Шоңҡар
+11 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм ижад
13 Сентябрь , 15:44

Етемлекте теләп алмайҙар

– Исмаһам, берәү-икәү ҙә түгел бит, ә бишәү! Йә ҡыҙҙар булмаған, – тип өҙгөләнә һигеҙенсе тиҫтәне ваҡлаған Зәйтүнә апай. – Үҙемдең шәп саҡтар булһа “ыһ” та итмәҫ инем дә бит...

Етемлекте теләп алмайҙар
Етемлекте теләп алмайҙар

Донъяның матурлығын, бәхетен араҡыла тапҡан йәп-йәш ир-егеттәргә, уларҙың “шатлығын” уртаҡлашҡан һылыу ҡатын-ҡыҙҙарға ҡарап йән әсей. Ә улар кәйеф-сафа ҡорған мәлдәрҙә үҙ аллы көн итергә, үҙ йүндәрен үҙҙәре күрергә мәжбүр булған балаларға ҡарап йөрәк тағы ла нығыраҡ әрней.

... Зәйтүнә апай ҡарамағына ҡалған биш ейәне лә инңдәренә ятҡан әсе яҙмышты үҙҙәре теләп алмаған, араҡы тигән яуызды балаларынан өҫтөн күргән, шуның упҡынынан ҡотола алмай малайҙарын тере етем яһаған атай-әсәйҙе лә үҙҙәре һайламаған. Етем ҡалыуҙарында, әсәй-атай эргәһендә иркәләнеп кенә үҫә алмауҙарында гонаһһыҙ сабыйҙарҙың бер ғәйебе лә юҡ.

– Исмаһам, берәү-икәү ҙә түгел бит, ә бишәү! Йә ҡыҙҙар булмаған, – тип өҙгөләнә һигеҙенсе тиҫтәне ваҡлаған Зәйтүнә апай. – Үҙемдең шәп саҡтар булһа “ыһ” та итмәҫ инем дә бит...

Тормошта иң ауыры – бала ҡайғыһы. Юҡҡа ғына: “Хоҙай бала ҡайғыларын күрһәтмәһен”, – тимәйҙәрҙер. Заһирының эсеүгә һабышып, донъяһының пыран-заран килеүе, улының һаман артҡа тәгәрәүе Зәйтүнә апай өсөн күптән көйөнөскә әйләнгәйне. Әле килеп әсәйһеҙ ҡалған биш ейәненең ҡайғыһы ла уның иңенә ятты. Һуңғы йылдарҙа былай ҙа ныҡ бөтөрөнгән инәй Бөтөнләй кесерәйеп, бала кеүек кенә булып ҡалды.

Зәйтүнә апай Басир ағай менән ике ул, ике ҡыҙ үҫтергән.

– Тәүгеләренә бер һүҙем юҡ: тормоштары ал да гөл, эштәре бара, балалары үҫә. Ошо Заһирым бәғерҙе телә. Әллә иң бәләкәйе тип артыҡ иркәләттек, әллә артыҡ үҙ һүҙле итеп үҫтерҙек...

“Ҡайҙа ҡоларымды белһәм, балаҫ йәйеп ҡуйыр инем”, – тигән ти бит берәү. Кеше яңылышмай, хаталанмай тороп, тормоштоң ҡәҙерен белмәй. Заһир тормош һынауы алдында, “йәшел йылан” тоҙағыңа эләкмәүҙә көсһөҙлөк күрһәткән. Ә тегеһенә етә ҡалған – егеттең ебегән сағын файҙаланып, теҙ сүктерә һалған.

Заһир бик зирәк, аҡыллы бала булып үҫә. Бөтә фәндәрҙән дә тик “5”-легә өлгәшә, фәнни китаптар күп уҡый, техника менән ҡыҙыҡһына. “Үҫкәс, мотлаҡ үҙемә ауыл араһында йөрөргә машина яһап аласаҡмын”, – тип хыяллана.

Апайҙары, ағаһы уға һоҡланып бөтә алмай, хыялдарын үҫтерергә тулыһынса ирек бирә, йорт тирәһендә ҡулына эш тә тейҙермәйҙәр.

Мәктәпте яҡшы тамамлағас, ашҡынып армияға китер көнөн көтә башлай. Зәйтүнә апай ҙа, уҡытыусылары ла уны уҡыуын университетта дауам итергә төрлөсә өгөтләп ҡарай. Заһир ҡолағына ла элмәй.

– Әсәй, үҙен ирмен тип һанаған кеше мотлаҡ хеҙмәт юлын үтергә тейеш! Ә уҡырға өлгөрөрмөн. Бөтә ғүмерем алда, – тип ауыҙ йыра.

Ике йыл үтеп тә китә. Зәйтүнә апай улы тураһында маҡтау һүҙҙәре генә ала.

Киләсәккә яңы пландар, яңы хыялдар менән ҡайтып төшә егет. Барыһын да аптыратып:

– Уҡып байып булмаҫ. Беҙ хеҙмәттәш егеттәр менән Себергә китергә һөйләштек. Әсәй, атай, Алла бирһә, балда ла майҙа ғына йөҙҙөрәсәкмен мин һеҙҙе, – тигән хәбәр һала.

Ата-әсәһе яғына әйтелгән өгөт-нөсихәт стенаға борсаҡ менән бәргән кеүек кенә тәьҫир итә.

– Торған ерендә ут уйната шул ул. Ҡулынан килмәгән эш юҡ. Әле лә эсмәй торһа, донъяһына ҡот ҡунып китә. Тик бына эсеүе генә... – Зәйтүнә апай тағы уфтана.

Был эскелек упҡыны үҙенә ниндәй генә аҫыл кешеләрҙе тартып алмай! Балда, майҙа йөҙҙөрмәһә лә, яҡшы ғына эшләп китә Заһир. Машинислыҡҡа уҡып ала. Ике йыл эшләү дәүерендә бына тигән өй һалып ултырта, ҡулдан булһа ла машина алып ебәрә. Зәйтүнә апай улының йыраҡҡа сығып китеүенә риза булмаһа ла, уңыштарын күреп, күнә. “Ысынлап та, – тип үҙен йыуата, – аҡсаһын эшләһә, донъяһын ҡарай алһа, йәшәр әле. Тик бына эсә башлауы ғына...” Уныһына иғтибар итмәҫкә тырыша. Хәҙер кем эсмәй, заманаһы шулай, донъя ҡороп йәшәй башлағас, туҡтар, тип уйлай.

Йылайыр яғының бер сибәр ҡыҙын алып ҡайтҡас, бигерәк шатлана Зәйтүнә апай. “Башлы-күҙле булыу үҙгәртер”, – тип өмөтләнә.

Ишембайҙан фатир алып матур ғына йәшәп алып китәләр Кәләше Гөлсинә яңы ғына БДУ-ны тамамлаған, урынында ултырып сыҙай алмай торған ут ҡыҙ. Ҡала мәктәптәренең береһенән эш таба, әммә Заһир риза булмай. “Шул тиклем аҡса эшләп, һөйөклө ҡатынымды эшләтә буламмы?! Кеше балаларын тәрбиәләгәнсе, үҙебеҙҙекеләрҙән бынамын тигән кеше яһарһың”, – тип ҡаршы төшә. Төшмәгән булһа ла бит...

Гөлсинәгә күңелһеҙләнмәҫкә ире тапҡан аҡса ярҙам итә: киноларға, театрҙаоға йөрөй, көндәр буйы баҙар-магазиндарҙы ҡыҙыра, әхирәттәренең хәлен белә. Вахта ысулы менән эшләгән Заһирҙың ялға ҡайтыуы үҙе ҙур байрамға әйләнә. Эш юҡ, дуҫтар күп. Яйлап ошондай тормошҡа күнегеп тә китәләр.

Бер-бер артлы малайҙары тыуа. Уларҙың тыуыуын йыуыу, аҙаҡ тыуған көндәре, башҡа байрамдар, алған әйберҙе йыуыуҙар, сәбәпһеҙ генә ҡунаҡ булып алыуҙар... Эскегә сәбәп сығып ҡына тора. Йөклө сағында ла был ғәҙәтен ташламауы көсһөҙ организмды араҡыға тағы ла нығыраҡ бәйләй. Балаларының йылы аш күрмәй, ҡоро-һары менән туҡланып көн күреүҙәре йышайыуын да күрмәй. Аҡса күп булып та, колбаса, тәмле-татлы ашап ҡына йәшәп тә булмай шул.

Донъяның матурлығын күрмәйенсә, балаларына әсә наҙы татытмайынса былтыр бөтөнләйгә яҡты донъя менән хушлаша Гөлсинә. Араҡы упҡыны мәңгелеккә йота үҙен. Яҡты, матур хыялдар менән ҡорған тормоштан нимә ҡалған һуң?

Эшенән ҡыуылған ир, йыһаздары иҫкереп бөткән фатир һәм, иң үкенеслеһе, биш етем бала ҡала.

Балаларҙың уҡығандары интернатта, бәләкәстәре – өләсәләрендә. Ҡустыларынан, тыуған йорттарынан айырылған малайҙар каникулдарҙа өләсәләренә ашҡынып ҡайта. Өҫтәре лә бөтөн, тамаҡтары ла туҡ кеүек. Әммә улар донъялағы иң ҡәҙерле кешеләре булырға тейешле әсәнән айырылған. Ата-әсә наҙынан, әсә һөйөүенән мәхрүмдәр.

Өлкән улдары Айгиз быйыл һигеҙенсе класта уҡый. Ул барыһын да күреп-белеп үҫкән, күп нәмә бала күңеле аша кисерелгән.

– Әсәйем булмағас ныҡ ҡыйын, – тип юҡһыныуын йәшермәне ул. – Хәҙер бер кемгә лә кәрәкмәгән кеүекбкҙ. Атайым да эсеп тик йөрөй. Беҙҙең янға йышыраҡ килһен ине. Ярай әле өләсәйем, Өфөлә йәшәгән апайҙарым бар. Кейемде лә улар алып бирә, беҙҙең хәлде һорашып торалар, уҡыуыбыҙ менән ҡыҙыҡһыналар, күстәнәстәр килтерәләр.

Ә бәләкәс Ғәбиткә ни бары ике йәш ярым. Уныһы инде Зәйтүнә апайҙан ҡалмай.

Заһирға килгәндә инде, ул әлеге ваҡытта Ишембайҙа яҙмышын үҙгәртергә, тормошон яйларға тырышып йөрөй. Хәлен аңлаған да бит, әммә терһәкте ташлап булмай. Шулай ҙа әле һуң түгел. Малайҙары ла үҙенә оҡшап зирәктәр, аҡыллылар. Бала саҡ хыялдары тормошҡа ашмағанға күрә, исмаһам, үҫкәндәрендә терәк, ярҙамсы булһын ине аталары.

 

Гөлнара Мостафина

Автор:
Читайте нас: