Динис БҮЛӘКОВ
Эҫе ҡар
Повесть (4)
Алтынсы хикәйә, йәки
Буре менән алышыу
Йәй уртаһы етте. Ирмәк, ҡот осҡос ауырыуҙан ҡотолоп, ул хәлдәрҙе онотоп бөткәйне инде. Әҙерәк буйға ла үҫеп киткәйне. Хәйер, үҫһә лә, ваҡыт инде, киләһе йылға уҡырға барасаҡ бит. Йәл, быйылғы сентябрҙә етеһе тулып өлгөрмәй. Юғиһә, әсәһенең район үҙәгенән алып ҡайтып биргән портфеле өйҙөң иң түрендә – өрлөктә күптән эленеп тора. Эсендә хатта бер нисә дәфтәр менән ручкаһы ла бар. Ҙур һары эт менән Ирмәк ныҡлап дуҫлашып алды. Фрунзе тигән исем уға ныҡлы тағылды. Ауыл халҡы ла был мәрәкәне тиҙ үк үҙ итте. Һары эт урамда күренеү була, улар:
– Фрунзе, Фрунзе, маһ, маһ!.. – тип ҡысҡыралар.
Фрунзе ни, үҙ сиратында, дәрәжәһен төшөрмәй генә бер өрөп ҡуя ла бындай саҡта, ышаныслы юртып, тегеләрҙең яндарынан үтеп китә. Тәүҙәрәк Фрунзены ла үҙ итмәгән кешеләр табылды Өсөйлөлә. Таш бәргән кешеләр булғыланы. Ләкин Фрунзе сабырлығы менән еңде ундайҙарҙы. Аҙаҡтан уға күнделәр. Ауылда йүнле сәүек тә юҡ ине шул ул йылдарҙа. Ә был һары эт үҙе эре һөйәкле, ҡалҡыу, ҡараштары аҡыллы, юҡҡа-барға лауылдап бармай. Ҡыҫҡаһы, Өсөйлөнөң яратҡан йән эйәһенә әүерелде.
– Уның бит төндә тороп бер өрөп ебәреүҙәре ни тора! – тип һоҡландылар аҙағыраҡ. Кемеһелер хатта өҫтәне:
– Йүнле ауылдың йүнле генә эте лә булырға тейеш...
Өсөйлө бәләкәй генә ауыл иҫәпләнһә лә, халҡы зерә лә ғорур ул, ғәрсел. Өйҙәрҙе лә бында бер-береһенән уҙҙырырға тырышып һалалар. Ҡарғалыла ана бөтәһе лә тип әйтерлек һалам ҡыйыҡлы өйҙәр, ә Өсөйлөлә юҡ-юҡ та, ҡабыҡ түбәлеләр, хатта таҡта менән ябылған йорттар ҙа күренгеләй башланы. Ауыл уртаһынан оло юл үтә. Үткенселәрҙе эт ҡаршылай, эт оҙатып ҡала. Төҙөк тыҡрыҡтарын да, ҡупшы өйҙәрен дә күҙҙән үткәреп, моғайын, былай тип әйтәләрҙер әле:
– О-о, дарым был Өсөйлө, бәләкәй генә ауыл булһа ла, шәп йәшәйҙәр икән, халҡы егәрлелер. Өйҙәре бик төҙөк, хатта эттәре лә быҙау ҙурлыҡ...
Шуға Фрунзе тиҙ үк ауылдың үҙенә күрә бер ғорурлығына әйләнеп өлгөрҙө. Ирмәк эте менән бергә уйнаны, бергә һыу инде, хатта бергә ашап, бергә йоҡланы тиһәң дә, хата булмаҫ. Ҡабырғаларын ҡабырғаларына терәп йоҡлап киткеләгәндәрен күреүселәр йыш осрағандыр. Хәҙер инде Мөслимәнең әтәсенән ҡурҡыу замандары үтте.
Бер көндө киске көтөүҙән Ирмәктәрҙең һыйырҙары ҡайтманы. Нәжибә апай һауырға тип сыҡҡас ҡына белде. Көтөүсенән дә һорашып ҡаранылар.
– Быҙауы менән ҡушылғайнылар, – тип кенә ҡуйҙы теге. Ә быҙау ҡушылғас, һөт юҡ тигән һүҙ инде.
– Әллә, улым, эҙләп киләһеңме? – тип әсәһе үтенесле ҡараштарын төшөрҙө.
Ирмәк инәлтеп торманы, Фрунзены эйәртте лә сығып та китте. Йәйге кис оҙон була, әллә күпме йөрөнөләр урман, баҫыу ситтәрен ҡыҙырып. Шунан ауылға яҡын ғына тауға күтәрелергә булдылар. Быйылғы йәй ниңәлер тирә-яҡта бүре үрсеп киткәйне. Юҡ-юҡ та төрлө хәбәрҙәр ишетелеп торҙо. Йә әллә кемдең танаһын йыҡҡандар мәлғүндәр, йә фәләндең кәзәһен тамаҡлағандар. Нәжибә апайҙың шикләнеүе лә ошоға бәйле ине. Нисек тә һыйырҙы ҡайтарып лапаҫ аҫтына яптырғыһы килде. Тау битләүенән кәбән төптәрен тикшерә-тикшерә китеп бара Ирмәк. Инде ҡараңғы ла төшә башланы. Бында тороп ҡалһаң, ҡурҡыныс. Ярай әле янында тоғро дуҫы – Фрунзеһы бар. Ул бер тотам ситкә китмәй. Ирмәге ҡайҙа борола, ул да шул яҡҡа ҡайырыла һала. Шулай ҙа туҡтап-туҡтап һауаны еҫкәп алырға онотмай. Һыйыр менән быҙау табылманы. Инде ҡараңғы төштө. Кире боролорға кәрәк. Тауҙың иң аҫтында, бойҙай башланып киткән ерҙә, йәнә лә бер бәләкәй кәбән ултырып ҡалғанды хәтерләне Ирмәк. Тик унда барырға малайҙың батырсылығы етмәй. Кәбән тәңгәленән генә өҫкә табан тәрән йырын башланып китә. Унда дөм ҡараңғы ағаслыҡ – өс ҡат, муйыл, миләш араһында йәмшегән дә үҫә хатта. Бер керһәң, тиҙ генә йырып сығырмын тимә. Бына шул йырындан, ғәҙәттә, бүреләр көтөүе килеп сыға икән тип һөйләгәндәрен ишеткәне бар ине Ирмәктең. Һаҡ ҡына түбән төшәләр. Фрунзе алға уҡ сабып сығып китә лә туҡтап көтөп ала. «Молодец, ташламай», – тип ҡыуанды малай эстән генә. Шул саҡ ҡайҙалыр һыйыр мөзөлдәгәне ишетелгәндәй итте. Ергә һырығыбыраҡ ҡараңғылыҡҡа ҡараһа, уларҙың алдында ғына һыйыр менән быҙау тора. Танып алып, тиҙерәк тегеләрҙе ҡайтыу яғына – һуҡмаҡҡа төшөрөп ебәрҙе.
– Һәш, һәш, мөстән, һөтөңдө имеҙеүең етмәгән, ҡайтмай йөрөп ятаһың!..
Оҙаҡламай һарғайып ҡына күк йөҙөндә ҡыйырсыҡ ай ҡалҡты. Ҡараңғы ер өҫтө саҡ ҡына яҡтыра башлағандай тойолдо. Түбәндә ауыл уттары мызлай. Әллә ниндәй таныш булмаған ҡоштар сырҡылдашып ҡуя, ябалаҡтар пырылдап үтеп китә. Үлән араһында сиңерткәләр йоҡоға талған, күрәһең. Уның ҡарауы, ҡайҙалыр яңғыҙ өкө уһылдағаны ҡолаҡҡа салына. һыйыр һуҡмаҡ буйлап иң алға төшөп алды, уның артынса уҡ күндәм генә быҙауы юртып бара. һирәк-һаяҡ икеһе лә бышҡырып ҡуя, тирә-яҡтарына ҡараналар. Инде баҫыу араһынан һалынған берләм юлға ла күп ҡалмай. Ошо ваҡыт ҡапыл тыныс ҡына атлап барған һыйыр менән быҙау артҡа тайшанды. Ирмәк уны-быны аңғарып өлгөргәнсе, янынан атлаған Фрунзе, күҙ асып йомғансы, быҙау аша алға ырғылды, һыйыр үткер мөгөҙҙәрен йәпләп, башын ергә тиклем эйгәйне. Быҙауы уның ҡабырғаһына һыйынды. Ҡулына таяҡ тотҡан Ирмәк тә быҙауға эйәрҙе. Шунда ғына ул, ҡото алынып, ҡысҡырып ебәрҙе:
– Әс-сәй!.. – Ҡаршыһында бер генә түгел, дүрт йәшел ут мызлай ине.
Күҙ асып йомған арала алыш башланды ла китте.
– Фрунзе, Ҡыйғыр!.. – тип иламһыраны Ирмәк, хәленең ниндәй аяныс икәнлеген яңы аңлап.
Ләкин яңыраҡ ҡына бесәне сабып алынған аҡлан өҫтөндә ҡанлы алыш башланып та киткәйне. Бер түгел, өс януар ҡамыл өҫтөндә туп кеүек тәгәрләп йөрөй. Тирә-яҡты ырылдау, соңҡолдау, шыңшыу, ажғырыу тауыштары баҫты. Ирмәктең тубыҡтары дер-дер ҡалтыраны, шулай ҙа таяғын болғап ебәргән булды. Таяҡ тигәне лә – ҡар малайҙан тороп ҡалған Сәмиғулла ҡулы ине. Шуны тойоу саҡ ҡына көс биргәндәй итте уға. Бына һыйыр ҙа, ер тырнап сапсып, мөгөҙҙәрен ялтлатып, иләмһеҙ үкереп ебәрҙе. Ошоно ғына көткәндәй, Ирмәк тә йән асыуы менән әллә ҡурҡышынан, әллә ысынлап аҡырып ебәрҙе. Үлән өҫтөндә аунаусы оло йомғаҡ ҡапыл кесерәйеп ҡалғандай итте. «Бүреләрҙең береһе ҡасты, ахырыһы», – тигән уй үтте Ирмәк башынан. Ҡыйырсыҡ ай, юғары күтәрелеп, ер өҫтөн ап-аруҡ яҡтырта ине. Бына тороп ҡалған ике януар бер-береһенән ысҡынып китте. Кәүҙәгә бейегерәге – Фрунзе ине. Ләкин алыш туҡталыу оҙаҡҡа булманы, ҙур һары эт, уҡ кеүек атылып, йәнә ҡорбанын бәреп йыҡты һәм ҡайһы ерендер умырып алды, ахыры. Күҙ асып йомғансы, бүре шыңшый-шыңшый юғарыға – тау араһындағы йырынға ырғылды... Быны күргән Ирмәк йүгереп дуҫы янына барҙы. Тегенең һаман ярһыуы бөтмәгән, тештәрен ыржайтып бүреләр ҡасҡан яҡҡа ҡарап ырылдай. Яңынан килеп кенә ҡарағыҙ, тере ҡотола алмаҫһығыҙ, йәнәһе. Уны саҡ тынысландырҙы малай, ҡабырғаһындағы йөнөнән, башынан һыйпаны. Шунда Ирмәктең ҡулы еүеш әйбергә тейеп үтте. Аптырап, усын еҫкәп ҡараны ла, ҡан икәнлекте аңлап, тиҙерәк һыйыр менән быҙауҙы юлға төшөрөп ебәрҙе. Ауылға еткәнсе йүгертте хайуандарҙы. Ҡотолоп ҡалыуҙарына үҙҙәре лә ҡыуанғандыр инде улар, Ирмәк ҡайҙа бара, шунда ыңғайланылар. Тик Фрунзе ғына арттарынан саҡ өлгөрөп ҡайтып инде. Ул ныҡ аҡһай ине. Икенсе көн әсәһе, Фрунзеның яраларын таҙартып, май һөрттө. Ирмәк уға көнө буйы ашарға ташыны, моғайын, янынан да китмәгәндер. Ул бер өҙлөкһөҙ ҡотҡарыусыһының башынан һыйпаны.
Төшкә табан Фрунзены күләгәгә – саған төбөнә күсерҙе. Аҫтына әсәһенең иҫке һырмаһын һалғайны. Эт тоғро ҡуңыр күҙҙәрен Ирмәктән алмай. Яралы булһа ла, ҡәнәғәт ине, шикелле, кисәге ҡылығынан. «Ирмәк, һин мине үлемдән ҡотҡарғайның боҙ киткәндә, бына хәҙер мин һине бәләнән арсалап алып ҡалдым, шулай дуҫ йәшәйек», тигән кеүек ине уның аҡыллы ҡараштары. Ләкин Фрунзеға тигән һынау бының менән генә бөтмәгән икән әле. Ошолай күләгәлә Ирмәк ултырып, Фрунзе башын дуҫының алдына һалып ятып тора инеләр, юлдан үтеп барған ат, ҡайырылып улар тәңгәлендә туҡтаны. Кемдер, таныш түгел кеше:
– Тпру-у, тик тор тиҙәр һиңә! – тип уҫал итеп атына өндәште, Ирмәк саған япраҡтары араһынан үрелеп ҡараны. Ҡып-ҡыҙыл йөҙлө, мыйыҡлы, кейеҙ
эшләпәле кеше ипләп кенә арбаһынан сыбыртҡыһын ала ине. Ирмәк бер нәмә лә аңламаны, шулай ҙа шикләнеп, өйҙәре яғына ҡарап ҡуйҙы. Бөгөн ял көнө, әсәһе өйҙә генә тора. Ана, түр яҡ тәҙрәнән уның бешеренгәне күренеп тора. Шуға малай тыныслана төштө. Кейеҙ эшләпәле саған төбөн һөҙөп ҡарап торҙо. Уның яғынан Фрунзе ғына күҙгә ташлана ине, ахырыһы, Ирмәкте шәйләмәне. Бына ул арба төбөнән киндер тоҡ алып, шуға бер тына ҡарап торҙо: уйланды-уйланды ла уны кире ырғытты. Малай тын да алмай күҙәтә. Ахыр килеп, ҡыҙыл йөҙлө оҙон сыбыртҡыһын ҡулына тотто. Нисек саған төбөнә килеп еткәндер, Ирмәк быныһын һиҙмәйерәк ҡалды, ләкин ҡапыл муйынына сыбыртҡы осо килеп тейеүгә сарылдап ырғып торҙо. Теге әҙәм Фрунзеға һелтәнгән икән. Былай ҙа һыҙланып ятҡан яралы хайуан, асырғанып барып, ҡыҙыл йөҙлөнөң осаһынан умырып тешләп тә өлгөргәйне.
– Ах, ҡәбәхәт, мин һине бөтөрмәһәмме! Тфү! – Әллә нимәләр тип һүгенә теге кеше, осаһын һыйпап, усы менән йыртыҡ урынды ҡапларға итә. Уңарсы булмай, өйҙән Нәжибә апай йүгереп сыҡты. Ирмәктең ялланып киткән муйынын күреп ҡалыу менән улын күтәреп ала һалды.
