Шоңҡар
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Утты ла, һыуҙы ла кискән мөхәббәт

Бәғиҙә әбей алты бала менән утыҙ өс йәшендә генә тол ҡала. Ире тиф ауырыуынан үлеп китә. Өлкән ҡыҙына ун дүрт йәш, иң бәләкәй Шакирға алты ай ғына була. Ошоға тиклем ир ышығында йәшәгән ҡатын ҡапыл баҙап ҡала. Исмаһам, йүнләп бесән саба ла белмәй бит.

Утты ла, һыуҙы ла кискән мөхәббәт
Утты ла, һыуҙы ла кискән мөхәббәт

Аяҙ күктә ҡапыл күк күкрәтеп, дәһшәтле Бөйөк Ватан һуғышы башлана. Хыялдар менән бергә барлыҡ бәхет-шатлыҡтар, өмөттәр селпәрәмә килә. Шакир һуғыштың тәүге көндәрендә үк фронтҡа саҡырыла...

 
Бәғиҙә әбей алты бала менән утыҙ өс йәшендә генә тол ҡала. Ире тиф ауырыуынан үлеп китә. Өлкән ҡыҙына ун дүрт йәш, иң бәләкәй Шакирға алты ай ғына була. Ошоға тиклем ир ышығында йәшәгән ҡатын ҡапыл баҙап ҡала. Исмаһам, йүнләп бесән саба ла белмәй бит. Өй эшенә, теген, сәнсемгә оҫта ҡатын үҙен тиҙ ҡулға ала. Заманындағы йола буйынса, оло ҡыҙы Шәмсиәне, йәше еткән тип, кейәүгә биреп ебәрә. Был хәл 1917 – 1918 йылдарға тап килә. Илдә бола башлана.
 
Оло ҡыҙына етәге малайын, ат урлаған тип, байҙар туҡмап үлтерә. Ул бала ғәйепле булмай. Бары балтаһын онотоп утынлыҡта ҡалдыра. Ошо балтаны бурҙар ат һуйғанда тотона. Бурҙар тотола ла бит, тик үлгәндәр генә кире ҡайтмай. Был хәлдән һуң Бәғиҙәнең күңеле ҡата. Уҫал, талапсан ҡатынға әйләнә ул. Балаларын артабан ныҡ тоторға тырыша. Улары ла аҡыллы, эшсән булып үҫә. Үҙе лә ат урынына егелеп донъя көтә. Шулай ғүмер үтә. Алты айлыҡ сағында атайһыҙ ҡалған сабый ҙа үҫмер ҡорона инә. Бик үткер, үҙ һүҙле, ут шикелле янып торған, шаян егеткә әйләнә ул. Үҙҙәренә бер һыйыр ҡалдырып, ҡалған малдарын һепереп биреп колхозға инәләр. Шакир армияға китер көҙҙә аша ауылда ҡуна ятып бесән эшләйҙәр. Унан инде ураҡ етә. Шул осорҙа Шакир ҡара һылыу Һаҡмар ҡыҙына тилереп ғашиҡ була. Бикә егеттең ҡармағына ҡабырға самалай ҙа бит, тик ҡыҙҙың атаһы Низам ҡарт:
– Үҙе уҫал, үҙе һаран Бәғиҙә әбейгә бирер ҡыҙым юҡ, – тип ҡыҙын ныҡ тыйып ҡуя. Шулай ҙа ике йәш йөрәк уға бойһонмай. Башбаштаҡлыҡтары өсөн ҡыҙҙың атаһы егетте тотоп алып кеше араһында ҡамсы менән яра. Ул ваҡытта Шакир үҫмер егет, ә Низам (әле ҡарт та түгел) айыу йүгәнләгәндәй бәһлеүән ир була. Был хәлде, билдәле, үткерлегенә ҡушып этлеккә лә башы эшләгән Шакир эҙһеҙ үткәреп ебәрмәй.
 
