Бөтә яңылыҡтар
10
Әҙәбиәт һәм ижад
21 Ғинуар , 10:25

Кемел Тоҡаев Повесть Билдәһеҙ эҙ (2)

Туҡта, ниңә ул санитар машинаһында түгел, ә йөк машинаһында килде һуң? Ни өсөн ул был сәғәттә штабтан алыҫ урында булып сыҡты?

Кемел Тоҡаев  Повесть Билдәһеҙ эҙ  (2)
Кемел Тоҡаев Повесть Билдәһеҙ эҙ (2)

Кемел Тоҡаев

Билдәһеҙ эҙ

Повесть (2)

Майор, төпсөктө һалып алып, блиндаждан сыҡты. Сержант Малярҙың ҡәберен соҡор алдынан Родионов тирә-яҡты иғтибар менән ҡарарға булды. Блиндаждан алыҫ түгел ерҙә сәйер эҙҙәр күренде. Улар сержант күмелгән имән эргәһенә бара. Эҙҙәр бик үҙенсәлекле. Әйтерһең, кеше уң аяғында ырғып барған, һул аяғыныҡы күренмәй. Итектән ҡалған эҙҙәр бик тәрән. Күрәһең, был кеше ҡырҡынсы размер кейә, кәүҙә ауырлығы алтмыш килонан да кәм түгел. Тәжрибәле Родионов шунда уҡ быларҙы билдәләне. Ул кеше ниндәйерәк икән? Был һорауға яуапты тик сержант Маляр ғына ҡайтара алыр ине. Тик мәйеттәр һөйләшә алмай шул.
Майор ҡәбер эргәһенә яҡынланы. Маляр менән икәүләп тупраҡты ҡаҙҙылар ҙа мәйетте ҡапланған плащ-палатканы алдылар. Сержант хәтәр генә итеп, нисектер йомарланып ята. Әйтерһең, үлем уны көтмәгәндә ҡыуып еткән, ә һуңғы минуттары иҫ китмәле ыҙалатҡыс булған. Тештәре ҡыҫылған, тешләнелгән ирендәре шешеп, күгәргән. Ҡулдары йоҙроҡҡа йомолоп күкрәгендә ята. Родионов көс-хәлгә мәйеттең йомоҡ усын асты, бармаҡтары араһынан бер нисә бөртөк һары сәс тапты. Иғтибар менән ҡарағас, уларҙы ла ҡағыҙға төрөп, кеҫәһенә һалып алды.
«Хәҙер, — тип уйланы ул, — сержант Маляр үлем алдынан кем менән алышҡанын беләсәкбеҙ. Махсус приборһыҙ ҙа был әҙәм сәсен күптән алмағаны, һәйбәтләп ҡарамағаны күренеп тора. Сәстәр оҙон, күрәһең, ҡатын-ҡыҙҙыҡы. Тик ул тиклем эҙҙәр ҡалдырырлыҡ ниндәй ҡатын булырға кәрәк? Баһадир бит. Ундайҙарҙы ғүмерҙә лә күргәнем юҡ. Бәлки, ул юрый бер аяғында ырғығандыр? Тик ни өсөн?»
Уйлана-уйлана майор тикшереүҙе дауам итте. Малярҙың гимнастеркаһының түш-яғаһы ысҡынған булып сыҡты. Родионов мәйеткә яҡыныраҡ эйелде лә түшен асты. Сержанттың ҡуйынында ятҡан әйберҙе күргәс, иҫ-аҡылы китте. Унда — карта... Улар эҙләгән йәшерен хәрби карта! Майор йәһәт кенә документы алды ла окоптан сыҡты.
Лейтенант Маляр мәғәнәһеҙ ҡараш менән майорға текләп саҡ ҡына ситтәрәк тора. Тәне — бында, аңы бөтөнләй икенсе даръяларҙа. Ул ҡустыһы хаҡында уйлай. Хәҙер окопта ятҡан Миша тураһында түгел, юҡ, ә тере, шаян, ихлас ҡустыһы, бергә үҫкән йән туғаны, ныҡ итеп яратҡан Миша уның күҙе алдында. Инде хәҙер ул блиндажына килеп юҡ-бар һөйләп, күңелен күтәрмәйәсәк. Кисә генә Миша аяғын салғас, блиндажда дөрһөлдәп ҡолап киткәйне. Ағаһы уға, эй, үпкәләне. Хәҙер ул ҡустыһына барыһын ғәфү итер ине. Барыһын! Әммә Мишаға был инде кәрәкмәй.
Фажиғәле төндән һуң таңда сержанттың мәйетен күргәс тә, Маляр күҙен сытырлатып йомдо. Миша хәҙер ятҡан урынан ырғып килеп торор ҙа йылмайып, танау аҫтынан ниҙер көйләй-көйләй блиндажға атлар төҫлө. Әммә бына ул хәрәкәтһеҙ ята, һуңғы йән өшөткөс һыҙланыуынан бөршәйеп ҡатып ҡалған, ә битенә төшкән тупраҡ бөртөктәре инде мәңгегә тиреһенә һеңгән. Нимә унда майор мыштырлап йөрөй? Был ҡурҡыныс ерҙән тиҙерәк тайырға кәрәк!.. Малярҙың ҡарашы Родионовтың ҡулындағы картаға төштө. Ул ни эшләргә белмәй ҡысҡырып ебәрҙе:
— Миша! Һин урланыңмы ни?! Юҡ, ул түгел... Ишетәһегеҙме? Ул түгел! — Лейтенант, ҡапыл ҡайғы баҫҡан кешенән ярһыған арыҫланға әйләнде лә, окоп тирәһендә өйрөлөп ҡысҡырыуын дауам итте: — Һин — һатлыҡйән, Миша! Эйе, һин — һатлыҡйән!
Лейтенанттың тыны быуылды. Ул бәүелә-бәүелә имәнгә барып етте лә, ҡытыршы олонға ҡыҙған сикәләрен терәне. Уйҙары буталды, күҙен томан ҡапланы, башы әйләнде. Ул, имәндең ботағына тотоноп, ҡатып ҡалды.
— Кем һатлыҡйән? Сержант Малярмы? — тип ҡысҡырып һораны майор, ҡабаттан мәйеткә эйелеп ҡарап.
Родионовҡа бер кем яуап бирмәне. Зайцева уның янына килде. Ул да аптырауҙа ҡалған: ысынлап та, сержант Маляр картаны урлағанмы? Ағаһы ҡустыһын үлтергәнме? Родионов әле табып алған папиросты, лейтенанттың сәйер ҡыланышын күҙ алдынан үткәрҙе. Ниңә ул ҡасманы һуң улай булғас? Ҡасыр өсөн бөтә мөмкинлеге бар бит. Киреһенсә, лейтенант Маляр майорҙың күҙенән ысҡынмаҫҡа тырыша, хатта ҡайғынан аҡылдан яҙған һымаҡ. Сержанттың мәйетен машинаға тейәгәндә, Маляр:
— Ысынлап та, һин ураланыңмы, Миша? Эх, ҡустым, ҡустым, — тип шыбырланы.
— Алдан һығымталар яһамағыҙ, — тине уҫал итеп майор. Шунан Зайцеваға: — Үлеменең сәбәбен белегеҙ, иртәгә иртәнсәк һеҙгә инәм.
— Ярай, — тине Зайцева. — Иртәгәгә әҙер булыр.

***
Шулай, карта табылды. Әммә Родионов эштең аҙағына сыҡтым тип уйламай. Блиндажға ҡайтҡас, ул тынлыҡта ҡабаттан факттарҙы ҡарап сығырға булды. Күпме уйлаһа ла, анализ яһаһа ла, кәрәкле һығымтаға килә алманы. Нервылары ҡаҡшап, башы әйләнде. Кейемен алмаштырҙы ла, өҫтәл артына ултырып, сержанттың әйберҙәрен яңынан ҡарап сығырға булды. Бәлки, яуап табылыр? Тоҡсайында бер артыҡ нәмә юҡ: котелок, ҡалаҡ, запас эс кейеме, дәфтәр, ҡәләм. Күренеп тора, сержант хат яҙырға яратҡан, ҡалын ғына дәфтәре ярайһы уҡ йоҡарған. Биттәр араһында Родионов тамамланмаған хат тапты. Сержанттың әсәһенә яҙған һуңғы хаты. Ебәреп кенә өлгөрмәгән.
«Ҡәҙерле әсәй! — тип уҡыны майор. Ул да әсәһенә хатты тап шулай тип башлай. — Һирәк яҙаһың тип үпкәләйһеңдер инде. Яңыраҡ бер хат яҙҙым, аҙна һайын ебәрәм. Бөгөн һинең оҙон хатыңды алдым! Һин минән ниндәй һары сәсле Рая тип һорайһың. Бик һәйбәт ҡыҙ, мин уны күптән беләм... — Әсәһенән бер нәмә йәшермәй, тип уйлап ҡуйҙы майор. — Әсәй, — тип уҡыуын дауам итте Родионов, — был ҡыҙ тураһында Сережаға бер нәмә лә яҙма, йәме? Ул бит минең командир, уҫал ғына ул. Улай йөрөүем өсөн, бер туған ҡустыһы тип тормаҫ, өҫтәп наряд сәпәүе лә бар».
Был юлдарға ҡарағанда сержант Маляр ағаһын ныҡ ҡына ярата, хөрмәт итә, хатта ғорурлана. Картаны ул урлаған тип эште япһаң, әсәһе лә, ағаһы ла ҡайғыны күтәрә алмаясаҡтар. Айырыуса әсә кеше өсөн ҡыйын буласаҡ. Ул бит улдарын һатлыҡйән итеп түгел, ә герой булыр өсөн тәрбиәләгән. Һәм бына һиңә — улы хыянатсы. Юҡ, карта табылһа ла, эште ябырға ярамай. Бурҙың кем икәнен асыҡларға кәрәк. Билдәһеҙ эҙ, ике сәс бөртөгө, тәмәке төпсөгө Малярҙың ғәйеплеме, түгелме икәнлеген әлегә аныҡ күрһәтмәй. Был тик фараз ғына. Әммә карта нисектер сержантҡа барып эләккән. Дошман менән бәйләнеше булғанмы икән? Быға ышаныуы ауыр, әммә бөтөнләй ышанмау шулай уҡ дөрөҫ түгел.
— Толстов, — тип майор ординарсыһына өндәште, — утты тоҡандыр.
Толстов йәһәт кенә электр лампаны аккумуляторға тоташтырҙы, яҡтылыҡ блиндаж буйлап таралды. Родионов енәйәт урынында тапҡан төпсөктө сығарып, тәмәкеһен таҙа ҡағыҙға түкте. Шунан эргәһенә үҙенең «Казбег»ының тәмәкеһен һалды. Төрлө маркалы папиростарҙың тәмәкеләре араһында бер айырма юҡ.
— Күрәһеңме, Толстов? — тине майор ординарсыһына. — Нисектер «Казбек» маркалы папиростың тәмәкеһе «Беломорканал»дыҡына барып эләккән. Нисек улай килеп сыҡҡан тип уйлайһың?
— Буштан түгел, иптәш майор, — тине Толстов. Ординарсы күптән майор эргәһендә хеҙмәт итә, уның ғәҙәттәрен ятлап бөткән. Родионов уға йыш шундайыраҡ һорауҙар бирә, бәхәсләшә, иҫбатлай — фараздарының дөрөҫлөгөн тикшерә. Шуға ла майор менән әңгәмәне ихлас дауам итте. — Берәй хәйләкәр кешенең эшелер, тип уйлайым.
— Бына шул хәйләһе уны тиҙҙән ҡыйын хәлдә ҡалдырасаҡ, — тине Родионов. — Был әҙәм аҡтығын табырбыҙ.
Майор ҡабаттан сержант Маляр менән булған хәлде күҙ алдына килтереп маташты. Сержант посҡа ял итеп, йоҡоһо туйып сыға. Ул, ғәҙәтенсә, иғтибар менән тирә-яҡты күҙәтә, хатта ҡараңғыла ла көн дә күргән предметтарҙың һыҙаттарын таный. Ана алда — имәндәр, ситтәрәк — склад, уның артында — траншеялар, машиналар өсөн урын. Барыһы ла тыныс, әммә часовой бер өндө лә, бер күләгәне лә күҙ уңынан ысҡындырмай. Көтөлмәгән шартлау уны тертләтә һәм ул блиндаж ишегенә ташлана. Бер-бер артлы яңғыраған, артынан ҡыуып килгән шартлауҙар уны аптырата. Янғын сыға, сержант траншеяға йәшенеп өлгөрә. Әммә үҙен шунда уҡ ҡулға алып, посына йүгерә. Ҡапыл ҡасып барған шәүләне күреп ҡала. «Туҡта! Кем унда?!» — тип ҡысҡыра сержант. Йүгереүсе ҡолап китә. Яраланғанмы әллә? Маляр тикшерергә тип уға ташлана. Ә яралы һикереп тора ла ҡараңғыға сума. Маляр бер мәлгә нимә эшләргә белмәй аптырап ҡала: артынан йүгерергәме, посҡа кире барырғамы? Сержант ағаһына ниҙер ҡысҡыра ла сәйер кеше артынан ташлана. Ҡапыл бар донъя яҡтырып китә лә, ҡот осҡос ауыртыу уны һиҫкәндерә. Бар көсөн йыйып, ул ҡасып барған кешегә ташлана, бармаҡ остары уның сәсен генә тотоп өлгөрә, шулай уның ҡулында ике-өс бөртөк сәс ҡала.
— Сержант Маляр дошман ҡулынан үлгән!
Шундай һығымтаға килгәс, майор Родионов был версияны артабан уйлауын дауам итте. Картаны ҡулына төшөргән дошман имен-аман ҡотолдом, этлегемде эшләнем, тип уйлай. Тап шул мәлдә шартлауҙар тамамлана, тирә-яҡта аптырашҡан кешеләрҙең тауыштары ишетелә башлай. Уға үҙенең планын үҙгәртергә тура килә. Ҡулында — карта, тимәк, ҡайҙалыр йәшерергә кәрәк. Шулай ул картаны мәйеттең ҡуйынына тыға. Сержанттың үле кәүҙәһен тапҡан хәлдә лә ғәйеп ысын бурға түгел, башҡаларға төшәсәк. Тәү сиратта сержантты, уның ағаһын — ҡарауыл начальнигын ғәйепләйәсәктәр. Бер кемдең дә башына шпионды артабан эҙләргә тигән уй килмәйәсәк. «Ғәйеплеләр»ҙе аталар ҙа, вәссәләм. Дошман, моғайын, шулай фекер йөрөткәндер.
Ҡараҡ, күрәһең, лейтенантты яҡшы белә: уның физик яҡтан ниндәй булыуын, ғәҙәттәрен өйрәнгән. Тәрән эҙ, «Беломорканал» төпсөгө лейтенантты ғәйепләр өсөн махсус рәүештә ҡалдырылған, былар барыһы ла дошмандың ни тиклем хәйләкәр булыуын күрһәтә. Әммә эҙҙәрҙе юям тип, хыянатсы үҙен үҙе һатты. Быныһы көн кеүек асыҡ. Тик майор бер нәмәне генә аңламай: ни өсөн шпион тап Малярҙың исеме артына йәшенергә булған?
Бының бер әтнәкәһе бар. Шпион картаны юҡ итмәгән. Күрәһең, копияһын төшөрөп алырға ваҡыты булмағанлыҡтан йәшергән. Тимәк, тиҙҙән ул, уңайлы мәл табып, картаны алырға киләсәк. Шулай булһа, шпион ошо тирәлә, штаб эргәһендә йә улар араһында йөрөй. Кем ул? Капитандың штабҡа килерен ҡайҙан белгән? Сөләймәновта йәшерен карта барлығын белгәс, ни өсөн алданыраҡ урлап маташмаған? Дошман хәйләкәр, ипле, күрәһең, яңғыҙы ғына был эштәрҙе ҡыйрата. Әгәр дошмандар күберәк булһа, Маляр ҡорал ҡулланыр ине. Шпион яңғыҙы булған, шуға ла сержант уны тота алам тип уйлағандыр.
Нисек кенә булмаһын, дошман үҙенең ҡара эшен башҡарған. Был турала уйлағанында, майор ниңәлер теге ҡыҙҙы хәтерләне. Ысынлап та, грузовиктың бейек бортынан уның кеүек еңел генә һикереп төшөр өсөн ниндәйҙер әҙерлек кәрәк. Ҡыҙҙан һуң ырғып төшкән һалдат, аяғында тора алмай, ҡоланы. Ә ул бит күпкә эрерәк, мыҡты кәүҙәле. Бәлки, ҡыҙыҡай ваҡытында спорт институтында уҡығандыр? Әммә уны санитар-инструктор тип әйттеләр. Бер яҡтан аптырарға ла урын юҡ кеүек. Спорт беҙҙә ныҡ үҫешкән. Парашют менән ырғырға өйрәнеүе лә ихтимал. Һикереп төшөүе уның профессионалдәрсә килеп сыҡты былай.
Туҡта, ниңә ул санитар машинаһында түгел, ә йөк машинаһында килде һуң? Ни өсөн ул был сәғәттә штабтан алыҫ урында булып сыҡты? Майор грузовиктың шоферын үҙенә саҡыртып алды. Водитель нимә уйларға ла белмәй, аптырап килеп инде. Тәфтишсегә унан нимә кәрәк? Ул часҡа кире килешләй самогон алам тип бер ауылға һуғылғайны. Әллә шуны белеп саҡырттылар инде? Ләкин Радионов уға бөтөнләй икенсе һорауҙар бирҙе.
— Ҡайһы тирәлә һеҙ санинструктор Белованы ултыртып алдығыҙ?
— Ул ҡыҙ менән беҙҙең арала бер нәмә лә юҡ, — тип ҡыҙарҙы шофер. — Нимәгә ул миңә? Уның менән хатта һөйләшмәйбеҙ ҙә.
— Сибәр ҡыҙ һине оҡшатһа, насармы ни? — Майор түҙмәй көлөп ебәрҙе.— Ниңә улай оялаһың?
— Кәрәкмәй ул миңә, — тип мыңғырланы шофер. — Белһәм, алмаҫ инем.
Шофер ниңә майор уға бәйләнгәнен аңламай сығып китте. Әлбиттә, водителдең башына «ни өсөн яңғыҙ ҡыҙ дошманға яҡын ерҙә урала?» тигән һорау инеп тә сыҡмай. Ниңә йәйәүлене ултыртып алмаҫҡа? Һәр кешелә шикләнә башлаһаң, ай-һай...
Белованың юҡ-бар сәбәп табып, частан китеп йөрөүе майорға сәйер һымаҡ тойолдо. Тик уны ғәйепләп буламы инде? Сибәр, иғтибарҙан өҙөлмәгән ҡыҙ, күрәһең, үҙен бик иркен тота. Шул ғына инде. Родионов уйҙарының осона сығып бөтә алмағас, ординарсыһын водителе артынан ебәрҙе лә үҙе машина эргәһенә ашыҡты.

Дауамы бар.

Автор:
Читайте нас: