– Зөлхизә инәй, ҡайҙа һыпырттың? Ғибрәт күргең килһә, былай ыңғайла! Ахырызаман тигәндәре ошо инде, тфү, ыстырам! Мәсхәрә!
Уйҙарына батып, таянған таяғына көс төшөрмәй генә ыңғай атлап барған Зөлхизә әбей, алабарман киленкәйҙең сарбайлауына ҡапыл тертләп, башын күтәрҙе. Ҡасандыр мөһабәт булып та, хәҙер инде ярым ауышҡанлыҡтан урам йәмен ебәреп ултырған өйҙөң һынып, емерелеп бөткән ҡоймаһына биш-алты бисә-сәсә һырышҡан, айыу бейетәләрме ни – бар иғтибарҙары ихата эсендә.
Нисәмә тиҫтә йыл тап ошо йортто күрмәмеш булып үтергә ғәҙәтләнгән әбей, улар янында ауылда мулла булмағанлыҡтан аят уҡыу кеүек дини бурыстарҙы үҙ өҫтөнә алған элекке коммунист Әхмәттең дә ауыҙ асып тороуын абайлағас, шул яҡҡа атламай булдыра алманы.
Күргәне уны тетрәндермәне. Ә бына үлән өҫтөндә үҙ ҡоҫҡолоғона буялып, ибәтәйһеҙ булып ҡолас ташлап ятҡан Сания әбей, әйтерһең дә, уның яҡынлашҡанын һиҙҙе, үҙ алдына үҙе нимәлер тип һүгенеп маташты.
– Эй, Хоҙайым, ошондай хәлгә төшөрмәгәнеңә мең рәхмәт! – Зөлхизә әбей эстән генә тәүбәһен әйтә-әйтә юлын дауам итте.
...Баланан һуң өҙлөктө шул Зөлхизә. Бөтә тәне, әйтерһең дә, иҙелгән, ҡыл өҙөрлөк тә хәле юҡ. Етмәһә, ике-өс көн буйына ауыҙына тәғәм дә йылы аш ҡапмағанлыҡтан һөтө лә юҡ. Күҙе асылыр-асылмаҫтан иренен сәпелдәтеп ашарға һораған ҡыҙсығына күкрәген ҡаптырып ҡарай ҙа бит, уныһы ымһынып бер-ике һура ла, һөт булмағас, алдаттығыҙ, тигән кеүек йәнә башын борғолап иламһырай башлай. Аптырағас, һуңғы ҡабым ҡатҡан икмәкте сәйнәп сепрәккә төрҙө лә бәпесенең ауыҙына ҡаптырҙы.
– Әсәй, ашағым килә, асыҡтым... – сабыйы йоҡомһорағанда үҙе лә серем итеп алырға уйлаған әсә улының тауышына баш күтәрҙе.
Ни хәл итергә... Ҡосағындағыһын бер аҙға ғына булһа ла алдаштырҙы ла бит, алты йәшлек балаһының да ауыҙы бар шул. Ана бит, йүнле ашау булмағас, уныһы ла хәлһеҙләнеп, ҡураныс ҡына булып ҡалған.
Исмаһам, шундай саҡта әсәһе лә өйҙә юҡ. Кейәүе һуғышта баш һалғандан һуң, ҡыҙының һөмһөҙ Ғаян менән берләшеүен хупламаны шул Ғәйникамал ҡарсыҡ: асыуы килеп, Ямашлылағы оло ҡыҙына китте лә барҙы. Үҙе генә китһә бер хәл, ғаиләнең күҙ төбәп торған һыйырын да ҡалдырманы. Ул ғына түгел, биш йәшлек Ғәле лә өйҙәш булып килеп ингән был иргә күнегә алмай бер булды. Быға тиклем әсәһенең ҡуйынында ғына йоҡлап өйрәнгән малай үгәй атаһының уҫал күҙ ҡарашынан ҡалтырап төшөр, ул өйҙә саҡта мөйөшкә боҫор булды.
25 йәшлек тол ҡатын ир ҡуйынын һағынғандан түгел, сараһыҙҙың көнөнән риза булды шул Ғаян менән никахлашырға. Шул тиклем дә йәнә бала һөйгөһө килде, тыуасаҡ ҡыҙ ғынаһы төштәренә инеп йөҙәткәс, яңғыҙ улыма иптәш кәрәк, ташлап сығып китһә лә, исмаһам, бер бала табып ҡалырмын, тип тәүәккәлләне.
Ә бит был әҙәмгә баштан уҡ йәне лә, тәне лә тартманы. Бары тик башҡаса күҙ һалыусылар булмаҫ, тип кенә уйланы. Һуғыштан һуң һанаулы ғына ҡалған ирҙәрҙең хатта сатан-сулаҡтарының да бәйәһе ҙур, бер тапҡыр ҙа егет ҡосағын татымаған, еләк кеүек тулышып бешкән 17–18 йәшлек ҡыҙҙар менән уға, балалы ҡатынға, ҡайҙа инде ярышырға!
Бүрәнәләй йыуан беләкле, көслө икәнлеге әллә ҡайҙан күренеп торған бәһлеүән кәүҙәле Аллабирҙеһе менән сағыштырып ҡарағанда, әйләнеп тә ҡарамаҫлыҡ бит яңы ире... “Ана шул бәһлеүәнлеге генә харап итте инде кейәүҙе, шул тиклем кәүҙәһе менән ней окопҡа, ней танкка һыймайынса, ниместәргә әҙер сәп булғандыр”, – тип иланы бит әсәһе лә, “ҡара ҡағыҙ” килгәс.
Һөмһөҙлөгө, тупаҫлығы менән бер нисә айҙа йәнен биҙҙергән Ғаяндың ҡыҙы тыуған көндән алып өйгә аяҡ та баҫмауына Зөлхизә бер яҡтан хатта шат та, әммә шул ризыҡ юҡлығы...
– Улым, Ғаян ағайың янына – келәткә барып кил, бер ус булһа ла бойҙай бирһен, былай ятып астан үләсәкбеҙ.
Үгәй атайҙы мәңге күрмәҫкә риза ла бит малай, әммә әсәһенең ялыныслы тауышына ҡаршы килә алманы. Үҙенең дә өҙөлөп ашағыһы килә, эсе инде, астан үткәшкән эттеке һымаҡ, арҡаһына йәбеште...
Ауыл ситендә урынлашҡан келәткә саҡ барып етте малай, ярым асыҡ ишектән ингәс, күҙе ярым ҡараңғылыҡҡа өйрәнә алмай бер аҙ тын торҙо.
– Шул үләкһә Зөлхизәңдең нимәһе бар, йолҡош эйәрсәненән тыш... Бөгөндән күсеп килһәң дә ризамын, ҡыҙыл туй ҙа үткәрербеҙ...
Мөйөштә, ҡалдыҡ-боҫтоҡ иген эргәһендә ҡосаҡлашып ойпашҡан ир менән ҡатын малайҙың ҡапыл уфтанған тауышын ишетеп һиҫкәнде.
– Ах, ҡәһәр һуҡҡан, нимәң ҡалған бында!
Ирҙең екергәненә ҡойолоп төшһә лә, быуындары бушағанлыҡтан йәһәт кенә сығып ҡаса алманы Ғәле. Тауышы ла ишетелер-ишетелмәҫ кенә сыҡты:
– Әсәй бер ус ҡына булһа ла бойҙай бирә алмаҫ микән, тигәйне.
– Ас бет, колхоздың төпһөҙ тоғо бар тип уйлайһыңмы, шыл бынан!
Мәхрүм булып, буҫығып илап ҡайтҡан улы килеп инеү менән Зөлхизәнең йөрәге өҙөлөп төшкәндәй булды. Барыһын да һүҙһеҙ аңланы йәш ҡатын.
Башҡаса кейәүгә сығам тигән уйҙы башына ла индермәне, йылдар үткәс, ҡабат ишеген ҡаҡҡан Ғаяндың инәлгәнен ишетергә лә теләмәне. Әйтер һүҙен дә әхирәте аша ғына еткерҙе: “Миндә – бер бала, Санияһында бишәү, уларҙы кеше итһен! Исмаһам, уларҙың күҙ йәшен алмаһын”.
Бар көсөн, бар ғүмерен балаларына бағышланы ҡатын. Кеше бер эштә эшләһә – ике, кеше ике эштә эшләһә ул өс эштә тир түкте, әммә улы менән ҡыҙына мәхрүмлек тойғоһо кисертмәне. Ғорур булды. Әсәһенең “Иң мөһиме – Хоҙай кәмһетмәһен!” тигән һүҙҙәрен хәтеренән сығарманы. Шуға ла Санияның ғәйепһеҙҙән уны ғәйепле итеп, гел генә кеше алдында йөҙөн йыртыуын да йөрәгенә яҡын алманы.
Үҙе ҡаты бәғерле булдымы Ғаян, әллә бисәһенең һүҙенән сыға алманымы, бер ауылда йәшәп, нисәмә йылдар бер һуҡмаҡтан йөрөп, Зөлхизәнән тыуған Сулпан ҡыҙына бер тапҡыр ҙа йылы ҡараш ташламаны, ярҙамы булманы. Хәйер, бер тапҡыр кәнсәлә эш хаҡы алған ваҡытта уҫалыраҡ ҡатындар ирҙе: “Ҡыҙыңа бер күлдәклек аҡса бир, ер бит, оялмайһың да, исмаһам”, – тип ғәрләндереп, әсәһенең эш хаҡын алырға килгән Сулпанға биш тәңкә аҡсаһын бирҙерткәндәр. Был аҡсаны һуңынан Сания таяҡ тотоп килеп, әйтмәгән һүҙҙәрен әйтеп, алып китте.
– Өләсәй, нишләп оҙаҡланың? Әбейҙәр йыйылып бөтөп бара, әсәйем дә аптырай башланы. Сәй һыуый бит...
Үҙенә ҡаршы килгән ейәнсәрен күргәс, Зөлхизә әбейҙең күҙ ҡараштары яҡтырҙы.
– Бына ла баһа, йәшлектә нисек тә үтә, ҡартлыҡ көнөңдә тыныслыҡ бирһен, тип ҡалай ҙа белеп әйткәндәр! Ошо ҡолонсаҡтарым барҙа, минән дә бәхетле кеше юҡ. Хоҙайым, ошо бәхеттән айырма... – Быларын инде әбей эстән генә уйланы...
Авторы билдәһеҙ.