Кеҫәһенә бәләкәй шешә менән кәрәсин һалып алып, Низамдың өйөнә юллана. Кис етеп килгән мәл була был. Егет барып ингәс, Низамдың ене ҡотора. «Әле һин, көпә-көндөҙ минең өйөмә килергә баҙнат иттеңме?!» – тип тағы ла ҡамсыға тотона. Шакир сығып йүгерә, артынан Низам баҫтыра башлай. Нурғәле тигән кешеләргә барып инә былар. Шакир алдан йүгереп инеп, теге кәрәсинде уртлай ҙа шырпы тотоп көтөп тора. Низам ишектән килеп инеү менән шырпы һыҙып кәрәсинде битенә бөркә. Элек оло кешеләр һаҡал йөрөткән була. Низамдың һаҡалына ут ҡаба. Уны һүндергәнсе Шакирҙың эҙҙәре һыуына. Тик ҡыҙға булған һөйөү генә һыуынмай, ут төрткән кәрәсиндән дә көслөрәк була шул. Ошо хәлдән һуң Низам ҡартка кәңәш биреүселәр ҙә табыла. Ҡыҙҙың атаһы асыуын эскә йотоп тора.
Бер көндө Шакир мунса инергә тип, ауылына ҡайта. Уның өлкән ағаһы күптән өйләнгән, башҡа йәшәй. Шулай булһа ла әсәләре, өҫ-башығыҙ туҙып киткән, ике һыйырҙың береһе тыу – шуны һуйып һатып өҫтөгөҙгә алығыҙ, тип быларҙы баҙарға ебәрә. Итте һатҡас, Әптерәхмән үҙенә кәрәк-яраҡ алһа ла Шакир бер ни ҙә алмай. Ағаһы бының сәбәбен һорағас, Шакир: «Ағай, миңә бер нәмә лә кәрәкмәй. Кейемгә тигән аҡсаға Һаҡмар ауылындағы Низам ҡарттың Бикә исемле ҡыҙын алып бирегеҙ»,– тип әйтеп һала. Был ваҡытта егеткә армияға китер саҡ еткән була. Ағаһының, «Армияға китәһең бит, ҡайтҡас алырһың», тиеүенә ҡарамай егет, был хәбәрҙе әсәһенә еткереүен үтенә. Билдәле, Бәғиҙә әбей ҙә риза булмай. Ә Шакир әйткәнендә ныҡ тора. Мин армиянан ҡайтҡансы Бикә көтә алмай, атаһы уны барыбер кейәүгә бирәсәк, тип ныҡышыуын белә. Бикәне лә ҡайырыусылар күп була. «Ирең армияға китһә, ут шикелле уҫал ҡәйнә менән ул ҡайтҡансы нисек түҙерһең, әҙерәк уйлап ҡара!» – тиһәләр ҙә, ҡыҙ үҙ һүҙен бирмәй. 1938 йыл ике йәш йөрәк яҙмыштарын бәйләй. Шакир йәш кәләшен оҙатып алып ҡайта ла, күп тә тормай, армияға китә. Бикә уҫал, һаран тип бөтә кеше яманлаған Бәғиҙә әбейгә килен булып тороп ҡала. Сос, талымһыҙ, колхоз эшен дә, өй эшен дә емертеп башҡарып йөрөгән йәш килен ҡәйнәһенең күңелендә ихтирам хистәре уята. Улар икәүләп гөрләтеп донъя көтөп китәләр. Бына Шакир армиянан ҡайта. Бәғиҙә әбейҙең донъяһы түңәрәкләнә. Улы менән килене тиң йөрөп колхозда эшләйҙәр. Береһе – әсәй, икенсеһе ҡәйнәм тип өҙөлөп торғанда башҡа нимә кәрәк. Ләкин...
 
Аяҙ күктә ҡапыл күк күкрәтеп, дәһшәтле Бөйөк Ватан һуғышы башлана. Хыялдар менән бергә барлыҡ бәхет-шатлыҡтар, өмөттәр селпәрәмә килә. Шакир һуғыштың тәүге көндәрендә үк фронтҡа саҡырыла. Ғөрөф-ғәҙәт буйынса, ауырлы ҡатындарға иренең яуға киткәнен ҡарап ҡалырға ярамай, тип уларға өйҙә генә хушлашырға ҡушалар. Ағаһы пар ат егеп, Шакирҙы район үҙәгенә хәрби комиссариатҡа алып китә. Ире ишектән сығыу менән Бикә, ҡәйнәһенән күҙ яҙлыҡтырып, кәртүк баҡсаһы аша ағас араһынан ҡаса-боҫа район үҙәгенә йүгерә. Һуғышҡа киткән кеше, билдәле, ат саптырып бармағандыр инде. Улар килеп еткәндә комиссариат алдында байтаҡ халыҡ йыйылған. Кемдер илай, кемдер йырлай. Ҡайһы берәүҙәр гармунда уйнай. Ошо мәхшәргә күҙ һалған Әптерахман: «Шакир, ҡара әле, күҙемә күренә инде, килен тора түгелме?» – ти. Ысынлап та, был Бикә була. Ете айлыҡ ҡорһағы менән 25 саҡрым араны йәйәүләп үтеп, етмәһә, пар аттан алда барып етеп, йән һөйгәнен ут эсенә оҙата йәш кәләш. Сентябрь башында ҡыҙ бала донъяға килә. Бикә, һуғыш осорондағы бөтә һалдаткалар кеүек, ил өсөн, еңеү хаҡына тип, алһыҙ-ялһыҙ колхоз эшенә сума. Бәғиҙә әбей октябрь аҙағында оло улын – Әптерахманды ла һуғышҡа оҙата. Өлкән килене дүрт бала менән тороп ҡала.
 
Бер йылдан, өлкән улы тураһында «1942 йылдың 25 июлендә Сталинград янында батырҙарса һәләк булды» тигән «ҡара ҡағыҙ» килә. Шакирҙан ара-тирә булһа ла хат-сәләме килеп тора. Күпмелер ваҡыттан һуң унан да хаттар өҙөлә. Мең михнәт менән Еңеү көнө лә етә.
Шайтан ғына өмөтһөҙ: әсә — улын, ҡатын ирен, йән һөйгәнен көтә.
Өфөләргә барған саҡта
Ағиҙелдәрҙе буйла.
Елдәр иҫеп, тал бөгөлһә,
Мин һағына тип уйла.
 
Тел йырлай, ҡул эшләй, күңел илай. Әсә меҫкен таң һыҙылған мәлдәрҙә уландарын көтөп, былай тип көйләй:
Ҡояшҡай ҙа ҡалҡа әйләнеп –
Аҡ болотҡайҙарға бәйләнеп.
Бер ҡайтмаһа әле, бер ҡайтырҙар,
Тыуған илкәйенә әйләнеп.
 
Әсә лә, ҡатыны ла Шакирҙың ҡайтыуына өмөтөн өҙмәй.
Көтәләр... Бына бер көн һуғыштың бар михнәттәрен, әсирлектең мең ғазабын күреп, Шакир ҙа иленә ҡайтып төшә. Әсә менән Бикәнең бәхет ҡояшы ҡалҡа. Тик һуғыштан ҡайтҡан ирҙәр уны ситен күрә. Әсир. Фашист тотҡоно булған тигәнде аңлатҡан ошо һүҙгә бик күп мәғәнә һалына. НКВД тыныслыҡ бирмәй. Күрше ауылда йәшәгән әсирҙәрҙе лә, Шакирҙы ла көн яҙлыҡтырмай тикшереп торалар. Көҙ. Ураҡ мәле. Райондан килеп, иртәгә Шакир НКВД-ға барып етһен тип, телдән бригадирға әйтеп китәләр. Эштән ҡайтҡан Шакир ошо һүҙҙе ишеткәс ҡырҡ төрлө уйға ҡала. Шакир төн уртаһында ныҡлы ҡарарға килеп, Бикәгә: «Әйҙә, йыйын, миңә бында барыбер көн күрһәтмәҫтәр. Ҡайҙа булһа ла ситкә сығып китергә кәрәк. Ана, минең кеүек пленник Хәмитулла ағай ҙа ауылға ҡайтмай Мәғнит яғында эшләп йөрөй икән. Әсәһе Өмөниса инәй: Хәмитуллам төндә генә килеп хәлемде белеп китте әле – тип һөйләгән, беҙ ҙә үлмәҫбеҙ», – ти. Бикә аптырап ҡала. Имсәк бала менән хәүеф тулы билдәһеҙ юлға сығырға йөрәге етмәй. Ике баланы ҡәйнәһенә ҡалдырып китергә лә икеләнә. Ҡәйнәһе улар менән нисек йәшәр? Ахырҙа, Шакир үҙе генә китеп, ҡатыны менән балаларын аҙаҡ килеп алырға һүҙ беркетәләр. Бикәнең милиция начальнигы булып эшләгән бер туған еҙнәһе паспорт эшләтеп бирер тип өмөтләнәләр.
Шул төндә Шакир билдәһеҙ сәфәргә юлға сыға. Ул мәлдә ир менән ҡатын ошо айырылышыуҙары ҡырҡ йылға һуҙылырын күҙ алдына ла килтермәйҙәр. Бикәнең еҙнәһе паспорт тураһында ишетергә лә теләмәй. Бер пленник артынан олаҡмаһаң һиңә нимә ҡалған, йөрөмә ҡаңғыртып, тип кире бора. Шакир һыуға батҡандай юҡ була. Әсә меҫкен ат еткән ергә ат менән, хат еткән ергә хат менән эҙләһә лә, улы табылмай. Тик ауыл араһында ара-тирә: «Әллә Шакирҙың хаты инде, бер ҙә танырлыҡ түгел. Бәлки, һулаҡай ҡул менән яҙылғандыр», – тигән хәбәр ишетелеп ҡуя. Тик ул хаттар әсә менән Бикәгә килеп етмәй зым-зыя юҡ булып тора. Хәҙер инде Бикә янған йөрәген йыр менән баҫа:
Урал тауҙарына менгән саҡта
Билгеләнем Зөһрә йондоҙон.
Һинең менән бергә булған саҡта
Белмәй ҡалдым, кисен-көндөҙөн.
Йәнекәйем, мә, бирсәткә,
Кеймә әле бейәләй.
Ниңә генә тороп ҡалдым
Арттарынан эйәрмәй?..
 
Бикәгә колхоз түрәләре лә көн күрһәтмәй: «сплавҡа булһа ла, бүрәнә ҡырҡырға кәрәкһә лә, иң тәүҙә исемлеккә әсир бисәһен яҙығыҙ!» тип дауалайҙар.
Шулай итеп Бикәнең кисергән ыҙалары, ишеткән яман һүҙҙәре алҡымынан була. Утын бесән ташырға тип бригадирға ат һорап барһа: «Һиңә ниндәй ат кәрәк, ана бәләкәй арба, ҡыш булһа – бәләкәй сана. Пленник бисәһенә шул да бара», – тип сығара. Уңған ҡатынға күҙ һалыусылар булһа ла, Бикә уларға ҡарарға ла уйламай. Пленник ҡалдығы тип барыбер рәхәтлек күрһәтмәҫтәр, тип икенсе колхозға ҡараған күрше ауылдағы тома һуҡыр ҡурайсыға тормошҡа сыға. Өлкән ҡыҙын ҡәйнәһе алып ҡала, бәләкәйе ҡыҙылсанан үлеп китә. Бикәнең көтөлмәгән аҙымынан барыһы ла шаңҡып ҡала. Кеше һөйләр ҙә бөтөр, ә Бикәгә йәшәргә кәрәк. Ире һуҡыр булғас, бесән заданиеһынан, башҡа ауыр эштәрҙән ҡотола. Эшкә әрһеҙ Бикә был ауылда ла лайыҡлы абруй яулай. Шулай ғүмер үтә. Тәүге ирен, саф мөхәббәтен онота алмаған Бикә:
Һине көтәм, һинһеҙ үтә
Иртәләрем, кистәрем.
Ғүмеремдең буйҙарына
Онотмаһам нишләрмен?
 
