Ябалаҡлап яуған ҡуйы ҡар пәрҙәһе аша тирбәлә-тирбәлә автобус елә. Һалмаҡ йүгереүсе тәҙрә һепергестәр алғы быялаға йәбешкән эре ҡар бөртөктәрен таҙарта, уларҙың ҡыштырлауы, мотор тауышына ҡушылып, бәүелдергес көйгә әйләнә.
Ҡасаҡтың ҡарашы башҡаларҙыҡынан айырылып тора. Донъяның ҡайһы ғына ҡитғаһында булмаһын, ҡасаҡ – ҡасаҡ инде, торлағынан, ғаиләһенән яҙған, атайсалын ташлап киткән кеше булып ҡала... Үҙе ҡасаҡ булмаған кеше уны аңлай алмай. Ә ҡасаҡ булғаны аңлай: уның йөрәгендә – бушлыҡ, һалҡын елдәр ыжғырған икһеҙ-сикһеҙ сүл. Юҡ, был ҡояштан уттай ҡыҙған ҡом сүле түгел – бер ваҡытта ла иремәгән, ҡар ҡаплаған, мәңге туң осһоҙ-ҡырыйһыҙ боҙ сүле.
Ашми был сүлдең һалҡынын ун йыл элек үк татыны. Ул ваҡытта егет донъялағы берҙән-бер чечен гәзитендә эшләне, туғандары йортонда йәшәне, әҙәбиәт, мәҙәниәт, ғөрөф-ғәҙәттәр тураһында мәҡәләләр яҙҙы. Уға башҡа бер ни ҙә кәрәкмәй, тик барыһы ла нисек бар, шулай ҡалһын ине: һәр иртәлә Матбуғат йортона эшкә йөрөй алһын, өйөнә ҡайтһын, үҙенә киске аш әҙерләһен, киләсәккә пландар ҡорһон.
Ләкин бөтәһе лә бер көндә үҙгәрҙе. Ҡаҡшамаҫ булып тойолған тәртип емерелде, ҡыйралды, үткәнгә күсте. Уның иптәштәренең күбеһе был буталышта һәйбәтте, яңыны күрҙе, бер ваҡытта ла партияла тормаһа ла, уны властарға ярамһаҡланыуҙа ғәйепләне.
Бер ваҡыт эштән ҡайтып килгәндә Ашми Ленин һәйкәленә трос ташлауҙарын күрҙе (ҡарап тороуға сибек кенә, хәлһеҙ, урта йәштәрҙәге кешенең Лениндың муйынына трос һалыу өсөн һәйкәлгә үрмәксе кеүек етеҙ үрмәләүе ғәжәп ине). “КамАЗ” һәйкәлде ауҙарҙы – ул ваҡытта Ашми: “Был вәхшилек”, – тине. Уны “партия яҡлы” яһанылар. Артабан ваҡиғалар киҫкенләште. Чечня көнкүреше, һыу тирмәндәре, тауҙарҙағы хужалыҡтарҙа аттың әһәмиәте, манаралар архитектураһы тураһындағы мәҡәләләрең өсөн төрлө инстанцияларға саҡырып йөрөтөүҙәрен оноттоңмо ни, тинеләр уға. Былары ла, ҡалғандары ла хәтерендә ине, ләкин йөрәге уға, был кешеләрҙең уйламай эш итеүе оло бәлә килтерәсәк, тине. Бер ваҡыт митингыла ике ораторҙың (береһе – партияға инеү өсөн мендәр аҫтында Маркс менән Ленинды ҡосаҡлап ҡына йоҡламаған мәҙәниәт йорто хеҙмәткәре, ә икенсеһе – ҡыҙыл календарҙағы бер көндө лә төшөрөп ҡалдырмайынса шиғырҙар сығарыусы шағир) донъялағы иң ҡеүәтле дәүләткә барлыҡ язалар менән янап, тыуған төйәктәге мәшһүр кешеләрҙе тәнҡитләүен ишеткәс, ул быға тамам инанды. Уларҙың шулай ҡыйыуланыуы түгел, ә, алдын-артын уйламай, чечендарҙың бер-береһе менән мөнәсәбәттә һәм аралашыуҙа хөрмәтләгән әхлаҡты еңел боҙоуы ғәжәп ине. Улар телевидение бинаһынан сыҡҡанда уҡ Ашми мәҙәниәтсе менән шағирҙағы әшәкелек һалҡынын, “ни ҡылһаҡ та, үҙ ҡулыбыҙҙа” тип эш иткән кешеләр әшәкелеген тойҙо. Һуңынан шундайҙар төрлө учреждениеларға урынлашты... Күберәк Радио йортона... Радионан көн-төн бер үк йыр яңғыраны: “Һалҡын ел иҫә, иҫә, иҫә...”
Ул ваҡытта, бәлки, башҡа йырҙар ҙа башҡарылғандыр, бүтән әңгәмәләр ҙә алып барылғандыр, әммә уның хәтерендә тап ошоһо тороп ҡалған:
Һалҡын ел иҫә, иҫә, иҫә...
Иртән, көндөҙ, төнөн, таңда
Һалҡын ел иҫә, иҫә, иҫә...
Баҡтиһәң, улар хәҙер уның күңелендә өҙлөкһөҙ иҫеүсе ел тураһында йырлаған икән...
Ниндәйҙер ауыл ситендә шофер тиҙлекте кәметте. Көн кискә ауышты, ҡар һаман яуҙы. Урамда кешеләр донъя кәрәк-ярағы артынан тегеләй-былай йөрөй, һыулауға ҡыуған һарыҡтар баҡырыша. Туҡталышта бер ир-ат автобусты туҡтатты. Янында – Ҡыҙыл Тәренең гуманитар ярҙамы ҡаптары. Ир, ҡаптарҙы күтәреп, автобусҡа инде.
– Эй, чечендар, донъяла һеҙ күпме – һанап бөтөрөрлөк түгел, – алғы урындағы ҡарт шаяртты. – Бында ла, Грозныйҙа ла, Мәскәүҙә лә, сит илдәрҙә лә... Ҡытайҙар кеүек күпһегеҙ.
Ҡасаҡ яуапҡа өндәшмәне, йәш кеше урын биргәс, шунда ултырҙы ла алдына ҡаптарҙы һалды. Ҡарттың шаяртыуын бер кем дә күтәреп алманы. Ҡарт үҙе лә берәүҙә лә шаярыу ҡайғыһы юҡлығын аңланы булһа кәрәк, кеҫәһенән йәһәт кенә тиҫбе алып, тартырға тотондо.
Тәҙрә янында йыш-йыш күҙ йәштәрен һөртөп, ҡарашын ҡулындағы балаһынан алмайынса йәш ҡатын иланы.
Һалҡын ел иҫә, иҫә, иҫә... Ошо йыр аҫтында, ил сиктәрен һәм тыйыуҙарҙы бар тип белмәйенсә, ҡайнаусы ҡаҙандар һәм урамдың үҙендә үк тоҡандырылған усаҡтар араһында үҙҙәре ышанмаған нәмәгә өмөтләнеп, ҡарғап һәм фашлап, кешеләр үрһәләнеп йөрөнө. Улар рөхсәт ителгәнде лә, рөхсәт ителмәгәнде лә айырманы, бөйөктө кәмһетте, лайыҡлыны түбәнһетте һәм, йорттарын, хужалыҡтарын ташлап, аҙашҡан мал һымаҡ, ҡала буйлап кәләп һалды... Уғрылар аҡыл өйрәтте, аҡылын юйғандар дауаланы, йыуан ҡатын-ҡыҙҙар бүре булып олоно, сибектәр әрмегә китте, тауыҡтар әтәс булып ҡысҡырҙы, бесәйҙәр эт булып сыйнаны, аттар ишәк булып кешнәне, ишәктәр тибеште – ниндәйҙер ҡот осҡос нәмәне әшкәртеп, барыһы ла әйләнде лә тулғанды. Ә әшкәртелгән нәмә – һуғыш ине. Ул майҙандарҙа, ялтыр күҙле ҡарттар әйткәнсә, еңел булманы, ә ауыр, ҡаты булды, ҡалалар һәм ауылдар бомбаға тотолдо.
Ашми ҡала ситендәге йортонда оҙаҡ йәшәне әле: бер кемгә лә насарлыҡ эшләмәнем, миңә нимә янауы ихтимал, тип уйланы. Ләкин үҙҙәренең урамында ҡуңыр һыйырын көнө буйы көтөп, һөт һатып тамағын туйҙырған әбей ракета ярсығынан һәләк булғас, ул һуғыштың кем ғәйепле, кем ғәйепһеҙ икәнлеген айырып тормауын аңланы: был аждаһаға барыбер, йоторға табыш ҡына булһын.
Ул тауҙарға, үҙе тыуып үҫкән ауылға китте. Унда олатаһының өйөн тәртипкә килтерҙе лә, тигеҙ ерҙән осоп килгән самолеттар ауылды бомбаға тотҡан һайын тормош менән бәхилләшеп, биш ай йәшәне. Бында килеүе һәйбәт булды: янында әсәһе, тиҫтерҙәре бар, улар уны йыуатты, ул – уларҙы, шулай бер-береһенә таяныс булдылар. Ә ҡалала ни булырын кем белә?
Биш айҙан һуң, яҙ башланғас, ауыл халҡы самолеттар һөжүм иткәндә ишек алдында ҡаҙылған соҡорға һикереп төшөп ҡаса-ҡаса (тауҙарҙа йәшәүселәр мөгәрәп яһамай, уның кәрәге лә юҡ) баҡсаларын ҡаҙып сәскәс, тау битләүҙәре йәшәреп, һары, асыҡ зәңгәр сәскәләр баш ҡалҡытҡанда, ул машинаға ваҡ-төйәк мөлкәтен тейәп, ҡалаға юлланды.
Ул ауылда ҡалғандар өсөн көйәләнеп, ҡалала ниҙәр эшләнеп ятҡанын белмәй ине. “Әгәр кемгәлер яза биреү өсөн ғәйеплеләрҙе ғәйепһеҙҙәрҙән айырып тормайынса, дәүләт исеменән үҙ граждандарын бомбаға тоталар һәм “изгелек – яуызлыҡ”, “аяуһыҙлыҡ – мәрхәмәт” төшөнсәләре бер-береһенән айырылмай икән, тимәк, донъя икенсе сифатҡа күскән”.
Блокпостарҙың береһендә йыйылған кешеләрҙе күреп (ҡала халҡы, уның һымаҡ, тауҙарҙан үҙ өйөнә ҡайта ине), ул: “Ни өсөн уларҙы бында тотҡарлайҙар?” – тип һораны. Яуап алмағас, кеҫәһенән ҡыҙыл таныҡлығын сығарып: “Мин СССР Журналистар союзы ағзаһы”, – тип һуҙыу менән, башына ҡыйыҡ яулыҡ бәйләгән һалдат уны туҡтатты ла, автоматының тәтеһен тартып: “Миңә тимәгәйе, космонавт бул! Төкөрҙөм мин һиңә! Күҙемдән юғал!” – тип ҡысҡырҙы.
Эйе, СССР башҡаса юҡ ине, донъя үҙгәрҙе.
Һуңынан ул ҡаланы күрҙе: үҙәк тулыһынса емерелгәйне, биҫтәләр ҡыйралған, бала саҡта йөрөгән урамдарҙы танырлыҡ та түгел – һуғыш һөрөп сыҡҡан, һәр ерҙә емерелгән йорттарҙың һөрөм менән ҡапланған торбалары һерәйеп тора. Шулай ҙа бәлә-ҡаза мәңгелеккә артта ҡалды тип инанған кешеләр күпмелер ваҡыт бирешмәне. Төрөк фирмалары үҙәктә харабаларҙы матур ҡоймалар менән уратып, төрөк телендә яҙмалар баҫылған аҡ ҡағыҙҙарҙан пәрҙә элде. Кешеләрҙең күбеһендә ижтиһад дәрте, барыһын да таҙартыу, аяҡҡа баҫтырыу, яңынан төҙөү теләге уянды. Баҡтиһәң, шулай ҙа ысын яуызлыҡ башланып ҡына тора икән – был хаҡта ул осорҙа уға ла (телевидениеға урынлашып, халыҡ ғөрөф-ғәҙәттәре һәм уларҙы тергеҙеү зарурлығы тураһында тапшырыуҙар эшләй башлағайны), ҙур зәңгәр күҙле һәм һары сәсле ҡыҙға ла билдәле түгел ине әле. Ҡыҙ рус телендә “Баш ҡала” тапшырыуын алып барҙы, ыңғай ваҡ-төйәктә матур башланғыстар табып, Чечня баш ҡалаһының яҡты киләсәге тураһында һөйләне.
Уларҙы киләсәккә ышаныс ҡына яҡынайтманы. Ашми уның яҙ башланғанда үҫеп сыҡҡан сәскә кеүек зәп-зәңгәр ҙур күҙҙәрен оҡшатты. Күҙҙәр башҡаларға ла оҡшай ине. Ләкин ҡыҙ уны һайланы. Бәлки, быға Ведено районында видеотөшөрөү ваҡытында булған хәл дә сәбәпселер. Уларҙы урларға маташтылар, ә Ашми, гранатаның чегына йәбешеп, барыһын да ҡотҡарҙы.
Ҡыҙҙың яҡындарына хәүеф янағанда ла ул уның менән бергә булды. Бер саҡ юлдарҙы бикләп, кешеләргә тауҙарҙан төшөргә ирек бирмәнеләр. Ҡыҙҙың өләсәһе тауҙағы бәләкәй генә хуторҙа йәшәй ине. Уларҙың йөрәге, һауа кеүек, һөжүм итеүсе самолеттар геүләүенән өҙгөләнде. Арыу-талыу белмәй, ул чиновниктар тупһаһын тапаны, Мәскәүгә Ельцин исеменә телеграмма ебәрҙе: “...Чечня Рәсәй субъекты икән, үҙ граждандарығыҙҙың йәшәү хоҡуғын тәьмин итегеҙ...”
Аҙна буйы мәшәҡәтләнгәндән һуң, ниндәйҙер халыҡ-ара гуманитар ойошма ярҙамында, ниһайәт, урман юлында коридор билдәләнгәс, Элиманың уға мөнәсәбәте үҙгәргәндер, бәлки? Унда икәүләшеп барҙылар. Бомбаға тотоуҙан өмөтһөҙлөккә төшкән кешеләр, уларҙы мөғжизәсе әүлиәләрҙәй күреп, илай-илай ҡаршыларына йүгерҙе.
Ләкин ул бында ла яңылышты: бер йылдан һуң ҡыҙ ни өсөн уны һайлағанын үҙе һөйләне. “Был мәрхәмәтһеҙ донъяла нисек йәшәргә белмәнем, сөнки мин – ҡарт ата-әсәмдең берҙән-бер балаһымын. Ә һин минең яҡлаусым юҡлығын тойҙоң, миңә шулай күренде...” “Мин бер нәмә лә һиҙмәнем, һинең күҙҙәреңде генә – ике Кезеной күлен күрҙем, өмөт самалы булһа ла, уларҙың минеке булыуын теләнем...” – тип яуапланы ул уға. “Һин бер ваҡыт, ни өсөн ҡара күҙлек кеймәйһең, тип һораның, ул һиңә килешер ине, тинең... Мин күп уйландым... Ни өсөн шулай тип әйттең?” “Беләһеңме, ни өсөн? Һинең күҙҙәрҙәге күлдә сит кешеләр сағылышы һыу инмәһен өсөн... Улар минеке генә булһын”.
Хәҙер Элима юҡ, уға бындай күҙҙәр башҡа бер кемдә лә булмаҫтай тойола. Бөгөнгә тиклем ул ундайҙарҙы осратманы...
...Шундай күҙле ҡатын әле автобуста унан алда ултыра, ул төшөндә йылмайған балаһына ҡарап туҡтауһыҙ илай.
...Ашми Элимаға өйләнде, ҡала ситендә арзанға ғына ярым емерек өй алды, туған-тыумасаһы ярҙамында уны рәткә килтерҙе. Ләкин унда ике ай ҙа йәшәргә өлгөрмәне, Грозныйҙың яҙмышы йәнә түңкәрелде. Чечен боевиктары ҡаланы баҫып алды, ә федералдар, торлаҡ йорттарҙы миномет утына тотоп, тәртипһеҙ рәүештә бомба яуҙырҙы. Боевиктар китергә уйламаны ла, улар тиҙ төпләнеп алды. Төрмә астылар, “рустарға һатылған кешеләр”ҙе тота башланылар, өлгөрмәбеҙ, тип ҡурҡҡандай, уларға ашығыс хөкөм сығарҙылар. Телевидениела эшләгәнлектән, Ашми, шулай уҡ уның ҡатыны шулар иҫәбендә ине. Уның өсөн борсолған күршеһе (өгөтләүҙәргә ҡарамаҫтан, ул эштең нимәлә икәнлеген асыҡлау өсөн ҡала үҙәгенә йыш йөрөнө; теге һуғыш ваҡытында уның менән бер ни ҙә булмағайны, ә икенсе һуғышта мина шартлауына эләкте), – эйе, күршеһе Ашмиға, ҡатының менән китегеҙ, тине, сөнки, әгәр улар менән берәй нәмә була ҡалһа, уның үҙенә лә, уларҙы белгән бөтә кешеләргә лә ҡыйын буласаҡ, тип өгөтләне.”Борсолмағыҙ, беҙ уйларбыҙ ҙа берәй ҡарарға килербеҙ...” “Һуңламаһағыҙ ярай ҙа ул, һуңламаһағыҙ ярай ҙа ул...” – Абдул-Гапур, ҡулдарын арҡаһына ҡуйып, бошоноп, башын сайҡаны.
Абдул-Гапур уларҙы иҫке машинаһында Һуйырҡорт түбәһе битләүенә тиклем алып барҙы. Шунда машина туҡтаны – бензин бөттө. Абдул-Гапур: “Тиҙерәк китегеҙ, барыбер миңә бер нисек тә ярҙам итә алмайһығыҙ”, – тине. Ҡотолоу өсөн Гикало ҡасабаһына төштөләр ҙә артабан киттеләр.
Улар йәйәү атланы, юлда вертолеттан утҡа тотолған ике машинаға – “КамАЗ” менән “уазик”ка тап булдылар... Машиналар төтәҫләп янып бөтөп бара ине... Дүрт кеше һәләк булған, бишәүһе яраланған. Һәләк булғандарҙы һәм яраланғандарҙы алып киткәйнеләр...
Юлдағы машиналар, һаҙлыҡҡа батҡандай, саңға сумғайны, көсәнеп геүләп, тәгәрмәстәре бер урында әйләнде. Машиналар йәйәүлеләргә ҡарағанда бәхетһеҙерәк булып күренде. Машиналарҙың ялбарыулы геүләүе аҫтында кешеләр уларҙы, урындарынан саҡ күсереп, этә. Әгәр машинала урын табылһа, уға берәмләп йәки икешәрләп ултырып китәләр... Ләкин бынан ғына йәйәүлеләр кәмемәй, улар бик күп. Һауала самолеттар өйрөлә башлаһа, улар юл ситендәге соҡорҙарға, ҡыуаҡлыҡтарға йәшенә, ә машиналар алға барыуын белә.
Йәйәүлеләргә ҡарағанда, уларға янаған ҡурҡыныс күберәк, сөнки машиналар самолеттарҙан яҡшы күренә, шуға уларға һөжүм итеү бик анһат...
Бер шофер, Ашмиҙы танып, кешеләр менән лыҡа тулған автобусын туҡтатты: “Урын тапһағыҙ, ултырығыҙ...” Әммә ул ҡулын ғына һелтәне – юлыңда бул. Автобус, әлеге ҡарҙағы кеүек, саң болотонда юғалды...
Ул ҡарашын тағы ла тәҙрә янындағы ҡатынға һәм уның балаһына күсерҙе... Тағы ла бөтә йәне-тәне менән үткәндәрҙең йылыһын һәм ҡабатланмаҫлығын тойҙо. Уйҙарында үткәндәргә ҡабат-ҡабат әйләнеп ҡайтып, шул заманды зарығып юҡһынды. Юҡ, үткәндәрҙе юҡһынманы, һыҙландырғыс татлылығын хәтергә төшөрөп, үҙенең Элима менән мөнәсәбәттәрен юҡһынды. Ул заман бөтә нәмә буталған ҡурҡыныс төш һымаҡ, ҡыйын да, сәйер ҙә, көлкөлө лә, аяуһыҙ ҙа ине.
Юл ситтәренә ракеталарҙан атып, юлсыларҙы даими бомбаға тоталар. Самолеттар күренеү менән, уларҙан ике машина алда “уазик”та барған йәш кеше, һикереп төшөп, камераһын юғарыға төбәй ҙә, видео төшөрә башлай.
Бер ҡарт, машинанан һонолоп: “Егет, туҡта, төшөрөргә кәрәкмәй”, – тип ҡысҡырҙы. Ләкин тегеһе тыңламаны. Самолеттар тағы ла күренде, егет тағы ла машинанан һикерҙе. Шау-шыу, шартлауҙар, ут-ялҡын – һуңынан ыңғырашыуҙар, тауыштар, илаш... Баҡтиһәң, самолеттар ракеталар ебәргән икән. Камераға төшөрөүсе лә, уны төшөрмәҫкә өндәүсе ҡарт та – барыһы ла һәләк булды, бөтәһе ун туғыҙ кеше. Машиналар янды. Уларҙың машинаһына ракета теймәне. Хоҙай һаҡланы...
Күтәренке телмәрҙәр һөйләнгән, нәзәкәтле ҡатын-ҡыҙҙар еңеүселәрҙе күккә сөйөп маҡтаған, ә актерҙар батырлыҡтарға рухландырып һәм донъяға янап һуғышсан йырҙар йырлаған, һәр ауылда һуғышта һәләк булғандар хөрмәтенә бейек стелалар ҡуйылған заман. Туйҙар уйналған һәм кешеләрҙе урлап һатҡан заман. Ҡыҙыҡ яратыусыларҙы йыйып, майҙандарҙа кешеләрҙе атып үлтергән заман. Намыҫ менән йәшәргә теләүселәр ҡыйынлыҡтар кисергән заман. Өйҙәренә хужа булыр өсөн яңғыҙаҡ ҡарт-ҡороно үлтергән, мәсеттәрҙә алғы урындарҙы таланғандың бер өлөшөн ҡорбанға килтергән (унан һуң да кешеләр үлтергән һәм урлаған) талаусылар биләгән заман... Был ахырызаман, ысын ахырызаман ине.
Үҙ ризығыңды намыҫ менән эшләп табыу торған һайын ауырлашты. Фәҡирлек, һин үҙең дә, белемең дә тыуған илеңә кәрәк түгеллеген аңлау йөрәкте өшөттө, көн бөтөп, төн тыуғансы, ҡайҙалыр алыҫҡараҡ, ике йөҙлөлөк, кешеләр булмаған ергә, тәбиғәткә китке килде...
Ә төн тыуыу менән өйгә ҡайтырға, ҡапҡаны йоҙаҡларға, тәҙрәләргә ҡорған ҡороп, баш аҫтына ҡорал һалып йоҡларға ятырға кәрәк. Урамда машина геүләүен ишеткән һайын, минең арттан килделәр, тип уйлап, шул ҡоралға тотонорға кәрәк... Төн тынысландырмай, киреһенсә, хәүефте көсәйтә генә. Был хәүеф үҙе менән тотош донъяны һәм йөрәгеңде тултырып, сайпылып түгелә, шуға күрә уларҙың береһе – йә ул, йә донъя – шартларға тейеш ине...
Бер ваҡыт Элима уға, китергә кәрәк, беҙ хәҙер икәү генә түгел, ә өсәүбеҙ, тине.
Был хәбәр ысынбарлыҡты – бомбаға тотоуҙарҙы һәм ығы-зығыны ваҡытлыса оноттороп торҙо, ваҡытлыса рух төшөнкөлөгөнән азат итте. Ул үҙе өсөн хәүеф-хәтәр тойоуҙан арынды. Ләкин ҡараңғы төшөр-төшмәҫтән улының (йәки ҡыҙының – мөһим түгел, – был уның балаһы...) ғүмере өсөн ҡурҡыу хәүефе йөҙҙәрсә тапҡырға артты.
Хәҙер уның һуғыш барған урында ҡалырға хоҡуғы юҡ ине, – кәрәк икән, хатта ер сигенә китәсәк, аҡсаһы юҡ ине, ләкин барыбер китәсәк, йәйәүләп булһа ла...
Ул ауылға күсенде, ләкин хәл унда ла ҡалалағы һымаҡ ине – ауылдың ситен дә, үҙәген дә бомбаға тоталар. Кешеләр һәләк була, көтөүлектәрҙә малдар һәләк була. Малдар күберәк һәләк була, кешеләр – әҙерәк...
Ашмиҙың, яҡындарын алып, был яҡтарҙан тиҙерәк киткеһе килде (яҡындары араһында әле донъяға килмәгән сабый ҙа бар, был хаҡта ул үҙе һәм Элима ғына белә ине...)
Китергә ниәтләүселәр ун ике кеше булып сыҡты. Үҙҙәре менән алған әйберҙәрҙе машинаға тейәп, Ингушетия сиге тарафына юлландылар.
Уларҙан алда ла, артта ла машиналар бара, өҫтәрендә самолеттар өйрөлә. Юл ситтәренә ракеталарҙан атып, юлсыларҙы даими бомбаға тоталар. Самолеттар күренеү менән, уларҙан ике машина алда “уазик”та барған йәш кеше, һикереп төшөп, камераһын юғарыға төбәй ҙә, видео төшөрә башлай.
Бер ҡарт, машинанан һонолоп: “Егет, туҡта, төшөрөргә кәрәкмәй”, – тип ҡысҡырҙы. Ләкин тегеһе тыңламаны. Самолеттар тағы ла күренде, егет тағы ла машинанан һикерҙе. Шау-шыу, шартлауҙар, ут-ялҡын – һуңынан ыңғырашыуҙар, тауыштар, илаш... Баҡтиһәң, самолеттар ракеталар ебәргән икән. Камераға төшөрөүсе лә, уны төшөрмәҫкә өндәүсе ҡарт та – барыһы ла һәләк булды, бөтәһе ун туғыҙ кеше. Машиналар янды. Уларҙың машинаһына ракета теймәне. Хоҙай һаҡланы...
Сик аша ебәрмәй, өс көн тотҡан кешеләрҙе, ниһайәт, үткәрҙеләр. Ашми әкиәттәге аждаһаны хәтеренә төшөрҙө. Ул шишмә янында йомғаҡтай уралып ятып, үҙенә ҡорбанға берәй ҡыҙ йәки егетте бирмәй тороп, бер кемде лә һыуға үткәрмәгән.
Ә уларҙың юлын быуған аждаһаның тамағы тиҙ генә туйманы, ун туғыҙ кешене йотто...
Автобус туҡтаны. Кешеләр сыға башланы... Илаған ҡатын, күҙ йәштәрен һөртөп, балаһын күкрәгенә ҡыҫып, сығырға йыйынды.
Эйе, һуғыштан ҡасып, һуңғы тапҡыр улар ошонда, ошо автостанцияла туҡталғайны. Ҡараңғы төштө, һалҡынайтты. Ашми Грозныйҙан Бувайсар исемле чечен менән осрашты. Ул, ике бүлмә ялланым, ин, урын тар булһа ла, төндө үткәреп ебәрербеҙ, ә иртәгә берәй нәмә уйлап табырбыҙ, тине. Улар ун ике кеше ине, ә унда – тағы ла алтау... Ике бүлмәлә – ун һигеҙ кеше... Төн ауыр үтте, бигерәк тә Элима ыҙаланды. Уға һауа етмәне. Ул бер нисә тапҡыр урамға сығып, ныҡлап өшөй башлағас ҡына инде.
Автостанция аша иртәнгә тиклем машиналар үтте, ҡасаҡтар тауышы ишетелде, шау-шыу баҫылманы, балалар илашты...
Ҡасаҡтар иҫке покрышкаларҙы яндырҙы, усаҡ янында йылынып, урамда ҡунды.
Яҡтырғас, Ашми бәләкәй ҡала буйлап сығып китте һәм һәр ихатала, фатирға индермәйһегеҙме, тип белеште... Ләкин, хужаларҙың һүҙҙәренә ҡарағанда, бөтә йорттар ҙа ҡасаҡтар менән туп-тулы ине. Ике тапҡыр, индерәбеҙ, әммә хаҡы йөҙ долларҙан да кәм түгел, тинеләр.
Ҡараңғы төшә башлағас ҡына әйләнеп ҡайтты. Күп йөрөүҙән аяҡтары һыҙланы. Элимаға күҙҙәрен күтәреп ҡарай алманы.
– Мин торлаҡ таба алманым, – тине ул, ҡарашын иҙәнгә төбәп.
Бүлмәлә ғәҙәти булмаған тынлыҡ урынлашты. Был тынлыҡ уны күрә алмау хисе менән тулғайны. Унан береһе лә ҡәнәғәт түгел ине: Бувайсарҙың туған-тыумасаһы ла – килеп уларҙың тормошон ҡатмарландырған өсөн, уның менән бергә килеүселәр – уларҙы был йорттан алып китмәгән һәм һыйыныр урын тапмаған өсөн.
Ләкин ул нимә эшләй ала ине һуң? Ошолай килеп сығырын белһә, өйҙә генә ҡалыр ине...
Ауыр тынлыҡты Бувайсар боҙҙо:
– Борсолма, бында торлаҡ табыуы еңел түгел. Иртәгә бергәләп эҙләрбеҙ...
Иртәгәһен кисәге хәл ҡабатланды – ул, эт кеүек арып, кискә тиклем һоранып йөрөнө... Өсөнсө көндө гәзиттә бергә эшләгән Макшәрипте осратты. Макшәрип ошо ҡаланан ине, ярҙамлашыр... Ашми уның еңенән эләктереп алды:
– Таныманым... Бай булырһың әле, – тине Макшәрип.
– Мине хәҙер танымаҫһың да... Күрешмәгәнебеҙгә ярты йыл бит...
Макшәриптең эштәре уныҡына ҡарағанда ла хөртөрәк икән. Бында торлаҡ табыу мөмкин түгел, бәлки, Владикавказ йәки Нальчикка китергәлер, тине ул.
Был көндө Бувайсар ҙа бер нәмә лә тапманы. Дүртенсе көндө, ишек алдына сыҡҡас, Ашми ишетте:
– Һин ни һөйләйһең? – тине Бувайсар ҡатынына. – Һин минең был кешеләргә, сығып китегеҙ, тип әйтеүемде теләйһеңме?
– Әйтмәһәң, беҙ бында тонсоғоп үләсәкбеҙ... Кешеләр палаткаларҙа, вагондарҙа йәшәй ҙә баһа, улар ҙа шунда урынлашһын.
– Саҡ ҡына түҙ! Саҡ ҡына... – Бувайсар уны тыйҙы.
Тауыштар өйҙән ишетелде, Ашми күҙгә салынмаҫҡа тырышып, йорт ситенән үтеп, әкрен генә урамға сыҡты ла тағы ла бәләкәй ҡала буйлап йөрөргә тотондо. Урамда берәм-һәрәм осраған кешеләр уға ҡараш ташлағанда, ул битендәге йәшен һөрттө... Йәш тамсылары яңаҡтары буйлап уның ихтыярынан тыш тәгәрәне. Улар әлеге ҡарҙай яуҙы...
Ашми ул кистә ҡала буйлап оҙаҡ әйләнеп йөрөнө... Торлаҡҡа оҡшаш нәмә тапты. Уға, буржуйка ҡуясаҡбыҙ, иртәгә үк күсенә алаһығыҙ, тинеләр.
Ҡараңғы төшкәс өйгә ҡайтты. Бувайсар уны ишек алдында көтөп тора ине.
– Ҡатыныңдың хәле насарланды, уны дауаханаға алып киттеләр, – тине ул...
...Ашмиҙың уйҙарын ҡатын-ҡыҙ тауышы бүлдерҙе.
Ул автобуста тәҙрә янында илаған ҡатын ине. Әле, туҡталышта, ҡарҙа һәм ҡуйы ҡараңғылыҡта уларҙан башҡа бер кем дә күренмәне.
– Һин, нимә, миңә өндәштеңме әллә?
– Мин үҙ уйҙарыма батып бер нәмә лә ишетмәнем.
– Бында Горький урамы ҡайҙа икән, белмәйһеңме?
– Беләм, әлбиттә. Мин бында йәйәүләп бөтә урамдарҙы йөрөп сыҡтым. Һиңә нисәнсе йорт кәрәк?.. Эйе, ул анау яҡта. Әйҙә, мин һине оҙатып ҡуям. Мин бер ҡайҙа ла ашыҡмайым. Исемең кем? Падам? Ярар, Падам. Ә мин – Ашми. Сумкаңды миңә бир... Мин һине оҙатам, миңә эйәр... Юл яҡын түгел.
Ә мин атлай-атлай артабан хәтерләрмен... Аҙағына ҡәҙәр уйлап бөтөрмәһәң, уй баҫа... Мин уйланырмын... Хәтирәләр ауыр. Һинең күҙҙәрең мине үткәндәргә ҡайтарҙы, Падам. Ә хәҙер, теләһәң – тыңла, теләмәһәң – тыңлама. Мин тағы ла теге көндәргә, ямғырлы, һалҡын көҙгө көндәргә кире китәм...
Мин дауаханаға ташландым. Табип былай тине: “Бала әсәһенең ҡарынында үлгән. Бер нисә көн элек үк. Ҡатыныңдың ҡаны ағыуланған... Ашығыс операция... Бик күп ҡан кәрәк... Ауырыуға ебәреү өсөн... Ҡан... Бик күп ҡан...” Мин ҡан тапшырҙым. Бувайсар ҙа, Чечняның бик күп ҡасаҡтары ла... Чечендар бик күп ҡан тапшырҙы. Ҡан, ҡан... Ләкин ул Элиманы ҡотҡара алманы...
Үлер алдынан ул мине саҡырып алды. “Мин һине күрмәйем, ләкин тоям, – тине ул. – Һин минең өсөн ул ҡәҙәр бөтөрөнмә... Ләкин онотма... Яңғыҙың ҡалма, өйлән...”
Уны ошонда уҡ зыяратта ерләнек – мәйетен тыуған еренә алып барырға бер кем дә батырсылыҡ итмәне... Бер таксист: “Өйҙәрендә унан башҡа ла үлеүселәр етерлек, ерләп өлгөрә алмайҙар...” – тине. Мин үпкәләмәнем... Ҡайҙа ерләһәләр ҙә барыбер түгелме ни... Хоҙай яралтҡан бер ер бит...
Һин мине тыңлайһыңмы, Падам? Ишетеп бөтмәйем, тиһеңме? Йә, ярай, мин үҙемә һөйләйем...
...Минең үлгем килде. Минең бөтәһен дә – ошо һуғышты башлаусыларҙы ла, ҡорал уйлап табыусыларҙы ла, уны кешеләргә тоҫҡарға бойороҡ биреүселәрҙе лә, һуғышыусыларҙы ашатыусыларҙы һәм уларҙы маҡтаусыларҙы ла, дәүләт төҙөүҙе уйлап табыусыларҙы ла, майҙандарҙа сығыш яһаусыларҙы ла, донъяның барлыҡ хакимдарын да бар тауышҡа ҡарғап ҡысҡырғым килде. Ҡар яуған төндә бейек тауға менеп, ҡайғымды ергә һәм һауаға түгеп, бүре булып олоғом, көн-төн туҡтауһыҙ олоғом килде... Ә һуңынан, олоуҙан тамағым ҡарлығып, ергә ҡоларға ла ҡар ҡаплап киткәнсе туңып ятырға ине.
Ләкин мин тегеһен дә, быныһын да, башҡаһын да эшләмәнем. Ерҙә йөрөнөм дә Элиманың һуңғы һүҙҙәрен ишеткәндәй булдым: “Ул ҡәҙәр бөтөрөнмә...” Ваҡыт күберәк үткән һайын, был һүҙҙәрҙең мәғәнәһе асыҡлана төштө: ысынлап та, өмөтһөҙлөккә батам икән дә баһа. Миңә был һуғыш ҡатынымды һәм беҙҙең тыуырға өлгөрмәгән балабыҙҙы үлтерер өсөн, бөтә бәлә-ҡазалар ҙа минең башыма ғына төшһөн өсөн башланған булып күренде. Күҙем асылғас, Чечняның зыян күреүселәр менән туп-тулы булыуын аңланым, уларҙың бәлә-ҡазалары тағы ла ауырыраҡ.
Юҡ, Падам, сит бәлә-ҡаза үҙеңдекен оноторға мәжбүр итә, тигәндәре дөрөҫ түгел. Сит кешеләрҙең бәлә-ҡазаларын күберәк күргән һайын, йөрәк нығыраҡ һыҙлана. Бомбалар өҙгөләгән, танктар иҙгән, миналарҙа шартлаған кешеләр үлә, улар төрмәләрҙә серей, уларҙың ҡайғынан йөрәге ярыла. Бөтә донъяға таралып, улар гуманитар ярҙамға сират тора, Грозный харабаларында һәм палатка лагерҙарында туңа. Ә төрлө илдәрҙең башлыҡтары, үҙ мәнфәғәттәрен һаҡлап, һөйләй ҙә һөйләй: берәүҙәре – тағы ла яманыраҡ һуғышһындар өсөн, икенселәре – саҡ ҡына әҙерәк тыйылһындар өсөн, өсөнсөләре ҡайғы уртаҡлаша, дүртенселәре ерләй, бишенселәре ҡысҡыра: “Ҡот осҡос, ярҙамға!”. Тик халыҡты ҡырыу көндән-көн дауам итә.
Бер ваҡыт, урындағы мәсеттән киске намаҙҙан һуң ҡайтып килгәндә, юлдың ике яғында торған өрәктәргә юлыҡтым. Улар һалҡын ямғырҙан еүешләнгән, иҫке-моҫҡоға төрөнгәйне. Мәсет тәҙрәһенән ҡараңғылыҡҡа һыҙылған яҡтылыҡ уларҙы күләгәләй сағылдыра. “Алла хаҡы өсөн, хәйер бирегеҙ... Алла хаҡы өсөн...” Минең бөтәһенә лә хәйер бирерлек рәтем юҡ ине... Юҡ, мин был ҡатындарҙы ғәйепләмәйем – улар балаларын аслыҡтан ҡотҡарыу өсөн сыҡҡан. Уларҙы был көнгә төшөрөп, ҡатын-ҡыҙҙарҙы яҡларға аҡылдары һәм көстәре етмәгән чечен ир-егеттәре ғәйепле. Ә ҡатын-ҡыҙҙар, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе һәм вайнахтарҙың тыйыуын ваҡытлыса онотоп, балаларын ҡотҡарырға сыҡҡан.
Бөгөн дә чечен ҡатын-ҡыҙҙары беҙҙең усаҡтарҙа тормош утын һаҡларға тырышып, еребеҙ өҫтөндә ап-аҡ ҡоштар булып әйләнә.
...Мине ишетмәйем, тиһеңме, Падам? Ярай, мин быларҙы үҙ-үҙемә һөйләйем. Тиҙҙән барып етербеҙ ҙә инде. Эйе, ел көсәйҙе. Ул йорт уңда, боролошта. Мин шәп атлайым, һин ныҡ артта ҡалғанһың. Артта ҡалғанға, мине ишетмәйһеңдер. Мин әкренерәк атлайым, ҡыуып ет.
– Бәлки, баланы миңә бирерһең, ҡулдарың ял итер...
– Рәхмәт, мин арыманым...
– Рәхмәт, Хоҙай рәхмәтенән ташламаһын...
– Инеп ҡара башта, эҙләгән кешең бындамы икән? – Ашми урамда ҡалды.
– Апайың күсеп китте, тинеләр... Ике аҙна элек... Ҡайҙан эҙләргә лә белмәйем.
“Әлхәмделлилах, ошо ҡышҡы төндә уларға ярҙам итергә мөмкинлек биргән өсөн рәхмәт һиңә, Аллаһ...” – тип уйланы Ашми.
– Һеңлекәш, борсолма... Бөгөн һинең тоғро ағаң эргәңдә, – Ашми тәүәккәл әйтте.
– Нимә эшләргә, белмәйем... Һинең дә ваҡытыңды алам... Ҡунып сығыр урын булһа икән... – Падам балаһына эйелде.
– Һинең ҡуныр урының бар, алдан өс айға түләп ҡуйылған... Бер һүҙ ҙә кәрәкмәй... Баланы миңә бир... Ҡыҙмы, малаймы? Малай? Алла уға оҙон ғүмер бирһен... Исеме нисек?
– Мөхәммәт, – тине ҡатын ишетелер-ишетелмәҫ. Ул тағы ла илай ине...
– Падам, һин дә, мин дә ҡайғы-хәсрәт кисерҙек... – тине ул, боролоп ҡарамайынса.
Улар биш ҡатлы йортҡа яҡынлашты. Ашми подъездарҙың береһенә инде. Падам мыштырланы. Йорттар араһында буран өйрөлә ине. Падам артынан ел ишекте шапылдатып япты. Икенсе ҡатта Ашми, баланы Падамға биргәс, дүрт ишектең береһен асты. Утты ҡабыҙғас, инергә саҡырҙы. Ҡатын, икеләнеп, тупһа төбөндә туҡталып ҡалды.
– Ин, ин, – Ашми уның артынан ишекте япты.
– Ни ҡылырға ла белмәйем... мин нимә эшләйем... – тине Падам шым ғына.
– Мине осратмаһаң, тағы ла ҡыйыныраҡ булыр ине, ҡаланы яңғыҙың ҡыҙырыр инең... Мин ундайҙарҙы ла күрҙем, – тине Ашми, баланы уның ҡулынан алып.
Падам пальтоһын һалып, ҡарын ҡаҡты... Баланы һаҡ ҡына карауатҡа һалғас, Ашми аш-һыу бүлмәһенә үтте. Газ ҡабыҙып, плитаға сәйнүк ҡуйҙы. Бала имеҙгән Падам тартынмаһын өсөн, аш-һыу бүлмәһендә тотҡарланды. Падам балалар аҙығы шешәһен тотоп, аш-һыу бүлмәһенә ингәндә сәйнүк ҡайнағайны инде.
– Унһыҙ тамағы туймаясаҡ, – Падам шешәне ҡайнар һыуға ҡуйҙы. Ул быны Ашмиға ябай ғына, бер ниндәй тартыныуһыҙ әйтте. Ашми быға иғтибар итте.
Һөт тултырылған шешәне һыуҙан алғас, Падам уны һелкте лә, артына боролоп тәмләп ҡараны: эҫе түгелме?
Ашми аш-һыу бүлмәһенән залға сыҡҡанда тамағы туйған бала йоҡлай ине.
– Әйҙә, сәй эсәйек, – сәй яһалғайны инде. – Малайҙың атаһы ҡайҙа?
– Һәләк булды. Башҡалар һуғышҡанда, мин ситтә ҡалмаясаҡмын, тине. Китте лә һәләк булды. Ун ай була инде.
– Ул үҙенең улы барлығын белә инеме?
– Юҡ, малай ул һәләк булып бер ай үткәс тыуҙы.
– Алла уға оҙон ғүмер бирһен! Алла уның атаһының гонаһтарын ғәфү әйләһен.
– Рәхмәт! – Падам өҫтәлдәге һауыт-һабаны йыйыштырырға тотондо.
– Тыныслап ял ит, Падам... Шундай оҙон юл... арығанһыңдыр... Мин дуҫымда ҡунам... Иртәгә килермен...
– Беҙ һине торлаҡһыҙ ҡалдырҙыҡ, – Падам ҡыҙарҙы.
... Чечен ғөрөф-ғәҙәттәре, чечен уйҙары. Ҡатын шикле уйҙарға төшмәй, тыныс йоҡлаһын өсөн, Ашми китә.
– Зарар юҡ! Тыныс йоҡо һеҙгә.
Урамда Ашми теге йырҙы тағы ла иҫенә төшөрҙө: “Һалҡын ел иҫә, иҫә, иҫә...” Шунан икенсе юлын: “Яратҡаным юҡ янымда...” Һәм аҙағын:
Ул Бувайсар йәшәгән урамға барып еткәнсе ошо йырҙы көйләп барҙы...
Уның был урамда булғанынан һуң бер йыл да ике ай үтеп китте. Ул бер-ике тапҡыр Бувайсарҙы осратты, чечен уны инергә саҡырҙы. Ләкин Ашми яуап бирмәне. Бала улар бында булғанда һауа етмәгәнлектән үлгәйне... Ә, бәлки, улай ҙа түгелдер...
Барыбер ул бөтә донъяны, бигерәк тә был яҡты, был ҡаланы, ҡалалағы был урамды күрә алманы. Шунан бирле был урамды урап үтте. Ҡулынан килһә, ул был ҡаланан, был яҡтарҙан китер ине.
Бер ваҡыт ул йыйынып бөткәйне инде, бурысҡа аҡса алды. Ләкин көндән-көн кисектерҙе, ул арала ҡыш етте. Әлбиттә, бынан ҡайҙалыр алыҫҡа-алыҫҡа китәһе, барыһын да онотаһы ине. Әммә Элиманың ҡәбере бында...
Ашми ғәрәп гуманитар ойошмаларының береһенә эшкә урынлашты һәм тороп ҡалды... Ул был урамда булмаҫҡа тырышты, эш буйынса барырға кәрәк булғанда ла, уны урап үтте.
Был төндә уның был урамды урап үтергә теләге юҡ, аяҡтары бында үҙҙәре алып килде. Юҡ, ул Элиманы һәм ҡатыны кисергән михнәттәрҙе онотманы. Тик хәҙер ул уларҙы был урам һәм был өй менән бәйләмәй.
Һалҡын ел иҫә, иҫә, иҫә...
“Һалҡын ел иҫеп, буран ҡоторғанда күктә нимә күрергә мөмкин?” – тип һораны ул үҙенән ҡат-ҡат һәм ҡапыл туҡтаны. Уға ни булды? Ул һуңғы ваҡытта йөрәген ҡыҫҡан ауырлыҡты тойманы. Атлауы еңелләште. Сәбәптәрен эҙләргә теләмәне. Был яңы тойғолар уның күңеленә кәрәк ине. Ғүмерең дауам итә икән, тимәк, үҙгәрергә кәрәк. Шомло уйҙарҙан арына алмайһың икән, улар ошо ҡар кеүек аҡҡа әйләнһен. Аҡ ҡар... Элима ла ҡарлы төндә урамда йөрөргә ярата ине. Аҡ сәскәле яҙ ҙа уға оҡшай ине... Аҡ күлдәктәргә лә уны Элима күнектерҙе... Был төндә Элима тураһындағы уйҙар нисектер еңел ине, уларҙа әрнеү булһа ла, ул әҙерәк ине... Уларҙа яҡтылыҡ бар ине...
Ул Бувайсарға барып етте. Ишекте әкрен генә ҡаҡты.
– Һаумы, Ашми! Һиңә ни булды? Бер нәмә лә булманымы? – Бувайсар ығы-зығы килде.
– Бер нәмә лә булманы. Һиңә былай ғына килергә ярамаймы ни?
– Әлбиттә, ярай! Ин, ин...
Төн төшләнеп үтте, Ашми йә төндә яуған ҡарҙы, йә аҡ сәскәләге слива ағастарын күрҙе.
Иртән ул бик иртә сығып китте, Падам менән уның балаһын борсомаҫ өсөн, урамда йөрөнө. Магазинға инеп, сәңгелдәккә элә торған шылтырауыҡ, емеш-еләк, тәм-том алды һәм төшкә ҡунаҡтары янына ҡайтты. Буран тынды, ҡояш сағыу яҡтыртты, сыуаҡ көн тыуҙы, аяҡ аҫтында ҡар шығырланы... Һалҡын битте семетте. “Һалҡын ел иҫә, иҫә, иҫә... Ел шауымы, һөрәнме?..” Һалҡын булһа ла, бөгөн ел юҡ... Тап ошо һөрән... Эйе, ун йыл буйына... Мин упҡынға ташланмаһындар өсөн һөрән һалдым... Ул тап ошо һөрәнме?.. Шул шикелле. Бүтәне лә бар ине... Уның әрнегән йөрәгенең һөрәне... Йонсоу көҙҙә Элима уны ташлап киткәндән бирле... Бөгөн был һөрән ишетелмәй. Ләкин барыбер: “Һалҡын ел иҫә, иҫә, иҫә... Яратҡаным юҡ янымда...” Ул был көйҙөң башында сыуалыуын теләмәй. Ләкин ул барыбер...
Ашми һуңғы ярты йылда йәшәгән фатирындағы үҙгәрештәрҙе күрҙе. Үҙгәрештәр шунда ине: унда ҡатын-ҡыҙ бар, ҡатын-ҡыҙ булған ерҙә тәртип, саф һауа, тормошто тойоу – үҙенә башҡа.
– Хәйерле иртә, – тине ул.
– Һаумы! – Ҡатындың тауышында, өмөтһөҙлөк, битарафлыҡ, күңел бушлығынан тыш, бер ниндәй ҙә тойғо сағылманы. Был уны бер аҙ хафаға һалды, ләкин ҡатындың, уның менән теге фәрештәнең бында булыуы – оло бәхет ине. Уларҙан үҙгәргән уның торлағы. Унда яҡтылыҡ барлыҡҡа килгән – улар һәм ҡояш арҡаһында.
Малай йоҡлай ине, Падам Ашмиҙы аш-һыу бүлмәһенә саҡырҙы. Ҡаплап ҡуйылған тәрән тәрилкәне алды, ул чепалгаш* бешергәйне, сәй яһаны.
Ашми Элима менән йәшәгән тормошон хәтергә төшөрҙө, тамағына төйөр ултырҙы.
– Беҙ уның менән Францияға китергә теләгәйнек... Унда, Ниццела, апайым бар... Унда һәр саҡ йылы, йәшәргә урын бар, ашарға-эсергә...
Падам тәҙрә янына баҫҡан. Ҡояш күлдәк аша уның тәненең матурлығын яҡтырта. Ашми бер мәлгә уға ҡараш ташланы. Өтөп алынғандай, күҙҙәрен түбән төшөрҙө. Ике киҫәк чепалгаш ашарға өлгөрмәне, тағы ла тәҙрә яғына ҡарағыһы килде. Ҡыйыулығы етмәне. Тағы ла бер киҫәк ашаны. Теләк тыйыуҙан көслөрәк ине. Ул тағы ла күҙҙәрен күтәрҙе – ҡатын тәҙрә янынан киткәйне, ә ул баҫып торған урында иҙәнде йомарт яҡтыртыусы ҡояш яҡтыһы ҡалғайны. Падам ҡояш яҡтыһы етмәгән күләгәгә күскәйне. “Беҙҙең ҡунаҡ һаран”, – тип уйланы Ашми. Ләкин ул үҙенең хаҡлы булмауын белә ине, был һаранлыҡ түгел, ә башҡа нәмәлер. Был өмөткә юлды ҡатмарландыра, ләкин барыбер шатлыҡ бар.
– Һөйлә, Падам, мин һине тыңлайым, – Ашми сәй уртланы.
– Һуңынан... Апайым беҙҙе көтәсәкмен тигәйне... Сит ил паспорты алырға ярҙамлашырға вәғәҙә биргәйне... Дөрөҫ, мин һөйләшенгән көнгә килеп етә алманым...
– Ни өсөн һин, Падам, унда китергә теләйһең?.. Унда нисек кенә яҡшы булмаһын, һин унда барыбер хәйерсе ролендә буласаҡһың...
– Белмәйем... Үҙем өсөн түгел... Бала хаҡына... – Ул ҡарашын төшөрҙө.
– Был да дөрөҫ... Мин һиңә нисек ярҙам итә алам?
– Белмәйем... Эштәр көйләнгәнсе бында бер нисә көн торорға мөмкин булһа...
– Һин ни һөйләйһең, Падам?.. Хет бер аҙнаға, бер айға ҡал...
– Белмәйем... нисектер уңайһыҙ...
– Падам, мин аңлайым... ауыр ваҡыт... Кешеләр бер-береһенә ышанмай башланы, күңелдәре ҡатты... Ләкин мин һинең миңә ышаныуыңды теләйем... Һеҙҙе миңә килтергән өсөн мин Аллаға рәхмәт уҡыйым... Был ҡурҡыныс көндәрҙә һеҙгә ярҙам итә алыу мөмкинлеге булыу – минең өсөн оло бәхет...
Падам өндәшмәне. Үкһеп ебәрмәҫ өсөн, бүлмәгә сыҡты.
Бер ваҡыт Ашми, эшендә тотҡарланып, Падам менән уның улы янына эңер төшә башлағас ҡына килде. Оҙаҡ һөйләшеп ултырҙылар. Китергә йыйынғанда бик һуң ине инде.
– Бында ике бүлмә, беҙгә береһе лә етә, – тине Падам.
Ашми бер нәмә лә әйтмәне, күрше бүлмәлә йоҡларға ятты. Йоҡоһо килмәне. Падам һәм уның улы Мөхәмәд Ашми өсөн был ҡараңғы донъяла яңғыҙ яныусы шәм ине; был шәм нисек кенә көсһөҙ булмаһын, ул яҡтылыҡ бөркә, тик ул, елдә янғанлыҡтан, яҡлаусыһыҙ. Бер һаҡһыҙ һүҙ ысҡындыр – ел шәмде һүндерәсәк. Ашми ваҡиғаларҙы ашыҡтырмаясаҡ...
Был төндә ул таң алдынан ғына йоҡоға талды.
Иртән аш-һыу бүлмәһендә, үҙ ҡарарын боҙоп, үҙ-үҙенә ғәжәпләнеп, һүҙен әйтте:
– Падам... Мин һинең... мине дөрөҫ аңлауыңды теләйем... Бер йыл элек минең ғаиләм бар ине... Һинеке кеүек... Ул вафат булды... Тыумаған балабыҙ унан да алдараҡ үлгән булған... Мин был хаҡта һиңә һөйләнем инде... Шуға күрә мин һеҙҙе даими ҡурсалау, ярҙам итеү хоҡуғым... эйе, хоҡуғым... булыуын теләйем... – Йәш саҡта башҡаға беренсе тапҡыр мөхәббәтен белдергәндәге кеүек, йөрәге шашып типте, теле саҡ әйләнде.
Үткәндәр эҙһеҙ юғалмаған, йәшәү сәмен элеккесә тойоу кире ҡайта түгелме?..
Ул тағы ла ни әйтергә белмәйенсә туҡтап ҡалды.
– Мин риза, – тине Падам ниндәйҙер еңеллек менән. – Беҙҙең мөнәсәбәттәрҙе мосолман йолаһы буйынса нығытһындар. Той-тирмәлә минең ағайым йәшәй...
Ашмиҙың зиһене, аҡ ҡар ҡаплаған тау битләүеләй, яҡтырып китте. Ҡыҫҡа ваҡытҡа икәнен белә ине ул, тик был ысын мөғжизә ине.
Тышта ҡар яуҙы. Быйыл ҡар күп ине. Ул Падам әйткән һүҙҙәрҙе хәтергә төшөрҙө, – улар эске тулҡынланыуһыҙ, ниндәйҙер еңеллек менән әйтелде. “Ауыр кисерештәр, бәлә-ҡазалар уны тулҡынланыуын оноторға мәжбүр итте: ул үҙ ҡарарын, йөрәген тыңламайынса, аҡыл менән алдан ҡабул иткәндер, ә уның менән тулҡынланыу булмай... Бының нисек булыуында ниндәй айырма бар һуң?.. Әгәр ҡар яуа, ел иҫә икән...”
Улар Грозныйға ҡараңғы төшкәс килеп етте. Урыны менән ҡар ирегән, дымлы һалҡын, әленән-әле үтәнән-үтә ел өрҙө. Ашми ҡыйратылған, шыҡһыҙ ҡалала кешенең күп булыуына ғәжәпләнде. Улар ҡараңғы төшкәнсе ҡайҙалыр йәшенергә, боҫорға, туҡтарға һуңлауҙан ҡурҡып, һүҙһеҙ генә шәп-шәп атланы. Бер нисә бәләкәй автобус китте, улар ултыра алманы. Кешеләр бер кемгә ҡарап тормай, бер кемдең дә йәше менән иҫәпләшмәй, машинаға төртөшөп инде. Ишектәр ябылды.
Һаҡаллы, оло йәштәрҙәге ир-ат уларға:
– Былай баҫып торһағыҙ, бөгөн өйөгөҙгә ҡайтып етә алмаясаҡһығыҙ, – тине. – Итәғәтле ғөрөф-ғәҙәттәргә ҡарамағыҙ, бәреп инегеҙ, унда нисек тә урынлашырһығыҙ әле... кешеләр төндән ҡаса... Төндә ҡот осҡос нәмәләр була.
– Көндөҙгө кеүек инде... Кешеләрҙе үлтерәләр, урлайҙар, талайҙар... Көнөн дә, төнөн дә... Әммә кешеләр төндән ҡурҡа.
Ашми автобус туҡталышынан китеп, тотош ағым булып барыусы үткенсе машиналарға ҡул күтәрә башланы. Бер кем дә туҡтаманы.
– Туғанҡайым, һин был ҡалала күптән булғаның юҡтыр, – тине һаҡаллы.
– Һин быны ҡайҙан белдең? – тип һораны Ашми.
– Кешеләр үҙгәрҙе хәҙер. Кешене белмәһәләр, машинаны туҡтатмайҙар... Ышаныс юҡ, ҡурҡыу ғына ҡалды...
– Минең өсөн көн дә, төн дә бер. Эй, көтөп тороғоҙ, көтөп тороғоҙ! Ә һеҙ бында килегеҙ! Мин ултырмайым... был ғаилә... бәләкәй бала... – ул уларҙы төрткөләп автобусҡа индерҙе.
Автобус уларға кәрәкле урамдан бик алыҫта туҡтаны. Улар ҡараңғыла атланы, аяҡ аҫтында бысраҡ лыстырланы, һалҡын ел иҫте. Ашмиҙың ҡулында бала, ә Падам сумкаларҙы тотҡайны. Элекке урамдар урынында соҡорҙар, күләүектәр, харабалар... Емереклектәр аҫтынан ҡайһы бер ерҙә яҡтылыҡ – торбала яныусы газ күренә.
Ярты сәғәттән өйгә килеп еттеләр. Урамда ҡәберҙәге кеүек ҡараңғы ине. Бер ерҙә лә ут янмай. Урам осонда эттәр өйөрө күренде. Улар, кире боролоп, юлсыларға ырылдап, өрөп үтте. Уның өйөнөң ҡапҡаһы бикле ине. Баланы Падамға биреп, ул ҡойма аша һикереп төшөргә уйланы, ләкин аҫҡа шыуып китте, сөнки тотонорлоҡ нәмә тапманы. Ул, уңайлы урын эҙләп, бер нисә аҙым ситкә атланы. Унда ҡойманың эҙе лә юҡ ине. Уның ихатаһына һуҡмаҡ һалынған, кеше һәм эт эҙҙәре беленеп тора.
Ул ошо һуҡмаҡтан үтеп, эстән бикләнгән ҡапҡаны асты. Ниһайәт – өй ишеге.
– Мин хәҙер шәм тоҡандырам... һеҙ бында, диванда ултырып тороғоҙ. Алып китмәгәндәрҙер әле, ныҡ иҫке ине... – Падам менән баланы ултыртҡас, ул сумканан шәм алды. Шырпы тоҡанмайынса бер нисә тапҡыр һүнде, ниһайәт, шәм бүлмәне яҡтыртты. – Иртәгә газды көйләрбеҙ... Хәҙер мейескә яғам, – Ашми ығы-зығы килде.
Падам, бер һүҙ ҙә әйтмәйенсә, сумканан һыулы шешә алды, марляны еүешләп, өҫтәлдәге саңды һөртөргә кереште. Мөхәмәд йоҡлай ине.
Ашми ишек алдына сыҡты. Бәхеткә күрә, утын бар ине. Йәй көнө килгәндә ул снаряд ауҙарған өрөк ағасын балта менән тураҡлап, ярҡаларҙы лапаҫ аҫтына өйҙө. Улар ярап ҡалды. Башта ул нәҙек ботаҡтарҙы алды, шунан – йыуаныраҡтарын. Утын күтәреп өйгә табан барғанда, ерҙе һелкетеп, шартлау яңғыраны. Сүгәләгәс, ул тәҙрә янындағы шәмдең ялҡыны бына һүнәм, бына һүнәм тип һүрелеүен шәйләне, ләкин ул һүнмәне. Шартлау тулҡыны өйҙө һелкетте, тәҙрәнең бер быялаһы килеп төштө. Өйгә ашҡынған ел тағы ла шәмде саҡ һүндермәне... Ул ҡарҙа ятҡан быяланы алып, урынына ултыртты, ваҡ ҡаҙаҡтар менән нығытып ҡуйҙы...
Ҡар ябалаҡлап яуа башланы, йыш-йыш атышҡан тауыштар ишетелде, зиһенендә доғаға әйләнеп, Аллаға төбәлгән уйҙар тыуҙы...
Йөрәгенә ауыр, ләкин нисектер еңел дә һымаҡ ине... Ошо емереклектәр, шартлауҙар, күңелдәре ҡатҡан кешеләр араһында үҙе өсөн, ошо ғаилә өсөн ниндәй ҙә булһа тыныслыҡ утрауы булдырыу теләге тыуҙы. Унда ҡар яуһын ине... Ул был төндә ҡабыҙған шәмде ел өрөп һүндермәһен өсөн... таң атып, кис булһын өсөн... яҙ килһен өсөн... ерҙе һөрһөндәр өсөн... кукуруз сәсһендәр өсөн... ямғыр яуһын өсөн... ә һуңынан ҡояш яҡтыртһын өсөн...
* Чепалгаш – он менән эремсектән әҙерләнгән милли ашамлыҡ.
Факил МЫРҘАҠАЕВ тәржемәһе.