Шоңҡар
+22 °С
Дождь
Әҙәбиәт һәм ижад
13 Июля 2025, 14:42

Был гүзәл затты таныйһығыҙмы?

Уның яҙмышы башҡорт донъяһында М. Аҡмулла, Ш. Бабич, Мөхәммәтша Буранғолов һымаҡ фажиғәле яҙмышҡа дусар ителгән бөйөк әҙиптәр һәм бөйөк шәхестәр менән бер рәттә тора.

Был гүзәл затты таныйһығыҙмы?Был гүзәл затты таныйһығыҙмы?
Был гүзәл затты таныйһығыҙмы?

Һүрәттә - Һәҙиә Дәүләтшина. Һамар ҡалаһының татар-башҡорт педагогия техникумында уҡыған осоронда. Һамар ҡалаһы, 1921 йыл.

 

Шәхес культы, тоталитар режим осоронда нахаҡҡа хөкөм ителеп, күп йылдар буйы михнәт һәм ғазап сигеп йәшәргә дусар ителеүгә ҡарамаҫтан, үтә ауыр шарттарҙа ул башҡорт әҙәбиәтендә иң яҡшы ҡаҙаныштарыбыҙҙың береһе тип баһаланырҙай аҫыл әҫәр — «Ырғыҙ» романын тамамлай һәм шуның менән ил алдында оло ихтирам яулай. Һәҙиә Дәүләтшина шәхесе һәм таланты башҡорт донъяһында М. Аҡмулла, Ш. Бабич, Мөхәммәтша Буранғолов һымаҡ фажиғәле яҙмышҡа дусар ителгән бөйөк әҙиптәр һәм бөйөк шәхестәр менән бер рәттә тора.

 

Һәҙиә Дәүләтшинаның киң билдәле әҫәрҙәре: «Ырғыҙ» (1942—1952 йй.), «Айбикә» (1930), «Башаҡтар тулҡыны» (1932), «Ялҡынлы йылдар», «Һырға һабағы» (1935), «Мораҙым». 

Һәҙиә Дәүләтшинаның тормош юлы һәм ижады тураһында Гөлсирә Ғиззәтуллина "Һәҙиә" романын яҙа. Төп герой Әҙибәнең образы аша бөйөк башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының яҙмышы сағылыш таба. Романдың сюжет һыҙығында, Һәҙиә - бүләк мәғәнәһендә ҡулланылып, уның кеүек шәхестәр һәр милләткә бүләк ителеп кенә бирелә, тигән фекер һалына.  

Фото интернеттан алынды. 

Был гүзәл затты таныйһығыҙмы?
Был гүзәл затты таныйһығыҙмы?
Автор:Разинә Зайнетдинова
Читайте нас