Шоңҡар
+11 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм ижад
3 Сентябрь , 15:01

Әле йәшәйһе бар

Фәнилдең бар ҡайғыһы – балалары, уларҙың киләсәген уйлай. Ҡайғыра. Туҡтале, балаларға бер ата хәстәре, иркәләүе етмәйҙер ҙә… Уларға үгәй булһа ла, әсә наҙы ла кәрәктер ҙә. Наҙ, хәстәрлек әсәһенеке кеүек үк булмаһа ла, тәртипкә, әхлаҡҡа өйрәтеүсе, насарлыҡтан тыйып тороусы өлкән йәштәге, юҡ та, минең йәштәге ҡатын-ҡыҙ мотлаҡ кәрәк. Шулай уйланды Фәнил.

Әле йәшәйһе бар
Әле йәшәйһе бар

Ҡамыр баҫып торған еренән йөрәк өйәнәгенән тәгәрәп ятып йән биргән Камиланың үлгәненә лә теүәл өс йыл тулды быйыл. Ҡыҙын күтәреп, ике малайын эйәртеп Фәнил быйыл да ҡатыны ҡәберенә килде.

Рәшәткәле кәртәләү эсендәге ҡый үләндәрен йолҡто, баш осона ултыртылған муйыл ағасының төбөн йомшартты, ҡәбер бураһы урҙаһына уйып яһалған уймаҡҡа кеҫәһенән шешә сығарып һыу ҡойҙо – зыратта һайрай-һайрай сарсап киткән ҡоштар эсһен…

Фәнилдең әле лә хәтерендә: ул оло ҡайғынан шаңҡып, моңһоу ҡарашын мәйет һаҡларға килгән ауылдаштарының йөҙөнә төбәп, бер килке ҡарап алды ла түр яҡҡа үтте. Ҡушарлап ултыртылған өҫтәл өҫтөндәге табут янына килеп, бит япманы яртылаш асты. Мәйеттең йөҙөнә күҙ йүгертте: бер көн эсендә яңағы ослайып, алғараҡ сығып киткән, бите ҡарағусҡылланып, көлһыу төҫкә ингән. “Йәшәйһең, йәшәйһең… Ҡасан донъя ҡуйырыңды белмәй ҙә ҡалаһың, бик тә һемәйтә шул был донъя”, – тип ауыҙ эсенән мығырҙанып ҡуйҙы Фәнил.

Тауҙай ауыр ҡайғы ябырылһа ла, ул артыҡ һиҙҙермәҫкә тырышты, донъяһы һәүетемсә барҙы. Ярай әле, балалары ҡул араһына инеп килә. Малайҙары йүгерә-йүгерә ҡош-ҡорт, мал-тыуар ҡараша. Дүртенсе йәшкә киткән ҡыҙына ла эш табыла: ҡашыҡ-аяҡ тирәһендә булыша.

Фәнилдең бар ҡайғыһы – балалары, уларҙың киләсәген уйлай. Ҡайғыра. Туҡтале, балаларға бер ата хәстәре, иркәләүе етмәйҙер ҙә… Уларға үгәй булһа ла, әсә наҙы ла кәрәктер ҙә. Наҙ, хәстәрлек әсәһенеке кеүек үк булмаһа ла, тәртипкә, әхлаҡҡа өйрәтеүсе, насарлыҡтан тыйып тороусы өлкән йәштәге, юҡ та, минең йәштәге ҡатын-ҡыҙ мотлаҡ кәрәк. Шулай уйланды Фәнил.

Бөгөн иртәнсәк көтөүгә мал ҡыуған ут күршеһе Ғилман һаулыҡ һорашып-нитеп тә тормаҫтан, һүҙ башлағайны:

– Ҡорҙаш, резинкәне күпме һуҙырға тағы?! Өйләнә һалһаң, ни була?! Үлгән артынан үлеп булмай – йәне йәннәттә булһын мәрхүмәнең, тереләргә ни ҡала – йәшәргә. Ана… Зарифа… Уйнаҡлап тора. Хет бөгөндән һабанға ек. Донъяңа күҙ-ҡолаҡ булыр ине, тим. Һис булмаһа, балаларыңды приютҡа тапшыр ҙа…

Фәнилдең иң сәменә тейгән һүҙ – приют. Үҙе иҫән-аман саҡта балаларын ата иркәләүе, тәрбиәләүенән һис тә мәхрүм итмәҫ. Күрше ауылда ла, үҙҙәрендә лә яңғыҙаҡ ҡатындар барлығын бар ҙа… Әммә күңелгә ятышлыһы ғына юҡ. Ана, Бибиәсмәне генә ал: ике балаһын да “елдән тапҡан”, йәғни йөрөп тапҡан. Күрше ауыл Зөһрә буйҙаҡлыҡҡа буйҙаҡ та… Әммә ирһәк ул. Ә Зарифаға килгәндә… Фәнил менән шул Зарифа араһында бер сер бар, уны әлегәсә берәүгә лә һөйләгәне юҡ Фәнилдең. Ҡуңыр ҡара күҙле, юҡҡа-барға өндәшеп тә бармаҫ, һәр һүҙен самалап һөйләгән, үҙе менән һөйләшеүсегә иң тәүҙә текәлеп ҡарап алыр Зарифаға беренсе күреүҙән үк үлеп ғашиҡ булғайны Фәнил.

Яңы ғына әрменән ҡайтып төшкән егет ҡайнар мөхәббәтен ҡыҙға белдермәк булып, клубҡа атлығып килгәйне. Аулаҡта осратып, ҡыйыр-ҡыймаҫ һүҙ башлағайны Фәнил. Ҡыҙарынды-бүртенде. Ыҡ-мыҡ итте. Зарифа Фәнилгә һирпелеп бер ҡараны, яғымлы йылмайып ниҙер әйтергә теләгәйне, күрше ауыл егете Ғилман, ҡыҙҙы ҡултыҡлап, бер яҡ ситкә алып китте лә барҙы. Фәнилдең шунда уҡ: “Былар ни үҙҙәрен бик иркен тота. Күптән таныштарҙыр”, – тигән уйы мейеһен ярып үткәйне.

Зарифа менән Ғилман, яратышып өйләнешһәләр ҙә, уңманылар. Ауырға уҙғас та, Ғилманы үҙ итмәй, ташлап сығып киткәйне. Кем ғәйепле икәнен, кем белә. Ғәйеп, бәлки, атта ла, тәртәлә лә булғандыр. Зарифаның ата-әсәһе күптән гүр эйәһе булған. Үҙе ун ике йәшлек ҡыҙы менән яңғыҙ донъя көтә. Аңлашыла, яңғыҙаҡҡа ҡайһылай ҙа ҡыйын инде. Ир-ат ҡулы теймәһә, бөтә донъяң шауҙырлап емерелер сиккә етә.

Кисә кистән Зарифаның кәртә-ҡураһына күҙ һалғайны: урам яҡтағы бағаналар ҡыйшайышып, ана ҡоларҙан, бына ҡоларҙан тора. Иҫкергән кәртәләүҙәр бер нисә урындан һүтелгән. Сүкеш, йөҙлө ҡаҙау ҡабы тотҡан Фәнил, малайҙарын эйәртеп, Зарифаның кәртә-ҡураһына йән өрөргә тотондо. Ҡыйшайған бағаналар төҙәйтелеп, һайғау тотолдо. Эште ихлас башлаған малайҙар ҡул бысҡыһы менән артыҡ һайғау остарын бысып та ырғыттылар.

Ҡапҡа иҫкергән, бер яҡҡа ауыша төшкән. Ҡалай менән көпләргә кәрәк.

– Кәрәкле материалды үҙемдән ташымай булмаҫ. Ут күрше өсөн бер ҙә йәл түгел, – тип һығымта яһаны Фәнил.

Тап ошо мәлдә Зарифа ашығып ҡайтып инде. Ул шәп атлауҙан бер аҙ бышлыға төшкән. Аталарына ярҙам итеп булышҡан ике малайға һоҡланып ҡарап алды ла, шатлығын ҡайҙа ҡуйырға белмәй:

– Һай, үҙемдең күршеләрем! Рәхмәт төшкөрҙәре! – Фәнилгә ҡарап алды ла:

– Хәҙер буштың атаһы үлгән. Байтаҡ эш башҡарғанһың бит. Күпме түләйем? Әйт, – тип өндәште.

Фәнилдең башына таяҡ менән тондорҙолармы ни! Алйып ҡалды. Уның күңелен аяныслы хәүеф ялмап алды. “Бына нимәгә килеп еттек! Күрәһеләребеҙ ошолор – хәҙер бөтә нәмә аҡса менән үлсәнә. Кешегә изгелек, яҡшылыҡ ҡылһаң да, аҡса түләнергә тейеше, имеш. Ниндәй замана әле был?!”

Зарифа Фәнилдең өндәшмәүен үҙенсә юраны. Уға, буйҙаҡҡа, аҡса бик тә кәрәктер инде. Тик самаһыҙ һорамаһа ғына ярар ине.

– Йә, ниңә шымып ҡалдың? Күпмегә риза булаһың?

Фәнилдең тамағына төйөр ултырҙы. Тамағын ҡырып алғас:

– Аҡсаң кәрәкмәй миңә. Миңә парлы булыу кәрәк. Һинең ризалығың кәрәк…

Зарифа ҡулында сүкеш уйнатып торған Фәнилгә, берсә малайҙарына һирпелеп оҙаҡ ҡына ҡарап торҙо. Аҙаҡ өтәләнеп аласыҡ ишеген асып, ут күршеләрен киске тамаҡҡа әйҙүкләне.

Фәнил саҡырыуҙы сабыр ғына кире ҡаҡты ла, мөләйем йылмайып, малайҙарына өндәште:

– Иртәгә Зарифа апайығыҙға йәнә ярҙамға киләбеҙ. Йә, килештекме?

Зарифаның нурлы йөҙө тағы нурланып, балҡып китте. Иртәгә ут күршеләрен мунса яғып, әҙерләнеп көтөп торорон әйтте.

– Онота күрмә, – тип Фәнилгә ныҡлап өндәште ул, – ҡыҙыңды… ҡыҙыбыҙҙы ла алып кил. Ишетеүемсә, уны Камила мәрхүмәнең әсәһе, Фатима апай, үҙенә аҫырауға алырға самалай, буғай. Бирәһе булма. Минең ҡыҙ менән бергәләшеп үҫерҙәр әле.

Кәрим ИЛЬЯСОВ.

 

Автор:
Читайте нас: