Шоңҡар
-7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм ижад
27 Ноябрь , 17:44

Туй күлдәге Мөнәүис НИЗАМИ

– Апай, апай! Мин әсәйҙе тағы күрҙем... Ул ап-аҡ күлдәк кейгән... Ул кейәүгә сыға ине... Ул шундай матур, шундай күркәм...

Туй күлдәге   Мөнәүис  НИЗАМИ
Туй күлдәге Мөнәүис НИЗАМИ

Бүлмәнең буйынан-буйына һуҙылған өҫтәл тирәләй йөҙҙәре нисектер таныш та, таныш түгел дә тойолған ҡунаҡтар ултырышҡан. Әллә ниндәй сит ил ризыҡтары, матур этикеткалы шараптар, йылы яҡтарҙан бөгөнгө туй табынына килгән еләк-емештәр талантлы рәссамдың серле ҡәләме менән яһалған картина-һүрәт кеүек. Ошо картинаны боҙоп ҡуймайыҡ тигәндәй, ҡунаҡтар башта был ысын натюрмортҡа ҡул һуҙырға уңайһыҙланып ултырҙы. Тик бер аҙҙан, ҡулдарҙа сыңлаған бәллүр бокалдар ҡыйынһыныу тойғоларын еңеләйтә төштө. Һый-ниғмәт тулы оҙон өҫтәл йылмайышып бер-береһен ихлас ҡыҫташҡан ҡунаҡтарҙың шат һәм көр ауаздарына күмелде. Табындың йәме булып иң түрҙә ултырған аҡ күлдәкле ҡыҙға һоҡланыу ҡатыш ҡотлау, тәбрикләү һүҙҙәре яуа башланы. Бик күп изге теләктәр әйтелде. Ер йөҙөндә ҡатын-ҡыҙ матурлығы­ның эталоны бар икән, тиһәләр, был һис шикһеҙ ошо ҡыҙ ине. Эйе, эйе, ҡыҙ ысындан да Хоҙай тарафынан яратылған матурлыҡ әлиһәһе ине. Килешле аҡ маңлай, саҡ-саҡ ҡына көнсығыш ҡыҙҙарыныҡына тартым ҙур ҡара күҙҙәр, оҙон ҡара керпектәр, ҡыйғас ҡаш, йылмайғанда бәләкәй генә соҡорсоҡтар хасил иткән алһыу бит, һөйөү һәм наҙ менән тулышҡан алһыу ирендәр... Ошо фәрештәләргә тиң матур йөҙлө ҡыҙ мамыҡтай ап-аҡ күлдәктән, аҡ ҡалпаҡтан... Әйтерһең дә, был ер ҡыҙҙарына хас булмаған матурлыҡҡа аҙ ғына өрһәң дә осоп китер һымаҡ...
Кем был һылыу ҡыҙ? Кем был? Ниңә ул өҫтәл түрендә яңғыҙ ултыра?.. Ә-ә-ә-ә-ә, был бит Айгөлдөң әсәһе Фәриҙә икән... Нисектер бик алыҫтан, күкһел томандар аша хәтерләй ул әсәһенең үҙе тураһында һөйләгәндәрен. Уның әсәһе туйҙа шундай матур булған... Ә бына атаһын Айгөл бер ҙә хәтерләмәй, төшөндә лә күргәне юҡ. Уның атаһы бик күптән, Айгөл тыуғансы уҡ үлгән булған, имеш. Һуңыраҡ, ҡаты ауырыуға дусар булған әсәләре ике сабый ҡыҙҙы етем итеп мәңгелеккә ташлап киткәс тә, ҡыҙ был илаһи күренеште һаман-һаман бик йыш күҙ алдына килтерә ине. Уның әсәһе туйҙа шундай матур булған... Шундай матур булған...
Ошо төштө күргән һайын ул янында ғына ятҡан апаһын уятырға тотона:
– Апай, апай! Мин әсәйҙе тағы күрҙем... Ул ап-аҡ күлдәк кейгән... Ул кейәүгә сыға ине... Ул шундай матур, шундай күркәм...
Тик апаһы Айгөлдөң кисерештәрен аңларға теләмәй, уның татлы йоҡонан бүленәһе килмәй. Ул йоҡо аралаш һеңлеһен бышылдап ҡына әрләп ала:
– Ни өсөн мине йоҡонан уятаһың? Йоҡла, иртә менән тағы торалмай ятһаң, тәрбиәсе апайҙар асыуланыр бит.
Эйе, әсәләре лә үлгәс, ете йәшлек апаһы Айһылыу менән бише яңы тулған Айгөлдө балалар йортона тапшырҙылар. Ваҡыт үткән һайын бәләкәс ҡыҙҙың күңеленән ысын әсәй менән булған ҡыҫҡа ғына бәхетле миҙгелдәр әкренләп юйыла барҙы. Йылмайып ҡараған һәр бер тәрбиәсенең ҡиәфәтенән әсәй төҫөн эҙләгән ҡыҙ, ахырҙа, әсәһенең ысын йөҙөн бер ҙә хәтерләмәҫ булды. Шулай булһа ла, Айгөл йыш ҡына төшөндә күргән туй күренешен бер ҙә онотманы. Өндәрендә лә уйланы, төштәрендә лә күрҙе. Бына тағы... һис тә уйламағанда... Төшмө был, әллә инде өнмө? Әллә икеһе лә бергә буталдымы? Ә бит туй табыны ла, унда ултырған кешеләр ҙә уға шул тиклем яҡын, шул тиклем таныш кеүек. Әммә өҫтәл түрендә ултырған аҡ күлдәкле, аҡ ҡалпаҡлы ҡыҙ ғына әсәй түгел, ә Айгөлдөң үҙе лә баһа! Тик ни өсөн ул яңғыҙ?.. Ҡайҙа уның Илгизе?.. Ил-ги-и-и-из! Ҡыҙ бар тауышына ҡысҡырмаҡсы була, тик теле көрмәлеп бер һүҙ ҙә әйтә алмай. Урынынан ҡуҙғалырға уйлаһа, тәне тораташтай ҡатҡан, имеш. Йәне-тәне менән ни тиклем уҡталһа ла, бер генә хәрәкәт тә яһарлыҡ көсө булмаған ҡыҙ сараһыҙҙан үкһеп илап ебәрә... Күргән төшөнән йөрәкһенеп уянған йәш ҡатын өйрәнгән ғәҙәт менән түшәген ҡапшаны. Иренең тәмле мышнап эргәһендә ятҡанына ышанғас, бер аҙ тыныслана төштө. Әле төн уртаһы яңы таңға ҡарай ауыш­ҡан булыуға ҡарамаҫтан, ҡабат тиҙ генә йоҡлап китеү мөмкин түгеллеген аңлаған Айгөл карауатында таралып йоҡлап ятҡан балаҡайының өҫтөнә япты ла аш-һыу бүлмәһенә сыҡты.
“Ниңә, ниңә был күренеш һаман инә минең төштәремә? – тип әрнеп уйланды ул тәҙрәнән төнгө урамға ҡарап: – Беҙ бит бәхетле, бик бәхетле. “Ҡатыным” тип өҙөлөп торған Илгизем бар, “әннә”, “әттә” тип тәтелдәгән улым – Айгизем... Ә төшөмдә мин ниңәлер яңғыҙмын...”
Айгөл әллә төнгө бүлмәнең һалҡынлығынан, әллә ошо уйҙарынан ҡапыл бөтә тәне менән ҡалтыранып ҡуйҙы. Төшөндә ул тағын туй күлдәгендә ине... Туй күлдәге!.. Ҡатын ошо мәлдә, ҡапыл ғына башына ҡан һауғандай, өйөрөлгән уйҙарынан саҡ йығылып китмәне. Арҡаһының буйынан-буйына сымырлатып ниндәйҙер ҙур үрмәксе йүгереп үткәндәй булды. Аяҡтары кәүҙәһен тоталмаҫтай булып ҡалтырана башланы. “Туй күлдәге... – тип бышылдап ултырғысҡа һөйәлде ул. – Әллә шуға инәме был төш?.. Нишләнем мин?! Нишләнем?! Исмаһам, Илгиз менән кәңәшләшергә була ине бит... Ҡапыл башы ауырта башлауҙан ҡатын сикәләрен усы менән ҡыҫты. – Бәлки, әле һуң түгелдер... Алька адресын белә бит... Барырға ла кире һорарға... “Ғәфү итегеҙ, яңылышҡанмын” тейер. Ахыр сиктә «ирем асыулана» тип әйтер. Ә бөгөн кис, эштән ҡайткас, Илгизенә бөтәһен дә аңлатыр... Бөртөкләп һөйләп бирер... “Аҡса булһын тип тырыштым”, тиер...
...Туй күлдәге... Уны бик оҙаҡ һайланылар. Уның хаҡы ла барлыҡ туй сығымдарының яртыһын тиерлек тәшкил итә ине шул. Ынйы-мәрйендәр менән сигеп эшләнгән күлдәк шундай матур ине... Уның еңдәре, итәктәре һауа өрөп тултырғандай ҡабартып-ҡабартып эшләнгән ине... Ә бил өлөшө, киреһенсә, нәҙек тал сыбығындай зифа билде еңелсә ҡосаҡлап, һылашып тора... Туйҙан һуң күлдәктең һәр бер бөрмәһен, һырҙарын үтекләп бүлмәнең иң түренә элеп ҡуйҙылар... Айгөл уны ғүмер буйы һаҡларға тейеш ине бит. Теге “төш” иҫтәлеге итеп тә, үҙенең бәхетле туйының ап-аҡ иҫтәлеге итеп тә... Ә ул уны һатып ебәрҙе... Әлеге лә баяғы шул Альканың һүҙенә ҡарап инде... Күреү менән сат йәбеште бит. Йәнәһе, нимәгә һаҡлап ятаһың уны, саң йыйып ҡына тора бит, лутсы аҡсаға әйләндер, Айгөлкәйем, иң яҡшыһы шул... Яҡшы хаҡҡа үҙем һатып бирәм, тине бит. Ә бит туй күлдәген һатыу бер ҙә яҡшыға түгел, тиҙәр... Нишләп кенә ризалашты икән?! Ярар, әле һуң түгелдер... Барыр, ялыныр, үтенер, кире алып ҡайтыр туй күлдәген. Әле Илгиз был турала белмәй ҙә бит... Йөрәге урынынан ҡуҙғалған ҡатында йоҡо ҡайғыһы ҡалманы. Ул һаман башындағы уйҙар өйөрмәһенән ҡотола алманы...
...Айгөл менән Илгиз Өфөлә таныштылар. Яңы ғына һалдат хеҙмәтенән ҡайтҡан егет өсөнсө трестың торлаҡ йорттар төҙөлөшөнә электрик булып эшкә килгән ине. Ә ҡыҙ ошо уҡ бригадала штукатур-маляр булып эшләй. Төҙөлөштә эшләгән күп ир-егеттәрҙеке кеүек йәш һалдаттың да күҙе Айгөлдөң һылыулығын бик тиҙ күреп ҡалды. Ҡыҙҙың матурлығын, зифа буй-һынын өҫтөнә кейеп алған зәңгәр төҫтәге брезент эш кейеме лә йәшерә алмай ине. Һушты алырлыҡ сибәрлеге өҫтөнә ул бик тырыш та. Ҡулдарына күҙ эйәрмәй, бригадир әйтмешләй: “Айгөлдөкө көн дә палтара нурмы”. Норма ҡыуыу менән мауығыусыларҙың бит, ғәҙәттә, башҡарған эштәре ташҡа үлсәйем була. Ә Айгөлдөң эшенә, тел-теш тейҙерерлек түгел. Уның буяулы бумала тотҡан ҡулының һәр хәрәкәте талантлы рәссамдарҙыҡы кеүек ине. Тик бригадир Фәрхәттең ҡасан ҡарама ҡыҙ тирәһендә уралыуы ғына егеттең асыуына тейә. Ошо бәләкәй генә начальник киҫәге бер ҡараһаң, ҡыҙҙың башҡарған эшен үлсәп йөрөгән була, бер ҡараһаң, көндәлек эш материалдарын тикшерә. Сәбәп булмаһа, ахыр сиктә, эшкә мөкиббән булған Айгөл янынан үтеп булһа ла китә ине. Юҡ эште сәбәп итеп, һаман ҡыҙҙа берәй өмөтө бар кеүек янында ғына йөрөй. Ә бит бергә эшләгән апайҙар уны “өйләнгән икән, балаһы ла бар”, – тип һөйләйҙәр. Тик бригадир бер нәмәгә лә ҡарамай һаман Айгөл тирәһендә урала. Өҫтәүенә, йәштәрҙең бер-береһенә битараф түгеллектәрен аңлап алған Фәрхәт төрлө хөсөтлөктән дә тартынмай башланы. Ҡыҙға – егетте, егеткә ҡыҙҙы насар яҡтан һөйләп, араларын һыуытырға теләй. Көндәлек эш бүлгәндә лә Илгиз менән Айгөлдөң икеһен ике участкаға ҡуйырға тырыша. Аҙғын күңелендә тыуған ҡыҫыр өмөттәргә табынып йөрөүе инде үҙенсә. Айгөлмө һуң инде балалы ирҙәргә ҡарай торған ҡыҙ?!
“Бригадир булмай, суртым булһын. Мин шул һары тәкәгә ер йөҙөндә ир-егеттәр бөткән икән тиһәләр ҙә, боролоп ҡарай торған түгел”, – тип уйлай ҡыҙ үҙенсә. Илгиз: ”Барыбер үҙ тигәнемә ирешәсәкмен, ҡыҙҙы үҙемә ҡаратасаҡмын”, – тип уйлай. Шулай ҙа яҙмыштарының рәхмәтле бер көнөндә күңелдәре һаман бер-береһенә нығыраҡ тартыла барған ҡыҙ менән егеттең уй-теләктәрен изге фәрештәләр ишетте. Иртән төҙөлөш мастеры биргән наряд буйынса улар үткән айҙа тапшырылған бер йортта ҡалған етешһеҙлектәрҙе бөтөрөү эшенә барырға тейеш. Ҡулдары үҙ эшен яҡшы белгән, дәрт-дармандары ташып торған йәштәрҙе бер ниндәй ауыр эш тә өркөтмәй ине. Барырға икән, барырға... Бигерәк тә йөрәктәр бер тактҡа типкәндә, уйҙар диңгеҙе бер ярҙарға ҡаҡҡанда, күңелдәрҙә хистәр, ҡулдарҙа көс-ғәйрәт ташып торғанда...
Егет көнө буйы электр сымдары һуҙҙы, ә ҡыҙ уның артынан балсыҡ иҙмәһе, алибастр менән электриктың эшен «йәшереп» бүлмә стеналарын тигеҙләй барҙы. Был көндө ике йөрәк араһында ла күҙгә күренмәҫ сымдар һуҙылды. Улай ғына ла түгел, был сымдар аша хистәр тулҡыны йүгереште. Хистәр тулҡыны тора-бара бергә ойошоп өйөрмәләр хасил итте һәм туҡтауһыҙ диңгеҙ ярын ҡаҡҡан аҡ башлы тулҡындарҙай йөрәктәргә ҡаҡты.
Мөхәббәт – ер йөҙөндә кеше хистәренең, моғайын, иң серлеһелер. Мөхәббәт – ул хистәр байрамылыр. Эйе, был көн ошо ике ғашиҡ йән өсөн саф байрамға, серле байрамға әүерелде. Шулай итеп смена аҙағына башҡарылаһы эш тә «бишле»гә тамамланды, ике йәш йөрәк араһында дуҫлыҡ ептәре лә мәңгелеккә төйнәлгән ине. «Ҡайнар нөктә»лә хеҙмәт итеп ҡайтҡан ауыл егете Илгиз менән Өфө балалар йортонда тәрбиәләнгән Айгөл араһындағы был танышыу бик тиҙ дуҫлыҡтан ҡайнар мөхәббәткә әүерелде. Ә һөйөү тойғоһо ике яҡлы ла булһа, ул бит тау-таштар аҡтарырҙай көскә эйә. Ул бит кешене баштан-аяҡ үҙгәртә. Был илаһи тойғоға дусар булған кеше үҙе лә һиҙмәҫтән тирә-яҡҡа эске бер яҡтылыҡ, нур һибә икән. Йөрәгеңдә берәү өсөн, тик берәү өсөн һөйөү уты ҡабынһа ла, ирекһеҙҙән бар кешегә изгелектәр эшләйһе, бар донъяны ҡайнар ҡосаҡҡа алаһы килә башлай. Шул ук ваҡытта был тойғоно аҡыл менән аңлата ла алмайһың, инҡар итеп тә булмай.
Йәштәрҙең хеҙмәттәштәре был хәлде шунда уҡ һиҙҙе. Ҡыҙ менән егет тә үҙ күңелдәрендә тыуған ошо халәтте йәшерерлек хәлдә түгел инеләр. Йәшерерһең, бар... Бөтә йөҙөң май ҡояшылай балҡығанда, бар булмышың сәскә атҡанда нисек инде күңелдәге ул хис-тойғоларҙы тыйып булһын?! Уларҙың мөхәббәте тау-таштарҙы аҡтарып, иреккә урғылған шишмәләй килеп сыҡты ла, тирә-яҡ донъяны йәмләп, кешеләрҙе шатландырып сылтыр-сылтыр аға ла башланы. Һөҙөмтәлә, танышыуҙарына бер нисә ай үтеүгә туй көнө билдәләнде. Тиңһеҙ матурлығы өҫтөнә үткер, сая холоҡло ла булған Айгөл буласак туйға әҙерләнеүҙе тулыһынса үҙ өҫтөнә алды. Шулай итмәй ни? Ул бит ошо туйҙы бала сағынан бирле төштәрендә күрҙе. Эйе, табын да, туй күлдәге лә тап теге төштәгесә матур булырға тейеш тип уйланы ҡыҙ. Әйтерһең дә, ғүмер буйы туйҙар ойоштороп йөрөгән.
– Үҙ туйының нисек булырға тейешлеген, нисек үтәсәген алдан күңел күҙе менән күрәме ни? – тип һоҡландылар уға әхирәттәре. Бәхеттең етенсе ҡатында йөрөгән Илгизгә туйға аҡса юллап табыу эше йөкмәтелде. «Ҡайнар нөктә»лә алған эш хаҡына трест ҡаҙнаһынан бурысҡа алған аҡсаны ла өҫтәгәс, ярайһы ғына сумма йыйылды. Өҫтәүенә, йәштәргә туй үткәреү өсөн төҙөлөш идараһы бер ниндәй түләүһеҙ үҙ ашханаһын бирҙе. Илгиздең ауылда яңғыҙы ғына йәшәгән әсәһе менән Айгөлдөң апайы Айһылыу йәштәрҙең бар булған туғандары ине. Әммә хеҙмәттәштәре, дуҫтары менән арыу ғына түңәрәк табын йыйылды. Тап Айгөл күҙ алдына килтергәнсә шаулап-гөрләп үткән туйҙан һуң йәштәр бергә йәшәй башланы.
Бер-береһенән бер минутҡа ла айырылмаған, яратышып туя алмаған йәштәр, ваҡыт еткәс, үҙҙәренең мөхәббәт емештәрен алып ҡайттылар. Бәләкәстәренә Айгиз тигән матур исем бирҙеләр...

Бәхетле кешеләр сәғәткә ҡарамай. Ваҡыт һаман алға йүгерҙе. Көндәрҙән бер көндө Айгөл улдары Айгизгә балалар баҡсаһынан урын булыу менән эшкә сығыу тураһында һүҙ ҡуҙғатты. Тик элекке урынына – тресҡа түгел, ә үҙәк баҙарға – һатыусы булып. Илгиз башта был хәбәрҙән шаңҡып ҡалды. Нисек инде туйҙар атҡарышҡан туған ойошмаңа хыянат итмәк кәрәк? Быны бригадала нисек ҡабул итерҙәр?
– Мин быға бөтөнләй риза түгел, – тине ул.
Әммә күпме ҡаршы килеп ҡараһа ла, Айгөл уның ай-вайына ҡарамай үҙенекен һөйләне. Бының өсөн, имеш, Айгөлдөң «веский аргумент»ы бар. Имеш, Алька ла шулай тип әйткән...
– Ә-ә-ә-ә, Алькамы ни?! Опять шул Алька! Понятно, улай булһа... Бына кем һүҙен һөйләйһең икән, матурым, – тип Илгиз ҡатынының был аҙымына һаман ҡаршы килеп ҡарай. Тик ҡайҙа ти ул Айгөлгә кәртә ҡороу!
– Донъяның ҡайҙа табан барғанын дөрөҫ аңла, йөрәк майым. Трест таралып бара, аҡса түләй алмай. Нисек йәшәрбеҙ киләсәктә? Аҙыҡ-түлек көндән-көн ҡиммәтләнә. Бала әйберҙәренә яҡын килмәле түгел... Беҙгә бит ауылдан ярҙам итеүсе юҡ. Ҡалала бит беҙ аҡырып асҡа үләсәкбеҙ, – тип теҙҙе ул Илгизгә һүҙ әйтергә лә ирек бирмәйсә.
Бына гел шулай. Айгөл үҙе ныҡлап ышанған, бар күңеле менән инанған берәй әйберҙе яҡларға тотондомо, яҡын киләм тимә... Ҡарсыға кеүек ташлана... Ә үҙе шундай матурланып, сибәрләнеп китә, бөтөн торошо менән тирә-яҡтағыларға ниндәйҙер уҫал, яндырырҙай матурлыҡ бөркә башлай... Бына уның бер шәлкем сәсе туҙып маңлайына төшкән дә бер күҙен әҙ генә ҡаплабыраҡ тора. Килешле тура танау тишектәре бер аҙ ғына киңәйеп киткән. Балаларҙыҡылай бүлтәйеп торған ирендәре тағы ла нығыраҡ тулышҡан... Ә күкрәктәре!... Ә күҙҙәре! Ғәҙәти ваҡытта ла осҡон сәсеп торған күҙҙәр бындай ваҡытта ут сәсә...
Илгиз ошо матурлыҡ ҡаршыһында боеприпастары бөтөп, дошманға әсирлеккә эләккән яугир хәлендә ҡала һәм һуңғы аргумент – хәйләне эшкә егә:
– Яратам мин һине, нисек инде һиңә ҡаршы киләйем, бәғерем, – ти ул һәм ҡарсыға рәүешенә ингән йәш ҡатынын ҡосағына ала. Айгөл дә – ҡатын-ҡыҙ. Һөйөклөһө ҡосағында ул шунда уҡ «ҡарсыға»нан «күгәрсен»гә әйләнә... Иркәләнә, һырпалана, күгәрсендәй гөлдөр-гөлдөр килеп кенә һүҙен дауам итә:
– Һин аңла, йөрәгем, тиҙҙән донъяның аҫты-өҫкә киләсәк... Ә баҙар йәшәйәсәк, уның бөтәһе юҡ... Бөтә ил баҙарға әйләнеп бара... Баҙарҙан бит көндәлек аҡса ҡайтып торасаҡ... Мин үҙебеҙҙең йәшәү тураһында уйлайым, – тип иркәләнеп һөйләнә, һөйгәненең йылы ҡосағында иреп тынысланған Айгөл.
Илгиз ҡул һелтәй, йәнәһе:
– Һуңынан баҙарҙа эш ауыр – тип, илап ҡайтаһы булма... Әммә ҡара уны, Алька кеүектәр менән бик әшнәләшеп йөрөмә, – тип тә киҫәтеп ҡуйҙы ул Айгөлөн.
Яратмай Илгиз шул күрше ҡатыны Алька-Әлфиәне. Ниндәйҙер шымаҡай ҡатын, ихласлыҡ етмәгән күҙҙәрендә нимәлер йәшеренгән кеүек уның. Осрашырға тура килгән һайын, тыштан бер ҡатлы булып йылмайып-көлөп торһа ла, эсе ҡырҡ ҡатлы был ҡатындың, тигән уйға килә Илгиз. Әлбиттә, элекке разведрота яугиры был осраҡта үҙенең интуицияһы – эске тойомлауына таяна. Бөтә ғиллә лә шунда шул, уның һынағаны бар, интуиция күп тапҡырҙар дөрөҫкә сыға... Илгиз былай үҙе лә «туң күсән» түгел. Ул да уйлай. Башҡаларҙы тыңлай белә. Уйлағандарын да, ишеткәндәрен дә фекер бизмәненә һалып ҡарай. Бындай ваҡытта ул Айгөлдөң нәҡ киреһе. Яуаплы аҙым алдынан йәки ниндәйҙер хәл иткес ҡарар ҡабул иткәндә ул һаҡ, бик һаҡ эш итә. Быға элекке яугирҙы армия хеҙмәте ҡан һәм үлем менән өйрәтте. Илгиз һис онотмай – ҡайнар нөктәлә ошо һаҡһыҙлыҡ арҡаһында күпме иптәштәре һәләк булды. Әлбиттә, тауҙарҙа йөрөгәндә атлайһы аҙымды, ҡабул итәһе ҡарарҙы йәшәү менән үлем бизмәненә һалырға тура килә ине. Тик тормошта ла шулай түгелме ни? Бер аҙымың бөтә яҙмышыңды үҙгәртергә, туҡһан градусҡа бороп ебәрергә мөмкин бит. Тыныс тормошта ла бер яңылыш аҙым менән үҙ-үҙен һәләкәткә илтеүселәр әҙ түгел... Бер, бары тик бер генә яңылышлыҡтан күпме фажиғәләр килеп сыға, яҙмыштар селпәрәмә ҡыйрала бит...
Унан илдәге барған хәлдәрҙең дә ҡайҙа табан барғанын аңлап бөтөрөп булмай әле. Трест тураһында ла төрлө хәбәрҙәр йөрөй:
– Трест банкротҡа сыға икән... Генераль директор Ғарифуллин тресты бөтә эшселәре менән ниндәйҙер Мәскәү әҙәмдәренә һатҡан икән...
– Эш урындарының ҡыҫҡарыуы көтөлә, имеш...
– Эш хаҡтарын түләүгә кассала бер тин дә аҡса юҡ икән... – Был һүҙҙәргә ышанмау ҙа мөмкин түгел. Ана бит, уҙған айҙа аҡсаны һуңлатып түләнеләр. Ә ҡала аяуһыҙ, рәхимһеҙ. Ул йомшаҡ күңелле ауыл түгел, күҙ йәштәренә ышанмай. Бөгөн эшһеҙ тороп ҡалһаң йәки ваҡытында эш хаҡы алмаһаң, Айгөл әйтмешләй, аҡырып астан үлергә лә, урамда тороп ҡалырға ла мөмкинһең бит.
Тегеләй ҙә, былай ҙа уйлап ҡаранылар. Ныҡлы бер ҡарарға килә алмаһалар ҙа килештеләр. Айгөл баҙарға эшкә сыҡты. Баштағы мәлдәрҙә һатыу итеүҙең нәмә икәнен дә белмәгән йәш ҡатынды әлеге лә баяғы шул Алька-Әлфиә үҙ ҡанаты аҫтында йөрөттө.
– Айгөлкәйем, бына ҡара... Бер тапҡыр ғына аңлатам, – ти ул үлсәүгесте алдына шыуҙырып. – Үлсәгән әйбереңде үлсәү кәрзиненең был яғына һалһаң, уҡтар бер төрлө күрһәтә, уртаһына һалһаң, икенсе төрлө, ә инде бына был яғына һалһаң, бөтөнләй икенсе һан килеп сыға... Аңланыңмы?... – Алька шаян ғына күҙ ҡыҫып ала ла һүҙен дауам итә: – Иҫеңдә ҡалдыр быларҙы. Һин әле клиентты бер нисә грамға алдап ебәрҙең... Ә иртәнән кискә ҡәҙәр ул, беләһеңме, күпме йыйыла?.. Баҙар һатыусыһы бына ошоноң менән йәшәй... Ә зарплата ул зрәплата ғына, ул һинең иртәнән кискә ҡәҙәр торған бер көнөңдө лә ҡапламай.
Альканы бында бөтә баҙар таный икән. Ул барыһына ла сәләм бирә, барыһы менән дә һөйләшә:
– Иртәгә кил, бабаҡай, иртәгә яҡшы ит була, беҙҙең кеүек мосолманға хәләл булған бер йәшлек кенә тана ите... Бабайҙы яуырынынан шапылдатып һөйөп оҙатҡан Әлфиә целлофан пакетҡа бер нисә помидор һалып ҡаршыһына килгән әбейҙе туҡтата:
– Әстәғий! Ҡарағыҙ әле бынауға... Кемдән алдың был серек помидорҙарҙы? Бар йөҙөнә бәр! Беҙҙә бит һәйбәте бар ине...
Әбей, ысынлап та, шулай эшләргә уйлағандай, ҡырт ҡына килгән яғына кире боролоп китә. Шул арала бер йәшник слива күтәреп барған йәш кенә ҡатынға ҡысҡыра Әлфиә:
– Сәләм, әхирәт! Нисек хәлдәр? Эштәр бешәме, әҙерәк төшәме?
Бар ҡиәфәте менән уҡытыусыға оҡшаған оҙон ябыҡ ҡына бер апай ҙа уның иғтибарынан ситтә ҡалмай:
– Привет, мадам, был арала матурланып киттең әле, берәй принц таптың мәллә?
Ул да булмай, аптырап ауыҙын асып ҡатҡан Айгөлгә һаҡ ҡына төртөп ала:
– Бынауы пеләш башлы ҡыҙыл галстук таҡҡан әҙәмгә йылмайып тор... – Ул бында бөтә нәмәне лә хәл итә... Ҡиәфәтен иҫеңдә ҡалдыр берүк.
Йөҙҙәренә тәмле йылмайыу сығарып баҫҡан ҡатындарға һынамсыл ҡараш ташлап, пеләш баш һауалы ғына үтеп китте. Был баҙарком икән. Унан башҡа, имеш, бында бер нәмә лә ыңғай хәл ителмәй. Дөрөҫ, директор ҙа бар барлыҡҡа. Тик уныһы күпселек ошо баҙарком һүҙенән сыҡмай икән... Ә ниндәйҙер бульдог кеүек шаҡмаҡ битле, сәстәре ҡырып алынған ҡурҡыныс әҙәмдәрҙең хатта директорҙың ишеген тибеп кенә асып инеүҙәрен Әлфиә Айгөлгә һөйләп тороуҙы кәрәк тапманы. Балсыҡ һәм цемент иҙмәһе, төрлө буяуҙар һәм иреткестәр еҫенә күнеккән Айгөл тәүҙә баҙарҙың шау-шыуына ла, еҫенә лә өйрәнә алмай аптыраны. Ә унда ниндәй генә еҫтәр ҡатышмаған: ит һәм ҡан еҫе, еләк-емеш, йәшелсә еҫе, яңы бешкән ҡамыр ризыҡтары һәм балыҡ еҫе – ҡыҫҡаһы, йөҙ төрлө әйбер һатылһа, шулар барыһы бергә ҡушылып, кеше еҫтәре менән болғанып ауыр бер еҫ – баҙар еҫен тыуҙыра ине.
Шау-шыуҙы инде әйткән дә юҡ. Тәүҙә, өйгә ҡайтҡас та, Айгөлдөң ҡолағында шул тауыштар шаулап торҙо. Тик әҙәм балаһы шундай йән эйәһе инде, ниндәй йәштә булыуына ҡарамаҫтан, һәр нәмәгә күнегә. Бигерәк тә кеҫәгә «һул аҡса» инә башлағас, Айгөл баҙарға һөйөнә-һөйөнә барҙы. Ә кистәрен “эт булып” арыһа ла, сумкаһындағы бөгөн төшкән аҡсаһын иҫәпләй-иҫәпләй, шатланып өйөнә ҡайтты.
...Кеҫәлә аҡса булыу тойғоһо кешене бөтөнләй үҙгәртә икән. Үҙеңде йәмғиәттәге бер мөртәт итеп түгел, ә кеше итеп иҫәпләйһең. Һин инде нисектер күкрәк киреберәк, уйнаҡлап атлайһың. Әйләнә-тирәләге тормошҡа ла бөтөнләй башҡа күҙлектән ҡарайһың икән. Магазиндарға инһәң дә ҡаса-боҫа «уценка» ҡарап йөрөмәйһең, ә алырға уйламаһаң да, иң зиннәтле тауарҙарға күҙ ташлайһың, эре генә маһайып атлап йөрөйһөң. Тирә-яҡтағы бай тормош та асыуыңды ҡабартмай. Күңелдә “теләһәм, ул бай тормошҡа мин дә эйә була алам бит, теләгән әйберемне һатып алырға ҡулымдан килә, аҡсам бар” тигән тойғо тыуа. Ул тойғо дөрөҫлөккә тура килмәһә лә, ялған булһа ла, һиңә рәхәт, бик рәхәт булып китә икән. “Аҡса ҙур ҡөҙрәткә эйә. Ул байлыҡ, матур тормош, көс-ҡеүәт, хакимлыҡ”, – тигән уйҙар йүгерә Айгөлдөң башынан. Уның бит быға тиклем, үҫеп буй еткәнсе, аҡса тигән нәмәне тотоп та ҡарағаны булманы. Дәүләт ашатты, дәүләт кейендерҙе... Тик балалар йортонда үҫкән эскерһеҙ күңелле ҡыҙ әле белмәй: аҡса бит ул зарарлы ҡорт кеүек тә. Ул кешенең күңеленә инеп оялай ҙа уны үҙенең ҡоло итә. Кешене туҡтауһыҙ эстән кимереп, уның нәфсеһен аҙҙырғандан-аҙҙыра... Кеше ауырый башлай, үҙен тыя алмайынса аҡса артынан ҡыуа... Уға күберәк, һаман да күберәк кәрәк...

* * *
Башта Айгөл бик арыны. Ҡолаҡтар гөжләй, ә танауҙа һаман баҙар еҫе. Күҙҙе йомһаң, алдыңда йөҙләгән кеше ҡайнаша. Аяҡтарҙы инде әйткән дә юҡ. Иртә таңдан кискә хәтлем баҫып тороуҙан балтырҙарҙы көҙән йыйыра, үксә-табандар һыҙлай. Ярай әле Илгизе бар. Ул эштән иртәрәк ҡайта, баланы баҡсанан ала, ҡулынан килгәнсә киске ашты ла әҙерләй. Хатта Айгөлдөң балтырҙарына массажға тиклем яһай. Айгөлгә рәхәт, бик тә рәхәт булып китә. Ул тағы аҡса тураһында һүҙ башлай.
– Бына беҙ ҙә бер заман байырбыҙ... Беҙҙең дә бөтә нәмәбеҙ булыр, – ти ул, үҙенсә йән рәхәтлеге кисереп. Ә Илгиз, киреһенсә, аҡса тураһындағы һүҙҙәрҙе һис тә оҡшатмай:
– Байлыҡ – бер айлыҡ, тигәндәр боронғолар. Бына беҙҙең хазинабыҙ, бына был, исмаһам, байлыҡ, – ти ул, Айгизде өҫкә сөйөп. Тегеһе шарҡылдап көлөп атаһының ҡулдарына йәбешә.
