Шоңҡар
-11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Татлымы, әсеме сейәләр...

– Тыныс йәшәһендәр тип, ғүмер буйы шуларға бөтөн нәмәне тыҡтыҡ: бабай иҫән саҡта күпме аҡса бирҙек, йыл һайын үҙҙәренә айырым һуғым һуйҙыҡ, барыбер ярап булманы. Бабай китеп барғас, килен, беҙгә күс тә ҡуй, бер үҙеңә оло өй нимәгә, тип башымды бутаны.

Татлымы, әсеме сейәләр...
Татлымы, әсеме сейәләр...

– Их-х, сейәһе лә сейәһе! – шулай тип кемдеңдер әйтеүенә һиҫкәнеп, сейә ҡыуаҡтары аша үрелеп ҡараным – минең ҡаршы яҡҡа ике ҡатын килеп баҫҡайны, береһе илле-илле биш йәштәлер, икенсеһе сама менән етмеш-етмеш биш йәшлеккә оҡшағайны. Үҙ уйҙарыма сумып, уларҙың килеүен дә аңғармай ҡалғанмын. Межозерный ҡасабаһы янындағы ташландыҡ баҡсаға кеше күп йөрөй, шуға сейәләрҙең ҡуйы ботаҡтары араһына йәшенеберәк баҫып, шым ғына һытылырҙай булып бешкән еләктәрҙе биҙрәмә йыйыуымды белдем.

– Зерә һаттың өйөңдө, апай, – был башына ҡыҙғылт яулыҡ ябынған йәше, ахыры. Өҙөлгән һөйләшеүҙе ялғап китеүе шул булды.
– Эй-й, ярама тоҙ һалма... – бошонҡо сыҡты өлкән апайҙың тауышы. – Хәҙер терһәкте тешләр ҙә инем, ҡайҙан һуң... Шулай булырын белһәм, араларына бер ҙә ҡыҫылмаҫ инем. Килен бит бер тапҡыр ғына түгел, ҡырҡ тапҡыр үсегеп ҡайтҡаны булды. Улым, башҡа артынан бармайым да, йөрөмәйем дә инәлеп, яратмайым мин уны, тиһә лә, балағыҙ бар, уны нишләп етем итәһегеҙ, тигән булып, әйҙә улымды эйәртеп барҙым килен артынан, әйҙә уны өгөтләнем, кире ҡайт, тип. Шунда, тәүге тапҡыр уҡ ҡайтып киткәнендә, айырылышһалар, балам бөгөн килеп, һин мине бәхетһеҙ иттең, тип минең йөҙҙән алмаҫ ине.
– Берәме шулай тиме, эй Алла...
– Шулай тип әйтте-әйтте лә, башын тотоп ултырып, үкһеп иланы... – әбейҙең тауышы ҡалтыраны.
– Эй, ярай инде... Көймә...
– Үҙ балам бит, көйәм шул. Үҫтер, кеше ит тә, бөгөн килеп шул ғәзиз балаңдан әр һүҙе ишетеүе еңел түгел. Сығып кит, тип ҡысҡырҙы. Килен, ишеттеңме, ҡортҡа, сығып кит, тип ҡәнәғәт ҡалды инде.
– Бигерәк киленең уҫал, ашай инде улыңды, апай.
– Ашау ғынамы... Тереләй талай иртәле-кисле. Уның әсәһе, Аня ҡоҙағыйҙы әйтәм, гел дә ирен, ҡулына нимә эләгә, шуның менән туҡмай торғайны, шул ғәҙәт ҡыҙына ла күскән – балама утын менән дә ташланды, ҡайнаған сәйнүк тә елгәрҙе, бысаҡ менән дә сәнсте!
– Ул псих бисәне психушкаға ғына алып барып тыҡмай.
– Тығырһың уны, бөтә ағай-энеһе түрә бит. Шуларға арҡалана ла тора.
– Көслөнөкө замана шул...
– Тыныс йәшәһендәр тип, ғүмер буйы шуларға бөтөн нәмәне тыҡтыҡ: бабай иҫән саҡта күпме аҡса бирҙек, йыл һайын үҙҙәренә айырым һуғым һуйҙыҡ, барыбер ярап булманы. Бабай китеп барғас, килен, беҙгә күс тә ҡуй, бер үҙеңә оло өй нимәгә, тип башымды бутаны.
– Ана шунда өйөңдө һатҡас, бөтә аҡсаны ла бирмәҫкә, яртыһын кассаға һалырға кәрәк булған.
– Кәрәк булған да, аҡыл төштән һуң шул. Кит инде, йәш саҡтан аҡыл булмағас, ҡартайғас ул ҡайҙан булһын... Өйҙөң аҡсаһын улыма ғына биргәс, ҡыҙым үпкәләне, һаман да тырт-мырт һөйләшә, үҙем шылтыратмаһам, хәлде лә белмәй. Йәнәһе лә, уларҙың да Алиналарына фатирҙы ҙурайтыр өсөн аҡса кәрәк. Дәүләттән бушлай алғандар бит инде фатир, етеш йәшәйҙәр, бер нәмәгә ҡытлыҡ кисермәйҙәр. Кейәү егәрле, шәп булып сыҡты, өлгөр. Юғалмаҫтар әле. Ә улымдың балаһы ошоғаса кеше мөйөшөндә көн күрҙе, беҙҙең өйҙөң аҡсаһына, исмаһам, фатирлы булдылар. Тик үҙемдең йорт-ерһеҙ тороп ҡалыуым ғына ҡыйын.
– Ҡытлыҡ кисермәһәләр ҙә, ҡыҙыңдың да өлөшө бар инде, әйтмәксе лә, өй аҡсаһында.
– Беләм, беләм, бөтәһен аңлайым, тик һуң хәҙер. Эш эшләнгән. Бетемде генә һатып, аҡса бирмәһәм инде. Пенсиям ашарға ла торлаҡ өсөн түләүгә етә, бер тине лә артмай хәҙер.
– Ә-ә, апай, әйттем мин һиңә, анау бабай һоратып килгәндә, шуға күҙеңде йомоп кейәүгә сыҡ та ҡуй, тип, – барлыҡҡа килгән көсөргәнеште ҡатындарҙың йәшерәгенең көлөүе юҡҡа сығарҙы. – Хәҙер, бабай йомшап, рәхәтләнеп йәшәп ятыр инең әле.
– Кеше донъяһында рәхәтләнеп йәшәп була тиме икән... Ул үҙең ҡәҙерләп, тир түгеп төҙөгән донъя ғына иркен йәшәтә бит. Ә кеше донъяһында аяҡ осонда ғына баҫып, ҡойроҡто бот араһына ҡыҫтырып йәшәргә тура килә.
– Бабайҙың торлағын һатып, яңыны алыр инегеҙ.
– Уның да балалары бар ҙа һуң, һаттыра торғандары бармы?! Эй, оҡшаманы ул миңә! – ошо ваҡытта әбей сейәләрҙе асыуланып уҡ биҙрәгә елгәргәндәй тойолдо.
– Нимәһе оҡшаманы һуң? – йәшерәге көлөмһөрәп һораны, ахыры.
– Ғүмер буйы бейек ағастан һикереп йөрөп, ҡартайғас, түмәрҙән һикермәйем мин!.. – шартлатып әйтте лә әбей, аҙаҡ тауышы бер аҙ тынысланды. – Ҡәйнәм мәрхүмә иҫкә төштө. Ул бабайы менән, бабайы, тип, йәш кейәүе менән бер аҙна ғына йәшәп ҡалғайны бит, бисараҡайым. Өйләнешеүҙәренә бер аҙна тигәс, ире фронтҡа китеп, шул килеш хәбәрһеҙ юғалған. Ярай ҙа орлоҡ сәсеп өлгөргән булған, ҡәйнәм буйға уҙып, бер ир бала табып алған. Ғүмер буйы, Камилым ҡайтыр ул, үлмәгән бит, тине лә көттө... Илле йәштәр булғандыр үҙенә, көҙгөгә алыҫтан ҡарап ултырҙы-ултырҙы ла, битем сирышҡан, Камилым килеп инһә, был ниндәй албаҫты, тип яратмай ҡуйыр, берәй майыңды бир, һөртәйем, тип көлдөргәйне. Аҙаҡ, инде бөтөнләй ҡартайғас, тағы бер көлдөрөп алды: тәһәрәт алырға сыҡҡанында, ҡайҙа ҡомғаныңа йылы һыу һалайым, тим, ә ул, эйе шул, һыуыҡ һыуға, исмаһам, «терт» итеп ҡалһын, килен, барыбер башҡа бер нәмәгә лә эшкинмәй, тип көлгән булды. Йәне йәннәттә булғырҙары, бабайы менән шунда осрашҡандарҙыр. Камилым ҡайтһа, тине лә ултырҙы...
– Ай-бай, тере сағында ҡәйнәң һине һәләк ҡаңғыртты ла һуң.
– Ҡәйнә бит, ҡаңғырта инде. Яуыз булғанға түгел, ҡайнымдың төҫө булған берҙән-бер балаһын көнләшкәнгә ҡаңғыртты. Аҙаҡ фатихаһын бирҙе, Аллаға шөкөр, рәхмәт әйтте, рәнйетмәнең, тине. Йәш сағымда ҡайһы саҡ түҙмәй ҡәһәрләнеп тә ала инем, кәрәген бирергә ине ул, тип, ә аҙаҡ, ҡартайып мөсһөҙләнгәс, ул бахыр ҡарсыҡтың ҡайһы тирәһенән үс алаһың?! Йәлләнем мин уны. Үҙем ғүмер буйы ир менән йәшәнем, яҡлаулы булдым. Ә ул бер аҙна ир рәхәте күргән, ҡалған ғүмере ирен көтөү менән үтте.
– Ҡайтмаҫын аҙаҡ аңланымы?
– Юҡ, ҡайнымдың ҡайтырына тамсы ла шикләнмәне! Теге, анау, Кваша алып барған тапшырыу бар бит әле, исеме нисек әле һуң?..
Ошо ерҙә минең башымдағы диктофон ваҡытлыса туҡтап тороп, саҡ ҡыуаҡтар араһынан килеп сыҡманым инде: «Тапшырыуҙың исеме «Көт мине» тип атала!» Әммә апай хәтер төбөнән үҙе шул тапшырыуҙың исемен аҡтарып табып алды һәм хәбәрен дауам итте:
– «Көт мине» тип атала, эйе, шул тапшырыуҙы яратып ҡараны. Кеше табылһа, ана бит, илле-алтмыш йылдан һуң да табылалар, тип айырыуса илһамланып, йөҙҙәре яҡтырып китер ине. Хатта үлер алдынан да, йә инде, Камилым дөпөлдәтә баҫып ҡайтып инер, ә әбейе – тү-тү, һауала, тип шаяртып ятҡан булды, бахырҡайым. Улы менән серләшкәндә, атайың шулайтыр ине, атайың былайтыр ине, атайың ҡайтыр ул, иҫһеҙ йөрөп, аҙаҡ иҫенә төшһә, тып итеп килер ҙә инер, тип хыялланыр ине. Ҡайһы саҡ ғүмерҙә күрмәгән ҡайныма, уны шул тиклем көтәләр, ә ул нишләп ҡайтмай икән, тип йәнем дә көйөп китә торғайны. Һуңынан, ҡәйнәң ыңғайына аҡылдан яҙа башланыңмы әллә, тип үҙемдән үҙем көләм. Моғайын, һөйәктәре әллә ҡасан сереп бөткән кешегә ерле-юҡтан асыуланып ултыр әле... Ҡәйнәмде көтә белгәне, тоғролоғо, шундай фиҙакәрлеге өсөн генә лә ихтирам итер, бөтә этлектәренә күҙ йомор инем. Шунан һуң үҙе мине пырылдатып әрләһә әрләне, әммә улын гел тыйҙы, өндәшмә, шым, тиер ҙә торор ине, бахырым. Ә ғаиләлә ҡасан һауыт-һаба шалтырамай?! Минең дә холҡом алтын түгел, әммә ир, әсәһен тыңлап, миңә ҡаршы өндәшмәгәс, иреш-талаш олоға китмәй. Мин ни, бер үҙем дыулайым-дыулайым да, тынам. Үҙ-үҙең менән күпме ирешеп торорға була. Һөйөү ике кеше араһында булған кеүек, талаш та икәүҙән башҡа булмай.
Сейә ҡыуаҡтарының теге яғында торған ике ҡатынды тыңлап, еләк йыйыуҙы ла онотҡанмын, үлгәнсе Камилын көткән әбейҙе уйлап, күҙҙәремә йәш тығылды. Ирекһеҙҙән уларҙың хәбәрен, шымсы кеүек, ишетеп-тыңлап тороуым өсөн үҙемә уңайһыҙ булып китте. Артыҡ ҡыбырларға ла ҡурҡам, шым ғына ситкә лә китеп булмай, ишетеп-күреп ҡалһалар, сит кеше янында артығын ебәрмәнекме, тип улар ҙа уңайһыҙланыр кеүек. Һәм шул мәлдә минең телефонға смс-хәбәр килде, сәрелдәк тауыш тотош баҡсаға: «Бушта йәшнигенә хат килде», – тип шарылданы. Ҡыуаҡ артындағылар шымып ҡалды. Башты аҫҡа эйеп (улар ошо ваҡытта мине ҡарағандарын беләм бит инде), телефонды һүндерҙем дә, ҡыуаҡтарҙың теге яғына сығып, йылмайып, һаулыҡ һораштым:
– Оят булһа ла әйтәйем инде, мин ҡыуаҡтарҙың аръяғында тороп, баянан бирле һеҙҙе тыңлайым, бөтә серҙәрегеҙҙе белеп бөттөм...
– Ә беҙ һине күрҙек ул, – башына ҡыҙғылт яулыҡ ябынған ҡатын көлөп ебәрҙе. – Сейәһе күптер, бынау ҡыҙый башын да күтәрмәй йыя, тип ошонда килдек.
– Ҡыҙый тигәнегеҙ үҙе ҡәйнә булырлыҡ йәштә, – тип еңел тын алдым. – Бәләкәй саҡта еләкле урын­ға килеп сығып, был минең баҡса, тип ҡулды йәйеп ултыра торғайныҡ. Һеҙҙең килеп сейәмде баҫып алыуығыҙҙы аңғармайыраҡ ҡалдым, юғиһә бала саҡтағы кеүек, был минең ҡыуаҡ, тип яҡын юллатмай торор инем.
– Беҙ ҙә шулайта торғайныҡ, хәҙер аҡылландыҡ, йәлләмәй бүлешәбеҙ, – тип көлдө яулыҡлы ханым. – Хоҙай биргән байлыҡ бит был, барыһына ла етә.
– Ә беҙҙең бала саҡ ас-яланғас осорға тура килде, шуғамы икән, булғанды уртаҡ бүлешеп үҫтек, – улы һәм килененән йәберһетелгән әбей ҡулындағы сәғәтенә күҙ һалды. – Бәй, сәғәт биш тә булып киткән...
– Хәҙер эштән ҡайтҡан кешеләр тула баҡсаға, – тип, улар сейәне тиҙерәк йыя башланы. Ҡулдарына күҙ ҙә эйәрмәй! Юҡ-бар нәмә тураһында һөйләшеп, биҙрәләрҙе шәп кенә тултырҙыҡ. Мин алдараҡ килгәс, минең ҡорһаҡ та тулды. Ҡайтып та китер инем, уларҙың бер-береһенә кем булыуы ҡыҙыҡһындыра. Уратып-суратып торманым, тура һораным:
– Ә һеҙ бер-берегеҙгә кем булаһығыҙ?
– Апайымдың өлкән ҡыҙы, – әбей яулыҡлы апайға эйәге менән күрһәтте. – Хәбәребеҙҙе ишеттем, тиһең, ана шул минең менән булған мәхшәрҙән һуң иң тәүҙә шуларға барып һыйындым, әммә уларҙың үҙҙәренең ғаиләһе ҙур. Шуға айырым йәшәйем хәҙер.
– Нисауа, ҡыҙың бөтөнләй үк йөрәкһеҙ түгел, ғәфү итер әле, – тип әллә үҙен, әллә әсәһенең һеңлеһен йыуатты яулыҡлы апай. – Аңлар әле үҙенең ҡылығын.
– Аңлар ҙа ул... Тик үҙемде уйламайым мин, улым өсөн йөрәгем өҙөлә. Уға бит теге яуыз менән һаман яфаланырға.
– Эй, апай, ғүмер буйы шул, улым, тип иҫең китте, ҡыҙың гел дә икенсе планда ҡалды... Шуны ҡыҙың тоймай тиһеңме әллә?! Шуға ла үпкәләй ул һиңә, ә аҡса – сәбәп кенә. Ә улың бер бисәһенә баш була алмай йөрөй шунда, ебегән. Йәнем дә көймәһә, ирме ул, түгелме?! Әсәһен дә яҡлай алмай, шөрҙөк. Эсмәһен, тамағын тыйһын әҙерәк. Бисәһен дә тыйһын. Кит инде, бисәһен әсәһенән өҫтөн ҡуйған ирҙе әйтәйем... Үҙем ике ул үҫтерәм, килендәрем миңә ауыҙ асып ҡараһын!
– Алдан ҡысҡырма... – әсә һаман улын яҡлашты.
Апайҙарҙы алырға машина килгәйне, һәм улар бәхәсләшә-бәхәсләшә юл яғына атланы. Мин сейә һөйәген ауыҙҙа әүәләп, ишеткәндәремде бер таҫмаға һалырға маташып, тороп ҡалдым: «Ай, әттәгенәһе, мин дә бит ир балалар үҫтерәм... Кәләштәренән уңһындар!»

Баныу ҠАҺАРМАНОВА 

Автор:
Читайте нас: