Шоңҡар
-12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм ижад
6 Август , 09:09

Эҫе ҡар Повесть Динис БҮЛӘКОВ (5) Аҙағы

Донъя иркен бит, һәр кемгә урын етә. Ана, Өсөйлө һыртында икһеҙ-сикһеҙ дала. Бар ҙа шунда йәшә, бик һыя алмаһаң...

Эҫе ҡар Повесть Динис БҮЛӘКОВ (5) Аҙағы
Эҫе ҡар Повесть Динис БҮЛӘКОВ (5) Аҙағы

Динис БҮЛӘКОВ 

Эҫе ҡар

Повесть (5)

Һигеҙенсе хикәйә, йәки
Дуҫтың һәләкәте

Көҙ етеп, ҡырпаҡ ҡар яуҙы. Тәүге буран ыжғыра башланы. Ирмәктәрҙең ишеге алдына, ғәҙәти урынға, йәнә көрт һалды. Әле тау тәпәш кенә, ләкин ҡыш уртаһы еткәнсе ул Ирмәктәрҙең өй ҡыйығына саҡлы күтәреләсәк. Ҡар яуғас, Ирмәктең иң яратҡан эше – ҡыуыш ҡороп ҡараны. Әле лә тау итәгенә Фрунзе менән икәү ҡоймалы боҙ аласыҡ яһаны. Быныһын да теүәлләгәс, ҡар малай әүәләргә тотондо. Эте, ярҙам иткән кеше кеүек, шаярып йөрөнө. Ирмәккә шул да еткән, әйҙә, уйнап ҡына йөрөһөн эте, ул үҙе лә егәрле. Бына ҡар малай әҙер булғас, уға, тал ҡырҡып килтереп, ҡулдар ҡуйҙы. Башына Сәмиғулланың йыртылған ҡолаҡсынлы бүреген йәнә кейҙерҙе. Күмер күҙҙәр яһаны, ауыҙ уйҙы. Танауы ла килешле генә килеп сыҡты. Аҙаҡ, ситкә китеп, Сәмиғуллаға һоҡланып ҡарап торҙо. Бына дуҫтар өсәү булды. Фрунзеға ла бик оҡшаны шикелле ҡар малай, тегене уратып йөрөнө-йөрөнө лә, аяҡ үрә баҫып, ҡосаҡлағандай итте.
– Сәмиғулла Йөҙөкәй инәйҙең яратҡан улы булған, – тип һөйләне Ирмәк этенә. – Бик һәйбәт малай икәнлеге күренеп тора инде. Ана бит, һиңә лә, миңә лә йылмая. Беҙ уның менән яңынан яҙ еткәнсе бергә уйнарбыҙ, йәме?
Фрунзе, аңлаған кеүек, «һау!» итеп ҡуйҙы. Былай ҙа белеп торам инде, йәнәһе. Бына икенсе бер һынды эшләп ҡуйырға кәрәк, ләкин Ирмәктең ҡулы тартмай. Ситән бағанаһында һаман кейеҙ эшләпә эленеп тора. Уға һайыҫҡандар ултырып сыбарлап бөткән. Бик оҙаҡ уйланғас, бер яҡ ситтәрәк ҡар ағайҙы тәки яһап ҡуйҙы. Уға ботаҡлы ағастан ҡулдар ҡуйҙы, ҙур итеп ауыҙ уйҙы, күҙҙәре урынына кәзә тиҙәге лә ярап торҙо. Танау тәңгәленә оҙонса картуф төрттө, ә бына мыйыҡ табылманы. Эҙләнә торғас, уныһы ла килеп сыҡты: Ғизетдин бабайҙың баҡсаһында йәй көнө үк бағанаға элеп ҡуйылған ҡарға үләкһәһе бар ине, башҡаларын өркөтөргә була, шуны эләлер инде. Ирмәк шуның ҡойроғон ҡырҡып алып ҡайтты. Етмәһә, Мөслимәләрҙең һуғышҡаҡ әтәсенән ҡойолоп ҡалған ҡаурыйҙы ҡушып, ҡар ағайға бынамын тигән мыйыҡ яһап ҡуйҙы. Эшләпә лә кейҙергәс, был ҡар ағай үтә мәрәкә күренде. Уға ҡарап әллә күпме һаһылдап көлдө Ирмәк. Үәт шәп итте лә үҙен. Теге ҡыҙыл йөҙлө берәй ваҡыт бынан үтһә, яңылыштан ғына үҙен танып, ғәрлегенән үлер ине. Әйҙә, насар ниәтле кешеләр ҙә был донъяла юҡ түгел. Ирмәккә ҡар ағай шундай кешеләр барлығын хәтерләтеп торһон. Малай, ирекһеҙҙән муйынын һыйпап ҡуйҙы, ләкин йәйге яра уңалғайны инде. Ике күҙен дә унан алмай ҡарап, ҡойроғон болғап торған Фрунзеға өндәште:
– Белеп ҡуй, Ҡыйғыр, был кеше – насар, тирә-яҡта ундайҙар ҙа юҡ түгел. Бик һаҡ булырға кәрәк!
Һары эт был юлы бер нисек тә үҙенең тойғоһон белдермәне, өрөп тә ҡуйманы, тыныс ҡына тыңлап бөткәс, еҫкәнә-еҫкәнә барып, ҡар ағайҙың күкрәге тәңгәленә етеп аяғын күтәрҙе. Быға иҫе китте Ирмәктең. Ошо ваҡыт башына бик елле уй төштө. Тауҙың иң бейек урынына ул йәнә бер ҡар һын эшләп ҡуясаҡ. Ул ысын Ҡыш бабай буласаҡ. Ҡыш бабай ғынамы һуң әле, Ғизетдин бабаһы кеүек олпат булырға тейеш ул, көслө, ғәйрәтле, ғәҙел, ярҙамсыл... Ирмәк уйында ғына яңы ҡар бабай өсөн урын билдәләй ине. Тик бына башына нимә кейҙерергә һуң? Ғизетдин бабаһы ни етте баш кейеме кеймәй ул.
Уның ҡулдарын да талдан ғына яһап булмаҫ. Аҡнөгөш аша сығып, ҡарама ҡырҡып алып ҡайтырға кәрәк. Беләктәре суйын кеүек бит Ғизетдин бабаһының. Әйҙә, үҙенә әйтмәй генә яһап ҡуйыр ҙа ситтән генә күҙәтеп йөрөр. Үҙен төҫмөрләрме, юҡмы? Таныр, Ғизетдин бабаһы зерә лә зирәк кеше ул, шунда уҡ таныр. Башына кейҙерергәме? Шәмсиҡәмәр инәйҙән берәй баш кейемен һорап алыр әле. Үткәнендә билем һыҙлай тип һөйләнеп тә тора ине. Тапарға барыр ҙа бер юлы серен тегенең ҡолағына ғына әйтер. Шәмсиҡәмәр инәй үҙе лә килеп ҡарар әле ҡар бабайҙы.
Баш осонда ҡышҡы ҡояш һаран ғына яҡтырта. Урам уртаһынан үткән пар сана эҙе, әллә ҡайҙан уҡ төрлө төҫтәргә инеп, йылҡылдап, ялтлап ята ине. Көн аяҙ булғас, юлда ылаусылар ҙа йөрөп тора. Ана, Ҡарғалы яғынан ниндәйҙер аҡ ат елдерә. Шул тиклем тиҙ яҡыная теге, хатта селтәрле санаһы ап-асыҡ төҫмөрләнә. Кашауайға толопҡа төрөнгән ике кеше ултырып алған. Уңарсы булмай, ауылдың икенсе башынан да шығырлау ишетелде. О-һо, бында биш-алтылаған сана килә икән дә. Ағайҙар фермаға бесән алып ҡайта. Ирмәк ҡыҙығып ҡарап тора, теге фырт ҡына елдереп килгән кашауай бесәнселәрҙе нисек урап үтер икән? Туҡтап, юл бирергә кәрәк инде. Моғайын, район үҙәгенән килгән кешеләрҙер. Ҡарғалы тирәһендә лә бындай аҡ ат күренгәне юҡ. Инде Ирмәк уның суҡлы-суҡлы сбруйын да күрҙе. Шлейәһе затлы ҡайыштан үрелгән! Аттың маңлайында ғына йондоҙға оҡшаш таралғыһы ла бар. Малай шунда уҡ колхоз аттарының тәүгеһенә күҙ төшөрҙө: йүкә нуҡта, йәмшәйеп бөткән ыңғырсаҡ, бауырлыҡ тигәне лә Ирмәктең ҡулы йыуанлыҡ... Бына аттар бер-береһенә яҡынлашты. Ирмәктәрҙең өйө тәңгәлендә генә бер-береһенә юл биреп айырылышырға тейеш улар. Фрунзе ла был күренеште ҡыҙыҡ итеп ҡарап ултыра. Үҙе бесәнселәргә ҡаршы өрөп сығырға дәртләнә. Тик әлегә батырсылыҡ ҡына итмәй. Көн матур бит, эттең дә шаярғыһы, өргөһө килә. Былай, ҡыҙыҡ өсөн генә... Алда килгән бесәнсе ағай атын уңға ҡайырҙы, матур кашауайҙа ҡуҡрайып ултырған ят кешеләргә юл бирергә итте. Ләкин килеп сыҡманы, сана ауа яҙып ҡырынайҙы ла ат туҡтап ҡалды. Ә теге бейеп урынында түҙмәгән аҡ юртаҡ юлдан сыҡманы, хужалары дилбегәне тарта бирҙе лә көтөп тора башланы. Береһе, толобоноң яғаһын ятҡыра бирҙе лә сытайып ҡына бесәнсегә ҡарап ҡуйҙы. Ирмәк бындай саналарҙа кемдәр килеп йөрөгәнде ишетеп белә. «Уполномушенный» тип әйтәләр ине шикелле. Кешеләр һалым түләп бөтмәһә лә, колхоз эшен эшләп еткермәһә лә, шулар килеп төшә. Әсәһенең Йөҙөкәй инәйгә улар тураһында әллә нисә тапҡыр һөйләгәне бар. Өҫтәл һуғып аҡса таптырғандарын Ғизетдин бабайҙың өйөндә Ирмәк үҙе лә күрҙе. Ана бит, уполномушенный икәне әллә ҡайҙан беленеп тора, ситкә сығып ҡына юл бирәһе урынға, колхоз аттарын яфалап, көтөп ултыра. Ирмәктең асыуы килде толопло кешеләргә. Ошо ваҡыт алдағы бесәнсе, аты көсәнеп тарта алмағас, сыбыртҡыһын тегенең арҡа буйына шыйлатты. Меҫкен ат йәнфарманға тартылды ла һөрлөгөп тубыҡтарына тәгәрәне. Был ғәҙелһеҙлекте күргән Фрунзе – һары эт, ултырып түҙмәне шикелле, ҡапыл тау өҫтөнән абалап өрөп төштө. Ниңә хайуанды язалайһың, тип әйтеүе шул булғандыр инде. Ләкин былай ҙа асыуы ҡабарған бесәнсе ағай әсе итеп һүгенде лә сыбыртҡыһын шартлатты.
– Фәлән-төгән нәмә, Фрунзе, көш бынан!
Эттең аҡылы юҡ тиһәләр ҙә бар ул, Фрунзе яңылышҡанын аңланы, әммә ҡайһы ахмаҡ һөрлөккән атты сыбыртҡы менән яра һуң? Улай ярамай, ғәҙел түгел. Эт, уйында ошоларҙы уйлап, тиҙ үк Ирмәк янына менеп ҡунаҡланы. Ләкин, сеү, ни булды? Ниндәй баш китмәле гонаһ эшләне Фрунзе? Әллә бесәнсеме? Ниңә толоплолар саналарынан ырғып торҙо? Ҡара, ҡара: береһе атының ауыҙлығынан уҡ шаҡарып тотоп алды түгелме? Эйе, ана бит, күҙҙәрендә инабат күренмәй был уполномушенныйҙың.
– Төш әле санаңдан! – тип екерҙе ул бесәнсегә.
Теге, ваҡытында юл бирә алмағанға үҙен ғәйепле һанап, йөгөн ситкә этеп ҡуйған булды.
– Көрт һалған бит, ҡайырылып сығып булмай.
Ирмәк тә юғарынан аптырап күҙәтә. Кейеҙ эшләпәле мыйыҡлы кешене күҙ алдына баҫтыра. Ләкин былар унан да ҡанһыҙыраҡ ҡыланмаҡсы. Бесәнсе ағайҙы ҡапыл тартып, сана юлына баҫтырҙылар.
– Кемегеҙ бында ҡотҡо алып бара?! – тип уҫал итеп екерҙе толопло, бәләкәй генә күҙҙәрен зәһәр йылтыратып. – Совет власына ҡаршы...
