“Шоңҡар”ҙар: Юлдаш радиоһында һөйләгәнегеҙҙе ишетеп ҡалғайным: атайығыҙ менән әсәйегеҙҙең йәш саҡта танышып, аҙаҡтан осрашып ҡауышып ҡуйыуҙары ҡыҙыҡ килеп сыҡҡан икән...
Таңсулпан Ғарипова: Ҡыҙыҡ ҡына килеп сыға шул!..Күсей ауылында революцияға тиклем мәҙрәсә булған, аҙаҡ совет мәктәптәре асыла башлай. Үҙҙәренең көсө, аҡыл-зиһене менән мал туплаған байҙар ҙа, синыф булараҡ, шунда уҡ бөтөрөлмәй, әлбиттә. Бына шул Күсей ауылы байы Темәс хәҙрәте Әбүбәкер Хөсәйеновҡа уҡытыусы һорап мөрәжәғәт итә, ул әсәйемде тәҡдим итә. Ул ваҡытта атайым олатаһы һәм өләсәһе менән йәшәй, әлеге байға ялланып, көтөү көтә. Ата-әсәһе күптән үлгән була. Әсәйем көндөҙ байҙың балаларын уҡыта, кисен, малды ҡарап япҡас, атайыма хәрефтәр өйрәтә. “Урындыҡтың ширлегенә генә дәфтәрен һала ла, иҙәнгә ҡыптыр тунын түшәп, һабаҡ ала торғайны”, - тип хәтерләр ине әсәйем. Әсәйем, Әсмә Баймырҙина, башланғыс белемде Шакир Рәмиевтың ҡатыны Гәүһәр ханым асҡан “Гәүһәр ханым ҡыҙҙар мәҙрәсәһе”ндә ала. Уның атаһын, Рәхмәтулла олатайымды, Шакир Рәмиевтың атаһы Мөхәмәтсадиҡ үҙенә малайлыҡҡа алған була. Шуға күрә, бай ғаиләһе ҡайҙа бара, олатайым да күсеп йөрөй. Өләсәй байҙың ҡатындарына, ҡыҙҙарына кейем тегә. Аш-һыуға ла бик оҫта була ул. Әсәйем шулай итеп күп нәмәне күреп-белеп үҫә, мәҙрәсәлә уҡый. Уҡымышлы булған өсөн З. Вәлиди резеденцияһында эшләй. Темәс ауылында, Америка асҡан ашханала эшләп, 21-се йылғы йотто үткәрә. Бай балаларын уҡытҡан сағында ҡымыҙҙан өҙмәйҙәр уны, шуға ла һаулығын да нығыта. Атайымды ла уҡытып, Күсей ауылы халҡында бик матур хәтирәләр ҡалдырып, ҡабат Темәскә ҡайта. Шунда кейәүгә сыға, ауылда беренсе комсомол туйы үтә. Ул ағай әсәйемде Өфөгә рабфакка урынлаштырып, үҙе Мәскәүгә уҡыуын дауам итергә китә. Совет мәктәптәре асыла башлағас, Күсей ауылы халҡы әсәйемде үҙе һорап ала. Шулай итеп, әсәйем 1924 йылда Күсейгә икенсегә килә. Ул ваҡытҡа тиклем атайым да үҫеп, буй етеп, армияға алынған була. Урта Азия, Төркөстандағы Граждандар һуғышына тура килә. Ат өҫтөндә маневрҙар яһау, джигитовка серҙәренә шунда өйрәнеп ҡайта, ВКП(б)-ға ла шунда инә. Атай 1926 йылда армиянан ҡайта, әсәй был ваҡытта бер балалы тол ҡатын була.
Мирхәйҙәр Фәйзиҙең “Ғәлиәбаныу”ын ҡуйғанда уларға төп геройҙы уйнау өлөшө төшә. Күсей сәхнәһендә уйнағандан һуң, әсәйем менән атайым өйләнешә. “Мин һинән оло бит, тип әйтеп ҡараным, атайыңдың ныҡ күҙе төшкәйне”, - ти торғайны әсәйем. Миңә ҡыҙыҡ бит инде: “Әсәй, һин уны яратып йәшәнеңме?” – тип һорағаным хәтерҙә, икенсе ире бит. “Мин атайыңды ныҡ ниттем инде (яратам тигән һүҙҙе әйтергә ояла торғайны)...” – тип яуаплағайны ул. Әсәйем төҫкә һылыу булды, йәш күренде. Оҙон толомдарын бишкә бүлеп икенән үреп төшөрөр ине. Ә мин атайыма оҡшап эре һөйәкле. Атайым ҡеүәтле йырсы булды минең. “Атайың һинең оратор”, - ти торғайны әсәйем уның тураһында. Нимәне аңлата икән был һүҙ, тип гел уйлап йөрөнөм. Атайым үлгәндә миңә ете йәш тә юҡ ине әле. “Сәсән кеше ҡайраһа, бысаҡ үтә”, - тиер ине әсәйем. “Сәсән нимә була ул?” – тип һораһам, “Атайың һымаҡ инде, атайыңа оҡшағанһың бит”, - ти торғайны. Шунан һуң миндә, оратор менән сәсән бер мәғәнәне аңлата ахыры, тигән фекер уянды.
“Шоңҡар”ҙар: “Күгәрсен” тигән хикәйәгеҙҙә атайығыҙҙың яҙмышы һүрәтләнгәнме?
Таңсулпан Ғарипова: Эйе. Тик хикәйәлә мин атайымды көтөп алам, тормош дауам итә, ә ысынында ул ҡайтманы, был хәл уның үлеме һәм минең балалыҡ менән хушлашыуым менән тамамланды.
Һуғыштан һуң хужалыҡтар ныҡ ҡаҡшағайны. Атайымды алты саҡрым алыҫлыҡта ятҡан фермаға мөдир итеп ҡуйҙылар. Беҙ шунда күсеп киттек. һуғыш тамамланһа ла, кеше өмөтләнеп көткән еңеллек килмәне. Ни ашарға, ни кейергә етмәй. Атайым егелеп эшләй. Сусҡа бәрәсләһә лә үҙе йөрөй, һыйыр быҙаулаһа ла яндарында. Малдарға йылы һарай кәрәк тип, ҡышын Бөрйән яғында бүрәнә ҡырҡып, йәйгеһен уны һалып та ҡуйҙылар. Өрлөклөк бүрәнәләре етмәй ҡалғас, яңынан киттеләр. Машинаға шуларҙы тейәп торғанда, ана шул өрлөклөк сей бүрәнә тәгәрәп төшөп китә, атайым уны эләктереп алып башы аша ташлай. Аҫта ике кеше эйелеп нимәлер эшләп торған, шуларҙы баҫыр ине юғиһә. Эсәге боролған атайымдың. Ҡайтты ла өс көн тигәндә донъя ҡуйҙы.
“Шоңҡар”ҙар: Атайығыҙ һуғыштан яраланып ҡайтҡан, ә һаулығы нисек ине?
Таңсулпан Ғарипова: Өрлөк менән күңелһеҙ хәл килеп сыҡмаһа, оҙаҡ йәшәр ине атайым. Башҡорт кавалерия дивизияһында хеҙмәт иткәндә пулемет расчетын юҡ иткән саҡта яралана. Атайымдың тауышы көслө була, яраланып йығылғас, уның ҡысҡырыуын командирҙары ишетеп ҡала, кире килеп, яу яланынан алып сыға. Ул ваҡытта тотош кавалерияны ҡырып һалалар бит, бөтөн ялан кеше һәм ат кәүҙәләре менән түшәлә.
Сталинград янында һуғыш бигерәк ҡаты була. Дивизияла ҡорал етешмәй. Биш кешегә бер мылтыҡ, тигәндәре дөрөҫтөр инде. Танктарға ҡаршы дивизияны ташлайҙар. Ана шунда атайым, ошо мәхшәрҙән тере ҡалып тағы туғыҙ йыл йәшәһәм, үлһәм дә үкенмәҫ инем, тип Хоҙайҙан ғүмер һорай. 1945 йылдың 29 авгусында Күсейгә ҡайта, 1954 йылдың 29 авгусында 45 кенә йәшендә үлеп ҡала. Теп-теүәл туғыҙ йыл үткәс, бер көнгә хатта кәм дә, артыҡ та түгел.