Шоңҡар
+11 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм ижад
22 Август , 12:41

Мең иленең аҫыл егете

Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Әхиәр Хәкимовтың тыуыуына 95 йыл.

Мең иленең аҫыл егете
Мең иленең аҫыл егете

Август аҙағында Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Әхиәр Хәкимов 95 йәшлек юбилейын билдәләгән булыр ине.  Бөгөн Өфөлә ошо датаға арналған саралар үтте. Бер төркөм яҙыусылар, Дәүләкән районы вәкилдәре Мосолман зыяратында Әхиәр Хәкимовтың ҡәберенә сәскә һалды. Артабан сара Әхмәт-Зәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала дауам итте.

“Мең иленең аҫыл егете” исемле әҙәби сәғәттә Башҡортостандың Яҙыусылар союзы рәйесе Айгиз Баймөхәмәтов, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Ринат Камал, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Марсель Сәлимов, китапхана хеҙмәткәрҙәре, яҙыусылар, шағирҙар, әҙиптең яҡташтары ҡатнашты. Китапхана хеҙмәктәкрҙәре Әхиәр Хәкимовтың ижадын, эшмәкәрлеген яҡтыртҡан күргәҙмә әҙерләгән. Сара барышында яҙыусының ижадына байҡау яһауҙан тыш, уның тураһында күп  йылы һүҙҙәр яңғыраны, йыйылыусылар матур иҫтәлектәре менән уртаҡлашты. 

 

 

Белешмә: 

Әхиәр Хәсән улы Хәкимов (23 август 1929 йыл — 27 декабрь 2003 йыл) — Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы (2001), тәржемәсе, тәнҡитсе -ғалим, филология фәндәре кандидаты (1967); Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Башҡорт АССР-ының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1984). Дәүләкән районының почётлы гражданы.

Әхиәр Хәсән улы Хәкимов 1929 йылдың 23 авгусында Дәүләкән районының Яңы Йәнбәк ауылында тыуған. Уның олатаһы дворяндар нәҫеленән булған, батша армияһында офицер булып хеҙмәт иткән, Шипка өсөн яуҙа ҡатнашҡан. Атаһын ул иртә юғалта һәм өләсәй тәрбиәһендә үҫә. Ауылда алты класты тамамлап, Дәүләкән педагогия училищеһының әҙерлек курстарына уҡырға инә, бер үк ваҡытта радистар курсына ла йөрөй.
Бөйөк Ватан һуғышы башланғанда Әхиәр Хәсән улының 12 йәше лә тулмаған үҫмер була. 1941 йылда уҡ бер туған ағаһы Харис һуғышта хәбәрһеҙ юғала. Был юғалтыу һәм башҡа яҡындарының фронтта вафат булыуы уны һуғышҡа китергә этәрә. 14 йәштә ул ауыл советынан 16 йәш булыуы тураһында танытма ала һәм Мәскәүгә табан юллана. Мәскәү өлкәһенең Щелково станцияһында һалдаттарға ҡушыла. Башта үҫмерҙе йәшереп тоталар, һуңынан етәкселек уға ҡалырға рөхсәт бирә, һәм ул исемлеккә өҫтәлә, радисҡа уҡый һәм парашют менән һикерә. Яҙмыш уны ҡыҙыҡлы кешеләр менән осраштыра: буласаҡ данлыҡлы кинорежиссёр Григорий Чухрай взводында йәш радист була.

1943 йылдың сентябренән ноябренә тиклем Днепрҙың ярына ташланған 3-сө һауа десант бригадаһы сафында яуҙарҙа ҡатнаша. 1943 йылдың аҙағынан һуғыш бөткәнсе ул 3-сө Украина фронтының 103-сө гвардия уҡсы дивизияһы сафында «полк улы» сифатында Краков, Будапешт ҡалаларын алыуҙа ҡатнаша. Венгрияла Балатон күле янындағы ҡаты яуҙы үтеп, Веспрем, Девечер, Шарвар, Сомбатхей, Глогниц, Вена ҡалаларында дошман ғәскәрҙәрен ҡыуып, Австрияға барып етә. Һуғыш фронттарында кисерелгәндәр Әхиәр Хәкимовҡа шиғыр, повесть, романдары өсөн бай документаль материал булып тора.

1950—1953 йылдарҙа Үзбәкстанда уҡытыусы булып эшләй. 1953—1956 йылдарҙа Башҡортостандың Ҡырмыҫҡалы районы Иҫке Муса ауылы мәктәбендә директор вазифаһын биләй.

1961 йылда Мәскәү дәүләт университетының филология факультетын тамамлай. 1960-сы йылдарҙың тәүге яртыһында Мостай Кәримдең ижадына арналған диссертацияһын яҡлай. 1960—1962 йылдарҙа «Әҙәби Башҡортостан» журналы редакцияһында әҙәби хеҙмәткәр, ә 1965—1966 йылдарҙа баш мөхәррир урынбаҫары булып эшләй. 1967 йылда М. Горький исемендәге Донъя әҙәбиәте институтында аспирантурала уҡып, кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай.
Уның артабанғы тормошо «Литературная газета» менән бәйле була: 1967—1992 йылдарҙа ул СССР халыҡтары әҙәбиәте бүлеге мөхәррире вазифаһын биләй. Егерме биш йыл ғүмерен Әхиәр Хәким илдең иң юғары әҙәбиәт даирәһендә аралашып үткәрә. Уның яҡын дуҫтары араһында Ҡайсын Кулиев, Рәсүл Ғамзатов, Георгий Гулиа, Нодар Думбадзе, Олесь Гончар, Василь Быков, Иван Драч, Сыңғыҙ Айытматов, Аҫыл Якубов, Сәрүәр Азимов, Мөьмин Каноат, Абдижәмил Нурпеисов була. Гәзит тирәһендә ул көслө әҙәбиәт белгестәрен, тәржемәселәрҙе туплай. Виктор Астафьев, Зөлфиә, Давид Кугультинов, Олжас Сөләймәнов кеүек һүҙ оҫталары, фекер эйәләре әҫәрҙәрҙе ижади тикшереүҙә ҡатнаша.

1990-сы йылдарҙа Мәскәүҙә М. Горький исемендәге Әҙәбиәт институтының башҡорт төркөмөндә уҡыта. Бынан тыш Әхиәр Хәкимов тыуған яғында «Дим» әҙәби берекмәһен етәкләй, башлап яҙыусыларға кәңәшсе, ярҙамсы була.

2003 йылдың 27 декабрендә Мәскәүҙә Әхиәр Хәсән улы вафат була, Өфөнөң Мосолман зыяратында ерләнә.

Автор:
Читайте нас: