

Хәҙерге башҡорт прозаһында гүзәл заттар ижады айырым бер урын биләй. Шулар араһында Гөлсирә Ғайсарова-Ғиззәтуллинаның ижады үҙенсәлекле булыуы менән айырылып тора. Ул ижады аша уҡыусыһының күңелен имләй. Уның Һәҙиә Дәүләтшинаның тормош һәм ижад юлын сағылдырған "Һәҙиә" романын, ҡатын-ҡыҙҙарҙы бер ваҡытта ла төшөнкөлөккә бирелмәҫкә әйҙәгән "Күбәләккә әйләнеү", "Күңел йорто" повестары, мөхәббәттең тормошта ҙур урын алып тороуын күрһәткән хикәйәләре һәм башҡа повестары һәр ваҡыт үҙ уҡыусыһын таба. Ә М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт драма театры "Яратам тип әйтеп өлгөрмәнем" хикәйәһенә нигеҙләнеп сәхнәләштерелгән хикәйәһе тамашасы күңелендә яулап алды. Унда Совет һалдатының ҡаһарманлығы менән, тылдағы башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының сабырлығына, тоғролоғона һәйкәл ҡуйыла. Быға тиклем Бөйөк Ватан һуғышын сағылдырған әҫәрҙәрҙән айырмалы рәүештә, Германия халҡы икенсе күҙлектән сығып анализлана.
Әҙибә, шулай уҡ, ихласлығы, ябайлығы менән дә һоҡландыра. Хеҙмәтте, тыуған ерен, халҡын яратыуы уны, тағы ла, уҡыусыһы менән яҡынайта.
Фото интернеттан алынды.