Шоңҡар
+22 °С
Дождь
Әҙәбиәт һәм ижад
2 Октября 2024, 10:55

Яҙыусы Ринат Камаловтың бейеп йөрөгәндәге мажараһы

Мин, оҙаҡ уйлап, инәлтеп торманым – класс уртаһына төш тә кит. Бейеү ул нисек була? Бейеүселәр түңәрәк буйлап йөрөй, клубта күргән бар – мин дә түңәрәк буйлап йөрөйөм, хәлдән килгәнсә иҙәнде дөбөрҙәтәм. Бер заман бауы өҙөлөп китеп, ыштаным һыпырылып төштө. Класс ятып көлә. Таһира апай ҙа битен ҡаплаған. Шул мәлдә оятымдан, ер ярығы булһа, төшөр ҙә китер инем.

Яҙыусы Ринат Камаловтың бейеп йөрөгәндәге мажараһыЯҙыусы Ринат Камаловтың бейеп йөрөгәндәге мажараһы
Яҙыусы Ринат Камаловтың бейеп йөрөгәндәге мажараһы

– Ринат дуҫ, сәләм! Тәүге тапҡыр сит кеше алдында ҡасан бейергә төшкәнеңде хәтерләйһеңме? Ниндәй хәтирәләр, хис-тойғолар һаҡланып ҡалған күңелеңдә?

– Беренсе ҡат кеше алдында бейергә төшкәнемде яҡшы иҫләйем. Мотаһар урамынан Артҡы урамға күскәйнек. Атайым яңы өйөбөҙҙө һалып ингән, күп итеп ҡунаҡ саҡырғанбыҙ. Улар – түрҙә, ә беҙ таҡта араһынан мәжлесте күҙәтәбеҙ. Бына бер заман, йырлап арығас, бейеүгә төштөләр. Башта инәйем бейене, ул йырҙы ла, бейеүҙе лә башлай, ә мин, 7-8 йәшлек малай, урынымда ата ҡаҙҙай тыпылдап торам икән. Инәйем шуны күрҙе лә бөтә ҡорға фаш итте:
– Бәй, минең улым бейей ҙә! Ә һеҙ ялындырып ултыраһығыҙ?!
– Ҡайҙа?
– Ниндәй ҡыйыу малай! – тип ҡысҡырыша башланы ҡыҙып алған ҡунаҡтар.
– Туҡта, мин уға аҡса һибәм!
– Бейе, бейе, Хәйбулла,
Бейегән кеше бай була.
– Бейеһә, аяҡ аҫтына һибәм...
– Мин дә! – тип элеп тә алдылар.
– Әйҙә, әйҙә!
Аҡса һибәбеҙ тигәс, ифрат та батырайып, уртаға төш тә кит! Эй һикерәм, эй һикерәм, кәзә бәрәсе кеүек, эй ҡыланам. Кемдәндер күргәйнем шулайтып бейегәнен... Шул хәтлем тырышам ки, хатта иҙәнгә ултырып-ултырып китәм. Аяҡ аҫтына баҡыр, көмөш аҡса яуа. Тубыҡланып алдым да тәңкәләрҙе сүпләргә тотондом... Бына шулай сыҡтым мин кеше араһына тәүге тапҡыр (көлә).
Киләһе тәжрибә – мәктәптә, икенсе синыфта уҡығанда булды. Таһира апай: «Концертҡа әҙерләнәбеҙ – кем йырлай, бейей, шиғыр һөйләй?» – тип һорай. Йырсылар, шиғырсылар, бейеүселәр яҙылып бөттө, ә мин өндәшмәйем. Беҙҙе бит ҡыйыу бул, баҙама, дәрестә ҡатнаш, тип үҫтерҙеләр. Әсәйем дә уҡытыусы апайыңды тыңла, тип өйрәтә.
Таһира апай: «Ринат, һин нишләйһең?» – тип һорай. «Бейейем!»
– Әйҙә, бейесе, әйҙә!
Мин, оҙаҡ уйлап, инәлтеп торманым – класс уртаһына төш тә кит. Бейеү ул нисек була? Бейеүселәр түңәрәк буйлап йөрөй, клубта күргән бар – мин дә түңәрәк буйлап йөрөйөм, хәлдән килгәнсә иҙәнде дөбөрҙәтәм. Бер заман бауы өҙөлөп китеп, ыштаным һыпырылып төштө. Класс ятып көлә. Таһира апай ҙа битен ҡаплаған. Шул мәлдә оятымдан, ер ярығы булһа, төшөр ҙә китер инем (көләбеҙ).

Нияз Алсынбаев

Яҙыусы Ринат Камаловтың бейеп йөрөгәндәге мажараһы
Яҙыусы Ринат Камаловтың бейеп йөрөгәндәге мажараһы
Яҙыусы Ринат Камаловтың бейеп йөрөгәндәге мажараһы
Автор:
Читайте нас