Китап - белем шишмәһе, тибеҙ. Тик йылдан-йыл йорттарыбыҙҙа китап кәштәләре урынын ҙур-ҙур телевизорҙар алмаштыра. Йәш быуынды уҡымайҙар, тип әрләйбеҙ ҙә, үҙебеҙҙең һуңғы тапҡыр ҡасан ниндәй китап уҡығаныбыҙҙы иҫкә төшөрә алмайбыҙ.
Бөгөн - Халыҡ-ара балалар китабы көнө. Ошо уңайҙан, әйҙәгеҙ, бала, үҫмер саҡтарыбыҙҙа яратып уҡыған китаптарыбыҙҙы иҫкә төшөрәйек. Балаларыбыҙ менән бергәләшеп уҡыйыҡ. Минең, мәҫәлән, башҡорт халыҡ әкиәттәренең тупланмаһы "Әкиәттәр" китабы ине. Китапхананан бер нисә тапҡыр алып уҡыным уны. Ә "Әҙәбиәт" йылында район үҙәк китапханаһында эшләгән апайҙар үҙемә бүләк иттеләр. Баҡһаң, районда шул йылды бик күп китапханалар ябылды һәм китаптары яндырылды. Улар йәлләп тоҡлап алып ҡайтып хазинаны ҡотҡарырға тырышҡандар. Миңә, китап ене ҡағылған кешегә лә, өлөш сығарҙылар. Шулай итеп, яратҡан китаптарымдың береһе, төрлө юлдар үтеп, минеке булды. Әлеге ваҡытта ҡыҙым уҡый. Шулай, китаптарҙың да яҙмыштары төрлө. Һеҙҙең яратҡан китабығыҙ бармы?