Шоңҡар
+24 °С
Ямғыр
Әҙәбиәт һәм ижад
4 Май 2025, 03:41

Яныбай Хамматов Автобиографик повесть Хәсрәтле бала саҡ (9)

– Йә, етте, ыҙғышмағыҙ. Бөттө, бөттө... Мин ҡайттым бит. Юҡ өсөн ҡурҡмағыҙ. Юлда арба тәгәрмәсе боҙолоп интектем. Уны төҙәткәйнем, йәнә күсәр һынды...

Яныбай Хамматов Автобиографик повесть Хәсрәтле бала саҡ (9)Яныбай Хамматов Автобиографик повесть Хәсрәтле бала саҡ (9)
Яныбай Хамматов Автобиографик повесть Хәсрәтле бала саҡ (9)

(Әҫәрҙең журнал варианты. Ҡыҫҡартып алынды).

Хәсрәтле бала саҡ

Яныбай Хамматов

(Автобиографик повесть) 9



IX

 

Әсәйҙе Туҡан дауаханаһында ҡалдырған атайым яҙғы йортҡа ҡайтҡас, Рәхимә апайҙар менән бергәләп бесән әҙерләнәсәк ергә күсеп барҙыҡ. Апайым менән Шәйәхмәт еҙнәм – бер ҡыуышта, ә беҙ икенсе ҡыуышта йәшәнек. Ике-өс көн уҙғас, беҙҙең эргәгә күсенеп килгән бер нисә ғаилә үҙҙәренә айырым ҡыуыш ҡорҙо.

Ҡояш ҡалҡыр-ҡалҡмаҫтан ололар бесән сабырға киткәс, беҙ, бер төркөм бала-саға, зыҡ-ҡубарышып үҙ-ара уйнаныҡ, бер-беребеҙ менән баҫтырыштыҡ. Төштән аҙаҡ, балаларҙан айырылып, мин сиңерткәләр менән уйнаным. Уларға дуға-ҡамыт яһап, туҙҙан эшләгән санаға ектем, ҡайһы берҙәрен ҡырмыҫҡа иләүенә һалдым. Мин уйнаған урындан алыҫ булмаған ер аҫтынан сыҡҡан һағыҙаҡтарҙы күргәс, барлыҡ донъямды онотоп, уларҙың ҡыланышын күҙәтә башланым. Һары мәхлүктәрҙең мыжлап осоуы бик мәрәкә күренде. Һағыҙаҡ ояһына яҡыныраҡ барып ултырҙым. Бер һағыҙаҡты тотоп ҡарайым тип үрелгәйнем, ҡалғандары миңә ябырылды. Уларҙан сағылыуыма сыҙамайынса, аҡырып-аҡырып иларға тотондом. Тауышты ишетеп, атай йүгереп килеп етте. Ҡулымдан эләктереп алған ыңғайға һағыҙаҡтар ояһынан ситкәрәк һөйрәтеп алып барҙы ла:

– Нимә бар унда һиңә, ҡәһәр һуҡҡан ҡыутомшоҡ, – тип, минең осамды сыбыҡ менән һыҙырҙы.

Тәүге тапҡыр атайҙан туҡмалыуыма сыҙамайынса, сыбыҡ осо тейгән һайын, өҙгөләнә-борғалана, аҡылдан шашырҙай хәлгә етеп илаған сағымда, уның ҡулын ниндәйҙер ят кеше тотто.

–  Ағай, һиңә йомош менән килдем, – тине ул. Атайымды ситкә алып китеп, ниҙер һөйләне.

Уның менән хушлашҡас, атайымдың миндә эше булманы. Рәхимә апай менән Шәйәхмәт еҙнәйҙе ҡыуышҡа алып килде лә бик ҡабаланып юлға йыйына башланы.

– Ҡайным, мин дә һинең менән бергә барам, – тине Шәйәхмәт еҙнәй.

– Теләһәң ни эшлә. – Атайым уны көтмәне, арбаһына ултырғас, китеп тә барҙы.

Шәйәхмәт еҙнәй, Рәхимә апай менән ни тураһындалыр шыбырҙашҡандан һуң, һорайғырға атланып, күптәнән күҙҙән юғалған атайым артынан сапты.

Уларҙың ҡабаланып китеү сәбәбен мин белмәнем. Ике көн уҙып, атайым менән Шәйәхмәт еҙнәй кире әйләнеп килгәс тә беҙгә бер ни әйтмәнеләр. Башҡа ҡыуыштарҙа йәшәүсе ололар ҙа, бөтәһе бер урынға йыйылып, тыш та пыш һөйләшә-һөйләшә, илаша башланы. Уларҙың мәҙәк ҡыланышына мин аптыраным. Оло ҡатындарҙың береһе, Әминәне ҡулына күтәреп һөйә-һөйә, үҙ алдына һөйләнде:

– Уғата бәләкәйҙәр шул әле, бахырҡайҙар! Әсәләре үлемен дә белмәйҙәр микән ни? Беҙ шәмәрәбеҙ, ә улар ыжламай ҙа!..

Шунан ғына ниндәйҙер бәлә сығыуын һиҙеп, ҡыуыш артына сыҡтым. Ололар һымаҡ, мин дә көслөк менән иларға тырыштым. Ләкин, ысҡанып-ысҡанып та күҙ йәштәремде сығара алмағас, күҙҙәремә төкөрөк тамсыларын һөрттөм, ә үҙем түҙемһеҙләнеп әсәйемдең ҡайтыуын көттөм. Ул икенсе, өсөнсө аҙна үтеүгә лә ҡайтмағас, кәйефем ҡырылып, мыжый башланым.

– Әсәйемде һағынды-ы-ым!.. Ниңә уны алып ҡайтмайһығы-ы-ыҙ?!.

– Шыңшыма, – тип екеренде атайым.

Мин, уның ай-вайына ҡуймай, һаман әсәйемде таптырҙым. Аҙаҡҡа табан атайым мине ишетмәмешкә һалышты. Ҡайһы саҡта еүешләнгән күҙҙәрен мөлдөрәтеп ҡарай ҙа, бер һүҙ әйтә алмайынса, башын ситкә бора торғайны.

Бер көндө салғысылар бесән сабырға китеп бөткәс, ҡаҙанда эркет ҡайнатырға ҡалған Рәхимә апай миңә асыуланды:

– Әсәйеңде һорашып, атайҙың башын ҡаңғыртма бүтәнсә!

– Әсәйемде күргем килә, уны бик һағындым, – тип мин илай башланым.

– Илаһаң-иламаһаң да, әсәйең бында ҡабат килмәйәсәк.

– Ҡышлауға ҡайтамы?

– Унда ла ҡайтмай.

– Ниңә? – Мин аптыраным.

– Әсәйең үлгән...

Ундай ят һүҙҙе электән ишетергә тура килмәгәнлектән, мин һаман ныҡыштым:

– Нисек үлгән?

– Кеше үлгәнен белмәйһеңме? – Рәхимә апай асыуланды. – Был тиклем дә аңра, һиңмай малай булырһың икән! Әсәйең хәҙер юҡ. Тәрән соҡор ҡаҙып, уны шул соҡорға күмгәндәр...

– Ул соҡорҙан ҡасан сығаралар?

– Уға шайтан-майтан, ен-пәрейҙәр генә хәҙер хужалыр... Ә һин, йүнһеҙ малай, үлгән әсәйеңде таптырып, атайҙың башын ҡаңғыртаһың!..

Апай, ҡуйырҙы-ҡуймай төпсөнөүемә сыҙамайынса, йәнде ҡурырлыҡ ҡот осҡос ваҡлыҡтарына тиклем һөйләп бирергә мәжбүр булды. Ныҡ ҡурҡҡанымды күрһә лә, ул хәҙер мине аяп торманы...

Минең иҫ-аҡылым китте. Көтөлмәгән яңы асыштан ныҡ тәьҫирләнеп, ҡурҡышымдан ҡалтырандым. Күҙ алдымдағы бөтә нәмә буталды, зиһенемде зыңҡытты... Тирә-яҡтағы йәм-йәшел ағастарға, болондарға, йылға ярҙарына, ҡоштарға, хатта ҡояшҡа ла күмәк ҡорттар уҡмашып, улар иләктәй селтәрләнә барған һымаҡ тойолдо. Иҫәбе-һаны булмаған ваҡ ҡорттарҙан нисек ҡотолорға белмәйенсә, аҡырып илай-илай бесән сабыусылар яғына йүгерҙем...

Мине кем тотоуын да, ҡасан ҡыуышҡа килтереп һалыуҙарын да белмәнем. Иҫемә килеп, күҙҙәремде асҡас, эргәмдә һыйынып ултырған атайымды күрҙем. Хәлем бер аҙ һәйбәтләнеүен һиҙеп, уның ҡайғылы йөҙө яҡтырҙы.

– Улым, башың ауыртамы?

– Ауырта, ярыла яҙып һыҙлай, – тинем ыңғыраша-ыңғыраша.

– Бөтәр, тиҙҙән бөтәр. Тик, юҡ-бар нәмә тураһында уйланма. – Минең иғтибарымды һәйбәт нәмәләргә йүнәлтергә тырышып, атайым  үҙе малай сағында күргән ҡыҙыҡлы, бик мәрәкә, мауыҡтырғыс ваҡиғаларҙы һөйләргә тотондо.

Мин тиҙ һауыҡтым. Әммә ҡурҡыуым һаҡланды. Йоҡлаған сағымда бик йыш баҫлығып уяндым. Урынымдан тороп, теләһә ҡайҙа йөрөгәнемде лә белмәнем. Төндә нимә эшләүемде, нисек ҡыланыуымды иртәгеһенә атайым һөйләне. Мин, бер ни ҙә иҫләмәгәс, ғәжәпкә ҡалып аптырай торғайным. Илһерәүемдән оҙаҡ йылдар ҡотола алманым...

Урманда аҙ йәшәнек. Бесән әҙерләнеп бөткәс, ҡышлауға ҡайттыҡ. Атайым, беҙ юҡ саҡта үҫкән кәртә эсендәге ҡый үләндәрҙе үҙ алдына зарлана-зарлана сапты ла өй эсе тулы үле себендәрҙе һеперергә кереште.

– Ҡәһәр генә һуҡһын бындай тормошто! Ошолайтып ыҙаланыуҙың ни ҡыҙығы бар? Бисәләр эшен башҡарыр өсөн яралғанмы ни мин был яҡты донъяға? Балаларымдың береһе лә өлкәнерәк үҫеп ҡалманы бит, исмаһам! Уларҙы ҡасан ир еткерәм тип, үҙем дә кәңкәйермен микән ни?

Иҙәнде һепереп бөтөрөрҙәй ҙә сыҙамлығы булманы атайымдың. Ул, асыуы ҡабарып, ҡулындағы һеперткене бер яҡ ситкә бырағытты ла, барлыҡ үсен миңә төшөрөп, аяҡтарын тыпырҙатты:

 – Бисәләр эшен дә мин башҡарыр тиһеңме? Һепер иҙәнде, әрәмтамаҡ!

Мин, атайымдың күҙ ҡарашынан ҡурҡып, һеперткене алдым. Ләкин иҙәнде һепереүем уға оҡшаманы.

– Эшкинмәгән, – тип төртөп ебәрҙе лә ярылырҙай хәлгә етеп аҡырҙы: – Бар, сәй эсерлек һыу алып ҡайт! Шуға ла эшкинмәһәң, өйгә ҡайтма!

Төбө ныҡ ыҫланған баҡырсаны алып, мин һыуға киттем. Әүжән йылғаһы беҙҙең өйҙән әллә ни алыҫ түгел. Шулай булһа ла, баҡырсаның яртыһынан бүҫкәрәк һыуҙы көс-хәлгә алып ҡайттым.

Һыуҙы самауырға бушатҡас, атайым баҡырсаны миңә кире тотторҙо.

– Тағы килтер. Самауырға тултырғансы ташы. Бынан кире биҙрәләргә һыу ташып тултырыу – һинең бурысың!

Сәй ҡайнатып эскәс, атайымдың асыуы әҙерәк баҫылды. Урындыҡ уртаһына һуҙылып ятҡас, өзләне-өзләне лә мине үҙенең эргәһенә саҡырҙы.

– Әсәйең үлгәнен белгәс, Сәхибә апайың кейәүенән ҡасып киткән, – тине лә тағы ла шымды. – Әсәйең хаҡына ғына йәшәгән икән ул ирендә. Был ауылды мәңге күрмәһәм дә үкенмәйәсәкмен, тип әйтә, ти апайың.

Эсем бошһа ла, тауыш-тын сығарманым. Сәхибә апай ни өсөн беҙгә күп ваҡыттан бирле килмәүе, бәйләнеште үҙ теләге менән өҙөүе минең өсөн аяныс хәл ине. Беҙҙе – ул, уны беҙ оноттоҡ.

Бесәндән күсенеп ҡайтҡас, атайым өйҙә оҙаҡ торманы. Беҙҙе япа-яңғыҙ ҡалдырып, урманға әрҙәнә ҡырҡырға китте.

Кис, ҡараңғы төшкәс, ҡурҡыуыбыҙға сыҙай алмайынса, беҙ оҙаҡ илаштыҡ. Иртәгеһе көндө, тышҡа сығып, сүп-сар араһында уйнап ултырған сағыбыҙҙа беҙҙең эргәгә йәп-йәш апай яҡынлашты. Атайым урманға эшкә китеүен белгәс, яғымлы ғына йылмайып:

– Балалар, мәм-мәм ашарға теләйһегеҙме? Теләһәгеҙ, әйҙәгеҙ, минең арттан эйәрегеҙ, – тине.

– Ҡайҙа барырға? – тип һораным.

– Раскулачить ителгән Яхин өйөндә балалар баҡсаһы асылды. Һеҙҙе шунда ғына алып барам.

– Беҙгә алыҫ китергә ҡушманы атайым, – тип мин ҡаршылаштым.

– Яңы асылған йәслә үҙегеҙҙең өй ҡаршыһында ғына бит, – тине лә йәш апай Әминәне күтәрҙе, Мөхәммәтте икенсе ҡулы менән етәкләне. – Беҙ киттек, һин мәм-мәм ашарға теләмәгәс яңғыҙың ҡал, әйҙә!

Туғандарымдан айырылып ҡалырға теләмәйенсә, мин уларға эйәрҙем. Балалар баҡсаһында эшләүсе ап-аҡ халат кейгән апайҙар беҙҙе асыҡ сырай менән ҡаршыланы:

– Әйҙәгеҙ, балалар, әйҙәгеҙ! Был йәслә һеҙҙең кеүектәр өсөн асылды!..

Тамағыбыҙҙы туйғансы ашатып, йыуындырып, өсөбөҙгә лә яңы кейем кейендергәс, тап-таҙа түшәккә йоҡларға ятҡырҙылар. Беҙ, олораҡ малайҙар, апайҙарҙы тыңларға теләмәнек. Улар икенсе бүлмәгә сыҡҡас та, карауатыбыҙҙан һикерешеп торҙоҡ.

– Һыу буйына барабыҙмы? – тип һораны берәү.

– Ниңә?

– Иҫке ыштаныңды ағыҙырбыҙ.

– Ниңә ағыҙырға?

– Һыуға батырмаһаҡ, яңы ыштаныңа күсәсәк беттәре!

– Беҙ, бер төркөм малайҙар, тәҙрәнән тышҡа сыҡтыҡ та Әүжән йылғаһы буйына йүгерҙек. Ярына еткәс, иҫке кейемемде һыуға бырағытҡан ыңғайға, берәү ҡысҡырып көлдө.

– Хәҙер күлдәктәге мәхлүктәр кәрәктәрен аласаҡтар!

Малайҙар ҙа, уға ҡушылып, зыҡ-ҡубарып ҡысҡырышты:

– Ана, ана, ҡарағыҙ, һаман батмай!

– Таш ташлайыҡмы?

– Ташлайыҡ!..

– Малайҙар, бер-береһе менән ярышып, һыуға таштар ырғыта башланы.

Минең иҫке күлдәгем батҡас, улар ҡәнәғәтлек кисереп көлөшөп алды.

– Шәп иттек!

– Эйе, күлдәктәге мәхлүктәр йөҙөп сыға алмаясаҡ!..

Әүжән буйында эшебеҙ бөткәс, кире килдек.

Көн кискә һарыҡты. Барыһын да һәйбәтләп ашатҡас, иң кесе балаларға апайҙар төрлө-төрлө уйынсыҡтар бирҙе. Беҙгә, олораҡтарға, ҡәләм менән дәфтәр тотторҙолар ҙа һүрәт төшөрөргә өйрәттеләр. Мин, ни хәтле тырышып-тырышып аҙапланһам да, ҡулымды ипкендерә алманым. Әммә балалар йәслеһендә беренсе тапҡыр тотҡан ҡәләм менән ҡыя һыҙыҡлы дәфтәрҙең төҫө, еҫе йөрәгемде елкендерҙе, яҙырға өйрәнергә өндәне.

Ҡайғыһыҙ-моңһоҙ, йәшел тышлы дәфтәрҙең биттәрен сыймаҡлап ултырған сағымда, беҙҙе эҙләп, атайым килеп инде.

– Ниңә килдегеҙ бында? Өйҙән сыҡмай, тик кенә ултырырға ҡуштым түгелме? Үәт алйоттар, киҫекһеҙҙәр, – тип ҡулымдағы дәфтәрҙе һыпыра тартып алып уртаға йыртты ла, ҡәләмемде ваҡ киҫәктәргә һындырғылап, аҡ халатлы апайҙарҙы быжғыртты: – Бүтәнсә мында алып килмәгеҙ балаларымды! Һеҙҙең өсөн үҫтерәмме ни мин уларҙы?!.

Апайҙар, кәйефтәре боҙолоп, ниҙер аңлата башлағайнылар, атайым уларҙы тыңларға ла теләмәне.

– Беләм, беләм, кем өсөн тырышыуығыҙҙы! – Асыуы ҡабарған атайым, битемде салт-солт сәпәкләне лә мине ишеккә табан елтерәтә төрттө. – Башҡаса аяғыңды ла баҫаһы булма бында, ҡәһәр һуҡҡыры бала!..

Тәрбиәсе апайҙар, ризаһыҙлыҡ белдереп, шаулашты. Уларға иғтибар итмәйенсә, атайым беҙҙе тышҡа алып сыҡты. Өйгә ҡайтҡас та баҫылманы ярһыуынан. Танһығы ҡанғансы минең осаны сыбыртҡылағандан һуң өгөт-нәсихәт ныҡыны:

– Буштан-бушҡа өр-яңы ыштан-күлдәк тегеп кейҙереүҙәре, алдығыҙҙан артығыҙға ҡалғансы ашатыуҙары тигенгә тиһеңме? Әүрәтеп-юхалап, барығыҙҙы ла приютҡа оҙатырға уйлайҙар. Унда апарып, көллөгөҙҙө суҡындыралар. – Ул бер аҙ тынысланыбыраҡ дауам итте һүҙен, – аҡ ҡағыҙға һүрәт төшөрөү ҙә гонаһ һанала. Теге донъяға барғас, ҡағыҙға төшөрөлгән һүрәттәр әҙәм заты йәне өсөн талашалар, ти, белдеңме?

Дин әһелдәре хәбәрен ҡабатлаған атайымды ни тиклем күберәк тыңлаһам, шул тиклем ҡурҡыу солғаны йөрәгемде! Балаларҙы һүрәт төшөрөргә өйрәткән апайҙар әҙәм затын аҙҙырғыс шайтандар һымаҡ тойолдо. Улар эшләп күрһәткән һүрәттәр ҡасан да булһа йәнемә талашып, үҙ-ара ыҙғышасаҡтарын күҙ алдыма килтереп, ҡотом осто.

Кис, Мөхәммәт менән Әминә йоҡларға ятҡас та, атайым муллаларҙан ишетеп белгәндәрен миңә һөйләүен белде:

– Аҡ ҡағыҙ сыймаҡлап гонаһ шомло булдың, улым. Тәүбәгә ҡайтыу кәрәк. Доғаларың Ҡәмәр әбейҙән өйрән. Ул һауап алыр өсөн тәүбәгә ҡайтыу доғаһын өйрәтер, моғайын. – Байтаҡ ваҡыт өндәшмәй ятҡан атайымдың һулауы ишетелде. – Үҙ ғүмеремдә мин дә алйотланып күп гонаһ шомло булдым. Бәлки, шуға мандымай торғанмындыр. Яҡты донъяға әҙәм балаһы булып яралыуыма шатмын, ә боронғоса уҡырға өйрәнмәүемә үкенәм. Ҡөрьәнде түгел, исмаһам, төрлө сүрәләрҙе белһәм дә һауаплы булыныр ине.  Зиһенем һәйбәт саҡта уҡып булманы шул. Минең малай сағымда мәсеткә йөрөмәүемә атайым ғәйепле. Ике тапҡыр мулланан туҡмалып ҡайтҡайным: «Туҡмағастары йөрөмә шул мәсеткә. Үҙем өйҙә генә уҡытырмын», – тип мәсеткә йөрөтмәне. Улайтып йәлләгәнсе, уҡырға йөрөргә ҡушып, ҡайыш менән һыҙырһа, мин мең тапҡыр рәхмәттәр уҡыр инем.

Ҡөрьәнде уҡый белһә лә, мулла булырға теләмәне Абдрахман олатайың... Уның Хәшим исемле атаһы ла боронғоса уҡый белгән. Бик уҡымышлы кеше ине. – Атайымдың тауышы ғорур яңғыраны. – Әрмелә хеҙмәт иткән. Шунда йөрөгән сағында урыҫса яҡшы уҡырға, яҙырға өйрәнгән.

Уның урыҫса уҡыуын, белемле булыуын яңылыш ысҡындырған атайым, хаталаныуын, нисек аҡланырға белмәне. Дин әһелдәре ҡотҡоһона ныҡ ышанған атайымдың буталыуына, үҙенә-үҙе ҡаршылыҡлы һөйләүенә, сабый сағымдағы уҡыу ни өсөн зарарлы икәнлеген аңлата алмауына иғтибар итмәйенсә, мин олатайҙарым тураһында ҡыҙыҡһындым.

– Рәсәй ғәскәрҙәре менән бергә һуғыштарҙа ла ҡатнашҡан булған оло олатайың... – Атайым уйға ҡалыбыраҡ ятты. – Ул миңә бик күп нәмәләр һөйләгәйне. Барыһын иҫтә тотоп буламы ни? Күбеһе онотолған шул. Ун биш йәше тулыр-тулмаҫтан хранцуз һуғышына киткән. Әллә нисәмә тапҡыр үлемдән саҡ ҡалған. Хранцуздарҙың иң оло ҡалаһына, Париж тигән ергә саҡлы барыуы хаҡында һөйләгәндәре иҫемдә ныҡ ҡалған. – Атайым түшәгенән торҙо, ҡараңғыла һәрмәнә-һәрмәнә, өй мөйөшөндә оҙаҡ аҙапланғандан һуң, сыра тоҡандырып, оло олатайымдың миҙалын күрһәтте: – Бына күр, улым, ошо миҙалды уға Париж өсөн биргәндәр!

Оло олатайымдың әллә ниндәй алыҫ ерҙәрҙә һуғышып йөрөүен белгәс, миндә йоҡо ҡайғыһы бөттө, тәнем һыҙлауы ла онотолдо. 

– Олатайың ҡасан үлде?

– Һикһән һигеҙ йәше тулыр-тулмаҫтан. Миңә ул ваҡытта егерме йәш тирәһе ине.

– Һуғыштан ҡайтҡас, ул кем булған?

– Хранцуз һуғышы бөткәс, тыуған иленә йәһәт кенә ҡайтармағандар. Аҡ батшаның әмере буйынса, уны башҡорт ғәскәре менән Рәсәй сиген һаҡларға ҡалдырғандар. Һуңынан тыуған ауылына ҡайтып өйләнгән. Өс ул үҫтергәндәр: Әхмәтйән, Абдрахман менән Сәйфулла. Ә инде Абдрахман атайым менән әсәйем бала-сағанан уңмаған. Әллә нисәмә балалары тыуып, иң төпсөк улдары мин генә иҫән тороп ҡалғанмын. Мин тыуғанда, атайым инде ҡырҡтан уҙған ине. Ул иҫән саҡта уҡ алғайным Рәхимә апайыңдың әсәһен.

– Барығыҙ ҙа бергә йәшәнегеҙме?

– Олатайың бар саҡта улар әсәйем менән башҡа йәшәне. Ул үлгәс, өләсәйеңде үҙебеҙгә апҡайттыҡ. Тик ҡәҙерҙе йүнләп белмәне, телдәште, уҫаллашты, һауып эсергә һыйырым бар тип, гел яңғыҙы йәшәргә маташты. Бер асыуымды ҡабартҡайны, үҙенә белгертмәй-нитмәй һыйырын Әүжән баҙарына алып барып һаттым да ҡайттым. Шунан аҙаҡ ҡына, арҡаланыр малы булмағас, өләсәйең, уҫаллығын ташлап, бер аҙ аҡылға ултырҙы. Яуыз, үтә яуыз ҡатын ине өләсәйең! Олатайың мәрхүм, йыуаш булғас, гел уның ыңғайына ғына йөрөнө...

Һөйләнеп ята торғас, атайым шымды, оҙаҡламай хырылдап йоҡлай ҙа башланы. Унан ишетеп белгәндәремә тәьҫирләнеп, мин йоҡлай алмай интектем.

Иртәгеһенә атайыбыҙ тағы урманға эшкә китте. Беҙ, үҙебеҙ генә ҡалғас, уның ҡат-ҡат ныҡыуына ышанып, урамға сыҡмайынса, гел өйҙә ултырҙыҡ.

Бик оҙаҡ тойолған көн үтте. Ҡояш байып, төн етте. Бер ҡайғыны белмәгән ҡустым менән ҡәрендәшем күптәнән йоҡларға ятты. Тик мин генә, атайым ҡайтырын көтөп, тәҙрә янында ултырҙым да ултырҙым. Ҡараңғы төндөң минутын уҙғарыуы ауыр, бик ауыр булды, төрлө уйҙар уйлауҙан йөрәгемде ҡурҡыу алды. Бөтә ерҙә шомло тынлыҡ. Хатта сысҡандар сыйылдашҡан тауыш та ишетелмәүе ғәжәп күренде. Атайымдан күп тапҡырҙар ишеткән әкиәттәрҙәге албаҫтылар менән шайтандар эргәмдә сыуала башлағандай тойолдо. Улар, ысынлап та, таҡмаҡ әйтеп бейенеләр, бер-береһен уҙҙырырға тырышып һикерештеләр...

Шайтандарҙан нисек ҡотолоу әмәлен тапмайынса, ҡурҡышымдан илап ебәрҙем. Аҡырып илаған тауышҡа Мөхәммәт менән Әминә лә уянды. Беҙ, бер-беребеҙҙе уҙҙырырға тырышып оҙаҡ аҡырыштыҡ.

Икенсе төндө лә шул уҡ хәл ҡабатланды. Төн урталарында эштән ҡайтҡан атайым, беҙҙе йәлләп, үҙе лә иланы. Шунан, бер аҙ тынысланғас, беҙҙе әүрәтте:

– Йә, етте, ыҙғышмағыҙ. Бөттө, бөттө... Мин ҡайттым бит. Юҡ өсөн ҡурҡмағыҙ. Юлда арба тәгәрмәсе боҙолоп интектем. Уны төҙәткәйнем, йәнә күсәр һынды...

X

 

Эшкә киткән сағында атайым беҙҙе Рәхимә апайҙарға ҡалдырырға мәжбүр булды. Аҙаҡтан, көҙ яҡынлаша башлағас, уларға бөтөнләйгә күсеп барҙыҡ.

Рәхимә апайҙарҙың яңыраҡ ҡына һалдырған өйҙәре эшләнеп бөтмәгәйне. Шунлыҡтан барыбыҙ ҙа бирге бүлмәлә йәшәнек. Кәзә-һарыҡ бәрәстәре һәм быҙау өсөн эшләнгән ояның ҡыҫыҡ эләүкә башында ҡусты-ҡәрендәшем менән йоҡлап йөрөнөк, өй хужалары – түрбаштағы урындыҡта. Атайым урмандан ҡайтып килмәне. Әллә ни ҙә бер беҙҙе күрергә ҡайтҡан ваҡытында эләүкә ҡаршыһындағы сыуал көлдөксәһе эргәһендә йоҡланы.

Шәйәхмәт еҙнәй беҙгә ҡыҫылманы. Мәшәҡәт тыуҙырыуыбыҙ өсөн Рәхимә апай ғына бик йыш һуҡранды. Шулай булһа ла, был ҡыҫыҡ өйҙә интекмәй йәшәнек. Көсөбөҙҙән килгән эштәрҙе башҡарҙыҡ. Тамағыбыҙ туҡ, өҫ-башыбыҙ сағыштырмаса бөтөн һәм таҙа булды.

Һалҡын буранлы ҡыш үткәне һиҙелмәй ҙә ҡалды. Йәй етте. Уның артынса тағы көҙ яҡынлашты. Балалар мәктәпкә уҡырға йөрөй башланы. Уларҙы күргән һайын, эсем бошоп, урамға сыҡтым.

Бер көндө, эргәмдән үтеп барған бер малай, туҡталыбыраҡ, миңә мәҙәк кенә ҡараны:

– Нимә кәрәк һиңә?

Балалар баҡсаһындағы бер көнлөк ҡыуаныслы күренеште иҫемә төшөрөп, ҡыйыуһыҙланып ҡына һораным:

– Мәктәптә ҡәләм-дәфтәр бирәләрме?

– Бирәләр.

– Мине лә уҡырға алырҙармы?

– Нисә йәш һиңә?

– Алты.

– Бәләкәйерәкһең. Былай кәүҙәгә апаруҡ күренәһең. Һинең кеүектәр мәктәптә уҡыйҙар, – тине лә, сәүкә шикелле сырҡылдашҡан балаларҙы күргәс, уларға ҡаршы йүгерҙе.

Малайҙар мәктәпкә табан ыңғайланы. Ниндәйҙер көскә буйһоноп, мин улар артынан эйәрҙем. Мәктәп тәңгәленә еткәс, артабан барырға оялып туҡталдым. Балалар баҡсаһында беренсе тапҡыр ҡулымда тотҡан ҡәләм менән ҡыя һыҙыҡлы дәфтәр еҫе сыҡҡандай тойолдо. Ул еҫ миңә тынғылыҡ бирмәне, алға әйҙәне. Мәктәп ишеге алдында тапанып торҙом-торҙом да, йәнемде ус төбөнә ҡыҫҡандай хәлгә етеп, ҡалтырана-ҡалтырана эскә индем.

Мәктәптә дәрес башланған ваҡыт ине. Хәҙисә исемле мөғәллимә апай, ниҙер һөйләнеүенән бүленеп, минең яҡҡа боролоп ҡараны.

– Һин кем? Нимә кәрәк бында?

Мин, оялышымдан ни әйтергә белмәйенсә, баҫҡан урынымда шаҡ ҡаттым.

Мөғәллимә апай һорауын ҡабатланы. Шунда ла тейешле яуап ала алмағас, сығып китергә ҡушты.

Тауыш-тын сығармайынса, әрһеҙләнеп, бер урында ҡуҙғалмай торҙом да торҙом. Апай асыуланды. Беләгемдән тотоп, мине тышҡа сығарып ебәрергә булғайны, ҡысҡырып илай-илай тартҡылаштым.

– Мин дә уҡырға теләйе-е-ем!..

– Кем малайы һин? – тип һораны ул.

– Белмәйем.

– Фамилияң кем?

– Белмәйем.

– Атайың исеме кем?

– Белмәйем...

«Белмәйем дә белмәйем», – тип үсекләп, мөғәллимә йылмайҙы. Уға ҡушылып, класта ултырыусы балалар ҙа ҡысҡырып көлөштө.

– Ярар, етте! – Апай өҫтәлде шаҡыны. Шунан, йөҙөн етдиләндереп, уҡыусыларға мөрәжәғәт итте: – Балалар, был малайҙы беләһегеҙме?

– Беләбеҙ, беләбеҙ!

– Кем улы икәнлеген дә беләһегеҙме?

– Беләбеҙ. Хаммат бауай малайы!..

Өҫтәлдәге дәфтәргә ул ниҙер яҙҙы. Шунан, яғымлы йылмайып:

– Һинең фамилияң Хамматов булыр. Онотма. Ә хәҙер, уҡырға теләгең булғас, бар, анау партаға ултыр, – тип иң артҡы рәттәге буш партаға күрһәтте лә балалар баҡсаһындағы һымаҡ ҡәләм менән дәфтәр бирҙе.

Тәүге көнгө дәрес барышын иҫләмәйем. Әммә хыялымда йөрөткән ҡәләм менән ҡалын булмаған дәфтәрҙе тотоуы минең өсөн бәхет ине.

Өйгә башым күккә тейерҙәй булып шатланып ҡайттым. Мәктәпкә уҡырға барыуымды белгәс, Шәйәхмәт еҙнәй ҙә ҡыуанды. Ул, яғымлы йылмайып, сәсе ҡойола башлаған түбәһен ыуа-ыуа:

– Оһо-һо-о, үәт, ызнащись, ҡәйнеш, маладис икәнһең дә баһа, – тип маҡтаны-маҡтаны ла, ҡысҡырып көлөүенән тыйыла алмайынса, ҡаҙан эргәһендә аҙапланған Рәхимә апайға өндәште: – Әй, апаһы, һиңә әйтәм, апаһы, тим!.. Өлкән ҡәйнеш уҡырға барырға эшкингән бит! Үҙ белдеклегенә мәктәпкә уҡырға барыуы, ызнащись, бик тә һәйбәт! Былай булғас, унан рәт сығасаҡ!

– Ҡуйсале, ҡуй, алдан маҡтама, – тип, Рәхимә апай ҡул һелтәне.

– Улай тимә, апаһы! – Шәйәхмәт еҙнәй, уның менән ризалашмайынса, үҙ хәбәрен һөйләне: – Булыр бала биләүҙән, ти. Өлкән ҡәйнештең уҡырына мин ышанам! Аҡтар менән ярмандарҙы дөмбәҫтереп, һуғыштан ҡайтҡас та Хәнәфиә ҡустымды уҡырға саҡ күндергәйнем, ә ҡәйнеште өгөтләргә тура килмәне.

– Хәнәфиәне уҡырға күндереүеңдән ни хикмәт? Барыбер йүнләп уҡымай. Был малай ҙа, Хәнәфиә ҡустың шикелле, мәктәпкә исем өсөн генә йөрөйәсәк, – тине Рәхимә апай.

– Өлкән ҡәйнештең ҡыуанысын ниңә юҡҡа сығараһың әле һин, апаһы?! – Шәйәхмәт еҙнәйҙең алсаҡ, йәйеңке йөҙө томорайҙы. – Йә, улай һөйләнгәнсе, лутсы, ызнащись, өлкән ҡәйнештең мәктәптә уҡый башлау хөрмәтенә шәп һый әҙерлә!

Рәхимә апай өндәшмәне.

– Тирләп-бешеп сәй эсергә ултырғас, Шәйәхмәт еҙнәй:

– Ҡәҙерен белһәләр, хәҙерге йәштәргә сәүит власы бөтә мөмкинлек, бәхетле тормош тыуҙырҙы, – тине лә, бер аҙ уйланып ултырғас, үҙенең бала сағын, байҙар тарафынан иҙелеп үҫеүен, революция башланғас та, совет власы дошмандарына ҡаршы йәнен-тәнен аямай һуғышыуы, бер нисә тапҡыр ҡаты яраланыуы тураһында ентекләп һөйләне. – Шуныһы ҡыуаныслы, тырышлығыбыҙ бушҡа булманы. Мин уҡый алмағанды, ызнащись, исмаһам, һин уҡы, һин белем ал, ҡәйнеш. Беҙ ҡан ҡойоп, һуғышып алған сәүит власына файҙалы кеше булып үҫһәң, мин, ыстарый бәлшәүик, үҙемде бәхетле тоясаҡмын!

– Йәп-йәш көйөңә, ниңә «ыстарый» тиһең үҙеңде? – Рәхимә апай көлдө.

– Ауылда, ызнащись, минән дә олораҡ коммунист юҡ, – тип маҡтанды Шәйәхмәт еҙнәй.

– Беҙ ҡыуаныуға-ҡыуанабыҙ, ҡәйнешең уҡыуын атайым оҡшатыр микән?

Рәхимә апайҙың һорауына яуап ҡайтармайынса, Шәйәхмәт еҙнәй үҙе һораны:

– Ҡайным урмандан ҡасан ҡайта?

– Иртәгә...

Атайым, минең мәктәптә уҡыуымды белгәс, ысынлап та, асыуланды.

– Боронғолар әйтмешләй, уҡып – мулла, суҡып ҡарға булмаҡсыһыңмы? Мин, Аллаға шөкөр, уҡымайынса ла йәшәйем. Теге саҡтағы киҫәтеүемде оноттоңмо? Онотһаң, иҫеңә бик тиҙ төшөрөрмөн! Дәфтәреңде йыртып ырғыт, – тип ярһып, дәфтәремә үрелгән атайымдың ҡулын Шәйәхмәт еҙнәй тотто.

– Ҡайным, бала юлын быума!

– Беҙҙең тормошҡа ҡыҫылма, кейәү. Үҙ балама мин хужа. Ни эшләһәм дә үҙ ихтыярымда, – тине атайым.

– Ҡайным, ныҡ хаталанаһың. Хәҙер яңы замана. Сәүит власы, ызнащись, балаларҙы ғына түгел, өлкәндәрҙе лә уҡытырға, белемле итергә ҡуша...

Шәйәхмәт еҙнәй атайымды оҙаҡ өгөтләне. Уның менән ризалашмайынса, атайым дыуланы-дыуланы ла, ярһыуынан бер аҙ баҫылғас, уфтанып, ҡул һелтәне.

– Ҡалайтайым, ярар, уҡыһын. Оло улым ҡаҙнаға булһа, кесеһен үҙемә ҡалдырырҙар әле, моғайын...

...Шәйәхмәт еҙнәй менән Рәхимә өйөндә ике ҡышты уҙғарҙыҡ. Йәй аҙағында атайым Рәхимә апай менән ни өсөндөр ыҙғышты ла беҙҙе үҙ өйөбөҙгә алып ҡайтты.

Автор:
Читайте нас