Шоңҡар
+22 °С
Ямғыр
Әҙәбиәт һәм ижад
12 Июль 2025, 17:37

Детектив әҫәр уҡырға яратаһығыҙмы?

"Башҡорт әҙәбиәтендә детектив жанр" тигән темаға фекер алышыу булды. 

Детектив әҫәр уҡырға яратаһығыҙмы?Детектив әҫәр уҡырға яратаһығыҙмы?
Детектив әҫәр уҡырға яратаһығыҙмы?

Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар Союзында "Башҡорт әҙәбиәтендә детектив жанр" тигән темаға фекер алышыу булды. Сараны шағирә Тәнзилә Дәүләтбирҙина асты. Ул башҡорт әҙәбиәтендә детектив жанрҙағы әҫәрҙәрҙе барланы. "Был жанрҙа эҙмә-эҙлелек һаҡланырға тейеш", - тип детектив әҫәрҙәр яҙырға теләүселәр өсөн кәңәштәрен бирҙе. Яҙыусы Заһиҙә Мусина детектив әҫәрҙәргә нигеҙләнеп төшөрөлгән ҡыҫҡа клиптар социаль селтәрҙә киң популярлыҡ яулауы хаҡында әйтте. Драматург Наил Ғәйетбай "Йән" әҫәренең яҙылыу тарихын ҡыҫҡаса һөйләне. Яҙыусы Венер Исхаҡов был жанрға темаларҙы тормоштағы хәл-ваҡиғалар үҙе биреүе тураһында миҫалдар килтерҙе.  Детектив әҫәрҙәр яҙған Рәзинә Зәйнетдинова: "Енәйәтсене һүрәтләгәндә уның психологик хәлен асыҡларға кәрәк", - тине.

Һеҙ детектив әҫәрҙәр уҡырға яратаһығыҙмы?

Детектив әҫәр уҡырға яратаһығыҙмы?
Детектив әҫәр уҡырға яратаһығыҙмы?
Автор:Разинә Зайнетдинова
Читайте нас