Шоңҡар
+22 °С
Ямғыр
Әҙәбиәт һәм ижад
19 Март 2025, 10:08

Әлли-бәлли бәүкәйе…

Телефонды енләнеп һүндерҙе. Кираның башына гүйә күҫәк менән тондорҙо ла, бәйләнеште өҙҙө лә ҡуйҙы. Ирҙәр шулай тура һүҙле, уратып-сурыта белмәйҙәр. Апай кеше булһа, яман яңылыҡты ете төргәккә төрөп еткерер, әсәй үлде, тиер урынға, әсәй ауыр хәлдә, йәки, ҡайт, һинең өйҙә булыуың кәрәк, тип, һеңлеһенең йөрәген яралауҙан аралар ине.

Әлли-бәлли бәүкәйе…Әлли-бәлли бәүкәйе…
Әлли-бәлли бәүкәйе…
Әлли-бәлли бәүкәйе,
Ҡайҙа киткән әнкәйе…
Балаһын ташлап, әсәй кеше китәме инде? Тапҡандар йыр… Бишек тигәне кәмә икән, һәм унда әсәһе йоҡлап бәүелә.
Әлли-бәлли бәү…
Күңелдә яңғыраған йырҙы өҙөп, кистән һүндерелгән кеҫә телефоны үҙенән-үҙе терелде һәм наҙлы будильник тауышы менән өҫтәлдә гөрөлдәне. Уны һүндереп, Кира, йоҡо ауынан ҡотолғоһо килмәй, ялҡауланып ҡына кирелде һәм иркәләнеп, эргәһендә ҡолас ташлап йоҡлаған егеткә һыйынды. Ҡыҫҡа шырт сәсле, ҡалын иренле, ятҡанда ла мускулдары бүлтәйеп беленгән һаҡалтай ир заты ҡымшанмай, һаман йоҡоноң кәрәген бирҙе. Ҡыҙ уның киң күкрәгенә башын һалып, ирендәренә нәфис бармағын ҡуйҙы ла, «тс-с» тип, (йәнәһе лә, шымығыҙ, йоҡлай!) селфи эшләне. Фотоһүрәтте шунда уҡ телефоны аша социаль селтәрҙәге битенә һалды – барыһы ла көнсөллөктән сәсрәп китһен! Аноним рәүештә яҙырға мөмкинлектәре булһа, эстәрендәге бар бысраҡты урғылтып, фотоһүрәт аҫтына рәхәтләнеп сүп-сар өйөрҙәр ҙә ине, әммә исем-шәрифтәре күренгәс, «матур»ҙан һалдырыуҙан ары уҙмаҫтар. Кира ҡәнәғәт йылмайҙы ла, ҡыҙыҡһынып, тирә-яғына күҙ һалды. Күргәндәре менән хушһынып, үҙе лә һиҙмәҫтән хыял донъяһына сумды: егет уға мотлаҡ мөкиббән китеп, көн дә романтик осрашыуҙар ойошторор, бер аҙҙан тамам ғашиҡ булып, тәҡдим яһар (Кира инәлтеп тормаҫ, ризалашыр), шунан һуң өйләнешерҙәр, баллы айға Питерға, бик тә булмаһа, Асыға барырҙар. Унан ҡайтҡас, әлбиттә, хай-тек һәм минимализм өлгөһө булған ошо өңдән буйҙаҡлыҡтың эҙҙәрен юйыр: йәнһеҙ быяла өҫтәл, тимер аяҡлы ултырғыстарҙы гевея ағасынан яһалған гүзәл йомшаҡ йыһаз алмаштырыр, жалюзи урынына ебәк ламбрекен-ҡорғандар, үтә күренмәле селтәрҙәр алып элер, тәҙрә төптәренә ғорур орхидеялар ултыртыр... Аш бүлмәһендәге ҡола яланғас кирбес стеналарға ҡыҙғылт төҫтәге обой ҙа йәбештерергә кәрәк, ишетеүенсә, ул төҫ аппетитты ҡуҙғыта… Кеҫә яғына ҡарап, Мысырға йәки Төркиәгә ял итергә йөрөрҙәр, бер нисә йыл үҙҙәре өсөн йәшәгәс, иренә бала табып бирер. Был егет ышаныслыға, уңышлыға, ыңғай холоҡлоға оҡшаған, уның менән тормош ҡороуы ауыр булмаҫ. Исеме кем булды әле һуң? Вадим, тине, буғай. Башҡортмо икән әллә урыҫмы? Тышҡы ҡиәфәтенә ҡарағанда – башҡорт кеүек, русса акцентһыҙ һөйләшеүенә ҡарағанда, урыҫ һымаҡ. Ҡушалар бит шундай интернациональ исемдәрҙе, кемдең ниндәй милләттән икәнен дә айырырмын тимә… Хәйер, Кира өсөн был принципиаль түгел, иң мөһиме – кеҫә яғы таҡыр булмаһын. Кисә кафела уның менән танышҡас та, һүҙҙәре тиҙ беректе: бик телсәр, шаян егет Кираны көлдөрөп бөттө. Башҡаларҙан айырмалы рәүештә, аҡсаһын иҫәпләп, йәлләп ултырманы, ҡиммәтле шарап менән һыйланы, төрлө ҡабымлыҡҡа заказ бирҙе, ҡат-ҡат бейергә төшөрҙө. Тәүге тапҡыр бейергә саҡырғас та, ҡолағына эйелеп, бында иң сибәр ҡыҙ ул – һин, тип шыбырлағанда, Кираның башы әйләнеп китте. Юҡ, комплименттан түгел, ул үҙенең кәмселектәрен белмәйме әллә? Ата-әсәһе Анджелина менән Брэд булһа, гүзәллек ҡайҙа, тип аптырар ине, ә былай ул атаһының ҡыҙы: оҙон эйәкле, оҙон танаулы. Шул «оҙон»дар исемлеген аяҡтары дауам итһәсе. Юҡ шул, һыбайлылар затынан икәнен әллә ҡайҙан күрһәтеп, эсен бошоралар. Мәрхүмә өләсәһе, ҡыҙымдың аяҡ араһынан фәрештәләр йөрөй, тиһә лә, Кира төҙ һәм оҙон ботлоларға ҡарап көнләшә. Тубыҡтан аҫта параболалар етмәгән, көлгәндә өҫкө теш ҡаҙнаһы ыржайып күренә. Әллә аяҡтарына, әллә тештәренә ишаралап, «Атҡай, тпру-у!» – тип мәктәптә ҡалай йәненә тейҙеләр. Үҫмер саҡта көҙгөгә ҡарап, мин һылыу, мин сибәр, тип күпме тәҡрарламаһын, матурлыҡ өҫтәлмәне, үкенес. Башҡалар ҙа әллә кем түгел әле, тип күнергә тура килде. Егеттең «сибәр» тиеүе – шарап шауҡымы, енси яҡынлыҡҡа ауҙарыу өсөн әүрәтеү, шуға ҡыйғас ҡашы ла, инглиз мәҡәленә* ярашлы билдән түбән ояларға тейешле күбәләктәр ҙә һелкенмәне (хәйер, кемдең ҡайһы тирәһендәлер, ә Кирала тәңкә ҡанатлылар отряды, ғәҙәттә, башында елпелдәшә). Тулҡынландырғаны – егеттән аңҡыған тәмле одеколон еҫе. «Амбре Топкапи»! Юғары уҡыу йортона уҡырға инә алмай, парфюмерия бүлегенә эшкә төшкәс, бер ир кеше ошо одеколонды һорап килде. Өҫтөндә ҡиммәтле һоро костюм, ап-аҡ күлдәгенән күҙ сағыла, буйлы галстугының төйөнө бер аҙ бушатылған, аяғында – ялтыр туфли… Уртаса буйлы, ялтас башлы булһа ла, ул Кираға буйсан, үтә мөләйем күренде. Ҡалын тауышлы, һөйләшкәндә күҙҙәрен бер аҙ ҡыҫыбыраҡ ҡараған, һирәк йылмайған иргә ярарға ынтылып, Кира каталогтың аҫтын-өҫкә әйләндер­ҙе, кәштәләр­ҙе ҡырҡ ураны, һәм кәрәкле одеколондың үҙҙәрендә юҡлығын белгәс, бошоноуҙан саҡ иламаны. Һис бер ҡурҡынысы юҡ, ул бер-ике йыл элек кенә һатыуға сығарылды, тине ҡупшы ят ир. Ләкин булмышынан байлыҡ төҫө сағылған һөйкөмлө клиентты Кира тиҙ генә ебәргеһе килмәй, беҙ ул одеколонды яҙҙырып алдырырбыҙ, ә хәҙер, бәлки, икенсе еҫтәр оҡшар, тип блоттер-тестерҙарға Армани, Кельне, Кляйн одеколон-хушбуйҙарын һиптереп, нәҙек ҡағыҙҙарҙы ирҙең танауы алдында нәзәкәтле елпелдәтте. Сираттағы парфюмер һыуын алырға һонол­ғанда блузкаһын тишеп сығып барған текә күкрәктәре менән яңылыштан һатып алыусының беләгенә ҡағылды. Һаҡланыу сараһы – ҡабырсығы сатнанымы ни, ир һиҫкәнде. Әйтерһең дә, уға, ғүмереңме әллә муҡсаңмы, тип, ике һөңгө осо төртөлдө: йәшәргә ынтылып, теремекләнде, аяҡтарын айырыбыраҡ баҫып, ҡорһағын тартты, ҡулдарын салбар кеҫәһенә тыҡты. Көрән күҙҙәрендә ҡыҙыҡһыныу сатҡылары бейешкән ир-һунарсынан бөркөлгән ыңғай тулҡын­ға бирелеп, ҡыҙ баскетбол тубындай тығыҙ осаларының йомролоғон күрһәтер өсөн «аңғармаҫтан» ручкаһын иҙәнгә төшөрөп ебәрҙе һәм, иргә арты менән боролоп, ашыҡмай ғына уны эйелеп алды. Ирҙең шәһүәт менән төкөрөк йотҡанын, галстугын ашығып нығыраҡ бушатҡанын ҡаршылағы көҙгөнән күреп көлөмһөрәне. Йылмайыуын йәшереп, әйләнде:
– Ғәфү итегеҙ, ниҙә туҡтаныҡ әле ул беҙ?
– Миңә телефонығыҙҙы бирһәгеҙ, одеколон хаҡында шылтыратып белешеп торормон…
Шулайтып эшҡыуар менән танышып, «Амбре Топкапи» еҫенә ғашиҡ булды. Был еҫ уның өсөн байлыҡты кәүҙәләндер­ҙе. «Амбре Топкапи» мул, етеш тормош менән бер тиң ине. Шуға үҙенең сафлығын йәлләмәй, тәжрибәле иргә үҙен тулай килеш тотторҙо, ләззәт донъяһына уның етәгендә инде. Йәл, биналар төҙөгән эшҡыуар менән аҙнаһына бер тапҡыр ғына осраштылар. Кираның теләгенән ҡалһа, көн дә осрашырҙар ине лә бит, ләкин эш кешеһенең ваҡыты минутына ҡәҙәр иҫәпләнгән: эшлекле осрашыуҙар, килешеүҙәр, йыш командировкалар. Етмәһә, ҡатыны ла уның менән бер фирмала эшләй. Бергә офисҡа баралар, ҡултыҡлашып тигәндәй ҡайталар. Кира уның урынында булһа, бот күтәреп өйҙә генә ятыр ине. Йәки, журналдарҙан белеүенсә, телевизорҙан күргәненсә, той-фокстерьер, чихуахуа кеүек кескәй генә эт ҡосаҡлар ҙа, башҡа байбисәләр ише, матурлыҡ салондарына, бассейн­ға, тренажер залына йөрөр ине. Ә эшҡыуарҙың ҡатыны көндәр буйы компьютерҙа һыҙмалар һыҙыу менән булыша, проекттар менән идара итә, ҡатмарлы документтарҙы тултыра. Ғаиләһе хаҡында күп һөйләргә яратмаған ир архитектор ҡатыны менән ғорурланғанын йәшермәне: «Талантлы белгес!»
Һәләтле хәләл ефетенә хыянат итеүҙе ғәҙәти хәлгә иҫәпләгән ҡырҡ биш йәшлек эшҡыуар тәүҙән үк: «Бер ниндәй вәғәҙәләр, шылтыратыуҙар, смс-хәбәрҙәр – ғаиләмде боҙоу пландарыма инмәй, шул шарттарға ризаһыңмы?» – тине. Был мәлдә ул Кираның блузкаһының төймәләрен берәмләп ысҡындыра ине, ҡанды ҡайнатҡан ымһындырғыс серле тойғолар шауҡымынан телһеҙ ҡалған ҡыҙ өндәшмәне. Ир, ишетмәйем, тип башын ҡалҡытҡас, ризалығын белдереп, оҙон эйәген генә һелкетә алды – үтә күренмәле аҡ кейеме иңбашынан наҙлы һыпырылып аяҡ аҫтына осто… Ярай-ярамайҙың сиктәре билдәләнеп, мөхәббәт тураһында бөтөнләй һүҙ булмаһа ла, Кира барыбер, ул ҡарт ҡатыны менән айырылышыр ҙа, миңә өйләнер, тип өмөтләнде. Ирҙе йәш, һығылмалы тән менән ымһындырыуы, яҡынлыҡта ожмах баҡсалары рәхәтлеген вәғәҙәләр итеп ылыҡтырыуы бер ни тормай, ә үҙеңә нығытып бәйләр өсөн ни кәрәк? Урта белемле Кира ғына түгел, академиктар ҙа ир менән ҡатынды бер-береһенә магнит ише тартып, ике ят затты ҡуша йәбештергән илаһи механизмдың рәтен-сиратын йүнләп асыҡлай алмай, буғай. Ошоғаса исемен генә теүәл билдәләгәндәр – мөхәббәт. Етеш тормошта унһыҙ ҙа йәшәлер, тип, Кира интернеттағы «Нисек ир-егетте үҙеңә ҡаратып алырға» һәм «Нисек оҡшаған ир-егетте үҙеңдән ысҡындырмаҫҡа» тигән мәҡәләләрҙе ҡат-ҡат өйрәнеп, белгестәрҙең кәңәштәрен һүҙмә-һүҙ үтәне. Һөйәркәһе япон аш-һыуын яратамы? Ауыҙ итегеҙ суши-ролдарҙы, иркәм! Уны гейшалар ҡыҙыҡһындырамы? Була ул кимоно, сәй һәм башҡа церемонияһы! Аһ-аһ, төшкө ашҡа ул спагетти ашарға күнеккәнме? Кира өсөн карбонара пастаһын әҙерләүе бер ни тормай. Ә десертҡа – уның башҡарыуында ҡан тамырҙары буйлап ут аҡҡан ялҡынлы испан ҡыҙы Кармен! Их, психо­логтар­ҙың күрһәтмәләрен ихлас атҡарып, иркә-наҙын һис йәлләмәгәйне лә бит, әммә ләкин… Нисек тиҙ генә осраша башлаһалар, шулай еңел генә айырылыштылар ҙа, сөнки бизнесмендың эше артты, ҡыҙыҡһыныуы кәмене, осрашыуҙары һирәгәйгәндән-һирәгәйҙе. Етмәһә, Кира ғаилә хәле буйынса тыуған ҡалаһына ҡайтырға мәжбүр булды. Эшҡыуар, исем өсөн генә булһа ла, шылтыратһасы…
Уйҙары ғаиләһенә килеп төртөлгәс, ҡыҙҙың йөҙөн һөрөм баҫты. Өйҙәрендәге ауыр еҫ бында килеп етеп, тынын ҡурғандай тойолдо. Тап шул мәлдә ҡулындағы телефоны өҙөк-һурыҡ сыңҡылданы. Кира уны шымдырып, егеттең «Амбре Топкапи» еҫенә мансылған күлдәген кейеп, аяҡ осонда ғына шымтанлап ванна бүлмәһенә йүнәлде. «Алло», – тип шыбырлап та өлгөрмәне, теге яҡ остан ағаһының тауышы яңғыраны:
– Һин ҡайҙа йөрөйһөң? Әсәй…
– Нимә «әсәй»? – бошмаҫ ҡиәфәттә көҙгөгә эйелеп сәстәрен рәтләгән Кира кинәт турай­ҙы, – әйтә һал тиҙерәк, нимә һуҙаһың? Әсәй ауырып киттеме әллә? Тағы ҡан баҫымымы?
– Ҡайт, – ағаһының тауышы тоноҡланды, – әсәй… бөгөн таңда…
– Нимә бөгөн таңда? – Кираның йөрәге, ҡотолғоһоҙ бәләне һиҙгәндәй, шәп-шәп типте, ләкин ул, упҡынға осоуына ышанмаған бәндә һауаға йәбешкәндәй, ағаһының һүҙҙәренә бәйләнде, ваҡытты һуҙҙы.
– Әсәй үлде.
Бына шулай. Ике генә һүҙ. Ҡыҫҡа ғына ике һүҙ. Дүрт ижек: ә-сәй үл-де. Һигеҙ хәреф. Ике, дүрт, һигеҙ… «Был арифметик прогрессия булдымы әле ул әллә геометрикмы? Арифметик, буғай… Шарапты күберәк һелтәгәнмен, ахыры, күҙ ҡабаҡтары шешкән… Ә былай хас та Сара Джессика Паркермын. Ниңә баш шулай зыңҡып ауырта?!» – һүҙҙәр­ҙең мәғәнәһе Кираның аңына гүйә барып етмәне.
 

*«Butteflies in my stomach» («Күбәләктәр минең эсемдә» – мөхәббәтте тойоу).
 
 
 
 
– Алло! – һеңлеһе менән бер-бер хәл булып ҡуймаһын тип ҡурҡҡан ағаһы трубкаға ҡысҡырырға тотондо, – алло, тауыш бир!

– Аҡырма, – Кира ят тауыш менән сабыр яуапланы, – ни тинең? Ҡабатла.

– Ҡайт. Әсәй үлде.
 
 
 
 
Донъяның аҫтын-өҫкә әйләндергән ҡурҡыныс хәбәрҙе кеше шулайтып тыныс ҡына әйтә икән. Алйот. Тик шул мәлдә генә Кира һүҙҙәр­ҙең айышына төшөнгәндәй итте: «Әсәй үлде, тисе! Юҡ, был ағаһының башы бөтөнләй эшләмәй».

– Ағай?

– Һин ҡайтырға йыйынаһыңмы?

– Эйе… Әсәй үлде, тинеңме?

– Һин иҫерекме? – ғүмерҙә уның алдында һүгенмәгән ағаһының ауыҙынан оятһыҙ һүҙ ысҡынғас, Кира уның был лексика менән танышлығына хатта аптыраны. – Әсәй үлде, үлде, аңлайһыңмы һин!

Телефонды енләнеп һүндерҙе. Кираның башына гүйә күҫәк менән тондорҙо ла, бәйләнеште өҙҙө лә ҡуйҙы. Ирҙәр шулай тура һүҙле, уратып-сурыта белмәйҙәр. Апай кеше булһа, яман яңылыҡты ете төргәккә төрөп еткерер, әсәй үлде, тиер урынға, әсәй ауыр хәлдә, йәки, ҡайт, һинең өйҙә булыуың кәрәк, тип, һеңлеһенең йөрәген яралауҙан аралар ине. «Вадимдың ваннала кафеле үҙенсәлекле – ҡап-ҡара төҫтә, – Кира көҙгө ҡаршыһында тора бирҙе. – Нисек инде «үлде»? Кисә генә тере, һин дә мин йүгереп йөрөй ине, бер ҙә үлергә йыйынмағайны».

Тәне буйлап ток үтте – телгә килешеүҙәрен иҫләне. Радионан бензинға хаҡтарҙың артыуы тураһында ишеткәс, кискелеккә аш йүнәткән әсәһе, тағы бар әйбергә хаҡтар күтәрелер инде, тип бошоноп уфтанды. Ә аҙыҡ-түлек магазинында аҙ ғына эш хаҡына көнө буйы аяҡ өҫтө торорға мәжбүр булып, аҡсаһыҙлыҡтан тамам туйған Кира ҡыҙҙы ла китте:

– Атайҙы диуаналар йортона алып барып тыҡһаң, беҙ йүнле йәшәр инек! Шуның арҡаһында һин яҡшы эшеңдән сыҡтың, мине ҡайтарттың, ә ни файҙа? Ул үҙ донъяһында йәшәп тик ята, шунан сығырға уйламай ҙа! Ә нишләп сыҡһын? Уға унда рәхәт: тамағын туйҙыраһың, артын таҙартаһың. Бер ни тураһында борсолмай, бер ниндәй яуаплылыҡ юҡ. Ә беҙ уның ҡурайына бейергә тейеш!

Йоҡа ғына телемләп икмәк киҫкән әсәһе күҙҙәрен шарҙай асып ҡыҙына төбәлде:

– Туҡта! Хәҙер үк туҡта, тим! – түҙмәй, асыр­ғаланып, бысаҡ тотҡаһы менән өҫтәлде төйҙө. – Ауыҙың һөйләгәнде ҡолағың ишетмәйме? Ул һинең атайың!

– Булһа ни, – Кира тымырға кәрәклеген үҙе лә аңлағайны, ләкин арҡыры яғы сығып, артабан енләнде. – Ә һин – иҫәр, әсәй. Ғәфү ит, әммә дөрөҫө шул. Аҡылың булһа, ярҙам итерлек берәй ирҙе ҡаратып алыр инең, барыбер атайҙан йүн сыҡмай, күҙле бүкән кеүек ултырыуҙан башҡаға эшкинмәй.

– Нисек телең әйләнә, балам… Ул һине яратып, һәр теләгеңде үтәп, бәпләп кенә үҫтерҙе… – йомшаҡ күңелле әсәһенең йөҙө илаҡ баланыҡын хәтерләтә ине. – Үткәндәр хаҡына шым… Ул ошо хәлгә ҡалғанына ғәйепле түгел… Атайың урынында мин булһам, мине лә ауырыуҙар йортона алып барып ташлар инеңме ни?

– Ялҡытты хәйерсе тормошо! – аш өҫтәле янында осһоҙ ҡаты кәнфит һурып ултырған Кира һорауҙы яуапһыҙ ҡалдырып, ырғып торҙо, – һеҙ мине бәхетһеҙ иттегеҙ, күрә алмайым һеҙҙе!

– Балам, туҡта!

Юлында осраған һәр нәмәне атып-бәреп, фатирҙан сығып китеп, кафеға барҙы, шунда Вадим менән юлдары киҫеште… Ҡолағында ҡабаттан әсәһенең тауышы сыңлағандай тойолдо: «Балам, туҡта!» Әсәһе уның артынса подъезға йүгереп сыҡҡайны, Кира уға боролоп та ҡараманы: «Суҡынып китегеҙ!»

«Бер һипкелле егет, үҙеңде ыңғай тормош­ҡа көйләр кәрәк, тигәйне: бер һүҙ, бер уй юғалмай, юҡҡа сыҡмай, улар – үлемесле ағыу, йә шифалы дарыу – Йыһан хәтеренә һеңә һәм һуңынан үҙ көсөнә инә… Нишләп мин гел ағыу сәсәм?» – шаңҡыған Кира нисек бар, шул килеш фатирҙан атылды:

– Мин әсәйемде үлтерҙем! А-а-а….

Ҡулына телефон йомарлаған ялан аяҡ, ярым шәрә ҡыҙға тап булған кешеләр, аҡылдан яҙған әҙәмгә юлыҡҡандай, ситкә тайпылды. Ә Кира бер кемде лә күрмәне, йүгерҙе лә йүгерҙе. Бите буйлап аҡҡан күҙ йәштәрен, уларҙың тоғро юлдашы – маңҡаһын да һөртмәне, табандарына сәселгән шырауҙарҙы ла тойманы – йөрәгенә ҡаҙалған ағыулы уҡтар булмышын меңгә бүлгәндә уның ҡайғыһымы: «Мин ғәйепле! Әсәйемдең үлемендә тик мин ғәйепле! Әсәйем тере булһын инде! Бәлки, ағаһы, уның өйҙә ҡунмағанына йәне көйөп, шулай уҫал шаяртҡан ғыналыр? Хәҙер фатир­ҙарына килеп инеү менән әсәһе ҡаршы сыҡһа, үҙенең шулай тиҙ алданыуына көлөр ине…»

Подъезд ишеген, таш тығып, асыҡ ҡалдыр­ғандар, фатир ҙа бикләнмәгәйне. Кира йорттарын ел кеүек урап сыҡты: диванда урын алғандар уға өнһөҙ баш ҡаҡты, күрше ир атаһының кейемен алмаштыра ине, ә әсәһе менән ағаһы бер ҡайҙа ла күренмәне. Аш бүлмәһендә булышҡан еңгәһе ғәйепле сырай менән башын аҫҡа эйҙе.

– Әсәйем ҡайҙа? – күҙе аларған Кира еңгәһенә ябырылды. – Әсәйем ҡайҙа, тим һиңә? Нимә, телеңде йоттоңмо?

– Ныҡ бул, әсәйең дауаханала, моргта…

«Ниндәй көн булды һуң бөгөн – икенсегә башына суҡмар менән елгәрҙеләр. «Моргта» тисе. Нишләп уның йәш ҡыҙҙарыңа биргеһеҙ һылыу, көләс әсәһе шундай шыҡһыҙ, ҡурҡыныс ерҙә булһын? Әсәкәйемдең йомшаҡ ҡына устарын, аяҡтарын унда һыуыҡта кем йылытыр? Аһ, унда ирҙәр эшләйҙер, ә әсәйемде улар алдында яланғас һалып ҡуйһалар, ул оятынан ер тишегенә инеп китер ҙә һуң! Ирҙәр хаяһыҙ ҡулдары менән әсәкәйемдең аҡ ҡына тәненә ҡағылһа, бысратып бөтөр­һә?» – ошоно күҙ алдына килтергән Кираның йөрәге болғанып, саҡ уҡшыманы, ванна эсенә инеп өлгөрҙө.

Ишекте һаҡ ҡына туҡылдатып, артынса еңгәһе инде:

– Мин һиңә кейем килтерҙем, бикәс.

Ниндәй кейем? Кира өҫтөнә ҡараны – күк төҫтәге ирҙәр күлдәгендә генә тора. Ул әйбер­ҙәрҙе алды ла, рәхмәтен белдереп башын һелкте.

– Ағайың шылтыратты, тиҙҙән килтерәләр.

Ишек ябылды.

«Нимәне килтерәләр? – Кира һалҡын һыу менән битен сайҡаны. – Нимәне түгел, кемде… Бер ни тураһында уйламаҫҡа. Аҡылдан яҙырға мөмкин. Уйламаҫҡа… Уйламаҫҡа…» Ирҙәр күлдәген сисеп, эс кейемен, ҡара итәкте, шундай уҡ төҫтәге оҙон муйынлы свитерҙы кейҙе. Кәрзиндәге бысраҡ әйбер араһынан колготкаларын эҙләп тапты – әсәһе керҙе гел дә шәмбе көнө йыуа. Бөгөн – йома. Әсәһен иҫләп, быуындары тотмай, иҙәнгә шыуып төштө: «Һалҡында ултырма, балам, һыуыҡ тейҙерерһең, тиер ине әсәйем… тере булһа»... Күпме шулай таш иҙәндә башын тубыҡтарына һалып ултырғандыр, тағы һаҡ ҡына ишек шаҡынылар. Ағаһы инеп, һүҙһеҙ уны тартып торғоҙҙо ла, үҙенә ҡыҫып ҡосаҡланы. Шунан ипләп кенә һеңлеһен ситкә этеп, йөҙөнә ҡараны. Мыҡты ирҙең күҙҙәре тулы йәш ине.

– Ағай… Мин әсәйҙе үлтерҙем дә ул… – Кира был һүҙҙәрҙе һис бер ҡасан, бер кемгә әйтмәҫкә әҙерләнгәйне, ләкин ағаһының ғазаплы ҡарашын күреп, үҙен-үҙе йәлләт түмәренә һалды. – Мин…

– Бында һинең бер ғәйебең дә юҡ, – ағаһы көрһөндө. – Инсульт.

– Мин, мин ғәйепле, һин белмәйһең, – Кира шыбырлауға күсте, әйтерһең дә, башҡалар­ҙың ишетеп ҡалыуынан хәүефләнде, – мин бит кисә уға ҡысҡырҙым…

– Беләм, – ир һеңлеһенең башынан һыйпаны. – Әсәй һин өйҙән сығып киткәс тә миңә шылтыратты, ни булғанын һөйләне. Аҙаҡ ул тынысланды, борсолма. Атайҙы кисә үҙе йыуындырырға булып киткән. Мине көтһәсе… Артыҡ көсәнгәнгә инсульт һуҡҡан. Һиҙгән кеүек, кисен әсәйгә, һиңә шылтыратам-шылтыратам, берегеҙ ҙә телефонды алмайһығыҙ, аптырап, йоҡларға ятҡан ерҙән тороп килһәм, һин өйҙә юҡ, атай һалҡын һыуҙа ултыра, әсәй иҙәндә иҫһеҙ ята… «Тиҙ ярҙам»дыҡылар, ярҙам итергә бик һуң, тине…

– Ағай, өйҙә булһам, әсәй тере ҡалыр ине, – Кираның бите буйлап күҙ йәштәре туҡтау­һыҙ аҡты, – өйҙә генә булһамсы.

– Алдан ни булырын кем белһен, Кира? Әйҙә, әсәй янына, – ағаһы дыуамал, үҙһүҙле һеңлеһе менән һүҙ көрәштереүҙең файҙаһыҙ икәнен белеп, уны иңбаштарынан ҡосаҡлап, залға әйҙәне.

Кира ҡалтыранған ҡулдары менән әсәһенең йөҙөн асты. Аҡ кәфенгә уралған һылыу ҡатын йоҡлаған кеүек – һырҙары яҙылған, ап-аҡ йөҙөндә тыныслыҡ. Кира уның битенә бармаҡтарын тейҙерҙе лә, тағы илап ебәрҙе: «Әсәй, һин туңғанһың, боҙ булғанһың дабаһа… Хәҙер йылытам мин һине. Ҡайҙа юрғандар?! Бирегеҙ миңә одеялдарҙы, күрмәйһегеҙме ни, әсәкәйем өшөгән бит! Әсәй…» Мәйетте ҡосаҡлап үкһегән һеңлеһен тынысландырырға маташып, ағаһы уны йоҡо бүлмәһенә алып китте. Аҡылынан шашҡандай ярһығайны Кира, карауаттағы атаһына асыуын төшөрҙө:

– Һин, һин ғәйепле! Әсәй урынына һин үлһәңсе! Баҡма булып ятаһың. Күрә алмайым һине!

– Йә инде, тыныслан, – ниндәй әзмәүер ағаһы уны саҡ карауатҡа ултырта алды. Атаһын төпкәрәк шыуҙырып, янынан урын алды ла, һеңлеһенең башын үҙенең күкрәгенә ҡыҫты, – атай аварияға үҙе сәбәпсе булһа, һин уны ғәйепләр инең. Әммә ҡаршыһына юғары тиҙлектә килеп сыҡҡан машина менән бәрелмәйем тип, ошо хәлгә ҡалды ла һуң.

– Булһа ни… Ә һеҙ шул бисәкәйҙе төрмәгә лә ултырттырманығыҙ.

– Бәләкәй балалары бар, тип, әсәй йәлләне.

– Алдама, ире түрә булғанға яраштығыҙ, – Кира ирендәрен сәйнәне. – Ул беҙгә аҡса бирә, аҡса бирә, имеш, ҡайҙа ул аҡса? Хәйер бирҙеләр ҙә, Аллаға һәпәр!

– Шулай шул, – ағаһы уның менән ризалашты, көрһөндө. – Атайҙы дауаларға ярҙам итәбеҙ, тип тә алданылар. Ярай, әсәй әйтмешләй, Хоҙайға тапшырғанбыҙ, гонаһтары – үҙҙәренә…

Тәжрибәһеҙ водитель арҡаһында юлдан осоп, зәғифләнгән атаһына ҡарап, Кираның йәне әрнене: «Нишләп шулай бәхетһеҙ ул беҙ?!» Ағаһы танауын мыршылдатҡан һеңлеһенең арҡаһынан һыйпаны, маңлайынан үпте:

– Йә, йә, етер… Тыныслан.

– Мин арыу, әсәй янына сыҡ. Минән башҡа ла мәшәҡәттәр етерлек.

– Ярай.

Карауат япмаһының бер осона бит-танауын һөрткән Кираның күҙенә креслолағы бәйләм салынды. Шуны барып алды: әсәһе кәзә мамығынан ойоҡбашты бәйләп бөтә яҙған, осларға бер нисә генә юл ҡалған. Атайғалыр, тип, Кира уҫлаптай аяҡҡа үлсәп ҡараны, тик ойоҡбаш уға бәләкәй ине. Үҙенә самалағайны – тап-таман булды. «Әсәйем, балаҡайымдың аяҡтары өшөп йөрөмәһен, тип мине ҡайғыртып, ойоҡбаш бәйләгән, – күҙҙәренә йәш төйөлдө, – ә үҙе ҡараңғы, һыуыҡ ер ҡуйынында ятасаҡ… Аллаҡайым, ниңә тап ул?! Барыһын да күрә алмайым!» Йоҙроҡтары йомарланып, башына эҫе ҡапҡан Кира йомғаҡтар ятҡан кәрзиндән сурайып ҡалҡып торған оҙон энәләрҙең береһен ең осона йәшерҙе лә, урамға сыҡты. Үс тойғоһо уны алға этәрҙе. Шәп-шәп атланы: ирендәр ҡымтылған, күҙҙәр ҡыҫылған, тәне уҡтай тартыл­ған. Ҡулында – ҡорал. «Өсөнсө өй, ҡыҙыл ҡалай башлы йорт. Ошонда йәшәй. Атайымдан ғәрип яһаған, әсәйемдең үлеменә сәбәпсе булған бисәнең дә балалары бәхетһеҙлектең әсеһен татыһын. Хоҙайҙың – үҙ язаһы, минең – үҙемдеке. Закон алдында яуаплылыҡтан ҡасып, беҙҙе намыҫһыҙ рәүештә алдаған әҙәм был донъяла ла үҙ ҡылыҡтары өсөн язаһын алырға тейеш», – Кира шәхси йорттоң ҡара семәрле ҡапҡаһында ҡыҙыл күҙҙәй янып торған төймәгә баҫты. Сит кешенең яҡынлығын һиҙеп, ихата эсендә лаф та лоф эт өрҙө.

– Кем унда? – домофондан сыҡҡан нәҙек ҡатын-ҡыҙ тауышына Кира тертләне һәм, ашығып:

– Телеграмма, – тип әйтә һалды.

– Ниндәй телеграмма? – тауыш аптыраны.

– Ашығыс телеграмма. Һеҙ телеграмманы хәҙер алаһығыҙмы, иртәгә элемтә үҙәгенә киләһегеҙме? – Кира түҙемһеҙләнде. – Оҙаҡ көтөргәме һеҙҙең ҡыймылдағанды? Минең дә эште йәһәтерәк тамамлап, өйгә ҡайтаһым бар.
 

– Һы… Көтөп тороғоҙ, сығам.

Домофон һүнде. Бер аҙҙан ишек асылғаны ишетелде. Сеү, Сэм, тип ҡатын кеше эткә баҡырҙы, шаптырлап ҡапҡаны асты. Ебәк халатҡа төрөнгән, сәсен түбәһенә өйгән, бейәләй ауыҙлы ханыма Кира тултырып ҡараны. Эйе, ул. Тап үҙе. Хата юҡ. Тап ошо водитель арҡаһында атаһы юлдан осто, кеше көнлө ята. Әгәр атаһы һау-сәләмәт булһа, әсәһе лә йәшәр ине.

– Ҡайҙа телеграмма?

Кира энә тотҡан ҡулын өҫкә күтәреп, бар көсөнә һелтәнде. Бисәкәй «сыр-р» итеп сүкәй­ҙе, ҡулдары менән башын ҡапланы.

– Әс-сәй!

Ҡорбаны күкрәгенә яза инде төштө, үс алынды тигәндә, кем уны туҡтата? Кира алар­ған ҡарашын ихата эсенә күсерҙе: тимер биҙәкле болдорҙа ауыҙын ике кескәй усы менән ҡаплаған һары сәсле малаҡай тора ине. Баланың зәңгәр шорты төбө күҙ алдында ҡарайҙы. Бармаҡтың быуын һөйәктәре ағарғансы энәне ҡыҫып тотҡан ҡул, әйтерһең дә, йәлләттең айбалтаһы, һауала аҫылынып ҡалды. Ялан тәпәйҙәр аҫтында бәләкәй күләүек йәйелде, ҡото осҡан зәңгәр күҙҙәр, исмаһам, асалаҡ-йомалаҡ та килмәне – уға төбәлеп ҡатҡан. Кира йән асыуы менән энәне ергә атты: «Ләғнәт төшһөн башығыҙға!» «Күрә алмайым һеҙҙе!» – ҡорбанын буш ҡулы менән этте лә, ҡырҡа боролоп китеп барҙы, бер нисә аҙымдан йүгереүгә күсте. Артынса: «Үлтерәләр! Ҡотҡарығыҙ!» – тип яр һалдылар…

Яңы ғына юлындағы бар диуарҙарҙы емерерҙәй булып елдәй елгән Кира аяҡтарын көс-хәлгә һөйрәп ҡайтып инде. Фатирҙарына кеше бер туҡтауһыҙ инеп-сығып йөрөй, уға барыһы ла йәлләп ҡарай. Әсәһе менән икәүҙән-икәү ҡалып һөйләшергә, серләшергә лә мөмкинлек юҡ… Кәмһетеүле тойолған йәлләүес ҡараштарҙан ҡасып, Кира атаһы яғына сығырға мәжбүр булды.

– Атайҙың аяҡ-ҡулдарына массаж яһа, йәме, – бүлмәгә уның артынса ингән ағаһы шундай үтенесле ҡараны, Кира баш тарта алманы. Ошоғаса уның атаһына яҡын да килгәне юҡ, шуға ҡайһы яҡтан тороп, нисек массаж эшләргә лә белмәй. Әммә ҡалай булһа ла ярар тип, атаһының һалҡынса ҡулдарына, ят, бысраҡ кешегә тейгәндәй, ерәнеү ҡатыш ҡағылды. Был бәндә атаһы ла түгел һымаҡ уға, ҡәҙерле кешеһен башҡа әҙәмгә алыш­тыр­ғандар кеүек. Теләкһеҙ генә атаһының ҡулдарын һыланы, һыйпаны, күтәреп һелкетте. Ҡаны йүгергәс, ирҙең бармаҡтары йылынды. Кира ҡоро, ҡытыршы устарҙы һаман ойпалап, карауатта һуҙылып ятҡан кешенең йөҙөнә, тәүгә күргәндәй, баҡты һәм… эске ынтылышҡа буйһоноп, иҙәнгә тубыҡланды ла, атаһын ҡосаҡланы. Таныш һәм танһыҡ еҫте һулағандан ҡабынып, хәрәкәтһеҙ, өнһөҙ ятҡан атаһының ҡулын үҙенең башына һалды:

– Бәләкәй сағымдағы кеүек башымдан һыйпа, атай… Өшөнөм, дер-дер ҡалтырайым… Бар тәҙрәләрҙе асҡандар… Туңдым…

Саҡ ҡына шул килеш ултырғас, тороп форточканы япты. Әсәһенең дебет шәленә төрөнөп, тәҙрә быялаһына янып барған маңлайын терәне:

– Көҙ ҙә етте, атай… Тап ошо миҙгелдә мин һинең икенсе ҡатын менән үбешкәнеңде күргәйнем. Беҙҙең машинала. Миңә ун өс йәш ине. Светофорға бер мәлгә туҡтаған арала ҡатын һинең яҡҡа янтайҙы, һин, һаҡлыҡ тураһында бөтөнләй онотоп, уны үптең. Мине күрмәнең, иптәштәрем менән киноға китеп бара инек. Әхирәтем билемә төрттө, мәғәнәле йылмайҙы: «Ә атайың нисауа». Шул мәлдән ул миңә дошманға әйләнде, сөнки бәхет­һеҙлек шаһиттарҙы яратмай. Күренеш шул тиклем тетрәндерҙе, әсәйгә генә түгел, һин миңә, ағайыма хыянат иткән кеүек булдың. Киске ашҡа йыйылғас, һин әсәйҙе яратаһыңмы, тип һораным. Һин күҙеңде лә йоммай, ул ниндәй һорау, әлбиттә, тип йылмайҙың. Мине был яуап ҡәнәғәтләндермәне, һин әсәйҙе яратаһыңмы, тип ҡабаттан һораным. Әсәй ҡыҫылды: «Атайың эштән арып ҡайтҡан, ҡаңғыртма». Беләм мин уның ниндәй эштән арығанын, тип ирендәремде салышайтып, өҫтәл артынан тороп киттем. Барыһы ла – ялған, һеҙ – алдаҡсылар, тип ҡысҡырҙым, иҫләйһеңме? Гонаһыңды ҡаплағандай, ҡарашыңды йәшерҙең, битең тимгелләнде, ә әсәй, бахырҡай, юғалып ҡалды. Һине – аҙғынлығың, әсәйҙе күңел һуҡырлығы өсөн күрә алманым, атай.

Кира атаһы янына килеп, мендәрен ипләне, өҫтөнә пледты япты:

– Бүлмәлә һалҡын, өшөп ятаһыңдыр, – карауат ситенә ултырҙы. – Татыу ғаиләбеҙҙә бәхетле инем. Ә бәхет ҡомдан булып сыҡты, ишелеп төштө. Һөйәркәңдең ҡайҙа йәшәгәнен аңдып, подъезд ишегенә, бында уйнаш бисә йәшәй, ул йоғошло, тип аэрозоль буяу менән яҙҙым. Әммә үсем ҡанманы. Һиңә аҙым һайын дәғүәләр белдерҙем, арабыҙҙа кәртәләр артҡандан-артты, боҙ һалҡынлығы барлыҡҡа килде. Ниңә һин аңлашырға ваҡыт, форсат, сара тапманың, атай? Төйөн үҙенән-үҙе сиселер, тип көттөңмө? Ә мин бәйҙән ысҡындым: «өслө»ләргә тәгәрәп төштөм, уҡытыусыларға, һиңә, әсәйгә ҡаршы телләштем, теләһә ниндәй әтрәгәләмдәр менән ҡатыштым. Ебәктәй сәсемде һыйпарға ярат­ҡаның өсөн, башты тап-таҡыр итеп ҡырып ҡайттым. Ҡап-ҡара кейем кейеп, күҙҙәрҙе, ирендәрҙе гел ҡайғы төҫөнә буяным (күрше әбей-һәбейҙәр мине күргән һайын «ләхәүләһен» уҡыны). Һәр яҡтан камил, барыһынан бер башҡа өҫтөн күренгән атайыңдың башҡалар һымаҡ уҡ көсһөҙ, хыянатсы, алдаҡсы икәнен белеү аяҡ аҫтынан ерҙең китеүе менән бер ине. Өмөттәремде аҡламаған донъяла тоғролоҡ, тыйнаҡлыҡ, әҙәптең бер тинлек хәжәте ҡалманы…

Кира энәләрҙе һурып сығарып, осланмаған йөн ойоҡто кейҙе. Аяғын һоноп, өҫкәрәк күтәрҙе:

– Әсәйем миңә бәйләгән, – әйтерһең дә, атаһы күрә, ишетә. – Йылы ғына.

Шәлде яурындарынан алып атаһының аяғына ураны, иҙәнгә ултырып, яңынан уның ҡулын үҙ башына һалды:

– Мин һаман, диңгеҙҙә штормға эләккән кәмәләй, бер сиктән икенсеһенә ҡағылып-һуғылам. Һиңә ҡыҙыҡ булырмы-юҡмы: сауҙа хеҙмәткәре көнөн кафела билдәләгәндә бер ир менән бейегәйнем, ҡатыны, ҡыҙғанып, миңә бәйләнде лә, һуғышып киттек. Шул бисә өҫтөмдән ғариза яҙған. Участка уполномоченныйы, йәш кенә һипкелле бер егет, повестка менән килде. Аҙаҡ тағы, тағы килде. Эште олоға ебәрмәне, рәхмәт, ләкин артымдан йөрөүен оҡшатманым. Бай иргә кейәүгә сығырмын да, һөйөүһеҙ ҙә йәшәрмен, тигән маҡсатым бар ине. Ирең хыянат иткән хәлдә лә күңелең яраланмаясаҡ – шәп бит! Егеттең хис-тойғоларының сафлығына ышанманым. Бер килеүендә, һеҙҙең барығыҙға ла бер нәмә кәрәк, тип асыуланып, ишекте танауы алдында яптым. Ул ныҡыш, китмәне, ишекте ҡабаттан астырҙы. «Әйҙә асыҡлайыҡ, беҙҙең барыбыҙға ла нимә кәрәк тип уйлайһың», – тине. Мин өндәшмәгәс, үҙе яуапланы: «Беҙҙең барыбыҙға ла һин уйлаған нәмә түгел, ә мөхәббәт һәм аңлау кәрәк». Шулай тине лә, ҡырт боролоп, баҫҡыстан төшөп китте. Шыр тиле ише, ауыҙ асып тороп ҡалдым. Ә бит ул хаҡлы, атай! Һөйөү, аңлау эҙләп, һуҡыр себен кеүек йә бының күҙенә инеп барабыҙ, йә тегенең ҡарашына эләгергә ынтылабыҙ, әммә һин нығыраҡ тырышҡан һайын теләгәнең алыҫайғандан-алыҫая. Инде таптым тигәндә, ул сираттағы сағым булып сыға. Ә күңелеңдә – сүллек. Берҙән-бер кешегә тәғәйенләнергә тейеш һөйөү-наҙыңды үткенселәргә тәләфләп, сайпылтып, түгеп, күңелеңде буш мискә ише ҡалдыраһың... Иң ғәжәбе шунда: донъяла ни бары мөхәббәт кенә тәжрибәһеҙлекте үҙ итә… Йәшәй килә өлөшөңә төшкән көмөшөңдө, бәлки, осратырһың да, тик ҡара ҡомға ҡалған күңелеңдә, иң ҡоро Атакамала (ишеткәнең бармы шул сүллек хаҡында?) һөйөү гөлөн үҫтереп булырмы? Үҫтерә алмаһаң – харап! Һине яратҡан бисара ла, уртаҡ балаларығыҙ ҙа һөйөү бишегендә бәүелеүҙән мәхрүм ҡаласаҡ… Был катастрофа, атай. Бер ғаилә масштабында һәләкәт...

Мөхәббәтле бала булғым килде. Осраҡлылыҡ, хата түгел, ә һөйөү емеше. Бер-берен йәш, матур саҡта яратып, һуңынан да, бер нәмәгә ҡарамаҫтан, вәғәҙәләрен боҙмаған ир менән ҡатындың дауамы булырға теләнем. Ауырыу һәм һау саҡта, байлыҡта һәм хәйерселектә… Ә әсәй һиңә тоғро. Бер кем менән дә сағыштырмай, һиңә алмаш эҙләмәй, әүәлгесә тик һине генә һөйә, һауығырыңа өмөтөн өҙмәй. Тоғролоғо өсөн мин уны күрә алманым һәм… рәхмәтле инем. Диңгеҙҙә аҙашҡан караптарға маяҡ кәрәк бит ул. Әсәй өсөн донъяла һаманғаса һинән камилыраҡ ир юҡ. Тимәк, һин, ошо хәлеңә ҡарамаҫтан, бик бәхетле ир… Әсәй тойҙомо икән хыянатыңды? Белгәндер, тим. Ҡатын-ҡыҙ күңеле һиҙгер була. Әммә мин йөрәгемде яндырған серҙе бер кемгә лә сисмәнем, үҙемә батырҙым. Бәлки, кем менәндер бүлеш­һәм, миңә еңелерәк булыр, ғазапланмаҫ, һеҙҙе ҡаңғыртмаҫ инем...

Үпкә өҫтөнә үпкә йыйып, тыуған көндәремде матур итеп үткәргәнегеҙҙе, бергә сана шыуғанды, әкиәт уҡығанығыҙҙы – ҡарамаҡҡа ваҡ, әммә үтә мөһим ваҡиғаларҙы онотҡанмын. Атай, иҫләйһеңме, «самолетик»ты? Ә «вертолетик»ты? Хәтәр күңелле, ҡыҙыҡ ине һинең менән уйнауы… Нисек бәхетле мәлдәр­ҙе иҫемдән сығарғанмын, шулар хаҡына һине аңларға, ғәфү итергә үҙемдә көс тапмағанмын?

Иҫләйһеңме, миңә биш йәш саҡта ҡаты ауырып киткән ағайҙы дауаханаға һалдылар, әсәй ҙә уның менән ятты, ә һин, сменалы эштә булғас, мине, ҡарауһыҙ ҡалған баланы, ауыл­ға, өләсәйгә алып барҙың. Тәүҙә рәхәт булһа ла (иреклеһең, балалар баҡсаһына бараһы түгел), бер-ике көндән һеҙҙе үлеп һағындым. Ә һеҙ юҡ та юҡ… Зар-интизар булдым һеҙҙе көтөп, атай, күҙҙәремде талдырып бөттөм… Бер төндә илап уяндым, һеҙ мине мәңгелеккә ауылда ҡалдырғанһығыҙҙыр тип уйланым. Мине кире атай-әсәйемә ҡайтар, тип әйтергә өләсәй янына барҙым. Йоҡлаймы икән тип, йөҙөнә яҡын эйелеп ҡарағайным, уянды ла, эй, ҡурҡты! Ҡулдары менән болғай-болғай: «Әл-Мөьмин, Әл-Мөьмин, Әл-Мөьмин», – тип ҡабатлай башланы. Ҡороп ҡал­ғыр, тфү, тфү, тфү, тип төкөрөнә етмәһә. Ул ҡурҡҡанға мин аҫтыма шыр ебәрҙем, лауылдап иларға керештем. Өләсәй ҡалтырана-бәлтерәнә, уҡынып, утты ҡабыҙғансы, икәүләп шар-шор килдек. Һуңынан минең яман зат түгеллегемә ышанып, шулай ҙа бисмиллаһын уҡып, бит-ҡулымды өшкөртөлгән тоҙло һыу менән һыйпаштырып, эргәһенә ятҡырҙы. Ипләп кенә арҡама ҡаға-ҡаға, йыр мөңгөрләне. Ул һинең бишек йыры ине, атай, һәм мин уны көн дә үҙемә көйләйем:

Әлли-бәлли бәүкәйе,

Ҡайҙа киткән әнкәйе?

Ҡайынлыҡҡа еләккә –

Бәпкәһенә бүләккә...

Кираның башында ятҡан ҡул саҡ ҡына дерелдәне, ирҙең бите тартышып, күҙенән бер тамсы йәш ағып сыҡты ла, мендәргә һеңде. Ләкин ҡыҙы быны күрмәне – карауатҡа һөйәлеп ултырған килеш йоҡоға талғайны.

… Йәм-йәшел хәтфә үләндә тәгәрәп уйнап арыған бәләкәй Кира кәмәлә ишкән әсәһен аңғарып, ярға сапты. «Әсәй! Бында кил! Мине лә үҙең менән ал! Минең дә кәмәлә йөрөгөм килә!» – тип ҡат-ҡат ҡысҡырҙы, үсекте, иренен турһайтты, әсәһенә арҡаһын ҡуйып баҫты, йәнәһе лә, ныҡ үпкәләне. Әммә әсәһе ишеүҙән туҡтаманы, уға йылмайып ҡул болғаны ла, томан эсенә инеп юғалды. «Әсәй!» – үҙенең тауышын үҙе ишетмәгән Кираның эсендә сыңлап ҡыл өҙөлдө, шартлатып ҡояшты һүндерҙеләр. Донъя дөм ҡараңғылыҡҡа сумды… Аҙашҡан Кира ары һуғылды, бире һуғылды, эләгеп йығылды. Шул саҡ уны атаһы күтәреп алды: «Ҡыҙым, самолетикмы, вертолетикмы?» Тирә-яҡ яҡтырғанға, атаһы табылғанға ҡыуаныстан шарҡылдап көлә-көлә Кира ҡулдарын болғаны: «Самолетик! Ә аҙаҡ вертолетик!» Атаһы уны әйләндерергә тотондо: «Самолети-ик!». Кираның башы зырлап әйләнде…

Йөрәге болғанып уянып киткәс, ҡымша­ныр­ға ла ҡурҡып ятты. Шунан ипләп кенә күҙҙәрен асты. Ят түшәм. Ҡарашын уңға күсерҙе. Унда, мышнап, ҡыҫҡа һаҡаллы егет ята. Вадим? Эйе, Вадим! Кира киң йылмайҙы. Төш кенә булған икән. Барыһы ла төш кенә… Аллаға шөкөр, был ни бары төш. Өҫтәлдә ятҡан кеҫә телефонын ҡабыҙып, будильник наҙлы сыңғырланы. Бохар заманда, тәүге телефонды бүләк иткәс, әсәһе уға был көйҙө ҡуйып биргәйне, шул килеш уны алмаштырманы. Әсәйем тере!

Кира һикереп килеп торҙо ла, егетте уятыу­ҙан ҡурҡмай, шарт-шорт кейенә башланы. Күҙҙәрен тырнай-тырнай килеп торҙо уныһы.

– Һин ҡайҙа?

– Мин өйгә! Хаталарҙы төҙәтергә.

– Ниндәй хаталарҙы?

– Үҙем беләм, – Кира ишек төбөндә бер мәлгә генә туҡтаны, – әйткәндәй, кисә минең шарапҡа ниндәй әшәке нәмә өҫтәгәйнең?

Егет ауыҙын йырҙы:

– Оҡшанымы?

– Аллам һаҡлаһын ундай нәмәне оҡшатыу­ҙан. Хуш, Хәйрүш!

– Кем тиһең? Мин Вадим!

– Ә миңә барыбер, мин – Кәримә, – тине баҫҡыс буйлап һикереп төшөп барған Кира. – Иң мөһиме, әсәйем тере!

Был ваҡытта ағаһы ашығып уның номерын йыя ине…
 
 БаныуҠАҺАРМАНОВА.
Автор:
Читайте нас