– Ашамлыҡты татлы бешерергә ҡасан өйрәнерһең икән? – тим, аптырағас.
– Аш тәмле, табын йәмле булһын өсөн аҡса кәрәк, аҡса! Башыңды ахмаҡҡа һалма! Етте! Түҙмәнем түгел, түҙҙем – бынан һуң сыҙай алмайым: йә хеҙмәт хаҡы юғары эш тап, йә... (Ҡәҙербай тәрән көрһөнә.) «Йә» тип, икенсегә ниңә ләпелдәгәндер. Йөрәген ниҙәр өйкәгәнен әйтеп бөтмәне. Ә минең күңелемә шик-шөбһә йүгерҙе: әллә ташларға уйлай микән? Хәҙерге бисәләрҙән бөтәһен дә көтөргә мөмкин. «Барлыҡ яраштыра, юҡлыҡ талаштыра» тигәндәре бик дөрөҫ.
Көйөнөсө-һөйөнөсө менән ғүмер тиҙ үтә. Беҙ ҙә ғауғалы булһа ла, тиҫтә йыл тирәһе бергә йәшәгәнебеҙҙе һиҙмәнек. (Ҡәҙербай сәстәрен һыйпай, көрһөнә.) Шулай сираттағы йылдың 1 апрелендә – Көлкө көндө – ҡунаҡ булып, күңел асыр урынға таланып-яфаланып ултырам. Кинәт яңы өйләнешкән мәл хәтеремә төштө. Тәүге эш хаҡымды Зилзиләмә (ысын исеме – Зәлиә: үҙенә белдермәй генә шундай ҡушамат таҡтым – эсемдән генә әйтәм) биргәнемде иҫләнем. Ул ҡыйынһына аҡсаны алырға, ҡулдарын артҡа йәшерә. Ояла инде – сикәләре бешкән алманан былайыраҡ ҡыҙарған.
Өс-дүрт ай үттеме-юҡмы, барыһы ла яйланды – аҡсаны уңайһыҙланмай ала, һанай-һанай ҙа кеҫәһенә һала.
Кинәт бала сағым күҙ алдына баҫты: 1 апрелдә кемделер алдайһың – йә ҡунаҡҡа саҡыраһың, йә мунса төшөргә... Табын әҙер түгел, мунса яғылмаған... Әбейҙәр кәнфит, йә биш тин аҡса тоттора. Кәнфит менән аҡсаға ҡыҙығып, берәүҙе генә түгел, бер нисә ҡортҡаны саҡыраһың. Кино килгән булһа, кәнфитте ауыҙға ҡабаһың да клубҡа сабаһың. Күңелле, рәхәт. Һин ҡайтыуға әбей-һәбей көлөшә-көлөшә, һөйләшә-һөйләшә сәй эсә, аҙаҡ арҡаңдан һөйөп, «аҡыллы малай» тип маҡтайҙар. Ни арала килеп еткәндәр, әсәй ни арала мунса яҡҡан, ни арала томалаған? Әсәйҙең ҡоймағы ҡойолған, табын уртаһында самауыр йырлап ултыра. Көлкө көндө һәләк яратам: тамаҡ һыйлы, күңел көр, кәйеф күтәренке. 1 апрелдең йылға бер мәртәбә килеүе генә йәл.
Уҡырға төшкәс, бындай байрамдар туҡталды, шай.
...Шуларҙы уйлап ултырғанда кеҫә телефоным шылтыраны. Әлхәм ағай икән. Бер ойошмала эшләйбеҙ. Байрам хөрмәтенәнме, бәлки, бүтән сәбәптәндер, уның «теле сиселгән». Оҙаҡ ғәпләштек.
Зилзиләмдең, әй, Зәлиәмдең күҙҙәре аҡайҙы:
– Аҡса бөтөрөп, ниңә оҙаҡ һөйләшәһең? – тип аҡыра.
– Минең шеф Әлхәм ағай үҙе шылтырата бит, телефонға ул түләй. Ошо айҙан хеҙмәт хаҡымды икеләтә күтәрергә вәғәҙәләй. – Был хәбәрем әле генә хәтерләгән бала саҡ хәтирәһенең ғилләһе ине, шикелле... Телем телгә йоҡмай алдайым.
Хәләлем, киреһенсә, бер килке телһеҙ ҡалды. Шул тиклем матур йылмайҙы, башын күкрәгемә терәп иркәләнде лә аш-һыу бүлмәһенә йүнәлде.
Күп тә үтмәне, күркәм табын әҙер ине.
– Булғаны менән байрам! Аҡса алғас, бишбармаҡ та, манты ла, былау ҙа – йәнең ни теләй – тәмле тәғәмдәр бешерермен! Ыласыным, Көлкө көнө менән ҡотлайым, – ти Зилзиләм, әй, Зәлиәм – бергенәм.
Бер ай үтеп тә китте – аҡса алыр көн етте. Беҙҙә эш хаҡын айына бер генә бирәләр.
Ҡайтҡас та, ғәҙәттәгесә, хеҙмәт хаҡымды ҡатыныма тотторҙом. Уның һөмһөрө ҡойолдо:
– Ниңә әҙ? – ти. – Ҡалғанын ҡайҙа ҡуйҙың?
– Тиненә тиклем һиңә бирәм дә – һана яңынан.
– Хеҙмәт хаҡыңды Әлхәм ағайың икеләтә арттырҙы бит!
Өнһөҙ ҡалдым: 1 апрелдә шаяртҡанымды онотҡайным шул.
– Тимәк, һөйәркәңә тотонғанһың! Әллә ситтә үҫкән балаң да барҙыр...
– Бер генә лә ғәйебем юҡ, көфөр һөйләмә, – тим, аҡланам.
– Улайһа, ресторанда ултырғанһың!
– Һиңә өйләнгәс тә, ресторан ишегенең ҡайһы яҡҡа асылғанын да оноттом.
– Аҡсаңды йыйып, сит илгә һыпыртырға уйлайһыңдыр. – Зилзиләм, әй, Зәлиәм һаман ел-дауылын дауам итә.
– Сит илгә һыпыртыр өсөн ҡаҙна кеҫәһен буйтым һыпырырға кәрәклеген беләһең бит. 1 апрелдә һинең күңелеңде күрәйем, кәйефеңде күтәрәйем, тип кенә алдашҡайным, ғәфү ит! – Аяҡ быуындарым бушаны – аңғармай ҙа ҡалдым – ҡатыным алдына ҡапыл тубыҡландым...
Юғары хеҙмәт хаҡы алырлыҡ эш урыны эҙләп, күҙҙәрем тондо. Һеҙҙә аҡсалы урын юҡмы, йәмәғәт? Хәбәр итегеҙ, йәһәт килеп етермен.
Хәҙер Көлкө көнөндә алдашмайым.
Нажиә ИГЕҘЙӘНОВА.