(Булған хәл)
Елдереп килеп туҡтауым булды, машинаға бер ҡосаҡ раузалар тотҡан күркәм генә ҡатын инеп ултырҙы. Еңелсә генә буянған, тулҡынланыуы, ҡабаланыуы, ҡайҙалыр ашҡыныуы йөҙөнә сыҡҡан. -Тиҙ генә алып барып еткерегеҙ инде! Шул тиклем ҡабаланам! -Берәй ергә ҡунаҡҡа ашығаһығыҙмы? -Эйе, ҡыҙымдың тыуған көнө…бөгөн уға 25 йәш…ул мине 15.00 сәғәттә көтә.
Сәғәткә күҙ һалам, 14.40.
-Улайһа, шәберәк ҡыланырға кәрәк шул. Адресты әйтегеҙ.
-Бынан алыҫ түгел ул. Төньяҡ зыяратты беләһегеҙме? Шунда илтеп ҡуйығыҙсы, зинһар…- тине, ҡалтыранған тауыш менән. Уның күҙҙәре мөлдәрәмә тулы йәш, ҡайғы йәштәре ине.
Мин уға аптырап ҡараным, әммә өндәшмәнем. Һаман да ҡатындың күҙ йәштәре аша һөйләгән хәбәрен тыңлауымды дауам иттем.
-Юлечкам мине 1 ай элек бөтөнләйгә ҡалдырып китте. Тик кисә шылтыратып:
-Әсәй, мин ныҡ һағынһаң, тыуған көнөмә кил, һөйләшеп ултырырбыҙ! – тине.
Бисараҡайҙың йөҙөндө йылмайыу хасил булды: ул мине көтә!
Көн ныҡ эҫе ине. Бөтә ерҙә лә тығын.
-Һеҙ әйткән ваҡытҡа өлгөрмәҫбеҙме икән? – тинем уға әйләнеп.
-Ҡурҡынысы юҡ, бынан бит зыярат алыҫ түгел, мин йәйәү ҙә барып етәм…
Ул машинанан төштө лә шәп-шәп атлап ҡәберлек яғына боролдо ла күҙҙән юғалды.
Тығын бөткәс, мин артабан юлымды дауам иттем. Зыярат яғына боролған урында таныш раузалар сәсрәп ятҡанын күреп, шомлана төштөм. Шөбһәләнеүем юҡҡа булмаған икән: юл фажиғәһе булған. Мин алып килгән ҡатын юл уртаһында ята, уның сәстәрен, ҡулындағы сәскәләрен ел туҙрата...
Шул ваҡытта күҙем сәғәтемә төштө: теп-теүәл 15.00 сәғәт ине.
-Өлгөргән икән! – тип уйланым, көрһөнөп.
Автор фотоһы.
Интернет селтәренән алынды. Гөлдәр Ҡадаева тәржемәһе.