– Ипләп! Баланы төшөрөп имгәтә күрмә, – тип Айгөл дә иренең ҡулына килеп аҫылына. Улар өсөһө ҡосаҡлашып кире диванға ауалар...
Башыңа төшһә, башмаҡсы булырһың, тигәндәй, Айгөл һатыу эшенә яҡшы ғына оҫтарып алды. Хәҙер инде уның да үҙ клиенттары барлыҡҡа килде. Ә был баҙар һатыусыһы өсөн бик мөһим нәмә. Һинең клиент ул һинеке. Тауарҙы гел һинән генә ала. Ул һинән һатып алған тауарҙы баҙарҙың билдәле урынында торған контроль үлсәүестә лә тикшермәй. Ул һиңә тулыһынса ышана, ә һин уларҙы ипләп кенә, бер нисә грамға ғына булһа ла алдап ебәрәһең... Башта уңайһыҙ булһа ла, Альканан өйрәнгәнсә: “Нишләйһең, шунһыҙ булмай... Миңә лә бит йәшәргә кәрәк... Минең дә бит ғаиләм бар”, – тип, күңеленән үҙен тынысландырырлыҡ һүҙҙәр әйтеп ҡуя ул. Йә булмаһа: “Кеше хеҙмәтләндерәм, кеше күңелен күрәм тип көнө буйы баҫып тороп аяҡтарымдың йәне лә ҡалмай... Улар үҙҙәре бер ҙә былай баҫып тороп түҙмәҫ ине”, – тип үҙен үҙе «ҡыҙғанып» ала ине. Тик шулай ҙа бер әбей саҡ-саҡ ҡына уның башына етмәй ҡалды. Айгөл нафталин еҫе килеп торған, бөтә килеш-килбәте үткән быуаттан булған был ҡарсыҡты башта уҡ өнәмәне. Шикләнде шикләнеүен, әммә нәфсе үҙенекен итте... Ә Айгөлдән әйбер алыу менән контроль үлсәгескә йүгергән әбей эште баҙаркомға еткерҙе. Клиентҡа “обвес” яһаған һатыусыға “пеләш баш”тан бик ныҡ “эләкте”.
– Бындай ҡырын эштән һуң баҙарға ғына түгел, бөтә сауҙа системаһына яҡын килмәҫкә тейешһең... Ярай әле йәшһең, эште ҙурға ебәрмәйбеҙ... Пока үҙ урыныңа ҡайт... Тик ҡара уны, миңә бурыслы булыуыңды онотма, – тип сығарҙы уны кабинетында оҙаҡ ҡына ”эшкәрткән” баҙарком. Башта ҡурҡыуҙан ҡото осҡан, һуңынан “еңел генә ҡотолдом, буғай” тип, шатланған Айгөл, әлбиттә, баҙаркомдың был махсус алымын белмәй ине. “Пеләш баш” Алька кеүек ”баҙар бүреләре” ярҙамында йәш матур ҡатын-ҡыҙҙарҙы баҙар эшенә йәлеп иттерә. Һуңынан уларҙы теге ҡарсыҡ кеүек “подставной” клиент ярҙамында тоҙаҡҡа эләктерәләр... Ә тоҙаҡҡа эләккән кеше – ул баҙарком ҡаршыһында бер меҫкен булып ҡала. Уны нисек борғолаһаң да ярай... Төшөмлө эш урынын юғалтырға теләмәгән ул бисара билдәле командаларға буйһона торған роботҡа әйләнә. “Пеләш баш” менән Альканың тикшерелгән алымдары был юлы ла уңышлы үтте. Айгөл ныҡлы тоҙаҡҡа эләккән ине... Баҙаркомдың ошо алым менән күпме ҡыҙҙың “башын ашағанын” Алька яҡшы белә, һәм был меҫкен ҡыҙҙарҙы ҡыҙғанмай ҙа. Нишләйһең, баҙарҙың закондары ҡаты. Урыҫ әйтмешләй: “Провинился – плати”. Аҡса эшләп матур йәшәргә теләйһең икән, үҙеңә лә бер аҙ түләргә тура килә шул был тормошта. Алька быны бит үҙ башынан кисерҙе. Уға ”бурысын түләү” шарты буйынса башта баҙар башлығының күңелен “күрергә” тура килһә, һуңыраҡ, уның бойороғо буйынса башҡа әҙәмдәр аҫтына ла ятырға тура килгеләне. Тик, нишләһен, түҙҙе Алька. Ирһеҙ генә бала үҫтергән яңғыҙ ҡатын ҡайҙа барһын? Ә һуңынан сираттағы ҡорбанды тоҙаҡҡа эләктергән һайын уға нисектер еңел, рәхәт булып китә ине. “Мин генә түгел, ана башҡалар ҙа...” Уның ҡарауы бөгөн ул балда, майҙа йөҙгәндәй йәшәй.
Теге мәңге туймаҫ “пеләш баш”ҡа ваҡытында “живой товар” тапһа, шул еткән. Өҫтәүенә, Алька уның тиҙҙән кейәүгә сығасаҡ иркә ҡыҙына туй күлдәге лә табып бирҙе бит әле. Ә тегеһе күлдәкте күргәс, эй һөйөндө инде. «Папочкам, һин донъяла иң изге күңелле, иң яҡшы папик», – тип үбә-үбә ҡосаҡлаған, шатлығынан үрле-ҡырлы һикергән, имеш...
“Ҡырын эше” баҙаркомға барып еткән Айгөл трестағы яратҡан эшен ташлап баҙарға күсеүенә үкенеп тә ҡуйғыланы. ...Бер-береһе өсөн өҙөлөп торған Илгиз менән Айгөл араһынан һуңғы араларҙа, гүйә, ҡара бесәй үтте. Тик торғандан үпкәләшер булып киттеләр. Әле ҡасан ғына татыулыҡ утрауының үҙе кеүек тойолған бүлмәләренә һаман элеккесә йүгерә-йүгерә ҡайталар. Күңелдәрендә бер-береһенә ашҡынып һөйләрҙәй яңылыҡтары ла күп. Тик, турһайышып, бер-береһенең күләгәһе кеүек өндәшмәй генә йөрөйҙәр. Ауыҙға һыу уртлағандай ләм-мим йөрөү бик ҡыйын икән дә. Хәбәр уртаҡлашырҙай, хәл-әхүәл белешерҙәй яҡын кешеһе булмай яңғыҙ ғүмер кисергәндәргә Алла үҙе ярҙам бирһен. Бындай болотло кистәрҙә уларҙы бары бер генә кеше татыулаштырыу көсөнә эйә. Ул да булһа – улдары Айгиз. Әйтерһең, өлкәндәрҙең ябай булмаған хәлен һиҙенгәндәй, бәләкәс ”парламентер” уларҙы ҡулдарынан етәкләп диванға ултырта. Үҙе шунда уҡ атаһы менән әсәһенең араларына инеп сума ла, икеһенең дә ҡулдарынан тотҡан хәлдә һөйләнеүен белә:
– Әттә – миннә, әннә – миннә... Миннә, миннә һеҙҙе кәллә геннә, – ти. Был сабыйҙың үҙенсә: “Атай ҙа минеке, әсәй ҙә минеке, ә мин – һеҙҙеке генә”, – тигән һүҙе ине. Ни хикмәт, ошо тылсымлы һүҙҙәр, ҡыҙ менән егетте йәрәштергән мулла вәғәзеләй, ир менән ҡатын араһына йылы тулҡын йүгертә. Улар үҙҙәренең уртаҡ мөхәббәт емештәре булған улдары менән һөйләшкән булып, әкрен генә үҙ-ара аралаша башлайҙар. Аҡһаҡ күп йөрөр, һуҡыр күп күрер, тигәндәй, теле асылып етмәһә лә, Айгиз үҙенсә бытылдай ҙа бытылдай. Әлбиттә, бала әле үҙ аҡылы менән аңлап еткермәһә лә, нәҡ бына ошо бытылдауы менән ул өлкәндәр күңелендәге бөтә булған юшҡынды йыуып төшөрә. Тылсымлы таяғы менән бер һелтәнеүҙә таратҡандай, ғаилә күгендәге болоттарҙы юҡҡа сығарған бер фәрештәгә әйләнә ине.
Бала күңеле – таҙа көҙгө. Был көҙгөлә өлкәндәрҙең һәр әйткән һүҙе, ҡыланышы, һәр йөҙ-ҡиәфәте сағыла икән. Бала эргәһендә бер-береңә булған үпкәләр теләһәң-теләмәһәң дә онотола. Көндәлек ығы-зығы артҡы планға күсә, проблемалар тоноҡланып ҡала. Бына атай менән әсәй бәләкәстәренең ике яҡ битенән супылдатып үбеп алғас, өйҙә тулыһынса ғаилә идиллияһы урынлаша. Болотло, томра көндәге күк йөҙөндә ҡапыл ғына ҡояш сығып киткәндәй була. Ғаиләлә тыуған ошо татыулыҡ шунда уҡ бала күңелендә сағылыш таба. Ул инде, ғәҙәттәгесә, һикерә, тәкмәс ата, атаһының елкәһенә атланып «ат-ат» уйнай башлай ине. Ә әсәһе тәмле итеп сәй әҙерләй, баҙарҙан «артып» ҡайтҡан тәм-томдарын өҫтәлгә теҙә...
Ир менән ҡатын араһындағы был үпкәләшеүҙәр башта еңелсә булһа ла, уның тамыры, әрһеҙ сүп үләнеләй, һаман тәрәнерәк төштө. Сәбәбе – әлеге лә баяғы Айгөлдөң күрше ҡатыны Алька-Әлфиә менән тығыҙ аралашыуына ҡайтып ҡалған низағта уларҙың береһе лә юл бирергә теләмәне. Шулай ҙа Илгиз бар сабырлығын тупларға тырыша. Ирҙең:
– Яратмайым мин уны, аралашма уның менән, үтенәм һиңә, – тиеүенә ҡаршы, Айгөл:
– Ул һинең яратыуыңа мохтаж түгел, бәғерем, һиңә мине яратһаң еткән. Тик мин баҙарҙа унһыҙ – ике ҡулһыҙ бит, – тип яуаплай.
Ҡатындың ҡайһы ваҡытта:
– Мин баҙарҙан арып ҡайтам, һинән күберәк аҡса эшләйем... Баланы ҡараһаң ни була? Киске ашты әҙерлә, – тип дорфараҡ һөйләшеүе Илгиздең ирлек сәменә тейеп, күңелен китеп ҡуя. Шундай ваҡыттарҙа ҡатынына хәтере ҡалһа ла, Айгөлөнөң тиҙ арала аҡса ҡолона әйләнеп китеүендә Илгиз үҙен дә ғәйепле һанай. “Теге ваҡыт ҡатыраҡ торған булһам, ул бит баҙар һатыусыһына әйләнмәй ине”, – тигән күңелһеҙ уйҙарға бирелеп ала...
Бер көн уларға Айгиз кеүек кенә бәләкәс ҡыҙы Гүзәлде күтәреп Айгөлдөң апайы Айһылыу ҡунаҡҡа килеп төштө. Бер-береһен ныҡ һағынышҡан туғандар ҡосаҡлашып күреште. Китте хәл-әхүәл белешеү. Һөйләшеп һүҙҙәре бөтмәне һәм ул матур сәй табыны артында дауам итте. Ике туған – Айгиз менән Гүзәл дә бер-береһенә бик тиҙ эйәләштеләр бөтә өйҙө бер итеп сыр-сыу килеп уйнай башланылар. Ә өлкәндәрҙең әңгәмәһе, әлбиттә, эш һәм йәшәйеш, аҡса табыу кеүек темаларҙы ситләп үтмәй ине. Тик был һуңғы ваҡытта Илгиз белән Айгөл араһындағы сетерекле мәсьәлә булғанлыҡтан, Илгиз шунда уҡ тынып ҡалды. Ошо минутта был теманы ҡуҙғатмаҫ өсөн ул әллә нимәләр ҙә бирергә әҙер ине. Тик Айгөл генә һәр ваҡыттағыса аҡса темаһын урап үтәлмәй шул... Бәлки, апайы алдында маҡтанып алыу теләге лә булғандыр... Тик нисек кенә булмаһын, был һүҙ сыҡты һәм ул тиҙ арала ҡырҡыу төҫ алды. Йәштәрҙең татыу тормошона һәр саҡ һоҡланып ҡараған Айһылыу улар араһынан ҡара бесәй үткәнен һиҙмәй ҡалманы, әлбиттә. Тик ул быға нисек тә иғтибар итмәҫкә тырышты. Башта ҡунаҡ алдында әҙәп һаҡларға тырышып саҡ ҡына әйткеләшкән йәштәр бер заман ҡыҙып киттеләр. Илгиздең:
– Һуңғы ваҡытта эштән бик һуңлап ҡайта башланың, – тиеүенә, Айгөл ярһып:
– Мин аҡса эшләйем! – тип ҡысҡырҙы.
– Айгиз менән миңә һинең аҡсаң түгел, ә үҙең кәрәк бит, – тип ҡатынын тынысландырырға тырышты Илгиз. Тик Айгөл, әйтерһең, өйҙә ҡунаҡ барын да онотто.
– Минһеҙ бит һеҙ асҡа үләһегеҙ, аңлайһыңмы шуны? – тип бар бүлмәне яңғыратып ҡысҡырып ебәрҙе ул. Был тауыштан балалар ҙа ҡурҡышып тынып ҡалдылар. Айһылыу ҙа, ниндәйҙер ҡурҡыныс йөкмәткеле спектакль ҡарағандай, был күренештән ҡото осоп, телһеҙ-өнһөҙ ҡалды. Юҡ, ул һеңлеһенең үҙһүҙлелеген белә ине. Айгөл һынһа-һыныр, әммә бөгөлмәҫ. Ул балалар йортонда уҡ шундайыраҡ холоҡло булды шул. Әммә Айгөлдөң был сифаты шул дәрәжәгә етер тип һис башына ла килтермәй ине ул.
Тик был «спектаклдең» дауамы тағы ла ҡурҡынысыраҡ булып сыҡты, һаман да сабырлыҡ һаҡларға тырышҡан Илгиздең:
– Элек бер ҙә асҡа үлмәнек бит, аҡыллым, бер тигән йәшәнек, – тигән һүҙҙәренә ҡаршы Айгөл, баҙарҙа һатыу иткәндә биленә тағып йөрөй торған ҡайышлы аҡса янсығын асып, бүлмә иҙәненә эреле-ваҡлы ҡағыҙ аҡсаларҙы сәсеп ебәрҙе.
– Ә-ә-ә-ә, ул һинеңсә йәшәү инеме ни? Бына ҡара! Был ҡағыҙҙарҙы һинең үлеп барған тресыңда көн дә бирәләрме? – тип ярһып ҡысҡырҙы ул иренә. Әсәһенең тауышынан илап ебәргән Айгизгә Айһылыуҙың ҡыҙы Гүзәл дә ҡушылды. Ярһыған һеңлеһенә өндәшергә йөрәге етмәйенсә, ике баланы ла ҡосағына алып йыуатырға аҙапланған Айһылыу шулай ҙа Айгөлгә сәйерһенеп ҡарап алды. Уның:
– Һин бит яңылышаһың, Айгөл, бик ныҡ яңылышаһың, – тип эске бер хәүеф менән әйтелгән һүҙҙәре янып күмергә әйләнеп барған усаҡҡа ҡоро утын өҫтәүгә тиң булды.
– Һеҙ нимә?! Миңә аҡыл өйрәтергә икәүләп һүҙ ҡуйыштығыҙмы? Һин... Һин, апай, үҙ тормошоңдо яйға һал әле... Осон осҡа ялғап, саҡ йәшәйһең бит... Тулы ғаилә ҡор башта... Унан миңә аҡыл өйрәтерһең, йәме, – тип, тағы ла ярһып китте Айгөл. Ишекте шапылдатып ябып аш-һыу бүлмәһенә сыҡты ла, үкһеп илап ебәрҙе ул.
– Бына шулай, – тип, Илгиз һаман да ике баланы ҡосаҡлап, өнһөҙ ултырған Айһылыуға ғәйепле ҡараш ташланы. – Әллә баҙар бисәләре берәй боҙом индергәндәр уға, аңламаҫһың?
Апаһы Айһылыу – Айгөлдөң киреһе. Айгөл үҙ һүҙен һүҙ итеүҙә саҡматаштай ҡаты булһа, Айһылыуҙың холҡо үтә лә йомшаҡ. Бына ошо йыуашлығы, инә арыҫландай үҙ яҙмышы өсөн көрәшә алмауы уны, бәлки, яңылыш аҙымға дусар иткәндер ҙә... Бәлки, шуға күрә ул бөгөнгө көндә яңғыҙ әсә булып, бер үҙе бала үҫтерәлер ҙә... Тик нисек кенә булмаһын, ошо кистә апаһының ҡан һарҡып торған яраларына ҡағылды Айгөл. Иң ауыртҡан еренә тейҙе. Яңы ғына шатлыҡтан гөрләп торған өйҙөң ҡапыл бөтә йәме китте. Ул бик көслө дауыл үткәндән һуң пыран-заран килеп, һынып-ҡыйралып ҡалған баҡсаға оҡшаған ине...