– Нишләп йөрөйһөң һин, әҙәм аҡтығы?! – тип ҡысҡырҙы Нәжибә апай. – Ул балаға һин түгел, үҙем дә ҡағылғаным юҡ. Кем һин? Ни кәрәк?
Ҡыҙыл йөҙлө һыҙланып осаһын һыйпаны, сыбыртҡы һабы менән саҡ ҡына ситкә күсеп ултырған Фрунзеға янаны.
– Мин һине, аҙғын, дөмөктөрмәһәмме, исемем фәлән булмаһын!..
Нәжибә апай был кешене танып алғайны инде. Теге ваҡыт һары этте нуҡталап, бер тейәп алып киткәйне инде. Әле түҙмәне, ҡаршыһына атланы:
– Мин һеҙҙең ауыл советығыҙға барасаҡмын, белдегеҙме? Ниңә былай юл баҫып йөрөйһөгөҙ? Күрмәйһегеҙме ни, һеҙҙән кеше түгел, эт тә биҙеп бөткән.
– Ауыл советы түгел, Мәскәүҙең үҙенә бар, ә мин был һары сусҡаны дөмөктөрәсәкмен! – Ул, шаңҡайып, сыбыртҡыһы менән күн итегенең ҡунысына һуҡты.
Ҡапыл уҫал тауыш яңғыраны:
– Кем ул, кемде дөмөктөрә? Ҡайҙан килгән ундай кеше? – Әйләнеп ҡараһалар, күҙҙәре нәфрәт менән тулышҡан Ғизетдин бабай. Аҡ ҡына күлдәктән, еңдәрен һыҙғанып ебәргән, ҡап-ҡара булып ҡояшта янған беләктәре ташып, ҡан тамырҙары йәшәреп тора. Күрәһең, бесәндән ҡайтып килгән. Ситтәрәк салғыһы ята.
Ҡыҙыл йөҙлө һаман ирәгәләшә:
– Үҙем белермен кемде дөмөктөрөргә! Әлегә тиклем һорап йәшәгән юҡ.
Шулай тип тә өлгөрмәне, Ғизетдин бабай, асырғанып, тегенең яғаһынан һығып алып һелкетте. Был мәлдә ул Ирмәктең сыбыртҡынан ялланып сыҡҡан муйынын күреп алғайны. Етмәһә, яҡында ғына ҡанһырап Фрунзе баҫып тора.
– Етемдәрҙе ҡыйырһытырға ирек бирмәҫбеҙ, белдеңме? Әтрәгәләмдәр күп булыр. Эҙеңә төштөм мин һинең, энекәш кеше, һуғышҡа барыу урынына, сырхаулап, урманда дүрт йыл буйы мал көткәнлегеңде лә ишеттек. Ауылдаштарың үҙҙәре һөйләй. Әле килеп, Аҡмырҙаның улына ҡул күтәргәнһең, ә? Мин һине!..
Ирмәк Ғизетдин бабайҙың был тиклем уҫал икәнлеген белмәй ине. Әле иҫ-аҡылдары китте. Ҡыҙыл йөҙлөнөң эшләпәһе тәгәрләп китте. Бабай уны ерҙән күтәреп бер ғыжылдатҡансы һелкетте лә тәүҙә ҡулындағы сыбыртҡыһын тартып алды, уның һабын сыртлатып ҡына һындырып, саған араһына ырғытты, аҙаҡ тегенең үҙен һөрлөктөргәнсе арбаһына төртөп ебәрҙе.
Ҡыҙыл йөҙлө, осаһын усы менән ҡаплай-ҡаплай, йүгереп арбаһына менеп ултырҙы.
– Эт бит минеке. Мин һеҙҙе судҡа бирәм! – тип янаны.
– Бир, бир, үҙем свидетель булып барырмын. Этте генә түгел, кешеләрҙе лә шулай яфалайһыңдыр әле, – тип ҡул һелтәне Ғизетдин бабай.
– Һине лә онотмаҫбыҙ! – тип ҡысҡырҙы ҡыҙыл йөҙлө, атының дилбегәһен аяуһыҙ тартып ебәрҙе. Ләкин ул теҙгененән бағанаға эләктереп ҡуйылғайны.
Быны күргән Ғизетдин бабай эре, һәлмәк аҙымдар менән ашыҡмай ғына барып теҙгенде ысҡындырҙы, шунан арба хужаһына яҡын килде. Күпмелер тегеңә һынап ҡарап торғас, эйелеп нимәлер әйтте. Теге был юлы атын ҡамсыламаны, әкрен генә ҡуҙғалып китте. Үҙе, Өсөйлөнө сыҡҡансы, юл уртаһында баҫып торған Ғизетдин бабайҙан күҙҙәрен алманы. Ирмәк менән Фрунзе Ғизетдин бабайға килеп һарылды. Бабай кеше ике ҡулы менән бер юлы икеһен дә иркәләп һөйҙө лә әйтеп ҡуйҙы:
– Ҡабат был әҙәм беҙҙең ауылды өс саҡрымдан урап үтәсәк...
Етенсе хикәйә, йәки
Таш ҡапсыҡҡа эләгеү
Был ваҡиға көҙгә табаныраҡ булды. Инде йәйге мажаралар онотолғайны. Фрунзеның да бүре һалған яралары күптән уңалды. Теге ҡыҙыл йөҙлө уҫал әҙәм дә ҡабат килеп йонсотманы. Ғизетдин бабай хаҡ булып сыҡты. Тик уның кейеҙ эшләпәһе генә аунап ятып ҡалған икән. Ирмәк уны алып, ситән башына күренерлек урынға элеп ҡуйҙы, ләкин хужаһы килмәне. Ғизетдин бабай уның ҡолағына нимә тип әйткәндер инде, шул ғына сер булып ҡалды. Хәйер, был тормошта серле нәмәләр ҙә осрарға тейеш. Шунһыҙ донъя йәмһеҙ булыр ине. Һәр хәлдә, Ирмәк бына шулайыраҡ фекер йөрөтә. Ә теге кейеҙ эшләпәнең кәрәге тейер әле. Оҙаҡламай ҡыш етәсәк бит. Ирмәк ҡар малай менән ҡар ағай яһап ҡуясаҡ. Береһенә Сәмиғулланың кәпәсен кейҙерәсәк. Әйҙә, һәйбәт малай – Ирмәктең дуҫы һәр ваҡыт уға тормоштоң матурлығы тураһында иҫкәртеп торһон. Ә икенсеһенә – ҡар ағайға ана шул ятып ҡалған кейеҙ эшләпәне кейҙерәсәк. Был тормошта уҫал ниәтле кешеләр ҙә юҡ түгеллеген оноттормаҫ.
Ә әлегә Ирмәк эте Фрунзе менән рәхәтләнеп донъя көтә. Әсәһе Нәжибә апай тыныс ҡына эшенә йөрөй. Йөҙөкәй инәй көн һайын Ирмәкте сәйгә саҡырып ала. Хужаһы артынан Фрунзе ла эйәрмәй ҡалмай. Ғәҙәттә, асыҡ ишектән сабыр ғына сәй эсеүселәргә ҡарап ултыра. Йөҙөкәй инәй уның түҙемлелеген үҙенсә баһалай һәм маҡтап ҡуйырға онотмай.
– Ҡайһылай ҙа кеше кеүек аҡыллы булыр икән, килеп тороп намыҫлы, тупһанан үтергә лә баҙнатсылыҡ итмәй.
– Әлбиттә, Фрунзеға ла бынан һуң өлөш сыҡмай ҡалмай. Берҙән-бер көндө, Нәжибә апайға эйәреп, Ҡарғалы малайы Нурғәле ҡунаҡҡа килеп төштө. Ул инде Ирмәктең бынамын тигән дуҫы барлыҡты Нәжибә апай һөйләүе аша белә ине. Килеп күрергә хыялланып йөрөгән малайға тағы ла бер сәбәп табыла. Уның флотта хеҙмәт иткән ағаһы ялға ҡайтып төшә һәм Нурғәлегә өр-яңы кеҫә фонары бүләк итә. Ундай нәмәнең барлығын ишетеп кенә белгән Ирмәктең күҙҙәре дүрт булды. Ә Нурғәлегә шул ғына кәрәк тә. Нимә тиһәң дә, ҡарғалылар әҙерәк маҡтансығыраҡ шул. Әле шул фонарын да кеҫәһенә һалып килгән. Ҡунаҡты шартына еткереп ҡаршылағас, кәнфитләп сәй эскәс, урамға сыҡтылар. Фрунзе тәүҙә уға шикләнеберәк ҡарап ҡуйғайны, был яңы малайҙың хужаһы Ирмәк менән бик татыу икәнлеген күреп, тынысланды, рәхәтләнеп уларҙың икеһе менән уйнай башланы.
Ҡараңғы төшкәнен саҡ көтөп алды малайҙар. Нурғәле фонарҙы Ирмәккә лә тоттороп ҡараны.
– Шәп бүләк! – тине, ҡыҙығып Ирмәк.
– Һинеке юҡ та бит әле. – Ҡапыл аҫтыртын көлгән булды Нурғәле. Ниңә шулай кәпәренергә инде? Ирмәк аптырап ҡалманы:
– Фонарь нимә ул, төндә генә кәрәк бит. Күп кеше, етмәһә, кис өйҙә генә ултыра. Вәт. Зату минең тоғроларҙан-тоғро этем бар, – тине.
Малайҙар көтмәгәндә бәхәсләште лә китте.
– Минең фонарь шәберәк!
– Булды, ти, һиңә! Көтөп тор! Фрунзеға етмәй инде ул.
– Юҡ, минең фонарь!!!
– Минең эт...
– Улай телләшһәң, ҡайтам да китәм.
– Китһәң, ана бара юлың.
– Ә-ә, әле һин шулаймы?
– Һинең кеүек инде...
