

Бөгөн - Яҙыусылар союзының сираттағы ултырышы үтте. Иң тәү сиратта уставҡа керетелгән үҙгәрештәр тураһында әйтелде. Яҙыусылар союзының рәйесе Айгиз Ғиззәт улы Баймөхәмәтов ҡабаттан рәйес итеп һайланып, бер тауыштан үтте. Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Фәрит улы Хәбиров та, Рәсәй Яҙыусылар союзының яуаплы сәркәтибе Николай Федор улы Иванов та 2022 йылдан алып союзды етәкләгән Айгиз Ғиззәт улының эше менән ҡәнәғәт булыуҙары хаҡында әйттеләр.
"Союз Рәсәйҙең донъяға күренекле авторҙар һәм сағыу әҫәрҙәр биргән ижади ойошмаларҙың береһе булды һәм булып ҡала. 90 йыл дауамында ул рухи-мәҙәни тормош үҙәгенә, оҫталыҡ мәктәбенә әүерелде. Союз халыҡ-ара хеҙмәттәшлекте үҫтереүҙә әүҙем ҡатнаша. Еңеүҙең 80 йыллығына Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, билдәле ҡаҙаҡ яҙыусыһы Кемель Тоҡаевтың «Билдәһеҙ эҙ» китабының башҡорт телендә баҫылып сығыуы быға сағыу миҫал булып тора. Беҙ китапты уның улына – Ҡаҙағстан Республикаһы Президенты Ҡасым-Жомарт Кемель улы Тоҡаевҡа тапшырҙыҡ», – тип билдәләне республика етәксеһе.
Шулай уҡ, Лариса Хашим ҡыҙы Абдуллинаға Башҡортостандың халыҡ шағиры тигән юғары исем бирелде. Бер төркөм ҡәләм тирбәтеүселәр Яҙыусылар союзына яңы ағза итеп алынды. Әҙәбиәт һәм журналистика өлкәһендә лайыҡлы хеҙмәт итеүселәр бүләкләнде. Улар араһында беҙҙең хеҙмәттәштәребеҙ булыуы икеләтә ҡыуаныслы. "Шоңҡар" журналының яуаплы сәркәтибе Венер Айҙар улы Исхаҡов Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡулынан, өлкән мөхәррир Гөлнур Вил ҡыҙы Ҡыуатова мәҙәниәт министрлығынан һәм бүлек мөхәррире Рәзинә Ғилман ҡыҙы Зәйнетдинова матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығынан маҡтау ҡағыҙҙары алды.