Шоңҡар
-3 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм ижад
17 Декабрь 2024, 11:53

Тәнзилә Дәүләтбирҙинаның яңы китабы донъя күрҙе

Яҙыусының һигеҙенсе китабына һуңғы йылдарҙа ижад ителгән поэмалары, шиғырҙары, хикәйәләре тупланған.

Тәнзилә Дәүләтбирҙинаның яңы китабы донъя күрҙе
Тәнзилә Дәүләтбирҙинаның яңы китабы донъя күрҙе

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәтендә шағирә, драматург, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты, Салауат Юлаев ордены кавалерыТәнзилә Дәүләтбирҙинаның «Уйлы заман» тигән китабы донъя күрҙе. Ҡотлайбыҙ! 

Яҙыусының һигеҙенсе китабына һуңғы йылдарҙа ижад ителгән поэмалары, шиғырҙары, хикәйәләре тупланған. Автор заман һулышын һиҙгер тоя, үҙенең әҫәрҙәрендә сағыу картиналар һәм тәрән уйланыуҙар аша тормош асылын, донъяға ҡарашын, уй-фекерҙәрен һәм хис-тойғоларын асып бирә. Шиғырҙар һәм поэмалар ихласлығы, үҙенсәлеге, фәлсәфәүи уйланыуҙары менән айырылып тора. Хикәйәләр мауыҡтырғыс, тормошсан сюжеттар, заманға ауаздашлығы менән хәтерҙә ҡала.

Автор:
Читайте нас: