Бөтә яңылыҡтар
10
Әҙәбиәт һәм ижад
22 Ғинуар , 11:23

Кемел Тоҡаев Повесть Билдәһеҙ эҙ (3)

Бөтә кешеләрҙең яҙмыштары оҡшаш булһа ла, һәр кемдең үҙенә генә ҡәҙерле мәлдәре бар.

Кемел Тоҡаев Повесть Билдәһеҙ эҙ (3)
Кемел Тоҡаев Повесть Билдәһеҙ эҙ (3)

Кемел Тоҡаев

Билдәһеҙ эҙ (3)

Повесть

— Әйтегеҙ әле, майор, ҡарлуғастар ҡыш көнө осамы? — тине хәйләкәр ҡарап полковник.
— Атмосфера тап килһә, ниңә осмаҫҡа һуң? — тине Родионов. — Бындай ҡарлуғас, яҙ килтермәһә лә, оса ала.
— Дөрөҫ, — тине уйсан полковник. Ул урынынан тороп стеналағы картаға оҙаҡ итеп ҡарап торҙо. Бер урында ҡалын һорау билдәһе төшөрҙө. Родионов шунда уҡ полковник уның уйы менән ризалашыуына төшөндө. Полковник, картаны ҡорған менән ҡапланы ла, Родионовҡа әйләнеп:
— Тимәк, һеҙ Лей, Ҡышҡы ҡарлуғас тере икәненә шикләнмәйһегеҙ инде? — тип һораны.
— Тап шулай, иптәш полковник.
— Сәйер ҡушамат — Ҡышҡы ҡарлуғас, — тине уйланып Ильин. — Бының берәй йәшерен аңлатмаһы булырға тейеш.
— Бәлки, — тине майор, — был Ҡарлуғастың ҡыш көнө беҙгә берәй этлеге тейгәндер. Әгәр Белова Лей булһа, ысын Белова ҡайҙа икән? Уның исеме аҫтында йәшәү еңел түгел.
— Ярай, — тине полковник. — Ошо йүнәлеш буйынса эште алып барырбыҙ. Оҙаҡҡа һуҙмағыҙ. Ял итеп алығыҙ ҙа кире тегендә барығыҙ.
Родионов үҙенең землянкаһына ҡайтты ла йоҡларға ятты. Әммә ярты төн һаташып сыҡты. Төшөнә снаряд шартлауы, ҡараңғылыҡта ниндәйҙер аҙымдар гөрһөлдәүе инде. Кемдеңдер артынан ҡыуҙы, көрәште, атты, ҡысҡырҙы. Майорҙың мыңғырлауына Толстов уянды. Үҙенең юрғанын Родионовҡа япты. Ниһайәт, майор тыныс тын ала башланы, уны ҡаты йоҡо баҫты.

***
Родионов иртә таңдан кире юлғы сыҡты. Мейеһе уйҙарҙан геүләп тора. Уң аяҡтың эҙе, Маляр, Белова, Ҡышҡы ҡарлуғас уға тынғы бирмәйҙәр. Машинаның унда-бында дер һелкенеүе генә майорҙы ысынбарлыҡҡа ҡайтарҙы. Борма-борма юлда улар эргәһенән ҡаршыға килгән машина елдереп үтте. Майор шул арала кузовта ултырған Белованы күреп өлгөрҙө.
— Ҡайҙа улай ҡабаланалар? — тип уйланы Родионов. — Белова унда нимә ҡарап ултыра?
Родионовтың шоферы ҡаршы килгәндәрҙе һүгеп, газға баҫты. Машина елһә лә, майорға улар һаман бер урында торған һымаҡ тойолдо. Ул шоферҙы ҡабаландырҙы. Ниңәлер ныҡ борсола. Башынан Белова сыҡмай. Родионов, штабҡа килеп еткәс тә, был ҡыҙ хаҡында белеште. Әммә уның эшмәкәрлегендә бер шикләнерлек нәмә тапманы. Белова иртәнсәк медикаменттар артынан складҡа барырға булған. Күрше частан шофер ҙа шул складҡа барғанын белгәс, Белова уға ултырған. Майор бер аҙ тынысланды.
— Зайцева үҙендәме? — тип Родионов телефонистарҙан белеште.
— Бында, — тип яуап ҡайтарҙылар.
Майор Зайцеваға ашыҡты. Белгес Родионовты шат йылмайып ҡаршы алды.
— Һеҙҙе уйлап ҡына ултыра инем, — тине Зайцева. — Яңы ғына экспертизаны тамамланым.
— Нимәнән үлгән? — тине сабырһыҙ майор.
— Тәненең йомшаҡ туҡымаларында снаряд ярсығы бар. Әммә унан ғына үлеп булмай, еңел генә операция ла етер ине, — тип аңлатты Зайцева. — Нимәһе ҡыҙыҡ — тап шул урынға аҙаҡ бысаҡ ҡаҙағандар. Ярала ағыу табылды...
Родионов хаҡлы булып сыҡты: Малярҙы дошман үлтергән. Тик кем? Белованың ҡулынан килмәй. Ул сама бысаҡ менән сәнсер өсөн ярайһы үк көс талап ителә. Үлтереүсе ир кеше булған. Ҡырҡынсы размерлы итектән ҡалған тәрән, ҙур аҙымдар ҙа шул ир кешенеке. Тимәк, барыһын баштан башларға, тағы берҙе лейтенант Малярҙы саҡырып, элекке юлды үтергә кәрәк. Әммә дошман да иҫәр түгел. Ул, моғайын, эш нисек барғанын, ел ҡайһы яҡҡа иҫкәнен күҙәтеп тора. Юҡ, саҡ ҡына көтөп, уйлап алғас ҡына эшкә ныҡлы тотонор.
Майор көнөн юҡ-бар менән булышып үткәрергә булды. Эш мәшәҡәттәренән бер аҙ арынырға, ваҡиғаларға ситтән ҡарарға тип, Родионов шулай ял итеп ала. Был ваҡытта ул өйҙән килгән хаттарҙы ҡабаттан уҡый, тыныс тормошон — бала сағын, йәшлеген хәтергә төшөрә. Бөтә кешеләрҙең яҙмыштары оҡшаш булһа ла, һәр кемдең үҙенә генә ҡәҙерле мәлдәре бар. Родионов үҙен бәхетле тип иҫәпләй. Ватаны уны тәрбиәләне, уҡытты, яуаплы эш бирҙе. Кешегә тағы нимә кәрәк?
Бындай ял ваҡыттарында майор йыш ҡына Толстов менән әңгәмә ҡора. Һәр һалдат һымаҡ ординарсыһы ла тыныс ваҡыттарҙы, өйҙәгеләрен хәтерләргә ярата. Тыуған йорттан алыҫта саҡта ябай танышың да яҡын бер кеше булып иҫкә төшә. Толстовтың бер ҡыҙығы бар: милиционерҙарҙы ене һөймәй. Ҡасандыр ул ҡыҙмаса холҡо арҡаһында тәртип һаҡлаусылар менән эләгешеп алған. Майор киреһенсә, милиционерҙарҙы тик яҡшы яҡтан телгә ала. Бының өсөн сәбәп тә бар.
— Бына һин, Николай, милиционерҙарҙы әрләргә яратаһың. Ә нимә өсөн? — тип йылмайып һорай майор. — Уларҙың хеҙмәте ауыр. Регулярлаусыны ғына алғанда ла, һин йәйәүлегә, тыныс булһын тип йәйгеһен эҫелә, ҡышҡыһын һыуыҡта тышта тора. Был турала уйлап та бирмәйһең, ә штраф килгәнде мәңгегә хәтерләп ҡалаһың. Штрафтар бушҡа һалынған булһа, бер хәл.

Дауамы бар.

Автор:
Читайте нас: