

VI
Өйҙәге берҙән-бер ярҙамсыһынан яҙғас, барлыҡ тормош мәшәҡәте әсәйем елкәһенә төштө. Интегеп йәшәүҙән ул сырхауға һабышты, кипте, һарғайҙы. Шулай ҙа сыҙаны, бер кемгә зарланманы, һәр ваҡыт ҡайғыһыҙ-моңһоҙ күренергә тырышты.
Үҙәккә үтеп инерҙәй буранлы, һалҡын көндәрҙән аҙаҡ йәмле апрель етте. Тәбиғәттең күҙ алдында төрлөләнеүенә, матурланыуына, ағастарҙың япраҡтар ярырға әҙерләнеүенә, ҡалҡыу урындарҙа йәшел үләндәр күренеүенә, төрлө ҡош-ҡорттоң сыр-сыу ғауғалашыуына һоҡланып туя алманы әсәйем. Йән кинәндергес гүзәл яҙ айҙарында ул үҙе лә, ҡайғы-хәсрәтен әҙерәк онотоп, ҡар аҫтынан шытып сыҡҡан үҫенте шикелле, һылыуланғандан-һылыулана барғандай булып күренде.
Тормоштағы һәр бер үҙгәреште лә әсәйем үҙенсәлекле, уға ғына хас ҡыуаныс менән ҡабул итте һәм бар хәленсә яңылыҡҡа яраҡлашырға тырышты.
1929 йылдың Беренсе май байрамы уҙғарыласаҡ көндө ул ғәҙәттәгенән иртәрәк торҙо. Атайымдың һуҡраныуына ҡарамаҫтан, өйҙө тап-таҙа итеп йыйыштырҙы, барыбыҙҙы ла еҙ таста йыуындырып, сепрәк-сапраҡтан үҙе теккән ыштан-күлдәкте кейҙерҙе. Ә миңә, туғандарым араһынан иң олоһо булараҡ, кемдәндер алып кейеп бәләкәсәйткән бүрек, ҡыҙғылт төҫлө сәкмән, тула ҡуңыслы өр-яңы ҡата әҙерләп ҡуйғайны.
Мине кейендергәс, билемде билбау менән ҡыҫып быуҙы ла яғымлы йылмайҙы.
– Бына ысын егет булдың! Кейем һиңә бик тә килешә, улым. Оло Май байрамы хөрмәтенән былар!.. Беренсе май байрамы – ярлыларҙың иң оло байрамдарының береһе. Хәҙер һинең замана килде, улым. Хоҙайҙан булып, яңы тормошта шатлыҡлы йәшәргә яҙһын һиңә. Исемеңә есемең тура килһен, «Яңыбай» исемен силсәүит тигенгә ҡушмағандыр, моғайын.
– Баланың башын юҡ менән ҡатырма, – тине атайым.
Ул әйткәнгә иғтибар итмәйенсә, әсәйем минең төҫ-һыным менән һоҡланды.
– Ҡатаң ҡыҫмаймы? Ҡыҫһа, ҡана, олторағын кәметәйем. Аяҡ иркен булырға тейеш, – тип, атайыма өндәште: – Атаһы, ҡара әле оло улыңды! Егеткә оҡшағанмы?
– Һе, – тешһеҙ ауыҙын йырып, атайым йылмайҙы. – Егет – арты дегет! – Уның көнгә уңған йәшкелт күҙҙәре ғорур ялтланы, көрәк шикелле яҫы ерән һаҡал-мыйығы елпенде.
Атайымдың да кәйефе күтәренке икәнлегенә мин ҡыуанып бөтә алманым.
– Байрамды күрергә мин дә барайыммы, әсәй?
– Әлләсе? – тип икеләнеберәк, ул атайыма ҡараны. – Атаһы, өлкән улыбыҙҙы байрам ҡарарға ебәрәйекме?
– Заманаһы шул булғас, әйҙә, барһын! Бүтән кешеләрҙең малайҙары һымаҡ, минең улым да һыбай барһын байрамға!