Бесәнсе һис нәмә аңламаны.
– Ниндәй совет власы... – тип ысҡындырҙы.
– Вәт, вәт, ниндәй шул! – Ул кашауай янында ҡалған икенсе толоплоға ишараланы. – Һинең кеүек халыҡ дошманын стенаға терәргә кәрәк!
Бесәнсегә ошонда ғына башына килеп етте, ахыры. Башҡалары ла яҡынлашҡанды тойоп, ҡаршы өндәшергә батырсылыҡ итте.
– Ни эшләп мин халыҡ дошманы булайым, ауыҙыңды үлсәп ас! – тип йән асыуы менән өндәште. – Бөтә һуғышты үттем. Бына, тәнемдә нисәмә яра! – Ул ҡапыл һырмаһын күтәреп, күкрәгенә тиклем күлдәген асты ла уйылып-уйылып ҡалған яраларын күрһәтте. Ошоно ғына көткән башҡа бесәнсе ағайҙар уны яҡларға кереште.
– Ғиниәттең дүрт ордены бар! – тип өҫтәне аранан кемдер.
– Барыбер контра! Ниңә совет полководецын әшәке һүҙ менән һүгәһең? – Уңарсы булмай икенсе толопло ла килеп еткәйне, һүҙ ҡыҫтырҙы:
– Күп һөйләшеп тормаҫҡа кәрәк, НКВД-ла тиҙ асылыр.
Эштең былайға киткәнен һиҙеп, бесәнселәр баҙап ҡалды. Ғиниәт тигәне һаман бирешмәй:
– Хет әллә ҡайҙа алып китегеҙ, намыҫым бына ошо ҡар кеүек саф!
– Белмәйем шул, – тип ергә төкөрә тәүге толопло, ауыҙын мыҫҡыллы салшайтып. – Был һүҙең өсөн һиңә ун йыл тап-таман буласаҡ.
– Мин бер нәмә лә аңламайым, иптәш уполномушенный, – тип аптыраны Ғиниәт, яҡ-яғына ҡаранып.
– Аңламаҫҡа һалышаһың инде... Ә ниңә Фрунзены әшәке һүҙ менән һүгәһең? Кем һиңә совет полководецын кәмһетергә хоҡуҡ бирҙе? Дошманлыҡ ҡылаһың һин. Башыңды төрмәлә серетергә кәрәк! Һис ни аңламай баҫып торған Ғиниәттең йөҙө яҡтырғандай итте:
– Ә-ә, ана эш нимәлә... Ул бит... ана, көрт башында ултыра. Ирмәктең эте! Сыбыртҡы шартлатҡайным шул. Тиктомалдан өрөп төшә бит. Асыу килгәндә әллә нәмә әйтерһең әле.
– Ну, ғәйебеңде таныйһыңмы?
– Таныйым. Тик мин полководецты түгел, ана, теге һары этте һүктем. Уның да исеме – Фрунзе.
Толоплоноң икенсеһе ҡапыл екерҙе.
– Ә уға исемде кем ҡушҡан? Кем мыҫҡыл иткән полководецты?
– Кем тип, ана, сабый бала инде, Ирмәк. Ауылда кино күрһәткәйнеләр.
Бөтә халыҡ телендә Фрунзе булды инде ул саҡта...
– Не пор-рядок! – шулай тине толоплоларҙың береһе.
Был һүҙҙе Ирмәк аңлап етмәне, шулай ҙа ниндәйҙер аяныслы хәл булырын йөрәге менән һиҙенә ине. Эте лә уның аяҡтарына ныҡ һырынған.
Толоплоларҙың тәүгеһе кашауайға барып бесән араһында ҡаҙынды ла әллә ҡайһы еренән ҡуш көбәкле мылтыҡ тартып сығарҙы. Уны һындырып, ике көбәгенә лә алмаш-тилмәш өрҙө лә сумкаһынан алып ике патрон тыҡты. Ирмәк, ҡото алынып, был хәлде күҙәтте. Ошо һүгенгән өсөн генә Ғиниәт ағайҙы атып китерҙәрме икән ни? Был нәмә уның башына һыйманы. Сабыйлығына барып, һаман ҡымшанмай ҙа күҙәтеүен белде. «Ҡалай был донъяла уҫал кешеләр күп», – тигән әрнеткес уй төштө башына. Күпме генә йәшәне Ирмәк, ә ниндәй генә насарлыҡ күрмәне. Был кешеләр ниңә улай була икән? Донъя иркен бит, һәр кемгә урын етә. Ана, Өсөйлө һыртында икһеҙ-сикһеҙ дала. Бар ҙа шунда йәшә, бик һыя алмаһаң... Шулайыраҡ фекер йөрөттө Ирмәк. Үҙе йәне-тәне менән Ғизетдин бабаһын саҡырҙы... Их, килһен дә, ике уҫал толоплоно яғаларынан тотоп һелкетеп, саналарына тейәп оҙатһын ине. Әле генә был кешеләрһеҙ донъя нисек йәмле ине... Ләкин Ғизетдин бабай, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күренмәне.
Толобон сисеп үк ташлаған теге әҙәм мылтығын тотоп Ирмәктең ҡаршыһына килеп баҫты.
– Эй, малай, төш әле бында! – тип бойорҙо теге. Ирмәк ишетә, ләкин бер нәмә лә аңламай. Нимә, әллә уны атырға итәме? Ҡото алынып, ташҡа әйләнде. Ауыҙын ғына ла аса алмай. Ә уның ни ғәйебе бар һуң? Шулай ҙа Ирмәк эске бер тойғо менән һиҙенә – был уҫал әҙәмдәр уйнап ҡыланмай. Бер кемде лә аямаясаҡтары ла күренеп тора. Малай һиҙҙермәй генә аяҡтарына һырынған ҙур һары этен ситкә этә, исмаһам, һин булһа ла ҡасып ҡотол. Беҙҙән башҡа әсәйем ни эшләр? Эт тағы ла нығыраҡ һыйынды. Ахыры, сүкәйеп, уның муйынын ныҡ итеп ҡосаҡлап алды.
Быны күргән толоплоноң икенсеһе тау өҫтөнә тая-йығыла атлап менде лә, асырғанып, Ирмәктең беләгенән матҡып тотоп алды һәм, күҙҙәрен ялтлатып, уны тартып торғоҙоп, һөйрәп тигәндәй килтереп, тау артына һөрлөктөрә төртөп ебәрҙе. Шул минутта бер-бер артлы ике шартлау яңғыраны. Кикереп торған Ирмәк Һарыҡай Ҡыйғырының – этенең ҡапыл аяныслы саңҡылдап, дуғаланып, үрле-ҡырлы һикереп ебәргәнен шәйләне. Шунан эт бер-ике генә башын күтәрергә маташты ла, хәле етмәгәс, ауҙы, тауҙың иң ситендә генә ҡар өҫтөндә һуҙылып ятҡан килеш, хәрәкәтһеҙ ҡалды. Әле генә төҙәтелмәҫлек хата эшләнгәнде күргән Ирмәк, ҡапыл әсе тауышы менән һауаны ярҙы ла, ауыҙын ҙур асып, тонсоға-тонсоға, юғарыға – дүрт аяҡлы дуҫы янына үрмәләне. Менеп етте лә малай, ап-аҡ ҡар өҫтөнән күләүек булып һарҡыған ҡып-ҡыҙыл ҡанды күреп, ни эшләргә лә белмәйенсә, дуҫы өҫтөнә ауҙы. Ҙур кәүҙәле тоғро һары эттең күҙҙәре асыҡ ине. Улар тере кеүек Ирмәккә ҡарап ята. Малай ни илап ебәрә алмай, ни ҡысҡырырға итә – тауышы юҡ. Бына уның ҡалтыранған ҡулдары ҡанға уҡмашҡан ҡарҙа. Был ҡар уның түҙеп торғоһоҙ итеп устарын бешерҙе һәм ҡапыл Ирмәк, ғүмерҙә булмағанса әрнеп, үкереп илап ебәрҙе. Баш осондағы тоноҡ ҡышҡы ҡояш күк көмбәҙендә сайҡалып-сайҡалып китте. Әллә һүнде ул, әллә шул көйөнсә ҡалды... Шулай һәләк булды дуҫы.

Һуңгы һуҙ урынына
Ҡәҙерле йәш уҡыусым!

Бына ҡыҙыма һөйләгән хикәйәләр тамам. Уларҙы һин дә тыңлап һәйбәт иттең. Был донъяла юҡ-юҡ та осрап торған яҡшылыҡ менән насарлыҡты айырырға өйрәнеү ҡамасауламаҫ. Һинең тормошоң яңы башлана ғына бит әле. Бел, Сталин культы йылдарында бына шулай ҙа аяныслы хәлдәр булды. Кешене генә түгел, хатта хайуанды ла аяманылар. Хәйер, уларҙың бер-береһенән нимә менән айырылғандарын белеү ҡыйын ине. Хикәйәмдә мин ике генә нәмәмде әйтеп бөтөрмәнем. Бәләкәй генә йөрәгенә беренсе тапҡыр оло ҡайғы алған Ирмәк бесәнсе Ғиниәтте – дүрт орденлы, тәндәре Ватаныбыҙҙы яҡлап һуғышҡанда йәрәхәтләнеп бөткән фронтовикты кашауайға тейәп, кире район үҙәгенә алып киткәндәрен күрмәй ҡалды. Ул ауылдашын бик оҙаҡ күрмәй торасағын да күҙ алдына килтермәгәйне. Тағы ла килеп, шул йылда Ирмәктәрҙең өй алдындағы көрт өҫтөндә – әлеге кескәй тау башында, яҙ етеп, иреп йығылғансы бер эт һыны баҫып торҙо, тип һөйләнеләр...
Ә һин Ирмәктең бөгөнгө яҙмышын белергә теләйһең, шикелле? Ул малай хәҙер юҡ инде, исеме лә йылдар төпкөлөндә аҙашып тороп ҡалды. Ләкин мин һиңә, ҡәҙерле уҡыусым, сер итеп кенә шуны әйтә алам. Ул малайҙы мин әле лә юҡһынам, иҫемә төшкән һайын, йөрәгем әрнеп китә. Һулҡ-һулҡ!..
Бик белгең килһә, ул малай – мин инем...

Март-апрель, 1989 йыл.

 

Альбина Таҡалова һүрәте.

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас: