З. Биишева исемендәге "Китап" нәшриәтенең магазинында Яныбай Хамматовтың тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған сара һәм "Алтын юлағым" автобиографик китабына презентация матур һәм әһәмиәтле булды.Сараны асып, "Китап" нәшриәтенең директор урынбаҫары Ғаяз Бикбулатов Я. Хамматовтың тыуған яғы Белорет районы тураһында викторина һорауҙары тәҡдим итте. Р. Ғарипов исемендәге 1-се һанлы башҡорт гимназия-интернаты уҡыусылары дөрөҫ һәм аныҡ яуаптары менән ҡыуандырҙы.
Яҙыусылар Союзы рәйесе, Дәүләт Ҡоролтай йыйылышы депутаты Айгиз Ғиззәт улы Баймөхәмәтов "Алтын юлағым" китабын тәүгеләрҙән булып уҡыуы, оҡшатыуы тураһында әйтте. Республикала Яныбай Хамматовтың исемен мәңгеләштереү тураһындағы эштәр менән таныштырҙы.
Үҙең үлгәндән һуң да халыҡ хәтерендә йәшәйем тиһәң, балаларыңа дөрөҫ тәрбиә бир. Егермеләгән роман яҙған башҡорт яҙыусыһы Яныбай Хамматовтың ейәнсәре Алһыу Хамматоваға ҡарап тап ошо фекерҙең дөрөҫлөгөнә инанаһың. Бөгөнгө көндә ул олатаһының ижадын йәш быуынға таратыуға ҙур эштәр башҡара. Сарала ул олатаһы, әсәһе, өләсәһе тураһындағы иҫтәлектәре менән бүлеште.
Нәшриәттең баш мөхәррире Зөлфиә Ҡарабаева Яныбай Хамматовтың яңы китабына байҡау яһаны, Алһыу Хамматоваға башҡорт әҙәбиәтен, олатаһының ижадын үҫтереүҙәге хеҙмәте өсөн рәхмәтен белдерҙе.
Шулай уҡ, махсус ҡунаҡ профессиональ рилсмейкер/видеограф Рәфис Әминев башҡорт әҙәбиәтен нисек итеп интернет киңлектәрендә үҫтереү, реклама эшләү тураһында оҫталыҡ дәресе уҙғарҙы. Яныбай Хамматовтың бүләсәре, Ф. Мостафина исемендәге 20-се башҡорт гимназияһы уҡыусыһы Нәиләнең батырҙарға арналған йыры сараның биҙәге булды.