

23-сө өлөш
Икенсе йылдың көҙөндә забойщик ярҙамсыһы булып эшләргә теләк белдерҙем. Элгәре шахтаға төшөргә тура килмәгәс, мин эшләйәсәк ер аҫты әкиәттәге шикелле серле һәм көтөлмәгән мөғжизәләргә бай һымаҡ булып тойолдо. Аҫҡа төшөргә әҙерлек тамамланғас, тулҡынландым. Һыңар аяғым менән баҫҡайным, воротовщик, барабандың сар һабы һымаҡ кәкре тотҡаһын кирегә әйләндерә башлағас та кәрзин аҫҡа табан ыңғайланы. Төпһөҙ бушлыҡҡа яңылыш тәкмәсеүҙән ҡурҡып, ҡорос канатҡа ҡуш ҡуллап йәбештем. Кәрзин төбө ҡаты ергә тейгәс кенә, имен-аман төшөп етеүемә ҡыуанып, аяғым аҫтына ҡараным. Тимер канат, ҡапыл бушап, ҡара йылан шикелле урала башлағас, бөтөнләйгә тынысланып, кәрзин эсенән аяғымды сығарҙым.
Аҫта мине забойщик көтә ине. Ҡулындағы карбид шәмен күтәреп йөҙөмдө яҡтыртты ла, бер ни өндәшмәйенсә баш ҡағып, үҙенең артынан эйәрергә ҡушты. Беҙ, аяҡ аҫтындағы ҡомло балсыҡты лысҡылдата иҙеп, ҡараңғы штректан атланыҡ. Төпкәрәк ингән һайын тамсылар ағыуы шәбәйҙе, саф һауа кәмене, тын алыуы ҡыйынлашты.
Имгәкләп кенә шылырҙай тәп-тәпәшәк забойға еткәс, шахтёр эшкә кереште. Ул кәйләһе менән ерҙе өңөп нығытма һуҡты, ә мин, өйрәнсек, ишелеп төшкән тау тоҡомдарын тачкалағы кәрзингә тейәнем дә шахта стволына табан ыңғайланым. Батҡаҡлы штректан ауыр йөктө тартып барыуға хәлем бөтөп оҙаҡ ыҙаландым. Ҡараңғыла әле подхватҡа, әле креплениеға башым менән төртөлөп-һуғылып, шахта үҙәгенә саҡ еттем. Ауыр тау тоҡомдары тултырыулы кәрзинкәне канат осондағы тимер ырғаҡҡа эләктереп юғарыға оҙатҡас, икенсе менән забойға кире әйләндем.
– Ай-һай, үтә яй бызмырҙайһың, малай! Былайтып ярты норманы ла үтәмәйәсәкбеҙ, – тип асыуланды забойщик.
Уның ҡушыуы буйынса, мин барлыҡ көсөмдө һалып эшләнем. Кис, эштән ҡайтҡас, ҡыймылдарлыҡ та хәлем ҡалманы. Тәнемдең һыҙламаған ере юҡ. Икенсе аҙна аҙаҡтарында ғына, ер аҫтындағы ауырлыҡтарға күнегеп, эшем ныҡлы ыңғайланы. Мине маҡтап телгә ала башланылар, стахановсыларса эшләүемде стена газетаһына ла яҙҙылар.
Әҙәм рәтенә кереп, өҫ-башым әҙ-мәҙ бөтәйгәс, миңә ҡыҙҙарҙың да күҙе төшөүе һиҙелде. Бигерәк тә ике-өс йәшкә олораҡ Ефремова Катя тигән ҡыҙ иғтибар күрһәтергә, дуҫлашырға тырышты.
Төшкө ял мәлендә өйөлөшөп ултырған күмәк ҡыҙҙар мине мәрәкәләй башлағайны, уларға асыуы ҡабарып, Катя пыр туҙҙы. Бындай саҡта оторо шашып, ҡыҙҙар Катяның үҙенә тотона торғайнылар:
– Әһә, был яҡлашыу тигенгә түгел!
– Уға күҙең төштөмө әллә?..
Әхирәттәре үсекләшеүенә Катя бирешмәне. Уларға ҡушылып көлә-көлә лә, ҡапыл етдиләнеп, ихлас яуап ҡайтара ине:
– Ғашиҡ булмаҫтай егетме ни ул? Миңә ул, ысынлап та, оҡшай. Тик...
– Нимә «тик»? Өҫ кейеме хөртмө?
– Фу, кейемдәме ни эш? – Аҡһыл йөҙөн сирылтып, ҡыҙ йылмайҙы. – Кейеме бөгөн юҡ, иртәгә бар! «По одёжке встречают, по уму провожают» тигән мәҡәлде онотмағыҙ. Миңә ул егеттең оялсанлығы, баҫалҡылығы, эште һөйөүе, китаптар уҡыуы оҡшай...
– Оҡшағас, кейәүгә сыҡ!
– Ҡалай мәрәкәһегеҙ әле! – Ҡыҙҙар көлөүенә ҡушылмайынса, башын һалындырып уйсан ултырған Катя һуланы. – Егет оҡшау менән генәме ни? Уға үҙем һарылайыммы? Үтә оялсан, баҙнатһыҙлығы арҡаһында ул тормошта ныҡ отоласаҡ, ауыҙ асып ҡаласаҡ... Эргәһенә яҡын бара башлаһам да ҡыҙарына, юҡ һылтауҙы бар итеп, ҡасып китергә әҙер тора...
– Бер нисә тапҡыр ауыҙы бешһә, батырайыр әле. Тормош өйрәтә ул, – тине олораҡ ҡатын.
Уның һүҙенә ҡушылып, ҡыҙҙар шаулашты:
– Бәлки, ысынлап та, батырайыр?
– Батырайып, берәй түрә булһа, мин уға кейәүгә сығарға ризалыҡ бирер инем!
– Мин дә!..
– Түрә булһа, ул үҙе һушһынамы әле һеҙҙе? – тип һораны Катя, йылмайып.
– Ә һин ни эшләр инең?
– Минме? – Баш ҡалҡытып ҡараны Катя. – Эй, оялсанлығы арҡаһында ул түрәлеккә үрләй алмаясаҡ. Быныһы бер. Икенсенән, ул минән кесе... Үҙемдән өс йәшкә кесе егеткә кейәүгә сығыр инем тиһегеҙме? Сыҡмаҫ инем.
– Түрәлеккә үрләтерҙәрен белһәң дә ризалыҡ бирмәҫ инеңме?
– Ниңә бәйләндегеҙ әле? Әй, һеҙҙе! – тип һелтәнеп, Катя ситкә китте.
Әйтерһең, мин бында булманым да.
Ул булмағас, ҡатын-ҡыҙ шып-шым булып ҡалды.
– Бында, ауыҙ йырып, һаһылдашабыҙ. Иртәгә нимә булырын белмәйбеҙ. Донъя хәле насарайыуы эсемде бошора, – тине олораҡ йәштәге ҡатын.
– Яңы-йоро нимә ишетелә? – тип һораны икенсеһе.
Шул саҡ ровняльщик һүҙгә ҡушылды. Ул халыҡ-ара хәлдең ҡатмарлашыуы, бик күп Европа илдәрен баҫып алған немецтарҙың яман ҡотороноуы хаҡында ишеткән-белгәндәрен һөйләне.
Уның һүҙен йәштәр ысынға алманы.
– Немецтар ҡоторонһа-ҡоторонмаһалар ҙа, беҙҙең илгә тығылырға баҙнатсылыҡтары етмәйәсәк!
– Дөрөҫ, беҙҙең ил сиге йоҙаҡлы. Иптәш Сталин әйткәнсә, беҙгә сит ере кәрәкмәй, ә үҙебеҙҙекен бер ҡарыш та бирмәйәсәкбеҙ!
– Германдар менән беҙҙең договор бар. Улар беҙгә һуғыш башламаясаҡ.
– Башлаһалар, томшоҡтарына аласаҡтар! Хасан менән Халхин-Гол тирәһендәге һуғыштарҙа япон самурайҙары нисек туҡмалыуҙарын иҫтәренә төшөрәсәкбеҙ...
Төшкө тәнәфес бөтөүен белгертеп, әрәмәлек араһындағы локомотив гудогы геүләне. Шуны ғына көткән забойщиктар, урындарынан күтәрелеп, шахтаға табан ыңғайланы, ә ҡатын-ҡыҙҙар ҡом йыуғыста ҡалдырылған тау тоҡомдарын көрәктәре менән төрткөләп, шатыр-шотор йыуырға кереште.
Шахта менән ҡом йыуғыс тирәһендәге барлыҡ нәмә харәкәткә килде.
Ровняльщик Бобылёв мин эшләгән лебёдка эргәһенә килде. Смена эш башлағандан бирле нисә вагонетка тау тоҡомдары сығарылып йыуылыуы тураһында һорашып белгәс, балалай ҡыуанып, арҡамдан һөйә-һөйә, үҙе таҡҡан ҡушаматы менән өндәште:
– Ну, брат Январь, былай булғас, йәшәйбеҙ икән! Һәр вагонетка породанан берәр грамм ауырлығында йыуылғанда ла, беләһеңме, был сменала дәүләткә күпме алтын тапшырыласаҡ? Күп, бик күп! Ошолай эшләһәк, ай аҙағында «Башзолото» тресының күсмә Ҡыҙыл байрағын беҙгә биреүҙәре ихтимал!
– Февраль ағай, артыҡ күпкә ынтылаһың түгелме? – тип һорағайным, Бобылёв көлдө, юҡ-бар нәмә менән маҡтанды, шапырынды. Шунан, үҙен-үҙе бүлдереп:
– Январь брат, уҡы әле берәй шиғырыңды, – тине.
Мин инәлтмәнем. Башҡортса бик күп һүҙҙәрҙе аңламауын белһәм дә, бер кеше, исмаһам, ҡыҙыҡһыныуына шатланып, тау тоҡомдары тейәүле вагонетканы юғарыға күтәргән лебёдка моторы геүләүенең ыңғайына, шиғырҙарымды ярһып-ярһып уҡырға тотондом.
Күңелемде табыр өсөн генә шиғырҙар уҡыуымды үтенгән Бобылёв йүнләп тыңламаны. Шулай булһа ла, ижадым менән ҡыҙыҡһыныуы күңелемдә бөткөһөҙ ҡыуаныс тыуҙырҙы, яңынан-яңы шиғырҙар яҙырға рухландырҙы. Мәңге айныҡмаҫтай иҫерек, хыялый кеше кеүек, башымда өҙлөкһөҙ рифмалашҡан тетрәткес һүҙҙәр шауҡымына күмелеп, эш ауырлығы ла, ваҡыттың нисек тиҙ үтеүе лә һиҙелмәне. Донъялағы бөтә нәмә шиғырҙар яҙырға сәмләндергән һәм илһам өҫтәп торған һымаҡ тойолдо миңә.
Көндән-көн матурланғандан-матурлана барған гүзәл тормош өр-яңы яғы менән асылыуы тулҡынландырҙы һәм барлыҡ донъя халҡына ишетелерҙәй итеп үҙ бәхетем хаҡында ҡысҡырғым килде.
XV
Ҡош-ҡорт моңо тулған ҡояшлы йәйҙең ғәжәп йәмле бер көнөндә Фәйзулла дуҫым менән Әүжән буйына балыҡ тоторға барҙым. Алты-ете метр самаһы оҙонлоҡтағы йылымдың тишек-тошоғон рәтләп, яр ситен һөҙә генә башлағайныҡ, малайҙарҙың шатлыҡлы ҡысҡырышыуы ишетелде:
– Ура, ура! Һуғыш сыҡҡан!
– Ярмандарҙы беҙ ҡыйратасаҡбыҙ!..
Балыҡ тотоу ҡайғыһы китте. Беҙ, ундай яңылыҡтың яманлыҡҡамы-яҡшылыҡҡамы икәнлеген аңламайынса, аптырашып, ҡайтыу яғына ыңғайланыҡ.
Мәктәп менән клуб тирәһендә йыйылған кешеләрҙең йөҙө бойоҡ булыуын күргәс, һыу буйындағы малайҙарҙан ишеткән хәбәрҙең ҡыуаныслы түгел икәнлегенә төшөндөк. Ҡояшлы аяҙ көн ҡапыл ҡара һөрөмгә буялғандай тойолдо.
Ҡайғыһыҙ-моңһоҙ тыныс тормош бөттө. Алда ҡанлы һуғыш, үлеш-ҡыйралыш, интегеүҙәр, ыҙаланыуҙар, ауыр һынауҙар көтөүе һәр кешегә мәғлүм ине. Ләкин еңәсәгебеҙгә берәү ҙә икеләнмәне. Дәһшәтле һуғыштың дүрт йылға һуҙылыры тураһында ғына белмәне халыҡ...
Бөтә Көнбайыш Европа дәүләттәренең иҡтисади һәм хәрби ҡеүәтен үҙ ҡулында туплаған гитлерсы фашистар, һуғыш иғлан итмәйенсә, беҙҙең ирекле тыуған илебеҙгә мәкерле рәүештә баҫып инеүҙәре тураһындағы хәбәрҙе ишеткәс тә, ауыл һәм алтын приискыһы эшселәре фронтҡа китергә әҙерләнде.
Беренсеһе артынса икенсе, өсөнсө, дүртенсе, бишенсе төркөм кешеләре оҙатылды. Минән ике-өс йәшкә олораҡ Исхаҡов Хәбир кеүек малайҙарға ла сират етте. Фронтҡа оҙатылыусы забойщиктарҙы ҡатын-ҡыҙҙар менән беҙ, малай-шалай, алмаштырҙыҡ.
Мин тәүҙә – забойщик ярҙамсыһы, аҙаҡтан забойщик булып эшләнем. Ватан һуғышына, батыр ҡыҙылармеецтарға арнап яҙған шиғырымды «Ҡыҙыл Башҡортостан» гәзитенә ебәрҙем, әммә ул баҫылманы.
Ер аҫтындағы тау тоҡомдарын аҡтарыуға ныҡлап күнегә башлағайным, мине приискының участка етәксеһе Фомин саҡыртты:
– Шахталарҙа һәм ер өҫтөндә эшләрҙәй кешеләр етешмәү сәбәпле, тәүлегенә ун икешәр сәғәтлек эш көнө булдырыла, ә һине «Партизан» артеленә смена бригадиры итеп тәғәйенләргә булдыҡ.
Өс йөҙ кешене берләштергән старателдәрҙең иң ҙур артеленә бригадир итеүҙәрен ишетеп, ҡурҡтым.
– Ундай ауыр эшкә ҡыҫылдырмағыҙ!
– Хәҙер кемгә еңел? – тип һораны Фомин.
– Мин ҡушҡанды берәү ҙә тыңламаясаҡ.
– Тыңларҙар! – Начальник асыуланды. – Малайҙарса ҡыланышыңды бөтөр! Тәжрибәң етерлек көйө, һине бригадир итмәй, кемде ҡуяйыҡ? Старателдәр артеле председателе Прохоров Иван Антипович менән килешелгән. Ул һине көтә. Бар, сменаны ҡабул ит!
Участка етәксеһе бойороғона буйһонорға мәжбүр булдым. Үҙемде забойҙа эшләргә өйрәтеүсе тәжрибәле шахтёрҙарға берәр эш ҡушҡан сағымда, уңайһыҙланып, участка йәки артель түрәләренә һылтандым. Аҙаҡтан батырландым һәм оялыуым да кәмене. Маширттарҙа алтын йыуыусы ҡатын-ҡыҙҙар менән генә уртаҡ тел табыуы ҡыйыныраҡ булды. Бригадир вазифаһын үтәгән беренсе көндәрҙә ниндәй ҙә яңы эш ҡушһам йәки ризаһыҙлыҡ белдереп:
– Эшләгеҙ, давай, – тиһәм, һүҙемде боҙоп, мәрәкәләй башлай торғайнылар:
– Дадим, дадим!
– Чего давать-то?..
Бер нисә тапҡыр ныҡлы киҫәткәс кенә улар алама ҡыланыштарын ташланы.
Яңыраҡ ҡына ҡайғыһыҙ-моңһоҙ йәшәгән йәш үҫмерҙәр, һуғыш башланғас та олоғайыуҙарын һиҙеп, фашистарға ҡаршы һуғышыусы Ҡыҙыл Армияға ярҙамлашыуҙы үҙ бурыстары итеп һананы. Халҡыбыҙҙы дошманға ҡаршы көрәшергә рухландырыусы Рәшит Ниғмәти, Баязит Бикбай, Сәйфи Ҡудаш, Хәниф Кәрим кеүек ағайҙарҙың һуғышҡа арнап яҙған шиғырҙарын старателдәргә ҡысҡырып уҡыған һайын, уларға оҡшарға тырышып, үҙем дә яңы шиғырҙар яҙҙым...
Хеҙмәткә яраҡлы ирҙәр китеп бөткәс тә алтын табыу планы кәметелмәне, киреһенсә, арттырылды. Икенсе смена бригадиры фронтҡа китеп, уның урынына ҡуйырҙай кеше табылмағас, старателдәр артеле етәксеһе Прохоров менән миңә бөтә ауырлыҡ төштө. Аҙаҡтан, оло йәштәге Иван Антипович ауырыу сәбәпле, барлыҡ эштәрҙе яңғыҙыма башҡарырға тура килде.
Участка начальнигы Фомин, минең йәшлегемде һәм етәксе эштә тәжрибәм наҡыҫ икәнлеген иҫәпкә алмайынса, талапсанлыҡты кәметмәне. Беҙҙең «Партизан» исемле старателдәр артелендә ниндәй ҙә булһа етешһеҙлекте һиҙһә, миңә өҫтәл һуғып ҡысҡыра торғайны.
– Һуғыш ваҡытында табылған һәр алтын бөртөгө сит илдән танкылар, самолёттар, башҡа төрлө һуғыш ҡорамалдарын һәм аҙыҡ-түлек һатып алыу өсөн кәрәк икәнлеген аңларға һәм бүтәндәргә төшөндөрөргә лә бурыслыһың! – тип ныҡыны ул.
Тәүлегенә раскомандировочный бүлмәһендә икешәр-өсәр сәғәт йоҡлап, аҙналар буйына ауылға ҡайтмай, приискыла йәшәргә тура килде. Ваҡытында ашамай, ял итмәй, гел эш менән мәшғүл булыуым арҡаһында һаулығым мөшкөлләнә башланыуын һиҙеп, Фомин да борсолдо.
– Былай килешмәҫ. Яҡыныраҡ урында фатир табып, шунда күс.
– Берәйһенән һораштырып ҡарармын, – тинем ризалашып.
Старателдәр ҡасабаһында фатир тапҡас, эш көйләнде. Ваҡытында ял итеп алырға, тамаҡ туйҙырырға һәм йыуынып алырға ла мөмкинлек тыуҙы.
Фатир хужаһы оло ғына йәштәге ҡатын мине үҙ улы шикелле күрҙе. Ирен фронтҡа оҙатып, ике балаһы менән ҡалған килене беренсе көндәрҙә миңә тексәйҙе, тырҫ та мырҫ һүҙ ҡушты.
Хужаларҙы артыҡ йонсотмаҫҡа тырыштым. Фатирға төн урталарында ҡайтып, иртәнге таңдан тороп эшкә йүгерҙем.
Дауамы бар.