...Был мәлдә яңғыҙы таң аттырып ултырған ҡатын, үткән хәлдәрҙе кинолағы кеүек бер-бер артлы күҙ алдынан кисереп, тағы ла ҡалтыранып-тетрәнеп алды. “Нимә булды миңә?” – тип йөрәк тирәһен ыуғыланы.
Башҡа ваҡытта тамсылап ҡына ҡабул итештерә торған дарыуҙы стакандағы һыуға шешәһенән ағыҙып ҡына эсеп ебәрҙе. Күңелһеҙ уйҙарҙан арынырға теләгәндәй, сикәләрен ҡыҫты, башын сайҡаны.
Тик уйҙар, ошо үткәндәрҙә ҡалған йәмһеҙ ҡылығы өсөн унан үс алырға теләгәндәй, һаман-һаман бисара башҡа тула торҙолар... Ә бит апайына теге ваҡыт уның һүҙҙәрен ишетеү бик ауыр булғандыр... Әле һаман булһа үҙ тормошон ҡора алмаған Айһылыу, бәлки, берҙән-бер туғаны булған һеңлеһенән ниндәйҙер йылы һүҙ ишетеү теләге менән килгәндер... Ә уларға, бала ғына саҡтан ата-әсә наҙынан мәхрүм булып, үкһеҙ етем үҫкән ҡыҙҙарға, йәнгә яҡын йылы һүҙ бик ныҡ кәрәк ине бит... Шундай кәрәк ине бит... Юҡ... Булмай былай... Ял көндө бөтәһен дә ҡунаҡҡа йыйып алырға кәрәк булыр. Бәләкәй генә табын ҡорорҙар. Айгөлдөң тыуған көнө лә бит... Апайы, уның берҙән-бер апайы, әлбиттә, үҙе лә онотмағандыр... Айгөл Айһылыу апайынан ғәфү ҙә үтенер... Эйе, эйе... Теге ваҡытта ҡаты бәрелгәне өсөн кисереүен һорар. Улар бит бер туған – ике бөртөк. Бер сәскәнең ике тажы. Бер-береңә улай ҡаты бәрелеү ярамай бит...
“Туй күлдәге... – Ҡатын бар фекер-уйҙарын бер йоҙроҡҡа тупларға теләгәндәй тағы башын тотто. – Туй күлдәге... Ә-ә-ә-ә, ул бит туй күлдәген һатып ебәрҙе... Юҡ, юҡ...”
Туй күлдәген һатыу ҙур яңылышлыҡ булды... Ынйы-мәрйендәр менән сигелгән туй күлдәген, ап-аҡ йәшлек сафлығы булған күлдәген дә кире ҡайтарып алһа, нисек шәп булыр ине... Һуңғы көндәрҙә эҙәрлекләгән күңелһеҙлектәр, үкенеү тойғолары ла юйып алғандай юҡҡа сығыр әле... Бәлки, киләсәктә тресҡа ла кире ҡайтыр... Ул бит алдынғы штукатур-буяусы ине, уны һис шикһеҙ кире алырҙар... Илгизе менән тағы элекке кеүек бергә эшләрҙәр... Чурт с ним баҙары, аҡсаһы-ние менән... – Ошо уйҙарҙан һуң Айгөлгә еңел булып китте. Дөм ҡараңғы күңел сөңгөлөнөң иң-иң төбөндә саҡ-саҡ ҡына бер яҡтылыҡ һирпелеп алғандай булды. Ошо яҡтылыҡ сатҡыһы уға ауыр уйҙарҙан ҡотолоп, урынынан торорға көс биргәндер. Ул, ғәҙәттәгесә, йүгереп йөрөп иртәнге аш әҙерләй башланы. Илгиздең бөгөн ялы бит. Айгиз дә баҡсаға барып тормаҫ...
Йоҡолары туйып торғас, үҙҙәре иртәнге ашты микротулкынлы мейестә йылытып ашарҙар әле. Айгөл иҙрәп йоҡлап ятҡан ире менән улын уятмай ғына эшенә китергә йыйынды. Шулай ҙа, сығып киткәнсе, бүлмә ишеген асып, иренә лә, сабыйына ла оҙаҡ ҡына ҡарап торҙо...
...Төндә йоҡлай алмаған Айгөл үҙен бик насар хис итте. Уның йонсоу ҡиәфәтен ”иртән клиент ҡаршыһына сыҡҡансы” тип, йөҙөнә ентекләп һалған макияжы ла йәшерә алманы. Баҙар һатыусыһының күҙе үткер. Айгөлдө шунда уҡ күрҙеләр. Китте һорашыу, әҙәп өсөн генә хәл- әхүәл белешеү, бер файҙаһыҙ кәңәш биреүҙәр. Әхирәттәренең теңкәгә тейгес һорауҙарынан ҡотолоуға, уның эргәһенә Алька-Әлфиә килеп етте.
– Сәләм, Айгөлкәйем! Баҙарком һиңә бөгөн төштән һуң “спецобслуживание”ға барырға тип әйтте. «Бурыс»ыңды онотмағанһыңдыр бит? Так что... Әҙерләнеп тор.
Иртәнге саманан тыш күп миҡдарҙа эселгән йөрәк дарыуынан һуң һүлпәнәйеп ҡалған Айгөл нимәлер әйтергә уҡталған ине, Алька уға бер һүҙ әйтергә лә ирек бирмәне:
– Юҡ, юҡ, юҡ һәм тағы бер тапҡыр юҡ. Ишетергә дә теләмәйем. Барыһын да һуңынан аңлашырбыҙ... Һине машина килеп аласаҡ... Бына, аҡыллым, һиңә бөгөнгө көнөң өсөн эш хаҡы. – Әйтерһең, ай күрҙе, ҡояш алды. Алька-Әлфиә аптырап баҫып торған Айгөлдөң ҡулына бер ус аҡса һалып, шул арала юҡҡа ла сыҡты. “И-и-и-и, бигерәк тә һәйбәт инде ошо Алька, минең турала ҡайғырта... Аҡса... Ҡара һин уны, үҙе күп кенә”, – тигән уйҙар менән аҡсаны сумкаһына йәшерҙе Айгөл. Һуңғы ваҡыттағы уйҙар шауҡымынан уның башы шаулай. Ә бөтә тәне ниндәйҙер йоҡоға китеү хәләтендәгеләй тарҡау, хәлһеҙ ине. Етмәһә, клиенттар ҙа бермә-бер артып китте. Үҙе һата, үҙе уйлай: ”Нимә булды һуң әле был?... Спецобслуживание тиме?... Ниндәй спецобслуживание?.. Ә-ә-ә-ә, моғайын, күсмә лоток менән ситкә сығып сауҙа итергә кәрәктер ул. Урам сатында асыҡ һауала тауар һатыуҙы һатыусылар яратып бөтмәй шул... Шуға күрә ундайға күпселек осраҡта етәкселәр ҡаршыһында ниндәй ҙә булһа ғәйептәре булғандарҙы ебәрәләр... Ярай, барырмын... Былай хаҡын да алдан биреп ҡуйғас”, – тип, һаман уйлана Айгөл. Бына тағы бер ҡыҙыҡ – нишләптер ул бөгөн бер клиентты ла алдаманы. Нисектер, киреһенсә, һәр һатып алыусыға күберәк изгелектәр эшләргә ашҡынды...
...Билдәләнгән сәғәткә уны тәҙрәләренә тонировка эшләнгән затлы ҡара машина килеп алды. Иртән күпләп ҡабул иткән корвалол тәьҫиренән һаман рәхәт кенә ойоп ул үҙенең ҡайҙа килгәнен дә һиҙмәй ҡалды. Яңы ғына донъяға тыуған һарыҡ бәрәселәй күҙҙәре менән мөлдөрәп таныш булмаған өйҙәргә ҡаранған ҡатын үҙен ҡайҙа алып килеүҙәрен төпсөнөргә уйланы. Уның һорауына машина руле артында килгән таҡыр башлы әзмәүерҙәй егет йәмһеҙ итеп тештәрен ыржайтып йылмайыу ишараты сығарҙы ла:
– Что, первый раз что ли? Там сама узнаешь, – тип, дорфа ғына төртөп ҡыҙыл кирбестән һалынған бинаның артҡы ишегенән эскә алып инеп китте...
Ҡала баҙары хужаларының йәшерен ял итеү комплексы урынлашҡан был бинала бик күп баҙар ҡыҙҙары үҙ “бурысын” үтәне. Әммә үҙ сафлығы өсөн бөтә донъяны тетрәндерерлек итеп илай-илай һуғышҡан, үҙенә теймәүҙәрен әрней-әрней үтенгән бындай ҡатынды был стеналар беренсе тапҡыр күрҙе. Тик стеналар өнһөҙ ине. Улар телһеҙ шаһиттар, көсләүселәрҙең аяуһыҙ тырнағына эләккән йәш ҡатындың илау-һыҡтауҙарына бер нисек яуап бирмәнеләр.
Ғүмер буйы йылыға, наҙға һыуһап ҡырыҫ балалар йортонда үҫкән самими күңелле Айгөлдөң был миҙгелдә кисергән мең-мең ғазаптары, әрнеп илауҙары яуапһыҙ ҡалды. Бары тик берҙән-беренә, һөйгән йәренә генә тәғәйенләнгән саф тәненә шаҡшы ҡулдарын һуҙырға теләүселәргә бөтә булмышы менән ҡаршы килгән ҡатынға ниндәйҙер укол ҡаҙанылар. Хәҙер инде, үҙ аңында булһа ла, уның бөтә кәүҙәһенең ҡыл ҡыбырлатырлыҡ та хәле ҡалманы.
Өҫтөндә ятҡан баҙаркомдың һимеҙ муйынынан, ҡып-ҡыҙыл итләс биттәренән йөҙөнә тамған шаҡшы тир тамсылары, араҡы еҫе бөркөлгән ауыҙынан аҡҡан һеләгәйе Айгөлдө тамам тонсоҡторҙо. Үҙен яҡлап бер нәмә лә эшләй алмауҙан уның аңы юғалып-юғалып алды. “Пеләш баш”тан һуң башҡалар ҡулынан да ”үткән” бисара ҡатын һуңғы сиктә нервылары ҡаҡшауҙан, йөрәк көсөргәнешенән аңын юйҙы. Ә боҙоҡ күңелле ял итеүселәр үҙҙәренсә “рәхәтләнеп” ята тип уйлаған иҫһеҙ ҡатын өҫтөнә бер нисә биҙрә һалҡын һыу ҡойғандан һуң, үҙ-ара көлөшә-көлөшә саунаға инеп юғалдылар. Һалҡын һыуҙан бер аҙға иҫенә килгән Айгөл, үҙен-үҙе белештермәй түшәм буйлап һуҙылған йылылыҡ торбаһына ниндәйҙер тәбиғи булмаған ҡауҙырлыҡ менән күлдәк билбауын бәйләй башланы...
Бөтә яҡындарын, таныш-белештәрен аптырашта ҡалдырып “бер сәбәпһеҙгә эш урынында” үҙ-үҙенә ҡул һалған Айгөлдө үҙенең егерме йәше тулған көндө ерләнеләр. Йәп-йәш ҡатындың серле үлеме яҡын-тирәлә төрлө фараз-уйҙырмалар, имеш-мимештәр тыуҙырҙы.
Кемдер:
– Балалар йортонда үҫкән был ҡатын, имеш, баш өйәнәге менән ауырыған икән, шул сиренә түҙә алмай аҫылынған, – тине. Ҡайһы берәүһе:
– Ул һатыусыны ревизорҙар тикшергән, күп кенә тауарының тулмауын асыҡлағандар, шуға ғәрләнгән, – тип һүҙ ҡуйыртты.
Тормош үҙ ағышы менән дауам итә. Миллионлаған кеше йәшәгән ҡалала барыһы ла булырға мөмкин. Кемдер тыуа, кемдер үлә, берәүҙәр шатлана, икенселәр ҡайғыра, кемдер илай, кемдер көлә.
Айгөлдө мәңгелеккә ер-әсә ҡуйынына биргән көндө бер өйҙә шау-гөр килеп туй бара ине. Ашайҙар-эсәләр, йырлайҙар-бейейҙәр. Ҡыҫҡаһы, шатлыҡ-ҡыуаныстың иге-сиге юҡ. Кейәүгә сыҡҡан ҡыҙҙың туй күлдәге шундай килешле, шундай матур, ап-аҡ. Ынйы-мәрйендәр менән сигелгән... Уның иңбаштары, итәктәре һауа өрөп тултырғандай ҡабартып-ҡабартып эшләнгән... Ә бил өлөшө, киреһенсә, нәҙек тал сыбығылай зифа билде еңелсә ҡосаҡлап, һылашып тора... Туй табынының иң-иң түрендә бәхетле ҡыҙҙың атаһы ултыра. Пеләш башына уҡалы түбәтәй кейгән был кеше – ҡаланың абруйлы бер әҙәме. Шулай булмай ни, ул бит үҙәк баҙарҙа баҙарком булып эшләй. Ошо изге ата ролендәге кеше ҡыҙына бик күп матур теләктәр әйтте. Уға өҫтөндәге ынйы-мәрйенле аҡ күлдәгеләй аҡ бәхеттәрҙең ғүмер буйы юлдаш булыуын теләне. Ҡыҙ баланы шулай хөрмәтләгәне өсөн уға табында ултырған бөтә ҡунаҡтар шаулатып ҡул сапты...

***
...Бына ҡала зыяраты. Ул, фани донъяла бөтә нәмә туҡтауһыҙ үҙгәреп, яңырып торған шикелле, йылдан-йыл үҙгәрә. Эйе, ҡалалар ҙурайған һайын уларҙың зыяраттары ла үҫә бара. Үткән ваҡыт менән бергә, ҡасандыр янып һүнгән йондоҙ кеүек, ҡыҫҡа ғына ғүмерле булған Айгөлдөң ҡәбере лә инде әллә ҡайҙа, эстә үк тороп ҡалды. Уны табыр өсөн бик күп ҡәберҙәр аша борғалана-борғалана барған таш һуҡмаҡтан атларға кәрәк. Ҡәберҙәр ҙә кешеләр кеүек. Уларҙың да ҡәҙерле булғандары бар, ҡәҙерһеҙҙәре лә юҡ түгел. Айгөлдөң фанилыҡта тыныслыҡ таба алмайынса, мәңгелек донъяларға киткән йәне инде был йәһәттән тыныстыр. Сөнки уны йыш иҫкә алалар, уның ҡәберенә киләләр, тәрбиәләйҙәр, сәскәләр һалалар. Бына тағы зыяратҡа килгән маршрут автобусынан өс бала эйәрткән ир менән ҡатын төштө. Бер ҡосаҡ розалар тотҡан был пар Илгиз менән Айһылыу ине. Айгөлдөң аяныслы үлеменә күпмелер ваҡыт үткәс, улар бергә йәшәй башланы. Был нисектер үҙенән-үҙе шулай килеп сыҡты. Көндәрҙән бер көндө әсәһен юҡһынған Айгиз Айһылыуға “әсәй” тип өндәште. Ҡатын көтөлмәгән был хәлдән ни эшләргә лә белмәй аптырап ҡалды һәм ҡалтыранған ҡулдары менән баланы ҡосағына ҡыҫты. Айһылыуҙың күҙҙәренән тыйылғыһыҙ булып йәштәр тәгәрәне. Был тетрәндергес хәлдән өнһөҙ ҡалған Илгиз нимәлер әйтергә уҡталған ҡатынға: “Берүк өндәшмә”, – тигәндәй баш ҡаҡты. Ул ниндәйҙер бер ашҡыныу менән малайҙы ҡосаҡлап ултырған ҡатынды ла, уларға килеп һыйынған кескәй Гүзәлде лә ҡосаҡлап алды. Тик ҡосаҡтағы балалар ғына өлкәндәрҙең ни өсөн икәүләшеп илап ултырғандарына аптырашып ҡалдылар. Был күҙ йәштәре бөтәһен дә һүҙһеҙ хәл итте. Тиҙҙән Айһылыуҙың ҡыҙы Гүзәл дә Айгизгә эйәреп Илгизде “атай” тип йөрөй башланы... Шулай итеп, балалар ирекһеҙҙән, үҙҙәре лә аңламайынса, Илгиз менән Айһылыуҙың араларын яҡынайтты. Ә, бәлки, уларҙы уртаҡ ҡайғы яҡынайтҡандыр? Ә, бәлки, был ер йөҙөндә яралған тағы да бер саф мөхәббәттер?
...Айгиз менән Гүзәл дә инде бер туғандар кеүек. Улар ҡустылары – өс яшлек Айбулатты ла бик яраталар. Илгиз менән Айһылыу, Айгөлдө мәңгелеккә тартып алған рәхимһеҙ ҡала тормошон ташлап, ауылға ҡайтып төпләнделәр. Өс балалы татыу ғаилә ҙур матур өй төҙөп инде. Илгиздең әсәһе лә ҡартайҙы. Ул хәҙер ҡәҙерле өләсәй булып ейәндәрен һөйөп түрҙә генә ултыра. Тик килененә генә ул бер ҡараһаң, Айгөл ҡыҙым, икенсе ҡараһаң, Айһылыу балам, тип өндәшә. Әммә, нисек кенә булмаһын, ул балаларының тормошонан бик ҡәнәғәт булып, уларҙың бәхеттәренә һөйөнөп, тыныс ҡартлыҡ кисерә.

Фото: https://ru.freepik.com/free-photo/wedding-bouquet-bride-s-hands_3983257.htm#fromView=search&page=2&position=21&uuid=cef0d9e9-de82-4f97-8d68-32d1731db65c

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас: