

– Улым, был ни хәл? Ниндәй айырылышыу ти ул? Атай-әсәйле килеш, ике баланы йәтим итеп ни... – Сәмиғә йәшенә төйөлөп хәбәрен теҙҙе генә. Ярты йыллап МХО-ла йөрөгән улының был ҡыланышы аяҙ көндө йәшен йәшнәүгә тиң ине.
– Әсә-ә-әй... Бәләкәс бала түгелмен бит инде...
– Һәр ваҡыт үҙ башың менән уйлап, эш итеп өйрәнгән улымдың был ҡыланышына аптырағанға әйтәм. Кисә килен: “Әхтәм: “Айырылышайыҡ”, – тип әйтте”, – тигәс, төн йоҡламаным. Шылтыратыуыңды көтөп хәлдән тайҙым. Улым, әйт әле нимә булды һеҙгә? Йәйен теге ҡылығыңдан һуң, арағыҙҙа ниндәйҙер ҡара бесәй үткән, тип уйлап ҡуйған инем. Бушҡа түгел икән...
– Әсәй, һау булып тор йәме. Беҙҙе саҡырталар. – Әхтәм әсәһе менән хушлашыр бөтөр-бөтмәҫтән телефонын һүндерә һалды. Ошондай һөйләшеүҙе алдан көтһә лә, ғәзиз кешеһенең телефондың теге яҡ осонда балауыҙ һығып ултырыуын күҙ алдына килтереүе ауыр ине. – Йә, ярай, бер мин генә ер йөҙөндә айырылышмайым әле, – тип үҙ-үҙен йыуатырға тырышып маташҡанда, яуҙаш ағай йәнен үртәп ҡуйҙы.
– Һауалағы торнаға ышанып, ҡулыңдағы турғайҙы ысҡындырма. Ваҡытында аҡылыңа кил, – тине, блиндажда ҡорал кәрәк-яраҡтарын барлап ултырғанда.
– Һеҙҙән кем аҡыл һораны һуң әле? – тип эстән генә асыулы уйланып ултырған яҡташына ҡарап, Мөхәммәт ағай уның ҡарашынан нимә әйтергә теләгәнен аңлаһа ла, туҡтаманы:
– Тураһын әйткән туғанына ла ярамай. Һин дә эстән генә: “Артыңа өйрәт”, – тип ултырғаныңды белһәм дә, бер башлағас әйтеп бөтәйем. Төлкөнән дә хәйләкәрерәк, йыландан да зәһәрерәк ҡатын-ҡыҙҙар барлығын онотма.
– У-у-уф, тутыйғош кеүек барыһы ла бер нимәне сутылдайсы. Нимә эшләһәм дә үҙем беләм. Ыштанһыҙ малай түгелмен, – тип ауыҙ эсенән мыңғырлап ҡуйыу менән генә сикләнде.
Вахтанан ялға ҡайтҡан сағында мобилизация мәле ине. Яңы ғына эштән ҡайтҡан кешегә тиҙ арала ҡабаттан сығып китергә тура килде. Был юлы билдәһеҙлек упҡынына ауған кеүек тойҙо ул үҙен. Ҡайҙа барырын да, ҡасан ҡайтырын да белмәй. (Ҡайта алһа әле!). Хушлашҡанда һығылып-һығылып илаған кәләше янында ике балаһын ике ҡулына күтәреп тороуы күҙ алдына һуңынан йыш килде. Уларҙы йәлләп эстән һыҙҙы. Ярты йыллап йөрөгәс, үлем менән бер нисә ҡат күҙмә-күҙ осрашҡас, ике аҙнаға ял бирәсәктәре хаҡында әйттеләр. Улы менән ҡыҙын, Гөлназын үлеп һағынған ине ул. Ғаиләһе менән осрашыуҙы, ҡайтыр көнө еткәнсе, мең тапҡыр күҙ алдына килтерҙе. Ҡаршыһына ғына килеп төшкән туп ярсыҡтары теймәйенсә иҫән-һау ҡалыуында, ҡайҙандыр аҙашып килеп сыҡҡан, ҙур ҡәбер ташы ярҙам итте. “Әжәл тырнағынан мине дүрт күҙ менән көткән бер гонаһыҙ бәләкәстәрем, ҡатынымдың һөйөүе, әсәйемдең доғалары һаҡлап алып ҡалғандыр”, – тип уйланы.
Тыуған яғын үлеп һағынған ине ул! Элек уны һаҡлауға, яҡлауға, юҡһыныуға арналған йырҙар ишетһә, шиғыр күреп ҡалһа, буш нәмә тип кенә уйлай ҙа, артыҡ иғтибар бирмәй ине. Үлеш-ҡыйралыш эсендә йөрөгәндә тыуған илдең, кендек ҡаны тамған ерҙең ҡәҙере икеләтә артҡанына төшөндө. Тик бына күңеле ҡатылана бара. Йылдар дауамында Себер һалҡыны йәнен өшөтмәгәнде, бындағы күренештәр тормошҡа ҡарашын аҫтын-өҫкә әйләндерҙе. Йәлләү кеүек тойғолар юҡҡа сыға барғанын да тоя.
Яҡындары ғына түгел, тотош Имәнкәй ауылы халҡы ҙурлап ҡаршы алды. Ни арба, ни сана түгел ваҡыт булыуға ҡарамаҫтан, ауылдың осона уҡ сығып көтөп торғандар. Хатта ауыл клубы хеҙмәткәрҙәре бәләкәс кенә концерт та әҙерләгән. Аҫта шытырлап боҙо киткән Еҙем йылғыһы күпере өҫтөндә бәләкәс кенә бер тамаша булды. Таң ата башлағанда ауылдаштары уларҙан саҡ таралышты. Әминәһе күптән әүен баҙарына киткән ине. Әлфир инде хәҙер ҙур. Ярты төн уҙғансы өлкәндәр ыңғайына йөрөнө лә, атаһының алдына ятып йоҡлап китте. Кәләшенең кеше араһында ҡараштары осрашҡанда серле генә итеп йылмайып ҡуйыуы – донъяһын түңәрәкләне. Меңәр саҡрым алыҫлыҡта ятҡан һуғыш-ҡыйралыш бер мәлгә генә булһа ла, онотолоп ҡалды.
Наҙға һыуһап, ҡатынын һағынып ҡайтҡан ине ул. Гөлназ да күңел йылыһының тамсыһын да ҡалдырмайынса бирҙе. Тик ҡыҫҡа ғына ваҡытҡа ялға ҡайтҡан ирҙе ҡатынының донъя артынан сабыуы оҡшаманы. Йәштәрҙең күбеһе, ауыл ерендә йәшәһәләр ҙә, мал тотоу, баҡса үҫтереү тураһында уйлап та бирмәй. “Ниңә йонсорға? Магазинда йәнең теләгән нәмә бар?” – тиҙәр вайымһыҙ ғына. Әхтәм дә шул уҡ фекерҙә. Себергә эшкә сығып киткәс тә, эре малды бөтөрөү тураһында һүҙ ҡуҙғатҡан ине. “Балаларға химикатһыҙ һөт-ит кәрәк”, – тип Гөлназы яҡын да килмәне. “Ҙурая килә уларҙы ла ҡул араһына керетергә кәрәк. Ялҡау булып үҫмәһендәр”, – тип тә өҫтәп ҡуйҙы.
Хәрби операцияға юлланғас:
– Мал ҡарап хәлдән тайып йөрөмә. Һатып ебәр. Ай һайын аҡса килеп тора. Үҙем йыраҡта булһам да, һеҙҙе матди яҡтан ҡарарға ҡулымдан килә, – тип йыш тылҡып торҙо.
– Йәй буйы әҙерләгән бесән етә. Исмаһам, был ҡышты сығайыҡ. Уңарсы донъялар тынысланып, һин дә ҡайтырһың, – тип Гөлназ йәнә ҡаршы төштө.
Махсус операция ла тамамланманы. Ире лә бөтөнләйгә ҡайтманы. Бөтмөр ҡатын да малын бөтөрөргә уйламаны. Етмәһә, өҫтәп бер быҙау һатып алып ҡуйған. Аҙбарҙа бәләкәс кенә урында ике быҙау йөрөгәнен күргәс, Әхтәм аптырап китте.
– Быйыл һыйырҙың игеҙ быҙауы бармы ни? – тип һораны, ҡатынына һыулы биҙрәләрҙе килтерергә ярҙамлашҡанда.
– Башында аҡ ҡашҡаһы булғаны ҡыш башында уҡ тыуған. Тыуғас та йүнле тәрбиә күрмәгәнгә генә беҙҙекенән бәләкәйерәк күренә.
– Йәлләп алдыңмы ни? – Ир көлөмһөрәп ҡуйҙы. Ҡатынының берәҙәк бесәй балаларын да йәлләп керетеп тәрбиәләгәнен белгәнгә күрә.
– Иш янына ҡуш булһын, тинем. Йылына бер баш һуғымды күпме тартып-һуҙһаң да оҙаҡҡа еткереп булмай. Береһе бөтөүгә, икенсеһен тотонорбоҙ, тим.
– Һуң йәнең теләгән нәмәне хәҙер өйөңә үк килтереп бирәләр бит. Нимә тип үҙеңде йонсотаһың? – тине Әхтәм йәнә аптырап. – Әллә мин ебәреп барған аҡсаның барыһын да тотоноп, алтын-көмөш алып бөттөңмө?
– Юҡсы-ы-ы, – тине Гөлназ был һорауға бөтөнләй баҙап ҡалып. – Бөтөнләй тотонманым тиер инем, балаларҙы Стәрлегә алып барып ҡайтып бер нисә ҡат кейендерергә әҙерәк тотондом. Тиҙ үҫәләр бит, бер миҙгел кейергә лә эшкинмәй. Бәләкәсәйә лә ҡуя.
– Нимәгә тотонмай һаҡлайһың һуң? Үҙеңдән-үҙең йәлләп ни?
– Ай һайын эш хаҡым килеп тора. Ите-майы, йәшелсәһе үҙеңдеке булғас, артыҡ нәмә лә кәрәкмәй. Йыйнаштырып тороп Стәрленәнме, Өфөнәнме балаларға фатир алып ҡуяйыҡмы әллә, тип уйлай инем...
Ҡатынының тотанаҡлығын белә Әхтәм. Донъяны яңғыҙы көйөнә бөтәйтеп тотоуына шатланһа ла, эш тә эш тип йүгереп, үҙенә иғтибар етмәүе иргә оҡшап етмәне.
Бер нисә көндән район үҙәгендә үтәсәк тамашаға ғаиләһе менән саҡырҙылар. Алдан уҡ дәртләнеп унда йыйына башланы Әхтәм. Ҡайтыр алдынан ғына бирелгән хәрби кейемен яңынан ҡарап сыҡты. Сәсен район үҙәгенә барып алдырып килде. Баҙарҙың арҡырыһына-буйына йөрөп үҙенә оҡшаған одекалон эҙләне. Сара булыр көндө, үҙе яһанып, сынъяһау итеп кейенгән балалары менән, донъяһын теүәлләп тегеләй-былай йүгергеләгән ҡатынын байтаҡ ҡына көтөп ултырырға тура килде. Сәсен йыйнаҡ ҡына итеп йыйып ҡуйып, бер нисә йыл элек алынған ойпаҫлана башлаған күлдәген кейгән, ҡулынан, йыуһа ла, йорт ҡаҙҙары өсөн ҡатҡан икмәк менән фуражды бутағандан ҡалған еҫ аңҡып торған ҡатынына күҙ йүгертеп сыҡты ла:
– Бар әле, өйгә кереп сыҡ. Балаларҙың кейемен үтекләгәндән һуң, үтекте һүндерҙемме икән, – тине.
Гөлназ артынан ҡапҡа ябылыу менән, балаларын тиҙ генә машинаға ултыртты ла, газға баҫты. Ҡатыны сыҡҡанда, арттарынан саң ғына борҡоп ҡалған ине. Ҡасып барған кешеләй, тимер атын ҡыуҙы ғына. Былай ҙа таштан ғына торған, саҡыр-соҡорло юлдан тау өҫтөнә үрләгәндә ҡаршыларына килгән техника бер-бер артлы бипелдәтә башлағас, саҡ аңына килгәндәй булды Әхтәм. Кире боролоп Гөлназды алырға ла уйлаған ине. Эстән нимәлер тотто. Үҙ-үҙе менән айҡаша-айҡаша район үҙәгенә барып еттеләр. Намыҫы хәләл ҡатыны менән улай ҡыйланырға ярамағанын аңлатырға теләһә, мин-минлеге үҙен тәрбиәләргә ваҡыт тапмаған хәләле менән кеше араһында йөрөргә оялды.
Саҡырылған урынға барып етеүҙәренә байтаҡ ҡына халыҡ йыйылған ине. Ауыл хакимиәте лә бар. Балаларын етәкләп яңғыҙы йөрөгән яугирҙы күреү менән:
– Килен ҡайҙа? – тип һораны. – Һин ҡайтҡан ваҡытта отпуск бирергә тейештәр ине бит уға...
– Ауырып тора... – тип ауыҙ эсенән генә мыңғырлап торған атаһының һөйләнеүенә иғтибар ҙа итмәй, Әлфир:
– Ә беҙ әсәйемдән ҡасып киттек, үәт, – тип, балалыҡ бер ҡатлығы менән, дөрөҫөн әйтеп тә ҡуйҙы.
– Улай икән, – тигән булды ауыл башлығы. – Был яугир артыҡ ҡупырынып киткән бит. Балалы өйҙә бур ятмаҫ, тигәндәре дөрөҫ икән, – тип эстән генә уйланы.
Сараның беренсе рәсми өлөшөнән һуң, уйын-көлкө, йыр-бейеүҙе өҫтәл артынан күҙәттеләр. Дүрт кешегә әҙерләнгән бәләкәй генә түңәрәк өҫтәлгә Әхтәм ике балаһы менән урын алды. Район һәүәҫкәрҙәре менән Өфөнән саҡырылған әртистәр ҙә бер рәттән сығыш яһаны. Бер мәл талғын көй ҡуйҙылар. Кәләштәре менән килгән яугирҙар парлашып бейеүгә төштө. Баянан бирле күтәренке кәйефтә йөрөгән иргә беренсе тапҡыр яманһыу булып китте. Тик күңелһеҙләнеп оҙаҡ ултырырға тура килмәне. Алдан муйынынан алып аяғына тиклем ҡапланған, әммә арҡаһынан биленә тиклеп ап-асыҡ күлдәк кейгән утыҙ йәштәрҙәге һылыуҡай бейеүгә саҡырҙы. Бындай тәҡдимде көтмәгән ир башта баҙап ҡалды.
– Аҡ бейеү тәҡдим итмәһәләр ҙә, һеҙҙе саҡырам. Беҙҙең геройҙар моңайып ултырырға тейеш түгел, – тип наҙлы ғына йылмайып, таныш түгел ҡатын, ҡулдарын Әхтәмгә һуҙҙы.
– Герой?.. – Әхтәм уңайһыҙланғандай итте. – Ниндәй герой ти инде мин?..
– Герой инде. Ил тыныслығын һаҡлап йөрөгән йөрөгән кешене тағы нисек атайһың? Әйҙәгеҙ, бейергә. Тиҙерәк төшәйек. Көй тамамланырға оҙаҡ ҡалманы.
Бер нисә тапҡыр өйрөлөүҙәренә, ысынлап, көй ҙә тамамланды. Уҡлау йотҡандай төп-төҙ арҡалы, оҙон һары сәстәрен бөҙрәләтеп төшөргән, үҙенән тәмле хушбуй еҫе бер нисә метр йыраҡлыҡтан аңҡып торған гүзәл заттан тиҙ генә айырылырға теләмәне Әхтәм. Гөлназ өсөн ҡалдырылған буш урынға саҡырҙы. Нәркәс өҫтәл артына килеп ултырыу менән балалар һорау артынан һорау яуҙыра башланы.
– Апай, ә һеҙҙең ирегеҙ, балаларығыҙ ҡайҙа? – тип һораны Әлфир.
– Мин бында яңғыҙым ғына. Концертҡа саҡырҙылар.
– Һеҙ йырсымы, әллә бейеүсеме? – Ололарса фекер йөрөттө Әлфир.
– Элек бейеүсе инем. Бында дуҫтарыма ғына эйәреп килдем.
– Апай, һеҙ Шүрәлеме? – Ят апайҙы энә күҙәүенән үткәреп ултырған Әминә пырхылдап көлөп ебәрҙе.
– Әминә... – Атаһының асыулы ҡарашын күреп, ауыҙын ҡапланы.
– Уй...
– Ниңә һылыуым? Мине – Нәркәс, тиҙәр. – Нәркәс ҡыҙсыҡтың һүҙҙәренә әһәмиәт бирмәҫкә тырышты.
– Өләсәйем һөйләгән әкиәттәрҙә Шүрәленең тырнаҡтары оҙон була, тиелгән ине.
– Оло апайҙар шулай үҫтереп буяйҙар ул, аҡыллым. – Асыуынан ике яҡ бите гөлт итеп ҡалһа ла, тышҡа сығарманы. Үҙен ҡулға алып өлгөрҙө.
– Һеҙ бейеүсеме ни? Ҡайҙалыр күргән һымаҡ булам шул, – тип Әхтәм һүҙгә ҡыҫылды.
– Эйе. Элек ансамблдә бейенем. Репетиция ваҡытында аяғымды һындырҙым. Һуңынан сәхнәгә сыға алманым.
– Телевизорҙан ниндәйҙер тапшырыу алып барғанығыҙҙы ла иҫләйем... – Үҙе янында ниндәй текә ҡошсоҡ ултырыуына һаман да ышана алмаған Әхтәм Нәркәс тураһында күберәк белергә теләне.
– О-о-о, һеҙ минең фанат икән дәһә! – Таяҡсанан һут эсеп ултырған Нәркәс шарҡылдап көлөп ебәрҙе.
– Ну-у-у, һеҙҙең кеүек матурҡайҙар бер күреүҙән иҫтә ҡалыусан...
– Хи-хи-хи... Оялтмағыҙ әле-е-е...
– Матурлыҡ өсөн оялмайҙар инде...
Яңы ғына танышҡан апайға матур һүҙҙәр һөйләп ултырған атаһына асыуы килеп ултырған Әлфир түҙмәне.
– Атай, әйҙә, ҡайтайыҡ. Ана, Әминә арыны. Хәҙер йоҡоһо килеп мыжый башлаясаҡ, – тип уны был апай янынан тиҙерәк алып китергә теләне.
– Һуң әле бигерәк иртә бит әле...
– Юлда йөрөгәндә тиҙ арый ул. Әйҙә, ҡайтайыҡ. – Әлфир ай-вайына ҡарамайынса ныҡышты.
– Ярай, һуң әтеү... – Әхтәм теләр-теләмәҫ кенә урынынан ҡуҙғала башланы. – Нәркәс һылыу, һеҙҙең менән танышыуыма шатмын. Телефон номерығыҙҙы бирһәгеҙ, артабан аралашып торор инек...
– Бирегеҙ телефонығыҙҙы. Үҙем яҙам...
Тәү тапҡыр ғашиҡ булғандай итеп хис итте үҙен Әхтәм. Йөрәге урынынан ҡубып дарҫлап тибергә кереште. Яңы танышының номерын телефонынан асып ҡараны. “Нәркәсик” тигән яҙыуҙы күргәс, ауыҙы йырылды. Атаһындағы үҙгәрештәрҙе төшөнөп үк етмәһә лә, был танышыуҙан яҡшы нәмә көтөп булмағанлығын, кескәй генә йөрәге менән тойҙо Әлфир.
Елкенеп йөрөп ҡайтҡан Әхтәм, ҡатынынан ҡасып киткәне өсөн, үҙен ғәйепле тип һанаманы. Эстән ныҡ үпкәләһә лә, Гөлназ да артыҡ һүҙ ҡуйыртып торманы. Бер ни булмағандай балаларын тәрбиәләп йоҡларға һалды. Ир менән ҡатын өнһөҙ-тынһыҙ ғына урын йәйеп яттылар.
Уның ҡарауы, ялға ҡайтҡан һалдатҡа, әсәһе алдында яуап бирергә тура килде. Гөлназ улын мәктәпкә, ҡыҙын балалар баҡсаһына алып китеү менән килеп тә керҙе. Күрәһең, килененең сығып китеүен аңдып ҡына торған.
– Кисәге ҡылығың нимәне аңлата ул? – тине, улына асыулы ҡарап торған әсә, ике ҡулын бөйөрөнә таянып.
– Нимә булған? – Әхтәм белмәмешкә һалышты.
– Башыңды иҫәргә һалма. Киленһеҙ генә күңел асып йөрөүеңде әйтәм!
– Уныһын ҡайһы арала белеп өлгөрҙөң?
–Урам-тирәгеҙҙе ҡараштырайым тип килһәм, тәҙрәгеҙҙән ут янғаны күренә. Неужели, былар һүндерергә онотҡан тип, аптырап киләм. Уңарсы ҡаршыға килен килеп тә сыҡты. “Ҡәйнәм, мин барып торманым”, – тигән була. Илағаны күренеп тора. Нимә булды? Нишләп бергә барманығыҙ?
– Эш тип сабып ҡараһына ҡатып йөрөгән ҡатын менән барғым килмәне! – Урынынан ҡапыл һикереп торған Әхтәм ҡабаланып кейенә башланы. – Дөрөҫөн белгең килә ине. Бына белдең! Күңелең булдымы инде?
– Булдырырмын әле мин һине! Ҡараһына ҡатҡан, имеш! Үҙең ҡасан хан булаһына әйләнеп киттең?
– Әсәй, һинең балаң мин ул. – Килененә бер һүҙ тейҙермәй яҡлашып торған әсәһенә ҡарап Әхтәм көлөп ебәрҙе. – Ғәҙәттә, кеше үҙ балаһын яҡлай...
– Ғәйепһеҙ булһаң, һине яҡлар инем. Ә былай аҡты ҡара, ҡараны аҡ, тип күҙ буяй алмайым. Килен ҡайтҡас та ғәфү үтенергә онотма! – Сәмиғә нисек килеп керһә, шулай ҡырт боролоп сығып китте.
Һуңғы ваҡытта үҙенә ҡарата булған артыҡ иғтибарҙан, ҙурлауҙан танауы күккә сөйөлөп киткән Әхтәм ҡатыны янында үҙен ғәйепле тойманы. Ғәфү үтенеү тураһында уйлап та бирмәне. Гөрләп торған йортта тынлыҡ урынлашты. Телефон ҡосаҡлап диванда аунарға яратҡан ғаилә башлығы күберәк Нәркәс тураһында ҡыҙыҡһынды, уның менән яҙышты. Гөлназ өнһөҙ генә ирен ҡабаттан юлға әҙерләне. Аталары янына балалары килһә лә: “Аҙаҡ”, “Кит әле”, – тип тороуынан, Әхтәмдең икенсе берәү менән сыуала башлағанын аңланы.