Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Әҙәбиәт һәм ижад
19 Март 2025, 10:19

КҮК АТТАҒЫ ҺЫБАЙЛЫ

Ер иҙәнле һәм ябылмаған ишекле таштан эшләнгән келәт – ул тере мөйөш, әгәр шулай тип әйтергә яраһа. Келәтте күршеләрҙең йорт ҡуяндары үҙҙәре яулап алған һәм иҙәндә өң соҡоған, тотош колония өсөн торлаҡ ойошторғандар. Уның алыҫ мөйөшөндә оҙонғолаҡтар өңөнән соҡоп сығарған тупраҡ тау булып өңөлгән, кешеләр булғанда улар шунда уйнай башлай. Бына ошо урынды мәктәптең биология уҡытыусыһы "тере мөйөш" тип атаны ла. Беҙ – мин, Самат, Мөхәррәм һәм башҡа кластарҙан бер нисә малай мәктәптән алыҫ йәшәмәйбеҙ, шуға ла укытыусы йәйге каникул ваҡытында ҡуяндарҙы ашатып торорға ҡушты. Башта беҙ улар­ға йылға буйынан тал ташыныҡ, әммә йылға алыҫ, шуға ла яйлап мәктәптең тәжрибә участкаһында үҫкән кишергә күстек. Быны күреп ҡалып, биология уҡытыу­сыһы бер ни ҙә әйтмәне, беҙ быны хуплау тип аңланыҡ. Ҡуяндар үҫә, балалары тыуҙы, кишер түтәлдәре һирәгәй­ҙе.  

КҮК АТТАҒЫ ҺЫБАЙЛЫКҮК АТТАҒЫ ҺЫБАЙЛЫ
КҮК АТТАҒЫ ҺЫБАЙЛЫ
Өлкәнерәк малайҙар тары башағы йьйырға бара икән һәм юл ыңғайы мине лә саҡырҙылар. Атай-әсәйем башаҡ йыя алыуыма ышанмаһа ла, ике туған Наил ағайыма ғына ышанып ебәрҙеләр. Ә был эш бик ауыр ҙа түгел икән. Ғүмеремдә беренсе тапҡыр өйгә ашарға яраҡлы нәмә алып ҡайта алыуыма ҡыуанып, башаҡ йыям. Яҡында ғына комбайн эшләй. Ҙурыраҡтар комбайнсы янына барҙы һәм ул тегеләргә тары ярмаһы бушата башланы. Был күренеш бик ныҡ кәйефемде ҡырҙы. Мин бит үҙем булдыра алыуымды күрһәтергә теләгәйнем, тоттолар ҙа эште боҙҙолар ҙа ҡуйҙылар. Тоғом тулы инде тип, комбайнсының ярҙамынан баш тарттым. Башаҡтарҙы ҡаҡҡылап-һуҡҡылағандан һуң, әсәйем ярманы йыйып, бутҡа бешерә башланы. Төшкө ашҡа саҡырғансы үҙемә эш таптым: ҡорос тимерсыбыҡты турайтырға булып киттем. Бының өсөн уның бер осон ситәнгә эләктерҙем дә, икенсе яғынан тарта башланым. Ҡапыл тимерсыбыҡ ситәндән ысҡынып китте лә, мин әллә ҡайҙа остом. Ҡайҙа тип уйлай­һығыҙ? Асыҡ ҡар баҙына. Уңышлы ҡоланым, бер ерем дә йәрәхәтләнмәне, әммә унда баҫҡыс булмай сыҡты. "Бутҡаны минһеҙ ашап бөтөрәсәктәр!" – иң ҡайғырғаным бына нимә хаҡында булды. Ҡысҡырыуҙарым өйгә ишетелмәне, үҙем көс-хәлгә кискә генә баҙҙан сыҡтым. Миңә тип ҡалдырылған бутҡа мейестә тора ине – үҙ ғүмеремдәге иң тәмле бутҡа.
 

* * *
 

Атайым ҡойма тарта. Таҡта етмәү сәбәпле, ҡойма эшләнеп бөтмәгән. Беҙ үтеп йөрөрлөк бер нисә тар ғына уйым яңы уйын уйлап сығарырға сәбәп булды. Тыҡрыҡҡа береһенән сығабыҙ, ә баҡсаға икенсеһенән инәбеҙ. Мин, өлкәнерәк булараҡ, алдан йүгерәм, ҡустым – арттан. Бына йәнә тыҡрыҡҡа йүгереп сыҡтыҡ һәм инә торған уйымға табан уҡталдыҡ, әммә ҡурҡыныс хәлгә тарыныҡ: Саях бабайҙың күршеләренең ҡотон алып торғанһөҙгәк үгеҙе әллә ҡайҙан тыҡрыҡта, беҙҙең артта хасил булды. Мин уйымға инеп өлгөрҙөм, ә ҡустымды үгеҙ ике мөгөҙө араһына ултыртып, ҡойма аша ташланы, ул ҡурҡып та өлгөрмәне, имен-аман ғына ишек алдына килеп төштө.
 

* * *
 

Төбөндә төрлө төҫтәге таштар ятҡан, муйылдар араһынан аҡҡан урман йылғаһы янында атайым атын бәйләне.

– Һин арбала ултырып тор, ә мин диләнкәгә барып киләм, – тине лә, һыу аша һикереп сығып, урман эсенә инеп китте. Мин йылғаны күҙәтәм, ул тын ғына аяғым аҫтында ниҙер шыбырлай һәм бер нисә аҙымдан һуң ҡуйы үҫемлектәр араһына инеп юғала. Тирә-йүндә ҡоштар һайрай, ҡайһы берҙәре, кешеләр кеүек һүҙҙәр әйткәндәй: "Атайыңды юғалттың, атайыңды юғалттың", – тип ирештергән кеүек. Миңә күңелһеҙ булып китте һәм атай артынан юлландым. Йылға аша һикереп сыҡтым да, атайым әле саҡ киткән беленер-беленмәҫ кенә һуҡмаҡтан атланым. Әммә һуҡмаҡ тиҙ арала ҡуйы үҫемлектәр араһында юғалды. Кире боролорға уйлайым, әммә бик тиҙ аҙашыуымды аңлайым. Тау итәгендә үҫкән минән дә оҙонораҡ сәнскеле ҡыуаҡлыҡтар араһына барып сыҡтым. Ҡулымды, битемде һыҙыра-һыҙыра, тауға менәм. Бына ҡайҙан мин арбаны күрәсәкмен, тип уйланым. Бына, исмаһам, бейеклек! Әммә атты күрмәнем, уның ҡарауы, алыҫта ауыл шәйләнде. Тауға менеү шул тиклем хәлемде алған, йоҡом килә башланы. Аҡландың ситендә генә ҡарт уҫаҡ үҫә, шунда йоҡлап алыр­ға булдым, йоҡом туйғас, ҡайтырмын әле. Уҫаҡ япраҡтарының шыбырлашыуы мине тиҙ арала йоҡлап китергә өгөтләй. Атайымдың тауышынан уянам, ул илай. Мине табыуға өмөтөн өҙөп, ул да, бейектән ҡарап алырға ниәтләп, бында менгән һәм мине тап иткән... Уҫаҡ япраҡтары шыбырлауын ишетһәм, һәр саҡ тауҙағы ҡарт уҫаҡты, һалдат фуражкаһы кейгән атайымды, уның шатлыҡлы күҙ йәштәрен хәтерләйем...
 

* * *

Урман – минең өсөн бейек ағаслы, әлегә тиклем билдәле булмаған үҫемлектәре булған серле донъя. Бына беҙҙең иҫке йәшел кәстрүлдә үҫкән фикус кеүек ҙур япраҡлы үҫемлек. Ҡоштарҙың күп төрлө тауышы, бөжәктәрҙең безелдәүе урманға айырым бер серлелек бирә. Яңы ғына сабылған бесән өҫтөндә, арбала ултырам, ат ҡарауыллайым. Атайым үҙенең урман ҡарауылсыһы булараҡ эштәре менән урманға инеп китте лә, ағастар араһында юғалды. Ат һәм арба еҫе, хатта арба ғына түгел, ә дегет еҫе – минең өсөн иң танһыҡ еҫ, сөнки ул тәбиғәткә сәйәхәт менән, әлегә тиклем таныш булмаған донъяны күреү менән бәйле. Яҙ көнө, ҡыштан һуң атай тәүге тапҡыр атты алып ҡайтып, арба күсәрен дегет менән майлай башлауға арба тирәләй иҫебеҙ китеп йөрөй башлайбыҙ. Соландан шулай уҡ ат еҫе килгән ҡамытты алып сығабыҙ. Беҙҙе бер һорау борсой: ҡайҙа бара, кемде үҙе менән ала? Беҙҙең иң ҙур ләззәт – ул атайҙың тубыҡтары араһына ултырыу һәм ғорур ҡиәфәт менән дилбегәне тотҡан килеш тирә-яҡты байҡап, һинән көнләшкән тиҫтерҙәреңде эҙләү. Бына арбаның бөтөнләй икенсе яғынан, урман эсенән атай күренә. Нисек итеп ул бер яҡҡа китеп, икенсе яҡтан ҡайта икән? Ҡулына ҡырағай сейә тулы һалдат фуражкаһын тотҡан. Атайҙың фуражкаһындағы кеүек тәмле сейәне ҡабат ғүмеремдә лә ашағаным булманы.
 

* * *
 

Беренсе сентябрь. Бәләкәй Вәрисә өсөнсө класҡа китте. Көн ҡояшлы, тирә-яҡта бөтәһе лә матур һәм тантаналы! Ҡыҙсыҡ мәктәпкә яңғыҙы ғына бара, әсәһенән башҡа! Йәй ҡулдарын һәм аяҡтарын "себешләтеп", уның тәнендә үҙенең ҡотолғоһоҙ эҙен ҡалдырған. Йөҙө ҡояшта янған, сәсе матур итеп үрелгән һәм һыйыр майы менән майлап ҡуйылған. Китаптар һәм төшкөлөккә икмәк һалынған сумкаһы ергә саҡ етмәй ҡала, әммә кисә генә аҡҡа буялған туфлиҙарына, әсәһенең һеңлеһе биргән аяҡ кейеменә, тейә. Бейек үксәле, ялт итеп торған бындай туфлиҙар был көндө тик унда ғына, бер ни тиклем ҙурыраҡ, әммә ул уңай­һыҙланмай. Кешеләр уға ҡарап, моғайын, көнләшәлер әле. Уның туфлиҙарына ҡарап, күлдәгенең терһәк урындары ямалыуын күрмәҫтәр ҙә әле, үҙе лә был хаҡта онотто. Иң мөһиме – үҙаллы мәктәпкә китеп бара һәм бейек үксәле ап-аҡ туфли кейгән! Ул үҙен донъялағы иң бәхетле һәм иң матур ҡыҙ итеп тоя һәм ҡаршыға осраған һәр кем уға ғашиҡтыр төҫлө!
 
 

Класташым Хәлил мине район үҙәгенә һүрәт төшөрөү өсөн альбом артынан барып килергә күндерҙе. Альбом беҙҙең магазинда юҡ, ә уҡытыусы уны талап итә. Юлға әҙерләнә башланым: магазинға өс тауыҡ йомортҡаһы тапшырып, 15 тин аҡсалы булдым, итегемде таҙарттым. Минең әҙерләнеүемде күреп, әсәйем һорап ҡуйҙы, ҡайҙа йыйынам әле мин? Беҙҙең пландар хаҡында әйткәс, шундай тауыш сыға­ҙы, йәнәһе, нисек итеп дәрестәремде ҡалдырып, ҡайҙалыр барырға йыйынғанмын? "Хули­ган" уй-ниәттәремә рәсем альбомы аҡлау була алмай ине. Ошо хәлдән һуң ғүмеремдә бер ҡасан да дәрестәрҙе ҡалдырманым ғына түгел, хатта иң ҡурҡыныс төштәремде лә, дәрескә йәки эшкә һуңлағанмын икән, тип күрәм.

* * *

Әминә уға беренсе кластан уҡ оҡшай. Гел уның хаҡында уйлай, мәктәпкә уны күрер өсөн ашыға, ҡышҡы каникул ваҡытында, бигерәк тә йәйгеләге мәлендә ҡыҙыҡайҙы ныҡ һағына. Әминә уның кисерештәре хаҡында, әлбиттә, бер нәмә лә белмәй ине.

"Ул ҡыҫҡа шортыла, матур күлдәк кейгән, шулай уҡ ҡыҫҡа еңле. Әминә һеңлеһе менән яңылыштан төшөп киткән тәрән йырынға килә. Ул ҡулына эләккән һайғау­ҙы балта менән сабып өҙә лә, ҡыҙҙарҙы бәләнән ҡотҡара!", йәки "Ҡыҙыҡайҙы ҙур эт үткәрмәй тора, ул үҙе лә эттәрҙән ҡурҡһа ла, таяҡ менән уны ҡыуып ебәрә, юл асыҡ, ә Әминәнең шатлығының сиге юҡ!" Уның һис тә батҡаны юҡ, сөнки малай йөҙә белмәй, ә йәл, уны һыуҙа батып барғанда ҡотҡарһаң, хәтәр булыр ине ул! Ул тағы ла үҙе Әминәнең ҡотҡарыусыһы булған әллә нисәмә осраҡ уйлап сығара, ә ҡыҙыҡай бының өсөн уны хатта үбеп ала…

Класташтар осрашыуы. Сал сәстәр уларҙың йәшен күрһәтеп тора, беренсе класта уҡый башлағандарына ярты быуат үткән... Әминә һис ҡасан да үҙен теләһә ниндәй бәләнән ҡотҡарырға әҙер булған беренсе класс малайы хаҡында белмәҫ...

...Ерҙә күпме әйтелмәгән мөхәббәт бар, улар кешеләргә тормошта яҡты ынтылыш һәм батырлыҡ эшләргә стимул биргән. Әгәр һәр кем әйтеп өлгөрһә, күпме өмөт юҡҡа сығыр ине...
 

* * *

Ер иҙәнле һәм ябылмаған ишекле таштан эшләнгән келәт – ул тере мөйөш, әгәр шулай тип әйтергә яраһа. Келәтте күршеләрҙең йорт ҡуяндары үҙҙәре яулап алған һәм иҙәндә өң соҡоған, тотош колония өсөн торлаҡ ойошторғандар. Уның алыҫ мөйөшөндә оҙонғолаҡтар өңөнән соҡоп сығарған тупраҡ тау булып өңөлгән, кешеләр булғанда улар шунда уйнай башлай. Бына ошо урынды мәктәптең биология уҡытыусыһы "тере мөйөш" тип атаны ла. Беҙ – мин, Самат, Мөхәррәм һәм башҡа кластарҙан бер нисә малай мәктәптән алыҫ йәшәмәйбеҙ, шуға ла укытыусы йәйге каникул ваҡытында ҡуяндарҙы ашатып торорға ҡушты. Башта беҙ улар­ға йылға буйынан тал ташыныҡ, әммә йылға алыҫ, шуға ла яйлап мәктәптең тәжрибә участкаһында үҫкән кишергә күстек. Быны күреп ҡалып, биология уҡытыу­сыһы бер ни ҙә әйтмәне, беҙ быны хуплау тип аңланыҡ. Ҡуяндар үҫә, балалары тыуҙы, кишер түтәлдәре һирәгәй­ҙе.

Беренсе сентябрь. Мәктәп линейкаһы, директор йәйгә һығымталар яһай. Бер кишер ҙә ҡалмаған тәжрибә участкаһына ла килеп етте. Кемдер, кишерҙе күрше малайҙар ашаған, тине. Шундуҡ мәктәпкә иң яҡын йәшәгән Самат бөтәһенең алдына сығып баҫты. Директорҙың, кишер ҡайҙа, тигән һорауынан ҡаушап, ул бөтәбеҙҙе лә һатты ла ҡуйҙы. Бына беҙ – "тере мө­йөш" яратыусылар, уҡытыусылар алдында баҫҡанбыҙ һәм директорҙан иң ҡырыҫ һүҙҙәр ишетеп торабыҙ, имеш, бөтә мәктәптең кишерен урлағанбыҙ, тимәк, быйыл да иртәнге ҡайнар аш булмаясаҡ. һәр яҙ һайын ул уҡыу­сыларға киләһе уҡыу йылында иртәнге эҫе аш аша­тыр­ға вәғәҙә итә килде, әммә 11 йыл уҡыу дәүерендә беҙ уның нимә икәнен барыбер белә алманыҡ.
 

* * *

Уның атаһы, сатан Сабах, Бөйөк Ватан һуғышы инвалиды. Бер аяғын яуҙа ҡалдырған. Бик уҡымышлы, төплө кеше ине. Һис ҡасан әрләшмәһә лә, бер кемгә янамаһа ла, ихтирам итәләр, ҡурҡалар ине, тыныс һөйләшә ине ул. Тикшерелгән мәсьәлә буйынса һүҙе иң һуңғыһы була торғайны, һығымта яһаусы ла ул булды һәм эште башҡарыр­ға ғына ҡала ине. Ҡатыны иренең яуҙа алған етешһеҙлеген һуңғы йылдарҙағы ауыр тормошта тулыландырып торған төҫлө, көслө кәүҙәле ине. Улар биш бала үҫтерҙе.

Беренсе балалары – дуҫым Фәнис, минән ике йәшкә оло. Ул бик хыялланыусан, Кулибин кеүек берәй уйлап табыусан малай, үҙе бөтә нәмәне лә эшләй белә. Иртә тәмәке тарта башланы. Мәктәптә бөтә клас­тың махорка запасын ул һаҡлай, унан уҡытыусылар шикләнмәй, сөнки ауылда уның атаһы ғына тартмай. Әммә бер мәл класҡа инер алдынан төрөлгән тәмәкене эсенә тартып алғас ҡына, класс етәксеһе менән йөҙгә-йөҙ бәрелешеп, уның битенә тәмәке төтөнөн өрөп ебәр­ҙе. Класс етәксеһе башҡаларға өлгө итеп ҡуйған тәмәке тартмаған һуңғы уҡыусыһын юғалтты. Шул уҡ көндө мәктәптән ҡайтып инеү менән Фәнис өйҙәренең тупһаһында класс етәксеһенең итеген күрҙе. "Ҡасһаң, барыбер өйгә ҡайтырға тура киләсәк", – тип уйланы ул һәм күңелһеҙлектәргә ҡаршы атларға ҡарар итте.

– Әйт әле, улым, һин, ысынлап та, тәмәке тарттыңмы? – тип һораны атаһы өйгә килеп инеү менән. Класс етәксеһе сабыр ғына тәмәкесене һөҙөмтәле тәрбиәләү дауам ителеүен көттө.

– Бөтәһе лә тартты, һәм мин дә бер нисә тапҡыр һурҙым, – тине Фәнис, алдашмайынса.

– Әгәр тартаһың икән, улым, быны йәшереп эшләмә, янғын сығарыуың бар! – тигән һуғыш инвалиды тыныс ҡына, өҫтәп бер һүҙ әйтмәҫлек һәм класс етәксеһе лә аңларлыҡ итеп. Быны ишетеп, уҡытыусы бер һүҙһеҙ өйҙән сығып, ҡайтып киткән. Фәнистең тартыуы тураһында ҡабат берәү ҙә һорау күтәрмәне.

Әгәр аҡ йыландың тешен аҡса менән бергә ҡулъяулыҡҡа төрөп һалһаң, аҡса икеләтә артасаҡ – быны беҙ өлкәңдәрҙән ишеттек, күрәһең, улар ҙа балалар һымаҡ хыялланған. Фәнис урманда аҡ йылан күргән дә, шундуҡ миңә шатлыҡлы хәбәр менән килгән. Аҡ йыландың тешен нисек алыу тураһында белешеп (баҡтиһәң, алдына аҡ ҡулъяулыҡ һалырға кәрәк һәм ул шунда тешен ҡалдырып китә икән), тиҙ арала урманға юлландыҡ. Фәнис күргән урманда уны өс көн эҙләнек, әммә таба алманыҡ...

Заманалар үҙгәрҙе: күптәр, ысынлап та, аҡ йыландың тешен тапты... Фәнис мәктәп ҡаҙанлығында мейес яғыусы булып эшләй, ә мин икмәгемде табип һөнәре аша табам.
 
 
Марат Сәйетов
Автор:
Читайте нас