Малайҙар ҡыҙышып ҡына китеп баралар ине, араларына Фрунзе инеп, ҡапыл ғына «һау!» тип өрөп ебәрмәһенме! Ике малай ҙа шаҡ ҡатты. Һары эт, етмәһә, ирмәк кенә итеп ҡойроғон болғай, күҙҙәрен шуҡландырып, тегеләрҙең йә береһенә, йә икенсеһенә ҡарап ала. Нурғәленең иҫе китте:
– Ҡарәле, Ирмәк, вәт эт, исмаһам!..
– Мин һиңә әйттем...
Дуҫтар яңынан ярашты. Ҡараңғы төшкәйне инде. Арттарынан Фрунзены эйәртеп, ут яндырып, әллә күпме урам буйлап сабып йөрөнөләр. Аһылдап ҡайтып түшәктәренә йығылғас ҡына күңелдәре булды. Йәй көнө ни, өй ишеге асыҡ. Фрунзены ла Нәжибә апайға һиҙҙермәй генә соланға индерҙеләр. Малайҙар бик ҡоҙалағас, риза булды шикелле эт, тик өй тупһаһын аша атлап үтмәне.
Шунда Ирмәк Нурғәленең һүҙен алды.
– Һин иртәгә ҡайтма, ә?
– Әсәйемә әйтмәгәйнем бит әле.
– Минең әсәйем аңлатып бирер. Бергәләп уйнарбыҙ.
Нурғәле икеләнә, ҡалғыһы ла килә, ләкин Ҡарғалыла ағаһы барлығын иҫенә төшөрөп, йәнә кире уйлай. Шунда Ирмәктең башына бик елле уй килде:
– Беләһеңме, Нурғәле, ҡалһаң, мин һиңә бик хәтәр сер әйтәм!
Нурғәле «сер» һүҙен ишетеү менән дуҫының муйынынан ҡосаҡлап алды.
– Йә, йә, әйтә һал сереңде!
– Һин тәүҙә вәғәҙә бир.
– Ағайым көтә бит әле.
– Улай икән, серҙе белмәй ҡалаһың инде.
– Әйт инде.
– Юҡ булмай.
Нурғәлелә ҡыҙыҡһыныу артҡандан-артты.
– Йә, улайһа, ҡалам.
– Ысынмы?
– Ысын инде.
– Юҡ, ысын-ысынмы? Һин алдамаҫһыңмы?
– Ниңә алдайым, ти, инде.
– Улайһа, – Ирмәк бышылдауға күсте, – тыңла. Беҙҙең ауылға яҡын ғына бик хәтәр бер мәмерйә бар!
– Ну, булһа ни...
– Эй, аңлап етмәйһең дә инде. Эсенә инәбеҙ.
– Нисек?
– Бәй, һинең фонарыңды яҡтыртабыҙ ҙа инәбеҙ ҙә китәбеҙ.
Ҡапыл Нурғәле маңлайына шапылдатып һуҡты.
– Вәт. был шәп! Ҡалам. Ирмәк, ҡалай шәп кешеһең. – Ул хатта дуҫын муйынынан һығып ҡосаҡлап уҡ алды. – Йыраҡ түгелме һуң?
– Анауы тауҙа инде.
– Бүре-фәлән осрамаҫмы? – Нурғәле шик белдерҙе.
– Осраһа ни, беҙҙең Фрунзе уны хәҙер ботарлап ырғытасаҡ. – Ул йәй уртаһында һыйыр менән булған мажараны һөйләп бирҙе.
– Этең дә елле икән һинең! Уны ла эйәртәбеҙ.
– Ул минән бер тотам да ҡалмай.
Ошо һүҙҙәр менән малайҙар йоҡоға талды. Иртән тороуҙарына Нәжибә апай эшкә киткәйне инде. Сәй эсеп кенә ултырғанда, кемдер тәҙрә туҡылдатты. Ҡараһалар, Мөслимә менән Миңлегөл. Ҡулдарында тырыздары ла бар. Кистән ҡунаҡ малайҙы улар күргәйне шул.
– Әйҙәгеҙ, тауға барып ҡайтабыҙ, үҙебеҙ генә ҡурҡабыҙ.
– Ә-ә... тауҙа ни ҡалған? – Ирмәктең күңеленә шик төштө. Әллә кисәге мәмерйәгә барабыҙ тигән уйын белеп ҡалғанмы былар?
– Сейә йыйырбыҙ, – тип ныҡышты Мөслимә. – Һеҙҙең этегеҙ ҙә бар...
– Ә һин, – тине Ирмәк, элекке үпкәләрен онотоп бөтмәйенсә, – һуғышҡаҡ әтәсеңде эйәрт!
Мөслимә үпкәләмәне. Ирмәк этле булғандан бирлеме, әллә үлеп терелгәндән һуңмы, билдәһеҙ, малайҙы бер ваҡытта ла башҡаса үсекләмәне. Саша менән булғандағы үпкәһен дә онотто, шикелле.
– Бергә күңеллерәк бит, – тип Миңлегөл дә һүҙгә ҡушылғас, Ирмәк ризалашты.
