Шоңҡар
+24 °С
Ямғыр
Әҙәбиәт һәм ижад
7 Август 2025, 05:26

Портрет Повесть Риф Йөҙлөкбай (1)

Портреттарҙың ҡасан һәм кемде һүрәтләгәнен ҡарап ултырғанда башҡорт милли кейемдәге ҡыҙ портреты алдында туҡтап ҡалды. Ни өсөн был портретҡа иғтибарын бирҙе әле? Быға тиклем дә күргәне бар ине, айырым иғтибар бирмәй торғайны.

Портрет Повесть Риф Йөҙлөкбай (1)Портрет Повесть Риф Йөҙлөкбай (1)
Портрет Повесть Риф Йөҙлөкбай (1)

Риф Йөҙлөкбай

Портрет

Повесть

Сабит ял көндәрендә оҫтаханаһына килергә тырыша. Был уның ғәҙәтенә ингән тиһәң дә була. Килеү менән эшкә керешә йә башлаған картинаһын тамамлап ҡуя, бер ҙә булмаһа, яңыларына эскиздар һыҙыу менән шөғөлләнә. Ял көнөндә ул ирекле. Уға бер кем дә эш ҡушмай, эш һорамай.

Районға күсеп килеп эш башлағанда оҫтаханаһы бәләкәй генә бүлмәнән ғибәрәт ине. Ҙур плакаттар яҙыу мөмкин булмағанлыҡтан, ундайҙарҙы сәхнәлә башҡарырға тура килде. Иркенләп китеп унда картиналар ҙа яҙа алманы. Подвалдың буш торғанын, унда юҡ-бар әйбер тултырылып ҡуйғанын белеп, район етәксеһенә ғариза тотоп инде. Оҫтахана өсөн шул подвалды һораны. Плакаттарҙы ла шунда эшләр инем, тине. Район етәксеһе тиҙ генә бирергә ашыҡманы.

– Мәҙәниәт бүлеге менән һөйләшергә кәрәк,  – тип кире борҙо. Бер нисә мәртәбә ғариза тотоп инергә тура килде уға. Яңы тормош, бөтә нәмә аҡсаға ҡоролған осор башланған ваҡыт. Рәссамдарҙың ҡәҙере юҡ. Сабит әмәлен тапты, бер матур ғына пейзажын етәксегә бүләк итте. Тегенеһенең күңеле булып киттеме, подвалды  рәсмиләштереп, Сабитҡа бирҙе лә ҡуйҙы. Подвалды тәртипкә килтерергә байтаҡ көс түгергә тура килде. Бер ваҡытта ла ремонт күрмәгән, буш ятҡан подвал ташландыҡ хәлдә ине.

Етәкселәр килә тора, китә тора тигәндәй, ул етәксе икенсе урынға киткәс, кемдәрҙер бүлмәне һорап йөрөнө. Пластик тәҙрәләр эшләй торған цех асырға иҫәптәре булған. Ләкин ала алманылар. Беренсенән, Сабит мәҙәниәт һарайында рәссам-биҙәүсе булып эшләй, икенсенән, республика рәссамдары берлегендә ағза булып тора. Рәссамдар берлегендә ағза булып торғандарға оҫтахана бирергә тигән закон барлығы ярҙам итте. Сабиттың таныш юрисы, ул бүлмәне һатып алырға йә арендаға алған итеп документ төҙөргә кәрәклеген әйтте. Бүлмәне һатырға бер кем дә риза булманы, шуға ун биш йылға арендаға алырға булды. Подвал уның шәхси бүлмәһенә әйләнде. Йылытыу, электр өсөн түләп барырға ғына кәрәк буласаҡ. Аренда хаҡын билдәләмәнеләр, сөнки ул мәҙәниәт һарайының рәссам-биҙәүсеһе булып иҫәпләнә.

Уның бер ваҡытта ла тик торғаны юҡ. Ҡушылған эшен тамамлау менән, буласаҡ картинаға тип әҙерләнгән рамдарға киндер тарттырып, грунтлап ҡуя. Уларҙы һатып алыу яҡшы булыр ине, ләкин аҡса етешмәү үҙенә эшләргә  мәжбүр итә. Алған эш хаҡы иркен тотонорға мөмкинселек бирмәй. Һуңғы йылдарҙа картиналарға ла, биҙәү эштәренә лә заказдар ныҡ кәмене, юҡ дәрәжәһендә. Заказдарҙың булмауы уның йөрәген яндыра, картиналар яҙып булһа ла күңелен тынысландырырға тырыша.

Бөгөн ни өсөн оҫтаханаға килде әле? Ял итергә, ғаиләһе янында булырға тип уйлағайны. Йоҡонан уянғас, уның күңеле ни өсөндөр оҫтаханаһына тартты. Килгәс, ваҡытты бушҡа уҙҙырмайым тип, тегеләй-былай ятҡан әйберҙәрҙе тәртипләп урынлаштырып ҡуйҙы. Стенаға һөйәп ҡуйылған эштәрен бер-бер артлы алып ҡарарға тотондо. Бынан ун биш-егерме йылдар элек яҙылған картиналарға ҡарап уйға ҡалды. Күпме ғүмер үткән?! Сәнғәт училищеһына уҡырға инергә йөрөгәндә эшләнгән беренсе картиналары ла бар. Улар художество яҡтан ҡарағанда бик ябай күренһә лә, уларҙан ниндәйҙер сафлыҡ бөркөлә. Ул картиналарҙы йәш, дәртле кеше эшләгәнлеген күреп тойоп була. Бына шуға күрә Сабит тәүге эштәрен  һуңғыларына ҡарағанда ла нығыраҡ ярата. Уҡырға ингәс, бер тәртипкә буйһоноп, уҡытыусыларҙың теләген ҡәнәғәтләндерергә тырышып эшләй башлайһың. Был инде үҙеңдең уй-хыялыңа ҡаршы килеү тигән һүҙ. Шуның өсөн яҙылған картиналар һалҡын, яҡтылыҡ сәсмәгән төҫлө килеп сыға. Художество яғынан бөтә тәртипте ҡулланып эшләнгән булһа ла, рәссамдың күңелен ҡәнәғәтләндермәй. Ике йөҙлөлөк сағыла.

Сабит уҡыуҙы тамамлағас, күңеле ҡушҡанса эшләргә тырышты. Шуға тәнҡит тә күп ишетергә тура килде уға. Рәссамдар берлегендә йыш ҡына  был турала әйтеп киттеләр. Күргәҙмәләрҙә ҡатнашыуы, уның картиналарын халыҡ яратып ҡарауы, күргәҙмә ҡарарға килгәндәрҙең маҡтау һүҙҙәре, теләктәре Сабит файҙаһына булыу ғына ярҙам итте. Ул яҙған картиналарҙа йәшәү дәрте, нур һибелә. Уның эштәрен ҡараған кеше был донъяға тағы һоҡланып, күңеленә рухи аҙыҡ алып китә икән, тимәк, хеҙмәте бер ҙә юҡҡа түгел.

Ә бына был картинаны буласаҡ кәләше менән танышҡас эшләгәйне. Мөхәббәткә иҫереп, дәртләнеп йөрөгән сағы. Күңелендәге хис-тойғо картинаға ингән дә ҡуйған. Уны ҡараған кеше, һөйөү кисергәндә яҙған инеңме әллә, тип һорай. Сабит бер һүҙ әйтмәй йылмайып, һаҡал-мыйығын һыпырып ала. Аңлағандар аңлай инде, аңламағандарға аңлатып тормай. Бик ныҡ һорай башлаһалар ғына, картинала бөтәһе лә яҙылған, ти. Был һүҙенән һуң башҡа һорауға урын ҡалмай. Ул Рембрандтың ҡатыны менән бергә төшкән картинаһын ҡарарға ярата. Өҙөлөп яратҡан Саксонияһы менән бар ғаләмгә, күрәһегеҙме, беҙ ниндәй бәхетле, тип ҡысҡыра кеүек. Был картинаны ҡарағас, ирекһеҙҙән күңелгә хис тула, көслө мөхәббәт барлығын тоя башлайһың. Рембранд үҙ маҡсатына ирешкән. Ҡараған һайын ҡарағы килеп тора. Ысын рәссамдың эше шулай булырға тейеш, тип уйлай Сабит.

Пейзаждарҙы портреттарҙан айырып алып ҡуйҙы. Һәр пейзаждың, һәр портреттың үҙ тарихы бар. Яҙған картиналары ла байтаҡ ҡына йыйылған икән. Һуңғы ваҡытта күргәҙмәләргә лә саҡырыусы юҡ. Әллә үткәрмәйҙәр, әллә районда йәшәп ятҡан Сабитты оноттолар. Һуңғы ваҡытта үҙе лә ойошмаға барғаны юҡ шул, оноторҙар ҙа. Үҙең йөрөмәһәң, һин кемгә кәрәк.

Уйҙарға бирелеп ултырғанда, ишек шаҡынылар. Сабит ишекте бикләп ҡуйғайны. Теләһә кем килеп инеп баш ҡатырып йөрөмәһен тип. Ял көнө ҡайҙа барып һуғылырға белмәй йөрөүселәр байтаҡ. Сабит ваҡыт еткерә алмай, улар ваҡыт уҙҙыра алмай интегә.

– Кем унда? – тип һораны ишекте асмай ғына.

– Рәшит мин, ас әле, Сабит ағай. Сабит ишекте асты. Инергәме, юҡмы тигәндәй, бер ни тиклем ҡарап торҙо Рәшит.

– Йомошоң бар инеме әллә? – тине Сабит, бик асылып китмәй генә.

– Магазинға сыҡҡайным, һинең хәлде белеп китергә булдым. Һин бит ял көндәрендә бында булаһың, – тине лә күбекләнеп торған ауыҙ ситен ҡулы менән һөртөп алды.

– Минең срочно эш бар ине, асыуланма, әле ваҡытым юҡ, – тине Сабит, унан тиҙерәк ҡотолорға теләп.

– Ярай улай булғас, – тине лә Рәшит үҙ юлы менән китте.

Сабиттың уға  ҡаты бәреләһе килмәй, ошо бүлмәне алғас, ул ярҙам итешкәйне. Килеп сыҡһа тип, гел үҙе янында араҡы тота. Тағы ла өмөт итеп ингәндер. Йөҙөнә ҡарағанда, кисә бик ныҡ һалғанға оҡшаған. Сабиттың ни өсөндөр бөгөн уның менән һөйләшеп ултырғыһы килмәне. Бер үҙе генә уйҙар эсендә йөҙгөһө килә.

Портреттарҙың ҡасан һәм кемде һүрәтләгәнен ҡарап ултырғанда башҡорт милли кейемдәге ҡыҙ портреты алдында туҡтап ҡалды. Ни өсөн был портретҡа иғтибарын бирҙе әле? Быға тиклем дә күргәне бар ине, айырым иғтибар бирмәй торғайны. Ә бөгөн нишләптер был портрет уның бөтә барлығын йәлеп итә. Ҡайҙа йөрөй икән был ҡыҙ, тормошо нисек көйләнде икән? Шунда, ауылында ҡалдымы, сығып киттеме? Ошо һорауҙар бынан күп йылдар элек булып үткән ваҡиғаны иҫенә төшөрҙө.

 

Ул ваҡытта Сабит уҡыуын тамамлап, ҡулына диплом алған йәш рәссам ине. Уны яҡшы рәссам булараҡ рәссамдар ойошмаһында ҡалырға, дәүләт заказдарын үтәргә саҡырҙылар. Ул ҡаршы килмәне, был ойошмала ҡалһа, райондар буйлап йөрөргә, төрлө кешеләр менән аралашырға тура киләсәк. Ул ваҡытта өйләнмәгән йәш егеткә был бик яҡшы ине. Командировкалар ҙа, саф һауала йөрөү, республиканың төрлө райондарында булыу Сабиттың күңелен тағы ла күтәреп ебәрҙе. Буласаҡ картиналарға әллә күпме эскиздар эшләне. Урал тауының матурлығын, ғорурлығын күрһәткән картиналар тыуҙы. Рәт-рәт эшселәрҙең, колхозсыларҙың портреттары яһалды. Улар менән бер күргәҙмә асырлыҡ булыр. Ләкин уларҙың күбеһе районда ҡала, сөнки картиналар башлыса уларҙың заказы менән эшләнә.

Бер йылда таулы райондарҙың береһенән, совхоз эшселәренең портреттарын эшләргә тип заказ килеп төштө. Көҙҙөң ямғырлы, һыуыҡ айы. Оло йәштәге рәссамдар барырға баш тартҡан. Шуға Сабит менән Алик тигән рәссамды ебәрергә булалар. Йәшлек ҡаны уйнап торған егеттәр шатланып риза була. Улар совхоз үҙәгенә һуң ғына килеп етәләр. Юлдарҙың насар булыуы, бер туҡтауһыҙ ямғыр яуып тороуы ярты көнлөк юлды оҙаҡҡа һуҙа. Егеттәргә машинала ла, тракторҙа ла, хатта ат арбаһына ултырып барырға тура килә. Урман буйында урынлашҡан оло ғына ауылға ут алғас ҡына килеп етәләр.

– Сәләм егеттәр, ну нисек беҙгә килеү? – тип йылмайып ҡаршы алды уларҙы совхоз директоры.

– Беҙ – ауыл егеттәре, бынан да насарын күргән бар. Өфөнән бик алыҫ йәшәйһегеҙ икән, – тине Сабит, директорға ҡулын һуҙып. – Мин Сабит, ул Алик. Татар егете булһа ла, күпселек русса һөйләшә.

– Беҙҙә төрлө милләт эшләй. Беҙҙең төп эш – ағас киҫеү, таҡта әҙерләү. Егеттәр, юлдан килеп асыҡҡанһығыҙҙыр, өшөгәнһегеҙҙер, мин һеҙҙе ҡунаҡханаға түгел, фатирға төшөрәм, һөйләшеп ҡуйылған. Эш тураһында иртәгә гәпләшербеҙ. Мин һеҙҙе иртәнге туғыҙҙа конторала көтәм. Был – совхоздың комсомол секретары Батыр, ул һеҙҙе кәрәкле йортҡа алып барыр, – тип янында баҫып торған егет менән таныштырҙы.

Батыр уларҙы оло ғына бер йортҡа алып килде. Бәйләп ҡуйылған эт сылбырын өҙөрҙәй булып өрә башланы. Эт тауышына өйҙән бер ҡатын сыҡты. Ут ҡабыҙғас, ишек алды яҡтырып китте.

– Алмабикә апай, ҡунаҡтар килде, ҡаршы ал, – тине Батыр.

– Әйҙәгеҙ, үтеп китегеҙ, – тип йылмайып ҡунаҡтарҙы йортҡа саҡырҙы хужабикә.

Хужаның тауышын ишеткәс эт тынды, ҡойроғон болғай-болғай бер нисә әйләнгеләп алды ла ояһына инеп ятты.

– Батыр туғаным, һин дә ин, ҡунаҡтар менән таныштырырһың. Әйҙәгеҙ, әйҙәгеҙ, – тип Алмабикә һөйләнә-һөйләнә уларҙы эйәртте. Йылы өйгә ингәс, егеттәр бер ни тиклем өшөгәндәрен һиҙҙеләр. Батыр юлдан килгәндәрҙең өшөгәнен күреп:

– Хәҙер йылынабыҙ, егеттәр, – тине.

Сабит менән Алик ҡулдарын сайҡатып алғас, Батыр уларҙы табынға саҡырҙы. Өҫтәлгә бер табаҡ ит килеп ултырҙы. Туҫтаҡ менән һурпа сыҡты.

– Бына быныһы йылытҡыс, – тип бер ярты сығарып ултыртты Батыр, асып рюмкаларға һалып та сыҡты. – Әйҙәгеҙ, егеттәр. Алмабикә апай, әйҙә беҙҙең менән, танышыу хөрмәтенә, – тип хужабикәне саҡырҙы.

– Һеҙҙең менән килешер микән? – тине тыйнаҡлыҡ менән.

– Килешер. Өфө ҡунаҡтары менән тағы ҡасан эсәбеҙ әле. Егеттәр ҡапҡылап алығыҙ, ҡарынығыҙ астыр. Тартынмағыҙ, –  тип Батыр ҡыҫтап ултырҙы.

Ашап-эсеп алғас, егеттәр йылынып китте. Хәмер баштарына сыҡҡандай итте. Бер аҙ ашап алғас, Сабит ауыл халҡының йәшәп ятыуы менән ҡыҙыҡһынды. Һүҙ артынан һүҙ китте.

– Алмабикә апайҙың ире һунарҙан ҡайтманы. Айыуға атам тигәндә генә мылтығы баш тартҡан. Беҙҙең яҡта айыуҙар күп. Улар бигерәк тә көҙ көнө бик аҙа. Хатта ауылға килергә лә тартынмайҙар. Яңыраҡ ҡына ике һыйырҙы ботарлап ташланылар. Ауыл советы рәйесе районға барып, зыян килтергән айыуҙарҙы атырға тигән рөхсәт ҡағыҙы алып ҡайтты. Кисен урамға сығырға ла ҡурҡыта. Шуның өсөн һеҙҙе киҫәтеп ҡуям, кисен һаҡ йөрөгөҙ, үҙегеҙ генә урманға, тауға бармағыҙ. Алмабикә апай, бир әле Ирғәле ағайҙың ҡурайын, тартайым.

Батыр ҡурай тартып ебәргәс, өй эсенә моң ағылды. Алмабикә ҡурайға ҡушылып йыр һуҙҙы. Бер ни тиклем йырлағас, күҙҙәрен яулыҡ осо менән ҡаплап икенсе яҡҡа сыҡты. Егеттәр тынып ҡалды. Ә ҡурай моңо ағыла ла ағыла. Сабитҡа ҡурай моңо шул тиклем тәьҫир итте, әйтерһең дә, моң менән Урал тауҙарын иңләп сыҡты. Ул үҙен осҡандай хис итте. Быға тиклем дә ҡурай моңон ишеткәне бар ине, ләкин әлегеһе хисләндерҙе, күңел ҡылын сиртте.

Шул ваҡыт йорт ишеге асылып, бер ҡыҙ килеп инде. Сабит ҡыҙҙы күргәс, бер талай аңламай торҙо, күҙемә күренәме әллә тип, күҙҙәрен йомғолап алды. Батырҙың һүҙҙәре генә уны ергә төшөрҙө.

– Алмабикә апайҙың ҡыҙы Айһылыу ҡайтты. Ул ауыл китапханаһында эшләй, – тип таныштырҙы Батыр.

– Һаумыһығыҙ, – тине ҡыҙ, егеттәргә күҙ һирпеп.

Сабиттың ҡарашы менән ҡыҙҙың ҡарашы осрашҡас, бер ни тиклем бер-береһенә ҡарашып торҙолар. Аҙаҡ ҡыҙ үҙ бүлмәһенә инеп китте.

Сабит менән Алик йәш балаларҙай иҙрәп йоҡланылар. Юлдан арып килеүме, һауаның сафлығымы уларҙы тыныс йоҡлатты. Бик иртә уянырға өйрәнгән Сабит көн яҡтыра башлау менән күҙҙәрен асты. Ҡалғандарҙы уятмаҫҡа тырышып, ихатаға сыҡты. Сабитты күргәс, эт бер ни тиклем өрөп алды ла, ҡойроғон болғап, уға ҡарап тора башланы.

– Исемең нисек әле һинең? – тип эткә өндәште. Эт үҙенә өндәшкәнен белеп, башын күтәреп өрөп алды ла ояһына инеп китте.

– Ҡарағолаҡ уның исеме, – тигән тауышҡа тиҙ генә әйләнеп ҡараны Сабит. Йорт хужабикәһе икән.

– Тәбиғәт матур икән һеҙҙә, – тине Сабит, һауаға ашып торған тауҙарға, урмандарға ҡарап.

– Эйе, тәбиғәт матур! Һоҡланғыс!.. Алмабикә һүҙен әйтеп бөтөрмәне, һарай эсенә инеп китте. Күрәһең, һыйыр һауырға сыҡҡандыр. Сабит бер ни тиклем физик күнегеүҙәр эшләп алды ла мискәләге һыу менән битен йыуҙы. Йортҡа инеп Аликты уята башланы. Уныһы ыңғырашып ҡына алды ла икенсе яҡҡа әйләнеп ятты.

– Тор, айыу килә, – тигәс, Алик һикереп торҙо.

– Ҡайҙа айыу?

– Ҡайҙа булһын, урамда йөрөй, һине көтә. – Сабиттың шаяртҡанын белеп алғас, Алик:

– Ну һине, – тип, тағы төрөнөп ятты.

Алмабикә апай биҙрәне тултырып һөт һауып инде. Һөттө һөҙҙө лә егеттәргә өндәште.

– Йылы һөт эсегеҙ, файҙаһы ҙур, – тине.

Йылы һөт эсеп өйрәнгән Сабит күтәреп эсеп ҡуйҙы. Әсәһе уны һыйыр һауып ингәс, кил, улым, йылы һөттән ауыҙ ит, тип һөт эсерә ине. Бала саҡтан һөт эсеп үҫкәнгәме, ул тура килгән һайын һөт эсергә тырышты. Ҡасабала үҫкән Алик ҡына бер ни тиклем ҡабып ҡараны ла:

– Мин эсә алмайым, өйрәнмәгәнмен, – тине.

– Өйрәнмәгәс, эсмә, эсеңә тейер, – тине Алмабикә.

Сәй эсеп алғас, егеттәр үҙҙәре менән алып килгән рамдарҙы йыйып, уға киндер тарттыра башланылар. Әҙерҙе юлда йөрөтөү уңайһыҙ булғанға, улар шулай итте. Бер нисәне әҙерләп ҡуйғас, Батыр килеп инде.

– Сәләм, егеттәр, хәлдәр нисек? – тип һораны ул киндер тартып булышҡан егеттәрҙән.

– Бик яҡшы, бик тыныс йоҡланыҡ, – тине Сабит.

– Беҙҙә шулай ул, килгән кеше кире китә алмай интегә. Совхоз директоры Буранбай Хамматович һеҙҙе көтә, – тине Батыр киндерҙәрҙе тотоп ҡарап.

Батыр егеттәрҙе эйәртеп контораға алып китте. Сабит менән Алик икешәр тарттырылған киндер, этюдниктарын алдылар.

– Нисек йоҡланығыҙ, егеттәр? – тип йылмайып ҡаршы алды совхоз директоры. 

– Яҡшы, рәхмәт һеҙгә, Буранбай Хамматович.

– Бөгөн эш башлаһаҡ, һеҙ әҙерме?

– Әҙер.

– Яҡшы. Совхоздың иң һәләтле, иң тырыш кешеләренең портреттарын эшләтергә ине. Орден менән бүләкләнеүселәр ҙә бар. Һеҙгә эш итеү ҡайҙа уңайлы булыр икән?

– Мәҙәниәт йортонда, китапханала эшләй алабыҙ.

– Пойдет, – тип Алик та һүҙгә ҡушылды.

– Батыр, егеттәрҙе мәҙәниәт йортона алып бар. Мин ике кешене шунда ебәрермен, – тине директор.

Мәҙәниәт йорто тигәндәре оло ғына, ағастан һалынған йорт. Архитектураһына ҡарағанда, бик боронғоға оҡшаған. Сабит, күп урындарҙа булһа ла, бындай проект менән һалынған мәҙәниәт йортон беренсегә күреп тора. Батыр егеттәрҙең ғәжәпләнеп торғанын һиҙеп:

– Был байҙың ике ҡатлы йорто булған, колхозлашыу йылдарында тамашасы залын төкәтеп һалғандар. Емереп, урынына таштан заманса мәҙәниәт йорто һалырға уйлаған инеләр, халыҡ ҡаршы килде. Янбай бай халыҡ өсөн яҡшы булған, уның иҫтәлеге итеп һаҡларға булдылар.

– Халыҡ, бәлки, дөрөҫ тә эшләгәндер. Яңыны һалабыҙ тип, элеккеләрен  һүтеп бөттөк. Улар – тарих, һаҡларға кәрәк тә бит.

Тыштан ғына йорт иҫкелекте хәтерләтеп торһа ла, эскә ингәс заманса биҙәлгәнен күреп, егеттәр ғәжәпләнеп киттеләр. Батыр егеттәрҙе икенсе ҡатта урынлашҡан китапханаға алып менде.

– Айһылыу, һиңә егеттәр алып килдем. Улар бында эшләйәсәк. Кисә таныша алманығыҙ кеүек, быныһы Сабит, быныһы Алик, – тине Батыр, ҡыҙға серле генә йылмайып ҡарап.

Сабит Айһылыуға ҡулын һуҙҙы:

– Сабит булам.

Алик та ҡыҙға ҡулын һуҙҙы.

– Егеттәр, һеҙ әҙерләнегеҙ, мин киттем. Йомошоғоҙ булһа, Айһылыуға әйтегеҙ, ул кәрәкле урынға еткерер.

Сабит Айһылыуға ҡарап уйға ҡалды. Ниндәй сибәр ҡыҙ! Ҡап-ҡара сәсе, ҡара күҙе, һомғол кәүҙәһе  һушты алырлыҡ. Йылмайыуы ҡояшты хәтерләтте. Таң менән тороп, тышҡа сыҡҡас, ҡояшты күреп шатланған кеүек, әле егеттәр, Айһылыуҙың ҡояштай йөҙөнә ҡарап, шул мәлде кисерҙеләр. Сабит быға тиклем бындай сағыу йөҙлө, матур ҡыҙҙы күргәне булманы кеүек. Башынан, был ҡыҙҙың портретын эшләргә кәрәк буласаҡ, тигән уй үтте.

Дауамы бар.

Автор:
Читайте нас