Шоңҡар
+24 °С
Ямғыр
Әҙәбиәт һәм ижад
12 Июнь 2025, 05:10

Фәрештә. Детектив хикәйә. Рәзинә Зәйнетдинова. (Башы)

"Шоңҡар" журналының бүлек мөхәррире Рәзинә Зәйнетдинова "Йәшлек" гәзите уҙғарған "Н. Мусин исемендәге хикәйәләр конкурсы"нда беренсе урын яуланы. Ике йылдан ашыу барған был конкурсҡа ҡырҡҡа яҡын хикәйәләр килгән. Хеҙмәттәшебеҙ "Ҡоҙғон" тип аталған детектив хикәйәһе менән ҡатнашҡан. 

Фәрештә. Детектив хикәйә. Рәзинә Зәйнетдинова. (Башы)Фәрештә. Детектив хикәйә. Рәзинә Зәйнетдинова. (Башы)
Фәрештә. Детектив хикәйә. Рәзинә Зәйнетдинова. (Башы)

Фәрештә

Детектив хикәйә

–Кеше үлтереүсенең урыны төрмәлә! – Зәңгәр күҙле, һап-һары оҙон сәсле, ап-аҡ йөҙлө, барби ҡурсағына оҡшап торған йомро ҙур түшле, ҡырҡҡа етеп килһә лә һомғол кәүҙәле ҡатын зәһәр ыҫылдап үҙенән һорау алған журналистарға шулай тип яуап бирҙе.

– Зөлхизә Рәилевна һеҙҙең ҡыҙығыҙ бит. Бер ҙә йәл түгелме ни?! – Яулыҡ ябынған, оҙон күлдәкле ҡатын микрофонын ҡатынға яҡыныраҡ килтереп һорауын бирҙе.

– Закон алдында барыбыҙ ҙа бер тигеҙ. Кеше үлтереү уйын эш түгел. Һәр кем тейешле язаһын алырға тейеш! Ҡыҙыммы ул минең, түгелме... – тине Зарина күҙен дә йоммай. 

– Бүтән берәү булһа балаһын ярлыҡауҙарын һорап зар илар, инәлер ине. Һеҙ фәрештәлер ул... – тине бер журналист һоҡланыуҙан телен шартлатып.

– Мин дөрөҫлөк яҡлы... – Яуап биреүсе тамағын ҡырып ҡуйҙы.

Хөкөм залынан аңҡы-тиңке булып сығып килгән Рәфит Рәмзилович килененең журналистарға биргән интервьюһының осон ғына ишетеп ҡалды. Йәнә йөрәге тулап ҡуйҙы. Көс хәл менән машинаға барып ултырғас: “Фәрештә имеш берәү. Йүнле кеше ҡыҙынан саҡ ҡына олораҡ егетте үҙенә әүрәтәме ни? Балаһының башына етте”, – тип асыулы уйлап ҡуйҙы.

Элекке тәфтишсе, полиция майоры быға тиклем хөкөм залына енәйәт эшен тикшерер өсөн килә ине. Бөгөн бер туған мәрхүм ҡустыһының берҙән-бер ҡыҙы Зөлхизәгә хөкөм итеү эшен башланылар. Ун туғыҙ йәшлек баланы егерме биш йәшлек әсәһенең һөйәрен үлтереүҙә ғәйепләп алты йылға рәшәткә артына ултыртып ҡуйырға уйлайҙар. Әсәһенеке кеүек ҙур зәңгәр күҙле булһа ла, эскерһеҙ, был донъяға бер ҡатлы ышаныуҙар менән ҡарап торған күҙҙәрен шар итеп асып: “Рахман танышыу менән бәйләнеп йонсотто. Теге юлы Мәскәүгә уҡырға киткәс тә, смс-хаттар яҙып йәнде көйҙөрҙө. Һуңғы ҡайтҡанда бөтөнләй тынғылыҡ бирмәне. Иҙән йыуып йөрөгәндә бер көндө артымдан килеп ҡосаҡланы. Йүгерергә сыҡҡанда ла эҙәрлекләне. Ә ул үлгән көндө артымдан эйәреп аш-һыу бүлмәһенә ингән ине. Әсәйем өйҙә юҡлығын әйтһәм дә, сығып китергә ашыҡманы. Былау бешерергә тип ит турап торғанда килеп ҡосаҡлағанын ғына иҫләйем. Уянып киткәндә ҡулымда бысаҡ, ҡанға батҡан егет эргәмдә иҙәндә ята ине. Уға нисек сәнскәнемде лә, ни өсөн үҙем иҫһеҙ йығылғанымды ла хәтерләмәйем. Атайым үлгәндән һуң, йоҡлай алмай йонсоғас, табип тынысландыра торған яҙыу яҙып бирҙе. Уны эсә башлағас, үҙемде күп ваҡыт томан эсендә йөрөгән кеүек тоя инем былай ҙа”, – тип тәфтишселәргә яуап биргәндә әйткән хәбәрҙе хөкөм залында ла һөйләне. Аҙғын егет көсләргә маташҡанда үҙен яҡлаған. Ҡанданмы, әллә үҙенең ҡылығынан  ҡурҡыпмы, иҫтән яҙған. Ә үҙенең аңлайышһыҙ хәле, наркотик матдәләр ҡулланыуҙан, тип һығымта яһалды ла, киләһе судҡа тиклем тикшереү эшен дауам итергә, ҡулға алырға тип ваҡытлыса ҡарар сығарылды.

Ҡыҙы урынына күреп яратҡан Зөлхизә өсөн ут йотоп ултырҙы Рәфит. Әсәй кешенең балаһының яҙмышы хәл ителгәндә нишләп рәшәткә аша булһа ла янында ултырмауына аптырап уйлап ҡуйған ине. Юғары суд бинаһының ишек алдында бер өйөр журналистарҙы ауыҙына ҡаратып торғанын күргәс, аңланы. Киленендә бала ҡайғыһы юҡ икәнлеген.

Бер ни тиклем иҫен йыйып ултырғас, килене Зарина янында элекке курсташы, ҡалалағы иң текә нотариустарҙың береһе Марсты күргәс, терт итеп ҡалды. Тегеләре урамда үтеп-һүтеп халыҡтан да тартынмайынса супылдашып үбешкәндән һуң, Рәил ҡустыһынан ҡалған машинаға ултырып сығып киттеләр.

Ҡайтҡас Рәғиҙәһенә күргән-ишеткәндәрен һөйләгәс, ҡатынының артыҡ иҫе китмәне.

– Бәй, ҡасандан бирле Марстың һөйәркәһе бит. Шуны ла белмәйһеңме ни?! Һинең полиция булып йөрөүең... – тип эләкләп тә алды тегенеһе.

– Нисек инде һөйәркәһе? Ә теге Зөлхизә үлтергән егет кеме ине һуң? – тип йәнә аптыраны ир.

– Уныһы ла апһындыҡы ине. Берәүҙән икәү яҡшы, тиҙәрме әле? Шуның һымаҡ инде, – тип яурындарын һикертте лә, – Зөлхизәнең кешегә бысаҡ күтәреүенә нимә тиһәләр ҙә ышанмайым. Кеше үлтереү түгел, бесәй балаһын да рәнйетмәй бит ул. Өс бала тәрбиәләп, егерме йылға яҡын мәктәптә уҡытҡан кеше мин быны ғына беләм, – тип иренең яраһына йәнә тоҙ һибеп ҡуйҙы.

– Мин дә ҡыҙымдың кешегә бысаҡ күтәреүенә ышанмайым да, әммә бөтөн нәмә, хатта үҙенең һөйләгәндәре лә үҙенә ҡаршы бит. Етмәһә, наркотик матдәләр ҡулланған тип, тора бөгөн судья, – тине ире аңҡауына йәбешкән телен саҡ-саҡ әйләндереп.

– Алты йыл үҙе бер ғүмер. Унан имен-һау сыҡҡан хәлдә лә, ниндәй ҡиәфәттә, кем булып сыға бит әле, – тип күңелсәк Рәғиҙә сеңләп илап та ебәрҙе. Бер ни тиклем күңелен бушатып алғас: – Бүтәндәрҙең тикшереүенә ышанып ятмайынса, әллә эште үҙ өҫтөңә алаһыңмы? Ундай эштә һиңә ситтән аҡыл һорарға түгел бит, – тип өҫтәп ҡуйҙы.

“Ҡатын-ҡыҙҙың сәсе оҙон, аҡылы – ҡыҫҡа, тип кемгә ҡарата әйткәндәрҙер. Әммә минең ҡатынға ҡарата түгел. Әле ул янымда булмаһа, нишләр инем икән? Бер-бер артлы килеп төшкән ҡайғыларға түҙмәйенсә йә муйыныма элмәк һалыр, йә эскегә һабышыр инем. Ҡатындың әйткәненә ҡолаҡ һалырға кәрәк. Тимәк, яҙмышҡа күнеп, баш баҫып ултырырға түгел. Бер сараһын күрергә кәрәк”, – тип үҙ алдына уйлап, үҙенең был ҡарарына бер мәлгә күңеле күтәрелеп ҡулдарын ыуып ҡуйҙы.

Ҡапыл ҡустыһы үлеп китеп, әле үҙенең ҡыҙылай яратҡан Зөлхизәнең бәләгә тарыуы ныҡ бөтөргән ине Рәфит. Тиҙ генә ниндәйҙер дөрөҫ ҡарарға килер, артабан ҡустыһының ҡыҙын ҡотҡарыр өсөн уландары менән йыйылып һөйләшергә, кәңәшләшергә ҡарар итте. Өс улына бер-бер артлы шылтыратып, иртәгә эштән һуң ялдарға үҙенә саҡырҙы.

 Өсөһөнән дә ыңғай яуап алғас, уларҙы иртәгә ҡаршы алыу өсөн пландарын тормошҡа ашырырға кереште. Өфөгә күрше районда йәшәгән бер танышына бер нисә сәғәттән барып етеүе, һатлыҡ бер һарыҡты һуйып эшкәртеп тороуын һораны ла юлға йыйынды. Килеүҙәренә бишбармаҡ бешереп, шешлеккә ит әҙерләп ҡуйырға уйланы.

Дүрт яҡлы ҙур ағас йорттоң эсенә инеү менән йәш иттең боҫо боҫрап, тәмле ит еҫе танауҙарына килеп бәрелгәс тә, өлкән, әлегә берҙән-бер килене Таңсулпан: – Беҙҙән йәшереп кенә әллә берәй ерҙә ферма тотаһығыҙ инде. Килгән һайын яңы ғына һуйылған ит менән һыйлайһығыҙ, – тип һөйләнә-һөйләнә ҡәйнәһенә өҫтәл ултыртырға ярҙамлашырға ашыҡты.

Айбулат ағалары артынан Айсыуаҡ менән Айтуған да ҡайтып еттеләр. Әлегә берҙән-бер ейәнсәре Әминәнең тәтелдәүенә, улдарының бер-береһенән хәл белешеп һораша-һораша өҫтәл янына йыйылыуҙарына күңеле булып Рәфиттең. Бер мәлгә донъяһы түңәрәкләнеп киткән төҫлө ине лә, төрмә ашына хушһынып, һыуыҡ камерала ултырған Зөлхизә күҙ алдына килгәс, йәнә сырайы ҡараңғыланды. Ундағы үҙгәрештәрҙе һәр күҙәнәге менән тойоп, хәлен аңлап ултырған Айбулат:

– Атай, хәлдәр шул хәтлем насармы ни? – тип һорап ҡуйҙы.

– Аш алдында өндәйшмәй торайым тигән инем дә. Насар шул. Һеңлегеҙҙе уйлап йөрәгем әрней, – тине.

– Зөлхизәнең был эшкә ҡулы барыуына ышанмайым. Сеймәлсек ептең осон табырға кәрәк, – тип Айбулат ултырған урынынан тороп уҡ китте. – Йә тәфтишсе тикшереү барышында нимәнелер күҙ уңынан ысҡындырған, йә бөтөнләй эште тиҙерәк ябыр өсөн илке-һалҡы ғына ҡараған.

– Әсәйең менән беҙ ҙә шул фекерҙә, улым. Кәңәшләшергә һеҙҙе йыйҙым да инде. – Алдына ни арала килеп ултырған Әминәне тупылдатып ярата-ярата һүҙен дауам итте. – Үҙемдең генә осона сығырлыҡ хәл юҡ. Ҡайғы – аш түгел, икән.

– Үҙем ул ваҡытта командировкала булып ҡалдым шул. Ентекләп тикшерерҙәр, Зөлхизәне аҡларҙар тип тә өмөтләнгән инем, – тине атаһы юлынан киткән Айбулат. – Иртәгәнән үҙем эҙләнә, тикшерә башлайыммы әллә?

– Шулай итмәй булмаҫ, улым. Иң тәү сиратта енәйәт ҡылынған урынды ҡарарға кәрәк...

****

Иртә менән Айбулатты үҙенең тупһаһында күреп Зарина терт итеп ҡалды. “Таңға хәтлем күңел асып йөрөп артығыраҡ ҡыланып ташлағанмын. Марстан баш тартып булмай шул. Был хәтлем йөрөһәм, Рәил артынан үҙем дә китеп барыуым бар”, – тип төнө буйы йоҡламай йөрөгәнлектән шешмәкләнгән йөҙөн көҙгөнән күргәндән һуң уйлап ҡуйҙы.

– Әйҙүк, тимәйем. Ҡунаҡ көтмәй инем. Ни йомош, ҡәйнеш? – тине ишекте асҡанда вайымһыҙ ғына.

– Берҙән-бер еңгәмдең хәлен белергә килдем, – тине Айбулат һалҡын ҡаршы алыуға иғтибар итмәҫкә тырышып.

– Ире үлгән, ҡыҙы төрмәлә ултырған кешенең хәле ниндәй булһын? – Заринаның зәңгәр күҙҙәре асыулы янып китте.

– Шуға ҡайғыңды уртаҡлашам, тип йөрөүем дә, – тине Айбулат. Саҡырыусы булмаһа ла, ике ҡатлы йорттоң беренсе ҡатында урынлашҡан аш-һыу бүлмәһенә уҙып.

Енәйәт ҡылынған урынды күҙҙәр үткәреп ҡарап сыҡҡас, Рахман менән Зарина төшкән фотоға иғтибар итте. Оҙон буйлы, аҫтыртын ҡарашлы Урта Азия яғынан килгән иргә бер ни тиклем ҡарап торғас:

– Зөлхизә өйҙә бейек үксәле аяҡ кейемендә йөрөй торған инеме, – тип һораны.

– Тыштан ингән аяҡ кейеме менән өйҙә йөрөргә бында Европа юҡтаһа. Унда ярай юлдарҙы шампунь менән ялтыратып йыуып торалар, – тине еңгәһе. – Нимәгә ул һиңә?

– Былай ғына һорайым. Һеңлем бит, – тине Айбулат.

– Ялан аяҡ йөрөргә яратты. Унда бит крәҫтиән атаһының ҡаны аға. Шуға ишек алдындағы үлән өҫтөндә лә сирҡанмайынса иртә менән ысыҡ кисеп йөрөнө.

– Улай икән. Уның йоҡо бүлмәһенә инергә яраймы?

– Унда тағы нимә оноттоң?

– Берәй фотоһын алайым тигән инем.

– Аныһы тағы нимәгә?

– Атайыма иҫтәлеккә алып ҡайтырға ине. Ҡыҙын һағына...

– Интернетта ла фотоһы туп-тулы...

– Оло кеше бит. Гелән генә интернетҡа инеп, телефон һыпырып ултыра алмай.

Төрлө үләндәр төнәтмәһенән әҙерләнгән сәйҙе бер генә шәшкегә ҡоя башлаған Зарина теләһә нишләп тигән кеүек, арты менән боролоп баҫты. Айбулат икенсе ҡатҡа, һеңлеһенең бүлмәһенә күтәрелде.

Ҡояш нурҙары төшөп торған ҙур, яҡты бүлмәгә ингәс, Айбулат бер мәлгә туҡтап ҡалды. Компьютер өҫтәлендә ҡыҙҙың уҡыған китаптары ла ята. Бөхтә итеп йыйыштырылған йоҡо карауатының янындағы тумбаның тартмаһын асҡас, йоҡо дарыуы һауыты килеп сыҡты. “Һәләтле тәфтишсе эҙ ҡарап, еҫкәнеп кенә йөрөмәй. Интуицияһына ла таяна”, – ти торған ине уларҙы уҡытҡан профессор. Айбулатҡа ла Зөлхизәнең фотоһы һылтау ғына Зарина алдында. Нишләптер күңеле ике туған һеңлеһенең йоҡо бүлмәһенә әйҙәп тик торҙо һәм бына кәрәкле нәмәһен тапҡандай, тынысланып та ҡуйҙы. Исем өсөн тигәндәй, Рәил ағаһы менән Зөлхизәнең бергә төшкән бер фотоһын алып, йоҡо дарыуын кеҫәһенә һалып еңгәһе янына төштө. Тегеһендә ҡәйнешенең ҡайғыһы юҡ ине. Вайымһыҙ ғына сәйен йота-йота, телефонында соҡсона. Айбулаттың һаубуллашыуына ла өнһөҙ генә ҡул болғап ҡалды.

Ҡайтҡас, күргән-белгәндәрен атаһына һөйләне.

– Зөлхизә өйҙә бейек үксәле аяҡ кейеме кейеп йөрөй инеме? – тип, еңгәһенә биргән һорауҙы ата-әсәһенә лә ҡабатлап бирҙе.

– Юҡсы, – тине әсәһе, ҡамыр баҫып торған еренән туҡтамай ғына. – Өйҙә түгел, сығарылыш кисәһендә лә киске күлдәк менән беҙ үксәле аяҡ кейеме кейә алманы бит бисара...

– Ниңә? – тине Айбулат һаман эштең айышына төшөнә алмай.

– Рәил ағайыңдың фәрештә кәләше ғүмере буйы һимереүҙән, тиҙ ҡартайып үлеүҙән ҡурҡты. Шуға ит аҙыҡтарын бөтөнләй ашаманы. Мода артынан эйәрә берәү...

– Әсәһенең ит ашамауы менән ҡыҙының бейек үксәле аяҡ кейеме кейә алмауында ни ҡыҫылышы бар? –Айбулат һаман эштең айышына алманы.

– Нейә, әсә менән бала араһында нишләп ҡыҫылышы булмаһын, ти?! – тине көлөп ебәрҙе Рәғиҙә, үҙенә һаман да балалыҡ ихласлығы менән күҙенә сур ҡарап торған улына. – Зөлхизәгә ауырлы сағында ла ит ашауҙан баш тартты. Йәнәһе лә һимерә берәү. Шуға ла йөҙө ап-аҡ булып, хәлһеҙ йөрөп тапты. Табиптар ҙа, беҙ ҙә бала эстә саҡта витамин алһын өсөн итле аҙыҡтарҙың файҙаһы тураһында аңлатыу стенаға борсаҡ бәреү менән бер булды.

 – Алай ҙа була икән дә... – тип Айбулат һаман да аптырауын йәшермәне.

– Була шул бына. – Рәғиҙә асыулы итеп әйтеп ҡуйҙы. – Шунлыҡтан, Зөлхизә йыбытҡы ғына бала булып тыуҙы. Ике-өс йәшендә уйнай башлаһа, тиҙ генә арый ине. Тора-бара аяҡ-ҡулдары кәкерәйә башлағас, кальций етмәү арҡаһында һөйәктәре һыныу ихтималлығын да белделәр...

– Рәил ағайым аҡыллы кеше булды бит. Ҡатынына йоғонто яһай алманымы икән ни?! – тип Айбулат балаларса бер ҡатлылыҡ менән һаман да аптырауҙан туҡтаманы.

– Беҙҙең әйткәндәрҙе аңы менән ҡабул итһә лә, йөрәге менән кире ҡағып тик торҙо... Ике һүҙенең берендә: “Минең фәрештәм. Ситтән төшкән киленде рәйнетеп ҡуймағыҙ. Ул күп уҡый, үҙе белә”, – тип алдынан алды.

 – Ағайымдың бер йомшаҡ яғы булған икән дә, – тип Айбулат яурындарын һелкетеп ҡуйҙы.

– Батыр үлеме мәрйәнән, тип юҡҡа ғына әйтмәгәндәр бит, улым,  – тип һүҙгә ҡыҫылды аталары балыҡ тоторға барырға әҙерләнеп йөрөгән еренән. – Бер тапҡыр “ых” та итмәгән имәндәй ир ятты ла үлде бит. Үҙе иҫән булһа, Зөлхизә лә был бәләгә тарымаҫ ине. Мин балыҡҡа йөрөп киләм әле. Уйҙарымды рәткә килтерергә кәрәк... 

Фәрештә. Детектив хикәйә. Рәзинә Зәйнетдинова. (Башы)
Фәрештә. Детектив хикәйә. Рәзинә Зәйнетдинова. (Башы)
Автор:
Читайте нас