Байтаҡ яҡташтарым хәтерләйҙер: Әтәләм тигән йылғасыҡ баш алған тау-урман төпкөлөндә егермеләп мөрйәле ауыл бар ине. Әтәләм тип тә, Шпалорезка тип тә йөрөттөләр, буғай. Һуғыш осоронда барактар һалына, дәртлерәктәр айырым өй күтәрә, таҡта ярыу, шпал юныу, әлбиттә, мул итеп утын, рәшәткә-маҙар әҙерләү ойошторола бында. Эше лә, ашы ла була, башланғыс мәктәп, үҙенә күрә контора, тимерлек, фельдшер, телефон эшләй. Ярыштар, “даешь”тар... Ҡайһы бер ир-атты, бронь биреп, фронтҡа ебәрмәйҙәр — дошманды еңергә ағас та, айырыуса ҡарағас, күп кәрәккәндер — аҙаҡ стахановса эшләгәндәргә миҙал-фәлән дә тағалар. Илле йыл самаһы элек...
Урман ҡырҡыусылар, ни хәл итәһең, ғәҙәти ултыраҡ тормошта йәшәмәй: йығыр ағасы кәмеһә йә алыҫайһа, уларҙың яңы урындарға күсенеүҙәре ихтимал. Еҙем буйҙарындағы, Елмерҙәк битләүҙәрендәге мин күреп белгән генә тиҫтәләгән ауыл-утар нигеҙе ана шунлыҡтан ҡороно.
Бәй, тарала башлаған әлеге аулаҡ ауылда, биш-алты йәшлек малай, ниңә йөрөйөм әле ҡаңғырып? Сөнки мин — сатан. Эй ҙә, ваҡытлыса ғына. Әлеге шул тиктормаҫлығым: үҙем ише ыбыр-сыбыр менән еҙнәмдәрҙең һүтелгән өйө нигеҙендә йәшенмәк уйнай инек, ялан аяҡ сөйө һурылмаған таҡта ярсығына баҫтым. Ҡысҡырып ебәрҙем, ҡурҡыштандыр инде, артыҡ иламайым, бары һыңҡылдайым.
Ҡурҡырһың да — атлайым тиһәм, табандағы таҡта киҫәге ҡалтағай һымаҡ күтәрелмәһенме! Ҡайын дегетеме, йодмы һөртөп, юл япрағы бәйләнеләр шунда. Үксәне йә ҡалҡытып, ҡырын-яры терәштереп, атлаған йә һикерәндәгән булам хәҙер.
Өйҙә беҙ дүртәүбеҙ. Минән олораҡ ике ҡыҙ, йәнә Әпәү ағайым. Төҫө уңған камзулын кейеп, бер йыуантыҡ апай иртәле-кисле “күҙ-ҡолаҡ” булып йөрөй, тамаҡ яраштыра, өй йыйыштыра — беҙҙе ҡараша. Әпәү тигәнем — ҡушамат ул, әпә, ыпыҡ тигәндән, имеш. Бының айышына аҙағыраҡ, үҫә төшкәс, төшөнәсәкмен. Атам-әсәм, олатам-өләсәм тимер күсәрле арбаға тейәлешеп, бынан ун саҡрымдағы рудникка киткәйне, һаман ҡайтмайҙар әле. Беләм, унда өйҙәр — меңләгән, эшләпә һымаҡ радиолар һөйләй. Паровоздар йөрөй рудалы вагондар һөйрәп, гудок ҡысҡыра, шартлатып тау-таш аҡтаралар. Бында ла иртәле-кисле шаңҡыуы ишетелә, хатта тәҙрә өлгөләре сыңғырҙап ҡуя.
Шулай, үҙем теләп, ат ҡарармын, тигән һылтау менән ҡалғайным, аяҡты иҫәпкә алмағанда, харап күңелле, тамаҡ һыйлы. Макарон тигән көпшәле туҡмас та тәмле икән. Патефон борорға өйрәнеп алдым. Йырлай теге төрлө көйгә, төрлө телдә. Йәнә уятҡыслы өҫтәл сәғәте оҡшай — ҡолаҡҡа ҡуйһаң, тигеҙ генә моңло зыңҡылдай. Тағымы? Ауыл бәләкәс кенә булһа ла, һуғыштан һуң тыуып, иркәрәк үҫкән бала-саға байтаҡ. Бигерәк тә шишмә аръяғындағы иҫке барактар тирәһендә. Бер урыҫ малайы ла ҡушылып киткеләй уйын-фәләнгә.
Ҡыҙыҡ ул, әй, элек таҡта ярған ерҙә. Локомобиль тигәндәре әкәмәт икән. Йәл, эшләмәй, тут баҫып бөткән үҙен.
Малайҙар өйөрөнә Әпәү килтереп ҡуша мине, ул алып ҡайта. Юғиһә, олораҡтарҙың мине ҡыйырһытыуы мөмкин. Үҙе уйынға ҡатышмай, Әпәү тигәнгә лә үсекмәй, бары тик йөҙөн һытып, мығырлап ҡына ҡуя. Хәйер, бөтөнләй телһеҙ ҙә түгел, уның хәбәрен хатта аңлағандар ҙа осрай. Бигерәк тә Мансур, үҙенә тиңерәк яшыҡ үҫмер. Ике туған, имеш, улар, ә мин, исемдәребеҙ оҡшашыраҡ яңғырағанғамы, ҡустыһы Басир менән дуҫлашып алдым. Бүрәнә ташығыс ике тәгәрмәсле "таратайка"ла кәлтәйеп бөткән рельстарҙан тегеләй-былай шыуып арыйбыҙ ҙа, ярым серек бысҡы онтағы өйөмөн, тауыҡ һымаҡ сапсып, таҙараҡ еренә аунаҡлайбыҙ. Әллә сайыр еҫе, әллә кемдеңдер, атам әйтмешләй, "бәрәңге ашай белмәгән ауыҙы менән" папирос көйрәтеүе танауҙы ҡытыҡлай.
Һүҙ сыға — кемдең тыумышы ҡайҙан? Әһә, минең ауылды ла күргән-белгәндәр бар икән! Мансур, ана, беҙҙең яҡҡа яңы ғына ҡайтып килгән. Алатау битләүендәге матур ауылға. Уны мин дә беләм: элек өләсәйем килен булып төшкән, әсәйем шунда тыуған. Ахырҙа кемдер бысҡы вағын йырмаслай: бына — беҙ һыуын эскән Әтәләм, әле ул бөгәрҙән, ташҡанда — муйындан. Әтәләм "завод"тан өҫтәрәк Егәҙегә ҡоя, тау аръяғында Егәҙе үҙе, ҙурайыбыраҡ, Еҙемгә ҡушыла. Быныһы — Мансур үркәс-үркәс һырт өйә — Елмерҙәк. Ай-һай, бейек тау! Артабан — Олоғор...
"Пугач"тарҙан атыш башлана. Иң еллеһе — Мансурҙа. Шырпы башын ҡырып, көкөртөн һаҫыҡ көбәккә тултыра ла, ҡарағусҡыл еҙ көпшәнең остоҡ ҡына уйымына ялҡын төртә — ур-ра! — арыу шартланы, һуғыш уйыны, тимәк, хәтәр буласаҡ.
Әпәү миңә ымлай — етте, тайҙыҡ бынан. Кемдер уға бәйләнмәк: үҙең ҡайт, фәлән дә төгән. Ағай ҙа бирешмәй, уң бармағын һул усына бәке һымаҡ "ҡайрай": ҡара уны, сөннәткә ултыртырмын, тимәксе. Олораҡтар кесерәктәрҙе шулайыраҡ өркөтә торғайны элек.
Ҡайтышлай иңрәүле моң ишетеп һағаябыҙ. Әпәү әҫәрләнеп ҡылана: ерҙән сыбыҡ алып беләген тызый — йәнәһе, скрипкасы. Баҡтиһәң, яҡындағы барак керелсәһенә һөйәлеп, мыҡты бер ирекәй һыҙҙырта икән скрипкаһын.
Типһәндәге ситке өйҙәргә етәрәк, ыҡсым ғына таҡыяһын түбәһенә текә һалған ҡыҙғылт йөҙлө, йәшкелт зәңгәр күҙле ир, рәшәткә буйындағы яҫы таҡтала ултырған килеш, мине үҙенә саҡырып алды. Әпәү ары атлай, күрше ихатала өләсәйҙең әрһеҙ бишмәтен кейгән "күҙ-ҡолаҡ" апайҙың һыйыр һауырға керешкәне шәйләнә.
Үтә күренмәле ҡапҡа алдына аҡ яулыҡ ябынған мөләйем ҡатыны ла сыға һәм, итәктәрен ҡымтып, иренә йәнәш таҡтаға терәлә. Үҙ ауылымдағы атай яҡлап һаҡалтай олатайҙың ҡустыһын бына шулай әллә тәүләп күреүем, әллә сабый аңым менән туғанлығын саҡ таный башлауым. Шул осор эш ябылып, улар һәм башҡа туғандар бер-бер артлы йәнтөйәккә кире күсенгәс, оҙаҡ йылдар ут күрше йәшәйәсәкбеҙ. Дәртле һунарсы, ипле мулла тигән даны таралыр бабайҙың, әбейенә "Герой-әсә" ордены бирерҙәр. Былары — аҙаҡ, әлегә ҡартлас мине:
— Кәсептән ҡайтып килешме? — тип мәрәкәләй. — Үәт, хуттый, әйттем бит һиңә: әләкләмә мине, үҙең сатанларһың, тинем. Әйҙә, ултырып-сәдис эргәмә.
Шул "хуттый" тигәне тел осонда булды уҙамандың. Һораштым бер саҡ: нимәне аңлата һуң? Асыҡламаны, дин һүҙе тип кенә ҡуйҙы. Үҙенә лә аҙаҡ йыш ҡына "Хуттый ҡарт" тип өндәшерҙәр ине, быға үпкәләмәҫ, киреһенсә, ирәйеп китер ине.
— Әләкләмәйсе, сөйгә баҫҡан бит. Беҙҙекеләр менән кисә анауҙа шар ҙа мар килделәр, — инәкәй мине яҡлаша, теге ҡурҡыныс баҙ яғына ҡул иҙәй, ә ҡартлас, тубығына ултыртып, аяғымды ҡарай, кеткелдәп өшкөрә-төкөрә.
— Һай, атас, Шәрип олатай һымаҡ елле булырһың микән? Кискәрәк сәйгә ин, йәме. Хәҙер Билариттан ағайың ҡайтып керер күстәнәс менән, Алла бойорһа...
— Бетәү яра һымаҡ аҙып ҡуймаһын... — Итәғәтле әбейе мине тотҡарлай. — Ҡайҙа әле, улым, яңыртып бәйләйек аяҡҡынаңды.
— Бәйләһәң бәйлә, әбсәләре ҡайтмаҫ, моғайын, иртәгә лә. Ҡунаҡ-муйнаҡтың көнө өсәү була торған... Әйҙә, бал эсерәм, хуттый. Эскәнең бармы һуң?
— Бар, — тим эре генә.
Әбейе күңелсәк тыя.
— Кит, һармаҡ...
Һалҡынса өйгә инәбеҙ. Оҙон һике, ябыуһыҙ-буяуһыҙ оҙонса өҫтәл. Сутланған стеналағы грамота ҡағыҙҙарына бағам.
— Ысталин бит, — тием, ҡыҙыл байраҡ уртаһындағы тос мыйыҡлы иргә бағып. — Үлде ләһә... Ҡыш көнө.
— Юҡ, яҙ үлде, — ҡартлас эйәк ҡаға, шунан маһайыбыраҡ өҫтәй. — Көнөнә һигеҙ-ун сажин әрҙәнә өйгәнгә бирҙеләр. Балта менән генә... Килоға яҡын икмәк ала инем.
— Ә-ә... ниңә, бауый, һинең һүрәтеңде ҡуймағандар һуң?
Бер ҡатлы, мәгәр хәтәрҙән сәпәгәнмен икән һорауҙы. Йә, һылтыҡлап йөрөп, балта менән генә көнөнә һигеҙ-ун сажинды — үҙең йыҡ, үҙең тура, үҙең яр, үҙең өй...
Тышта инәкәй "йәшел" дарыу һөртөп, таҙа сепрәк менән ҡабатлап бәйләгәс, йәрәхәткә рәхәт булып ҡалды. Ул арала һайғау кәртә аша Әпәүҙең бөҙрә башы ялпылдай, ҡулын һыу яғына болғай теге. Ҡасып ҡайтыр, йәш мал бит, тип ололар беҙгә ҡолатты ҡулда тоторға ҡушты шул. Үҙҙәре ҡунаҡҡа олатайҙың көр генә тыу бейәһен егеп киттеләр. Эйе, еҙнәм мотоциклында елдереп кенә килеп саҡырып ҡайтты. Уларҙа — өй туйы, йәнә әллә ҡайһы зат-боттоң бәпәй сәйе... Әсәйҙәрҙең баҙар тирәһендә лә йомоштары күбәйгән.
Йөрөһөндәр әйҙә. Ә беҙгә ҡолатты әҙ-мәҙ ашатып, төнгөлөккә йәш үлән алып ҡайтаһы бар. Әпәү салғыһын яурынына һала, ҡулына ашалып нәҙегәйгән яныуыс тота. Ә мин атҡа үннек һалып, арбанан ырғылам, һыбай апҡайтабыҙ бесәнде, эйе, септәгә тыңҡыслап... Текә, әммә ҡыҫҡа үҙәктән тапҡыр һыу буйына ыңғайлайбыҙ.
Иртәгәһенә көн эҫеткәнгәме, әлһерәп, олоғайған ялбыр эт тә күләгә ыңғайына арба аҫтынан әкренләп шыла барҙы. Әпәү был юлы ҡолатты беҙҙең һай күрепле арбаға егеп, бесәнгә әйҙәне. Айран, икмәк алды. "Әпилкә" өйөмдәре ситенән уҙабыҙ. Бөгөн бында малай-һалай күренмәй, һыу буйынан һарҡыла тауыштары.
Эргәләренә бармайбыҙ, бәләләренән баш-аяҡ. Кисә, ана, бер ҡыҙырасы минең маңлайға сиртте. Ныҡ итеп. Һуғыр ҙа ине — Әпәү күреп ҡалды, йәмерәйҙе. Ҡурҡты теге. Телһеҙ булһа ла, беләккә ҡатҡыл ғына ағай.
Бәй, кисәге урынға етәбеҙ, ана бит алас-йолас сабылған яр ситтәре. Әпәү әрәмәлектән кисә йәшергән бәләкәй салғыһын алып сыҡҡас, аҫҡараҡ төшәбеҙ — бына ҡайҙа үләндең ояһы. Күгәүен бешә генә! Емештәре йәшелләнеп төйөрләнгән ялбыр муйыл төбөндә сөрөк-сарыҡтан төтөнлөк тоҡандырабыҙ, эргәһенә туғармай ғына ҡолатты тышап, алдына йәш бесән өйәбеҙ.
Төтөнлөк быҫҡый, Әпәү бесән саба, мин әҙләп арбаға ташыйым. Ул ялға туҡтаһа, һыу буйына ыңғайлайым, балыҡтарҙы күҙәтәм. Сабаҡтарҙы, бәрҙесәктәрҙе таныйым, һи, Еҙемдә улар буйтым эрерәк. Әрәмәлә ҡоштар бытылдаша, аҫтағы сөмөкәйҙә оя-оя ҡаҙҙар ҡаңғылдаша. Таш бәрәм — түбәнгәрәк йөҙәләр ҙә тағы үрләйҙәр йырбанлап.
Айран эсеп алғас, Әпәү мул ғына итеп һутлы дегәнәк япраҡтарын да йыйып һала. Ғыршлата ғына шуны йылҡы малы. Кемдән кәм беҙ — баяғы сөмөкәйҙә шыр яланғас һыу инмәһәк. Бәй, бите-ҡулы ғына ҡарағусҡыл, бүтән ере ап-аҡ икән дәһә Әпәүҙең. Йөҙә лә белмәй бахыр, ә мин, бәйле аяҡҡа ла ҡарамай, сыптырҙығын сығарып маташам.
Ҡайтып атты туғарғас, апайҙар аҫҡа күрһәтә, төпсөнә — ниңә төтөн йәйелгән.
— Пожар сығарҙығыҙмы әрәмәлә?
— Юҡ та, төтөн һалғайныҡ, — тип аңлата белгән булам бит әле.
— Һүндермәй киткәнһегеҙ...
Эйәртенешеп, Мансур менән Басир хәл белешеп китә. Уларҙы бесәнгә, улар беҙҙе ослобаш еләккә эйәртергә һүҙ ҡуйыштыҡ. Ләкин...
Уятыусы булмағас, ул-был тауышҡа һуң ғына торолдо. Әһә, ҡайтҡан даһа өлкәндәр. Әсәй миңә сандали тоттора. Таман икән берәүһе, икенсеһе тығыҙ, яраның бәйләүесе яраттырмай. Тышҡа сығам. Нилектән аҡһағанды белгәс, ҡатындар йәлләне, ирҙәр, күп һикерәндәйһең, йәтеш, тип үсәгәндәй көлөштө. Шулай ҙа ҡайтышлай Егәҙе дауаханаһына һуғылып, минең табанды күрһәтеп сығырға кәңәш ҡорола. Иртәгә. Мотлаҡ...
Сибек кенә апайҙарым бәрәңгелекте утап йөрөй. Ситтәрәк Әпәү ҙә тубыҡланып алған. Көн еләҫ кенә. Атайҙар утынлыҡта беҙгә күсәрле арба йүнләү хаҡында гәп һата.
Тәм-томдан ауыҙ иткәс, мин дә утаусылар эргәһенә барам. Бала-саға ни, эшенән уйыны күберәктер — эй шаярышабыҙ. Тиҙҙән мине өләсәй баҡсанан алып сыға. Аяғыңа тупраҡ керер, һин ҡунаҡһың, күп ер түгел, һинән башҡа ла өлгөрөрҙәр, ти.
— Аяғын йыуып, ҡабат бәйлә әле баланың, — быныһын өйҙә теген машинаһын рәтләгән әсәйемә әйтә. Бәйләгәндерме, юҡтырмы, иҫтә ҡалмаған. Иҫтә ҡалғаны...
Бәй, ҡапҡа алдына байтаҡ кеше йыйылып киткән дәһә. Тәҙрәне асы быраҡ ҡуям. Сайма-сай иреш ҡупҡандай тышта.
— Кисә малайҙарың муйынын бороп, беҙҙең ҡаҙҙы өтөп ашаған. — Миңә ят ҡатын һүҙе был. — Этебеҙ сос, шул алып ҡайтты бая ҡанатын һыу буйынан.
(Дауамы бар).
— Ҡуйсәле, бәләкәй ҙәһә улар. — Әсәйҙең тауышы аптыраулы. — Сос булғас, этең талағандыр. Ай-һай...
— Юҡ та, бешкән һөйәк-мөйәге ята былар ут яҡҡан ерҙә.
— Әллә үҙ малайың атып ашаған? Наган тотоп йөрөй гелән...
— Буҡтан сыҡмаһалар ҙа, боҙоҡлоҡҡа баштары етә! Әпәүегеҙ ялсы урынына көс түгә. — Баяғы ҡатын ярһый. — Үгәй тигәс тә...
— Эйәрсән тәк эйәрсән — инесле (ҡатлы) кейеме лә юҡ. Бер грамм уҡыу эләкмәне бахырға! — Быныһы әллә кемдең йәлләп маташыуы.
— Вәт әй, ҡаҙ бурҙары! Ыштандарын сисеп, шыйырырға кәрәк осаларын! — Ирҙәрҙән йәнә кемдер аҙарына.
— Ярай, күп сәйнәнмәгеҙ. Әгәр шаһитың бар икән — себеш урынына оло ҡаҙымды бирәм! — Быныһын өләсәй ныҡ үртәлеп әйтә. — Нимәгә ул тиклем ҡырҡ һүҙгә етәһегеҙ? Харап, һинең балларың артыҡ кейенәме? Эшкә ни, атаһы ҡуша бит...
— Оноттоғоҙмо, бандиттар күпме ыҙалатты! Һаман берәйһе ҡасып йөрөйҙөр. Мужыт, горыдтан ҡайтҡан зимагурҙар хаслашҡандыр, — тип аҡланғандай итә олатай. — Ярай, асығын беләйек әле. Хәҙер...
Мин соланға сығам. Ҡапҡаны шар асып, олатай йәшел сирәмле ихатаға ярһып уҙа, боржиналы ҡапҡа үҙе ябыла. Ул көрәктәй ҡулын, аймап алырға теләгәндәй болғап, ҡарлыҡҡаныраҡ ҡалын тауышы менән: "Йәһәт кенә шый бында!" — тип Әпәүгә екерә, ә мин солан тупһаһына бөршәйеп кенә сүгәм. Янына килгәс, атаҡайы тешләнеп, өҫтән аҫҡа ажарлы ҡарап ниҙер төпсөнгәйне, улыҡайы бәлтерәп ҡуйҙы, иллә башын ҡәтғи сайҡаны.
– Ҡаҙ буры! — Зәһәр ғәйеп ҡолаҡҡа сағыла урыҫ ҡапҡаһы аша, ҡәһәр яуа. — Һөйәге тамағына торһа, теле асылыр ине, исмаһам.
— Ҡарғама бушҡа, ғейверәт!
— Ҡаҙ буры... Ҡаҙҙы кем белмәй. "Бур" тигән һүҙгә зиһен етеңкерәмәй, ниндәйерәк була икән ундай әҙәм?
— Әйт дөрөҫөн! — Уҫал, һиҫкәндергес бойороҡ ишетелгән арба яғына ҡайырылам һәм күрәм: сәсе тырпайып, күҙе-ҡашы тызырайған олатай ҡулында — ике метрҙай һәлмәк сыбыртҡы. Суҡтар ҡыҫтырып, төбө биштән үрелгән, йылтандағансы майланған, элмәк кейҙерелгән тоҡос һаплы сыбыртҡыһы соланда ағас сөйгә элеүле ине. Бына әле шул яуыз ҡайыш йыландай һыҙғырып, Әпәү яғына уҡтай йомолдо; үҫмер йәмһеҙ сирылды ла терһәге менән битен ҡаплап, ҙур ҡуңыр күҙҙәрен ҡото осҡан ҡолонсаҡтай алаҡанлатып, арба аҫтынараҡ тайшанып өлгөрҙө, мәгәр аяу белмәҫ, осаһына эләкһә, атың-һыйырыңды үрәпсетерлек беше сыбыртҡы осо әллә арҡаһын, әллә яурын башын көйҙөрөп алғандай итте.
— Йәнеңде алам! — Сыбыртҡы бөгөлөп-һынып хужаһының усына йәтешләп йыйылды һәм ҡабат һөжүмгә әҙерләнде, хатта йөнтәфи ғәмһеҙ эт тә бер-ике өрөп ҡуйҙы. — Ысволочь!
Сыбыртҡы осо, еңелсә бәрлегеп, эткә булһа ла асыуын төшөрҙө. Кем йәберләгәнен белә мәхлүк, сыйылдап һыпыртты хәүефһеҙерәк мөйөшкә.
Әпәү арба күребенә терәлгән килеш турайып баҫты. Шарылдап илама-ны ла, тотлоға-тотлоға аҡланырға ла тырышманы, бары тик шул арала бөткөһөҙ рәнйеше төҫө-күҙенә сыҡты: ниңә инде, атай, оторо ҡыҙаһың, шул тиклем кәмһетәһең, тиктомалға бит әле, гонаһым булһа — бер асыу... Уға иң ҡыйыны — минең алда рисуай ителеү, минең алда туҡмалыу ине, шикелле. Етмәһә, бөтә ғаләмгә хур итеп, ана лаһа, деңгелдәп ҡапҡа асыла...
Эйе, асылды. Әсәйҙәр бирегә талпына, ят кешеләр таралыша, ә олатай ҡулындағы сыбыртҡы дерелдәп ҡуя — хәҙер, хәҙер һауаларҙы ярып-те- леп барып, Әпәүҙең арҡаһын ҡабат һеңгәҙәтә ҡайыҙлар йә осо менән генә ҡағылыр. Шул етә — осонда бит үсе лә, көсө лә сыбыртҡы тигән ғәләмәттең. Кешегә һуғырһың тип үрмәгәндер ҙә уны оҫтаһы?
— Теймә... — Уңалыр-уңалмаҫ аяҡ зәхмәтен дә тоймай, ике-өс ынтылыуҙа ата менән ул, дөрөҫөрәге, ғәҙеллек менән ғәҙелһеҙлек араһына ырғылам. “Теймә!” — тип ҡабатлайым да иламһырап өҫтәп ҡуям: “... минең ағайға”. Олатай аҙап ҡала, өләсәй сыбыртҡыһын тартып ала, һуҡрана:
— Менә һин аны, баланың (йәнәһе, минекен) ҡотон осораң да! Шайлы кеше ҡошап ни...
Олатай ҙа тиҙ һыуынмай, тәртә араһынан йәмшек козероклы дәү кеп-каһын эҙләп маташҡан Әпәүгә янай:
— Аттым-ҡуйҙым, барыңдан юғың яҡшы!
Атмаҫ, әйтә генә. Хәйер, мылтығы бар уның, синнектә күрҙем. Яңы ҡорал, йүнләп тотонолмаған да. Ә ауылдағы олатайҙыҡы шымарып бөткән, йәнә уның ялтыр-йолтор сынйырлы яҫы хәнйәре бар. Ысындырмы, Сталин биргән, тиҙәр, һуғыш осоронда айыуҙарҙы, мышыларҙы, ҡыр кәзәләрен (илек, ҡоралай) иткә йыҡҡан, йәнлек тиреләрен мул тапшырған өсөн. Сталин ҡартты әйтәм, электр уты булмаған төпкөл ауылға ла юлды белгән микән ни?...
Хөкөм әлегә тамам. Мин аңҡы-тиңке атайҙы эҙләйем, уға: “Әйҙә, ҡайтайыҡ үҙебеҙгә”, – тип ожо һалып инәлергә теләйем. Ә-һә, ҡунаҡҡа алдан һыпыртҡандыр, моғайын. Күршеләргә, ана, скрипкаһын, ҡурайын тотоп, кисә күреп ҡалған йомро битле, көләсерәк сырайлы ир яҡынлашты. Бәй, беҙгә тау ашаһында ятҡан утарҙан күп һөнәргә оҫта Атау бит. Сыбыртҡы үреп һатырға ла маһир. Әлеге скрипкаһын үҙе әтмәләп алған, тиҙәр. Шулайҙыр, буялмаған-нитмәгән, ә ниндәй көйҙәр һыҙҙырта! Скрипкасыны бабай өйөнә әйҙүкләй, ыңғайҙан мине күреп ҡала.
— Йә, улым, ниңә мыҙылаһығыҙ? Әйт әле әбсәңдәргә — инһендәр мәжлескә.
Ҡушылғанды кинәнеп үтәйем. Өлкәндәр киткәс, синнектәге алғы бүлмәгә инәм. Шунда оҙон йәй ағас карауатта йоҡлай Әпәү. Әле уның мышылдап, бөтә донъяға үпкәләп, йәне-тәне әрнеп ятҡан көнө. Төпкәрәк шылғайны, эргәһенә арҡалаш һырыҡтым, гүйә хәлен еңеләйтергә иҫәбем. Әсәйем, ике өләсәйем бар, эйе, минән бәхетлерәкте табып ҡарағыҙ. Әпәүҙең дә ике әсәһе бар түгелме ни? Ә ул эстән буҙлай — һиҙәм... Алыҫтағы әсәһенә — олатайҙың тәүге бисәһенә үпкәләйме? Ниңә мине бында, өс кенә йәшемдә, килтереп ташланың, тип. Ниңә?.. Уныһы миңә ҡараңғы. Ҡасан телдән яҙыуын дә белмәйем, белергә лә теләмәйем.
Һөйләшер һүҙе күп тә, юҡ та һымаҡ "ҡаҙ бурҙарының", әмәлдәре генә юҡ шул.
...Мансурҙың яҙмышы үтә аяныслы осланды. Шул уҡ йәйҙәме, әллә киләһенәме, уның Һаралыға йәйәүләп барғанын ишеттем. Үҙем дә күргән һымаҡмын, тик яҙа-йоҙа ғына хәтерләйем.
Иртәгәһенә ул йоҡонан тора ла, йыуынып-сайынып алғас, кемгәлер һарай башына йәшергән "пугачы"н күрһәтеп маҡтана, "ҡара, эрзинкәле, ниндәй елле, дары ҡатыштырып төйһәң, ғәләмәт шартлай!" Һәм шартла-та... "Уятайым әле ауылды!" — ти ҙә ... Белһәсе ҡуйынында ғазраил йөрөткәнен!
Йә, Хоҙай, бер илеләй генә ҡырыныраҡ тоҫҡаһаңсы... Бәлки, яһауы гөлтләп атылған ыңғай... йоҡа ҡалай телеме менән генә һап-төйҙәгә бер-кетелгән еҙ ҡатыш тимер көпшә, ысҡынып китеп, башыңа ҡаҙалмаҫ ине?
Еңелерәк арбаға аһ та уһ ат егә һалып, үҙеңде Егәҙе дауаханаһына илтмәксе юлға сығалар ҙа бит. Беҙҙең түбәнге зыяратҡа етәрәк, йән бирәһең, ҡуй инде был донъяны... Ер-һыу илап, кире борола туғандарың. Быны Әтәләмдән күсеп ҡайтҡан таҡыялы күрше бабай әйтте. Әйтте генәме, ай-һай, ныҡ киҫәтте. Хуттыйҙар, шарт та шорт киләһегеҙ ул әрәмәлектә, ул үҙәк буйында. Күрҙегеҙме, уйын бер була... Әрәм генә булды, илгәҙәк малай ине Мансур. Ҡарағыҙ уны: күрһәм йә ишетһәм, үҙем атып йығырмын... (Биғәйбә, беҙҙең тирәлә "атам да йығам" тип янау — ҡоро һүҙ! — әле лә йыш әйтелә).
Инде асыҡ хәтерләйем: күҙ бәйләнер алдынан ғына беҙгә Әпәү килеп инә. Өҫтөнә спецовка һымағыраҡ нәмә, аяғына кирза итек кейеп алған. Нимә һөйләшкәндәрҙер әсәйем менән (беҙ бесәндән ҡараңғыла ҡайтҡайныҡ, буғай) аласыҡта, белмәйем, тәртәкәй (ҡыуыҡһыҙ шәм) яҡтыһында сәй һемереп ултыралар ине. Иртәнсәк юлаусы Һаралы яғына ыңғайлаған, шунан — артабан, Таҡаты һырттары аръяғындағы әсәһе йәшәгән ауылға. Ҡырҡлап саҡрымдағы шул ауылдан әсәйе өс йәшендә генә саҡта килтереп ташлап китә Әпәүҙе айырылышҡан элекке ире ҡулына. Юлын белер-белмәҫ телһеҙ малайҙы һикһән саҡрым араны уҙырға ысын әсәһен һағыныу хисе лә әйҙәгәндер, тип уйлайым. Ярай, беҙҙең тирәлә ҡыйыш-мыйыш телефон бағаналарынан яҙлыҡмай атла-ғандыр, ә артабан нисек аҙашмай барып еткәндер — ғәжәп!
Байтаҡ йылдар уҙғас, инде Өфөлә вуз бөтөп, гәзиттә эшләй башлағас, командировканан ҡайтышлай әлеге ауылда (Ғафури районы) тап итмәмме Әпәүҙе. Ул төҫ, ул кәүҙә — застуйын абышҡа. Ҡырылмаған сикә сәстәре лә килешә үҙенә.
Ул мине таныманы. Ғәйеп түгел: егерме йыл ғүмер уҙғайны, ир уртаһы инем. Тәүҙә сырамытты, аҙаҡ әсәм-өләсәмде, олатайҙы иҫенә төшөргәс, йылмайҙы, әлеге лә баяғы мыхырлап ҡуйҙы. Леспромхоз биргән өйө яғына ымланы, әйҙә, йәнәһе, сәйгә. Әйләнеп, арыу ғына донъя көтөп ятыуын ишеткәйнем инде ошо яҡтағы таныш-тоноштарҙан. Ашыға инек, оло юлға сыҡҡансы бензин етмәҫ тип, урман хужалығы заправкаһын һораштыҡ. Ә юҡ, үҙен ултыртып алдыҡ имеш әле. Әпәү беҙҙе ауыл осона сығып, оҙатып ҡалды. Миңә ул һаман шунда баҫып торған һымаҡ иҫкә төшкөләй. Әллә оҙатып, әллә көтөп торғандай.
Олатайҙар Әтәләмдән оҙаҡҡа һуҙылмай рудникҡа күсенде. Өйҙәре ҡасаба ситендә, йәнә йәш ҡарағайҙарға яҡын ине, ине тип ни, әле лә шунда — ейәндәре йәшәй. Был йорт миңә хәҙер ҙә туҡтап китеү өсөн би-герәк йәтеш.
Бер саҡ сәй-мәй эскәндә Әтәләм, ундағы "ҡаҙ", "сыбыртҡы" ваҡиғаһын телгә алдым. Һүҙсән түгел ине олатай, уйсан ине.
— Ҡуй инде, булғандыр, — тип ыуаланды. — Нервы хөрт, плиндә йон-сорға тура килде бит. Ун кешегә — бер винтовка, бар, һуғышып ҡара! Яралы көйө эләктерҙеләр ҡырҡ беренсе йылдың көҙөндә. Эт күрмәгәнен күрҙек... — Керпектәре йәштән дымланды. — Дошман беҙҙе лагерыбыҙ менән юҡ итергә йыйынғанын һиҙеп, бер-ике иптәш менән прожекторҙарҙы таш бәргесләп һүндерҙек; прожекторҙарға ҡарап, танкыларҙан атып-атып ҡасырға икән тегеләрҙең планы. Ярай әле үҙебеҙҙекеләр ҡотҡарҙы!
Алдамай ине ул. Ғөмүмән, ялғанлай белмәгәндер. Хаҡлы ялға сыҡҡас та байтаҡ йылдар ихлас эшләне. Һыу менән йыуҙыртылған руда ҡал-дыҡтарын түгеү урынында, йәғни отвалда. Премиялар, бүләктәр бир-ҙеләр, исемен “Улар Еңеү менән ҡайтты” китабына яҙып ҡуйҙылар. Ә бит “теге” әсирлектән ыңғай “совет” әсирлегенә юлығыуы ихтимал булған бит.
Һуғыштан ғәҙәттә бөтөнләй ҡайтмайҙар, күптәр йә ғәрип, йә нервыһын боҙоп, хатта аҡылға миктәп ҡайта. Шулай булмаһа, күрше ауылда минең тиҫтерҙе яуҙан сулаҡ ҡайтҡан атаһы... ҡолаҡ япрағынан келәт бүрәнәһенә сөйләп ҡуйыр инеме ни? Фронттан нисектер алып ҡайтҡан трофей ҡылысын болғап, өй тулы бала-сағаһын баҫтырған ауылдаш ағай ҙа хәтерҙән сыҡмай... Бер мәл күрше ауылдыҡылар менән бесәндә ҡуна ятҡайныҡ. Йәнә миңә тиңдәшерәк улын элекке "франтауик", тал сыбығы менән шыптырып, бакуй ярҙырғаны иҫтә. Шуға күрә олатайҙың, аңын-тоңон тикшермәйсә, Әпәүгә ҡаты иркен, хатта артыҡ уҫал бәрелгәнен нисектер аңлай ҙа, аҡлай ҙа алам һымаҡ. Һәр хәлдә, аҡларға теләйем. Хәлбүки, үҙен дә әсирлектә, ай-һай, ыҙалатҡандар! “Икмәк ҡыйырсыҡтарын һибәләр ҙә, ас плинныйҙар шуға ябырыла, тотона шунан тегеләр сыбыртҡы менән ярырға...” Бына олатайға анау саҡта ҡаҙ ваҡиғаһын иҫенә төшөрөп, үҙ ауыҙынан ишеткәндәрем.
— Ҡырҡ өстә, эйе, тикшереп-нитеп, саҡ ҡайтарҙылар...
Эйе, мин уға балалыҡтан олатай тинем, хәҙер ҙә шулай өндәшер инем. Ҡырыҫыраҡ, әммә ярҙамсыл, туғансыл булды уҙаман. Ауылдаштарҙан кемдер үҫмер саҡта иҫкәрткәйне: үгәй ҙә ул һиңә, ысын олатайыңды 37-лә атҡандар бит... Быны ла һиҙә инем. Сөнки өйҙәге ҙурайтылған фотонан тоҡос мыйыҡлы, ҡыйғасыраҡ ҡара ҡашлы, ҡуңыр сәсле һылыу ир ҡарар ине гелән. Әсәйем уны бигерәк йыш иҫкә алды: “12 декабрҙә Егәҙенән алып киттеләр. Төндә, кашауайға ултыртып. Йә, леспромхозда кассир ине, баракта торҙоҡ. Миңә 12 генә йәш...” Бына бит, ятлап алғанмын хатта. “Берия ғына ғәйепле, ҡәһәр һуҡҡыр!” Хәйер, ябай ауыл ҡатыны ул йылдары репрессияларға Берия түгел, ә Ежов етәкселек иткәнен ҡайҙан белһен инде. Тағы шуныһы: гүргә ингәнсе Сталинды яманламай йәшәне.
Хәҙер бая телгә алғандарҙан күптәр донъяла юҡтар. Атай-әсәй ҙә, ола-тай-өләсәйҙәр ҙә, Әтәләмдән тыуған яҡҡа күсеп ҡайтҡан һунарсы һәм скрипкасы бабайҙарым да, ҡаҙ “юғалтҡан” уҙамандар ҙа... Әхирәттә ятҡырҙар!
Ишетеп беләм: олатайҙың етмешенә Әпәү һикһән саҡрым араны йәйәүләп барған, хәленсә бүләкләгән. Ул ғынамы, ҡайтышлай олатайҙың Әтәләмдәге ҡыуышында туҡтап, ике-өс көн булһа ла бесән әҙерләшеп киткән. Нимә һөйләштеләр икән аталы-уллы? Айлы-ҡояшлы хәтирәләргә тулышты микән күңелдәре? Хәйер, ауыҙ тултырып һөйләшмәҫтәре билдәле. Атайы таяҡланмай ғына һикһәнгә етеп гүргә ингәндә лә ыпыҡ улы һикһән саҡрымды бер көндә атлап уҙған һәм ерләүҙә ҡатнашҡан. Ә мин аҙ ғына алдараҡ, түшәккә йығылғас, юл ыңғай бәхилләшеп киткәйнем инде олатай менән...
Ә бит теге юлы — ун йәштәр тирәһендә — Әпәү, йәғни Әхмәҙулла, Әтәләмдән төңөлөп, әсәһенә ҡасырға йыйынғанда, салғыһын һелтәпме, барыбер ҙә бер ҡаҙҙың (бәлки, теге саҡ үҙен юҡтан туҡматҡан кешеләрҙең ҡаҙын) муйынын ҡыйған. Юлда ҡурып тамаҡ ялғармын тимәнеме икән бер-бер? Ысындырмы, буштырмы — белмәйем...
Һәр хәлдә, ниңәлер башта яҙыҡ уй ярала: дөрөҫ эшләгән! Тағымы? Әпәү утарҙа бөтөнләй күренмәй башлағас, бер ҡыҙыҡай әҙ-мәҙ бойоғо- раҡ йөрөгән. Раҫ икән, әлеге лә баяғы ямаҡай сыбыртҡыны ут тамағына ырғытырҙай булам да — юҡ бит әмәле.
Эйе, теге тутыҡ сөйҙөң тәндә эҙе-йөйө ҡалмаған, мәгәр бәғер итенең ҡай ерендәлер һурылмаған шына остоғо йөрөгән кеүек.
Әтәләмдәге һуңғы баракты былтыр ғына һүтеп, унда-бында ташығандар кәрәк-яраҡҡа, тип ишеттем әле яңыраҡ. Шап-шаҡтай, муртаймаған да, ти, бүрәнәләре. Ҡарағайҙарҙың да төрлөһө була шул...
Сабир Шәрипов.