Уҙған йыл аҙағында Башҡортостан Яҙыусылар союзы “Ут күршеләр” исемле конкурс ойошторғайны.
Башҡортостан Башлығы гранттары фонды ярҙамында бойомға ашырылған проект тәржемәселәргә башҡортса йәки татарса яҙған әҙиптәрҙең әҫәрҙәрен рус теленә тәржемә итергә мөмкинлек бирҙе. Эксперт комиссияһы тарафынан 80 эштең бишәүһе китап өсөн һайланып алынғайны.
"Балалар һәм үҫмерҙәр өсөн иң яҡшы әҫәр" номинацияһында Дилә Булгакованың хикәйәләре тәржемәгә лайыҡ тип табылды.
Бөгөн был әҫәрҙәр “Сокровище” исемле китап булып “Инеш” нәшриәтендә донъя күрҙе. Тиражы – 500 дана. Татар теләнән руссаға Заһиҙә Мусина тәржемә итте. Рәссамы — Артур Василов.
- Кисә китап сыҡҡанын хәбәр иткәсһегеҙ, төндә йоҡлай алманым, — тип хистәре менән уртаҡлашты Дилә Булгакова. — Яҙыусылар союзы мине шул тиклем ҙурланы! Аллаһ Тәғәлә үҙҙәрен ҙурлаһын!
Башҡортостан Яҙыусылар союзы рәйесе Айгиз Баймөхәмәтов билдәләүенсә был китапты мәктәптәргә, китапханаларға тапшырыу күҙҙалана. Ә март аҙағына тиклем “Ут күршеләр” конкурсында еңеүсе тип табылған тағы ла дүрт авторҙың китабы донъя күрәсәк.