– Бигерәк бәләкәй бит! – Әсәйем ҡурҡты. – Аттан ҡолап төшөп имгәнһә-нитһә?
– Ҡоламаҫ! – Атайым үҙ һүҙен өҫтөн ҡалдырырға тырышты. – Әүәл замандағы ата-олатайҙар үҙ балаларын өс йәштән үк һыбай йөрөргә өйрәткән. Шунлыҡтан улар бешек үҫкәндәр. Һуғышта саҡта, ҡыйғырҙай йылғыр, арыҫландай көслө булғандар, йөҙәр саҡрым араны «әһ» тә тимәй сабышып уҙғандар. Ә һин, әсәһе, бишенсе йәше менән барған малайыңды артыҡ сөсөкәләйһең.
– Улыбыҙ бер ҙә һыбай йөрөгәне булмағанға ғына әйткәйнем, – тип аҡланды әсәйем. – Кәртә эсендә һыбай йөрөтөп ҡарайыҡмы әллә? Аттан ҡоламаһа, барһын!
– Уның тәҡдименә ҡаршы килмәне атай.
Беҙ тышҡа сыҡтыҡ. Эйәрһеҙ ҡола бейәгә мине атландырҙылар ҙа, йүгән теҙгенен ҡулыма тоттороп, атайым менән әсәйем кәртәнең ике яҡ ситенә барып баҫты.
– Йә, атыңды ҡыу, – тине лә атайым ҡулындағы ҡамсы менән ҡола бейәнең һыртына тартты. Ат алға һикергән ыңғайға, йығыла яҙып, оҙон ялына йәбештем.
Кәртә эсендә мин байтаҡ ваҡыт сабышып йөрөнөм. Һәр хәрәкәтемде иғтибар менән күҙәткән атайым ҡәнәғәтләнеүле йылмайҙы:
– Улым отҡор, аттан йығылып ҡалырҙай түгел. Ошолай үҫһә, ысын егет буласаҡ! Әсәһе, ҡапҡаны ас!
Атайымдан маҡталыуға ҡыуанып, атты ҡыуҙым. Урамға сығыу менән ҡола бейәне урам буйлап елдерҙем.
Ауыл күренеше күркәм. Ул байрамса биҙәлгән. Өй ҡыйыҡтарына ҡоймалар менән бағаналарға беркетеүле ҡыҙыл байраҡтар, күҙҙең яуын алып, аҡрын ғына иҫкән ел ыңғайына сайҡала. Көн аяҙ. Иртәнге ҡояш нурҙарына ҡойонған ер өҫтөндәге һәр нәмә шатлыҡлы балҡый кеүек...
Үҙ ғүмеремдә беренсе тапҡыр өр-яңы кейем кейеп, һыбай елдереп барыуыма ҡыуанып бөтә алманым. Үҙемде саҡ ҡанатлана башлаған ҡош бәпкәһендәй тойоп, ат һыртында өҙлөкһөҙ талпындым, алыҫҡа, бик алыҫҡа юғарылағы күм-күк күкте иңләп осорҙай хәлгә етеп барҙым.
Клуб менән мәктәп ҡаршыһына йыйылған ауыл халҡы, тигеҙ сафтарға теҙелешеп, үрге урамға табан ағылды. Мин атымды улар артынан эйәрттем.
Демонстрацияла ҡатнашыусылар һаман алға бара. Ирҙәр менән бергә байрам итеүсе ҡатын-ҡыҙ ул көндө бигерәк тә матур һәм ҡупшы күренгән һымаҡ. Өр-яңы күлдәктәре тышынан кейгән уҡалы еләндәре, камзулдары, түшелдеректәре, яғалыҡтары, ҡашмауҙары, яуырһа һаҡалдары, иңһалыҡ тәңкәләре ҡыймылдаған һайын сылтырауы килешеп тора.
Сафтарға теҙелгән кешеләрҙең баш осонда транспаранттар, ҡыҙыл байраҡтар менән флагтар елберҙәй, оҙон таяҡтар осона нығытып ҡуйылған Маркс, Энгельс, Лениндың һәм Сталиндың рәсемдәре сайҡала...
Халыҡҡа ярышлап барыусы ағайҙар:
– Айть-два... айть-два, – тип командалар бирәләр ҙә, ҡалҡыуыраҡ урынға күтәрелеп, телмәр һөйләргә керешәләр. Кемдер ҡысҡырып йыр башланы. Уға бүтәндәр ҙә ҡушылды.
Ҡыҙарып та сыҡҡан ай ҡояштың
Нурҡайҙары төшә диңгеҙгә.
Ирекле лә рәхәт тормош бирҙең,
Юлбашсыбыҙ Ленин, һин беҙгә...
Йыр артынса йыр яңғырай. Бындағы һәр күренеш минең өсөн үтә ҡыҙыҡлы булды, мәңге, мәңге онотмаҫлыҡ эҙ ҡалдырҙы.
Урам осона еткәс, демонстранттар сафы туҡталды. Алдан әҙерләнгән махсус бейек урынға ауыл советы рәйесе Нәғимов ағай күтәрелде. Әллә нимәләр әйтеп, ярһып-ярһып һөйләгән сығышы тамамланғас та «ура» яңғыраны. Халыҡ кирегә боролдо. Дөйөм тәртип һаҡлауҙы һәм сафтарҙы боҙмауҙы талап итеп бер урындан икенсе урынға йүгерә-атлай барған Нәғимов, йәйәүлеләр артынан һыбай яңғыҙ йөрөүемде күргәс, асыуланды:
– Һин ниңә бында?! – Минең ҡаушауымды һәм һөмһөрөм ҡойолоуын һиҙеп, ул бер аҙ яғымлыланды. – Бында йөрөргә ярамай. Берәйһен яңылыш тапатып ҡуярһың. Бар, һыбайлылар әтрәтенә ҡушыл. Улар ана килә, – тип тау һыртына күрһәтте.
– Ҡола бейәне уңға борҙом.
Тау һыртынан төшөп килеүсе күмәк һыбайлыларға утыҙ-ҡырҡ аҙым самаһы ара ҡалғас, ҡолаҡтарын ҡарпайтып, ҡола бейә ҡапыл туҡтаны. Шунан, минең теҙгенде тартҡылауыма буйһонмайынса, кирегә боролоп, йән-фарман саба башланы. Мин, ҡурҡышымдан сытырайтып, ат һыртында һабаштым. Байтаҡ ерҙе сабышып уҙғас, шәп барыуыма ләззәтләнеп, шатлыҡлы тауыш менән ҡысҡырҙым:
– Ҡола бейә, арттағыларҙы еткермә!.. Йәһәтерәк, йәһәтерәк!..
Атым оторо ярһыны. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, уны ҡабаландырып ҡыуыуҙан тыйылманым. Ҡыҙыу сабышып барған ваҡытта тыҡрыҡ тәңгәлендәге соҡорға иғтибар итмәгәнмен. Йән-фарман сапҡан ҡола бейә соҡор аша һикергән ыңғайҙа, мин ат һыртынан осоп төштөм. Ергә бәрелгән саҡта тәнем иҙелгәндәй тойолдо.
Аңыма килеп, ыңғыраша-ыңғыраша, урынымдан тора алмай ята инем, мине Рәхимә апай күтәрҙе.
– Үәт, тумастай! Атты шулай шәп ҡыуалармы ни? Ат һыртынан осоп төшөүеңде күргәс, ҡотом ҡалманы, – тип һөйләнә-һөйләнә мине өйгә алып барҙы.
Әсәйем, берәй ерем имгәнмәгәнме икән тип, аяҡ-ҡулдарымды тотҡолап, әҙерәк сыйылған сикәм менән маңлайымды һыйпаштырҙы ла, әллә ҡурҡышынан, әллә һәммәһе имен-аман бөтөү ҡыуанысынан, буҫлығып иларға тотондо:
– Әй, балаҡайым, ҡолонсағым минең!..
– Ниңә шәмәрәһең? – Уның мине йәлләүенә атайымдың асыуы ҡабарҙы. – Малай кешенең аттан йығылып төшкәнен күргәнең юҡмы? Уны сөсөкәләп үҫтереү килешмәй! Ни тиклем ат һыртынан күберәк ҡолап төшһә, шул саҡлы бешек буласаҡ!..
Әсәйемдең борсолоуы, ысынлап та, аҡланманы. Аттан ҡолауымдың зыяны теймәне. Тәнем һыҙлауы ла оҙаҡҡа һуҙылманы.
Ҡояш байыр мәлде, әсәйемдән рөхсәт алып, мин йәнә урамға сыҡтым. Демонстрация күптәнән тамамланыуға ҡарамаҫтан, урамдағы кешеләр һаман таралышманы. Улар, ҡыуанышып, тегендә лә, бында ла күңел асалар, көлөшә-көлөшә, күмәкләшеп йырлайҙар, таҡмаҡ әйтәләр, бейейҙәр ине. Беҙҙең өй эргәһендәге тыҡрыҡта үҙ-ара ыҙғышҡан кешеләр ҡыланышы ғына байрам көнөндә сәйер күренде.
Һиҙҙермәй генә мин уларға яҡынлаштым. Ағайҙар ауыҙынан сыҡҡан бик күп һүҙҙәр миңә аңлашылманы. Һәр кешегә билдәле булған ғәзиз һәм ҡәҙерле «Ленин бабай»ҙы терелтерҙәй иң шифалы дарыуҙар табылған, теге донъянан ярлылар өсөн төрлө-төрлө яңылыҡтар алып ҡайтасаҡ, имеш, тигән һүҙҙәрҙе ишеткәс: «Ленин бабайыбыҙ кеше һөлдәһенә ингән изгелекле фәрештә микән әллә?» – тип уйланым.
Тыҡрыҡ тәңгәлендә тороусы кешеләргә ауыл советы рәйесе яҡын барғас, бәхәс оторо шәбәйҙе.
– Иҙелбашынан килгән оло вәкәләтле вәкил булып та белмәйһеңме шуны? – тип һораны ла ул ҡапыл ҡыҙып китте: – Ленин бабабыҙ беҙгә алға, тик алға ғына барырға васыят иткән! «Бер аҙым алға, ике аҙым артҡа» тип ул әйтмәҫ! Ундай ялған ҡотҡо таратыуың өсөн, томшоғоңа тондороу ҙа артыҡ булмаҫ!
Район вәкиле, һөйләй башлаған һүҙен нисек раҫларға белмәйенсә, аптырап, ныҡ ярһыған Нәғимов алдында наҙанлығы өсөн ҡат-ҡат ғәфү үтенеп, оҙаҡ аҡланды.
Был ваҡиғаны мин һис онота алманым. Оҙаҡ йылдар уҙып, тейешле белем алғас ҡына, сабый сағымдағы ағайҙар Лениндың «Бер аҙым алға, ике аҙым артҡа» исемле хеҙмәте тураһында бәхәсләшеүҙәренә төшөндөм...
***
Беренсе май байрамынан һуң аҙна-ун көн самаһы ваҡыт уҙғас, ауыл советы рәйесе Нәғимовтың йыртҡыстарса туҡмалып үлтерелеүе тураһындағы ҡот осҡос хәбәр ишетелде. Совет власының тулы еңеүе өсөн йәнен-тәнен аямай граждандар һуғышы йылдарында аҡтарға ҡаршы көрәшеүсе, яңы ҡоролошҡа аяҡ салыусыларҙың ҡотон алыусы коммунистың үлеме барлыҡ кешеләрҙе тетрәтте. Улар, алдан һүҙ беректереп ҡуйған шикелле, төркөм-төркөм булып, Нәғимовтың мәйете урынлашҡан өйгә табан ыңғайланы.
Үҙебеҙҙең урамдағы малай-шалайҙарға эйәреп, халыҡ йыйылған урынға мин дә барҙым.
Беҙ, күмәк бала-саға, ололарҙың аяғы аҫтында уралып йөрөнөк-йөрөнөк тә тәпәшәк ағас өйҙөң тәп-тәпәшәк кенә тәҙрәһенән берәм-һәрәм үрелеп ҡараныҡ. Сират миңә лә етте. Эстә кешеләр шығырым тулы ине. Мәйет һалынған табут иҙән уртаһындағы өҫтәлгә ҡуйылғайны. Мәрхүмдең ҡатыны һығылып илай, әлдән-әле үрелеп, яҡты донъянан мәңгегә киткән һөйөклө иренең сөм-ҡара ҡуйы сәсен артҡа һыйпай ҙа бер ни аңламаған йәп-йәш ике сабыйын ҡосаҡлап үбә...
Тышҡа сыҡҡан ҡатын-ҡыҙ беҙҙе тәҙрә эргәһенән ҡыуа башланы:
– Китегеҙ мынан, китегеҙ!
– Эскә яҡты төшмәй!
– Тәҙрәне томалап, өй эсен ҡараңғылатаһығыҙ ҙа баһа!..
Төш еткәс, Әүжән заводынан бер төркөм музыканттар килде. Улар эскә уҙманы, тынлы оркестрҙа бер нисә ҡайғылы көйҙө уйнанылар ҙа, табутҡа һалынған мәйетте ҡасан алып сығырҙарын көтөп, фажиғәле хәл тураһында һораштылар.
Нәғимовтың ниндәй шарттарҙа үлтерелеүен бер кем дә йүнләп белмәй ине. Енәйәтселектә ғәйепләнеп ҡулға алынған кешеләрҙән тәүге һорау алыуҙың да файҙаһы теймәгән. Шунлыҡтан ауыл советы председателенең үлеме сәбәбен һәр кеше белдеклегенә аңлатырға тырышты. Ҡарт-ҡороларҙың һөйләүенсә, мәсетте клубҡа әйләндереүгә булышлыҡ иткән өсөн мосолмандарҙың ҡарғышы төшкән, имеш... Йәштәр, киреһенсә, Нәғимов Хәмзәнең үлтерелеүе, уның хатта эсәк-ҡарыны өҙгөләнеүе хаҡында һөйләне һәм енәйәтселәрҙең ҡаты язаға тартыласаҡтарын талап итеп шаулашты.
Ҡапма-ҡаршылыҡлы хәбәрҙәрҙе ишетеп, Хәмзә ағайҙың үлеме минең күҙ алдымда бөтөнләй икенсе төрлө төҫмөрләнде. Балаларса хис итеүем буйынса, уны үлтереүсе Иҙелбашы төрмәһенән ҡасҡан Ғәлләмша булырға тейеш ине...
Уйҙарымды бүлдереп, тынлы оркестрҙың торбаһынан урғылып сыҡҡан көй яңғыраны. Барлыҡ донъя йөҙө эс бошорғос ҡайғылы моңға сорналды. Мәйет һалынған оҙон билле арба ҡуҙғалып киткәс тә, йән тетрәткес ҡайғылы көй баҫылманы. Ул, мәйет тейәлгән арба артынан барыусы кешеләрҙең йөрәген телгеләп, туҡтамай олоно ла олоно.
Балта, салғы, һәнәк, көрәк һәм күҫәк менән ҡоралланған бер төркөм дин әһелдәре яҡлы кешеләр, иманын көфөргә һатыуҙа ғәйепләп, Нәғимовтың мәйетен мосолмандар зыяратына индертмәне. Улар менән һөйләшеп килешә алмағас, ауылдың үрге ос урамы ҡалҡыулығындағы асыҡ ҡалҡыу ерҙә яңы ҡәбер ҡаҙылды һәм мәйет шунда ерләнде...