Яһаған сәйҙәрен дә эсеп тормайынса, кеҫәләренә икмәк тығып алдылар ҙа урамға йүгереп тә сыҡтылар. Нурғәле кеҫә фонарын бауға эләктереп, бөтәһе лә күрерлек итеп муйынына тағып алды. Кәрәк була ҡалһа тип, Сәмиғулланың ишек алдында ятҡан ике тал «ҡул»ын да алдылар. Юлға әҙерләнгәндәрен тойоп, Фрунзе шатлығынан ни эшләргә белмәне – берсә алға уҡ йүгереп сығып китә, берсә артта тороп ҡала, ләкин һәр ваҡыт уларҙы йә көтөп ала, йә ҡыуып етә. Аҡнөгөш кисеүен сыҡҡанда Ирмәк менән Нурғәле шыпырт ҡына һүҙ беректерҙе:
– Мәмерйәне әйтмәйбеҙ, йәме!
– Юҡ, юҡ, әйҙә, ҡыҙҙарҙың күҙҙәре дүрт булһын.
– Һөйләштек.
– Килештек.
Тауға еткәнсе, әллә күпме туҡтай-туҡтай бөрлөгән, ҡарағат ашанылар. Йәмшегәндән дә ауыҙ иттеләр. Хатта әлморон менән баланды тәмләп ҡарарға онотманылар.
– Малайҙар, әсәйем әйтә, тауҙа сейә тамылйып үҫкән, ти, урын ҡалдырығыҙ! – Мөслимә ихлас йылмая.
– Аш – ашҡа, урыны – башҡа, – тигән булды Нурғәле, фонарын яҡтыртты.
– Ә был нәмәне ниңә алдығыҙ? – тип белеште Миңлегөл. – Беҙ кискә ҡалмайбыҙ ҙа инде.
Ирмәк Нурғәлегә ҡараны, тегеһе күҙ ҡыҫып ҡуйған булды. Шулай ҙа мәмерйә тәңгәленә еткәс, ҡыҙҙарға әйтергә тура килде. Юҡһа, мәмерйә ауыҙының өңрәйеп торған тишеген күреп, урап үтмәксе иткәйнеләр. Серҙе һөйләп бирҙеләр.
– Инәбеҙ ҙә сығабыҙ, эсен күргән юҡ бит, – тине Ирмәк.
– Был фонарь менән әллә нимә яҡтыртып була.
Ҡыҙҙар ҡурҡа ине:
– Унда ҡасҡындар бар, – ти.
– Моғайын, айыу-бүре лә оялайҙыр әле?
Малайҙар ҡыҙышып китте.
– Ниндәй айыу-бүре булһын? Хәҙер йәй үтеп бара, донъя тулы емеш-еләк.
Уларҙы тоторһоң мәмерйәлә.
– Төнәгөн Ғизетдин бабай инеп сыҡтым, тип һөйләп торҙо әле... – Ирмәк был юлы шыттырыбыраҡ ебәргәнен аңлаһа ла, ҡул һелтәне. – Бына бит, етмәһә, минең тоғро дуҫым – Фрунзе беҙҙең менән.
Шулай тигәс кенә риза булды ҡыҙҙар.
Мәмерйә ауыҙы әллә ни ҙур түгел. Тырыз-фәләндәрен ҡалдырҙылар ҙа бер-бер артлы тағылышып инеп тә киттеләр. Фрунзены алмаҫҡа булдылар. Тырыздарҙы, ризыҡты һаҡларға ла кәрәк бит. Иң алдан – Миңлегөл, иң арттан, аяҡ аҫтын бөтөнләй күрмәйенсә, Ирмәк атлай. Мәмерйә эсе һалҡынса. Барған һайын коридор киңәйә. Төрлө яҡҡа яҡтыртып һәр нәмәне тикшереп барған Нурғәле һоҡланыуҙан бушамай:
– Ҡарағыҙ әле, ниндәй ҙур таш! Өй урыны ҙурлыҡ та баһа!
– Ә бейеклеген ҡарағыҙ әле...
– Бында юл икегә бүленә...
Оҙаҡламай балалар мауығып китте. Ҡурҡыу ҙа онотолдо. Бер уңға, бер һулға боролдолар, йә тырмашып өҫкә күтәрелделәр, йә, киреһенсә, мүкәйләп түбән төштөләр. Нурғәленең фонары, ысынлап та, шәп ине. Мәмерйә эсендә лә упҡын була икән. Йөрөй торғас, шуға килеп юлыҡтылар ҙа ҡурҡып ҡалдылар. Нурғәле яҡтыртып түбән ҡарай, төбөн күрерлек түгел. Ирмәк бер таш ырғытҡайны, тегенең таштан ташҡа бәрелеүе оҙаҡ-оҙаҡ яңғырап торҙо.
– Малайҙар, әйҙә кире сығайыҡ, – тине Мөслимә.
– Мин өшөнөм... – Миңлегөл дә үҙенең барлығын белдерергә онотманы.
Нурғәле бирешмәне:
– Хәҙер саҡ ҡына сабыр итегеҙ инде, – тип боролоп та өлгөрмәне, ҡулындағы фонарын төшөрөп тә ебәрҙе. Саңҡ итеп тегенең быялаһы ватылғаны ишетелде.
Фонарҙы һәрмәп эҙләп тапҡансы байтаҡ ваҡыт үтте. Ә иң аяныслыһы – ул яҡтыртмай ине. Ҡапыл ҡурҡыштан баштары әйләнеп китте. Ҡыҙҙар илашырға тотондо, алға барырға ла, артҡа китергә лә ҡурҡалар ине хәҙер. Баяғы төпһөҙ упҡын күҙ алдында өңрәйеп тик тора. Тештәре тешкә теймәй дер-дер ҡалтырана «сәйәхәтселәр». Ирмәк бирешмәҫкә тырышты.
– Хәҙер өйгә ҡайтыр юлды табабыҙ. Ҡурҡмағыҙ.
Нурғәле бөтөнләй өндәшмәҫ булды.
Күҙгә энә төртһәң дә күренмәҫлек шомло ҡараңғылыҡ. Яҡын-тирәлә әллә ниндәй ҡыштырлауҙар ишетелеп ҡала.
– Бына-бына... ош-ошондай ерҙә аж-аждаһа йәшәй, тиҙәр... – тип иламһырай Мөслимә. Уға Миңлегөл сеңләп ҡушыла.
– Э... б-беҙ сы-сыға алмаһаҡ?..
Малайҙар өндәшмәй. Өндәшеп тә ҡайҙа барһын инде?
– Их, төшөрөп ватмаһаң, – тип әсенде Ирмәк.
– Уның ватылырын ҡайҙан беләйем инде... – Ҡунаҡ малайҙың да тауышы ҡалтыранып китте.
Шул саҡ Ирмәктең башына бер уй килде. Аяҡ аҫтынан таш йыйып алды ла дүрт яғына ла бәреп ҡараны. Ике яҡтан таҡ итеп кире ҡаҡлыҡты таш, ә бына китеп барған яҡта әллә күпме шаҡ-шоҡ килеп түбән төштө. Тимәк, артҡа боролоп кире китергә кәрәк.
– Әйҙәгеҙ, минең арттан!
Ирмәк батыр ғына атлап китте. Ләкин күп тә барманы, маңлайын ташҡа бәреп, сүкәйеп ултырҙы.
– Әл-леү!.. Башығыҙҙы эйегеҙ, осло таш...
Ошолай байтаҡ ҡына этләнделәр. Шунан көтмәгәндә стенаға барып төртөлдөләр. Уңға боролалар – стена, һулда ла шул, алда ла, артта ла. Аптырашта ҡалдылар. Нимә, таш ҡапсыҡҡа эләктеләрме?
Ирмәк этен саҡырырға кереште.
– Фрунзе, Фрунзе, Ҡыйғыр, маһ, маһ!..
Күп тә үтмәне, бөтөнләй икенсе яҡта эт өргәне ишетелде.
– Фрунзе, Фрунзе, кил, һин ҡайҙа? Маһ-маһ!..
Ҡыуанып өргән эт яҡынайғандан-яҡынайҙы. Балаларҙың күңеленә йылы инде. Улар йәһәтләп абына-һөрлөгә тауыш килгән яҡҡа ашыҡты. Оҙаҡламай Фрунзе үҙе лә килеп етте. Бер өҙлөкһөҙ Ирмәкте еҫкәштерҙе. Именһеңме, тип һорауылыр инде. Шунан алға ташланды. Саҡ ҡына көтә лә өрөп ҡуя, яңылышмай атлағыҙ, йәнәһе. Күпмелер шулай барғас, алда тоноҡ ҡына яҡтылыҡ күренде.
– Ур-ра, ҡотолдоҡ! – тип ҡысҡырып ебәргәнен һиҙмәй ҙә ҡалды Ирмәк.
Мөслимә менән Миңлегөл дә күҙ йәштәрен һөрттө, йылмайғандай итте. Яҡтыға сыҡҡас, Нурғәле, ысынлап та, барып, Фрунзены муйынынан ҡосаҡланы.
– Рәхмәт, һарыҡай, һин – ысын этһең...
Балалар бер-береһенә ҡарап йылмайышты. Ошо минутта уларҙан да татыуыраҡ дуҫтар булмағандыр. Фрунзе ҡыуанысынан ни эшләргә лә белмәне, үрле-ҡырлы һикерҙе, үләндә аунаны, әллә ниндәй күбәләктәр баҫтырҙы, пырылдап күтәрелгән ҡоштар артынан да һикерҙе. Балалар уға ҡыҙығып ҡарап ултырҙы. Бына шаярып туйған эт ҡапыл туҡтаны ла Ирмәк янына килде, эҫе тынын уның битенә өрҙө, шунан оҙон ҡыҙыл телен һәлендереп бер аҙ торҙо ла ялт иттереп малайҙың битен ялап алды. Ирмәк, түҙмәне, кеҫәһендәге икмәкте икегә бүлеп, яртыһын дуҫына бирҙе.
Дауамы бар.
Альбина Таҡалова һүрәте.