Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Әҙәбиәт һәм ижад
21 Март 2025, 13:09

Онлайн-осрашыу әһәмиәтле булды

Брест ҡалаһының яҙыусы-шағирҙары беҙҙә “Китап-байрам”да булғандар. Ә Новороссийск балалар китапханаһы Мостай Кәримдең балалар өсөн яҙылған рус телендәге китаптарын һораны.

Онлайн-осрашыу әһәмиәтле булдыОнлайн-осрашыу әһәмиәтле булды
Онлайн-осрашыу әһәмиәтле булды

Бөгөн – Өфө ҡалаһының 26-сы моделлы китапханаһында Белорусь Республикаһының Брест ҡалаһының А. Пушкин исемендәге үҙәк ҡала китапханасылары менән онлайн-осрашыу уҙҙы. Шулай уҡ, “ЛитКонтакт” тип аталған был әҙәби сараға Нефтеюгансктың ҡала китапханаһы һәм Новороссийсктың үҙәкләштерелгән балалар китапханаһы хеҙмәткәрҙәре лә ҡушылды. Төп маҡсат халыҡ-ара бәйләнеште нығытыу, тәжрибә менән уртаҡлашыу ине.

“Башҡорт яҙыусы һәм шағирҙары Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында Белорусияны азат итеүҙә күпләп ҡатнашҡандар. Һуңынан уларҙың әҙәби мираҫында был төбәк ҙур урын биләне”, - тине әҙәбиәтсе ғалимә, филология фәндәре докторы Зәйтүнә Яхия ҡыҙы Шәрипова.

Башҡортостан Республикаһы Башлығының баш референты, шағир, тәржемәсе, журналист Алмас Рауил улы Шаммасов атаһы, Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Шаммастың рус теленә тәржемә ителгән шиғырын уҡып ишеттерҙе. Төрлө төбәктәге китапханасыларға эштәрендә уңыштар теләне.

“Шоңҡар” журналының бүлек мөхәррире Рәзинә Зәйнетдинова Башҡортостанда йәш ижадсылар өсөн төрлө яҡлап ярҙам күрһәтеүҙәре, конкурстар үткәрелеүе тураһында һөйләне. Яҙыусылар Союзы рәйесе Айгиз Ғиззәт улы Баймөхәмәтовҡа рәхмәтен белдерҙе.

Брест ҡалаһының яҙыусы-шағирҙары беҙҙә “Китап-байрам”да булыуҙары, әҙәбиәткә Башҡортостанда ҙур иғтибар бүленеүҙәре тураһында әйтте. Ә Новороссийск балалар китапханаһы Мостай Кәримдең балалар өсөн яҙылған китаптарын һораны. Сарала ҡатнашыусылар бындай әһәмиәтле осрашыу өсөн Өфө ҡалаһының 26-сы моделле китапханаһының мөдире Гөлнара Иждиһатоваға рәхмәт әйтте.

Онлайн-осрашыу әһәмиәтле булды
Онлайн-осрашыу әһәмиәтле булды
Автор:Разинә Зайнетдинова
Читайте нас