Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм ижад
27 Февраль , 14:05

Ҡансығай

Был яманһыу тамаша Ҡансығайға үҙен инәһенән айырған хәйерһеҙ көндө хәтерләтте. Бына, Ҡаранғы сырайлы хужа уны елкәһенән эләктереп ала ла, тоҡ эсенә ырғыта. Инәһе йән әрнеткес итеп шыңшый. Оҙатыусылар араһындағы бер ҡатындың сеңләп илаған тауышы теге ваҡытта Ҡансығайҙын инәһе шыңшыған ауазға оҡшаған. Тик уны бит инәһенән Ҡараңғы сырайлы хужа айырҙы, ә кешеләрҙе бер-береһен ташлап китергә нимә мәжбүр итә?

Ҡансығай
Ҡансығай

Ҡансығай үҙенең көсөк сағы үткән ауылға яҡынлашты. Анау, бер-береһенә тоташып, ҡыҫҡа ғына теҙмә тәшкил иткән тауҙарҙы артылһаң, уларҙың көн тыуыш итәгендә күктәге Ҡош юлы йүнәлешенә ҡарап һуҙылған ауыл күренәсәк. Ул ҙур түгел – Ҡансығай донъяға пәйҙә булған ауылдан әллә нисә мәртәбәгә бәләкәйерәк. Һәр хәлдә, эттең хәтерендә шулай ҡалған.

 

Ул яҡты донъяға яңғыҙы ғына килмәгәненә һалҡындан ҡалтырана-ҡалтырана инәһенең имсәген эҙләп, унда-бында төртәләнгән саҡта уҡ төшөнгәйне. Аҙаҡ, күҙҙәре тамам асылып, тирә-йүнде сырамыта башлағас, үҙе кеүек тәнтерәкләп, сыйылдай-сыйылдай имсәккә ынтылыусыларҙың бер-нисәү икәнен күрҙе.

Ҡайһы саҡта бер-береһе менән болаша-талаша имгән инә һөтө көсөктәр өсөн йәшәү сығанағы ла, тәҡәтһеҙ һыуыҡтан ҡурсаланыу сараһы ла ине: иҫ киткес татлы, йылы шыйыҡса бөтә тәнгә тарала һәм һин дерелдәүҙән туҡтайһың. Ә инде инәй өҫтөңдө ялбыр ҡойроғо менән ҡаплаһа, бөтөнләй йылынаһың да рәхәт серемгә талаһың.

Һуңынан көндәр әкренләп йылыға тартты. Әлбиттә, төндәрен йәнә һалҡын төшә, ләкин ул күҙгә күренеп утыҡҡан һәм талай теремекләнгән көсөктәр өсөн әллә ни ҡурҡыныс түгел. Улар көндөҙҙәрен алмаҡтан-һолмаҡ инәләренең имсәген имәләр, уның араһында иҫке һарайҙың ярым ҡараңғы мөйөшөнә түшәлгән һалам өҫтөндә мәж килеп уйнайҙар, бер-береһе менән ойпалашып шаяралар. Инә бағауылы аҫтында уҙған ғәмһеҙ һәм күңелле көндәр!..

Тик әлеге вайымһыҙ дәүер бигерәк ҡыҫҡа булды шул. Көндәр камил йылынғас, быға тиклем ара-тирә һарайға инеп, көсөктәрҙең инәһенә һөйәк-һаяҡ, аш-һыу ҡалдыҡтары ырғытып сыҡҡан Ҡараңғы сырайлы хужа Ҡансығайҙың арлан туғандарын берәм-берәм тотоп алып, икенсе кешеләргә таратып бөттө. Башта инәләре, тотолған көсөгөнөң сыйылдауына түҙмәй, тештәрен ыржайтып тороп баҫҡайны, хужа ныҡ итеп уның томшоғона типте. Меҫкен эткә сайылдап, шыңшый-шыңшый бер мөйөшкә барып һыйыныуҙан башҡа сара ҡалманы. Бынан һуң ул, сираттағы көсөктө алырға ингән хужаға ҡаршылыҡ күрһәтеп маташмайынса, ярҙам һорап, сай-сой килгән балаһын илауға оҡшаш мөсһөҙ шыңшыу ауазы менән оҙата торҙо.

Бер көндө сират инәһе менән икәү генә тороп ҡалған Ҡансығайға ла килеп етте. Тик был юлы хужа йән көскә тыпырсынып сыйнаған көсөктө, нишләптер, тоҡ эсенә һалды ла, уның ауыҙын бәйләп, арбаға ырғытты. Ат ҡуҙғалып китте. Тоҡ эсендә тулап, өҙлөкһөҙ сыйылдаған көсөктөң ҡолағына ат тояҡтары тауышы, тәгәрмәстәр келтерләгән, арба дыһырлаған ауаздар салынды. Ә хәтергә иң ныҡ уйылып ҡалғаны – инәһенең үҙәк өҙгөс итеп шыңшыуы. Был – көсөктөң инә тауышын һуңғы ишетеүе ине.

Байтаҡ барғас, Ҡараңғы сырайлы хужа уны юл ситенә быраҡтырып китте. Көсөктөң тәүге теләге – ат артынан эйәреү, нисек кенә булһа ла, уны инәһе менән бәйләп тороусы хужа артынан ҡалмау ине. Әгәр шулай иткәндә, ул үҙен алып киткән арба артынан эйәреп, инәһе эргәһенә ҡайтасаҡ! Ләкин көсөк былтырҙай ҡалған шырт ҡауланды йырып юлға килеп сыҡҡанда, арба күҙҙән юғалғайны. Ҡараңғы сырайлы хужа тураһында һуңғы иҫтәлек – юл бөгөлө аръяғында алыҫая барыусы тәгәрмәстәр тауышы һәм баҫылырға өлгөрмәгән саҡ-саҡ һиҙелерлек туҙан болото.

Шулай ҙа көсөк йыраҡлаша барған тауыш артынан бер килке үҙенсә йән-фарман сабып ҡараны. Әммә әҙерәк барғас, хужаны ҡыуып етеүҙең мөмкин түгеллеген аңлап, юл уртаһында арт аяҡтарына ултырҙы. Беренсенән, арыны, икенсенән, уны ғүмеренең инәле дәүере менән бәйләүсе һуңғы еп өҙөлдө – арба тауышы бөтөнләй ишетелмәҫ булды. Көсөк көҙҙән ҡалған өйкөм-өйкөм ҡылғандар араһынан күтәрелеп килгән ҡуйы ҡурпылы ҡола яланда япа-яңғыҙ тороп ҡалды.

Яңғыҙ тигәс тә, бөтөнләй үк түгел икән – ҡояш балҡып торған сыуаҡ күктә, ергә бер яҡынайып, бер алыҫайып, ҡоштар һайраша, юлды йә тегеләй, йә былай киҫеп үтеп эреле-ваҡлы ниндәйҙер бөжәктәр ҡайнаша. Шул саҡта ҡапыл уның баш осонда һауаны телеп ҡанат елпегән тауыш, артынса: „Ҡарҡ, ҡарҡ!“ тигән иләмһеҙ ауаз яңғыраны. Унан өрккән көсөк ситкә тайшанды һәм юл ситендәге ҡуйы ҡаулан араһына инеп боҫто.

Ул, ҡыбырларға ла ҡурҡып, йәшеренгән ерендә байтаҡ ятты, тик баяғы ҡоштоң ҡотһоҙ тауышы башҡаса ишетелмәне. Хәүеф үтте шикелле, инде сыҡһаң да булалыр. Ана, яҡты донъя ниндәй ғәжәп һәм мауыҡтырғыс: ергә бер яҡынайып, бер алыҫайып баяғы ҡоштар һаман һайрай, эреле-ваҡлы бөжәктәр унда-бында йүгерешә. Туҡта, алда бер ҡыуаҡлыҡ күренә түгелме? Шунда барырға кәрәк, ағас араһында ышығыраҡ һәм хәүефһеҙерәк булырға тейеш.

Көсөк ҡыуаҡлыҡҡа барып еттем генә тигәндә, унан бер үр ҡуяны атылып сыҡты ла, битләүендә һерәйеп торған ҡаялар күренгән тауға ҡарай сапты. Көтөлмәгән хәлдән тертләгән Ҡансығай, үҙе лә һиҙмәҫтән ырылдау тауышы сығарып, туп кеүек өҫкә һикерҙе. Әммә аяҡтары кире ергә тейер-теймәҫтән баштағы ҡурҡыу тойғоһон ғәжәпләнеү алмаштырҙы: унан әллә нисә мәртәбәгә өлкәнерәк кейек үҙе ҡурҡып ҡасты түгелме? Ҡана, тикшереп ҡарайыҡ әле! Һәм көсөк, тауға яртылаш күтәрелгәс, туҡтап: „Был ниндәй йән эйәһе булды әле?“ – тигәндәй, артына боролоп ҡарап ултырған ҡуянға сәңкелдәп өрөп ҡуйҙы: „Үәү, үәү!..“ Быны ишеткән ҡуян, тауыш хужаһының эт балаһы икәнен абайлап, бер нисә һикереүҙә тауҙы артылды ла күҙҙән юғалды. Әһә, беҙ яңғыҙ, ләкин ике дәһшәтле ҡурҡытыу ҡоралыбыҙ бар: береһе – ырылдау, икенсеһе – өрөү. Улар барҙа бирешмәҫкә була икән.

Үҙ-үҙенә ышаныс тойғоһо бермә-бер артҡан көсөк еҫкәнә-еҫкәнә, һаҡ ҡына баҫып, ҡыуаҡлыҡты тикшереп сыҡты, сөнки тыумыштан һалынған эске аң уны иҫкәртеп торғандай ине: ер йөҙөндәге һәр бер аҙымыңда хәүеф һағалай! Ысынлап та, инәһенән айырылған ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә нисә хәүеф кисерергә тура килде уға. Бәхеткә күрә, ҡыуаҡлыҡ эсендә башҡа хафаланырлыҡ нәмә юҡ ине. Түңәрәк яһап үҫкән ағаслыҡ әллә ни ҙур түгел, уртаһында кескәй инеше бар. Унан урғып сыҡҡан йылғасыҡ һөҙәк тау итәгенән түбәнгә аға. Көсөк, теле менән сәп-сөп ялаҡлап, һыу эсеп алды. Шишмә һыуы инә һөтө түгел, шулай ҙа, асыҡҡанда ул да ярай.

Күп йөрөп ғәҙәтләнмәгән көсөк талсыҡҡайны, шуға күрә, һыу эсеп туйғас, бер ҡыуаҡ төбөндәге мүк өҫтөнә хәл йыйырға ятты. Барыһына ла күнегергә була, тик бына асығыуға нисек түҙергә? Хужа уны, инәһенән айырып, ниңә бында ташлап китте икән? Ҡансығайҙың бит имгеһе, йәшәгеһе килә!.. Юҡ, былай ятыу эш түгел, берәй сара күрмәй булмай.

Көсөк ҡыуаҡлыҡ эсен тағы бер ҡат байҡап сыҡты. Был юлы уның маҡсаты – ашарға яраҡлы берәй нәмә табыу ине. Тик ни хәтле генә тырышып еҫкәһә лә тәғәм итерлек шәй осраманы. Шулай уҡ ошонда ятып астан харап булырға тура килер микән? Был уйҙан шомланған көсөк йәлләмес итеп шыңшып ҡуйҙы. Ләкин шыңшыуҙан ни фәтүә – уны бында кем ишетһен дә, кем ҡыҙғанһын?!

Шул саҡ көсөктөң һиҙгер танауына ниндәйҙер еҫ килеп һуғылды. Шик юҡ – берәй ризыҡтан тарала был. Еҫенең ҡырҡыулығына ҡарағанда, боҙолғанға оҡшай. Һәр хәлдә, тикшереп ҡарау зыян итмәҫ. Баяғы еҫ уны ҡыуаҡлыҡтан ситтәрәк ятҡан бер ҡош һөлдәһенә алып килде. Бисараның башы юҡ, эсе умырып алынған, тирә-яғы тулы йөн. Күрәһең, бөгәрләнеп ҡатҡан тәпәйҙәре менән ҡанаттары ғына ятып ҡалған был ҡош берәй йыртҡыс ауыҙына эләккән. Ярай, бары менән байрам, бөгөн ризыҡҡа яҙғаны шулдыр. Ошондайыраҡ уйҙарҙан дәртләнгән көсөк табышының тәпәйҙәрен сәйнәргә кереште. Уларҙың тышындағы тиреләре кибеп, тарамышҡа әйләнгән, шулай ҙа, сәйнәгәндә, ниндәйҙер тәм сыға, муртыҡ ҡына һөйәктәрен дә, теш менән онтап, йоторға була. Көсөк бөгөнгө һыйҙы ҡоштоң тупсыу һөйәктәрен мөнйөү, ҡанатындағы эрерәк ҡауырһындарҙың баштарын сәйнәү менән тамамлап ҡуйҙы. Унан һуң, ҙур эш башҡарғандай, ҡәнәғәт төҫтә, эре генә атлап, яңы төйәгенә – ҡыуаҡлыҡ эсенә инеп китте.

Көсөк төндө бик тынысһыҙ үткәрҙе – инәһе менән һаташып сыҡты. Имеш, улар һис айырылмаған, донъялағы иң ҡәҙерле йән эйәһе эргәлә генә ята. Көсөк инәһенең шым ғына шыңшып, ҡойроғон болғап, үҙ янына саҡырғанын ап-асыҡ күрә, хатта һөт еҫен тоя. Ул йоҡо аралаш имсәккә ынтыла, әммә мороно ҡаты нәмәгә төртөлөүҙән уянып, айнып китә. Ысынбарлыҡ иҫенә төшкәс, әсе хәҡиҡәткә әрнепме, кемгәлер рәнйепме, сыйылдап ҡуя ла, йәнә тынғыһыҙ серемгә тала.

* * *

Ҡансығай бынан күп йылдар элек үҙе төн уҙғарған түңәрәк ҡыуаҡлыҡҡа килеп етте. Бында барыһы ла әүәлгесә, уртаһындағы инеше лә шул килеш. Бары тик ағастары бер аҙ бейегәйгән, ә ҡайһы берҙәре ҡороп ауған. Ул саҡта яҙ булғанлыҡтан, тирә-яғы ыуыҙ үлән ине. Әле ҡара көҙ, шуға күрә, ағастар япрағын ҡойған, үләндәр ҡыуарған. Мал-тыуар тапауҙан таҡырланған тау битендә өйкөм-өйкөм ҡылғандар ғына тороп ҡалған. Ул мәлдә Ҡансығай үҙе лә ҡарға менән ҡуяндан өрккән аңра көсөк ине, ә хәҙер күпте күргән, башынан ниҙәр генә кисермәгән ҡарт эт.

Теге ваҡытта ул төйәк иткән ҡыуаҡлыҡ янына мал көтөүе килеп сыҡмаһа, көсөктөң хәле мөшкөл ине. Рәхмәт яҙмышҡа: ул көтөүҙән бер башмаҡты айырып алып, күләгәлә үлән бейегерәк булып ҡалҡынған ҡыуаҡлыҡ яғына әйҙәне. Аяҡ тауышын ишеткән көсөк ағаслыҡ ситенә сыҡты ла, биләмәһен ҡурсаларға була сәңкелдәп өрөп ебәрҙе, аҙағынан, янауының етди икәнен аңғартырға теләп, ырылдап ҡуйҙы. Йәнәһе, шаярма, беҙҙә бер түгел, ике ҡорал!

Башмаҡ, ҡурҡыуҙан бигерәк, ҡыҙыҡһынғанға күрә, туҡтап, „быныһы ниндәй мөғжизә“ тигән кеүек, сәңкелдеге сыҡҡан көсөккә текләп торған арала, ун ике-ун өс йәштәр самаһындағы малай ҡыуаҡлыҡ эргәһенә йүгереп килде.

– Атай, атай! – тип ҡысҡырҙы ул. – Бында бер көсөк йөрөй!

– Ишетәм, – тине атаһы. – Яҡын барма, улым, өрәктер ул. Сарпыуы һуғылыр.

– Өрәк? Ул нимә була һуң?

– Бапаҡ тигәнде икенсе төрлө шулай атайҙар. Был ағаслыҡтың исеме элек-электән „Эйәле ҡыуаҡ“. Уның эйәһе кешеләргә төрлө ҡиәфәттә күренә, ти торғайнылар.

Үҫмер ярайһы ныҡыш булып сыҡты:

– Әкиәт! – тип үҙһүҙләнде ул. – Кем һөйләй уны?

– Беҙ бәләкәй саҡта ололар әйтә торғайны.

– Кит, атай! Иҫкелек ҡалдығы бит ул. Беҙҙе мәктәптә шулай тип уҡыталар. И-и, ҡалай бәләкәй, үҙе өрәгәс кенә. Бында нисек килеп сыҡты икән, бахырҡай?

Малай, шулай һөйләнә-һөйләнә, ҡаршылашып маташҡан көсөктө тотоп, ҡулына күтәрҙе, әллә ҡурҡыуҙан, әллә өшөүҙән дер-дер ҡалтыранған кескәй йән эйәһенең башынан, арҡаһынан һыйпаны. Бер аҙҙан улар янына оло көтөүсе килде.

– Кәнтәй икән, – тине ул. – Ҡаҙаҡ әйтмешләй, ҡансыҡ. Шуға ла хужалары аҙаштырып киткәндер, моғайын.

– Бына, исеме лә табылды – Ҡансығай! – тип ҡыуанды малай. – Мин уны өйгә алып ҡайтам. Үҙебеҙҙең эт юғалғас, ҡайҙан көсөк табырға тип йөрөй инем...

Шулай итеп, рәхимһеҙ рәүештә тормош даръяһына ырғытылған көсөк бер юлы хужалы ла, исемле лә булды. Башта уның биләмәһе яңы хужаларының ихатаһы менән сикләнә ине, һуңынан, үҫә килә кәүҙәгә ҙурая төшкәс, урамға ла сыҡҡылап йөрөй башланы. Хатта ара-тирә Шәфҡәтле малай күҙгә күренеп өлкәнәйгән Ҡан-сығайҙы үҙе менән көтөүгә лә эйәртеп алып барғыланы.

Өй хужаһы үҙенең улы менән ауыл малын көтә ине. Улар Ҡансығайҙы эйәртеп, ҡырға алып сыҡҡан көндәр көсөк өсөн тотош байрамға әүерелә торғайны. Көтөүҙә күңелле: төрлө ҡыр йәнлектәре ҡалдырып киткән эҙҙәрҙе еҫкәп, уларҙың юлын ҡыуаһың. Унан тыш, Шәфҡәтле малайҙың һөсләтеүе буйынса, аяҡ аҫтындағы үлән менән мөрхәтһенмәйенсә, колхоз баҫыуындағы игенгә төшөргә ҡырсынған ҡайһы бер бәйелһеҙ һыйырҙарҙы ҡайырышаһың. Ә туйған мал көн эҫеһендә саңдауға ятҡас, танһығың ҡанғансы сысҡан, йомран ояларын ҡаҙаһың. Ҡыҫҡаһы, хөрриәт!

Үкенескә күрә, ундай байрамдар һирәгерәк тәтей. Күпселек осраҡта хужалар, Ҡансығайҙы үҙҙәре менән алмайынса, бәйләп китәләр ине. Бындай көндәрҙә көсөк көтөүселәрҙе шыңшый-шыңшый оҙатып ҡала, уларҙың ҡайтҡанын зарығып көтә. Ул бигерәк тә Шәфҡәтле малайға ныҡ эйәләшкәйне. Ауыл малы көтөүҙән ҡайтып, хужалар ҡапҡанан күренеү менән, Ҡансығай ни эшләргә белмәй: ҡыуанысынан сыйнай, өрә, ҡойроғон болғап сәләмләй, үҙен иркәләргә янына сүгәләгән Шәфҡәтле малайҙың ҡулдарын ялай, һағыныуын белдереп, уға һырпалана.

Йәй уртаһының ғәжәп сыуаҡ, матур бер иртәһендә һәүетемсә йәшәп ятҡан ауылда ығы-зығы ҡупты. Бер нисә өй алдындағы парлап егелгән аттар эргәһендә халыҡ ҡайнаша – олоһо ла, кесеһе лә шунда. Кешеләрҙең зыу килеүенән тирә-яҡ яңғырап тора, ҡысҡырып һөйләшкән тауыштарға юҡ-юҡта илау өндәре килеп ҡушыла. Ҡансығайҙың аңлауы буйынса, кемдәрҙелер ҡайҙалыр оҙаталар. Әһә, китеүселәрҙең барыһы ла ир-ат икән, ана, улар оҙатыусылар менән ҡосаҡлашып хушлашҡандан һуң, арбаларға ултырыша башланы. Шәфҡәтле малайҙың атаһы ла шулар араһында, тимәк, ул да китә. Кемдер гармун уйнап ебәрҙе, юлға сығыусыларҙың күмәкләшеп йырлаған һағышлы көйө аҫтында аттар бер-бер артлы ҡуҙғалып киттеләр. Күпселеген ҡатын-ҡыҙ менән бала-саға тәшкил иткән төркөм, арбалағыларҙы ауыл осона ҡәҙәр оҙатып ҡалыр өсөн, ылауҙар артынан эйәрҙе. Бына, аттар юртыуға күсте, улар артынан иламһыраған тауыш менән ҡысҡырған һаубуллашыу ауаздары яңғыраны. Ҡул болғай-болғай алыҫлаша барған аталарынан айырылғыһы килмәгән бер нисә бала ылауҙар артынан йүгерҙе. Улар араһында Шәфҡәтле малай ҙа бар ине.

Был яманһыу тамаша Ҡансығайға үҙен инәһенән айырған хәйерһеҙ көндө хәтерләтте. Бына, Ҡаранғы сырайлы хужа уны елкәһенән эләктереп ала ла, тоҡ эсенә ырғыта. Инәһе йән әрнеткес итеп шыңшый. Оҙатыусылар араһындағы бер ҡатындың сеңләп илаған тауышы теге ваҡытта Ҡансығайҙын инәһе шыңшыған ауазға оҡшаған. Тик уны бит инәһенән Ҡараңғы сырайлы хужа айырҙы, ә кешеләрҙе бер-береһен ташлап китергә нимә мәжбүр итә?

Ир-егеттәр ылау-ылау булып ҡайҙалыр китеп олаҡҡандан һуң, Шәфҡәтле малай көтөүҙе бер үҙе генә көттө. Ҡансығайҙын ҡыуанысына ҡаршы, йәш хужа элекке кеүек уны бәйләп китмәй, көн һайын үҙе менән алып йөрөй башланы. Инде көтөү тәртиптәрен тамам үҙләштергән көсөк уға бар хәленсә ярҙам итергә тырышты. Кәүҙәгә буйтым өлкәнәйгән Ҡансығай, хужаһының һөсләтеүен дә көтөп тормайынса, ҡайһы бер холоҡһоҙ һыйырҙарҙы игенгә төшөрмәй абалай, бик тә баш бирергә теләмәһәләр, хатта уларҙың ҡойроҡтарына барып йәбешә.

Ләкин мал көтөүҙең ысын хитлығы көҙ еткәс башланды. Үләне утланып бөткән көтөүлектә мал тормай, төрлө яҡҡа таралышып, баштары һуҡҡан яҡҡа ҡасыу яғын ҡарай, һай-һайтлап сыбыртҡы шартлатыуыңды, абалап өрөүенде бар тип тә белмәгән көтөүҙе өйөрөп алыуы үҙе бер михнәт. Үлән эҙләп темеҫкенгән мал-тыуарға аяҙ көндә ҡайһылай ҙа баш булырға мөмкин, ә бына оҙайлы ямғырҙар башланһа, эш бөтөнләй харап. Ундай саҡта бигерәк тә һарыҡтар ыҙалата: бер өйөргә тупланып, битләп яуған ямғырға арттарын ҡуйып, баштарын эйеп ала ла, китә лә китә. Уларҙы ҡайырып та, туҡтатып та булмай, һарыҡтар артынан һыйырҙар ҡуҙғала. Бындай мәлдә манма һыу булып көтөү артынан эйәреп йөрөргә генә ҡала.

Көҙҙөң үҙенсә йәмле, салт аяҙ көндәре лә булғылай. Болот әҫәре күренмәгән күк йөҙөнән һүрәнләнә төшкән ҡояштың тандыр нурҙары һибелә. Ғәжәп тын һәм йылы һауа йәйҙе хәтерләтә, әммә ҡыуарған үләндәр менән ағастарҙан бер-бер артлы ҡойолған япраҡтар бының көҙ миҙгеле икәнен аңғарта. Ҡош тауыштарының ишетелмәүе лә, көн нурында ялт-йолт итеп осҡан үрмәксе ауҙары ла шуны иҫбатлай.

Ошондай көндәрҙең береһендә Шәфҡәтле малайҙың ергә ҡапланып түгелеп илағанын Ҡансығай яҡшы хәтерләй. Иртәнсәктән болоҡһоу күренгән йәш хужа башта һыр бирмәй йөрөнө. Бер аҙҙан көтөүҙе игене урып алынған баҫыуҙағы ҡамыл төбөнә төшөрҙө лә тау итәгендәге бүтәгә өҫтөнә ултырҙы. Уның төҫө ниңәлер бойоҡ, ҡарашы уйсан ине. Һуңынан Шәфҡәтле малай, бишмәт кеҫәһенән икегә бөкләнгән ҡағыҙ сығарып, уға текләп ултырҙы, ултырҙы ла, йөҙтүбән ятып һыңҡылдап иларға тотондо. Юҡ-юҡта сеңләүгә тартым иңрәү менән аралашып киткән һыҡтау байтаҡ дауам итте. Был эс бошорғос ауаздар Ҡансығайға теге хәйерһеҙ көндө хәтерләтте – ул да тоҡ эсендә ошоға оҡшаш өндәр сығарып шыңшып барғайны. Көсөктөң һиҙгер күңеле яңылышырға тейеш түгел: бындай зарлы тауыш төҙәтеп булмаҫлыҡ фажиғәгә тарыған заттың ғына күкрәгенән сыға.

Сыуағына ҡарағанда йонсоуы күберәк булған көҙ миҙгеле үтеп, ҡышҡы һалҡындар башланды. Был ваҡытта инде Ҡансығай кәүҙәгә ныҡ тартылып, тамам эт ҡорона тулғайны: әле көсөк кенә булыуына ҡарамаҫтан, боттары оҙон, тәпәйҙәре өлкән. Билдәһеҙ тоҡомдан булһа ла, киләсәктә уның арыу уҡ эре һөйәкле эткә әүереләсәге күренеп тора ине.

Быйылғы ҡыш бигерәк ҡаты килергә самаланы, ахырыһы – ҡар яуыр-яумаҫтан сасҡау һыуыҡтар төштө. Ләкин кинәт ябырылған ҡыш һалҡыны Ҡансығайға әллә ни ҡурҡыныс түгел: уның өҫтөндә йөндәре йылҡылдап торған йылы тун. Йәш хужа яҙ уҡ әтмәләп биргән ояға инеп боҫаһың да, уны тынын менән йылытып тик ятаһың. Уныһы шулай ҙа, тик бына тамаҡ яғы хөртәйҙе. Әлеге мәсьәлә арҡаһына муҡсай аҫҡан Шәфҡәтле малай иптәштәренә эйәреп, һуңлап булһа ла күрше ауыл мәктәбенә уҡырға киткән көндән ҡырҡыулашты. Әлбиттә, йәш хужа ялға ҡайтҡан саҡтарында Ҡансығайҙын ашарына бирә, әммә ул китеү менән янынан ураҙа башлана. Хужабикә онотҡанда бер ҡатҡан икмәк һынығы, һөйәк-һаяҡ ырғыта ла, тик улар менән генә тамаҡ туямы һун? Бигерәк тә, бынауындай һалҡында.

Ҡансығай, үҙ йүнен үҙе күрмәк булып, ауыл тирәһен ҡыҙырып ҡараны. Ихтимал, ашарға яраҡлы тәғәмгә юлығыр. Кем белә, бәлки, берәй ерҙә емтек-фәлән осрар. Ләкин ауылда ул бер үҙе генә түгел – бында электән йәшәгән эттәр ашарын ашап, мөнйөрөн мөнйөп бөткән. Төп хужалар ауыҙына эләкмәй ниҙер ҡалған хәлдә лә, улар күптән ҡар аҫтында. Ярай ҙа, тыныс ҡына эҙләнергә бирһәләр: ауыл араһына сығыуын була – ҡойроҡ аҫтынды еҫкәп ҡаңғыртырға торған арландар һырып ала. Ул хаяһыҙҙарҙы һинең асмы, туҡмы икәнен ҡыҙыҡһындырмай, уйҙары – икенселә.

Аптырағандың көнөнән Ҡансығай, бер нисә мәртәбә тау ашаһына төшөп, йәш хужаға мал көтөшкән ерҙәрҙә йәнлек ауларға маташып ҡараны. Ләкин ҡырҙан да саф һауа еҫкәп кенә ҡайтырға тура килде – кейектең эҙе бар ҙа, үҙе юҡ. Дөрөҫ, бер көндө Ҡансығай көрттө өңөп боҫоп ятҡан ҡуян өҫтөнә барып сыҡты, тик этте күреү менән оҙон ҡолаҡ йәшеренгән урынынан ҡубарылды ла йән-фарман тауға ҡарай һыпыртты. Сапҡан саҡта артынан буран уйнап ҡалған януарҙы тоторһоң, тотмай ни!

Эйе, ҡышҡы оҙон төндә ас ятыуы бер ҙә ҡыҙыҡ түгел. Етмәһә, былай ҙа бошонҡо күңелде шомға һалып, бүреләр олой. Ҡансығай уларҙың һиҫкәнергә мәжбүр итеүсе һағышлы ла, дәһшәтле лә ауаздарын һәр төндә ишетә. Бүреләр олоған саҡта, ғәҙәттә, ауылдағы эттәр өрөүҙән туҡтай, бары тик уларҙың ҡурҡыуҙан ара-тирә сыйнап ҡуйыуы ҡолаҡҡа салынып ҡала. Һуңғы арала самаһыҙ күбәйеп киткән йыртҡыстар олоу менән генә сикләнмәйенсә, йыш ҡына төнгө ауылға һөжүм итә, түбәләре насар ябылған йәки ҡапҡалары хөртөрәк бикләнгән ҡураларға инеп, һарыҡ-кәзәгә ҡырғын һала, хатта эре малды тамаҡлап сыға. Үҙ биләмәләрен һаҡлап ҡаршылашҡан сарға эттәр ҙә уларҙың ҡорбанына әүерелә ине.

Бүреләр ауылға сираттағы баҫҡын яһаған төндәрҙең береһендә Ҡансығай йәшәгән йорт ихатаһына Аҡъял килеп инде. Был йәш, ҡеүәтле йыртҡыстың елкә йөндәре ай яҡтыһында йылҡылдап, ағарып күренгән өсөн көсөк уны эстән генә шулай атаны. Бүре, һаҡ ҡына баҫып, Ҡансығай ятҡан оя эргәһенә килде, еҫкәнә-еҫкәнә моронон тишеккә тығырға самаланы, ләкин уның ғәләмәт ҙур башы торлаҡтың тар ауыҙына һыйманы. Көсөктөң танауына бығаса таныш булмаған ҡырҡыу еҫ килеп бәрелде. Уның был дәһшәтле ҡан ҡәрҙәше менән тәүге осрашыуы ине, шуға күрә, ҡурҡыуҙанмы, һаҡланыу тойғоһона буйһоноуҙанмы, кесе бәүеле бүленеп сыҡҡанын үҙе лә һиҙмәй ҡалды. Шыйыҡсанан таралған еҫ буйынса уның икенсе енестән икәнен һиҙгән Аҡъял ситкәрәк китеп ултырҙы ла эт өрөүенә оҡшатып әкрен генә ләңкелдәп ҡуйҙы. Яҙмыштары мәңгелеккә айырылып, телдәре ярым онотолһа ла, бүренең ни аңғартырға теләгәненә төшөндө Ҡансығай – ул йыртҡыстың „Сыҡ, сыҡ!“ тиеүе ине. Әммә ҡото алыныуҙан дер-дер ҡалтыранған көсөк ҡымшанманы ла – ояның ауыҙын тар итеп яһаған Шәфҡәтле малайға эстән генә рәхмәт әйләп, урынында ята бирҙе.

Бынан һун күпмелер ваҡыт үткәс, Аҡъял йәнә килде – күрәһең, Ҡансығайҙы үҙ итте. Тик оя ауыҙына томшоғон тығып, күпме генә еҫкәнмәһен, нисек кенә үҙ янына саҡырмаһын, көсөк уның арбау-юхалауҙарына битараф ҡалды. Ғәжәпкә ҡаршы, был юлы ул бүренән бөтөнләй ҡурҡманы. Сыҡмауының сәбәбе – Аҡъялға үҙенән нимә кәрәк булыуын һиҙенеү ине. Ул бит ҡыш башында ауылдағы арлан эттәрҙен ҡайһы ерҙе еҫкәргә ымһыныуҙарын яҡшы хәтерләй. Кит һин бынан, Аҡъял, кит, миндә әлегә уның ҡайғыһы юҡ!..

