

Бара биргәс, башы зыңҡып ауыртыуға түҙә алмайынса, нишләргә лә белмәйенсә яфаланды. Иптәштәре һыҙланыуҙы баҫа торған дарыу биргәс кенә, күҙе асылғандай итте. Ҡоралланыр алдынан медицина тикшеренеүе уҙғарҙылар. Бер нисә сәғәттән хәрби табип Әхтәмде үҙе янына саҡырҙы.
– Йоҡоһоҙлоҡтан ҡасандан интегәһегеҙ? – тип һораны.
– Аллаға шөкөр, ундай проблема булғаны юҡ. Әлбиттә, алғы һыҙыҡта йөрөй башлағас, һаташып йонсоном. Әммә яйы сыҡҡан һайын әүен баҙарына китәм...
– Тик һеҙҙең ҡанда ҙур күләмдә йоҡо, психотроп дарыу эҙемтәләре барлығы асыҡланды...
– Әлләсе...
– Тимәк, кемдер һеҙҙең тыныслығығыҙ тураһында борсолған.
– Булыуы мөмкин түгел. – Әхтәм яурындарын һикертте. – Туҡтағыҙ әле... Уларҙы сәйгә, башҡа төрлө эсемлеккә ҡушһалар, тәме һиҙеләме?
– Юҡ. Спиртлы эсемлеккә ҡушылһа, уның әсеһе былай ҙа еңә...
– Зыяны ҙурмы? – Әхтәмдең күҙ алдына ҡаплап-ҡаплап тулып ятҡан Нәркәстең дарыуҙары килде.
– Ҡайҙа ауыртып тора, шунда тиҙерәк бәрә. Былай йөрәк, ашҡаҙан, бауыр кеүек ағзаларға башта көс төшә. Кеше үҙен томан эсендә йөрөй башлаған кеүек итеп тоя.
– Аңлашылды...
– Организмды таҙартыу өсөн система ҡуяйыҡ. Ҡунаҡҡа бармайһығыҙ бит...
Ысынлап та, яу ҡыры – ҡунаҡ түгел. Унда ҡолас йәйеп йәҙрә генә шыжлап ҡаршы ала. Ир-егеттәрҙән физик көс менән бергә һине таҫыллыҡҡа, сабырлыҡҡа ла һынап ҡарай көрәш майҙаны. Көнөнә унар саҡрым йәйгә барғанда ун – ун биш килограмм аҙыҡ-түлеген, ҡорал кәрәк-ярағын күтәрергә кәрәк. Һөжүм ваҡытында боҫоп, үрмәләп, шыуышып алға ла барырға, дошманыңа ҡарсығалай ташланыу талап ителә. Башына һуҡҡандай, аңҡы-тиңке булып, алғы һыҙыҡҡа юл тотҡан Әхтәм хәрби алыштың мәжлес урыны түгел икәнен үҙе лә яҡшы белә. Тәү ҡарашҡа талдан нәҙек, зифа буйлы, иғтибарлы, нескә күңелле, уңышлы Нәркәстең был ҡыланышын, ниндәй маҡсатта үҙенә йоҡо дарыуын эсереүен аңлай алманы. Етмәһә, уның ялға ҡайтыуы тураһында туғандары белеп ҡалғандар.
– Бер буш ҡыуыҡ, һине тилмереп көткән балаларыңдан, йөклө ҡатыныңдан, ата-әсәйеңдән, нимәһе менән артыҡ? – тип иланы әсәһе.
– Мине, зинһар өсөн, кисерегеҙ инде, – тине Әхтәм. Был юлы ғәйебен танып. – Балалар менән һине Өфөгә саҡырырмын тигән инем дә. Килеп сыҡманы...
– Тормошоңда беҙгә бөтөнләй урын ҡалмаған икән шул, улым, – тине әсәһе тыныслана төшөп.
– Ә Гөлназ абортҡа барманымы ни?
– Ә нишләп ул абортҡа барырға тейеш әле?!. Ул бала атаһына кәрәкмәһә лә, бынамын тигән әсәһе, үҙенең тыуыуын дүрт күҙ менән көтөп торған ағаһы менән апаһы, беҙ бар ҙа баһа! Аслыҡ ваҡыты түгел. Аяҡҡа баҫтырырбыҙ, ғүмеребеҙ булһа!
– Әсәй, һау бул йәме! – Әхтәмдең тамағына төйөр тығылды.
Нәркәс тураһында сер көтмәгәндә асылды. Беренсе һыҙыҡтан бер нисә көнгә ялға, тынысыраҡ урынға сығырға, тинеләр. Төрлө яҡлап һалдаттар йыйыла башланы.
– Беҙ хәрби заданиеларҙы бер-беребеҙгә башҡорт телендә бирәбеҙ, – тине, оҙон буйлы ҡарасман ғына егет.
– Гитлер менән алышҡанда ла, Миңлеғәле Шайморатов батальонында йөрөгәндәр бер-береһе менән элемтә аша башҡорт телендә аралашып немецтарҙың танауына сирткән бит.
– Ялға ҡайтҡанда мәктәпкә саҡырҙылар. Уҡыусыларға мин лә шул турала һөйләнем. “Туған телегеҙҙе өйрәнегеҙ”, – тинем, – тип өсөнсөһө, оло ғына йәштәрҙәге бер ағай һүҙгә ҡушылды. – Ир-егет өсөн физик әҙерлек тә кәрәк икәнлеген аңлаттым. Хәҙерге балалар йыбытҡы ғына бит. Беҙгә алмашҡа илһөйәр, тыуған илен һаҡларлыҡ көслө, үҙ-үҙенә ышанған көслө заттар үҫергә тейеш...
Туған телендә ауыҙ тултырып һөйләшкәндәрен тыңлап ултырған Әхтәм бер мәлгә генә булһа ла, тыуған яғына әйләнеп ҡайтҡандай итеп тойҙо үҙен. Шул ваҡыт:
– Һаумы, еҙнә! – тип берәүҙең яурынына ҡулын һалыуға терт итеп ҡалды.
– Еҙнә?.. – Әхтәм таныш түгел егеткә аптырап боролоп ҡараны. – Хәйерле көн!
– Һеҙҙе беҙҙең ауыл ҡыҙы Нәркәс менән ҡауышҡан, тинеләр бит. Шулай булғас, еҙнә инде. – Егет мут ҡына йылмайып ҡуйҙы.
– Ҡауышҡан тип ни... – Теге юлы йоҡо дарыуы тураһында, система алып сыҡҡас, Нәркәскә шылтыратып һорашҡан ине. “Көн дә туҡтамай эскәнгә, мин ғәйеплелер шул. Ялға ҡайтҡан, имеш, берәү. Һыйыр кеүек эсмәгән көнөң булдымы һинең?”, – тип Әхтәмдең үҙен битәрләп ҡуйҙы. Шунан бирле йүнләп һөйләшкәндәре лә юҡ тиерлек. Нисектер ҡапыл биҙҙе лә ҡуйҙы унан Әхтәм. Үтә ҡыҙыл тиҙ уңа, тип әсәһе элек дөрөҫ әйткән икән.
– Нәркәс ауылға йыш ҡайтамы? – тип һорашҡан булды, үҙен еҙнәләп торған егеткә. Ауыҙына йөҙөк ҡапҡандай, шым тороуы ла уңайһыҙ ине уға.
– Ҡайҙан? Ундай аҡһөйәктәр ауылда нишләһен? – тип көлөмһөрәп ҡуйҙы Әхтәмдең “ҡәйнеше”.
– Ну, бейеүсе кешенең ҡайтып йөрөргә ваҡыты ла юҡтыр инде...
– Бейеүсе тип, бер нисә йыл ғына ансамблдә йөрөнө бит ул. Айырым бейеүҙәре лә булманы шикелле...
– Репетиция ваҡытында йәрәхәтләнгәс, карьераһы иртә тамамланған шул. – Әхтәм белдекле ҡиәфәттә көрһөнөп ҡуйҙы.
– Ниндәй репетиция? – Һалдат шарҡылдап көлөп ебәрҙе. – Һөйәркәһе менән икеһен ҡатыны тотҡас, икенсе ҡаттан һикереп аяғын һындыра бит ул. Һуңынан төнгө клубта эшен дауам иткәнен, ауылдаш егеттәр күреп ҡалған...
– Нимә? – Әхтәм дөрөҫөн һөйләйме был тип, яңы танышына аптырап ҡараны.
– Ну, һеҙгә уныһын әйтеп тормай инде.
Һүҙ шунда өҙөлдө. Башҡортостандан гуманитар ярҙам килеүе, ҡайһы беренә исемләп ебәрелеүе хаҡында әйттеләр. Улар араһында Әхтәм дә бар ине. Төргәкте асҡас, күҙҙәренән хатта йәш бәреп сыҡты. Һарыҡ йөнөнән бәйләнгән башалтай, кипкән ҡаҙ, кипкән ҡорот, ҡаҙылыҡ һалынған ине. Иң өҫтә Әлфире яҙған хат ята. “Атайым! Беҙ һине һағынып көтәбеҙ! Әсәйем: “Тиҙҙән йәнә һеңлең, йә ҡустың буласаҡ”, – ти. Әминә менән исем һайлайбыҙ. Ул үҙе ҡараған әкиәт геройҙарының исемдәрен атай. Мин башҡорт телендә матур, мәғәнәле исем булырға тейеш, тип уйлайым. Һеңлем һине һағынып йыш ҡына илап ала. “Элек бит атайым улай оҙаҡҡа китмәй, ситтә саҡта көнөнә ике-өс тапҡыр шылтыратып беҙҙең хәлде белә, ҡасан ҡайтырын әйтә ине”, – ти. Уға ҡушылып әсәйем дә балауыҙ һығып ала. “Атайым бит беҙҙе һаҡлай, шуға шылтырата ла, элеккесә тиҙ генә әйләнеп тә ҡалмай”, – тип йыуатам. Атый, һин тиҙерәк ҡайт йәме. Беҙ һине һағындыҡ”, – тиелгән ине унда.
“Тимәк, был әйберҙәрҙе Гөлназ ебәргән. Минән кемгә киткән, аҡсаһын ебәргән кешеһе ебәрһен, тип тә тормаған. Ҡаҙ киптереп, ҡаҙылыҡ тултырып алдан әҙерләнгән, хәстәрлек күргән,” – тип эстән генә һыҙылып уйланып алды хатты уҡығас. Шау-гөр килеп үҙҙәренә ебәрелгән күстәнәстәр менән бер-береһен һыйлаған яуҙаштары янына йүнәлде Әхтәм.
– Оһо, ысын башҡорттоң милли аш-һыуын тултырып ебәргәндәр бит һеҙгә, еҙнә! – тип баяғы һалдат уйынлы-ысынлы шаяртып ҡаршы алды.
– Еҙнә тип әйтмәсе миңә. Әхтәм мин. – Әхтәм танышырға теләген белдереп ҡулын һуҙҙы.
– Мин – Самат, – тине ҡулын биреп. – Үпкәләтһәм, ғәфү ит...
– Юҡ, шаяртыуҙы ғына аңлайым инде. Әйҙә, үҙең әйтмешләй, башҡорт милли аштарынан ауыҙ ит...
– Ммм... Тәмлекәй... – Бәләкәс кенә итеп теленгән ҡаҙ итен ауыҙына ҡапҡан Самат ләззәтләнеп китеп, күҙҙәрен йомдо. – Әсәйең ебәргәнме?
– Юҡ, ҡатыным.
– Ҡатынығыҙ? – Саматтың күҙҙәре маңлайына менде.
– Эйе. Ҡатыным. Һин: “Еҙнә!” тиһәң дә, минең никахлы, ун йылдан артыҡ бергә йәшәгән, ике баламды ҡарап үҫтергән, хәләл ҡатыным да бар.
– Улай икән...
– Нәркәс тураһында нимәләр беләһең?
– Беләһең, тип ней... Ауылға һирәк ҡайтты инде. Тик ауыл хакимиәтендә водитель булып эшләгәс, уның тураһында бер ни тиклем ишетергә тура килде.
– Ситтәге кеше хаҡында нимә һөйләйҙәр һуң ул тиклем? – Әхтәм яңы танышына сәйерһенеп ҡарап ҡуйҙы.
– Хәҙер эшләмәй генә байырға теләүселәр күп бит. Нәркәс тә шулар араһында. Эшҡыуарлыҡҡа тотонған. Үҙ артынан кеше йыя ла, улар һалған аҡсаның процентынан рәхәтләнеп типтереп йәшәп ятырға уйлаған. Дүрт йөҙ мең һум кредит алған. Әлбиттә, бер ерҙә лә эшләмәгән кешегә, ҙур процент менән биргәндәр. Шунда теркәлер өсөн. Түләй алмағас, банктан беҙгә, пропискаһы буйынса торған еренә, шылтыраттылар.
– Һы... – Әхтәм башын сайҡап ҡуйҙы.
– Үҙ ауына, етмәһә, бер нисә ауылдаш ҡатын-ҡыҙҙы ла эләктереп өлгөргән. Былары ла кредитҡа батҡандар. Әммә көтөлгән аҡсалы, матур тормош тағы хыялда ғына ҡала. Былар тамам ярыҡ ялғаш янында ултырып ҡалғандарын аңлағас, илаулап әсәләренә баралар. Пенсия йәшендәге әбей менән бабай нимә тиһендәр инде. Ҡыҙҙарының йүнһеҙлеге баштарына етеп тә ҡуйҙы. Үткән йылы бер-бер артлы гүр эйәһе булдылар...
Әсәһенең башта уҡ Нәркәсте буш ҡыуыҡ менән сағыштырыуы бушҡа булмаған икән, тип уйлап ҡуйҙы Әхтәм эстән генә. Мөхәммәт ағаһының: “Һауалағы торнаға ышанып, ҡулыңдағы турғайҙы ысҡындырма!” – тиеүе һуң! Тик Гөлназды турғай тип әйтеп булмай. Икенсе яртыһына ғүмере буйы тоғро ҡала белгән аҡҡош! Ә Әхтәм үҙен ялтырауыҡҡа ҡыҙығып йөрөгән һайыҫҡан итеп тоя. Йә балаларын ташлап киткән кәкүк. Мөхәммәт яҡташына ауыл йыуасаһынан ауыҙ иттергәндә:
– Киленең ебәргән күстәнәстән рәхим ит, ағай! – тине.
– Ҡайһыһы тип һорашып та тормайым, – тип мыйыҡ аҫтынан ғына йылмайып ҡуйҙы. – Рәхмәт әйтергә онотма!
Был турала Әхтәм дә уйлаған ине, әлбиттә. Тик ярты йылдан ашыу сәләм дә бирмәгән кеше өсөн башлап тәүге аҙым яһауы ауыр ине. Шулай ҙа, мин-минлеген еңә алды: “Күстәнәстәреңде алдым. Рәхмәт!” – тип смс-хат яҙҙы. “Иҫән-һау йөрө!” – тигән яуап оҙаҡ көттөрмәне.
Һуғыш – уйын түгел. “Үлем сәғәте ҡасан һуғырын белеп булмай. Гөлназға шылтыратып кисереүен һорарға кәрәк”, – тип тип уйлап йөрөгәндә, ҡаты бәрелешкә эләктеләр. Бер мәл ҡайҙандыр йәнә ҡәбер ташы хасил булды. Ыңғайына күктән парлап сәңгелдәк төштө. Шул арала уң яҡ балтырын нимәлер яндырып алды ла, аңын юғалтты. “Йә бирешмә. Хәҙер ярҙам килеп етә. Һиңә әле бәпесеңде күрергә, балаларыңды аяҡҡа баҫтырырға кәрәк”, – тип янында һөйләнгән Мөхәммәт ағайҙың күләгәһен генә иҫләп ҡала. Уянғанда аяғын өҫкә күтәреп гер аҫып ҡуйғандар ине.
– Аяҡ һөйәгеңде тишеп, гер аҫып ҡуйырға тура килде. Һынған һөйәктәрең дөрөҫ, төҙ булып ялғанһың өсөн. Ҡан күп юғалтҡанһың. Балтыр ите илле процент самаһы өҫөлөп төшкән. Нисек төҙәлеүең һеҙҙең организмға бәйле, – тине табип.
– Төҙәлмәһә? Төҙәлмәһә, нимә була? – Әхтәмдең күңелен ҡурҡыу биләп алды.
– Гангрена китһә, һул аяғыңды төбөнән тиерлек ҡырҡырға тура киләсәк.
– Үлһәм үләм, әммә аяғымды ҡырҡырға рөхсәт итмәйәсәкмен! Ишетәһегеҙме, рөхсәт итмәйәсәкмен! – Әхтәм асырғанып ҡысҡырып ебәргәнен һиҙмәй ҙә ҡалды.
– Тынысланығыҙ, һалдат! Ут эсенән тере ҡалыуығыҙ үҙе бер мөғжизә!
Ул көндө Әхтәмгә тынысландыра торған укол һалып йоҡлаттылар. Тән температураһы һаман күтәрелде. Был аяҡтың йәрәхәтләнгән урыны серей башлауын, тиҙ арала сараһын күрмәгәндә, ҡанға таралыу хәүефлеге бар икәнлеген Әхтәм үҙе лә аңлай. Күҙен йомдомы һаташа башлай. Ҡәбер ташы хәҙер яҡында ғына, ҡул һуҙымы ерҙә генә күренә. Бер нисә рәт ундағы фотола Әхтәм үҙе икәнен дә шәйләп ҡалды. Уяна алмай аҙапланһа, арттараҡ, Мөхәммәт ағай хасил була ла: “Бирешмә. Ныҡ бул!” – тип ҡысҡыра. Үҙе ыңғайына ултырып намаҙ уҡый башлай. Уянып, үҙенең хәле иҫенә төшкәс, ҡото осоп аяҡтарына ҡарай. Үҙен йоҡлатып, аяғын ҡырҡып ҡуйманылармы икән, тип ҡурҡа.
Аҙна самаһы шулай уттай янды, һаташты, өнө менән төшө, көнө менән төнө буталды. Бер мәл арҡаһынан һалҡын тир бәреп сыҡҡанын тоя башланы. Тән температураһын үлсәгән шәфҡәт туташы ла:
– Ауырыу артҡа сигенергә уйлай. Молодец, һалдат! – тине.
Үҙенә хәл инә башлағанын Әхтәм дә һиҙә. Аңына ныҡлап килгәс, яҡындарына үҙенең хәлен, ҡайҙалығын белдермәүе иҫенә төштө. Телефон һорап алды.
– Улым, һинең тауышыңды ишетер көн дә бар икән дә! – тип илап ебәрҙе әсәһе.
– Илама, әсәй, аяҡтағы аҫыулы торған герҙе алһалар, ҡайтырмын, – тип вәғәҙә бирҙе Әхтәм.
– Уй, онотоп торам бит! Өсөнсөгә-дүртнесегә атай булыуың менән ҡотлайым!
– Нисек инде өсөнсөгә-дүртенсегә?!.
– Килен бит һине йәнә бер малай менән ҡыҙға байытты! Беләһеңме, улар бит һин яраланған көндө тыуҙылар...
– Һы... – Әхтәмдең күҙ алдына ҡәбер ташы менән күктән төшөп барған парлы сәңгелдәк хасил булды.
– Шул көндән һин бәйләнешкә инмәй башлағас, Аллаһы Тәғәлә уларҙы беҙгә биреп, һине алдымы тип, ҡотобоҙ осто. Ике көн үткәс кенә, һинең менән бергә йөрөгән Мөхәммәт ағайың шылтыратты.
– Бер-беребеҙ менән бер-бер хәл була ҡалһа тип, туғандарҙың телефон номерҙарын яҙып алған инек шул...
– Тик ҡайҙа, ҡайһы госпиталгә ебәрелеүеңде ул да белмәне. Әхтәмгә арнап ҡорбан сағылығыҙ, тип кәңәш итте.
– Юҡҡа ғына беҙ уны “Фәрештә” исеме менән атап йөрөтмәгәнбеҙ икән шул... – Әхтәм үҙе менән ошо ваҡыт арауығында булып үткән ваҡиғаларҙы, хәл-торошон әсәһенә бәйән итте.
– Күҙеңә салынып ҡалған, төшөңә кергән ҡәбер ташы – ул һинең әжәлең яҡында ғына йөрөүен аңғартып торғандыр, улым. Бары тик яныңда йөрөгән иманлы Мөхәммәт ағайың, ҡатыныңдың эскерһеҙ саф һөйөүе, балаларыңдың тындары менән тартып алырҙай булып көтөүҙәре һине бәлә-ҡазаларҙан аралап ҡалғандыр...
– Их, барыһын да шулай көтһөндәр ине лә! Юғалтыуҙар, рухи яҡтан тиҙерәк һынып әжәлен яҡынайтыуға үҙҙәре үк сәбәпсе булған һалдаттарҙың һаны әҙәйер ине....
– Улым, һин киленгә шылтырат инде, – тине әсәһе хушлашҡанда. – Бахыр ғына күпме ут йотоп йәшәне бит ул...
Ҡатынының күҙенә тура ҡарап кисереүен һорарға ҡарар итте Әхтәм. Тотто ла видео аша шылтыратты.
– Һаумы, Гөлназ, – тине Әхтәм, хәләленең күҙенә тура ҡарарға тырышып.
– Тс-с-с, – Бармағын ауыҙына ҡуйып тауышланмаҫҡа ҡуштылар теге яҡта. – Тегеләрҙе саҡ йоҡлаттым, – тине икенсе бүлмәгә сыҡҡан Гөлназ.
– Хәлегеҙ нисек һуң? Икәүҙе имеҙергә һөтөң етәме?
– Етәсе... – Ҡатыны оялсан ғына йылмайып ҡуйҙы. – Яйлап үҫәбеҙ инде...
– Минең елтәкәйлегем өсөн кисерә күр инде йәме. Иҫәрлегем өсөн үкенеп бөтә алмайым. Шул ваҡытта отпускыға ҡайтып тормаһам, бәлки, яҡшыраҡ та булғандыр инде...
– Уның ҡарауы бер юлы ике бәпескә байыныҡ. – Гөлназ ауыҙын ҡаплап көлөп ебәрҙе.
– Эйе... Һинең түҙемлегеңде, сабырлығыңды, тоғролоғоңдо иҫбатлаусылар улар.
– Һалдат мөхәббәтенең емештәре тиң...