Шоңҡар
+22 °С
Дождь
Әҙәбиәт һәм ижад
13 Июня 2025, 17:16

Фәрештә. Детектив хикәйә. Рәзинә Зәйнетдинова. (Дауамы).

Туғыҙынсыны тамамлаған йәйҙә һөнәрселлек училищеһына имтихан биреп йөрөгәнендә ҡытай баҙарына барып бер тас алҡа, беләҙек, муйынсаҡтарҙы алған ҡустыһын күреп йәнә иҫе китте Рәфиттең.   – Һайыҫҡан шикелле ялтыр-йолторға ҡыҙығаһың икән дә... Быларҙы үҙең тағып йөрөргә уйлайһыңмы, хи-хи-хи!,  –тип көлдө ағаһы. Көнө буйы ҡустыһы артынан баҙар буйлап йөрөп арыған ине.

Фәрештә. Детектив хикәйә. Рәзинә Зәйнетдинова. (Дауамы).Фәрештә. Детектив хикәйә. Рәзинә Зәйнетдинова. (Дауамы).
Фәрештә. Детектив хикәйә. Рәзинә Зәйнетдинова. (Дауамы).

Рәил бәләкәйҙән алып-һатыу эшенә сос, йылғыр булды. Тиҫтерҙәре арттарына ҡояш төшкәнсе йоҡо һимерткәндә, ул төшкә тиклем бер нисә биҙрә еләк йыйып алып ҡайта ла, ун саҡрымлап йыраҡлыҡта ятҡан трассаға сығарып һата. Йәй башында яңғыҙяҡтан башлай, көҙөн балан, миләш бөткәнсе шул кәсебенән туҡтамай ине. Уҡыуҙа әллә ни ыратманы. Эш менән булышып, бәлки, китап ҡосаҡлап ултырырға ваҡыты ла, хәле лә ҡалмағандыр. Донъя көтөргә бөтмөрлөгө бала сағынан уҡ шулай беленде. Юҡҡа ғына, булыр бала – биләүҙән, тимәгәндәрҙер. Уңғанлығын күреп мәктәптә уҡытыусылар ҙа артыҡ бәйләнмәне шикелле. Оло тормошҡа үҙ аллы аяҡ баҫҡанда юғалып ҡалмаҫына ышанғандарҙыр.

Бер мәл йәйге каникулы башланғас, Рәфит үҙе янына Өфөгә алып килде. Ҡайтыр саҡта Рәилдең ике ҙур төйөнсәген күреп иҫе китте. Бер ҡат алмаш кейем менән килгән үҫмерҙең ни алып ҡайтырын башына ла килтермәй ине. Ҡабы менән шыплап тултырылған берәүһендә төрлө төҫлө пружиналы ручкалар ине.

– Бә-ә-әй, каникулың саҡ башланды бит әле. Нимәгә ул һиңә? Был саҡлы ручканы ғүмер буйы яҙышып ҡына ултырһаң да бөтөрә алмаҫһың, – тип көлөмһөрәне.

– Ауылда бындайҙар һатылмай. Алмаздың ағаһы ҡышын уҡ Өфөнән алып ҡайтып биргән ине. Барыһының да күҙе ҡыҙҙы. Хаҡын ике тапҡырға арттырып һатһаң да, аласаҡтар, – тип мут йылмайып ҡуйҙы Рәил.

– Икенсе пакетта нимә? – тип ҡыҙыҡһынды Рәфит. – Ауылда ул хәтлем ручканы алырлыҡ уҡыусы ла юҡтыр әле?

– Уныһында ҡыҙҙар өсөн сәс һуҙмаһы.

– Атаҡ! Әллә сәс үҫтермәксе булдыңмы? – тип Рәфит был яуапты ишеткәс бөтөнләй шаҡ ҡатты.

– Нейә, юҡты һөйләйһең?! Уларын да һатам...

– Кит, юҡты. Күкәй йыйыусы Ғәндәлиптәй булып, кеше көлдөрөп йөрөмәһәң... – тип алыпһатар ҡустыһынан көлөргә лә, уға асыуланырға ла белмәгән ине Рәфит шул саҡ.

– Нейә, ауыл ҡыҙҙарының да матур булғылары килмәй тип уйлайһыңмы әллә? – тип ҡустыһы ағаһының был эшенә өнөмәүен аңлап. – Беҙ кемдән кәм һуң?! Төрлө төҫлө ручкалар менән яҙғыбыҙ килә. Ҡаланан ҡайтҡан ҡыҙҙарға беҙҙекеләрҙең дә күҙе ҡыҙа. Күреп йөрөйөм дә инде. Һыуытҡыслы машинам булһа, һеҙҙең күрше туҡталыш янындағы туңдырма заводынан бер-ике йәшник алып ҡайтып һатыр инем әле. Беләһеңме, үҙендә ни бары егерме биш тин тора. Ә ауылда биш-алты һумға һатҡанда ла күпме аҡса эшләп булыр  ине... Ярай, исмаһам, үҙем туйғансы һыйланып ҡалдым. Ҡайтҡас, егеттәргә эсемде ялағыҙ, тиермен инде...

Балалыҡ бер ҡатлылығы үҙендә һаман да сығып бөтмәһә лә, иғтибарлы, тиндән һум эшләргә атлығып торған бөтмөр ҡустыһына шул ваҡытта Рәфит беренсе тапҡыр уны эшҡыуар сифатында күргән ине. 

– Ул завод тураһында ҡайҙан белдең һуң? – тине йәнә аптырап. – Беҙ ул яҡҡа сығып йөрөмәнек бит.

– Һи-и-и, һинең менән берәй ергә барып буламы ни? Китап ҡорто бит һин. Имтихан бирергә киткән сағыңда үҙем ара-тирәне ҡыҙҙырып йөрөп килдем...

– Аҙашһаң?! – Рәфиттең күңелендә дыуамал ҡустыһы тураһында ҡурҡыу барлыҡҡа килде. – Аҙашһаң, берәй бәләгә тарыһаң, ата-әсәйемә ни тип яуап бирер инем? Шул турала уйланыңмы, эт малай?!

– Урманда бер яңғыҙым йөрөп ҡайтам бит. Ҡала нимә инде уның менән сағыштырғанда?! Аҙашһаң, тағы ла, тел нимә өсөн?

Дөрөҫ һүҙгә яуап юҡ ине. Хәйер, Рәил менән әрепләшеүҙең файҙаһы ла юҡ барыбер. Мең һүҙгә етеп, үҙенекен иҫбатлай торған холҡо бәләкәс сағынан килә.

Ауылға ҡайтҡас та әйберен сиратлап тороп һыпырып алып бөттөләр. Ят таҫмалы һуҙмаларға ҡыҙ-ҡырҡын башта сәйерһенеп ҡарап ҡуйған ине. Ул ваҡытта бик популяр “Лиза” журналынан әртис, йырсыларҙың һүрәттәрен күрһәтеп, ҡыҙҙарға модалы прическа эшләү серҙәренә лә төшөндөргәс, бер-береһенән уҙышып алдылар. Ҡустыһының бындай һәләте барлығын да белмәй йөрөй ине әле Рәфит. Рус телендә сыҡҡан ялтыр тышлы журналды ҡайҙан табыуы тураһында ла аптыраны.

Туғыҙынсыны тамамлаған йәйҙә һөнәрселлек училищеһына имтихан биреп йөрөгәнендә ҡытай баҙарына барып бер тас алҡа, беләҙек, муйынсаҡтарҙы алған ҡустыһын күреп йәнә иҫе китте Рәфиттең.  

– Һайыҫҡан шикелле ялтыр-йолторға ҡыҙығаһың икән дә... Быларҙы үҙең тағып йөрөргә уйлайһыңмы, хи-хи-хи!,  –тип көлдө ағаһы. Көнө буйы ҡустыһы артынан баҙар буйлап йөрөп арыған ине.

– Ауылда ҡыҙҙар “Клон” сериалын ҡарап һындары ҡорой бит. Жади, Латифаға оҡшарға тырышып, хатта ҡыҫҡа, кендектәре күренеп торған топиктарҙан да баш тартыусылар бар. Быларҙы “һә” тигәнсе талашып алып бөтәсәктәр, – тип мут йылмайҙы Рәил.

Әйткәндәре раҫҡа сыҡты. Тағы ла, бер-ике тапҡыр таслап биҙәүестәр һатып алдылар.

– Ошондай эш менән һин дә булышһаң, бәләкәй генә стипендияға, ата-әсәйемдең биргәненә риза булып ултырмаҫ инең, – тине ағаһына бер мәл.

– Уңмаған юлды ҡыума, тигән боронғолар. Минең уға сослоғом юҡ, – тип ҡул һелтәне Рәфит. Ҡустыһының тәҡдименән баш тартып.

Техника серенә төшөнөп, ҡулы оҫтарып алғас, Рәил ҙурыраҡ шөғөл тапты. Машина ремонтлау эшенә тотонда. Беренсе курсты тамамлағанда, йыл дауамында автосервисда эшләп, апаруҡ ҡына бол йыйған егет ҡала уртаһында урынлашҡан гаражды ҡуртымға алып, машина запчастәре һатыу менән булыша ине. Тиҫтерҙәренең ҡайһы берҙәре ҡулдарына диплом алып, ҡайҙа барырға белмәйенсә, аңҡы-тиңке йөрөгәндә, ул ҡала ситендәге бәләкәс кенә автосервис хужаһы ине. Прокурорҙың ярҙамсыһының ярҙамсыһы булып йөрөгән Рәфит ул ваҡытта һаман да тиндәр һынай ине әле. Үҙенән бер класҡа түбән уҡыған ауылдашы Рәғиҙәгә өйләнеп, уҡытыусылар өсөн бирелгән бәләкәс кенә бер бүлмәлә йәшәйҙәр, Айбулаттарын үҫтерәләр ине. Ауылға Рәилдең ҡулдан алынған иҫке генә булһа ла сит ил машинаһында ҡайтып йөрөнөләр.

“Элек ауылда ун ике балаһы булған балта оҫтаһы бер ағай: “Кеше эшләп кенә байый алмай. Бына минең ҡулымдан көнө-төнө балта төшмәй. Балаларҙың тамағынан арттырып булмай. Кем сос, кем урлаша, кемдең артынан этеп, артынан тартып тороусы бай, түрә туған-тыумасаһы бар, шулар ғына мандый”, – ти торғайны. Рәфит менән Рәил һеҙгә ҡарап, ул ағайҙың әйткәндәренең дөрөҫлөгөнә инандым”, – тип аталары йыш ҡына көлөмһөрәп ҡуйыр ине.

Ысынлап та, Рәил йәшәй, таба белде. Бер нисә йыл автосервисында эшселәре менән бер рәттән майға сумып йөрөп бил бөктө лә, ситтән машина алып ҡайтып һата башланы. Башҡорт байыһа бисә ала, урыҫ байыһа йорт һала, тигәндәре был башҡорт эшҡыуарын урап уҙҙы. Әллә күңеленә ятҡан оҙон сәсте осрата алманы. Ә бына донъя йыйҙы. Ул ваҡытта Өфө ситендә юҡ ҡына хаҡҡа һатылған бер нисә тиҫтә сутый ер алып, төҙөлөш эшен башлап ебәрҙе. Ике ҡатҡа өҫтәп мансардлап һалынған яландай ҙур, бейек йорт янына ни арала саунаһы-ние менән бергә мунсаһы, тиҫтәләгән техника һыймалы гаражы ла ҡалҡып сыҡты. Иртә яҙҙан ҡара көҙгә тиклем урам-тирәһен, баҡсаһын аҙнаһына бер тапҡыр килеп тәрбиәләүсе кешеһен дә тапты. Емеш-еләк ҡыуаҡтары менән бергә, күҙҙең яуын алырлыҡ төрлө сәскә лә үҫте.

Ҡар-ҡатыш ямғыры яуып, төнөн туңғаҡҡа әйләнеп, ни арба, ни сана түгел мәлдә Рәил Рәфиткә: “Краснодарҙан юлға сыҡтыҡ. Килен алып ҡайтып киләм. Иртәгә кис өйҙә булабыҙ”, – тип смс-хәбәр ебәрҙе. Рәғиҙәһенең икенсе улдары Айсыуаҡты табырға көнө етһә лә, юлға сыҡтылар. Ел нығыраҡ иҫһә осоп китергә торған сибек кенә кәүҙәле, ойпаҫланған беретка, ең ситтәре һүтелеп торған пальто кейгән, күҙҙәренән ноябрь айының ҡырыҫлығы бәрелгән киленен тәү тапҡыр күргәс тә: “Эҙләгәнен тапҡан икән”, – тип атаһы ауыҙ эсенән генә мығырлап ҡуйған ине.

Зарина тәүге көндә үк үҙен иркен тотто. Оялыу, тартыныуҙы ла белмәне. Беренсе көндә үк Рәилгә эйәреп мунсаға китте. Ҡәйнә-ҡайнылары алдында: “Раилымды бер күреүҙә үк оҡшаттым. Любовь с первого взгляда”, – тип сут-сут үбеп алырға ла өлгөрҙө. Ҡатын-ҡыҙ тарафынан аҙым һайын яңғыраған бындай тәмле-татлы һүҙҙәрҙе ишетеп өйрәнмәгән өйҙәге башҡа ирҙәрҙең дә күҙҙәре ялт итеп ҡалды. Был ваҡытта Рәил бөтөнләй ирәйеп китә ине. “Беҙ туҡтаған ҡунаҡханала иҙән йыуып йөрөгәнендә шаяртып ҡына һүҙ ҡушҡан инем. Икенсе көндә үк бер түшәктә уяндыҡ. Муйыныма һырылып: “Үҙең меән алып кит бынан, йәнем”, – тип быуып алып бара. Шундай фәрештәне нисек ҡалдырып китәһең инде”, – тип һөйләр булды.  

Йәшәй башлағас та Зарина теҙгенде үҙ ҡулына алды. Уҫлаптай ирҙе орсоҡтай ғына ҡатын рәхәтләнеп, нисек теләй шулай үҙ ҡурайына бейетте. Йүгертте. Ирҙең үҙенең туғандарына, ата-әсәһенә ҡарата ҡарашын да үҙгәртә, араларын һалҡынайта яҙҙы төлкөнән дә яманыраҡ мәкерле хәйләкәр ҡатын.

Хәләл көстәре менән донъя көткән ҡайны-ҡәйнәһен “ҡырағайҙар” тип кенә ебәрер ине. Уларҙы әҙәмгә һынамай маташты. Кесе килендәренең ысын йөҙөн Зәлхизә тыуған йылды күрҙеләр. Рәфиттең өсөнсө улдары Айсыуаҡтан бер айға алдан тыуҙы ул. Йәйен ике килен дә ауылға ҡайтты. Ирҙәре бесән эшләү менән мәжғүл ине. Тулғаҡ ғазабынан ҡурҡып балаһын операция ярҙамында тапҡан Зарина үҙен гәлсәр ваза урынына күреүҙәрен талап итте. Төшкә тиклем йоҡо һимертә. Баҡсанан яңы ғына өҙөлгән емеш-еләк, йәшелсә менән тамаҡ туйҙырғас, йылға буйына, һыу инергә, ҡомда ирәүәнләп ятып ҡыҙынырға китә. Төнө буйы ике сабыйҙы алмаш-тилмәп имеҙеп, көндөҙ ҡәйнәһенә хужалыҡ эштәрендә ярҙам итеп арманһыҙ булып арыған, миктәп киткән Рәғиҙә менән икеһен сағыштырып, ҡәйнәһе бер көндө: “Килен, бында ҡунаҡхана юҡ бит. Артыңдан, исмаһам, һауыт-һабаңды йыйыштырып ҡуй”, – тийеүен оҡшатманы. Төшкөлөккә ашарға ҡайтып килгән ирен ҡапҡа төбөнә сығып ҡаршы алып ошаҡланы. “Мине ситтән килгәс, яратмыйлар иде. Ят бауыр күрәләр. Ана, Рәғиҙәне килен дә килен, тип өзөлөп торалар”, – тип яр һалды. Ире ҡосағында һөйләнә-һөйләнә илап торған Заринаға ҡайныһы:

– Килен, беҙ берәүҙе лә артыҡ күрмәйбеҙ. Ҡәйнәң әйткәндәргә үпкәләргә кәрәкмәй, – тине ҡулын сайып торған еренән.

– Аты-ый... – Тип ҡатынын яҡлап маташҡан улына ҡарап:

– Тураһын әйткән туғанына ла ярамаған инде. Ир булып, әҙерәк дилбегәне үҙ ҡулыңа ал. Ярай, йәш балалы кеше йорт эштәрендә ярҙамлашмай, ти. Һуң бәпесегеҙҙе лә ҡурсаҡ шайы ла күрмәй бит. Ярай ҙа, янығыҙҙа Рәғиҙә еңгәң бар. Әле ул булмаһа һыйыр һөтө менән дүрт айлыҡ баланың ашҡаҙанын боҙор инегеҙ, – тип ҡырт боролоп өйгә инеп китте, бәләкәс килененең аҡылға һыйғыһыҙ ҡылығы тураһында уйланып ҡайтҡан, ҡайныһы. Рәилдең бесәндә әйткән хәбәре бысаҡһыҙ һуйған ине уны...

– Ғүмер тигәнең татлы бер төш кеүек үтә лә китә икән. Һәр мәлдең ҡәҙерен белеп йәшәп ҡалырға кәрәк, – тине Рәмзил осланып килгән күбәнең башына йәшерәк бесән һалып. – Был донъяға килгән һәр йән эйәһенең төп маҡсаты үҙеңдән һуң нәҫел ҡалдырыу, – тип йәнә фәлсәфәгә бирелеп китте алтмышҡа еткән ир.

– Заман ауыр, тип йәштәр хәҙер бала табырға ашыҡмай шул, атый, – тине Рәфит уйсан ғына кәбә төбөн һәнәге менән тырмаштырып йөрөгән еренән.

– Һәр осор үҙ заманы өсөн һынауҙарын ебәреп кенә тора ул. Күп бала үҫтерермен, тигән хыялым бар ине лә. Әсәйегеҙ Рәилдән һуң өҙлөгөп ҡалған, – тине көрһөнөп аталары. – Исмаһам һеҙ мах бирмәгеҙ.

– Ике улым, ике ҡыҙым булыр, тип мин дә хыяллана инем дә. Киленегеҙ бала тапҡан сағында башҡа йөккә уҙмаҫлыҡ итеүҙәрен һораған икән табиптарҙан, – тине Рәил мыштым ғына.

 – Һай, нишана! – тип Рәмзил ҡарт туҙып китте. – Туйып һикереүе шулдыр был килендең. Ҡатын-ҡыҙҙың бар матурлығы әсә булыуҙа, бала бағыуҙа бит. Шундай матур, етеш тормошта бала артынан бала табып, уларҙы тәрбиәләп кенә йәшәргә лә йәшәргә бит инде...

– Хәҙер һуң инде, атый,  – тип Рәил башын түбән эйҙе. – Мин дә унан ундайҙы көтмәгән инем дә...

Сүп өҫтөнә сүмәлә, тигәндәй, Заринаның ҡәйнәһен ошаҡлап ҡаршы алыуы ҡайныһының һарыуын бөтөнләй ҡайнатты. Ул көндө татыу ғаилә беренсе тапҡыр бер кемгә бер ауыҙ һүҙ әйтмәйенсә шым ғына ултырып ашанылар төшкө ашты. Тик Заринаны ғына был әйткәндәр үҙгәртмәне. Тиҙҙән ауылда ҡырҡҡа етеп өйләнмәгән, ситтә ваҡытлыса эшләп ҡайтып, өләсәһенән ҡалған йортта шағырағын шаҡ ҡороп ятыусы Илдар менән уйнаш итеүе ишетелде.

“Туңдырма алырға магазинға барғанда бер генә тапҡыр машинаһына ултыртып алып барды. Был ҡырағайҙар әллә нимә уйлап бөткәндәр. Мине нахаҡҡа рәнжетәләр. Күрә алмыйлар”, – тип илап Рәилде ышандырған йәш ҡатын эштәре тамамланмаһа ла, ҡалаға алып китеү сараһын күрҙе. Рәғиҙәне имеп, тейешле тәрбиә күргәнлектән күҙгә күренеп матурйып, ҙурайып килгән Зөлхизәне йәлләп ҡалдылар. Кәкүк әсәй ҡыҙын артабан да үҙе ҡараманы. Бала ҡараусы ялланылар.

Зарина үҙен ҡарау, тәрбиәләү менән генә мәжғүл булды. Көн дә бер үк ваҡытта йоҡларға ятты, бер үк ваҡытта уянды. Иртәнге күнекмәләрҙән һуң үҙе өсөн махсус төҙөлгән диета менән тамаҡ туйҙырғас, тышҡы ҡиәфәтен ҡарау менән булды. Унан һуң магазин ҡыҙҙырҙы. Рәил алыҫҡа эш менән бер нисә көнгә киткән сағында, Зөлхизә бала ҡараусы ҡатын менән тәүлек әйләнәһенә ҡалды. Ундай мәлдәрҙә әсәй булған кеше бирсәткә урынына алмаштырған һөйәрҙәре янында төн уҙғарырға ғәҙәтләнде.

Рәилгә Зарина тураһында нимәлер әйтеү бөтөнләй мөмкин түгел ине. Иргә ҡатынының хыянаты хаҡында әйтергә, күҙен асырға теләүселәргә ул ыңғайына ауыҙҙарын яптырып ҡына ҡуйҙы. Сөнки Зарина уның алдында үҙен яҡлауға, һаҡлауға мохтаж көсһөҙ йән эйәһе  итеп күрһәтеп өйрәнгән ҡатын ире алдында өлтөрәп, ыңғайына һыпырып ҡына торҙо. Рәил алдында бер ваҡытта ла таралмаған сәс, халат менән йөрөмәне. “Һинең өсөн генә матур булғым килә, йәнем”, – тип муйынына һырылып, тәүге осрашҡан көндәге наҙын тамсы ла кәметмәйенсә иркәләгән ҡатыны янында Рәилдең донъяһы түңәрәкләнә лә ҡуя ине.

– Аҫыл ҡоштоң үҙе юлыма сыҡты, – тине Рәил һуңғы тапҡыр Рәфиттәргә килгәнендә, йоҡоло күҙҙәрен ыуа-ыуа дәфтәр тикшереп ултырған еңгәһенә ҡараш ташлап. – Ҡатын булғас шундай булһын ул. Минең Заринам кеүек. Зөлхизә менән икеһен яңы таныштар апалы-һеңлеле итеп ҡабул итә.

– Һәр кемдең бәхете үҙем менән, туғаным, – тине Рәфит. – Ҡайһы ваҡытта бәхетең бәхетһеҙлегең дә булып ҡуя. Һинән көнләшкәндән түгел. Ағай булараҡ кәңәш итеп әйтәм. Киленде артыҡ осондорма. Төрлө хәбәр ишетелә уның тураһында.

– Тағы ла, бер балыҡ башы. Ағай итеп уның менән шатлыҡ бүлешкән булһам...

– Бер туғаным итеп, яҡын күреп әйтәм... Килендең зат-зәүерен, ҡайҙан икәнен үҙең дә йүнләп белмәйһең бит...

– Һуң, ағы-ы-ый... – Рәил Рәфиткә көлөмһөрәп ҡарап алды. – Һин дә олоғая башланың ахырыһы. Бер үк һүҙҙе күп ҡабатлай башланың. Етем үҫкән бала тинем, бит.

– Ата-әсәһенең кем икәнлеген дә белмәйһеңме?

 – Ҡайҙан? Әсәһе ул тыуғас та үгәнме, баш тартҡанмы шунда... Үҙе лә йүнләп белмәй шикелле...

– Һы... Был ваҡытта үҙеңдең кем икәнлегеңде белеү ауырлыҡ тыуҙырмай инде. Теләк кенә кәрәк...

– Ә бит үҙе ниндәй мәғлүмәтле, аҡыллы, нәзәкәтле. Хан балаһы тиерһең. – Рәил һаман һүҙҙе икенсе яҡҡа бороп, ҡатынын маҡтауын белде. – Уҡымаған китабы юҡ. Кеше организмының төҙөлөшөн өйрәнә. Мине лә үҙемде ҡарарға, һаҡларға өндәй. Модалы итеп кейендерер өсөн бөтөн көсөн һала...

– Һин дә иренеңде ҡабартырға йыйынмайһыңдыр бит? – Рәфит ҡапыл мут йылмайып ҡуйҙы. Килененең һуңғы ваҡытта ҡорт саҡҡандан һуң ҡабарған кеүек бүлтәйгән иренен күргән һайын пырхылдап көлөп ебәрмәҫ өсөн үҙен тыйып тота ине. Әле лә күҙ алдына ҡапыл Заринаның ботоклсы ауыҙы күҙ алдына килде.

– Әле бына миҙгелле ризыҡ тип, кесерткәндән аш бешерә. Яман шеш кеүек ауырыуҙар унан ҡурҡа, тип, һәр әҙерләнгән йәшелсә салатына базилик ҡуша. Тоҙ-шлактарың сыҡһын тип, көн дә еҫеһе шартлап торған мунсаға ебәрә. Сығыуыма балан һыуынан әҙерләнгән һут әҙерләй. Һөйләһәң күп инд. Ҡатын түгел, алтын! Торғаны бер фәрештә. Уҡыу ғына эләкмәгән. Быға тиклем әллә ниндәй бидәле табип булыр ине! Үәт! – Рәилдең күҙҙәре янып китте хатта.

– Теләге булһа, һиңә килгәс тә уҡыр ине. Егерме ике йәшлек кенә ине бит...

Фәрештә. Детектив хикәйә. Рәзинә Зәйнетдинова. (Дауамы).
Фәрештә. Детектив хикәйә. Рәзинә Зәйнетдинова. (Дауамы).
Автор:Разинә Зайнетдинова
Читайте нас