– тип моңлана. Уның йән әрнеүе, яҙмышының был тиклем дә әсе булыуы моң-һағыш булып ҡитғаларға тарала. Дин өсөн түгел, көн өсөн тип барған иренән бер ул, ике ҡыҙ үҫтерә. Кеше кеүек донъя көтөргә Бикәгә бында ла еңел булмай. Әммә бирешмәй ул. Донъяһын да көтә, балаларын да кеше алдында кәм-хур итмәй.
Ә иленән биҙеп сығып киткән Шакир, алыҫ ҡалаларҙың береһенә барып, шахтаға эшкә төшә. Бер аҙ аҡса йыйғас килеп алам, тип әсәһенә хат ебәрә. Теге аҙашҡан хаттар ошолар була инде. Тик Шакирға әсәһе булып: «Килен иргә китте. Пленник бисәһе булып йөрөргә ғәрләнәм, тине», – тип хат яҙып ебәрәләр. Был мәлдә иргә китеү Бикәнең уйына ла инеп сыҡмаған, һөйгән иренән остоҡтай ҙа хәбәр көткән сағы. Бөтә ялҡынын йырға һалған мәле:
Етеле шәм яҡты яна
Ете төн уртаһында.
Ете тороп, ете уйлайым
Йәнкәйем тураһында.
 
Бәғиҙә әбей ҡартая. Бибикәй инде кейәүгә сығып үҙе әсә була. Ул әсәһенә барып әллә ни аралашып йөрөмәй. Бикә генә ара-тирә килеп ҡыҙының хәлен белеп китә. Береһе бер, икенсеһе икенсе яҡҡа китеп олаҡҡан яҡын кешеләренән ваз кискән Бибикәйгә өләсәһе һау булһа, шул еткән. Шулай донъя тәгәрмәсе бер ыҙанға төшөп һәүетемсә генә китеп барғанда, көтмәгәндә, Бибикәйгә атаһы Шакирҙан хат килеп төшә. Зимагур иҫән-һау шахтала эшләп йөрөй икән. Шакирҙың оло апайы Шәмсиә ҡустыһының табылыуына ҡыуанып яуап хаты яҙҙырып һала. Ул ваҡытта Бибикәйҙең өләсәһе оло ҡыҙында йәшәй. Әсәһенең һау икәнен белгән Шакир күп тә тормай ҡайтып төшә. Ғүмер буйы балаһын көткән әсә, улынан айырылырға теләмәй. Кешеләр ҙә, үҙенең ҡыҙҙары Шәмсиә менән Хөсниә лә, хатта Бибикәй ҙә уны тыя алмай.
 
Бәғиҙә әбей улына эйәреп, тәүге һәм һуңғы тапҡыр, оҙон юлға сығып китә. 85 йәшлек әбей улының донъяһында ни бары 27 көн генә йәшәп, ҡапыл үлеп тә ҡуя. Һөйәккәйҙәре сит тупраҡҡа яҙған булғандыр, ахыры. Был ауыр хәбәрҙән Бибикәй, ике балаһын ике яғына ҡосоп, иҫһеҙ ауа. Өләсәһе уға атай ҙа, әсәй ҙә булды бит. Етмәһә, ире лә, уйламағанда һәләкәткә осрап, зәғифләнеп ҡалды. Янып-көйөп йөрөгән Бибикәй ире менән бер балаһын алып, өләсәһенең һөйәге күмелгән ергә, ут-ялҡын йотоп, юлға сыға. Әллә нисә көн поезда килеп, Караганда ҡалаһына етәләр. Барып аталарының тормошон күреп иҫе китә. Бибикәйҙең төшөнә лә инмәгән етеш донъя ҡаршы ала уларҙы. Үгәй әсәһенең туғандары өйҙән-өйгә йөрөтөп, ике көн ҡунаҡ итәләр. Тик Бибикәйҙә генә ҡунаҡ ҡайғыһы юҡ. Ул ҡулға эйәләгән мал кеүек, барайыҡ, тиһәләр бара, ҡайтайыҡ тиһәләр ҡайта. Өсөнсө көн ат егеп, ете саҡрым арауығында ятҡан зыяратҡа барып, өләсәһенең ҡәберен күреп килә лә, иртә менән тороп ҡайтыр юлға йыйына. Атаһы ла, ире лә бөгөн Силәбегә тура поезд юҡ тиһәләрҙә, Аҡтүбә аша ҡайтыр юлға сығалар. Бибикәй өләсәһенең зыяратын күргәс, был ерҙә бер көн түгел, бер минут та торғоһо килмәй. Өләсәһе менән икәүләп ыҙалап, яғыр утынды йәй бәләкәй арба, ҡыш бәләкәй сана менән ташыуҙары, яңғыҙ һыйырға көлтәләп урып бесән эшләүҙәре, әсәһенең ирекһеҙҙән тома һуҡыр, эскесе ир менән михнәт сигеп йәшәүе – барыһы ла йөрәгенә ҡара ҡан булып уҡмаша.
 
Бибикәйҙәр сәфәрҙән ҡайтҡас, әсәһе килә. Уратып-уратып Шакирҙың тормошон һораша. Тик Бибикәй улар тураһында асылып һөйләмәй. Күп хәсрәттәр күргән әсә йөрәген яралауҙан ҡурҡа ул. Шулай ҙа Бикә һүҙ араһында ғына: «Атайыңды бер күрһәм, үлһәм дә үкенмәҫ инем»,– тип әйтеп ҡуя. Ошо бер һүҙ хисле Бибикәйҙең йөрәген урталай телә. Ул йөрәктең яртыһында ғүмер буйы (егерме йыл) шахтала эшләп ғаиләһе бер михнәтте күрмәгән атаһы торһа, икенсе яртыһында – ғүмер буйы тамсы ла бәхет күрмәгән әсәһе.
Тиң мөхәббәттән яратылып яҡты донъяға тыуһа ла, Бибикәйҙең бәхете лә тоҡосораҡ була шул. Атайһыҙ булһалар ҙа, тиҫтерҙәре әсәйле булды. Бибикәйгә генә был бәхет эләкмәне. Өсөнсө синыфты тамамлаған йылды бесән мәлендә өләсәһе кәбән ослап торған ерҙән йығылып төшөп, бер йыл түшәктә ята. Ошо хәлдән һуң мал ҡарау, һыйыр һауыу, йәйен-ҡышын һөйрәп утын ташыуҙар. Малдан ҡалһаҡ, нисек йәшәрбеҙ, был тиклем дә бәхетһеҙ булдыҡ бит, тип ейәнсәрен ҡосаҡлап төн уртаһында һыҡтаған өләсәһенә ҡушылып илауҙар, үкһеҙ етем булған Бибикәйҙең һаулығын ҡаҡшата. Тик ул бирешмәй. Зәғиф булһа ла ире – терәге, һөйөр балалары бар. Улары ла ҡул араһына инде. Бөтә өмөтө, күҙ нуры – өлкән улы армиянан ҡайтты. Донъяларын нурға күмеп ике ҡыҙы үҫеп етте. Кесе улы ла ағаһына терәк.
 
Атаһы менән Бибикәй ара-тирә хат алышып торҙо. 1986 йылдың май айында Шакирҙың ҡатыны ҡапыл ғына гүр эйәһе булып ҡуйҙы. Бер бөртөк ҡыҙҙары күптән кейәүгә сығып үҙ аллы донъя көтә. Атаһы һарайҙай өйҙә бер үҙе тороп ҡала. 1987 йылдың октябрь байрамына Шакир Шәмсиә апайҙарына ҡунаҡҡа ҡайта. Ошо мәлдә әсәһенең «Бер күрһәм, үлһәм дә үкенмәҫ инем»,– тигән һүҙе иҫенә төшә Бибикәйҙең. Уйлап йөрөй ҙә, әйҙә күрешһендәр, тип әсәһенең күршеһенә телефон аша хәбәр итә. Бикә шул уҡ көндө килеп етә. Был мәлдә Шакир Бибикәйҙәрҙә була. Бына утыҙ һигеҙ йыл күрешмәгән ир менән ҡатын осраша. Бер-береһенә йылмайып килеп күрешәләр, үпкәләшмәйҙәр, һәүетемсә хәлдәрен һорашалар. Бибикәйҙең был хәлгә иҫе китә. Ҡайҙан ала кеше бындай сабырлыҡты! Мин шулай итә алыр инемме икән, тип хайран ҡала. Ауылдың аҫты-өҫкә килә. Берәүҙәр йәлләй, берәүҙәр сәйнәй. Был көн үтеп, икенсеһе тыуа. Тик уны ҡаршылау Бибикәйгә еңелдән булмай. Атаһы әсәһенә бергә китергә тәҡдим яһаған. Тегеһе ризалығын белдергән. Әсәләренең балалары ла, ир етеп, үҙ аллы донъя көтөп яталар ҙа бит...
 
Донъяң, малың, һуҡыр булһа ла тормош көткән ирең бар, тип Бибикәй әсәһенә был аҙымды яһамаҫҡа кәңәш бирә. Тик атаһы әсәһен алып китергә күндереп бөткән. Бикә үҙ һүҙендә ныҡ тора. «Бала тип бер тороп ҡалдым инде, хәҙер донъя хаҡына тағы тороп ҡалайыммы?!» – ти. Ауылына ҡайтып, бөтә документтарын, көҙ көнө һатып ебәргән танаһының аҡсаһын алып, өҫтөнә ауыл араһында нимә кейһә шуны эләктереп, билдәһеҙ сәфәргә сығып китә. Был ваҡытта ире иҫереп ятып ҡала. Теше тырнағы менән көткән донъяһы, мал тыуары – бөтәһе лә тороп ҡала. Был донъя ғәжәп икән. Бикә барғас, Шакирҙың ауыл тураһындағы уйҙары йышая. Ғүмер буйы иленән сыҡмаған ҡатын Шакирҙы тыуған төйәккә ҡайтырға күндерә. Уйлашалар ҙа, Шәмсиә апайҙарының ауылынан өй һатып алып, шунда күсенеп ҡайталар. Бикәнең балалары ла килеп, аралашып йәшәп китәләр. Оло ҡыҙы көткән ире үлеп ҡала. Вафатынан алда ҡыҙына: «Әсәйеңә әйт, мин уға тамсы ла рәнйемәйем. Алланың биргән бәхетен араҡыға алмаштырғас, ғәйеп үҙемдә. Ул да ата балаһы бит. Бәхетле булһын»,– тип әйтеп ҡалдыра. Эсеп йөрөһә лә, ятыр аҡылы булғандыр.
 
Ә Шакир менән Бикә бәхетле оҙон ғүмер кисерҙе. Икеһе лә 93 йәшкә етеп донъя ҡуйҙы. Һөйөү ғүмерҙе оҙайталыр, күрәһең. Әсәһе килһә, Бибикәй сәйгә саҡырһа ла туҡтамай: «Ҡайта һалайым, һөйгәнем көтөп ултырыр», – тиер булған. Бибикәйҙең башында бер һорау: был мөхәббәт нисек нәфрәткә әйләнмәгән дә, нисек икеһе лә бер береһенә булған хисте түкмәй сәсмәй һаҡлап ҡала алған? Шунан ирекһеҙҙән йырлап ҡуя:
Күк сәскәне үбә күбәләктәр
Был мөхәббәт микән, юҡ микән?
 
Әлеге мөхәббәт тарихы тәҡдирме, яҙмышмы? Әллә, ысынлап та, оло мөхәббәтме?
Бибиямал Йосопова.
Автор:
Читайте нас: