Малын көтөүгә ҡыуғанда клубтың асыҡ ишеген абайлап ҡалған клуб мөдире Рәмил ингәс тә ултырғыста һуҙылып йоҡлап ятҡан егетте күреп ҡалды. Шунан ғына икенсе мөйөштә ултырған еренән һикереп баҫҡан иҙән йыуыусы Йәниәне шәйләне. Уңып бөткән яулыҡ ябынған, туҙған күк халат кейгән бәләкәс кенә ҡатын, ҡулына швабраһын тотоп, текләне. Күҙҙәрен селт-селт йомоп, бер нәмә лә өндәшмәй, мөдир ни бойоророн көтөп, урынында ҡатты.
- Йәниә апай, ниңә һаман бикләмәнең? — тине Рәмил Йәниәгә. — Был кем ята ул?
-Һаумыһығыҙ, — тине бышылдап Йәниә. — Зөбәйҙең уянғанын көтә инем. Иҫерек...
Рәмил тыңлап бөтмәй, Зөбәйерҙең аяғына барып типте.
-Тор! Атаң башы ҡарап ятаңмы? Эсә белмәгәс, нимәң ҡарап эсәң?! Зөбәй! Тор тинем!
Зөбәйер йәбешкән күҙҙәрен саҡ асты. Ҡайҙа икәнен аңларға тырышып, башын күтәрҙе.
Рәмилдең уның аңына килгәнен көтөп торорға теләге лә, түҙемлеге лә юҡ. Сибек кенә Зөбәйерҙе кәүҙәле Рәмил бер ҡулы менән генә елкәһенән тотоп, елтерәтеп тышҡа сығарҙы. Унан:
-Йәниә апай! — тип тупһа аша иҙән йыуыусыны саҡырҙы. Уныһы мөдир тауышын ишетеп, көсөк кеүек йүгереп килеп сыҡты.
-Йәниә апай, һин нимә уны йоҡлатып һалғанһың? Нещево иҫеректәрҙе һалып ҡуйырға! — Рәмил иҙән йыуыусыға яуап талап итеп тексәйҙе. Йәниә ағарып китте, ҡаштары емерелде, күҙҙәре йылпылдай башланы. Ирендәре ҡыбырлай, тауышы сыҡмай. Ҡатындың йөҙөн күреп, Рәмилдең ҡыҙыуы бер аҙ баҫылды:
-Таңғы дүрттән бирле шулай көтөп ултыраһыңмы әллә?— тигән булды, тауышын йомшартып.
-Эй, юҡ... — тип аҡланырға кереште Йәниә. — Мин башҡа бүлмәләрҙе йыуып сыҡтым. Тәҙрәләрҙе һөрттөм. Шуғаса уяныр тиһәм...
-Ниңә үҙең уятманың?
-Әллә... Иҫерек бит...
-Швабраң менән туҡмап сығармай ни! Һәр бер иҫеректе улай көтөп ултыра башлаһаң, белмәйем инде. Бала һымаҡһың бигерәк. Бигерәк ҡыҙыҡһың! Икенсе ваҡыт вапще индермә!
-Мине тыңламай ҙа ҡуя шул... — Ҡатын быны бышылдап ҡына әйтте.
-Уй, Йәниә апай! — Рәмил ҡул һелтәне. — Ошо йәшеңә етеп, ауыл ыбыр-сыбырына баш була алмаһаң инде!
Йәниәнең тағы ла йөҙө ағарып китте.
-Нисә йәш ул һиңә? — тигән булды Рәмил уны йәлләп.
- 40 тула.
-Нисә? Нисек инде 40? Һин минән бәләкәйһеңме әллә?! Атыу нишләп апай тигәнгә өндәшмәйһең ул? Китсе, 40 йәш тисе... — Рәмил аптырауынан һорауҙар менән Йәниәнең ауыҙына инеп китә яҙҙы.
-Әллә.
-Әллә лә әллә! Бигерәк ҡыҙыҡһың, Йәниә апай! Әй! Тфү!
Рәмил Йәниәгә ҡараны. Һырланған бәләкәй генә ҡара йөҙ, көл һымаҡ көрән күҙҙәр, сөйәлле ҡулдар, яулығы аҫтынан сыҡҡан ағара башлаған сәстәр, ҡаштары араһындағы тәрән һыр. Үҙенән бер ҙә йәшерәк тип әйтмәҫ ине. Тәүгә күрәме ни был ҡатынды?! Быға тиклем уға иғтибар иткәне лә булманы. Иҙән йыуамы? Йыуа. Кемдә уның ҡайғыһы бар?
-Ә тыуған көнөң ҡасан ул? — тине Рәмил, ҡатынға оҙаҡ ҡарап тороуынан уңайһыҙланып.
-8 июль... — Әйтергә ярамағанды ысҡындырғандай, ҡарашын аҫҡа йәшереп, яуап бирҙе Йәниә.
-Туҡта! Бөгөнмө әллә?! Ыста. Китсе! Өндәшмәй ҙә! — Рәмил Йәниәгә бер ҡырағайға ҡарағандай текләне. Әллә нисә йыл бергә эшләһәләр ҙә, Йәниәнең тыуған көнө бар тигән уй башына ла инеп сыҡманы. — Ҡотлайым! Иҫәнлек-һаулыҡ!.. Ярай, бар ҡайт. Иҙәнде ней аҙаҡ килеп йыуырһың. Һау бул!
Рәмил һаман ышанмағандай башын һелкә-һелкә ҡайтыуға атланы. Боролоп тағы берҙе Йәниәгә ҡараш ташланы. Ул һаман шул ишек төбөндә бәләкәй генә булып Рәмилгә ҡарап тора.
-Ну, Йәниә апай! Эй! Йәниә! Аптыраттың бит! Тағы берҙе тыуған көнөң менән! Яртыңды әҙерләп ҡуй! Юбилейыңдабулғас ни, — тип йылмайып, ҡабаттан хушлашты.
Клуб мөдире киткәс тә, Йәниә клубҡа инде. Залда көҙгө эргәһенән үтеп барышлай туҡтап ҡалды.
Кит! Диуана һымаҡ йылмайып алғанмынсы, тип үҙенең ҡиәфәтенә үҙе аптыраны. Шулай ҙа йылмайыуын тыя алманы. Яулығы аҫтынан сығып торған сәстәрен кире тыҡты. Унан оҡшатмай яулығын һыпырып алып, яңынан бәйләне. Халатының билен дә һыҡтырҙы. Үҙенә тағы берҙе ҡарағас, тамам ҡәнәғәтләнде.
“Китсәле!”Йөҙө ҡыҙарҙы. Көҙгө алдындаһыланып—һыйпанғанын берәү күреп ҡалмаһын тип, ишек яғына ҡараны. “Ҡуй, эшкә тотонайым... Ҡайт ти бит әле үҙе! Ҡыҙыу булһа ла, һәйбәт у-ул! Улайтып ҡайтып китеп булмаҫ. Берәйһе килеп инһә, бысраҡ бит...”
Йәниә йүгереп йөрөп иҙәнде йыуып сығып, ҡабаттан клубтың һәр бүлмәһен тикшергәс, ниһайәт, бикләп ҡайтырға сыҡты.
Ҡалай матур көн, тип күкрәк тултырып һауа һуланы. Һары ҡояш та, ап-аяҙ күк тә, алыҫтағы тау ҙа, сутылдашҡан ҡоштар ҙа, ауылдың һәр ҡыйығы ла шундай күркәм бөгөн. Быға тиклем ниңә ундай матурлыҡты күрмәгәндер? Күбәләк булып осорға ине лә, ҡанаттары ғына юҡ. Ҡанатһыҙ ҙа Йәниә аяҡтары ергә теймәй, ана ҡалай атлай! Ул үҙен шул хәтлем бәхетле итеп тоя. Бөтә кешене ҡосаҡлап алырға әҙер. Юлына берәйһе осраһа, шулайтыр ине лә, моғайын.
“Һин ҡара уны! Һаман йылмайып киләмсе! Аһ-аһ! — Ул йөҙөнә едтилек сығарып маташты. — Һиңә нимә булды? Берәү күрһә, алйып бара тиер!”
Йәниәгә, ысынлап та, ҡайтып еткәнсе бар халыҡ уға ғына ҡараған һымаҡ тойолдо. Урамда бер кем осрамаһа ла, тәҙрәләренән күреп: “Ана, Йәниә ҡайтып бара! Бөгөн юбилейы, ҡотларға кәрәк. Бер ҙә ҡырҡ бирмәҫһең!” — тип уйлайҙарҙыр кеүек. Бер кем сығып ҡотламаһа ла, Йәниәнең был матур көн дә бер ҙә кәйефе ҡырылманы. Йырылған ауыҙын йыйып ала алмағас, ҡулы менән ҡаплап, йүгерә-атлай өйөнә ашыҡты. Ҡапҡаһы эргәһенә еткәс, бер аҙға туҡталды. Усаҡлыҡтай бәләкәй, аҡланған өйөнә ҡарап торҙо.
“Э-эй! Атам нигеҙе! — Ул бәләкәй саҡта мәрхүм булған атаһын иҫләмәһә лә, шулай тип әйткеһе килде. — Эзбизең ҡойолоп тора. Аҡларға кәрәк. Тәҙрәнең дә буяуҙары бөткән икән. Шал алырға кәрәк. Бер юлы рәшәткәләрҙе лә буяп сыҡҡанда, — тип йорт тирәһен иғтибар менән ҡараштырҙы. — Өйөм генәмде! Һине лә “кейендерермен”! Ҡулға аҡса ғына төшһөн!”
Тере кешегә ант биргәндәй, вәғәҙәләп, ишек алдына инеп китте. Унда тупһала ултырған бесәй түҙмәй, хужабикәһенә ҡаршы атланы.
— Ҡайҙа йөрөйһөң тип мине әрләп тораңмы? — Йәниә бесәйенә өндәште. — Йә-йә, әрләмә. Хә-ә-әҙер ашатам! — тип һыуытҡысынан һөт сығарҙы. — Бер тапҡыр һуңлаһам да була! Үпкәләмә. Бөгөн тыуған көнөм бит! — Бесәй уға яуапҡа мыйылданы. — Ҡотлайым, тиһеңме? Рәхмәт-рәхмәт!
Баянан бирле аяҡ араһында уралған ас бесәйенә кәсә тулғансы һөт ҡойҙо.
-Ҡараҡас. Мә, һиңә байрам һыйы. Тыуған көн хөрмәтенән! — Әрһеҙләнеп һөт эсергә керешкән бесәйенә йылмайып ҡарап торҙо. — Астан үлтерә яҙҙы, тип һуҡранаһыңмы? Эштән һуңланым шул. Бөгөн һуңларға ла була! Хатта мөдир шулай тине: “Бар, ҡайт. Тыуған көндә эшләп йөрөү килешмәй!” — ти. Вәт! Йылына бер тапҡыр, тимәк, мөмкин! И-и-и! — Түҙмәй бесәйен һөйөп алды. Уныһының тамағы туйып, ялана башланы.
-Ҡараҡас, тәмле булдымы? Байрам һыйы шулайыраҡ була инде. — Бесәй, ҡояшҡа иркәләп, һуҙылып ятып алды. — Һиңә рәхәт! Әйҙә ят, күңелең булғансы. Минең эш муйындан! Ишеттеңме, мөдир “яртыңды әҙерләп ҡуй” тине. Инер тип уйлайһыңмы? Инә инде, улай тигәс. Бушҡа ғына улай тимәй инде, ивет? Өҫтәл әҙерләр кәрәк инде, атыу. Ҡоро бер ярты ултыртып булмаҫ. Нисәлә килә икән ул? Эш кешеһе, шул малдан һуң инде. Килһә, яңғыҙ йөрөмәй инде ул, ивет? Ҡатыны ла ҡуша килер ул. Нимә бешерербеҙ икән?
Ғәҙәттә, дискотекалар үткән төндә, ул эшенән ҡайтҡас та йоҡларға ята. Бөгөн йоҡо ике күҙенең береһендә лә юҡ. Әллә ҡайҙан көс-дәрт барлыҡҡа килде. Йәниәне аяҡ-ҡулдары үҙҙәре алып йөрөй.
Тыуған көндө шулай булырға тейеш, тип үҙенең шәп кәйефенә үҙе сәбәп тапты. Хатта бер нисә тапҡыр йылмайыуын ҡарарға тип көҙгө алдына барып баҫты. “40 йәш! Һиңә бөгөн 40 йәш! Ғүмер яңы ғына башлана! “
Уға был көндән башлап, ысынлап та, тормошо ҡырҡа үҙгәрер һымаҡ булып китте. Әйтерһең, бәхет үҙе уның артынан сыҡҡан. Уға ҡолас йәйеп көтөргә генә кәрәк. Ә бит Йәниәнән ошо мәлдә бәхет һинең өсөн нимә тип һораһаң, яуап та ҡайтара алмаҫ ине. Шулай ҙа һәр күҙәнәге менән ул үҙгәрештәрҙе көтә башланы.
“Күңелем менән һиҙәм: яҡшы берәй нәмә буласаҡ! — Көҙгөләге сағылышына ҡарап көлөп алды. — Бер ҙә ҡырҡ йәш тип әйтмәҫһең! Ҡыҙ ғына һымаҡмын!.. Уй Алла, килештерәм!” — тип үҙенән-үҙе оялып эшкә тотондо. Ни тиһәң дә, көҙгө алдында һыланып-майланып, һоҡланып ултырыу уның ғәҙәтендә түгел. Ул был көнгә тиклем үҙендә һоҡланырлыҡ бер матур һыҙат та күрмәне. Шуға яңы көҙгө алдында оҙағыраҡ торғас, оятһыҙ әйбер менән шөғөлләнгән кеүек үҙен хис итте һәм тиҙерәк эшкә егелде.
Башта ул аш бүлмәһенә – өйөнөң бер мөйөшөнә йүнәлде. Шкафының иң төбөндәге яртыны сығарҙы. Әллә нисә йыл ултырған самогонының шешәһе саңланып бөткән. Еүеш сепрәк менән һөртөп алғас, асып еҫкәп ҡараны. Әсе еҫ шунда уҡ танауына бәрҙе. Йәниә йүткереп ҡуйҙы.
“Бара-а-а, — тине ул ҡәнәғәтләнеп. — Тә-ә-әк. Хәҙер нимә бешерергә икәнен уйларға кәрәк. Магазинға барырға аҡса юҡ бит әле. Онона һаман түләнмәгән. Яҙҙыртып алһам, оят булыр. Картуф бәлеше бешерһәм, бауырһаҡтар, еләктән бәлеш... Хатта шәп була!”
Йәниә үҙ алдына һөйләнә-һөйләнә, йүгереп йөрөп ризыҡтарын әҙерләне. Унан өйөн йыйыштырҙы. Барыһы әҙер булғас, ишек алды бола һымаҡ тойола башланы. Таптарҙы алып, ваҡ-төйәкте йыйыштырып, һепереп ҡуйҙы. Хәҙер өйө тыштан йәмһеҙ һымаҡ. Эзбисе ҡойолған ерҙәрҙе аҡлаштырып алды.
Был белгән эштәрен йәһәт кенә эшләп бөттө лә бөтөүгә, тик өҫтәлде ҡунаҡтарға нисек ултыртырға белмәй оҙаҡ ҡына аҙапланды. Нисек урынлаштырырға килештерә алмай, һауыт-һабаһын, ризыҡтарын бәләкәй генә өҫтәленә һыйҙыра алмай, улай-былай шылдыра торғас, оҡшатҡандай итте.
“Ярай, бәлешең икенсе мөйөштә ултырырға тейеш тип, кире боролоп сығып китмәҫтәр, — тип тынысланды. — Ингәстәр, мин мәжлестәргә күп йөрөмәйем, нимәгә баймын, нисек беләм, шулай, ултырттым, тип әйтермен. Мөдир шәп кеше ул, аңлап тора барыһын. Бөгөн, ана бит, “ҡайт бар” тине. Ви-и-ис аңлап тора...”
Йәниә ҡунаҡтары нисек килеп инерен, улар менән нисек ҡул биреп тороп һаулыҡ һорашырын, ниндәй һүҙҙәр менән өҫтәл артына саҡырыуын, улары нисек ҡотлауын, хатта бешергән ризыҡтарын “тәмле” тип ашауҙарын күҙ алдына килтерҙе, үҙенең һүҙҙәрен әллә нисә тапҡыр эстән ҡабатланы... Ҡунаҡтары ғына көттөрөргә булды. Юҡтар һаман. Ҡатын ҡараңғылағансы күҙен тыштан алманы. Тәҙрә аша күренмәй башлағас, урамға сығып та ҡараштырҙы. Урамдағы уттар һүнгәс, өйөнә инеп, өҫтәл артына ҡунды, әммә асыҡһа ла ашарға ҡыйманы.
Йәниә ҡасан һуңғы тапҡыр тыуған көнөн үткәргәнен иҫләргә маташты. Хәтеренә әсәһе менән икәүләп кенә ултырғандары ҡалҡып сыҡты.
“Ә ҡасан ҡунаҡта булғаным бар ул? — Үҙ алдына һөйләнде. — Ике йыл элек, әсәй үлгәндәме? Китсе, нимә һөйләп ултырам! Ниндәй ҡунаҡ булһын ти ул көндө!.. Аятында шул мулла менән абыстай, күрше әбей ҙә мин булдым инде...”
Ҡара төнгә тиклем Йәниә өҫтәле янында ҡунаҡтарын көтөп ултырҙы. Сәғәттең һәр секунды һайын эсендә ниндәйҙер ҡыл өҙөлә барҙы. Һый тулы өҫтәлгә ҡарап үҙен донъялағы иң яңғыҙ кеше итеп тойҙо. Арыуҙан күҙҙәре йомолғансы ул мөдирҙе аҡларға тырышты: “Берәй нәмә булдымы икән әллә? Ҡапыл ауырып китеп райцентрға киттеме икән? Мөдир кешене ни былай ҙа саҡыртып алырға күп кәрәкмәй инде...”
***
- Туҡ-туҡ-туҡ!
Йәниә кемдер ишеккә ҡаҡҡанға уянды. “Килделәр” тигән уй башына үтте. Ултырып йоҡлап киткән еренән һикереп тороп, һөрлөгә-һөрлөгә соланға йүгереп килеп сыҡты. Көн яҡтыһы күҙҙәрен ҡамаштырҙы.
-Һаумыһығыҙ! — Бер төркөм балалар уға ҡысҡырып сәләм бирҙе. Йәниә юғалып ҡалды. Иртәлә еткәнме?
-Беҙ әйенселәп йөрөйбөҙ. — Балалар ҡулдарындағытоҡсайҙарын асып, Йәниәгә һуҙҙы.
-Хәҙер... — Ул бер нәмә аңламаһа ла, өйөнә инеп китте. Күҙҙәренә ышанмай, кире килеп сыҡты ла балаларға, ысынмы был әллә төшмө, тип тағы берҙе ҡараны. — Хәҙер! — Хужабикә тағы өйгә инеп китте. Юҡ икәнен белһә лә ниңәлер шкафтан кәнфит эҙләргә кереште.
“Иҫәр!” Йәниәнең күҙе өҫтәлгә төштө. Тик унда ла кәнфит кеүек тәм-том күренмәй.
“Бәлештәрҙе бирәйем! Э-эй! Ҡатҡандар. Тә-ә-әк!” Бәләкәй генә өйөндә ул бер мөйөштән икенсеһенә һуғылды. “Икмәк! Икмәк булһа ла бирәйем!”
Кисә генә һалған икмәген ҡабалан-ҡабалан телеп, бер нисә телем алып сыҡты. Был юлы бала-саға тоҡсайҙарын артыҡ теләк менән һуҙманы. Шулай ҙа:
-Рәхмәт! Һау булығыҙ! — тип сығып киттеләр.
Ҡатын өйөнә инеп, ултырҙы. Башындағы уйҙарын йыйырға тырышты. Улары тыңламай, сабышалар ғына. Башы әйләнеүен тойоп, урынына барып ятты.
“Әйенселәйбеҙ... — Балаларҙың һүҙен ҡабатланы. — Бөгөн нисәһе ул? Сәғәт нисә ул? — Башын күтәреп ҡарарға хәле булманы. — Кисә нисәһе ине? Юбилей!”
Ятҡан урынынан торҙо һәм һый тулы өҫтәлгә ҡабаттан ҡараны. Кисәге көндө хәтерләне. Йөрәген ниҙер семтеп алғандай булды.
“Әллә төш күрҙемме? Әллә һаташаммы? — Ҡапыл ышанманы. — Кисә ҡанатланып йөрөгән ул инеме? Уны тыуған көнө менән ҡотланылармы? Уға ҡунаҡҡа киләм тинеләрме?”
Йәниә кисәге үҙенән берәй нәмә ҡалғанмы икән, тип көҙгө алдына килеп баҫты. Унда бөтөнләй икенсе кеше. Ҡартая башлаған ҡатын. Төҫө лә, матурлығы ла юҡ. Яңғыҙ бер йән. Көҙгөләге ҡарашҡа түҙә алмай, ниҙер алып бәргеһе килде. Тик уға ла һәләтле түгел икәнен аңланы. Уға бөтөнләй килешмәгән кисә таҡҡан ал муйынсаҡты күргәс, сығырынансыҡты.
“Был матурлыҡ һиңә түгел! — тип муйынсаҡты йолҡоп алды. Иҙән буйлап тәгәрәп киткән мәрйендәргә, ауыр тын алып, текләп туҡтап ҡалды. Муйынсаҡтар һикерәнләп ҡайһыһы ярыҡҡа, ҡайһыһы өҫтәл аҫтына тәгәрәне. Уларҙың таралашып туҡтағанын күреп, Йәниә лә аңына килә башланы, тынысланды.
-Нишәп килмәнеләр икән? Киләм тинеме ул?.. Әйтте шул. Яртыңды әҙерлә, тине. Ә, бәлки, ул ауырып киткәндер? Мин ҡайҙан беләйем? Улайтып, алдай торған ғәҙәте юҡ бит! Юҡ таһа?— Быныһын бесәйенә әйтте. — Эйе шул, белмәй улайтып үсегеп булмай инде, ивет? Барып хәлен белешер кәрәк! — тип ишеккә ташланды, тик тотҡаһына йәбешкәс, ҡапыл туҡтаны.
-Шунан, килгем килмәне, тиһә? Һинең менән бер өҫтәл артында ултырырға алйып бараһыңмы, тиһә?.. — тағы бесәйенә мөрәжәғәт итте. — Әйтһен дә! Улай тиһә битенә төкөрәм! Иҙән йыуыусы булһам да, бер ҙә кәм түгелмен! Хоҙай алдында бер тигеҙбеҙ! — Күҙе теленгән икмәк валсыҡтарына төштө. — Ана бит, тиермен, һиңә лә әйенселәргә киләләр, миңә лә! Бер тигеҙбеҙ!
Йәниә, Хоҙай йөҙөндә яҡлаусы тапҡас, ҡыйыуланды. Өйөнән атылып уҡ сыҡты. Әммә ҡапҡаһын асып ебәргәс тә, шаҡ ҡатты. Тын алырға ла онотоп, өй нигеҙенә текәлде.
“Аһ... “ Ирендәре ошоно ғына әйтергә асыла алды. Өйөнөң нигеҙендә ул телеп биргән бер нисә икмәк һынығы ята. Балалар сыҡҡас та алмай, ҡалдырып киткән. Уға һыуыҡ һыу һиптеләрме ни, өйөнә көс-хәлгә килеп инде. Күҙенә аҡ-ҡара күренмәй, йәш менән тулды. Урынын һәрмәп кенә таба алды.
“Ярай... Ярай...”— Үҙен үҙе ике ҡулы менән ҡосаҡлап,ауҙы. Түҙгеһеҙ башы ауырта, ҡалтырана. Уйҙары бутала-бутала һаташа башланы.
...Йәниә ниндәйҙер ялан уртаһындағы юлдан йәйәү килә. Шул тиклем арыған, аяҡтары талған, юлдың осо күренмәй ҙә күренмәй, ошонда уҡ ят та йоҡла. Шулай итер ине лә, тик төшөп килгән ҡыҙыл эңер шом һала. Яҡындағы урмандан бына-бына бүреләр килеп сығып, йыртҡысларҙар төҫлө. Ана бит, олоуҙары ла ишетелә. Йәниә ҡасҡыһы килә, йүгереп маташа, ә аяҡтары сөгөндән ҡойолғанмы ни?! Тыңламайҙар ҙа ҡуялар. Тырышып-тырмашып йүгерә, илай, ҡысҡырғыһы килә, ауыҙы асылмай. Шул мәл арттан машина тауышы ишетелә.
“Ҡотолдом! Ҡотолдом!” —тип Йәниә машинаның алдына сығып ҡул болғарға тотона, әммә машина уны бәрҙереп үтә. Бүре олоуы асығыраҡ ишетелә. Яҡында ғына һымаҡ. Йәниә тағы тороп йүгерергә ынтыла. Исмаһам, ағас башына менер ине. Тик урман юҡҡа сыҡҡан! Ҡайҙа барырға? Тағы машина!
“Туҡта!”
Уныһы ла Йәниәне төкөп үтте. Артынан тағы бер машина күренә. Ерҙә ятҡан Йәниәнең өҫтөнә генә менеп килә. Саҡ ситкә тәгәреп өлгөрҙө. Өсөнсө машина! Дүртенсе... Һанһыҙ! Бөтәһе лә уның өҫтөнә генә елдерә. Йәниә инде бүреләрҙе онотоп, машиналарҙан ҡаса. Аяҡтары тыңламай, ҡолай. Тора. Йәнә йүгерә. Һәм бына ул упҡын ҡырына етә. Ә арттан машиналар етеп килә! Йәниә бер аҙым яһай һәм тәрән упҡын төбөнә ырғый. Дөм ҡараңғы соҡорҙағы йомшаҡ ҡына үләнгә ҡолап төшә. Йәниә еңел тын ала. Бында шул тиклем тыныс...
-Туҡ-туҡ-туҡ!
Соҡор һелкенеп китте. Йәниә ҡатты. Йәнә бар донъя ҡалтыранды.
-Туҡ-туҡ-туҡ!
Ҡатын күҙҙәрен асты. Өй эсе ҡараңғы. Төн еткән. Өйҙә тып-тын. Ә тышта шаулап ямғыр яуа. Тағы туҡылдау. Кемдер ишек ҡаға. Баш ауыртыуы баҫылғандай тойола. Әммә бар тәне ауыр. Көскә тороп утты ҡабыҙҙы. Үткән көн күҙ алдына баҫты. Был турала уйлағыһы килмәне.
-Кем ул? — Йәниә соланға сығып, ишек аша ғына һораны.
-Һаумыһығыҙ! Ғәфү итегеҙ инде, уятырға тура килде. Мин — Рәйсә. Бер төнгә генә индермәҫһегеҙме? Барыр ерем юҡ. Ямғыр ҡоя ғына. Бер кем ишек асмай. Исмаһам, һеҙ ҡыумағыҙ инде.
Йәниә тыңлап бөтмәй, бикһеҙ ишеген асты. Күңелендә ниндәйҙер йылылыҡ таралды. Ошо кешегә мотлаҡ ярҙам иткеһе килде.
-Инегеҙ, — тип Рәйсәгә ҡарамай ҙа өйгә инеп китте. Ҡатын артынан инде һәм ишек төбөндә тороп, йорт буйлап күҙ йүгертте.
-Рәхмәт яуғыры һеҙгә! Ҡотҡарҙығыҙ! Былай ямғыр булмаһа, мин тышта ла йоҡлар инем... — Ғәйепле кешеләй тәтелдәргә тотондо Рәйсә. Йәниә уға иғтибар менән ҡараны. Алтмыш йәштәрҙәге, тулыраҡ ҡатын. Салланған сәстәренән, оҙон, төҫө уңған күлдәгенән, һуҙылып аламаланған кофтаһынан һыу аға. Йөҙө көнгә янған, ҡулдары ла бысраҡ. Үҙе менән туҙып бөткән бәләкәй генә сумкаһы ла бар. Күшегеүенән теше тешкә теймәй. “Бахыр”, — тип уйлап ҡуйҙы Йәниә.
-Лыс һыумын. Үтеп, бысратмайым. Ошонда ғына сисәйемме икән? — Рәйсә хужабикәнең ентекле ҡарашынан уңайһыҙланып, урынынан ҡыбырламаны.
Йәниә өндәшмәй генә элеүле торған халатын һуҙҙы. Рәйсә кейемен алмаштырған арала сәй ҡуйҙы. Һыу кейемен ҡатындың ҡулынан алып мейес башына элгәс, ултырғысҡа ымлап күрһәтте.
-Рәхмәт, — тине Рәйсә тағы берҙе. — Исемегеҙ кем, һылыу?
-Йәниә, — тип икенсе ултырғысҡа ултырҙы. Ул үҙен төштәге һымаҡ тоя.
-Мин таң менән сығып китермен, борсолмағыҙ. Кешенең әйберенә тейә торған ғәҙәтем дә юҡ. Кәрәкмәй бер нәмә лә. Бар мөлкәтем, ана... — Сумкаһына ымланы Рәйсә. — Донъя байлығы мине ҡыҙыҡһындырмай. Нимә табам, шуны ашайым. Ҡайҙа төн тап була, шунда ятып йоҡлайым...
Йәниә өндәшмәне. Башында уның уйҙар юҡ. Оҙаҡ ауырыуҙан һуң һымаҡ, тәне хәлһеҙләнгән, эстән генә ҡалтырай, ҡолаҡтары шаулай. Өйҙә тынлыҡ урынлашты.
-Берәй ҡунаҡ булдымы? — Рәйсә тынлыҡты боҙоп, өҫтәлгә ҡарап, төкөрөгөн йотоп ҡуйҙы.
Хужабикә яуап бирмәне. Ҡайнаған сәйнүкте һүндереп, төнгө ҡунаҡҡа сәй яһап бирҙе. Өҫтәлдәге ризыҡтарҙы ла яҡынғараҡ шылдырҙы. Рәйсәнең уңайһыҙланыуы шунда уҡ юҡҡа сыҡты. Рәхәтләнеп, тәмләп тороп ашарға тотондо.
-Үҙегеҙ ашамайһығыҙмы? — Йәниәнең тик ултырғанын саҡ һиҙеп ҡалды.
— Юҡ. Ашағым килмәй. Уңайһыҙланмағыҙ.
— Бешеренгәнһегеҙ ҡалай. — Рәйсә бармаҡтарын супылдатып ялап ҡуйҙы. — Шуға ҡунаҡ булдымы тиеүем. Анауҙы ла, — өҫтәлдә ялтырап ултырған шешегә эйәк менән төрттө, — бушҡа ултыртып ҡуймайҙар бит. Хи-хи-хи...
Йәниә Рәйсәнең тел төбөн шунда уҡ аңлап, бер кәсә төбөнә ҡойоп бирҙе.
-Өшөттөрҙө. Ауырып китмәйем... — Кәсәнән баш тартманы. —Былай мин эсмәйем ул, — тип артынан икмәк киҫәген еҫкәне.
— Һин яңғыҙың тораң икән, һеңлем. — Самогон Рәйсәнең телен ысҡындырып ебәрҙе.
—Эйе, —тине Йәниә иркенләп ултырып алған ҡунағын күҙәтеп. — Берәүҙә асманы тиһегеҙме? — Бер аҙҙан баянан бирле борсоған һорауын бирҙе.
-Дөрөҫөн генә әйткәндә, һеңлем, әҙерәк шаштырып ебәрҙем мин. Үпкәләмә...
-Нисек?
-Ауылға килеп ингәс тә тура һинең йортҡа килдем.
-Нишәп? — Йәниә ҡунағы яғына, ҡыҙыҡһыныуын йәшерә алмай, яҡыныраҡ эйелде.
-Һинеке кеүек өйҙәрҙең тупһаһынан бер ваҡытта ла ҡыумайҙар. Ярты ғүмерем буйы ауылданауылға йөрөйөм, бер ваҡытта ла “юҡ” тимәнеләр. — Рәйсә кәсәһен бер ҡулы менән Йәниәгә этте. Тағы берҙе өҫтәгәстәр, һүҙен дауам итте. — Белеп торам: бындай ише өйҙә минең кеүектәр йәшәй!
-Нисек инде? — Йәниә ултырғысына һөйәнде.
-Нисек тип инде... Анаулай арыу йорттарҙа донъя ҡайғыһы күргәндәр йәшәй тиһеңме? Ю-уҡ! Беҙҙең кеүек байғоштарҙы тупһаларына ла баҫтырмайҙар! Юҡ байлыҡтарын ҡыҙғанышып, өҫтән ҡарап ҡына үтеп китәләр. Йығылып ят, береһе ҡул бирмәҫ! Ашаҡлап үтеп китәсәктәр. Беҙҙең кеүектәрҙе бар тип тә белмәйҙәр улар. Тфү! — Самогондан ҡыҙыуланды Рәйсә.
-Беҙҙең кеүектәрҙе?..
-Эйе, — тине Рәйсә . — Ошолайтып бер өҫтәл артына ултырырға тиң күрмәйҙәр улар беҙҙең ишеләрҙе, вазифаһыҙҙарҙы, яҙмыштан туҡмалғандарҙы... — Күҙҙәре ялтырай, сикәләре алһыулана башлаған Рәйсә күңелен асып һалырға булды. — Э-эй! Ғүмер буйы шулай этелеп-төртөлөп йәшәлде инде. Үҙемде бер ҙә кәм тоймайым уларҙан. Донъяла тотоп торған малым юҡ. Хет бөгөн ятып үл. Үлемдән ҡурҡмайым. Юғалтырлыҡ нәмәң булмаһа, ҡурҡыу ҙа булмай икән. Тулыһынса иреклемен! Үҙем теләгәнгә генә йәшәйем... — Рәйсә үҙе кәсәһен тултырып алып, ауыҙын япмай һөйләй ҙә һөйләй.
Йәниәнең күҙҙәре тәҙрәгә төштө. Һыҙылып ҡына атҡан таң ямғырҙың ҡара болоттарын күк йөҙөнән әкренләп ҡыуа башланы. Ямғыр тымды. Алда аяҙ көн көтә. Йәниә буталсыҡ уйҙарының осоно сығырға маташты. Аңында уның бала сағы, мәктәп йылдары үтеп китте. Әйтерһең, ул ниндәйҙер бейеклектән үҙенең ғүмеренә өҫтән генә ҡарап тора. Ана, нисә йыл түшәктә ятҡан әсәһен ике йыл элек күмгәс, Йәниә япа-яңғыҙы, әйтерһең, бер тоноҡ быяла артында тороп ҡалды. Нисә йыл инде ул шул хәлдә? Быяланың теге яғында тормош ҡайнай. Кешеләр, ауылдаштары көлөшә-йырлаша тегеләй-былай үтеп торалар. Йәниәнең уларға ҡушылғыһы, шулай уҡ ҡайнап йәшәгеһе килә. Ул ҡалын һәм тоноҡ быяла аша туҡылдата, ҡысҡыра, ярҙамға саҡыра. Тик уны ишетеүсе лә, күреүсе лә юҡ. Ни тиклем генә тырышһа ла быяланы яра алмай, хәлдән тая...
-Эй, һылыу! — Рәйсә бер нөктәгә ҡарап ҡатҡан хужабикәнең яурынынан һелкетте. — Мин киттем, тием.
Йәниә Рәйсә барлығын да онотҡан. Уның тейеүенән тертләп китте. Рәйсә кипкән кейемен кейеп, сумкаһын тотоп алған.
-Рәхмәт, һылыу! Индерҙең, ашаттың. Инде таң ата, юлға сығайым, тием. Иҫән-һау бул! — Рәйсә ишек тотҡаһына тотондо.
-Туҡта әле... — Хужабикә урынынан тороп, өҫтәлдәге ризыҡтарҙы йыйып, Рәйсәгә тотторҙо. — Юлда ашарһың...
Йәниә шкафының иң аҫҡы тартмаһын асты. Унан ҡулъяулыҡҡа төрөлгән аҡсаһын сығарып, иҫәпләргә кереште. Һанап бөтмәй, ҡулъяулығын кире бәйләп, утынға тип йыя башлаған бар аҡсаһын Рәйсәгә тотторҙо.
-Мә. Кәрәк була ул.
-Ҡуйсы әле! — тип Рәйсә ҡулын артҡа йәшерҙе.
-Ал! Зинһар...
Ҡунаҡ уға аптырап ҡараны. Йәниә бына-бына илар һымаҡ. Рәйсә был бәләкәй генә ҡатынды йәлләп ҡуйҙы.
-Ярай, рәхмәт! – Теләр-теләмәҫ кенә итеп алды һәм сығып китеү яғын ҡараны.
Хужабикә төнгө ҡунағын ҡапҡанан сыҡҡансы оҙатып ҡуйҙы. Уның күҙе йорт нигеҙендә ятҡан икмәк киҫәктәренә төштө. Ямғыр аҫтында еүешләнгән икмәк өҫтөндә турғайҙар һикерәңләй. Ул йылмайып ҡуйҙы. Йәниә аңындағы быяланың бер мөйөшө сатнай башлауын тойҙо.
Заһиҙә Мусина