ҡаплап үкһей ине. Әсәһенең ҡаты, бойорған тауышы ишетелде:
— Бүтәнсә эргә-тирәңдә күрмәйем халыҡ дошманы балаһын! Ишетһен ҡолағың! Халыҡ дошманы. Был һүҙҙәр Мәрзиәнең мейеһен
быраулағандай булды. Ул ғаиләһен өлкән бәләнән ысынлап та йолоп ҡалғанын аңланы. Ҡыҙыҡай халыҡ дошмандарының балаларына мөнәсәбәтте ныҡ яҡшы белә. Шулай ҙа күҙ йәше ҡойған апаһы алдында үҙен ғәйепле лә тойҙо.
Өндәшмәй генә урындыҡҡа апаһының эргәһенә килеп
ятты. Апаһы әкрен генә шулай тине:
— Кем әйтте икән әсәйемә?
Мәрзиә тертләне. Төкөрөгөн көс-хәл менән йотто.
— Бөгөн Һәҙиә генә инеп сыҡҡайны, — тип өҫтәне аптырауға ҡалған апаһы.
Мәрзиә йәһәт кенә башын ҡалҡытты.
— Һәҙиә шул.
Апаһы ышанмағаныраҡ тауыш менән һораны:
— Ҡайҙан беләһең?
— Ул элек тә Йәнғәле ағайҙы ярата ине.
— Кем әйтте?..
Мәрзиә әҙерәк уйланды. Шунан йәһәт кенә яуабын да
тапты:
— Был сер!
Һәҙиә Сәүиә менән синыфташтар, Һәҙиәләр урамдың арғы осонда тора. Бер урам балалары булғас, мәктәпкә барғанда ла, ҡайтҡанда ла бергәләр. Әммә шул көндән башлап синыфташтар әллә ни һөйләшмәҫ, бер-береһенә йөрөшмәҫ булдылар. Бәлки, хәҙер һәр береһенең үҙ эске донъяһылыр. Ҙурҙар бит инде. Быйыл мәктәпте тамамлаясаҡтар.
Йәнғәле былтырҙан бирле мәктәпкә бармай. Халыҡ
дошманы улына артабан бында уҡырға ярамай, тигәндәр.
Хәҙер ул район үҙәгендәме, ҡайҙалыр эшләп йөрөй. Бына
яйын табып, Мәрзиә аша Сәүиәгә хат бирмәксе итә. Ярай,
апаһына хатты ғына тапшырыр.
Өйгә ингәс, Мәрзиә кәнвирт тышына күҙ һалды ла «аһ» иткәнен һиҙмәй ҙә ҡалды. Шундай матур сәскә төшөрөлгәйне унда. Дуҫ ҡыҙҙары менән ярышып, ул да кәнфит ҡағыҙҙары, төҫлө сәскәле һүрәттәр йыя. Бына бындай сәскә берәүҙә лә юҡ! Уйып ҡына ҡырҡып алырғамы әллә?
Юҡ, апаһы кәрәкте бирер. Туҡта, ә хатты кәнвиртһеҙ генә
бирһәсе? Йәнғәле ағай, моғайын, кәнвиртен ҡуша бирҙеңме, тип һорамаҫ. Мәрзиә ипләп кенә кәнвиртте асты, хатты алды. Ҡыҙыкһыныуын еңә алмайынса, ундағы юлдарға күҙ һалды. Иң башында «һандуғас!» тигән булған. Харап икән, тапҡан исем! Яратыуын шулай белдергән буламы икән? Артабан матур ғына шиғри юлдар китә. Үҙенеке түгелдер инде, күсергәндер берәй шағирҙыҡын. Вәт әкәмәттәр!
Апаһы хатты алғас, ҡулын тиҙ генә арҡаһына йәшерҙе, үҙе ышанмағандай һорай бит әле:
— Уҡыманыңмы?
Алдан әҙерләнгән Мәрзиә ауыҙын кәүшәйтеп эре генә
яуапланы:
— Эйе, кәрәге бер тин!
Шунан мөйөшкә боҫоп, кәнвиртенең сәскәһен һыйпаны. Ике бер туған бик тә бәхетле ине был көндө. Бынан һуң да Мәрзиәгә бер нисә тапҡыр апаһына хат тапшырырға тура килде. Кәнвиртһеҙ, әлбиттә. Матур һүрәтле кәнвирттәр Мәрзиәнең серле ҡумтаһына инеп яттылар.
Йәнғәленең ниндәй шиғри юлдар яҙғанын ул яттан да һөйләй ала. Ләкин быларҙы сер итеп тота ҡыҙыҡай.
Берәүгә лә әйтергә ярамағанын яҡшы белә. Хатта үҙе лә, ҡасан был ғашиҡ ағай үҙенең шиғри һүҙҙәр йәшергән кәнвиртен килтереп тотторор икән, тип көтөбөрәк тә йөрөй.
Уның хаттарын ала башлағас, апаһы ла йомартланды.
Мәрзиә нимә һораһа ла бирә. Математикаһы насар Мәрзиәнең. Элек апаһы аңлата, әрләй, үҙенә эшләргә, баш ватырға ҡуша ине. Хәҙер үҙе үк әҙерләп бирә. Бындай тормош кемгә оҡшамаһын? Бына Мәрзиә тағы ла бер хат тотоп ҡайтып инде. Өйҙә берәү ҙә юҡ. Ул иркенләп урындыҡҡа барып ултырҙы.
Тырышып-тырышып кәнвиртте аса. Келәйе ныҡ булып сыҡты, ысҡынмай ҙа ҡуя.
— Мәрзиә һылыу!
Аһ-аһ, апаһы менән Һәҙиә апай килеп инделәр ҙә баһа. Ҡыҙыҡай йәһәт кенә кәнвирттең өҫтөнә ултыра төштө. Сәүиә апаһы, Йәнғәле ағайҙан хат ала башлағас, Һәҙиә менән ҡабат дуҫлашып китте. Үҙ-ара аңлашҡандарҙыр, элеккесә гел бергәләр. Былай апаһы: «Мин уға хәҙер сер сисмәйем», — тигәйне тиеүен.
— Нишләп күҙеңде ташпайттың? — тип һорай апаһы. Мәрзиәнең иһә теле тотлоҡто. Апайҙар быға иғтибар итмәнеләр.
— Мин хәҙер сәй ҡуям, әсәйем дә ҡайтып килә шикелле, — тине Сәүиә, Һәҙиә сумкаһын урындыҡҡа ҡуйҙы ла әхирәтенең артынан эйәрҙе. Мәрзиә иркен тын алды. Был хатында нимә яҙҙы икән ғашиҡ йән? Йәһәт кенә уҡырға кәрәк. «һандуғас! Мине әрмегә алалар. Бөрөҫөгөнгә китәм. Мөмкинлек булһа, бөгөн, йә иртәгә клубҡа сығырға тырыш.
Шунда ҡалғанын һөйләшербеҙ. Көтәм, һандуғасҡай!» Бына
нисек! Йәнғәле ағайға ла хеҙмәткә китергә ваҡыт еткән
бит. һе, апайым уны оҙатып ҡалырға, көтөп алырға тейеш
буламы ни хәҙер? Ә әсәйем ишетһә, нимә эшләйәсәк? Уй,
был турала уйлауы ла ҡурҡыныс... Әрмегә китә торған
кешенең хатын тапшырмай ҙа ярамай. Ҡыҙыҡай хатты
кире кәнвирт эсенә тыҡты. Юҡ, кире сығарырға кәрәк,
сөнки хәҙер йәбештереп булмай, ней келәйе юҡ. Анау бешкән картуфты һылаһасы? Булманы тәки, тигеҙләргә тырышып һыйпай торғас, кәнвирттең сите йыртылып килеп сыҡты. Шулай мәш килгәндә, соланда аяҡ тауыштары ишетелде. Ҡыҙыҡай ҡулындағы нәмәһен Һәҙиә апаһының сумкаһына тыға һалды: күтәрмәлә әсәһе баҫып тора. Йөҙө ҡараңғы.
— Мәрзиә, нишләп ҡош-ҡорт сыулай? Бар, йүгер, һыуҙары бөткән бит! Әйтмәһәң, бер нәмә лә эшләй белмәйҙәр,
кейәңкеләр! Кәртә эсен таҙарт! Нимә тораһың күҙеңде йылтыратып?
Мәрзиә тышҡа һыпыртҡанын һиҙмәй ҙә ҡалды. Өйгә ингәндә, Һәҙиә апаһы ҡайтып киткәйне инде.
Уның ҡарауы, ҡунаҡтар килеп төшкән. Күрше ауылда торған Хәмит ағаһы менән Саимә еңгәһе. Күмәкләшеп табынға ултырҙылар. Еңгәһе моңло итеп «Таштуғай»ҙы йырланы. Эңер төшөүгә, ҡунаҡтар ҡуҙғалды.
— Әсәй, мине ағайымдарға ебәр әле. Өләсәйемде лә күреп ҡайтырмын, — тине Сәүиә.
Әсәһе ризалашты, Мәрзиәгә лә ҡарап алды.
— Ә һинсе?
Мәрзиә ҡәтғи баш сайҡаны. Юҡ, ул бөгөн ҡунаҡҡа
бара алмай. Уға нисек тә булһа Йәнғәленең хатын юлларға кәрәк. Юғиһә... Ҡыҙыҡайҙың арҡаһы зымбырлап ҡуйҙы хатта.
— Берәй нәмә булһа, апаһынан ҡалмай торғайны. Еткән ҡыҙҙың бер үҙен сығарып ебәреү...
— Ҡуйсәле, бикәм, улай тимә. Эргәмдән бер аҙым да
ситкә баҫмаҫ, — тине Саимә еңгәй. Ю лға ҡуҙғалыр алдынан Сәүиә Мәрзиәне үҙ янына саҡырҙы.
— һылыуым, Йәнғәле ағайың ошо көндәрҙә, моғайын,
һине күрергә тырышыр. Бына ошо хатты уға бирерһең,
йәме.
—' Ә халыҡ дошманы улын әрмегә алалармы?.. Апаһының күҙҙәре ҙурайып китте. Мәрзиә йәһәт кенә телен тешләне.
— Аңланыңмы? — тип ныҡ итеп һораны Сәүиә, һ ы лыуы иренен бәлшәйтеберәк булһа ла баш ҡаҡты.
Бер үҙе ҡалғас, Мәрзиә дүрткә бөкләнгән ҡағыҙҙы яҙҙы.
«Йәнғәле, ай эсендә әрмегә алыныуым бар, тигәйнең. Ҡасанғараҡ икәнен әйтерһең әле, йәме. Әрменән хат яҙырға
булһа, күрше ауылға ебәрергә тура килер. Саимә еңгәйҙәргә. Ул бит һиңә туған тейешле. Еңгәм миңә тапшырасаҡ. Әҙристәрен беләһең».
Иртәгәһен кис Мәрзиә һәҙиәне күреп ҡалыу менән урамға йүгереп сыҡты.
— Һәҙи ә апай, туҡта әле! Сумкаңда...
— Күрҙем, һинең аша биреп ебәрҙеме ни? Рәхмәт, йәме! Мин шул яҡҡа киттем! Һәҙиә апай клуб яғына ашыға ине.
— Ул һиңә түгел. Ул һандуғасҡа!..
Һәҙиә ҡул болғап йылмайҙы.
— Беләм, һандуғасҡа!
«һандуғас...» Был һүҙҙе ысынлап та үҙенә тип ҡабул иткәнме әллә Һәҙиә апай! Мәрзиә ауыҙын асҡан килеш тороп ҡалды.
Иртәгәһен Йәнғәленең армияға киткәне билдәле булды. Сәүиә өс көндән генә ҡайтты. Мәрзиә тапшыра алмаған хатын апаһына кире тотторҙо. Ә бер нисә көндән Һәҙиәнең әсәһе Хәлиҙә апай килеп инде.
— Бына Һәҙиәнең сумкаһынан бер хат табып алдым.
Кемдән икәнен әйтмәй. Исемеңде сығарһаң, йәнеңде алам,
тинем. Әйтмәй кемлеген. Нишләп йәшерә? Кем яҙған? Хатты күргәс, Сәүиәнең йөҙө ап-аҡ булды. Ҡағыҙҙы тотҡан ҡулдары ҡалтыраны.
— Таныйһыңмы? Кем яҙған? — тип ҡабатлап һораны
Хәлиҙә апай. Сәүиә яй ғына баш сайҡаны. Хат ҡулдан төшөп китте.
Хәлиҙә апай уны эйелеп алды, кире кеҫәһенә тыҡты.
— Былай хат алыштырып һалып ҡуйғансы, кейәүгә бирәм мин уны. Йүнле әҙәмме-түгелме, белергә генә кәрәк!
Кейәүгә барырға уйы булһа, әйтер ине бит! Мәктәпте бөткәненә саҡ! Әллә уҡығанда уҡ егеттәр менән хат алыштымы? һи н дә яҙыша инеңме? Сәүиә тағы ла баш сайҡаны.
— Юҡ. Алышманым.
Тауышы танымаҫлыҡ булып үҙгәргәйне. Өҙөк-өҙөк тын
алды. Унан текә ҡараш ташланы.
Сер йомғағын сисә алмаған Хәлиҙә апай һөйләнә-һөйләнә сығып китте. Сәүиә апаһының яурыны һәленде, ауыҙын ябырға ла хәленән килмәй, бер нөктәгә төбәлгән килеш ултыра бирҙе. Унан ҡулы менән йөҙөн ҡапланы. Бөтәһен дә күҙәтеп ултырған Мәрзиә, эсен һыҙланыу һымаҡ тойғо өтөп алһа ла, бер нәмә лә өндәшмәне. Үлтерһәләр ҙә дөрөҫөн һөйләмәҫ ине ул.
Кис йоҡларға ятҡас, Сәүиә апаһы һорай ҡуйҙы:
— һылыуым, нишләп ундай хат Һәҙиәлә икән? Кәнвирткә һалынған, етмәһә...
Мәрзиә мыш-мыш танауын тартты.
— Белмәйем...
— Һәҙиә бер нәмә лә әйтмәй...
Мәрзиә мышҡылдай бирҙе. Ул бер үк ваҡытта ғашиҡ
апаһы яҡлы ла, халыҡ дошманын күрә алмаған әсәһе яҡлы ла була алмай ҙа баһа!
— Йоҡла, һылыу. Ә мин барыбер Һәҙиәгә ышанмайым.
Бер нисә ай уҙҙы. Ут өйөрмәһеләй өйрөлөп йөрөгән әсәһе был юлы өйгә ауыр атлап килеп инде. Түрбашта нимәнелер үрелеп алды ла Сәүиә янына килеп баҫты.
— Теге егеттән хат килгәйне. Элегерәк Сәүиә апаһының ауыҙы асылып китте. Шатланырға ла итте, ҡашын да йыйырҙы. Әсәһенең был ҡыланышын нисек ҡабул итергә белмәй ине шикелле. Хатты ҡулына
алһа ла, ышанмағандай, йәнә әсәһенә ҡараны.
— һуғыш башланған, — тине әсәһе үҙенең был шәфҡәтлелеге нимә менән бәйләнгәнлеген аңғартып. — Донъя хәлен белеп булмай, тапшырайым тием...
Шунан көлдөксәгә ултырҙы.
— Дошмандың хәтәре илгә ябырылған. Инде кемдең кем икәне асыҡланыр.
һуғыш тормошҡа үтеп инде. Ир-егеттәр фронтҡа оҙатылды. Йәштәрҙе ҡалаға завод-фабрикаға эшкә алып китә торҙолар. Сәүиә апаһына ла сират килеп етте. Ул әйберҙәрен төйнәй. Бына бер әрйәнән һылыуының йыйған ҡағыҙҙары, тәтәйҙәре килеп сыҡты.
— Уй, һылыу, бында һинекеләр икән!
Бурҙың бүрке яна, тиҙәр. Мәрзиә, үҙе лә һиҙмәҫтән, иң элек кәнвирттәренә барып йәбеште.
— Ҡалай тәтүс сәскәлеләр! Ҡайҙан алдың ул хәтлемде? Эй, хәҙерге балаларҙың үткерлеге! Тапҡан, йыйған бит әле. Маладис!
Мәрзиә Сәүиәгә ғәйепле ҡараш ташлай. Бер нәмә лә аңламаған апаһы көлә. Уның көр кәйефле булырға тырышыуын да аңлай Мәрзиә. Моғайын, тыуған өйҙө ташлап китеүе анһат түгелдер. Тик туғандарын хәсрәткә һалғыһы килмәй, шуға шат булырға тырыша.
— Апай! — тине шул саҡ Мәрзиә. — Был кәнвирттәрҙе, әйҙә, мин һиңә бирәм. Иҫтәлеккә булыр.
— Ҡуй, һылыуым. Ҡалһын үҙеңдә. Ҡала еренән тағы ла матурыраҡтарын ебәрермен әле.
Инде үҙен бур һымаҡ хис иткән Мәрзиә, апаһы күрмәгәндә,кәнвирттәрҙе сумаҙанға тыҡты. Ете бөртөк. Береһен
дә үҙендә ҡалдырманы. Ҡағыҙ тышлыҡтарҙың кемдеке икәнен дә, кемгә тәғәйенләнгәнен дә әйтә алманы. Апаһы ете хат алғайны. Бәлки, иҫәп буйынса быларҙың ниндәй кәнвирт икәнен үҙе аңлар... Бәлки, аңлар...
Бер йыл үтеп китте. Апаһы менән хат алышып торҙолар. Ә бер көндө унан посылка килеп төштө. Эсендә хат та бар ине. Был кағыҙ ярпыһына һис көтөлмәгән, ғаиләне хафаға һалған хәбәр яҙылғайны. «Әсәй, Мәрзиә һылыуым! Минең өсөн эсегеҙ бошмаһын. Мин элемтәсе булып фронтҡа китергә хәл иттем. Әсәй, һин Йәнғәленең хатын
тапшырһаң да, мин уға яуап яҙғаным булманы. Ә хәҙер
уның «хәбәрһеҙ юғалған» тигән хәбәрен ишеттерҙеләр. Уға ҡарата булған ҡатылығым өсөн бик үкенәм. Мин уны фронтта табасаҡмын. Үҙемдең ҡайһы бер ҡылыҡтарым өсөн дә оялам, ләкин хәҙер сабыр аҡыл менән йәшәргә тырышам, кемгәлер үсегергә, үпкә һаҡларға, шик тоторға теләмәйем. Әсәй, мин бығаса һинең һүҙеңдән сыҡҡаным
булманы. Хәҙер оло тормош юлына баҫтым бит инде. Шуға һуғышҡа китеүҙе үҙ аллы хәл иттем. Берүк борсолмағыҙ. Фашистарҙы ҡыйратҡас, тыныс тормошта осрашырбыҙ.
Фәрзәнә Аҡбулатова