Ныҡыш бүренең өсөнсө тапҡыр пәйҙә булыуы Ҡансығайҙан шәһүәт һуты бүленә башлаған мәлгә тура килде. Был уның көсөклөктән сығып, инә эткә әүерелеүен, ғүмеренең тоҡом ҡалдырырға һәләтле дәүеренә аяҡ баҫыуын аңлата ине. Аналыҡ һуты Ҡансығайҙын булмышында нәҫел ебен дауам итеү теләген уятты. Был бөйөк тойғо ҡеүәтле тулҡын булып уның аңын томаланы, ихтыярын үҙенә буйһондорҙо. Ҡансығай, ояһынан сығып, ел ҡапҡа аша урамға һикерҙе һәм, әленән-әле туҡтап, кесе бәүелен әҙләп бушата-бушата, йәйгеһен мал көткән яҡҡа йүнәлде. Ул ниңә шулай эшләгәнен үҙе лә аңламай ине: арттан төшкән арланды ситкә ебәрмәҫ өсөнмө, әллә уны сихырлап, дәртен оторо ҡуҙғытыу маҡсатынанмы?

Түҙемлеге бөткән Ҡансығай Эйәле ҡыуаҡ эргәһендә туҡтаны. Ул тамыҙа барған сихри билгеләрҙе еҫкәй-еҫкәй баҫмалатып килгән бүре мораҙына яҡынлашты. Шул саҡ, гүйә, ваҡыт ағышынан туҡтаны ла, борон-борон заманда ҡалған таш быуат бөгөнгөнө ҡыуып етте. Әлеге дәүер, киреһенсә, артҡа шыуып, мәмерйәгә инеп ятты. Ҡаранғы төн яҡты көндө ҡыуып етте лә, улар бергә ҡушылды. Донъялағы таҡ тигән төшөнсә йопҡа әүерелде...

Ҡарығышып бөткәс, бүре Ҡансығайҙы әүрәтә-әүрәтә өңөнә алып китте. Аҡъял үҙе генә тоҫмаллаған һуҡмаҡ буйлап оҙаҡ ҡына барҙы. Бәлки, ул аслыҡтан әлһерәп килгән Ҡансығайға шулай тойолған ғыналыр. Һирәк ағаслыҡтар үҫкән бейек тауҙы аша төшкәс, ҡуйы урман менән ҡапланған һөҙәгерәк артылыш башланды. Аҡъялдын өңө әлеге тауҙың ашаһында булып сыҡты. Ул ерҙән үҫеп сыҡҡан ғәләмәт бейек һәм текә ҡая аҫтында урынлашҡайны. Өндөң ауыҙы тарыраҡ булһа ла, эсе иркен генә ине. Ләкин ҡорһаҡтың торошо торлаҡтың дәүмәленә бәйле түгел – тамағын туҡ булһа, ҡыҫынҡы оя ла киң күренә. Бүре шуны яҡшы аңлаған йыртҡыс булып сыҡты – өндөң төбөнәрәк үтеп, унан туңған ит киҫәге һөйрәп килтерҙе. Был – уның тарафынан һаҡлыҡҡа ҡалдырылған ҡоралай бото ине. Аҡъял үҙе „Аша, аша!“ тигәнде белдереп ләңкелдәп ҡуйҙы ла, ситкәрәк барып ятты. Ҡансығай „Бының бөтәһе лә миңәме?“ тигәндәй, шикләнеңкерәп, башта алдындағы итте ипләп кенә еҫкәп ҡараны, һунынан, һыйҙың ихлас икәнлегенә инанғас, ҙур кинәнес менән тун итте кимерергә тотондо.

* * *

Ҡансығайҙын уйламаған-нитмәгәндә Аҡъял менән йоплашып йәшәй башлауына хәтһеҙ ваҡыт үтте. Ғаилә булып бергә тереклек итеү осоронда уның көсөкләмәгән йылы бик һирәк булды. Аҡъял менән икеһенән тыуған игәрҙәрҙе бергә ҡушһаң, улар тотош өйөр хасил итер ине. Яҙмышының ҡырҡа үҙгәреп китеүе көсөклөк дәүеренән сығыр-сыҡмаҫ мәлгә тура килгәнлектән, Ҡансығайға бүре тормошона күнегеп китеүе әллә ни ауыр булманы. Дөрөҫ, ул башта үҙе эҫенергә өлгөргән ауылды, биләмәһенә әүерелгән ихатаны, бигерәк тә Шәфҡәтле малайҙы һағынып ыҙаланы, йәй көнө бергәләшеп ауыл малын көткән саҡтарҙы юҡһынды. Йәш хужа бит уны шундай яратып, иркәләп кенә үҫтерҙе! Ауыл яғы иҫенә төшөп, яманһыулаған саҡтарында ул бер-ике мәртәбә ҡайтып китергә лә уҡталып ҡуйҙы. Әммә... Әлеге „әммә“һе бар шул: һуңғы сиктә Ҡансығай ундағы аслы-туҡлы көндәрен хәтеренә төшөрҙө лә был уйынан дүнде. Ә аҙаҡтан ул ниәтенән бөтөнләй төңөлдө.

Сағыштырмаса йәш булыуына ҡарамаҫтан, Аҡъял бик тоғро иш булып сыҡты – Ҡансығайға бер ваҡытта ла хыянат итмәне. Һәр хәлдә, урамдан үткән һәр бер кәнтәй артынан сабырға әҙер торған арлан эт түгел инде. Бүренең хәстәрлекле ата икәнен дә танымай булмай – Ҡансығай көсөкләп ятҡан көндәрҙә, уның имсәгенә һөт төшһөн өсөн, аҙыҡтан өҙмәне. Һунынан, балалары үҫә төшкәс, урман тулы ҡыр йәнлеген тотоп ашай ҙа, өңгә ҡайтып, улар алдына ит ҡоҫа. Ә беҙҙең эт халҡы һун? Өйөгөшкән саҡта өйөр булып тамшанып йөрөһәләр ҙә, аҙағынан, бер-береһенә һылтанып, көсөктәрен дә, уларҙың инәләрен дә белмәмеш тә күрмәмеш.

Әлеге лә баяғы, йән аҫрау яғын алайыҡ. Был мәсьәләлә эттәр тулыһынса кешеләргә һалынған – үҙ тамағын үҙе туйҙырырға һәләтлеләре бик һирәк. Бүреләргә килгәндә, уларҙың барыһы ла һунарсы – аусылыҡ ҡомары һәммәһенен булмышына һалынған. Бүреләр тормошо менән йәшәй килә Ҡансығай шуға ныҡлап инанды: ғаилә ҡороп һәм өйөргә уҡмашып көн итеү – уларҙың иң көслө яғы. Шунһыҙ уңышлы һунар итеү ҙә, үҙ-үҙенде ер йөҙөнән юйылыуҙан һаҡлау ҙа мөмкин түгелдер, моғайын.

Аҡъял менән йәшәй башлағаны бирле Ҡансығай ныҡ үҙгәрҙе – йыртҡыстар тормошона күнегеү генә түгел, ситтән ҡарағанда үҙе лә бүрегә оҡшай төштө: һәр ваҡыт хәрәкәттә булғанғамы, гелән ҡыр йәнлектәренең ите менән туҡланғанғамы, боттары йыуанайҙы, тарамыштарҙан ғына торған тәне тығыҙланды. Хатта уның аяҡ баҫҡан һайын тирә-яҡты байҡап, аусыларса һаҡ ҡына атлап йөрөүе лә бүренеке ине.

Әлбиттә, йәнлек ауыҙға үҙе килеп инмәй – тамағын һыйлы булһын тиһәң, уның артынан байтаҡ ҡыуырға тура килә. Ҡалдырған эҙе, йә булмаһа, аңҡытҡан еҫе буйынса януарҙы эҙләп табыуы, йәшеренгән урынын асыҡлауы ауыр түгел, тик уға ла йән ҡәҙерле, шуға күрә, ҡаса торған холҡо бар. Ғәҙәттә, өйөргә тупланып көн иткән бүреләр үҙҙәре ымһынған кейекте ян-яҡтан ҡамап тота. Икәү генә булғанлыҡтан, Аҡъял менән Ҡансығай күпселек осраҡта һунар итеүҙең боҫҡон ысулын файҙаланды. Ниндәйҙер аңға һыймаҫ эске һиҙемләү буйынса сираттағы ҡорбанының ҡасыр йүнәлешен дөрөҫ билдәләгән Аҡъял боҫҡонға ята, ә Ҡансығай, саңҡылдап өрә-өрә, йәшеренеп ятҡан урынынан йәнлекте өшкөтөп сығара. Өрккән януар ышыҡтан атылып сыға ла туп-тура бүрегә табан саба. Күҙенә аҡ-ҡара күренмәй ҡасҡан ҡорбан үҙе менән тиңләшкәс, Аҡъял боҫҡан урынынан ҡалҡына ла уның өҫтөнә ырғый.

Һунар – тотороҡһоҙ шөғөл, уның уңыштары ла, уңышһыҙлыҡтары ла алмаш-тилмәш. Ҡайһы саҡта көнө буйы йөрөп тә бер тере йән осратмайынса, телде арҡыры тешләп өңгә ҡайтып йығылырға тура килгеләй ине. Иртәгәһенә иһә ризығына яҙған кейек юлыңа үҙе ҡаршы сыға ла кисәге көндөң уңышһыҙлығы менән аслығын оноттора.

* * *

Шулай йәшәй торғас, Ҡансығай үҙенең ҡартая башлағанын тойҙо. Уның беренсе билдәһе – түлдән ҡалыу ине. Эй, ғүмер!.. Ҡайҙа булды Ҡансығайҙын тәүге аналыҡ һуты бүленеүҙән илереп, нәҫел ҡалдырыу ғәмәленән һушын юйған саҡтары? Күрәһең, ундай мәлдәр тик бер генә була ла бүтәнсә ҡабатланмай. Тештәрҙең берәм-берәм ҡойола башлауын да ҡартлыҡ ғәләмәте тимәй, ни тиһең? Ә бит ауланған ҡыр йәнлектәренең хатта бот һөйәктәрен онтарға яраҡлы ул тештәр мәңге ҡаҡшамаҫ кеүек ине. Күҙҙәр ҙә элекке осҡорлоғон юғалта, ахырыһы – алыҫтараҡ шәүләләнгән кейек-маҙарҙы айырып бөтмәй. Өҫтәүенә, һуңғы ваҡытта Ҡансығайға билдәһеҙ һағыш ябырылды. Был да әлеге шул олоғайыуға бер ишаралыр. Уның, башын алғы тәпәйҙәренә һалып, көндәр буйы моңайып ятҡан мәлдәре йышайҙы. Ундай саҡта Ҡансығай, үҙенә генә билдәле уйҙарға бирелеп, бер нөктәгә текләп, оҙаҡ ҡына ваҡыт хәрәкәтһеҙ ҡала. Ята торғас, үҙе лә һиҙмәҫтән, күҙҙәре йомола ла, булмышы хәтирәләр даръяһына сума.

Ғәжәпкә ҡаршы, Ҡансығай инәһен йүнләп хәтерләмәй ине. Уның хаҡындағы өҙөк-һурыҡ иҫтәлектәрҙең береһе – тәме һаман онотолмаған имсәк һөтө, икенсеһе – мәңгегә айырылышҡан көндәге йөрәк өҙгөс шыңшыу. Ул әле булһа ҡолаҡ төбөндә сыңлап торғандай. Ҡансығайҙын аныҡ хәтирәләр сылбыры Ҡаранғы сырайлы хужаның ҡола яланда уны ташлап киткән көнөнән башлана. Күрәһең, ныҡ тетрәнеү касафатылыр.

Ҡансығайҙын ғүмерендәге иң яҡты иҫтәлектәр Шәфҡәтле малай һәм уларҙың ауылында уҙған ғәмһеҙ осор менән бәйләнгәйне. Өй хужалары, ҡайһы саҡта уны көтөүгә алып бармайынса, бәйләп китеп зарыҡтырһалар ҙа, ниндәй бәхетле мәлдәр булған икән! Ә һун аҙаҡтан Шәфҡәтле малай менән икәүҙән-икәү ауыл малын көткән көндәрҙе нисек онотаһың? Ул бигерәк тә йәш хужаның иркәләп баштан, муйындан һыйпауҙарын һағынды. Шәфҡәтле малай хәҙер үҫкәндер, ҙурайғандыр инде. Их, бер тапҡыр булһа ла күҙ һалырға ине үҙенә! Ысынлап та, ә ниңә барып күрмәҫкә? Хәтһеҙ йылдар уҙһа ла, ул әле ауылға юлды онотмаған.

Берҙән-бер көндө һағыныу-юҡһыныуҙарына түҙер әмәле ҡалмаған Ҡансығай ауыл яғына юлланырға ҡарар итте. Ни булһа, шул булыр, уға яҙмыштың ҡырҡа боролоштарына өйрәнәһе түгел. Шәфҡәтле малайҙың танымау ихтималлығы ла, ҡасып киткән өсөн рәнйеп ҡабул итмәй ҡуйыуы ла ҡурҡытмай Ҡансығайҙы. Ҡабул итмәһә лә ихтыярында, сөнки ҡаушап, бәлтерәп бөткән кәнтәй кемгә хәжәт? Улайға китһә, урманда кемгә кәрәк ул? Аҡъялғамы? Эйе, уларҙың эҫенешеп, бер-береһенә мохтажлыҡ кисергән саҡтары бар ине. Бына хәҙер, Ҡансығай түлдән ҡалғас, уныһы ла юҡҡа сыҡты. Аҡъял менән айырылышыуы ғына ҡыйыныраҡ – ни тиһәң дә, барлыҡ аңлы тормошо уның менән иңгә-иң терәшеп үтте бит. Ана, ҡасандыр ғәйрәте ташып торған, хәҙер инде ҡартайған бүре, ҡолаҡтарын шымтайтып, бойоҡ ҡына ҡиәфәттә өң алдында ята. Һынсыл һағайыу менән баҡҡан күҙҙәре уның барыһын да аңлағанын күрһәтеп тора ине. Бына, Аҡъял әкрен генә тороп ултырҙы ла „Ҡал, ҡал!“ тигәнде аңғартып, ләңкелдәп өрөп ҡуйҙы. Ләкин Ҡансығайҙы был ғына туҡтатырлыҡ түгел ине. Ул, күҙҙәрен мөлдөрәтеп, бүрегә һуңғы тапҡыр ҡараш ташлағандан һуң, „Кәрәгем ҡалманы бит инде...“ тигәнде белдереп, шыңшый-шыңшый ауыл тарафына ыңғайланы.

* * *

Ҡансығай Эйәле ҡыуаҡ менән ауылды айырып торған тау түбәһенә менеп етте. Бынан, юғарынан, барыһы ла арыу уҡ һәйбәт төҫмөрләнә. Алда ике тау араһынан күренгән дала йәйрәп ята. Ул күҙ күреме ерҙә күк көмбәҙе менән барып тоташа. Уларҙың икеһе лә Ҡансығайға яҡынлашып килгән эңер төҫөндә һынлана ине.

Ауыл әллә ни үҙгәрмәгән – һаман шул бәләкәй генә көйө. Дөрөҫ, уның ике осонда берәр өй өҫтәлгән. Ә ауыл уртаһындағы бер йорттоң урыны ғына тороп ҡалған, күрәһең, уны һүтеп, икенсе ергә күсереп алып киткәндәрҙер. Ҡансығайҙын ҡолағына балалар ҡысҡырышҡан, эттәр өргән ауаздар ишетелде. Бына, ҡайҙалыр һуҙып-һуҙып һыйыр баҡырҙы, шөңгөр тауышы сығарып ҡолон кешнәп ҡуйҙы.

Иҫ киткес таныш ауаздарҙы ишетеүҙән, ғәзиз ерҙәрҙе күреүҙән йөрәкһегән Ҡансығай тауҙан төштө, һаҡ ҡына баҫып ауыл урамына яҡынлашты. Бына, ҡатын-ҡыҙҙарҙың һыуға йөрөй торған тыҡрығы. Унан Ҡансығай ҡасандыр йәшәп киткән йорт яҡшы күренә. Шәфҡәтле малай өйҙә микән? Әгәр өйҙә булһа, сығып күренмәҫме? Ҡансығай картуф баҡсаһын кәртәләгән ситән буйындағы кесерткән һабаҡтары араһына инеп ятты ла, урам ашаһындағы һәр бер һыҙаты таныш йортто күҙәтергә кереште. Әгәр иҫән булһа, йәш хужа бер сыҡмаһа, бер сығыр. Бөгөн булмаһа, иртәгә күренер. Кәрәк икән, Ҡансығай ошонда төн үткәрергә әҙер.

Ошолай күпме ятҡандыр, ҡапыл, эңер һиллеген телеп, ауыл осондараҡ бер эт олоп ебәрҙе. Уның артынса тәгәрмәстәр таҡылдауы, арба шығырлауы ишетелде. Күп тә үтмәне, Шәфҡәтле малайҙың өйө алдына егеүле ат килеп туҡтаны. Ниҙер һиҙенгән Ҡансығай, кесерткән араһынан сығып, арт аяҡтарына ултырҙы. Эттәр бушҡа олоймо һун инде? Улар, төҫтө айырмаһа ла, Ғазраилды күреүсе берҙән-бер йән эйәһе. Үлем фәрештәһенең яҡынлашҡанын шәйләгән эттәр шуға шомланып олой ҙа инде. Ул яуызды Ҡансығай ҙа күрҙе: арбаның артындараҡ ултырған Ғазраил күсерҙең хәрәкәттәрен иғтибар менән күҙәтә ине. Ҡыланышына ҡарағанда, алыпһатарға оҡшаған кеше арбанан төштө лә, шалтыр-шолтор килеп тоҡ эсенән ниҙер алды. Быны күргән үлем фәрештәһе ҡыуаныстан ҡулдарын ыуғылап ҡуйҙы.

Ҡансығай барыһын да аңланы: күсерҙең ҡулында үлемесле әйбер! Шәфҡәтле малайға һәләкәт янай! Юҡһа, бында Ғазраил ниңә эйәреп килһен? Тимәк, йәш хужаның эштәре насар. Тиҙерәк, тиҙерәк!.. Ҡансығай бер нисә һикереүҙә арба эргәһенә килеп етте һәм, һуңғы көсөн йыйып, ҡулына йылтыр шешә тотоп ҡапҡаға йүнәлгән күсерҙең өҫтөнә ырғыны. Ҡалған ғына тештәрен алыпһатарҙың боғаҙына батырырҙан алда Ҡансығай уны танып өлгөрҙө: Ҡараңғы сырайлы хужа!..

Ҡансығайға Шәфҡәтле малайҙы күрергә насип булманы: ҡурҡыуҙан, ауыртыуҙан ергә йығылған Ҡаранғы сырайлы хужа, ҡулындағы араҡы шешәһен ҡапҡа алдындағы ташҡа һуғып ватты ла, уның бүре теше һымаҡ үткер ярсыҡтары һерәйеп торған өлөшө менән һөжүм итеүсенең ҡорһағын йәнтәслим телгеләргә кереште. Ләкин Ҡансығай, аҫтында тыпырсынған бәндәнең үлемесле сәнсеүен тойған һайын, тештәрен нығыраҡ батырҙы.

Бер аҙҙан ҡорһаҡты телгеләүҙәр туҡтаны – Ҡаранғы сырайлы хужа хәрәкәтһеҙ ҡалды. Унан һуң йәне менән тәнендә ғәжәп еңеллек тойған Ҡансығай ҡорбанын ысҡындырҙы һәм хәүеф-хәтәрҙән, йәбер-золомдан азат булған икенсе, ят бер донъяға олғашты.

 

Автор:Мәүлит Ямалетдин.
Автор:
Читайте нас: